Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ 47

Левит китабы беҙҙе нимәгә өйрәтә?

Левит китабы беҙҙе нимәгә өйрәтә?

«Бөтә Яҙма Алла тарафынан рухландырылған һәм... файҙалы» (2 ТИМ. 3:16).

94-СЕ ЙЫР Алла Һүҙе өсөн рәхмәтлебеҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. Ни өсөн бөгөн мәсихселәр Левит китабын ентекләп тикшерергә тейеш?

Илсе Павел үҙенең йәш дуҫы Тимофейға Изге Яҙманың «тотош Алла тарафынан» рухландырылғанын һәм файҙалы булғанын иҫенә төшөргән (2 Тим. 3:16). Изге Яҙмаға шулай уҡ Левит китабы ла керә. Һеҙ Левит китабы тураһында нимә уйлайһығыҙ? Ҡайһы берәүҙәр, был китапта яҙылған ҡанундарҙы бөгөнгө тормошта бер нисек тә ҡулланып булмай, тип уйлай. Әммә ысын мәсихселәр башҡа ҡарашта тора.

2 Левит китабы яҡынса 3 500 йыл элек яҙылған булған, шулай ҙа Йәһүә уны беҙгә «нәсихәт итеп» һаҡлап ҡалдырған (Рим. 15:4). Изге Яҙманың был китабы Йәһүәнең фекер йөрөтөү рәүешен яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә, шуға күрә беҙ уны ентекләп тикшерергә тейеш. Левит китабынан күп яҡшы һабаҡтар алып була. Әйҙәгеҙ, уларҙың дүртеһен ҡарап сығайыҡ.

ЙӘҺҮӘНЕҢ ХУПЛАУЫН НИСЕК АЛЫРҒА?

3. Ни өсөн Йолоу көнөндә ҡорбандар килтерелгән булған?

3 Беренсе һабаҡ. Йәһүә ҡорбандарыбыҙҙы ҡабул итһен өсөн, тәүҙә уның хуплауын алырға кәрәк. Һәр йыл Йолоу көнөндә израилдәр бергә йыйылған, һәм баш рухани хайуандарҙы ҡорбан итеп килтергән. Был ҡорбандар израилдәргә гонаһтан таҙарынырға кәрәклеген иҫкә төшөргән. Әммә баш рухани, ҡорбан ҡаны менән Иң изге урынға инер алдынан, тәүҙә башҡа бер мөһим эште башҡарырға тейеш булған. Был эш гонаһтарҙың кисерелеүенән күпкә мөһимерәк булған.

(4-се абзацты ҡарағыҙ.) *

4. Левиттар 16:12, 13 буйынса, Йолоу көнөндә Иң изге урынға беренсе тапҡыр ингәндә, баш рухани нимә эшләгән? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)

4 Левиттар 16:12, 13-тө * уҡығыҙ. Йолоу көнөнөң нисек үткәнен күҙ алдына килтерәйек. Баш рухани изге сатырға инә. Был көндө ул Иң изге урынға өс тапҡыр инергә тейеш. Беренсе ингәндә, ул бер ҡулына — фимиам һалынған һауыт, ә икенсе ҡулына утлы күмер тулы алтын һауыт тотоп керә. Ул Иң изге урынға ингән ерҙә эленгән шаршау алдында туҡтап ҡала. Шунан тәрән хөрмәт менән Иң изге урынға инә лә килешеү һандығы ҡаршыһына барып баҫа. Символик мәғәнәлә ул Йәһүә Алла алдында баҫып тора! Рухани ипләп кенә изге ҡатышманы утлы күмергә һала, һәм бүлмә хуш еҫ менән тула *. Һуңыраҡ ул ҡорбан ҡаны менән Иң изге урынға тағы инә. Иғтибар итегеҙ: рухани тәүҙә фимиам яндыра, ә шунан һуң ғына ҡорбан ҡанын индерә.

5. Йолоу көнөндә фимиамдың нисек итеп ҡулланылғанынан нимәгә өйрәнеп була?

5 Йолоу көнөндә фимиамдың нисек итеп ҡулланылғанынан нимәгә өйрәнеп була? Изге Яҙмала Йәһүәгә хеҙмәт иткән тоғро кешеләрҙең доғалары хуш еҫле ҡатышма менән сағыштырыла (Зәб. 141:2; Асыл. 5:8). Юғарыла әйтелгәнсә, баш рухани, фимиамды Йәһүә алдына индергәндә, быны тәрән хөрмәт менән эшләгән. Шуның шикелле, беҙ, Йәһүәгә доға ҡылғанда, шундай уҡ ихтирамлы рух сағылдырабыҙ. Беҙ Ғаләмдең Барлыҡҡа килтереүсеһенә мөрәжәғәт итеү һәм уның менән яҡшы мөнәсәбәттәр үҫтереү мөмкинлеге өсөн бик рәхмәтлебеҙ (Яҡ. 4:8). Ул беҙҙе үҙенең дуҫтары тип һанай! (Зәб. 25:14). Беҙ был хөрмәтте бик ныҡ ҡәҙерләйбеҙ һәм күктәге Атабыҙҙы күңелһеҙләндерергә һис тә теләмәйбеҙ.

6. Баш руханиҙың тәүҙә фимиам яндырғанынан Ғайса Мәсих тураһында нимә белеп була?

6 Хәтерегеҙҙәлер, баш рухани тәүҙә фимиам яндырырға тейеш булған, шунан һуң ғына ул ҡорбандар килтерә алған. Шулай эшләп, ул Йәһүәнең гонаһ өсөн килтереләсәк ҡорбандарҙы ҡабул итеренә инанған. Беҙ бынан Ғайса Мәсих тураһында нимә белә алабыҙ? Ерҙә булғанда, Ғайса Мәсих, үҙ ғүмерен ҡорбанға килтерер алдынан, тәүҙә кешелектең ҡотолоуына ҡарағанда күпкә мөһимерәк бер нәмә эшләргә тейеш булған. Нимә тураһында һүҙ бара? Йәһүә Ғайсаның ҡорбанын ҡабул итһен өсөн, Ғайса саф тормош алып барырға һәм үлеменә тиклем тоғро булып ҡалырға тейеш булған. Шулай эшләп, Ғайса Йәһүәнең ихтыярын үтәү берҙән-бер дөрөҫ юл икәнен күрһәтер ине. Бының менән ул шулай уҡ Атаһының хакимлығын аҡлар ине, йәғни уның идара итеү ысулы иң ғәҙел икәнен иҫбатлар ине.

7. Ни өсөн Ғайсаның ерҙәге тормошо Йәһүәне һөйөндөргән?

7 Ерҙә йәшәгәндә, Ғайса ғүмере буйы Йәһүәгә камил рәүештә буйһонған. Төрлө һынауҙар һәм ҡотҡолар менән осрашһа ла, хатта ғазаплы үлем кисерәсәген белһә лә, Ғайса тәүәккәллек менән Атаһының хакимлығын аҡлаған (Флп. 2:8). Һынауҙар ваҡытында ул «илап һәм ҡысҡырып» доға ҡылған (Евр. 5:7). Ҡайнар доғалары уның Йәһүәгә ҡарата ҡаҡшамаҫ тоғролоғон күрһәткән, шундай доғалар уға Атаһына тыңлаусан булып ҡалырға ярҙам иткән. Йәһүә өсөн Ғайсаның доғалары хуш еҫле фимиам кеүек булған. Ғайсаның ерҙәге тормошо Атаһына ҙур шатлыҡ килтергән һәм уның хакимлығын яҡлаған.

8. Беҙ нисек Ғайсанан үрнәк ала алабыҙ?

8 Беҙ нисек Ғайсанан үрнәк ала алабыҙ? Йәһүәгә тыңлаусан һәм тоғро булыр өсөн бар көсөбөҙҙө һалырға кәрәк. Һынауҙар менән осрашҡанда, беҙ ярҙам һорап уға ҡайнар доға ҡылабыҙ, сөнки уны ҡыуандырырға теләйбеҙ. Шулай эшләп, беҙ уның хакимлығы яғында тороуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Беҙ шуны аңлайбыҙ: Йәһүә хөкөм иткән эштәр ҡылһаҡ, ул беҙҙең доғаларҙы ҡабул итмәйәсәк. Ә уның нормалары буйынса йәшәһәк, эскерһеҙ доғаларыбыҙ уның өсөн хуш еҫле фимиам кеүек буласаҡ. Беҙ һис тә шикләнмәйбеҙ: беҙҙең сафлыҡ, тыңлаусанлыҡ һәм тоғролоҡ күктәге Атабыҙға ҙур шатлыҡ килтерә (Ғиб. һүҙ. 27:11).

ЯРАТЫУ ҺӘМ РӘХМӘТ ТОЙҒОҺО БЕҘҘЕ ХЕҘМӘТ ИТЕРГӘ ДӘРТЛӘНДЕРӘ

(9-сы абзацты ҡарағыҙ.) *

9. Ни өсөн израилдәр татыулыҡ ҡорбандары килтергән?

9 Икенсе һабаҡ. Беҙ Йәһүәгә рәхмәтле булғанға хеҙмәт итәбеҙ. Быны яҡшыраҡ аңлар өсөн, әйҙәгеҙ, израилдәр килтергән татыулыҡ ҡорбандарына * иғтибар итәйек. Левит китабынан күренеүенсә, израилдәр был ҡорбандарҙы «рәхмәт йөҙөнән» килтергән (Лев. 7:11—13, 16—18). Улар быны бурыслы булғанға түгел, ә үҙҙәре теләгәнгә эшләгән. Кеше, был ирекле ҡорбанды килтереп, Йәһүәне яратыуын күрһәткән. Шундай ҡорбан килтергән кеше, уның ғаиләһе һәм руханиҙар ҡорбандың итен бергә ашаған. Ләкин был ҡорбандың ҡайһы бер өлөштәре Йәһүә өсөн генә тәғәйенләнгән булған. Ниндәй өлөштәр тураһында һүҙ бара?

(10-сы абзацты ҡарағыҙ.) *

10. Левиттар 3:6, 12, 14—16-ла тасуирланған татыулыҡ ҡорбандарын иҫәпкә алһаҡ, Ғайсаны Атаһының ихтыярын үтәргә нимә дәртләндергән?

10 Өсөнсө һабаҡ. Йәһүәне яратҡанға, беҙ уға иң яҡшыһын бирәбеҙ. Йәһүә хайуандың майын иң яҡшы өлөш тип һанаған. Ул шулай уҡ ҡайһы бер эске ағзаларҙың, шул иҫәптән бөйөрҙәрҙең айырыуса ҡәҙерле булғаны хаҡында әйткән. (Левиттар 3:6, 12, 14—16-ны * уҡығыҙ.) Шуға күрә, израилдәр үҙ теләге менән хайуандың шул өлөштәрен һәм майын ҡорбанға килтергәндә, был Йәһүәнең күңеленә хуш килгән. Шулай эшләп, улар Йәһүәгә иң яҡшыһын бирергә теләүҙәрен күрһәткән. Шуның шикелле, Ғайса ла Йәһүәне бик яратҡан һәм, бөтә йөрәктән хеҙмәт итеп, уға иң яҡшыһын биргән (Яхъя 14:31). Алла ихтыярын үтәү Ғайсаға рәхәтлек килтергән, ул Алла ҡанунын бик яратҡан (Зәб. 40:8). Һис шикһеҙ, Йәһүә Ғайсаның теләп хеҙмәт итеүен күреп бик шатланған!

Йәһүәне яратыу беҙҙе уға иң яҡшыһын бирергә дәртләндерә (11, 12-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

11. Беҙҙең хеҙмәт татыулыҡ ҡорбандарына нимә менән оҡшаш, һәм ни өсөн был беҙҙе йыуата?

11 Беҙҙең хеҙмәт татыулыҡ ҡорбандарына оҡшаш, сөнки беҙ Йәһүәгә теләп, үҙ иркебеҙ менән хеҙмәт итәбеҙ. Беҙ, яратыуҙан сығып, Йәһүәгә үҙебеҙҙә булғандың иң яҡшыһын бирәбеҙ. Миллионлаған мәсихсе Йәһүәне һәм уның нормаларын бик ярата. Аллабыҙҙың быны күреп ни тиклем шатланыуын күҙ алдына ғына килтерегеҙ! Йәһүә эштәребеҙҙе генә түгел, ә шулай уҡ этәргес ниәттәребеҙҙе лә күрә һәм ҡәҙерләй. Быны белеү беҙҙе бик йыуата! Мәҫәлән, оло йәштә булғанға, үҙегеҙ теләгән тиклем күп хеҙмәт итә алмаһағыҙ, һис тә шикләнмәгеҙ: Йәһүә һеҙҙе бик яҡшы аңлай. Бәлки, һеҙ, хеҙмәткә индергән өлөшөм бик бәләкәй, тип уйлайһығыҙҙыр, әммә Йәһүә һеҙҙең, яратыуҙан сығып, көсөгөҙҙән килгәндең барыһын эшләүегеҙҙе күрә. Ул һеҙҙең ысын күңелдән хеҙмәт итеүегеҙҙе күреп бик ҡыуана.

12. Татыулыҡ ҡорбандары Йәһүәлә ниндәй хистәр тыуҙырған, һәм ни өсөн был беҙҙе рухландыра?

12 Израилдәрҙең татыулыҡ ҡорбандарын килтергәненән нимәгә өйрәнеп була? Ут ҡорбанға килтерелгән хайуандың иң яҡшы өлөштәрен йотҡанда һәм күккә төтөн күтәрелгәндә, Йәһүә һөйөнгән. Һис тә шикләнмәгеҙ: һеҙҙең тырышып хеҙмәт итеүегеҙҙе күргәндә лә, ул бик ҡыуана (Кол. 3:23). Күҙ алдына килтерегеҙ: Йәһүә һеҙгә хуплап ҡарай һәм йылмая. Хеҙмәттә башҡарған эштәрегеҙ ҙурмы, бәләкәйме, Йәһүә тырышлыҡтарығыҙҙы бик ҡәҙерләй һәм уларҙы бер ҡасан да онотмаясаҡ (Матф. 6:20; Евр. 6:10).

ЙӘҺҮӘ ҮҘЕНЕҢ ОЙОШМАҺЫН ФАТИХАЛАЙ

13. Левиттар 9:23, 24 буйынса, Йәһүә руханиҙарҙы хуплауын нисек күрһәткән?

13 Дүртенсе һабаҡ. Йәһүә үҙ ойошмаһының ерҙәге өлөшөн фатихалай. Б. э. т. 1512 йылда булған ваҡиғаларҙы ҡарап сығайыҡ. Синай тауының итәгендә изге сатыр ҡоролған (Сығ. 40:17). Муса Һарунды һәм уның улдарын рухани итеп билдәләгән. Израиль халҡы руханиҙарҙың беренсе ҡорбандар килтереүен күрер өсөн йыйылған (Лев. 9:1—5). Йәһүә яңы ғына билдәләнгән руханиҙарҙы хуплауын нисек күрһәткән? Һарун менән Муса халыҡты фатихалағас, Йәһүәнән ут сығып, ҡорбанды йотҡан. (Левиттар 9:23, 24-те * уҡығыҙ.)

14. Ни өсөн Йәһүәнең Һарунды һәм уның улдарын хуплауы беҙҙең өсөн мөһим?

14 Күктән ут ебәреп, Йәһүә Һарунды һәм уның улдарын хуплауын күрһәткән. Быны күргәс, израилдәр үҙҙәренең руханиҙарға ярҙам итеп торорға тейешлеген аңлаған. Беҙгә был берәй нисек ҡағыламы? Һис шикһеҙ! Израилдәге руханиҙарҙың хеҙмәте бөйөгөрәк руханиҙар хеҙмәтенең күләгәһе генә булған. Бөйөгөрәк руханиҙар — Бөйөк баш рухани Мәсих һәм уның менән күктә хеҙмәт итәсәк 144 000 батша-рухани (Евр. 4:14; 8:3—5; 10:1).

Йәһүә үҙ ойошмаһы менән етәкселек итә һәм уны фатихалай. Беҙ ысын күңелдән уның ойошмаһына булышлыҡ итәбеҙ (15—17-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

15, 16. Йәһүә «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсегә» хуплауын нисек күрһәтә?

15 1919 йылда Ғайса Мәсих майланған мәсихселәрҙең бәләкәй төркөмөн «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» итеп билдәләгән. Был «хеҙмәтсе» вәғәз эше менән етәкселек итә һәм мәсихселәргә рухи «ризыҡты үҙ ваҡытында» өләшә (Матф. 24:45). Һеҙ Йәһүәнең «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсене» хуплауына дәлилдәр күрәһегеҙме?

16 Иблис һәм уның донъяһы ышаныслы хеҙмәтсе башҡарған эшкә ҡамасауларға тырыша. Йәһүә ярҙам итмәһә, хеҙмәтсе үҙенә тапшырылған йөкләмәне үтәй алмаҫ ине. Беренсе һәм Икенсе бөтә донъя һуғыштарына, глобаль иҡтисади кризистарға, бөтмәҫ эҙәрләүҙәр һәм ғәҙелһеҙ мөғәмәләгә ҡарамаҫтан, ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе мәсихселәргә рухи аҙыҡ өләшеүен дауам итә. Бөгөн рухи аҙыҡтың муллығы таң ҡалдыра. Уны 900-ҙән ашыу телдә түләүһеҙ алып була! Был Йәһүәнең ышаныслы хеҙмәтсегә ярҙам итеүенә кире ҡаҡҡыһыҙ дәлил булып тора. Вәғәз эше — Йәһүәнең хеҙмәтсегә хуплауын күрһәткәненә тағы бер дәлил. Һөйөнөслө хәбәр ысынлап та «бөтә донъяла иғлан» ителә (Матф. 24:14). Һис шикһеҙ, Йәһүә үҙ ойошмаһы менән етәкселек итә һәм уны фатихалай.

17. Беҙ Йәһүә ойошмаһына нисек булышлыҡ күрһәтә алабыҙ?

17 Бындай һорау өҫтөндә уйланыу яҡшы булыр ине: «Мин Йәһүә ойошмаһында булыу мөмкинлеге өсөн рәхмәтлеменме?» Муса менән Һарун көндәрендә Йәһүә үҙенең хуплауын күктән ут төшөрөп күрһәткән. Бөгөн дә Йәһүәнең үҙ ойошмаһын фатихалауына ап-асыҡ дәлилдәр бар. Һис шикһеҙ, беҙ Алла ойошмаһында булыу мөмкинлеге өсөн бик рәхмәтлебеҙ (1 Фес. 5:18, 19). Беҙ Йәһүә ойошмаһына нисек булышлыҡ күрһәтә алабыҙ? Баҫмаларыбыҙ, йыйылыш осрашыуҙары һәм конгрестар аша бирелгән күрһәтмәләр буйынса эш итергә кәрәк. Бынан тыш, вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эшендә көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләп тә Алла ойошмаһына булышлыҡ күрһәтеп була (1 Кор. 15:58).

18. Һеҙ тәүәккәллек менән нимә эшләргә йыйынаһығыҙ?

18 Әйҙәгеҙ, Левит китабынан белгәндәребеҙҙе тырышып ҡулланайыҡ. Йәһүә ҡорбандарыбыҙҙы ҡабул итһен өсөн, уның хуплауын юғалтмайыҡ. Аллаға рәхмәт йөҙөнән хеҙмәт итәйек. Йәһүәне яратыу беҙҙе артабан да уға үҙебеҙҙә булғандың иң яҡшыһын бирергә дәртләндерһен. Алла ойошмаһына булышлыҡ күрһәтер өсөн, бар көсөбөҙҙө һалайыҡ. Быларҙың барыһын эшләп, беҙ Йәһүә шаһиттары булыу хөрмәтен ҡәҙерләүебеҙҙе күрһәтербеҙ!

96-СЫ ЙЫР Алла Һүҙе — хазина

^ 5 абз. Левит китабында Йәһүәнең боронғо Израилгә биргән ҡанундары яҙылған. Мәсихселәр булараҡ, беҙ был ҡанундар буйынса йәшәмәйбеҙ, әммә уларҙан күп нәмәгә өйрәнеп була. Был мәҡәләлә Левит китабынан ниндәй һабаҡтар алып булғаны ҡарала.

^ 4 абз. Левиттар 16:12, 13: «Шунан ул, Йәһүә алдындағы ҡорбан килтереү урынынан ут һауытына утлы күмер тултырып, ике ус ваҡланған хуш еҫле фимиам алһын һәм быларҙы шаршау артына керетһен. Үлмәҫ өсөн, ул Йәһүә алдында утлы күмер өҫтөнә фимиам һалһын, һәм фимиамдың төтөнө шаһитлыҡ һандығы өҫтөндәге ҡапҡасты ҡаплап алыр».

^ 4 абз. Иң изге урында яндырылған фимиам, йәғни хуш еҫле ҡатышма изге тип һаналған. Боронғо Израилдә был ҡатышма ғибәҙәт өсөн генә ҡулланылған (Сығ. 30:34—38). Беренсе быуатта йәшәгән мәсихселәрҙең дини маҡсаттар өсөн хуш еҫле ҡатышма ҡулланғаны тураһында бер ҡайҙа ла яҙылмаған.

^ 9 абз. Татыулыҡ ҡорбандары тураһында күберәк белер өсөн, «Изге Яҙманы аңлау» энциклопедияһында (урыҫ) «Приношения» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

^ 10 абз. Левиттар 3:6, 12, 14—16: «Әгәр ул Йәһүәгә ваҡ малдан татыулыҡ ҡорбаны килтерә икән, кәмселеге булмаған ата йә инә хайуанды килтерһен. Әгәр ул ҡорбан итеп кәзә килтерә икән, уны Йәһүә алдына килтерһен. Ул татыулыҡ ҡорбанының бер өлөшөн Йәһүә өсөн утта яндырыла торған ҡорбан итеп килтерһен: эс майын, эске ағзаларын ҡаплаған бөтөн майҙы, ике бөйөрөн, биле янында урынлашҡан бөйөр майын килтерһен. Ул бөйөрҙәр менән бергә шулай уҡ бауырҙағы майҙы ла айырһын. Быларҙың барыһын рухани ҡорбан килтереү урынында ризыҡ итеп, утта яндырыла торған хуш еҫле ҡорбан итеп төтәтһен. Бөтөн май — Йәһүәнеке».

^ 13 абз. Левиттар 9:23, 24: «Ахырҙа Муса менән Һарун осрашыу сатырына керҙе һәм, унан сығып, халыҡты фатихаланы. Шунда бөтә халыҡ Йәһүәнең данын күрҙе. Йәһүәнән ут сығып, ҡорбан килтереү урынындағы яндырыу ҡорбанын һәм майҙы йотто. Быны күргәс, бөтә халыҡ шатлыҡтан ҡысҡыра башланы һәм ергә йөҙ түбән ҡапланды».

^ 57 абз. РӘСЕМДӘ: йолоу көнөндә баш рухани, Иң изге урынға хуш еҫле ҡатышма һәм утлы күмер менән инеп, унда хуш еҫ аңҡытҡан. Һуңыраҡ ул Иң изге урынға гонаһ йолоу ҡорбанының ҡаны менән ингән.

^ 59 абз. РӘСЕМДӘ: Израиль кешеһе руханиға татыулыҡ ҡорбаны итеп һарыҡ килтергән, шулай итеп ул һәм уның ғаиләһе Йәһүәгә рәхмәт белдерә.

^ 61 абз. РӘСЕМДӘ: ерҙәге хеҙмәте ваҡытында Ғайса, Алла әмерҙәрен үтәп һәм шәкерттәрен шул әмерҙәрҙе үтәргә өйрәтеп, Атаһына яратыуын күрһәткән.

^ 63 абз. РӘСЕМДӘ: оло йәштәге апай-ҡәрҙәш, насар һаулығына ҡарамаҫтан, хаттар яҙып Йәһүәгә иң яҡшыһын бирә.

^ 65 абз. РӘСЕМДӘРҘӘ: 2019 йылдың февралендә Етәксе кәңәшмәлә хеҙмәт иткән Геррит Лёш ҡәрҙәш яңынан ҡарап сығылған «Изге Яҙма. Яңы донъя тәржемәһе»нең немец телендә сығарылыуы хаҡында белдереү яһай. Бөгөн Германияла йәшәгән вәғәзселәр, шул иҫәптән ошо ике апай-ҡәрҙәш яңы сыҡҡан Изге Яҙманы шатланып вәғәздә ҡуллана.