Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Хәҡиҡәтте эҙләү

Хәҡиҡәтте эҙләү

Ҡайһы саҡта хәҡиҡәтте белеү кеше ғүмерен һаҡларға мөмкин. Миҫалға йоғошло ауырыуҙарҙың таралыуы хаҡындағы һорауҙы ҡарайыҡ.

Меңләгән йылдар буйы кешеләр йоғошло ауырыуҙарҙың нисек таралыуын теүәл белмәгән, шул арҡала киҙеүҙәр һәм эпидемияларҙан миллионлаған кеше һәләк булған. Ниһайәт, ғалимдар был һорауҙың асылына төшөнгән. Уларҙың раҫлауынса, йоғошло сирҙәрҙең сәбәпсеһе булып бактериялар һәм вирустар һымаҡ микроорганизмдар тора. Был һорауҙың асылына төшөнөү күп ауырыуҙарҙан һаҡланырға һәм уларҙан дауаланырға ярҙам иткән. Һөҙөмтәлә миллиардлаған кешенең ғүмере оҙайған, сәләмәтлеге яҡшырған.

Ә башҡа мөһим һорауҙар хаҡында нимә әйтеп була? Нисек уйлайһығыҙ, беҙгә ошо һорауҙарға яуаптар белергә кәрәкме?

  • Алла кем ул?

  • Ғайса пәйғәмбәр кем ул?

  • Алла Батшалығы нимә ул?

  • Киләсәктә беҙҙе нимә көтә?

Был һорауҙарға яуап табыу миллионлаған кешегә үҙ тормошон яҡшыртырға ярҙам иткән, һеҙгә лә файҙа килтерәсәк.

ХӘҠИҠӘТТЕ НИСЕК ТАБЫРҒА?

Һеҙ, бәлки: «Ниндәй ҙә булһа мәсьәлә буйынса хәҡиҡәтте табыу мөмкинме һуң?» — тип һорарһығыҙ. Эйе, күп һорауҙар буйынса хәҡиҡәтте табыу ауырлашҡандан-ауырлаша бара. Ни өсөн?

Күп кеше хөкүмәттәргә, коммерция ойошмаларына йә киң мәғлүмәт сараларының дөрөҫөн һөйләүенә ышанмай. Кеше шәхси ҡарашын әйтәме, һөйләп бөтөрмәйме, бөтөнләй ялған һөйләйме йә дөрөҫөн әйтәме? Йыш ҡына быны билдәләүе ауыр. Ышанмау рухы хөкөм һөргән был заманда кешеләр факттарҙы аңлатҡанда ла бер-береһе менән килешмәй, йә булмаһа, ә был фактмы һуң, тип тә бәхәсләшә.

Әммә, быға ҡарамаҫтан, тормоштағы иң мөһим һорауҙарға хаҡ яуап табып була. Нисек итеп? Көндәлек тормошта таныш булған ысулдарҙы ҡулланып.

ҺЕҘ ХӘҠИҠӘТТЕ ЭҘЛӘЙҺЕГЕҘ

Ниндәйҙер мәғәнәлә һеҙ көн һайын хәҡиҡәткә төшөнөргә тырышаһығыҙ. Әйҙәгеҙ, Джессика исемле бер ҡатын миҫалына иғтибар итәйек. «Ҡыҙым ер сәтләүегенә көслө аллергиянан интегә. Ризыҡта ер сәтләүегенең аҡһымы әҙ генә булһа ла, был үлемгә килтерергә мөмкин», — тип һөйләй ул. Джессикаға ҡыҙына һатып алған ризыҡтың хәүефһеҙ булыуына инанырға кәрәк. Ул дауам итә: «Тәүҙә мин составҡа ингән матдәләрҙе уҡыйым. Шунан мин тикшеренеү үткәрәм һәм хатта шул ризыҡты булдырған ойошмаға шылтыратып, ер сәтләүегенең аҡһымы яңылыш ҡына булһа ла эләкмәнеме икән, тип һорашам. Мин шулай уҡ, был ойошмаға ышанып буламы, юҡмы икәнен белер өсөн, башҡа ышаныслы сығанаҡтарға мөрәжәғәт итәм».

Джессика осрағынан айырмалы булараҡ, һеҙ яуаптар табырға тырышҡан һорауҙар шул тиклем мөһим булмаҫҡа ла мөмкин. Әммә һеҙ ҙә, Джессика шикелле, яуаптар эҙләгәндә шул уҡ ысулдарҙы ҡуллана алаһығыҙ:

  • Факттар йыйыу.

  • Өҫтәмә тикшеренеүҙәр үткәреү.

  • Сығанаҡтарҙың ышаныслы булыуына инаныу.

Шундай уҡ ысул һеҙгә тормоштағы иң мөһим һорауҙарға дөрөҫ яуаптар табырға ярҙам итер. Нисек?

ХӘҠИҠӘТ КИТАБЫ

Джессика ҡыҙына ризыҡ һайлаған саҡта ҡулланған ысулды Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте эҙләгәндә лә ҡуллана. Ул былай ти: «Иғтибар менән уҡыу һәм тырышып өйрәнеү миңә Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте табырға ярҙам итте». Джессика шикелле, миллионлаған кеше Изге Яҙмала түбәндәге һорауҙар буйынса нимә әйтелә икәнен белгән:

  • Беҙ ни өсөн йәшәйбеҙ?

  • Кеше үлгәс, уның менән нимә була?

  • Беҙ ни өсөн ғазап сигәбеҙ?

  • Ғазаптарҙы бөтөрөр өсөн, Алла нимә эшләйәсәк?

  • Ғаиләне нисек бәхетле итергә?

Был һәм башҡа һорауҙарға хаҡ яуаптарҙы һеҙ, Изге Яҙманы уҡып һәм www.pr418.com/ba сайтында тикшеренеү үткәреп, таба алаһығыҙ.