Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ 48

Башлаған эшегеҙҙе тамамлағыҙ

Башлаған эшегеҙҙе тамамлағыҙ

«Эште... атҡарып сығығыҙ» (2 КОР. 8:11).

35-СЕ ЙЫР Мөһимерәк нәмәләрҙе айыра белегеҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Йәһүә беҙгә ниндәй мөмкинлек бирә?

ЙӘҺҮӘ беҙгә тормош юлын һайларға мөмкинлек бирә. Ул беҙҙе дөрөҫ һайлау яһарға өйрәтә һәм, ҡарарҙарыбыҙ уны шатландырған саҡта, беҙгә улар буйынса эш итергә ярҙам итә (Зәб. 119:173). Шуға күрә, Алла Һүҙендәге кәңәштәрҙе ҡулланғанда, беҙ аҡыллыраҡ ҡарарҙар ҡабул итәбеҙ (Евр. 5:14).

2. Беҙ ҡарар ҡабул иткәс, ниндәй ауырлыҡ тыуырға мөмкин?

2 Аҡыллы ҡарар ҡабул итһәк тә, беҙгә башлаған эшебеҙҙе тамамлауы ауыр булырға мөмкин. Бер нисә миҫал ҡарап сығайыҡ. Йәш ағай-ҡәрҙәш Изге Яҙманы тулыһынса уҡып сығырға теләй. Бер нисә аҙна ул Изге Яҙманы көн дә уҡый, әммә шунан һуң ашҡыныуын юғалта. Апай-ҡәрҙәш даими пионер булырға ҡарар итә, ләкин ғариза тултырырға ашыҡмай. Өлкәндәр кәңәшмәһе, ҡәрҙәштәрҙе рухландырыр өсөн, уларға йышыраҡ килеп китергә хәл итә, әммә, күп айҙар үткәс тә, бер нәмә лә үҙгәрмәй. Был осраҡтар төрлө булһа ла, уларҙың бер оҡшаш яғы бар: ҡәрҙәштәр башлаған эштәрен тамамламаған. Беренсе быуатта Коринфтағы мәсихселәр шундай уҡ ауырлыҡ менән осрашҡан. Әйҙәгеҙ, уларҙан нимәгә өйрәнеп булғанын ҡарап сығайыҡ.

3. Коринфтағы мәсихселәр нимә эшләргә ҡарар иткән, әммә ниндәй ауырлыҡ тыуған?

3 Б. э яҡынса 55 йылында Коринфтағы мәсихселәр бер мөһим ҡарар ҡабул иткән. Улар Иерусалимда һәм Йәһүҙиәлә йәшәгән ҡәрҙәштәрҙең ярлылыҡтан интеккәне, шулай уҡ башҡа йыйылыштарҙың уларға ярҙам итер өсөн аҡса йыя башлағаны хаҡында ишетеп ҡалған. Игелек һәм йомартлыҡ сағылдырырға теләп, Коринфтағы мәсихселәр мохтажлыҡ кисергән ҡәрҙәштәренә ярҙам итергә теләгән һәм илсе Павелдан быны нисек эшләп булғаны тураһында һораған. Павел уларға күрһәтмәләр ебәргән һәм Титҡа уларға иғәнәләр йыйыуҙа ярҙам итергә ҡушҡан (1 Кор. 16:1; 2 Кор. 8:6). Бер нисә ай үткәс, Павел Коринфтағы мәсихселәрҙең һаман да аҡса йыймағаны тураһында белеп ҡалған. Артабан да был эш менән һуҙған булһалар, улар үҙ иғәнәләрен Иерусалимға кәрәкле ваҡытта ебәреп өлгөрмәҫ ине (2 Кор. 9:4, 5).

4. 2 Коринфтарға 8:7, 10, 11 буйынса, Павел Коринфтағы имандаштарын нимәгә дәртләндергән?

4 Коринфтағы мәсихселәр яҡшы ҡарар ҡабул иткән, һәм Павел уларҙы көслө имандары һәм йомартлыҡ сағылдырырға теләгәндәре өсөн маҡтаған. Әммә ул шулай уҡ уларҙы башлаған эштәрен тамамларға дәртләндергән. (2 Коринфтарға 8:7, 10, 11-ҙе уҡығыҙ.) Был осраҡ беҙҙе шуға өйрәтә: хатта тоғро мәсихселәргә лә үҙ ҡарарҙары буйынса эш итеүе ауыр булырға мөмкин.

5. Беҙ ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ?

5 Коринфтар осрағындағы кеүек, беҙгә лә ҡарарҙарыбыҙ буйынса эш итеүе еңел булмаҫҡа мөмкин. Ни өсөн? Камилһыҙ булғанға, беҙ йыш ҡына эштәребеҙҙе аҙаҡҡа ҡалдырабыҙ. Бынан тыш, көтөлмәгән хәлдәр планлаштырған эштәребеҙгә ҡамасауларға мөмкин (Вәғ. 9:11; Рим. 7:18). Әйҙәгеҙ, бындай һорауҙарға яуап алайыҡ: ҡарар ҡабул итер алдынан йә берәй ҡарарыбыҙҙы яңынан ҡарап сығыр алдынан, нимәне иҫәпкә алырға кәрәк? Башлаған эшебеҙҙе тамамларға беҙгә нимә ярҙам итер?

АҠЫЛЛЫ ҠАРАРҘАР ҠАБУЛ ИТЕРГӘ НИМӘ ЯРҘАМ ИТЕР?

6. Ни өсөн ҡарарҙарыбыҙҙы яңынан ҡарап сығырға кәрәк булырға мөмкин?

6 Ҡайһы бер мөһим ҡарарҙарыбыҙҙы беҙ бер ваҡытта ла үҙгәртмәҫбеҙ. Мәҫәлән, Йәһүәгә биргән бағышланыу антыбыҙҙы кире алмаҫбыҙ һәм никах антыбыҙҙы боҙмаҫбыҙ (Матф. 16:24; 19:6). Башҡа ҡарарҙарҙы иһә яңынан ҡарап сығырға кәрәк булыуы ихтимал. Ни өсөн? Сөнки тормош шарттары үҙгәрә. Ниндәй кәңәштәр беҙгә иң яҡшы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итер?

7. Беҙ нимә тураһында доға ҡылырға тейеш һәм ни өсөн?

7 Зирәклек һорап доға ҡылығыҙ. Йәһүә Яҡубты былай тип яҙырға дәртләндергән: «Әгәр ҙә ҡайһығыҙғалыр зирәклек етешмәһә, ул уны Алланан һораһын... сөнки Алла бөтөнөһөнә лә йомартлыҡ менән, шелтәләмәйенсә өләшә» (Яҡ. 1:5). Ниндәйҙер мәғәнәлә беҙҙең барыбыҙға ла зирәклек етмәй. Шуға күрә ҡарар ҡабул иткәндә лә, берәй ҡарарыбыҙҙы яңынан ҡарап сыҡҡанда ла Йәһүәгә таяныу мөһим. Шул саҡта Йәһүә беҙгә аҡыллы һайлау яһарға ярҙам итер.

8. Ҡарар ҡабул итер алдынан, ниндәй тикшереү үткәрергә кәрәк?

8 Төплө тикшереү үткәрегеҙ. Алла Һүҙен өйрәнегеҙ, Йәһүә ойошмаһы сығарған баҫмаларҙы уҡығыҙ һәм үҙегеҙҙә ышаныс уятҡан кешеләр менән кәңәшләшегеҙ (Ғиб. һүҙ. 20:18). Эш урынын алмаштырыу, ҡайҙалыр күсенеү, киләсәктә хеҙмәттә үҙебеҙҙе тәьмин итер өсөн уҡыу йортон һайлау кеүек етди ҡарарҙар ҡабул иткәндә, шундай тикшереү үткәреү айырыуса мөһим.

9. Үҙ-үҙең менән намыҫлы булыу ниндәй файҙа килтерә?

9 Этәргес ниәттәрегеҙҙе тикшерегеҙ. Йәһүә өсөн этәргес ниәттәребеҙ бик мөһим (Ғиб. һүҙ. 16:2). Ул беҙҙең һәр эштә лә намыҫлы булыуыбыҙҙы теләй. Шунлыҡтан, этәргес ниәттәребеҙ тураһында әйткәндә, ҡарарҙар ҡабул иткән саҡта беҙ үҙ-үҙебеҙ менән дә, башҡалар менән дә намыҫлы булырға теләйбеҙ. Тулыһынса намыҫлы булмаһаҡ, беҙгә, моғайын, ҡарарыбыҙ буйынса эш итеүе ауыр булыр. Мәҫәлән, йәш ағай-ҡәрҙәш даими пионер булырға ҡарар итә. Әммә, күпмелер ваҡыт үткәс, уға сәғәттәр нормаһын үтәүе ауыр була башлай, һәм ул инде хеҙмәттән күп шатлыҡ алмай. Бәлки, ул, пионер хеҙмәтен башлап Йәһүәне ҡыуандырырға теләйем, тип уйлағандыр. Әммә ысынында уның төп этәргес ниәте ата-әсәһен йә башҡа берәй кешене шатландырыу булыуы ихтимал.

10. Кәрәкле үҙгәрештәр яһарға нимә ярҙам итә?

10 Тағы бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Әйтәйек, Изге Яҙманы өйрәнеүсе тәмәке тартыуын ташларға булған, ти. Ауыр булһа ла, бер-ике аҙна ул тәмәке тартмай, әммә һуңыраҡ ҡотҡоға бирелә. Әммә был өйрәнеүсе Йәһүәне ярата һәм уны ҡыуандырырға теләй, шуға күрә ахыр сиктә насар ғәҙәтен еңә! (Кол. 1:10; 3:23).

11. Ни өсөн маҡсаттар конкрет булырға тейеш?

11 Конкрет маҡсаттар ҡуйығыҙ. Маҡсатығыҙ конкрет булһа, уға ирешеүе еңелерәк булыр. Мәҫәлән, һеҙ Изге Яҙманы тағы ла йышыраҡ уҡырға ҡарар иттегеҙ, ти. Әммә уҡыу графигығыҙ булмаһа, һеҙ маҡсатығыҙға ирешә алмаҫҡа мөмкин *. Йә, әйтәйек, өлкәндәр кәңәшмәһе, имандаштарын рухландырыр өсөн, уларға йышыраҡ килеп китергә хәл итә. Әммә бер ни тиклем ваҡыт үтеү менән барыһы ла шул килеш ҡала. Был маҡсатҡа ирешер өсөн, өлкәндәр үҙҙәренә бындай һорауҙар бирә ала: «Ҡәрҙәштәрҙең ҡайһыһы рухландырыуға айырыуса мохтаж булғанын билдәләнекме? Беҙ уларға ҡасан барасағыбыҙҙы хәл иттекме?»

12. Нимә эшләргә кәрәк булырға мөмкин һәм ни өсөн?

12 Үҙегеҙҙән сиктән тыш күпте көтмәгеҙ. Берәүҙең дә теләгән бөтә эштәрен башҡарыр өсөн етерлек ваҡыты, көсө һәм мөмкинлектәре юҡ. Шунлыҡтан айыҡ ҡарашлы булығыҙ. Ҡарарығыҙ буйынса эш итә алмаһағыҙ, уны яңынан ҡарап сығығыҙ (Вәғ. 3:6). Ҡарарығыҙҙы яңынан ҡарап сыҡҡас һәм кәрәкле үҙгәрештәр индергәс, уның буйынса эш итергә нимә ярҙам итер? Әйҙәгеҙ, биш аҙымға иғтибар итәйек.

БАШЛАҒАН ЭШЕБЕҘҘЕ ТАМАМЛАРҒА НИМӘ ЯРҘАМ ИТЕР?

13. Ҡарарыбыҙ буйынса эш итер өсөн ҡайҙан көс алырға?

13 Эш итергә көс һорап доға ҡылығыҙ. Ҡарарығыҙҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итер өсөн, Алла һеҙгә «көс бирә» ала (Флп. 2:13, ЯДТ). Шуға күрә, кәрәкле көс алыр өсөн, Йәһүәнән изге рух һорағыҙ. Доғағыҙға яуапты оҙаҡ көтәһегеҙ кеүек тойолһа ла, доға ҡылыуҙан туҡтамағыҙ. Ғайса: «Һорағыҙ — һәм һеҙгә [изге рух] бирерҙәр», — тип әйткән (Лука 11:9, 13).

14. Лука 14:28-ҙә яҙылған принцип һеҙгә нисек ярҙам итә ала?

14 План төҙөгөҙ. (Лука 14:28-ҙе уҡығыҙ.) Башлаған эште тамамлар өсөн, тәүҙә план төҙөргә, ә шунан уның буйынса эш итергә кәрәк. Ҡарарҙар тураһында шуны уҡ әйтеп була. Берәй ҡарар ҡабул иткәс, уны тормошҡа ашырыр өсөн ниндәй аҙымдар яһарға кәрәклеген билдәләгеҙ. Ҙур эште бәләкәйерәк өлөштәргә бүлегеҙ. Шул саҡта уңыштарығыҙҙы күҙәтеп барыуы еңелерәк булыр. Павел Коринфтағы мәсихселәргә иғәнә өсөн аҡсаларҙы ул килгән ваҡытта йыйырға түгел, ә һәр «аҙнаның беренсе көнөндә» айырып һалып барырға кәңәш иткән (1 Кор. 16:2). Ҙур эште өлөштәргә бүлһәгеҙ, был эш башҡара алмаҫлыҡ булып күренмәҫ.

15. План төҙөгәндән һуң, нимә эшләргә кәрәк?

15 Планығыҙҙы яҙып ҡуйһағыҙ, уның буйынса эш итеүе еңелерәк булыр (1 Кор. 14:40). Мәҫәлән, өлкәндәр кәңәшмәләренә бындай күрһәтмә бирелә: өлкәндәрҙең береһе ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы ғына түгел, ә шулай уҡ уларҙы кем һәм ҡасанға тиклем үтәргә тейешлеген дә яҙып барһын. Был күрһәтмә буйынса эш иткән өлкәндәр кәңәшмәләре ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуҙа, моғайын, күпкә уңышлыраҡ булыр (1 Кор. 9:26). Шәхси ҡарарҙар ҡабул иткәндә лә, ошо принципты ҡулланып була. Мәҫәлән, көн һайын көндәлек эштәр исемлеген төҙөгөҙ һәм был исемлектәге эштәрҙе мөһимлеге буйынса теҙеп яҙығыҙ. Был һеҙгә башлаған эштәрегеҙҙе тамамлауҙан тыш, шулай уҡ әҙерәк ваҡыт эсендә күберәк эштәр эшләп өлгөрөргә ярҙам итер.

16. Ҡарарыбыҙҙы тормошҡа ашырыр өсөн, нимә талап ителә, һәм Римдарға 12:11-ҙәге һүҙҙәр нисек был фекерҙе раҫлай?

16 Тырышлыҡтар һалығыҙ. План буйынса эш итеү һәм башлаған эштәрҙе тамамлау тырышлыҡтар талап итә. (Римдарға 12:11-ҙе уҡығыҙ.) Тимофей яҡшыраҡ уҡытыусы булып китһен өсөн, Павел уны башлаған эшен дауам итергә һәм бирешмәҫкә өндәгән. Павелдың кәңәшен башҡа рухи эштәрҙә лә ҡулланып була (1 Тим. 4:13, 16).

17. Ефестарға 5:15, 16-лағы кәңәш ҡарарҙарыбыҙҙы тормошҡа ашырырға нисек ярҙам итә ала?

17 Ваҡытты аҡыллы ҡулланығыҙ. (Ефестарға 5:15, 16-ны уҡығыҙ.) Эште ҡасан тамамлаясағығыҙҙы билдәләп ҡуйығыҙ һәм билдәләнгән ваҡытты үҙгәртмәгеҙ. Уңайлы шарттар көтмәгеҙ, ундай шарттар тыумаҫҡа ла мөмкин (Вәғ. 11:4). Әһәмиәтһеҙ эштәр мөһим эштәргә тәғәйенләгән ваҡытығыҙҙы һәм көсөгөҙҙө урламаһын (Флп. 1:10). Мөмкин булһа, тынысыраҡ ваҡытты һайлағыҙ. Башҡаларҙан һеҙгә шул ваҡытта ҡамасауламауҙарын һәм эшегеҙҙе бүлдермәүҙәрен һорағыҙ. Бәлки, һеҙ шулай уҡ телефонығыҙҙы һүндереп ҡуйырға һәм электрон почта менән мессенджерҙарҙы әлегә ҡарамай торорға булырһығыҙ *.

18, 19. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ҡарарыбыҙҙы тормошҡа ашырырға беҙгә нимә ярҙам итер?

18 Ҡарарығыҙҙың емештәре тураһында уйланығыҙ. Ҡарарыбыҙҙың емештәрен сәйәхәттең һуңғы туҡталышы менән сағыштырып була. Һуңғы туҡталышҡа тиклем барып етергә теләһәк, беҙ, юлда осраған кәртәләргә ҡарамайынса, хатта башҡа юл һайлап булһа ла сәйәхәтте дауам итәбеҙ. Шуның шикелле, ҡарарыбыҙҙың емештәре тураһында уйланһаҡ, беҙгә, тыуып торған ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, уның буйынса эш итеүе еңелерәк булыр (Гал. 6:9).

19 Аҡыллы ҡарар ҡабул итеүе һәм уны тормошҡа ашырыуы еңел түгел. Әммә Йәһүә биргән көс һәм зирәклек ярҙамында беҙ башлаған эшебеҙҙе тамамлай алырбыҙ.

56-СЫ ЙЫР Хәҡиҡәтте тормош юлың ит

^ 5 абз. Һеҙҙең ҡабул иткән ҡарарҙарығыҙға үкенгәнегеҙ булдымы? Ә, бәлки, һеҙгә аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итеүе һәм уларҙы тормошҡа ашырыуы ауырҙыр? Был мәҡәлә һеҙгә ошо ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға һәм башлаған эшегеҙҙе тамамларға өйрәнергә ярҙам итер.

^ 17 абз. Ваҡытты аҡыллы ҡулланырға ярҙам иткән бүтән кәңәштәрҙе 2010 йылдың апрель айында сыҡҡан «Уянығыҙ!» журналында (урыҫ) «Ваҡыт бушатыр өсөн 20 ысул» тигән мәҡәләлә табып була.