Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

34-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

Шарттарығыҙ үҙгәргәндә, шатлыҡ юғалтмағыҙ

Шарттарығыҙ үҙгәргәндә, шатлыҡ юғалтмағыҙ

«Алла ғәҙелһеҙ түгел. Ул һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙе лә, ...Уның хаҡына күрһәткән мөхәббәтегеҙҙе лә онотмаясаҡ» (ЕВР. 6:10).

38-СЕ ЙЫР Алла һиңә ҡеүәт бирер

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1—3. Ни өсөн ҡайһы бер ҡәрҙәштәргә үҙ билдәләнеүен ҡалдырырға тура килә?

«БЕҘ 21 йыл буйы миссионер булып хеҙмәт иттек. Был иҫ киткес ваҡыт ине, — тип иҫкә төшөрә Роберт менән Мэри-Джо. — Әммә ҡартайған ата-әсәләребеҙ ярҙамға мохтаж ине. Улар хаҡында ҡайғыртырға шат булһаҡ та, күңелебеҙгә яҡын булып киткән ерҙәрҙе ҡалдырып китеү бик ауыр булды».

2 «Һаулығыбыҙ насарайғанға, хеҙмәтебеҙҙе дауам итә алмаясағыбыҙҙы белгәс, беҙ илап ебәрҙек, — тип бүлешә Уильям менән Терри. — Беҙ һәр ваҡыт сит илдә хеҙмәт итергә хыяллана инек, әммә хәҙер был инде мөмкин түгел ине».

3 «Беҙ дошмандарҙың филиалыбыҙҙы ябырға теләүен белә инек, — ти Алексей. — Шулай ҙа, Вефилебеҙ ябылып, унан китергә тура килгәс, беҙ көслө тетрәнеү кисерҙек».

4. Был мәҡәләлә ниндәй һорауҙар ҡараласаҡ?

4 Эйе, күп тулы ваҡытлы хеҙмәтселәр, шул иҫәптән вефилселәр ҙә яңы билдәләнеү алған *. Был тоғро ҡәрҙәштәргә үҙҙәренең яратҡан хеҙмәтен ҡалдырыу ауыр булған. Уларға үҙгәрештәргә күнегергә нимә ярҙам итә? Һеҙ уларҙы нисек нығыта алаһығыҙ? Был һорауҙарға яуап алыу барыбыҙға ла файҙалы булыр. Шарттарыбыҙ үҙгәргән саҡтарҙа улар беҙгә шатлыҡ юғалтмаҫҡа ярҙам итер.

ҮҘГӘРЕШТӘРГӘ НИСЕК КҮНЕГЕРГӘ?

Ни өсөн тулы ваҡытлы хеҙмәтселәргә үҙҙәренең яратҡан хеҙмәтен ҡалдырыу ауыр булырға мөмкин? (5-се абзацты ҡарағыҙ.) *

5. Күсенеү нисек тәьҫир итергә мөмкин?

5 Хеҙмәттең ниндәй генә төрөндә ҡатнашһаҡ та, хеҙмәт иткән урыныбыҙ йә ундағы кешеләр күңелгә бик яҡын булып китергә мөмкин. Шуға күрә, билдәләнеүебеҙҙе ҡалдырырға тура килһә, ҡайғырыуыбыҙ ихтимал. Беҙ, үҙебеҙ өсөн ҡәҙерле булған кешеләрҙән айырылып, уларҙы һағынабыҙ һәм улар өсөн борсолабыҙ. Ә эҙәрләүҙәр арҡаһында киткән булһаҡ, борсолоуыбыҙ тағы ла артырға мөмкин (Матф. 10:23; 2 Кор. 11:28, 29). Бынан тыш, икенсе ергә күскәндә, яңы мәҙәниәткә эйәләшергә тура килә. Хатта тыуған ерҙәренә ҡайтҡан ҡәрҙәштәр ҙә шундай хистәр кисерә. «Туған мәҙәниәтебеҙ беҙҙең өсөн ят булып китте. Хатта туған телебеҙҙә нисек вәғәзләргә икәнен дә онотҡан инек, — тип бүлешә Роберт менән Мэри-Джо. — Күп йылдар буйына сит илдә хеҙмәт иткәнгә, тыуған яғыбыҙҙа үҙебеҙҙе сит ил кешеләре һымаҡ тойҙоҡ». Билдәләнеүҙәре үҙгәргән ҡәрҙәштәрҙең матди ауырлыҡтар менән осрашыуы ла ихтимал. Шул арҡала улар юғалып ҡалырға һәм үҙҙәрен яҡлауһыҙ тойорға мөмкин. Уларға нимә ярҙам итә ала?

Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәрҙә ҡалыу һәм уға таяныу үтә мөһим (6, 7-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

6. Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәрҙә ҡалыр өсөн, нимә эшләргә кәрәк?

6 Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәрҙә ҡалығыҙ (Яҡ. 4:8). Аллабыҙҙың «Доғаларҙы тыңлаусы» икәнен иҫтә тотоғоҙ (Зәб. 65:2). Зәбур 62:8-ҙә: «Уға күңелдәрегеҙҙе бушатығыҙ», — тиелгән. Йәһүә «һорағаныбыҙҙан йәки уйлағаныбыҙҙан сағыштырғыһыҙ күберәк эшләй» ала (Ефес. 3:20). Ул һорағандарыбыҙ менән генә сикләнмәй, ә ауырлыҡтарҙы беҙ көтмәгәнсә сисергә ярҙам итә ала.

7. а) Йәһүә менән дуҫлыҡты һаҡларға беҙгә нимә ярҙам итер? б) Еврейҙарға 6:10—12 буйынса, ни өсөн хеҙмәтебеҙҙе дауам итеү бик мөһим?

7 Йәһүә менән дуҫлыҡты һаҡлар өсөн, Изге Яҙманы көн дә уҡығыҙ һәм уҡығандарығыҙ тураһында уйланығыҙ. Үткәндә миссионер булып хеҙмәт иткән бер ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Элекке хеҙмәтегеҙҙәге кеүек, аҙна һайын ғаилә өйрәнеүе үткәрегеҙ һәм йыйылышҡа әҙерләнегеҙ». Шулай уҡ яңы йыйылышығыҙҙа хеҙмәт иткән ҡәрҙәштәр менән әүҙем вәғәзләгеҙ. Шуны иҫтә тотоғоҙ: элеккесә күп эштәр башҡара алмаһағыҙ ҙа, Йәһүә тоғро хеҙмәтен дауам иткән кешеләрҙе онотмай. (Еврейҙарға 6:10—12-не уҡығыҙ.)

8. 1 Яхъя 2:15—17-ләге һүҙҙәр нисек ябай тормош алып барырға ярҙам итә?

8 Ябай тормош алып барығыҙ. Тормошоғоҙҙағы мәшәҡәттәр рухи эштәрҙе «баҫып» алмаһын (Матф. 13:22). Был донъя кешеләре, дуҫтар йә туғандар, яҡшы ниәттәрҙән сығып, һеҙҙе күберәк аҡса эшләргә дәртләндерһә, уларҙың баҫымына бирешмәгеҙ. (1 Яхъя 2:15—17-не уҡығыҙ.) Йәһүәгә таянығыҙ, ул ярҙамға мохтаж саҡтарыбыҙҙа рухи, эмоциональ һәм матди яҡтарҙан беҙҙең хаҡта ҡайғыртырға вәғәҙә итә (Евр. 4:16; 13:5, 6).

9. Ғибрәтле һүҙҙәр 22:3, 7 буйынса, ни өсөн кәрәкмәгән бурыстарҙан ҡасырға кәрәк, һәм аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә беҙгә нимә ярҙам итер?

9 Кәрәкмәгән бурыстарға инмәгеҙ. (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:3, 7-не уҡығыҙ.) Күсенеү бик күп аҡса талап итһә, еңел генә бурысҡа батырға мөмкин. Бурыстар әҙерәк булһын өсөн, әллә ни кәрәк булмаған әйберҙәрҙе кредитҡа алмағыҙ. Көслө стресс кисергәндә, мәҫәлән, ауырыған туғаныбыҙҙы ҡарағанда, бурысҡа күпме аҡса алырға кәрәклеген хәл итеү ауыр булырға мөмкин. Шундай саҡтарҙа Йәһүәгә ялбарып доға ҡылығыҙ, был һеҙгә аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итер. Доғаларығыҙға яуап итеп, Йәһүә һеҙгә йөрәгегеҙҙе һәм уй-фекерҙәрегеҙҙе һаҡлай алған тыныслыҡ бирер һәм хәлде айыҡ аҡыл менән баһаларға ярҙам итер (Флп. 4:6, 7; 1 Пет. 5:7).

10. Яңы дуҫтарҙы нисек табырға?

10 Ғаиләгеҙ һәм дуҫтарығыҙ менән аралашығыҙ. Дуҫтарығыҙға, бигерәк тә һеҙҙекенә оҡшаш шатлыҡтар һәм ауырлыҡтар кисергәндәргә хәлдәрегеҙ һәм хистәрегеҙ тураһында һөйләгеҙ. Был һеҙгә эмоциональ яҡтан көс өҫтәр (Вәғ. 4:9, 10). Элек хеҙмәттәшлек иткән дуҫтарығыҙ һаман да дуҫтарығыҙ булып ҡала. Әммә хәҙер һеҙгә яңы дуҫтар табырға кәрәк. Шуны онотмағыҙ: берәйһе менән дуҫлашыр өсөн, үҙегеҙгә лә дуҫ була белергә кәрәк. Яңы дуҫтарҙы нисек табып була? Тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашығыҙ, башҡалар хеҙмәттән алған шатлығығыҙҙы тойһон. Ҡайһы бер ҡәрҙәштәр һеҙҙең ни өсөн тулы ваҡытлы хеҙмәт менән янып тороуығыҙҙы аңламаһа ла, башҡалар, ашҡыныуығыҙҙы күреп, һеҙгә тартылыр. Әммә үҙегеҙгә һәм хеҙмәттәге ҡаҙаныштарығыҙға артыҡ күп иғтибар йәлеп итмәгеҙ, шулай уҡ тиҫкәре хистәрегеҙ тураһында күп һөйләмәгеҙ.

11. Никахығыҙ бәхетле булып ҡалһын өсөн, нимәне иҫтә тоторға кәрәк?

11 Билдәләнеүегеҙҙе тормош иптәшегеҙҙең насар һаулығы арҡаһында ҡалдырырға тура килһә, уны ғәйепләмәгеҙ. Ә әгәр һеҙҙең һаулығығыҙ насар булһа, үҙегеҙҙе ғәйепле тоймағыҙ һәм, тормош иптәшемде аҫҡа тартам, тип уйламағыҙ. Тормош иптәшегеҙ менән «бер тән» булыуығыҙҙы һәм Йәһүә алдында шатлыҡта ла, ҡайғыла ла бер-берегеҙ тураһында ҡайғыртырға вәғәҙә иткәнегеҙҙе онотмағыҙ (Матф. 19:5, 6). Билдәләнеүегеҙҙе балаға уҙыу арҡаһында ҡалдырһағыҙ, балағыҙ шуны белһен: ул һеҙҙең өсөн элекке билдәләнеүегеҙгә ҡарағанда күпкә мөһимерәк. Балығыҙҙы Алланан бирелгән «бүләк» булыуына ышандырығыҙ (Зәб. 127:3—5). Шул уҡ ваҡытта уға элекке хеҙмәтегеҙҙең ни тиклем ҡыҙыҡлы булғаны тураһында һөйләгеҙ. Был балағыҙҙы, һеҙҙән өлгө алып, хеҙмәттә шундай уҡ маҡсаттар ҡуйырға дәртләндерер.

БАШҠАЛАР НИСЕК ЯРҘАМ ИТӘ АЛА?

12. а) Тулы ваҡытлы хеҙмәтселәргә үҙ билдәләнеүендә ҡалырға нисек ярҙам итеп була? б) Йыйылышыбыҙға билдәләнгән ҡәрҙәштәрҙең күсенеү менән бәйле ауырлыҡтарын нисек еңеләйтеп була?

12 Шуныһы маҡтауға лайыҡ: тулы ваҡытлы хеҙмәтселәр үҙ билдәләнеүендә ҡала алһын өсөн, күп йыйылыштар һәм айырым вәғәзселәр уларға төрлө ярҙам күрһәтә. Мәҫәлән, улар был ҡәрҙәштәрҙе үҙ хеҙмәтен ҡалдырмаҫҡа дәртләндерә, матди яҡтан булышлыҡ итә йә уларҙың яҡындары хаҡында ҡайғырта (Гал. 6:2). Элек хеҙмәттең башҡа төрөндә ҡатнашҡан тулы ваҡытлы хеҙмәтселәр һеҙҙең йыйылышҡа билдәләнһә, улар хеҙмәтен насар башҡарғандыр йә ниндәйҙер хата яһағандыр, тип уйламағыҙ *. Уларҙың күсенеү менән бәйле ауырлыҡтарын еңеләйтергә тырышығыҙ: йылы итеп ҡаршы алығыҙ һәм, хәҙерге ваҡытта насар һаулыҡ арҡаһында күп эшләй алмаһалар ҙа, уларҙы хеҙмәттә башҡарған эштәре өсөн маҡтағыҙ. Улар менән яҡынданыраҡ танышығыҙ. Был ҡәрҙәштәр ҙур тәжрибә һәм күп белем туплаған, уларҙан өйрәнегеҙ.

13. Йыйылышыбыҙға билдәләнгән ҡәрҙәштәргә нисек ярҙам итеп була?

13 Тәүге осорҙа яңы билдәләнеү алған ҡәрҙәштәр торлаҡ, транспорт, эш урыны һәм башҡа көндәлек һорауҙар буйынса ярҙамға мохтаж булырға мөмкин. Уларға шулай уҡ һалым түләү һәм страховка юллау кеүек эштәрҙә кәңәш кәрәк булыр. Шуны иҫтә тотоғоҙ: улар йәлләүгә түгел, ә аңлауға мохтаж. Бәлки, был ҡәрҙәштәр үҙҙәре йә яҡындары ауырығанға борсолалыр йәки ғәзиз кешенең үлеме арҡаһында ҡайғыралыр *. Өҫтәүенә, асыҡ итеп әйтмәһәләр ҙә, улар дуҫтарын һағынып бойоғорға мөмкин. Шундай тәрән һәм ҡатмарлы хистәр баҫылһын өсөн, ваҡыт талап ителә.

14. Урындағы вәғәзселәр бер апай-ҡәрҙәшкә нисек яңы территорияға өйрәнергә ярҙам иткән?

14 Шундай ҡәрҙәштәргә яңы шарттарға күнегеп китергә ярҙам итер өсөн, улар менән вәғәзләгеҙ һәм шәхси өлгө күрһәтегеҙ. «Элекке билдәләнеүемдә мин көн һайын Изге Яҙма өйрәнеүҙәре үткәрә торғайным, — тип әйтә күп йылдар сит илдә хеҙмәт иткән бер апай-ҡәрҙәш. — Ә яңы билдәләнеүемдә вәғәздә Изге Яҙманы асыу йә видео күрһәтеү мөмкинлеге бик һирәк эләгә ине. Әммә урындағы ҡәрҙәштәр, кешеләргә ҡабат килеп киткәндә йә өйрәнеүҙәр үткәргәндә, мине үҙҙәре менән ала торғайны. Был ашҡыныусан һәм ҡыйыу ҡәрҙәштәрҙең уңышлы өйрәнеүҙәр үткәргәнен күреп, мин яңы территорияма ыңғай ҡараш үҫтерҙем һәм урындағы кешеләр менән һөйләшеүҙәр башларға өйрәндем. Был миңә ҡабат шатлыҡ табырға ярҙам итте».

ГЕЛ АЛҒА ЫНТЫЛЫҒЫҘ

Яңы территорияла хеҙмәтте киңәйтер өсөн мөмкинлектәр эҙләгеҙ (15, 16-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

15. Яңы билдәләнеүҙә уңышҡа өлгәшер өсөн, нимә эшләп була?

15 Һеҙ яңы билдәләнеүегеҙҙә уңышҡа өлгәшә алаһығыҙ. Тормошоғоҙҙағы үҙгәрештәрҙе уңышһыҙлыҡ йә артҡа сигенеү итеп ҡабул итмәгеҙ. Йәһүәнең үҙегеҙгә нисек ярҙам итеп торғанын күрергә тырышығыҙ һәм вәғәзләүҙән туҡтамағыҙ. Беренсе быуатта йәшәгән тоғро мәсихселәрҙән үрнәк алығыҙ. Улар, «ҡайҙа ғына булһалар ҙа, Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп [йөрөгән]» (Ғәм. 8:1, 4). Вәғәздә һалған тырышлыҡтарығыҙ, һис шикһеҙ, яҡшы емештәр килтерер. Мәҫәлән, бер илдән ҡыуылған пионерҙар күрше илгә күскән. Унда күп кешеләр шул пионерҙар белгән телдә һөйләшкән. Һөҙөмтәлә бер нисә ай эсендә тиҙ үҫкән яңы төркөмдәр барлыҡҡа килгән.

16. Яңы билдәләнеүҙә шатлыҡ табырға һеҙгә нимә ярҙам итер?

16 «Йәһүәнең шатлығы — һеҙҙең көсөгөҙ» (Ниҡ. 8:10, төшөрмә). Билдәләнеүебеҙҙе нисек кенә ҡәҙерләһәк тә, шатлығыбыҙ уға түгел, ә беренсе сиратта Йәһүәгә бәйле булырға тейеш. Шуға күрә артабан да Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәрҙә ҡалығыҙ, шулай уҡ унан кәңәш, йыуаныс һәм ярҙам эҙләгеҙ. Шуны онотмағыҙ: кешеләргә ысын күңелдән ярҙам итергә тырышыу һеҙгә элекке билдәләнеүегеҙҙе яратырға ярҙам итте. Хәҙер ҙә бөтә йөрәгегеҙҙе һалып хеҙмәт итегеҙ, һәм Йәһүә һеҙгә яңы билдәләнеүҙе лә яратырға ярҙам итәсәк (Вәғ. 7:10).

17. Хәҙерге билдәләнеүебеҙ тураһында әйткәндә, нимәне иҫтә тотоу мөһим?

17 Йәһүәгә хеҙмәтебеҙ — мәңгегә, ә хәҙерге билдәләнеүебеҙ ваҡытлыса икәнен онотмайыҡ. Яңы донъяла һәр беребеҙҙең билдәләнеүе үҙгәрәсәк. Юғарыла иҫкә алынған Алексей, бөгөнгө үҙгәрештәр мине киләсәктәге үҙгәрештәргә әҙерләй, тип әйтә. «Мин Йәһүәнең һәм яңы донъяның реаль икәнен һәр ваҡыт белдем, шулай ҙа улар миңә нисектер йыраҡ булып тойола ине, — ти Алексей. — Ә хәҙер мин Йәһүәне үҙемдең күҙ алдымда күрәм һәм яңы донъя — сәйәхәтемдең киләһе туҡталышы икәненә һис тә шикләнмәйем» (Ғәм. 2:25). Билдәләнеүебеҙ ниндәй генә булһа ла, артабан да Йәһүә менән йөрөйөк. Ул беҙҙе бер ҡасан да ҡалдырмаҫ. Ҡайҙа ғына һәм күпме генә хеҙмәт итһәк тә, Йәһүә беҙгә шатлыҡ табырға ярҙам итәсәк (Ишағ. 41:13).

90-СЫ ЙЫР Бер-беребеҙҙе дәртләндерәйек

^ 5 абз. Ҡайһы саҡта ҡәрҙәштәргә тулы ваҡытлы хеҙмәтте ҡалдырырға тура килә. Йәиһә улар икенсе ерҙә хеҙмәт итергә билдәләнә. Шундай ҡәрҙәштәр ниндәй ауырлыҡтар менән осраша? Яңы шарттарға күнегергә уларға нимә ярҙам итер? Башҡалар уларҙы нисек нығыта ала? Ғөмүмән алғанда, ваҡыт-ваҡыт беҙҙең барыбыҙға ла көтөлмәгән үҙгәрештәргә күнегергә тура килә. Шундай саҡтарҙа Изге Яҙманан ниндәй принциптар беҙгә ярҙам итер? Был мәҡәләлә ошо һорауҙарға яуап бирелер.

^ 4 абз. Билдәле бер йәшкә еткән күп яуаплы ағай-ҡәрҙәштәр ҙә, вазифаларын йәшерәк ҡәрҙәштәргә тапшырғанда, шундай хистәр кисерә. 2018 йылдың сентябрь айында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»нда «Оло йәштәге мәсихселәр, Йәһүә һеҙҙең тоғролоҡто ҡәҙерләй» тигән мәҡәләне һәм 2018 йылдың октябрь айында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»нда «Үҙгәреп торған шарттарға ҡарамаҫтан, йән тыныслығын юғалтмағыҙ» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

^ 12 абз. Тулы ваҡытлы хеҙмәтсе пионер, өлкән йә хеҙмәт ярҙамсыһы вазифаларына тиҙерәк тотона алһын өсөн, уның элекке йыйылышындағы өлкәндәр рекомендация хатын мөмкин тиклем тиҙерәк ебәрергә тейеш.

^ 13 абз. «Ҡайғы ваҡытында ярҙам» тип аталған 2018 йылдағы «Уянығыҙ!» журналының (тат.) 3-сө сығарылышын ҡарағыҙ.

^ 57 абз. РӘСЕМДӘ: бер парға миссионер хеҙмәтен ҡалдырырға тура килә. Йыйылыш менән хушлашҡанда, уларҙың күҙҙәре йәш менән тула.

^ 59 абз. РӘСЕМДӘ: үҙ иленә ҡайтҡас, был пар, Йәһүәнән ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итеүен һорап, гел доға ҡыла.

^ 61 абз. РӘСЕМДӘ: Йәһүәнең ярҙамы менән улар ҡабат тулы ваҡытлы хеҙмәт башлай һәм, миссионер булып хеҙмәт иткән саҡтарында үҙләштергән телде ҡулланып, яңы йыйылыштың территорияһында иммигранттарға вәғәзләй.