Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

4-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

Изге рух уларҙың Алла балалары булыуын раҫлай

Изге рух уларҙың Алла балалары булыуын раҫлай

«Алла Рухы Үҙе рухыбыҙға беҙҙең Алла балалары булыуыбыҙҙы раҫлай» (РИМ. 8:16).

25-СЕ ЙЫР Алланың милке

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

Илленсе көн байрамында Йәһүә мөғжизәле рәүештә яҡынса 120 шәкертте изге рух менән майлаған (1, 2-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

1, 2. Б. э. 33 йылының Илленсе көн байрамында ниндәй ғәжәп ваҡиға булған?

БЕҘҘЕҢ эраның 33 йылы, Илленсе көн байрамы. Йәкшәмбе көнөнөң таңында Иерусалимдағы бер йорттоң өҫкө бүлмәһендә яҡынса 120 шәкерт йыйылған (Ғәм. 1:13—15; 2:1). Бынан бер нисә көн алда Ғайса уларға Иерусалимда ҡалырға ҡушҡан, сөнки унда улар махсус бүләк алырға тейеш булған (Ғәм. 1:4, 5).

2 «Күктән ҡапыл көслө ел иҫкәндәге кеүек тауыш [ишетелгән]». Бөтөн йорт шул тауыш менән тулған. Шунан «ялҡын телдәре һымаҡ телдәр» шәкерттәрҙең баштарына ҡунған, һәм шәкерттәрҙең бөтәһе лә изге рух менән һуғарылған (Ғәм. 2:2—4). Йәһүә мөғжизәле рәүештә шул төркөмдө изге рух менән майлаған (Ғәм. 1:8). Улар изге рух менән майланған * беренсе шәкерттәр булып киткән һәм күктә Ғайса Мәсих менән бергә идара итергә өмөт итә башлаған.

КЕШЕ НИСЕК ИТЕП МАЙЛАНА?

3. Ни өсөн Илленсе көн байрамында бергә йыйылған шәкерттәр майланған булыуҙарына шикләнмәгән?

3 Иерусалимдағы йорттоң өҫкө бүлмәһендә йыйылған шәкерттәрҙең араһында булған булһағыҙ, һеҙ ул көндө бер ваҡытта ла онотмаҫ инегеҙ. Башығыҙға ут ялҡынына оҡшаш нәмә ҡуныр ине, һәм һеҙ төрлө телдәрҙә һөйләшә башлар инегеҙ! (Ғәм. 2:5—12). Һеҙ үҙегеҙҙең майланғанмы, юҡмы икәненә һис тә шикләнмәҫ инегеҙ. Әммә бөтә майланған мәсихселәр ҙә шундай мөғжизәле рәүештә майланамы? Юҡ. Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ? Һәм улар ниндәй ваҡытта майлана?

4. Беренсе быуатта бөтә мәсихселәр ҙә тормоштарының бер үк осоронда изге рух менән майланғанмы? Аңлатығыҙ.

4 Әйҙәгеҙ, кешенең ниндәй ваҡытта майлана алғанын ҡарап сығайыҡ. Б. э. 33 йылының Илленсе көн байрамында, яҡынса 120 шәкерттән тыш, башҡа шәкерттәр ҙә майланған булған. Һуңыраҡ, шул уҡ көндө тағы 3 000 самаһы кеше һыуға сумдырылғанда изге рух алған (Ғәм. 2:37, 38, 41). Әммә бөтә мәсихселәр ҙә һыуға сумдырылыу менән шунда уҡ майланмаған. Мәҫәлән, самарияндар һыуға сумдырылғандан һуң бер ни тиклем ваҡыт үткәс кенә изге рух менән майланған (Ғәм. 8:14—17). Ә бер осраҡ айырыуса ғәжәп булған: Корнилий менән уның өйҙәгеләре һыуға сумдырылғанға тиклем изге рух менән майланған (Ғәм. 10:44—48).

5. 2 Коринфтарға 1:21, 22 буйынса, кеше нисек итеп майлана?

5 Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, мәсихсенең нисек итеп майланғанын ҡарап сығайыҡ. Ҡайһы берәүҙәргә тәүҙә Йәһүәнең үҙҙәрен һайлағанын ҡабул итеүе ауыр. Уларҙың: «Ни өсөн тап мин?» — тип ғәжәпләнеүе ихтимал. Башҡаларҙың иһә ундай хистәре тыумай. Нисек кенә булһа ла, илсе Павел изге рух менән майланыуҙы былай тип тасуирлаған: «Һеҙ... Мәсихкә инанғас, вәғәҙә ителгән Изге Рух менән Алла тарафынан Мәсих аша мөһөрләндегеҙ *... Изге Рух — аласаҡ мираҫыбыҙға ышаныслы билдә» (Ефес. 1:13, 14). Тимәк, үҙенең изге рухын ҡулланып, Йәһүә шундай мәсихселәргә уларҙы һайлағанын асыҡ итеп белдерә. Шулай итеп, изге рух уларҙың ерҙә түгел, ә күктә мәңге йәшәйәсәгенә «ышаныслы билдә», йәғни гарантия булып тора. (2 Коринфтарға 1:21, 22-не уҡығыҙ.)

6. Күктәге бүләген алыр өсөн, майланған мәсихсе нимә эшләргә тейеш?

6 Мәсихсенең изге рух менән майланған булыуы уның күктәге бүләкте мотлаҡ аласағын аңлатамы? Юҡ, аңлатмай. Үҙенең күккә барырға һайланғанына шикләнмәһә лә, ул бындай һүҙҙәрҙе иҫтә тоторға тейеш: «Имандаштар, Алла тарафынан саҡырылған һәм һайланған булыуығыҙҙы нығытырға тырышығыҙ. Шулай итһәгеҙ, бер ваҡытта ла абынмаҫһығыҙ» (2 Пет. 1:10). Шуға күрә майланған мәсихсе, күктә йәшәргә һайланған булһа ла, Йәһүәгә тоғро булып ҡалған хәлдә генә был бүләкте аласаҡ (Флп. 3:12—14; Евр. 3:1; Асыл. 2:10).

МӘСИХСЕ МАЙЛАНҒАН БУЛЫУЫН ҠАЙҘАН БЕЛӘ?

7. Майланған мәсихселәр үҙҙәренең күккә саҡырылғанын ҡайҙан белә?

7 Мәсихсе үҙенең күккә саҡырылғанын ҡайҙан белә? Был һорауға яуап алыр өсөн, Павелдың Римда йәшәгән имандаштарына — «изге халыҡ булырға саҡырылғандарға» нимә тип яҙғанына иғтибар итәйек. Ул былай тигән: «Һеҙ, үҙегеҙҙе ҡоллоҡҡа төшөрөп, яңынан ҡурҡып йәшәргә дусар итеүсе рухты түгел, ә үҙегеҙҙе Алла балалары итеүсе Рухты алдығыҙ. Шуға ла: „Абба! Атам!“ — тип Аллаға мөрәжәғәт итәбеҙ. Алла Рухы Үҙе рухыбыҙға беҙҙең Алла балалары булыуыбыҙҙы раҫлай» (Рим. 1:7; 8:15, 16). Тимәк, Йәһүә, изге рухын ҡулланып, майланған мәсихселәргә күктә йәшәргә һайланғандарын асыҡ итеп белдерә (1 Фес. 2:12).

8. 1 Яхъя 2:20, 27-нән күренеүенсә, ни өсөн майланған мәсихсе үҙенең майланған булыуына башҡаларҙың ышандырыуына мохтаж түгел?

8 Йәһүә майланған мәсихселәргә күккә барырға саҡырылғандарын шул тиклем асыҡ итеп белдерә, хатта уларҙың аҡылында һәм күңелендә быға тамсы ла шик ҡалмай. (1 Яхъя 2:20, 27-не уҡығыҙ.) Әлбиттә, майланғандар, башҡа мәсихселәр кеүек, Йәһүәнең үҙ ойошмаһы аша биргән өгөт-нәсихәттәренә мохтаж. Әммә уларға үҙҙәренең майланған булыуына башҡаларҙың ышандырыуы кәрәкмәй. Йәһүә, Ғаләмдәге иң ҡеүәтле көстө — изге рухты ҡулланып, уларға майланған булыуҙарын асыҡ итеп белдерә!

УЛАР ЮҒАРЫНАН ТЫУА

9. Ефестарға 1:18, 19-ҙа әйтелгәнсә, майланған мәсихсе ниндәй үҙгәрештәр кисерә?

9 Күпселек Алла хеҙмәтселәренә мәсихсенең нисек итеп майланғанын аңлауы ауыр. Был ғәжәп түгел, сөнки улар үҙҙәре быны тоймаған. Алла бит кешеләрҙе күктә түгел, ә ерҙә йәшәү өсөн барлыҡҡа килтергән (Баш. 1:28; Зәб. 37:29). Әммә Йәһүә ҡайһы бер кешеләрҙе күктәге тормош өсөн һайлай. Шуға күрә, берәйһен изге рух менән майлағас, Йәһүә уның өмөтөн һәм фекер йөрөтөү рәүешен тулыһынса үҙгәртә. Һөҙөмтәлә майланған мәсихсе күктә йәшәргә теләй башлай. (Ефестарға 1:18, 19-ҙы уҡығыҙ.)

10. Яңынан тыуыу нимәне аңлата? (Төшөрмәне лә ҡарағыҙ.)

10 Изге рух менән майланғас, кеше «яңынан», йәғни «юғарынан» тыуа *. Ғайса Мәсих әйткәнсә, изге рух менән майланмаған кешегә яңынан тыуыу, йәғни рухтан тыуыу нимә икәнен аныҡ ҡына аңлатып булмай (Яхъя 3:3—8, төшөрмә).

11. Майланғандан һуң, мәсихсенең фекер йөрөтөү рәүеше нисек үҙгәрә?

11 Майланғас, мәсихсенең фекер йөрөтөү рәүеше нисек үҙгәрә? Бығаса ул ерҙә мәңге йәшәргә өмөтләнгән. Ул Йәһүәнең, бөтә яуызлыҡты юҡ итеп, ерҙә ожмах булдырасағын зарығып көткән. Бәлки, ул вафат булған туғандарын йә дуҫтарын нисек ҡаршы аласағын күҙ алдына килтергәндер. Әммә, изге рух менән майланғас, ул башҡаса фекер йөрөтә башлай. Ни өсөн? Ул ерҙәге тормош менән ҡәнәғәтһеҙләнеп китмәгән. Шулай уҡ, уның фекер йөрөтөүе стресс йә ниндәйҙер ҡайғы арҡаһында үҙгәргән, тип тә әйтеп булмай. Уның күңелендә, ерҙә мәңге йәшәү ҡыҙыҡһыҙ булыр, тигән уйҙар ҙа тыумаған. Улайһа, ни өсөн уның фекер йөрөтөү рәүеше һәм өмөтө үҙгәргән һуң? Сөнки Йәһүә изге рухы менән уның күңелендә шундай үҙгәрештәр яһаған.

12. 1 Петр 1:3, 4-тән күренеүенсә, майланғандар күктә йәшәү өмөтөнә нисек ҡарай?

12 Ҡайһы бер майланған мәсихселәр үҙҙәрен ундай хөрмәткә лайыҡ түгел тип һанарға мөмкин. Ләкин улар Йәһүә тарафынан һайланған булыуҙарына бер ҡасан да шикләнмәй. Күктә йәшәү өмөтө тураһында уйлағанда, уларҙың күңелдәре шатлыҡ һәм рәхмәт тойғоһо менән тула. (1 Петр 1:3, 4-те уҡығыҙ.)

13. Майланған мәсихселәр үҙҙәренең ерҙәге тормошона нисек ҡарай?

13 Был, майланғандар үлергә теләй, тигәнде аңлатамы? Илсе Павел был һорауға яуап бирә. Ул, майланған мәсихсенең тәнен ҡыуыш менән сағыштырып, былай тип яҙған: «Эйе, беҙ донъялағы „ҡыуыш“ыбыҙҙа саҡта, күңелгә ауыр булғанлыҡтан ыңғырашабыҙ, сөнки ошо тәнебеҙҙән ҡотолорға теләмәйбеҙ, әммә үлемесле тормош мәңгелек йәшәү тарафынан йотолһон өсөн, ошо тәнебеҙ өҫтөнән күктән килгән яңы кейемгә кейенергә теләйбеҙ» (2 Кор. 5:4). Был мәсихселәр ерҙәге тормошҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныуын юғалтмай һәм уның тиҙерәк тамамланыуын теләмәй. Киреһенсә, улар, тормоштан ҡыуаныс табып, һәр көндө үҙ ғаиләләре һәм дуҫтары менән бергә Йәһүәгә хеҙмәт итеп үткәрергә теләй. Шул уҡ ваҡытта улар үҙҙәренең иҫ киткес өмөтө тураһында онотмай (1 Кор. 15:53; 2 Пет. 1:4; 1 Яхъя 3:2, 3; Асыл. 20:6).

ЙӘҺҮӘ ҺЕҘҘЕ ИЗГЕ РУХ МЕНӘН МАЙЛАҒАНМЫ?

14. Мәсихсенең хеҙмәттә ашҡынып ҡатнашыуы йә үҙ тормошонда Йәһүәнең ярҙамын күреүе уның майланған булыуын дәлилләйме?

14 Бәлки, һеҙ: «Мин күктәге тормошҡа саҡырылғанмынмы?» — тип уйланаһығыҙҙыр. Улайһа, үҙегеҙгә бындай мөһим һорауҙар бирегеҙ: мин Йәһүәнең ихтыярын үтәү теләге менән янып тораммы? Вәғәз эшендә айырыуса ҙур ашҡыныу менән ҡатнашаммы? Алла Һүҙен тырышып өйрәнәмме һәм «Алла тәрәнлектәрен» тикшерергә яратаммы? (1 Кор. 2:10). Йәһүә миңә вәғәздә ҙур уңыштарға өлгәшергә ярҙам итәме? Мин башҡаларға рухи яҡтан ярҙам итеү өсөн яуаплылыҡ тояммы? Йәһүәнең миңә күп тапҡыр үҙенсәлекле итеп ярҙам иткәне булдымы? Әгәр һеҙ бөтә был һорауҙарға «эйе» тип яуап бирһәгеҙ, был һеҙҙең күктәге тормошҡа саҡырылғанығыҙҙы аңлатамы? Юҡ, аңлатмай. Ни өсөн? Сөнки Алланың бөтә хеҙмәтселәре, майланғандармы улар, юҡмы, шундай хистәр кисерергә мөмкин. Изге рух бөтә мәсихселәргә лә, өмөттәре ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, бер үк кимәлдә тәьҫир итә ала. Майланған булыуығыҙға шикләнәһегеҙ икән, был инде үҙенән-үҙе майланмағанығыҙҙы күрһәтә. Йәһүә тарафынан һайланғандар үҙҙәренең изге рух менән майланғанына шикләнмәй. Улар быны теүәл белә!

Йәһүә биргән изге рух ярҙамында Ибраһим, Сара, Дауыт һәм Сумдырыусы Яхъя ғәжәп эштәр башҡара алған, әммә улар күктә йәшәргә өмөтләнмәгән (15, 16-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

15. Изге рух алған хеҙмәтселәрҙең бөтәһе лә күктәге тормош өсөн һайланмағанын беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

15 Изге Яҙмала Алланың изге рухын алған, әммә күктәге тормошҡа саҡырылмаған тоғро хеҙмәтселәрҙең күп кенә миҫалдары килтерелә. Мәҫәлән, Дауыт батша изге рух йоғонтоһо аҫтында эш иткән (1 Сам. 16:13). Изге рух уға Йәһүә тураһында тәрән хәҡиҡәттәр аңларға ярҙам иткән һәм Изге Яҙманың ҡайһы бер өлөштәрен яҙырға рухландырған (Марк 12:36). Шулай ҙа илсе Петр Дауыт тураһында «күккә ашманы» тип әйткән (Ғәм. 2:34). Сумдырыусы Яхъя ла изге рух менән һуғарылған кеше булған (Лука 1:13—16). Ғайса уның хаҡта «тыуған кешеләр араһында Сумдырыусы Яхъянан бөйөгөрәк һис кем юҡ» тигән, әммә шунан ул Яхъяның күктәге Батшалыҡҡа кермәгәне тураһында әйткән (Матф. 11:10, 11). Йәһүә, был ирҙәргә изге рух биреп, уларға ғәжәп эштәр башҡарырға ярҙам иткән, ләкин ул уларҙы күктәге тормош өсөн һайламаған. Был, улар күктә идара итер өсөн һайланған кешеләргә ҡарағанда ул тиклем тоғро булмаған, тигәнде аңлатамы? Һис тә юҡ. Йәһүә уларҙы ерҙәге ожмахта йәшәү өсөн терелтәсәк (Яхъя 5:28, 29; Ғәм. 24:15).

16. Алла хеҙмәтселәренең күбеһе ниндәй бүләк көтә?

16 Бөгөн Алла хеҙмәтселәренең күбеһе күктә йәшәргә өмөтләнмәй. Ибраһим, Сара, Дауыт, Сумдырыусы Яхъя һәм боронғо заманда йәшәгән башҡа күп тоғро хеҙмәтселәр кеүек, улар Алла Батшалығының идараһы аҫтында ерҙә йәшәргә өмөтләнә (Евр. 11:10).

17. Киләһе мәҡәләлә ниндәй һорауҙар ҡаралыр?

17 Ҡайһы бер майланған мәсихселәр әле лә ерҙә йәшәгәнгә, беҙҙең һорауҙар тыуырға мөмкин (Асыл. 12:17). Мәҫәлән, майланғандар үҙ-үҙҙәренә нисек ҡарарға тейеш? Йыйылышығыҙҙа берәйһе Иҫкә алыу кисәһендә символдарҙан ауыҙ итә башлаһа, быға нисек ҡарарға кәрәк? Ундай мәсихселәрҙең һаны арта барғанға, борсолорға кәрәкме? Киләһе мәҡәләлә был һорауҙарға яуап бирелер.

^ 5 абз. Б. э. 33 йылының Илленсе көн байрамынан алып Йәһүә ҡайһы бер мәсихселәргә иҫ киткес өмөт — күктә Ғайса Мәсих менән бергә идара итергә өмөт бирә. Әммә улар үҙҙәренең шундай хөрмәтле хеҙмәт өсөн һайланғандарын ҡайҙан беләләр? Кеше нисек итеп изге рух менән майлана? Был мәҡәләлә ошо һорауҙарға яуап бирелер. Был материал 2016 йылдың ғинуар айында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»ның бер мәҡәләһенә нигеҙләнгән.

^ 2 абз. АҢЛАТМА. Йәһүә, билдәле бер кешеләрҙе һайлап, күктә Ғайса Мәсих менән бергә идара итһендәр өсөн, уларҙы изге рухы менән майлай. Үҙенең изге рухын ҡулланып, Алла ундай кешеләргә «аласаҡ мираҫтарына ышаныслы билдә», йәғни гарантия бирә (Ефес. 1:13, 14). Изге рух уларға күктәге бүләккә эйә булыуҙарын «раҫлай», йә, икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, быны асыҡ итеп белдерә (Рим. 8:16).

^ 5 абз. АҢЛАТМА. Был мөһөрләнеү мәңгегә түгел. Тоғро майланған мәсихселәр йә үлерҙәренән алда, йә ҙур афәт башланыр алдынан мәңгегә мөһөрләнә (Ефес. 4:30; Асыл. 7:2—4; 2016 йылдың апрель айында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»нда «Уҡыусыларҙың һорауҙары» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ).

^ 10 абз. Яңынан тыуыуҙың нимә аңлатҡаны тураһында күберәк белер өсөн, 2009 йыл 1 апрель һанында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»ның (тат.) 3—12-се биттәрен ҡарағыҙ.

27-СЕ ЙЫР Алла улдарын донъяға күрһәтер

^ 57 абз. РӘСЕМДӘ: иман хаҡына төрмәлә ултырабыҙмы йә иреклектә вәғәзләйбеҙ һәм кешеләрҙе өйрәтәбеҙме, Алла Батшалығының идараһы аҫтында ерҙә мәңге йәшәү өмөтө беҙгә көс бирә.