Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

40-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

«Ахырызамандың» аҙағында ашҡынып хеҙмәт итегеҙ

«Ахырызамандың» аҙағында ашҡынып хеҙмәт итегеҙ

«Раббы эшенә һәр ваҡыт үҙегеҙҙе бағышлап һәм бар көсөгөҙҙө һалып, ныҡ тороғоҙ, ҡаҡшамаҫ булығыҙ» (1 КОР. 15:58).

58-СЕ ЙЫР Алла һарыҡтарын эҙләйбеҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. «Һуңғы көндәрҙә» йәшәүебеҙҙе беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

ӘГӘР 1914 йылдан һуң тыуған булһағыҙ, һеҙҙең бөтә ғүмерегеҙ «ахырызаман» көндәренә, йәғни был донъя төҙөлөшөнөң һуңғы көндәренә тура килә (2 Тим. 3:1). Ғайса Мәсих һуғыштар, аслыҡ, ер тетрәүҙәр, киҙеүҙәр, ҡанунһыҙлыҡтың артасағы һәм Алла халҡының эҙәрләүҙәргә дусар буласағы хаҡында алдан әйткән (Матф. 24:3, 7—9, 12; Лука 21:10—12). Беҙ бөтәбеҙ ҙә Ғайса пәйғәмбәрлек иткән ваҡиғалар тураһында ишетәбеҙ. Ә илсе Павел һуңғы көндәрҙә йәшәгән кешеләргә ниндәй сифаттар хас буласағы хаҡында пәйғәмбәрлек иткән, һәм хәҙер беҙ был пәйғәмбәрлектең үтәлеүен күрәбеҙ. («Бөгөнгө кешеләргә хас сифаттар» тигән рамканы ҡарағыҙ.) Йәһүәнең хеҙмәтселәре булараҡ, беҙ «һуңғы көндәрҙең» аҙаҡҡы өлөшөндә йәшәүебеҙгә һис тә шикләнмәйбеҙ (Миҡ. 4:1).

2. Беҙгә ниндәй һорауҙарға яуап алырға кәрәк?

2 1914 йылдан һуң инде күп ваҡыт үтте, тимәк, беҙ «һуңғы көндәрҙең» аҙаҡҡы өлөшөндә йәшәйбеҙ. Яуыз донъяның ахыры бик яҡын булғанға, беҙгә бындай мөһим һорауҙарға яуап алырға кәрәк: «һуңғы көндәрҙең» аҙағында ниндәй ваҡиғалар буласаҡ? Был ваҡиғаларҙы көткән арала беҙ нимә эшләргә тейеш? Йәһүә беҙҙән нимә көтә?

«ҺУҢҒЫ КӨНДӘРҘЕҢ» АҘАҒЫНДА НИМӘ БУЛАСАҠ?

3. 1 Фессалоникаларға 5:1—3 буйынса, халыҡтар ниндәй белдереү яһаясаҡ?

3 1 Фессалоникаларға 5:1—3-тө уҡығыҙ. Илсе Павел бында «Раббы көнөн», йәғни Йәһүә көнөн телгә ала. Был аяттарҙа «Раббы көнө» билдәле бер осорҙо аңлата. Был осор «Бөйөк Вавилонға» — ялған диндең бөтә донъя империяһына һөжүм итеү менән башланасаҡ һәм Армагеддон менән тамамланасаҡ (Асыл. 16:14, 16; 17:5). Был «көн» башланыр алдынан, халыҡтар «барыһы ла тыныс һәм имен» тип иғлан итәсәк. (Ҡайһы бер тәржемәләрҙә был һүҙҙәр «барыһы ла тыныс, ҡурҡыныс түгел» тип яңғырай.) Ҡайһы саҡта сәйәси етәкселәр, халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙең яҡшырыуы тураһында һөйләгәндә, шуға оҡшаш һүҙҙәр ҡуллана *. Әммә Изге Яҙмала пәйғәмбәрлек ителгән «барыһы ла тыныс һәм имен» тигән белдереү башҡа төрлө булыр. Ни өсөн? Был белдереү яңғырағас, күп кешеләр, сәйәси етәкселәр донъяны тынысыраҡ һәм хәүефһеҙерәк итә алды, тип уйлар. Ләкин ысынында «ҙур афәт» башланыр һәм «уларға ҡапыл һәләкәт килер» (Матф. 24:21).

Халыҡтарҙың «барыһы ла тыныс һәм имен» тигән ялғанына алданмағыҙ (3—6-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

4. а) «Барыһы ла тыныс һәм имен» тигән иғлан тураһында әйткәндә, беҙгә нимә билдәле түгел? б) Нимәне беҙ беләбеҙ?

4 «Барыһы ла тыныс һәм имен» тигән иғлан тураһында әйткәндә, ҡайһы бер яҡтар беҙгә билдәле, ә ҡайһы берҙәре билдәһеҙ. Мәҫәлән, сәйәси етәкселәрҙе ундай белдереү яһарға нимә этәрәсәге һәм был белдереүҙең нисек яһаласағы билдәле түгел. Беҙ шулай уҡ был иғландың бер генә белдереүҙән йә бер нисә белдереүҙән торормо икәнен белмәйбеҙ. Әммә беҙ шуны беләбеҙ: кешеләр ерҙә ысын тыныслыҡ булдыра алмай, шуға күрә беҙ сәйәси етәкселәрҙең ялғанына алданырға тейеш түгел. Изге Яҙма беҙҙе был белдереүҙе көтөргә ҡуша, сөнки ул Йәһүә көнөнөң башланыуына билдә булып торор.

5. 1 Фессалоникаларға 5:4—6-лағы һүҙҙәр беҙгә нисек Йәһүә көнөнә әҙерләнергә ярҙам итә?

5 1 Фессалоникаларға 5:4—6-ны уҡығыҙ. Бында Павел Йәһүә көнөнә нисек әҙерләнеп булғанын аңлата. Ул былай тигән: «Башҡалар кеүек йоҡлап ятмайыҡ, уяу һәм айыҡ булайыҡ». Мәҫәлән, беҙгә, был донъяның сәйәси эштәрендә ҡатнашып нейтралитет боҙмаҫ өсөн, уяу булырға кәрәк. Сәйәсәткә бәйле эштәрҙә ҡатнашһаҡ, был донъяның өлөшө булып китер инек (Яхъя 15:19). Әммә беҙгә шул билдәле: Алла Батшалығы ғына ерҙә ысын тыныслыҡ урынлаштыра ала!

6. Беҙ башҡаларға нисек ярҙам итергә теләйбеҙ һәм ни өсөн?

6 Уяу булыуҙан тыш, беҙгә шулай уҡ башҡаларға, хәҙерге ваҡытҡа ҡағылған пәйғәмбәрлектәр тураһында һөйләп, рухи йоҡонан уянырға ярҙам итергә кәрәк. Шуны онотмайыҡ: «ҙур афәт» башланғас, Йәһүәнең яғына баҫыу инде һуң буласаҡ. Бына шуның өсөн вәғәз эше бик ашығыс! *

АШҠЫНЫП ВӘҒӘЗЛӘГЕҘ

Вәғәзләгәндә, беҙ Алла Батшалығы ғына донъяға ысын тыныслыҡ һәм именлек килтерә алғаны хаҡында һөйләйбеҙ (7—9-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

7. Йәһүә беҙҙән нимә көтә?

7 Ҙур афәткә тиклем бик әҙ ваҡыт ҡалғанға, Йәһүә беҙҙән, вәғәз эше менән мәшғүл булырҙар, тип көтә. Үҙ-үҙебеҙгә бындай һорау бирәйек: «Ә мин Раббы эшендә тулы рәүештә ҡатнашаммы?» (1 Кор. 15:58). Ғайса беҙҙең ниндәй эш менән шөғөлләнәсәгебеҙҙе алдан әйткән. Һуңғы көндәрҙә буласаҡ ваҡиғалар тураһында һөйләгәндә, ул былай тип өҫтәгән: «Барса халыҡтар Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетһен өсөн, ул бөтә донъяла иғлан ителер. Ана шунан һуң аҙағы килер» (Матф. 24:14; Марк 13:4, 8, 10). Уйлап ҡына ҡарағыҙ: вәғәзгә сыҡҡан һайын, һеҙ был пәйғәмбәрлектең үтәлешендә ҡатнашаһығыҙ!

8. Батшалыҡ эше ни тиклем уңышлы алып барыла?

8 Вәғәз эше ни тиклем уңышлы алып барыла? Йылдан-йыл был эш киңерәк ҡолас ала. Мәҫәлән, «һуңғы көндәр» дауамында бөтә донъя буйынса вәғәзселәр һанының арта барыуы тураһында уйлап ҡарағыҙ. 1914 йылда 43 илдә 5 155 вәғәзсе булған. Ә бөгөн 240 илдә һәм территорияла яҡынса 8 миллион ярым вәғәзсе хеҙмәт итә! Шулай ҙа эшебеҙ әле тамамланмаған. Беҙгә артабан да башҡаларға кешелек проблемаларын тик Алла Батшалығы ғына хәл итә алғаны тураһында һөйләргә кәрәк (Зәб. 145:11—13).

9. Ни өсөн беҙ артабан да вәғәзләргә тейеш?

9 Йәһүә, вәғәз эше тамам, тигәс кенә, беҙ вәғәзләүҙән туҡтарбыҙ. Алла һәм Ғайса Мәсих тураһында белем алыр өсөн, кешеләрҙең күпме ваҡыты ҡалған? (Яхъя 17:3). Беҙ белмәйбеҙ. Әммә беҙгә шул билдәле: ҙур афәт башланғансы, «мәңгелек тормошҡа алып барыусы хәҡиҡәтте ҡабул итергә әҙер булған» бөтә кешенең Йәһүә яғына баҫырға мөмкинлеге бар (Ғәм. 13:48, ЯДТ). Һуң булмаҫ борон, ундай кешеләргә нисек ярҙам итеп була?

10. Йәһүә беҙгә нисек кешеләрҙе хәҡиҡәткә өйрәтергә ярҙам итә?

10 Үҙенең ойошмаһы аша Йәһүә беҙгә кешеләрҙе хәҡиҡәткә өйрәтер өсөн бөтә кәрәкле ҡоралдар бирә. Мәҫәлән, аҙна һайын беҙ «Мәсихсе тормошобоҙ һәм хеҙмәтебеҙ» осрашыуында белем алабыҙ. Был осрашыуҙа беҙ кеше менән беренсе тапҡыр осрашҡанда һәм уға ҡабат килеп киткәндә әңгәмә ҡорорға, шулай уҡ Изге Яҙма өйрәнеүҙәре үткәрергә өйрәнәбеҙ. Йәһүәнең ойошмаһы шулай уҡ «Өйрәтеү ҡоралдары» әҙерләгән. Улар беҙгә...

  • һөйләшеүҙәр башларға,

  • хәбәребеҙгә ҡыҙыҡһыныу уятырға,

  • Изге Яҙма тураһында күберәк белем алырға дәртләндерергә,

  • өйрәнеүҙәр үткәрергә,

  • ҡыҙыҡһынған кешеләрҙе сайтыбыҙға инергә йә Батшалыҡ залына килергә дәртләндерергә ярҙам итә.

Әлбиттә, был ҡоралдарға эйә булыу ғына әҙ, уларҙы ҡулланырға кәрәк *. Мәҫәлән, ҡыҙыҡһынған кеше менән һөйләшкәндән һуң, уға буклет йә журнал ҡалдырһағыҙ, киләһе осрашҡанға тиклем ул шул баҫманы уҡый алыр. Ай һайын вәғәз эшендә мөмкин тиклем күберәк ҡатнашыу — һәр мәсихсенең шәхси яуаплылығы.

11. Изге Яҙманы өйрәнеү өсөн онлайн-курстың маҡсаты ниндәй?

11 Йәһүәнең кешеләргә хәҡиҡәт менән танышырға ярҙам иткәненә тағы бер миҫал — jw.org® сайтында Изге Яҙманы өйрәнеү өсөн онлайн-курс үтеү мөмкинлеге. Был онлайн-курстың маҡсаты ниндәй? Ай һайын бөтә донъя буйынса меңәрләгән кеше интернетта Изге Яҙманы өйрәнеү буйынса курстар эҙләй. Сайтыбыҙҙағы онлайн-курс шундай кешеләргә Алла Һүҙендәге хәҡиҡәт менән танышырға ярҙам итә ала. Ҡайһы берәүҙәр Изге Яҙманы башҡа кеше менән өйрәнергә теләмәй. Ундай кешеләргә сайтыбыҙҙағы онлайн-курсты күрһәтергә йә уларға был курсҡа һылтанма ебәрергә була *.

12. Изге Яҙманы онлайн-курс ярҙамында өйрәнгән кеше ниндәй белемдәр алыр?

12 Изге Яҙманы өйрәнеү өсөн онлайн-курста бындай темалар ҡарала: «Изге Яҙма һәм уның Авторы», «Изге Яҙмала иҫкә алынған шәхестәр» һәм «Изге Яҙмалағы өмөт хәбәре». Ошо темаларҙы өйрәнгәндә, кеше бындай һорауҙарға яуап алыр:

  • Изге Яҙма кешегә нисек ярҙам итә ала?

  • Йәһүә, Ғайса Мәсих һәм фәрештәләр кем улар?

  • Ни өсөн Алла кешеләрҙе барлыҡҡа килтергән?

  • Ни өсөн донъя ғазаптар һәм яуызлыҡ менән тулы?

Онлайн-курста шулай уҡ Йәһүәнең:

  • ғазаптарҙы һәм үлемде бөтөрәсәге,

  • үлгән кешеләрҙе терелтәсәге,

  • кеше хөкүмәттәрен Алла Батшалығы менән алмаштырасағы хаҡында әйтелә.

13. Онлайн-курс Изге Яҙманы уҡытыусы менән өйрәнеүҙе алмаштырамы? Аңлатығыҙ.

13 Был онлайн-курс Изге Яҙманы уҡытыусы менән өйрәнеүҙе алмаштырмай. Ғайса шәкерттәр әҙерләү эшен беҙгә тапшырған. Беҙ онлайн-курсты үткән кешеләр, алған белемдәрен ҡәҙерләр һәм күберәк белергә теләр, тип өмөтләнәбеҙ. Шул саҡта улар, бәлки, Изге Яҙманы беҙҙең менән өйрәнергә ризалашыр. Һәр дәрестең аҙағында кешегә Изге Яҙманы уҡытыусы менән өйрәнергә тәҡдим ителә. Көн һайын бөтә донъя буйынса яҡынса 230 кеше сайтыбыҙҙағы был тәҡдимде ҡабул итә. Изге Яҙманы уҡытыусы менән өйрәнеү үтә мөһим!

АРТАБАН ДА ШӘКЕРТТӘР ӘҘЕРЛӘГЕҘ

14. Матфей 28:19, 20 буйынса, беҙгә нимә эшләргә кәрәк һәм ни өсөн?

14 Матфей 28:19, 20-не уҡығыҙ. Кешеләр менән өйрәнеүҙәр үткәргәндә, беҙ уларҙы Ғайса ҡушҡандарҙың барыһын да үтәргә өйрәтергә һәм уларҙы шәкерттәр итергә тейеш. Кешеләргә Йәһүә һәм уның Батшалығы яғына баҫыу ни тиклем мөһим икәнен аңлатырға кәрәк. Бының өсөн беҙ уларҙы белгәндәрен тормошта ҡулланырға, үҙ ғүмерен Йәһүәгә бағышларға һәм һыуға сумдырылырға дәртләндерергә тейеш. Шулай эшләп кенә, улар Йәһүә көнөндә иҫән ҡала алыр (1 Пет. 3:21).

15. Нимәгә беҙҙең ваҡытыбыҙ юҡ һәм ни өсөн?

15 Юғарыла әйтелгәнсә, был донъя төҙөлөшөнөң ахырына тиклем бик әҙ ваҡыт ҡалды. Шуға күрә беҙҙең мәсихсе булырға йыйынмаған кешеләр менән өйрәнеүҙәр үткәрергә ваҡытыбыҙ юҡ (1 Кор. 9:26). Вәғәз эше бик ашығыс! Әле күп кешеләргә, һуң булмаҫ борон, Батшалыҡ тураһындағы хәбәрҙе ишетергә кәрәк.

БӨТӘ ЯЛҒАН ДИНДӘРҘӘН СИТТӘ ТОРОҒОҘ

16. Асылыш 18:2, 4, 5, 8 буйынса, беҙ барыбыҙ ҙа нимә эшләргә тейеш? (Төшөрмәне лә ҡарағыҙ.)

16 Асылыш 18:2, 4, 5, 8-ҙе уҡығыҙ. Был аяттарҙа Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәренән тағы нимә көткәне хаҡында әйтелә. Ысын мәсихселәр Бөйөк Вавилон менән бер нисек тә бәйле булырға тейеш түгел. Хәҡиҡәт менән танышҡанға тиклем, өйрәнеүсе, бәлки, берәй ялған диндең ағзаһы булғандыр, шул диндең эшмәкәрлегендә ҡатнашҡандыр һәм уның дини хеҙмәттәренә йөрөгәндер. Ә, бәлки, ул иғәнә һалып шул дингә матди булышлыҡ күрһәткәндер. Һыуға сумдырылмаған вәғәзсе булып китер алдынан, уға ялған дин менән бөтә бәйләнештәрҙе өҙөргә кәрәк. Мәҫәлән, ул, хат яҙып йә башҡа сара күреп, Бөйөк Вавилон менән бәйле ойошманың йә сиркәүҙең ағзаһы булмағанын белдерергә тейеш *.

17. Мәсихселәр ниндәй эшкә ризалашмай һәм ни өсөн?

17 Ысын мәсихсе донъяуи эше Бөйөк Вавилон менән бер нисек тә бәйле булмағанына инанырға тейеш (2 Кор. 6:14—17). Мәҫәлән, мәсихсе сиркәүҙә йә мәсеттә эшләмәҫ. Шулай уҡ ялланып эшләгән мәсихсе ялған дин ҡулланған биналарҙа ҙур эштәр башҡармаҫ. Ә әгәр мәсихсе үҙе эшҡыуар булһа, ул, әлбиттә, Бөйөк Вавилон менән бәйле бер ниндәй ойошманан да заказ алмаҫ. Ни өсөн беҙ был һорауға шул тиклем етди ҡарайбыҙ? Сөнки Алла ҡарашында саф булмаған дини ойошмаларҙың гонаһтарында һәм эштәрендә ҡатнашырға теләмәйбеҙ (Ишағ. 52:11) *.

18. Бер ағай-ҡәрҙәш нисек Изге Яҙмалағы принциптар буйынса эш иткән?

18 Бер нисә йыл элек эшҡыуар булған бер өлкәндән үҙ ҡалаһындағы сиркәүҙә ағас эштәре башҡарыуын һорағандар. Заказ биреүсе кеше ҡәрҙәшебеҙҙең бер ваҡытта ла сиркәүҙә эштәр башҡарырға ризалашмағанын белгән. Әммә был осраҡта заказ биреүсегә, ошо эште башҡарыр өсөн, ашығыс рәүештә кемделер табырға кәрәк булған. Шуға ҡарамаҫтан, ҡәрҙәшебеҙ, Изге Яҙмалағы принциптар буйынса эш итеп, был эштән баш тартҡан. Киләһе аҙнала урындағы гәзиттә башҡа бер балта оҫтаһының сиркәүгә тәре беркетеп төшкән фотографияһы баҫылып сыҡҡан. Ҡәрҙәшебеҙ был эшкә ризалашҡан булһа, был фотола ул булыр ине. Уйлап ҡына ҡарағыҙ, йыйылыштың исеменә ниндәй тап төшөр ине! Ә Йәһүә нимә хис итер ине?

БЕҘ НИМӘ БЕЛДЕК?

19, 20. а) Беҙ нимә белдек? б) Беҙгә тағы нимә белергә кәрәк?

19 Изге Яҙма буйынса, оҙаҡламай үтәлергә тейеш киләһе пәйғәмбәрлек — сәйәси етәкселәрҙең «барыһы ла тыныс һәм имен» тип иғлан итеүе. Йәһүә беҙҙе өйрәткәнгә, беҙ халыҡтарҙың ысын һәм оҙайлы тыныслыҡҡа ирешә алмаясағын беләбеҙ. Был иғлан яңғырағансы һәм донъяға ҡапыл һәләкәт килгәнсе, беҙ нимә эшләргә тейеш? Йәһүә беҙҙән, вәғәз эше менән мәшғүл булырҙар һәм күберәк шәкерттәр әҙерләргә тырышырҙар, тип көтә. Шул уҡ ваҡытта беҙгә бөтә ялған диндәрҙән ситтә торорға кәрәк. Бының өсөн беҙ Бөйөк Вавилон менән бөтә бәйләнештәрҙе өҙөргә һәм уның эштәрендә ҡатнашмаҫҡа тейеш.

20 «Һуңғы көндәрҙең» аҙағында башҡа ваҡиғалар ҙа буласаҡ. Һәм Йәһүә беҙҙән башҡа аҙымдар ҙа көтәсәк. Ниндәй аҙымдар тураһында һүҙ бара? Киләсәктәге ваҡиғаларға нисек әҙерләнеп була? Был һорауҙар киләһе мәҡәләлә ҡаралыр.

73-СӨ ЙЫР Беҙгә ҡыйыулыҡ бир

^ 5 абз. Оҙаҡламай сәйәси етәкселәр, тыныслыҡ менән именлеккә өлгәштек, тип иғлан итәсәк. Был ҙур афәттең башланыуына билдә буласаҡ. Ул ваҡыт килеп еткәнсе, беҙгә нимә эшләргә кәрәк? Йәһүә беҙҙән нимә көтә? Был һорауҙарға яуапты беҙ ошо мәҡәләнән табырбыҙ.

^ 3 абз. Мәҫәлән, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының сайтында әйтелгәнсә, уның маҡсаты — «халыҡ-ара тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлекте һаҡлау».

^ 10 абз. «Өйрәтеү ҡоралдары»н нисек ҡулланып булғаны хаҡында күберәк белер өсөн, 2018 йылдың октябрь айында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»нда «Хәҡиҡәткә өйрәтегеҙ» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

^ 11 абз. Әлегә был курс инглиз һәм португал телдәрендә генә бар, әммә һуңыраҡ ул башҡа телдәрҙә лә сығарыласаҡ.

^ 16 абз. Беҙ шулай уҡ ялған дин менән бәйле мәктәптәргә, балалар лагерҙарына һәм башҡа шундай ял итеү урындарына бармайбыҙ. Йыш ҡына ундай ойошмаларҙың эшмәкәрлеге туранан-тура дин менән бәйле түгел, шулай ҙа уларҙың килеп сығышы һәм маҡсаттары — дини.

^ 17 абз. Изге Яҙмала дини ойошмалар менән бәйле донъяуи эш тураһында нимә әйтелгәне хаҡында күберәк белергә теләһәгеҙ, 1999 йыл 15 апрель һанында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»нда (урыҫ) «Уҡыусыларҙың һорауҙары» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

^ 83 абз. РӘСЕМДӘ: кафела яңылыҡтар ҡарап ултырған кешеләр тыныслыҡ һәм именлек тураһындағы белдереүҙе ҡыҙыҡһынып тыңлай. Уларҙан айырмалы булараҡ, вәғәздән һуң ҡапҡылап алырға ингән мәсихсе пар был ялған хәбәргә алданмай.