Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Аллаға һәм яҡыныңа яратыуҙы нисек үҫтереп була?

Аллаға һәм яҡыныңа яратыуҙы нисек үҫтереп була?

Муса ҡануны мәсихселәргә ҡағылмаһа ла, уның ике иң бөйөк әмере — Аллаңды ярат һәм яҡыныңды ярат — Йәһүәнең беҙҙән нимә көткәнен аңларға ярҙам итә (Мт 22:37—39). Ундай яратыу үҙенән-үҙе тыумай. Уны үҫтерергә кәрәк. Нисек? Иң мөһим ысулдарҙың береһе — Изге Яҙманы көн һайын уҡыу. Изге Яҙма ярҙамында Алланың шәхесен яҡшыраҡ белгән һайын, беҙ «Йәһүәнең күркәмлеген» күрә башлайбыҙ (Зәб 27:4). Һөҙөмтәлә, уға ҡарата яратыуыбыҙ үҫә, һәм фекер йөрөтөүебеҙ уныҡына оҡшағандан оҡшай бара. Был үҙ сиратында беҙҙе Алланың әмерҙәренә буйһонорға, шул иҫәптән башҡаларға ҡарата фиҙаҡәр яратыу күрһәтергә дәртләндерә (Ях 13:34, 35; 1Ях 5:3). Бында килтерелгән өс кәңәш Изге Яҙманы уҡыуҙы ҡыҙығыраҡ итергә ярҙам итер:

  • Уҡығандарыңды күҙ алдыңа килтереп, шул уҡ хистәр кисерергә тырыш. Үҙеңде ваҡиға урынында итеп күҙ алдыңа килтер. Һин нимә күрер, ишетер һәм хис итер инең? Шул ваҡиғала ҡатнашҡан кешеләр, бәлки, нимә хис иткән?

  • Төрлө ысулдарҙы ҡуллан. Бына уларҙың бер нисәһе. Ҡысҡырып уҡы йә аудиояҙманы тыңлаған саҡта күҙәтеп бар. Билдәле бер кеше тураһында йә ҡыҙыҡлы бер темаға ҡағылышлы Изге Яҙмалағы өҙөктәрҙе һайлап уҡы. Мәҫәлән, Ғайса тураһында күберәк белер өсөн, «Алла Һүҙен тикшереү өсөн ҡорал» тигән брошюраны ҡуллан (4-се һәм 16-сы ҡушымталар). Көндәлек шиғыры алынған Изге Яҙманың бүлеген тулыһынса уҡып сыҡ. Изге Яҙманың китаптарын улар яҙылған тәртип буйынса уҡы.

  • Уйланып уҡы. Күберәк уҡыу маҡсаты менән уҡыуға ҡарағанда, көнөнә бер бүлекте, аңлап, уйланып уҡыу яҡшыраҡ. Контексты һәм тарихи шарттарҙы ла иҫәпкә ал. Төрлө нескәлектәргә иғтибар ит. Карталарҙы ҡуллан һәм киҫешкән һылтанмаларҙы ҡара. Кәм тигәндә бер аңлашылмаған һорау буйынса өйрәнеү үткәр. Мөмкин булһа, тәрән уйланыу өсөн бүленгән ваҡыт уҡыу өсөн бүленгән ваҡытҡа тиң булырға тейеш.