Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

3-СӨ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

Йәһүә һеҙҙе бик ярата һәм ҡәҙерләй!

Йәһүә һеҙҙе бик ярата һәм ҡәҙерләй!

«Кәмһетелгән сағыбыҙҙа ул беҙҙе онотмаған» (ЗӘБ. 136:23).

38-СЕ ЙЫР Алла һиңә ҡеүәт бирер

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. Йәһүәнең күп хеҙмәтселәре ниндәй ауырлыҡтар менән осраша, һәм был уларға нисек тәьҫир итергә мөмкин?

ӨС ОСРАҠТЫ күҙ алдына килтерәйек: табип йәш ағай-ҡәрҙәшкә бик насар диагноз ҡуя, етди ауырыу ҡәрҙәштең көсөн кәметкәндән-кәметә. Урта йәштәрҙәге тырыш ағай-ҡәрҙәш эшен юғалта һәм, бөтә тырышлыҡтарына ҡарамаҫтан, яңы эш таба алмай. Оло йәштәге тоғро апай-ҡәрҙәш, һаулығы насарайғанға, элекке ваҡыттарҙағы кеүек күп хеҙмәт итә алмай.

2 Әле тасуирланған ауырлыҡтарҙың береһе менән осрашһағыҙ, үҙегеҙҙе кәрәкһеҙ итеп тойоуығыҙ ихтимал. Ундай шарттар арҡаһында һеҙ шатлыҡ юғалтырға һәм үҙ-үҙегеҙҙе хөрмәт итмәй башларға мөмкин, был шулай уҡ башҡалар менән мөнәсәбәттәрегеҙгә тәьҫир итә ала.

3. Шайтан һәм уның йоғонтоһо аҫтында булғандар кеше ғүмеренә нисек ҡарай?

3 Был донъя кеше ғүмеренә Шайтан кеүек ҡарай. Шайтан баштан уҡ кешеләрҙе әһәмиәтһеҙ тип һанаған. Аллаға буйһонмау — үлемгә алып барған юл икәнен яҡшы белһә лә, ул мәрхәмәтһеҙ рәүештә, Һауаға азатлыҡ вәғәҙә итеп, уны алдаған. Шайтан һәр ваҡыт коммерция, сәйәсәт һәм дин системаларын контроль аҫтында тотҡан. Шуға күрә күп бизнесмендарҙың, сәйәсмәндәр һәм дин әһелдәренең кеше ғүмерен һәм дәрәжәһен бер нигә ҡуймағаны һис тә ғәжәп түгел.

4. Был мәҡәләлә беҙ нимәне ҡарап сығырбыҙ?

4 Йәһүә иһә үҙ-үҙебеҙҙе ҡәҙерләүебеҙҙе теләй. Беҙ ауыр шарттар арҡаһында үҙебеҙҙе кәрәкһеҙ итеп тойғанда, ул беҙгә ярҙам итә (Зәб. 136:23; Рим. 12:3). Ҡайһы бер ҡәрҙәштәр етди ауырыуҙан интегә, матди ауырлыҡтар кисерә йә, оло йәшкә еткәнгә, үҙҙәрен хеҙмәттә файҙаһыҙ итеп тоя. Был мәҡәләлә беҙ Йәһүәнең шундай саҡтарҙа нисек ярҙам иткәнен белербеҙ. Әммә тәүҙә, әйҙәгеҙ, бындай һорауға яуап алайыҡ: ни өсөн Йәһүәнең һәр беребеҙҙе ҡәҙерләгәненә һис тә шикләнмәҫкә була?

ЙӘҺҮӘ БЕҘҘЕ ҠӘҘЕРЛӘЙ

5. Ни өсөн һеҙ Йәһүәнең кешеләрҙе ҡәҙерләгәненә шикләнмәйһегеҙ?

5 Әллә ни ҡиммәтле булмаған материалдан — ер тупрағынан яратылған булһаҡ та, Йәһүә беҙҙе әһәмиәтһеҙ тип һанамай (Баш. 2:7). Ул беҙҙе юғары баһалай. Әйҙәгеҙ, быға бер нисә генә дәлил ҡарап сығайыҡ. Ул кешеләрҙе үҙенең сифаттарын сағылдыра алырлыҡ итеп барлыҡҡа килтергән (Баш. 1:27). Шулай эшләп, Йәһүә беҙҙе бөтә тереклектән өҫтөн ҡуйған һәм беҙгә ер менән хайуандар өҫтөнән хакимлыҡ биргән (Зәб. 8:4—8).

6. Йәһүәнең камилһыҙ кешеләрҙе ҡәҙерләгәненә тағы ниндәй дәлилдәр бар?

6 Хатта Әҙәм гонаһ ҡылғандан һуң да, Йәһүә кешеләргә әһәмиәтһеҙ заттарға ҡарағандай ҡарай башламаған. Ул кешеләрҙе шул тиклем юғары баһалай, хатта үҙенең яратҡан Улын гонаһтарыбыҙ өсөн йолом итеп биргән (1 Яхъя 4:9, 10). Йолом ҡорбаны нигеҙендә Йәһүә Әҙәм гонаһы арҡаһында үлгән кешеләрҙе терелтәсәк. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «тәҡүә кешеләр ҙә, тәҡүә булмағандар ҙа үленән тереләсәк» (Ғәм. 24:15). Алла Һүҙенән күренеүенсә, һаулығыбыҙ һәм матди хәлебеҙ ниндәй генә булһа ла, шулай уҡ күпме генә йәшкә етһәк тә, Йәһүә беҙҙе бик ҡәҙерләй (Ғәм. 10:34, 35).

7. Йәһүәнең беҙҙе ҡәҙерләгәнен тағы нимә иҫбатлай?

7 Йәһүәнең беҙҙе ҡәҙерләгәненә башҡа күп дәлилдәр ҙә бар. Ул һөйөнөслө хәбәргә ҡолаҡ һалғаныбыҙҙы күрҙе һәм беҙҙе үҙенә йәлеп итте (Яхъя 6:44). Беҙ уға яҡынлаша башлағас, ул да беҙгә яҡынлашты (Яҡ. 4:8). Бынан тыш, Йәһүә беҙҙе өйрәтер өсөн ваҡыт һәм көс сарыф итә һәм шуның менән беҙҙе ҡәҙерләгәнен күрһәтә. Ул беҙҙең әлеге ваҡытта ниндәй икәнебеҙҙе белә һәм киләсәктә ниндәй буласағыбыҙҙы ла күрә. Ул шулай уҡ яратыуҙан сығып беҙҙе төҙәтә (Ғиб. һүҙ. 3:11, 12). Быларҙың барыһы Йәһүәнең беҙҙе юғары баһалағанын иҫбатламаймы ни?

8. Зәбур 18:27—29-ҙағы һүҙҙәр беҙгә нисек ауырлыҡтарға дөрөҫ ҡарарға ярҙам итә?

8 Ҡайһы бер кешеләр Дауыт батшаға түбәнһетеп ҡараған, әммә Йәһүә уны яратҡан һәм уға ярҙам итеп торған. Быны белеү Дауытҡа үҙ хәленә дөрөҫ ҡараш һаҡларға ярҙам иткән (2 Сам. 16:5—7). Беҙ төшөнкөлөккә бирелгәндә йә проблемалар менән осрашҡанда, Йәһүә беҙгә тыуған хәлгә башҡаса ҡарарға һәм ауырлыҡтарҙы кисереп сығырға ярҙам итә ала. (Зәбур 18:27—29-ҙы * уҡығыҙ.) Йәһүә беҙҙең яҡлы икән, беҙгә шатланып хеҙмәт итергә бер нәмә лә ҡамасаулай алмай (Рим. 8:31). Ҡайһы саҡта Йәһүәнең беҙҙе яратҡанын һәм ҡәҙерләгәнен иҫтә тотоу айырыуса мөһим. Әйҙәгеҙ, шундай өс осраҡты ҡарап сығайыҡ.

ҠАТЫ АУЫРЫҒАНДА

Йәһүә тарафынан рухландырылған һүҙҙәрҙе уҡыу беҙгә ауырыу тыуҙырған тиҫкәре хистәрҙән арынырға ярҙам итер (9—12-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

9. Ауырыу арҡаһында кеше үҙ-үҙенә нисек ҡарарға мөмкин?

9 Ауырыу арҡаһында беҙ, эмоциональ яҡтан хәлһеҙләнеп, үҙебеҙҙе файҙаһыҙ итеп тойорға мөмкин. Кешеләр беҙҙең ниндәйҙер яҡтарҙан сикләнгән булғаныбыҙҙы күргәндә йә беҙгә уларҙан ярҙам һорарға тура килгәндә, беҙгә уңайһыҙ булыуы ихтимал. Хатта башҡалар ауырыуыбыҙ хаҡында белмәһә лә, беҙ ниндәйҙер эштәрҙе башҡара алмауыбыҙ арҡаһында оят хисе кисерергә мөмкин. Шундай ауыр саҡтарҙа Йәһүә беҙҙе рухландыра. Нисек итеп?

10. Ғибрәтле һүҙҙәр 12:25 буйынса, ауырыған саҡта беҙгә нимә ярҙам итә ала?

10 Беҙ ауырығанда, «яҡшы һүҙ» күңелебеҙҙе күтәрергә мөмкин. (Ғибрәтле һүҙҙәр 12:25-те * уҡығыҙ.) Изге Яҙмала Йәһүә беҙҙең өсөн күп яҡшы һүҙҙәр яҙҙыртҡан. Улар Йәһүәнең, ауырыуыбыҙға ҡарамаҫтан, беҙҙе юғары баһалағанын иҫебеҙгә төшөрә (Зәб. 31:19; 41:3). Шул рухландырғыс һүҙҙәрҙе ҡат-ҡат уҡыһаҡ, Йәһүә беҙгә ауырыу тыуҙырған тиҫкәре хистәрҙе еңергә ярҙам итер.

11. Йәһүә бер ағай-ҡәрҙәшкә нисек ярҙам иткән?

11 Хорхе исемле ағай-ҡәрҙәштең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Йәш сағында уға тиҙ көсәйеүсән ауырыу йоҡҡан. Шул сир арҡаһында ул үҙен хәлһеҙ һәм кәрәкһеҙ итеп тойған. «Мин был ауырыу тыуҙырған хистәргә әҙер түгел инем. Мәҫәлән, мин ояла инем, сөнки ауырыуым кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итә ине, — ти Хорхе. — Хәлем насарлана барҙы, һәм мин, тормошом ниндәй булыр икән, тип уйлана башланым. Мин өмөтһөҙлөккә бирелдем һәм Йәһүәгә ярҙам һорап ялбарҙым». Йәһүә уны нисек нығытҡан? Хорхе былай тип иҫенә төшөрә: «Иғтибарымды туплауы ауыр булғанға, миңә Зәбур китабынан ҡыҫҡа ғына өҙөктәр уҡырға кәңәш иттеләр. Был өҙөктәр Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәре хаҡында ҡайғыртҡанын иҫкә төшөрә. Мин, был өҙөктәрҙе көн һайын уҡып, ҙур йыуаныс таба инем. Ваҡыт уҙыу менән кешеләр минең күберәк йылмая башлағаныма иғтибар итте. Улар хатта, ыңғай ҡарашың беҙҙе рухландыра, тип әйтә ине. Шунда мин Йәһүәнең доғаларыма яуап биргәнен аңланым! Ул миңә үҙ-үҙемә дөрөҫ ҡараш үҫтерергә ярҙам итте. Алла Һүҙе ярҙамында мин Йәһүәнең, ауырыуыма ҡарамаҫтан, миңә нисек ҡарауын аңланым».

12. Ауырыу менән көрәшкәндә, Йәһүәнең ярҙамын алыр өсөн нимә эшләп була?

12 Һеҙгә лә ниндәйҙер ауырыу менән көрәшергә тура килһә, Йәһүәнең хәлегеҙҙе бик яҡшы аңлағанына һис тә шикләнмәгеҙ. Доға ҡылып, унан үҙ хәлегеҙгә дөрөҫ ҡараш үҫтерергә ярҙам итеүен ялбарып һорағыҙ. Шунан Изге Яҙманан йыуаныслы һүҙҙәр табығыҙ. Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәрен ни тиклем ныҡ ҡәҙерләгәнен күрһәткән аяттарға айырым иғтибар бүлегеҙ. Шул саҡта һеҙ Йәһүәнең үҙенең бөтә тоғро хеҙмәтселәренә ҡарата игелекле булғанын күрерһегеҙ (Зәб. 84:11).

МАТДИ АУЫРЛЫҠТАР КИСЕРГӘНДӘ

Эш таба алмағанда, Йәһүәнең беҙҙең хаҡта ҡайғыртырға вәғәҙә иткәнен иҫтә тотоу беҙгә ярҙам итер (13—15-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

13. Эшен юғалтҡан ғаилә башлығы үҙен нисек тойорға мөмкин?

13 Һәр ғаилә башлығы үҙ ғаиләһен бөтә кәрәкле нәмәләр менән тәьмин итергә теләй. Әммә, әйтәйек, ағай-ҡәрҙәш, ғәйебе булмаһа ла, эштән сығарыла, ти. Яңы эш табырға тырышһа ла, ул уңышҡа өлгәшмәй һәм шул арҡала үҙен булдыҡһыҙ итеп тоя. Иғтибарын Йәһүәнең вәғәҙәләренә туплаһа, был уға нисек ярҙам итер?

14. Ни өсөн Йәһүә һәр ваҡыт һүҙендә тора?

14 Йәһүә үҙ вәғәҙәләрен һәр ваҡыт үтәй (Еш. 21:45; 23:14). Ул быны бер нисә сәбәптән эшләй. Беренсенән, быға уның исеме, йәғни абруйы бәйле. Йәһүә үҙенең тоғро хеҙмәтселәре хаҡында ҡайғыртырға вәғәҙә иткән, һәм ул үҙен был вәғәҙәне үтәргә бурыслы итеп тоя (Зәб. 31:1—3). Өҫтәүенә, Йәһүә шуны белә: ул беҙҙең хаҡта — үҙ ғаиләһенең ағзалары хаҡында ҡайғыртмаһа, был беҙҙе бик күңелһеҙләндерер ине һәм өмөтһөҙлөккә төшөрөр ине. Ул беҙҙе матди һәм рухи яҡтан тәьмин итергә вәғәҙә итә, һәм бер нәмә лә уға үҙ һүҙендә торорға ҡамасаулай алмай! (Матф. 6:30—33; 24:45).

15. а) Беренсе быуаттағы мәсихселәр ниндәй ауырлыҡ менән осрашҡан? б) Зәбур 37:18, 19-ҙағы һүҙҙәр беҙҙе нимәгә ышандыра?

15 Йәһүә үҙ вәғәҙәләрен ни өсөн үтәй икәнен иҫтә тотһаҡ, беҙгә, матди ауырлыҡтар менән осрашҡанда, уның беҙҙе ҡалдырмаясағына ышаныуы еңелерәк булыр. Беренсе быуатта йәшәгән мәсихселәрҙең миҫалына иғтибар итәйек. Ҡаршы килеүселәр Иерусалимдағы йыйылышты ҡаты эҙәрләй башлағас, илселәрҙән башҡа бөтә мәсихселәр төрлө урындарға таралған (Ғәм. 8:1). Бының нимә аңлата алғаны тураһында уйлап ҡарағыҙ. Һис шикһеҙ, шул мәсихселәр матди ауырлыҡтар кисергән! Улар, моғайын, йорттарын һәм эш урындарын юғалтҡандыр. Йәһүә уларҙы ҡалдырмаған, һәм улар үҙҙәре лә шатлыҡ юғалтмаған (Ғәм. 8:4; Евр. 13:5, 6; Яҡ. 1:2, 3). Йәһүә шул тоғро хеҙмәтселәренә ярҙам итеп торған, һәм ул беҙгә лә ярҙам итәсәк. (Зәбур 37:18, 19-ҙы * уҡығыҙ.)

ОЛО ЙӘШКӘ БӘЙЛЕ АУЫРЛЫҠТАР КИСЕРГӘНДӘ

Иғтибарыбыҙҙы хәлебеҙҙән килгән эштәргә туплаһаҡ, беҙ Йәһүәнең тоғро хеҙмәтебеҙҙе ҡәҙерләгәненә һис тә шикләнмәҫбеҙ (16—18-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

16. Нимә арҡаһында беҙ, Йәһүә ғибәҙәтемде ҡәҙерләйме икән, тип шикләнә башларға мөмкин?

16 Олоғайғас, беҙ үҙебеҙҙе Йәһүә өсөн файҙаһыҙ итеп тоя башларға мөмкин. Бәлки, Дауыт батша ла, ҡартайғас, шундай уҡ хистәр кисергәндер (Зәб. 71:9). Йәһүә беҙгә ундай тиҫкәре хистәрҙән арынырға нисек ярҙам итә ала?

17. Джери апай-ҡәрҙәштең осрағынан нимәгә өйрәнеп була?

17 Джери исемле апай-ҡәрҙәштең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Уны теократик биналарҙы хеҙмәтләндереүгә тәғәйенләнгән өйрәтеү осрашыуына саҡырғандар, әммә ул унда барырға теләмәгән. Ул былай тип уйлаған: «Мин инде йәш түгел, һәм мин тол ҡатын. Минең Йәһүә ҡуллана алған бер оҫталығым да юҡ. Минән файҙа юҡ». Осрашыу үткән төнгә ҡаршы Джери, доға ҡылып, Йәһүәгә күңелен бушатҡан. Киләһе көндө Батшалыҡ залына килгәс тә, ул ни өсөн үҙенең унда саҡырылғанын һаман аңламаған. Программа ваҡытында докладсыларҙың береһе бындай фекергә баҫым яһаған: иң мөһим оҫталыҡ — Йәһүәнән өйрәнергә теләк. Джери былай тип бүлешә: «Миндә был оҫталыҡ бар бит, тип уйлап ҡуйҙым. Йәһүәнең доғама яуап биргәнен аңлағас, илап ебәрҙем. Йәһүә мине ҡәҙерләгәнен һәм өйрәтергә теләгәнен күрһәтте!» Шул осраҡты иҫкә төшөрөп, Джери былай ти: «Осрашыу алдынан мин борсолған, бойоҡҡан һәм төшөнкөлөккә бирелгән инем, ә осрашыуҙан һуң бөтә шиктәрем таралды, һәм мин үҙемдең ҡәҙерле булыуыма төшөндөм!»

18. Изге Яҙма Йәһүә үҙенең олоғайған хеҙмәтселәренең ғибәҙәтен артабан да ҡәҙерләй икәнен нисек күрһәтә?

18 Олоғайһаҡ та, Йәһүәнең беҙҙе ҡуллана алыуына һис тә шикләнмәҫкә була (Зәб. 92:12—15). Ғайса Мәсих өйрәткәнсә, мөмкинлектәребеҙ бик ныҡ сикләнгән булһа ла һәм хеҙмәттә башҡарған эштәребеҙ беҙгә әһәмиәтһеҙ булып күренһә лә, Йәһүә тырышлыҡтарыбыҙҙы бик ҡәҙерләй (Лука 21:2—4). Шуға күрә иғтибарығыҙҙы хәлегеҙҙән килгән эштәргә туплағыҙ. Мәҫәлән, һеҙ башҡаларға Йәһүә тураһында һөйләй алаһығыҙ. Шулай уҡ ҡәрҙәштәр өсөн доға ҡылырға һәм уларҙы Йәһүәгә тоғро булып ҡалырға рухландырырға була. Йәһүә беҙҙе үҙенең хеҙмәттәштәре тип атай, һәм ул быны беҙ һәләтле булғанға түгел, ә уны тыңларға әҙер булғанға эшләй (1 Кор. 3:5—9).

19. Римдарға 8:38, 39-ҙағы һүҙҙәр беҙҙе нимәгә ышандыра?

19 Үҙ хеҙмәтселәрен ҡәҙерләгән Аллаға ғибәҙәт ҡылыу — ҙур бәхет! Ул беҙҙе үҙ ихтыярын үтәр өсөн барлыҡҡа килтергән, шуға күрә уға хеҙмәт итеү тормошобоҙҙо мәғәнәле итә (Асыл. 4:11). Был донъя беҙҙе кәрәкһеҙ һәм меҫкен тип һанаһа ла, Йәһүә беҙҙән һис тә оялмай (Евр. 11:16, 38). Ауырыу, матди ауырлыҡтар йә оло йәшкә бәйле ҡыйынлыҡтар арҡаһында төшөнкөлөккә бирелһәк, әйҙәгеҙ, шуны онотмайыҡ: күктәге Атабыҙҙың мөхәббәтенән беҙҙе бер нәмә лә айыра алмай. (Римдарға 8:38, 39-ҙы уҡығыҙ.)

^ 5 абз. Ниндәйҙер шарттар арҡаһында үҙегеҙҙе кәрәкһеҙ һәм меҫкен итеп хис иткәнегеҙ булдымы? Был мәҡәлә Йәһүәнең һеҙҙе ни тиклем ныҡ ҡәҙерләгәнен иҫегеҙгә төшөрөр. Беҙ шулай уҡ, тормошобоҙҙа булған бер ниндәй хәлдәргә ҡарамаҫтан, үҙ-үҙебеҙгә ҡарата хөрмәт тойғоһон юғалтмаҫ өсөн нимә эшләп булғанын белербеҙ.

^ 8 абз. Зәбур 18:27—29: «Һин ябайҙарҙы ҡотҡараһың, ә тәкәбберҙәрҙе түбәнһетәһең. Эй Йәһүә, һин яҡтыртҡысымды ҡабыҙыусы. Аллам — тирә-яғымдағы ҡараңғылыҡты яҡтыртыусы. Һинең ярҙамың менән мин талаусылар өйөрөнә ҡаршы сыға алам, Алланың ҡөҙрәте менән мин стеналарға менә алам».

^ 10 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 12:25: «Борсолоуҙар кешенең күңелен төшөрә, ә яҡшы һүҙ күңелен күтәрә».

^ 15 абз. Зәбур 37:18, 19: «Йәһүә саф кешеләрҙең нимә кисергәнен белә, уларҙың мираҫы мәңгегә ҡаласаҡ. Бәлә ваҡытында улар оятҡа ҡалмаҫ, аслыҡ ваҡытында уларҙа муллыҡ булыр».

30-СЫ ЙЫР Йәһүә — Атам, Яҡлаусым, Дуҫым