Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Ата-әсәләр, балаларығыҙға Алла зирәклегенә эйә булырға ярҙам итегеҙ

Ата-әсәләр, балаларығыҙға Алла зирәклегенә эйә булырға ярҙам итегеҙ

Мәсихселәр йыйылышы атай-әсәйҙәргә балаларына Алла зирәклегенә эйә булырға ярҙам итергә мөмкинлек бирә. Әгәр балалар, осрашыуҙарҙа иғтибарлы булып, фекер алышыуҙа ҡатнашһа, улар Йәһүә тураһында күпте белә алыр һәм уның яҡын дуҫтары булып китер (Ҡн 31:12, 13). Ата-әсәләр өсөн ҡайһы бер файҙалы кәңәштәр:

  • Йыйылыш осрашыуҙарына йөрөр өсөн бар тырышлығығыҙҙы һалығыҙ (Зәб 22:22).

  • Осрашыуҙан алда йә унан һуң ҡәрҙәштәр менән аралашыр өсөн етерлек ваҡыт бүлегеҙ (Ев 10:25).

  • Һәр ғаилә ағзаһының осрашыуҙа өйрәнелә торған әҙәбиәттәрҙең электрон йә баҫтырылған экземпляры булһын.

  • Балаларға үҙ һүҙҙәре менән әйтә алырлыҡ яуаптар әҙерләргә ярҙам итегеҙ (Мф 21:15, 16).

  • Йыйылыш осрашыуҙарына, унда алған белем һәм күрһәтмәләргә ҡарата ыңғай ҡараш белдерегеҙ.

  • Балаларға Батшалыҡ залын йыйыштырыуҙа ҡатнашырға һәм оло йәштәге ҡәрҙәштәр менән аралашырға ярҙам итегеҙ.

Балаларға Йәһүәнең дуҫы булып китергә ярҙам итеү еңел түгел, һәм ҡай саҡта һеҙ, быны булдырыу мөмкин түгел, тип уйлауығыҙ ихтимал. Әммә онотмағыҙ: һеҙ Йәһүәнең ярҙамына өмөтләнә алаһығыҙ (Иш 40:29).

«АТА-ӘСӘЛӘР, ЙӘҺҮӘГӘ ҺӘМ УНЫҢ КӨСӨНӘ ТАЯНЫҒЫҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ЯУАП БИР:

  • Зак һәм уның ҡатыны Лияға арығанлыҡ нисек тәьҫир иткән?

  • Ни өсөн ата-әсәләргә Йәһүәнән көс һорарға кәрәк?

  • Зак менән Лия Йәһүәгә нисек таянған?