Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

6-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

Атабыҙ Йәһүә беҙҙе бик ярата

Атабыҙ Йәһүә беҙҙе бик ярата

«Һеҙ ошолай тип доға ҡылығыҙ: „Күктәге Атабыҙ“» (МАТФ. 6:9).

135-СЕ ЙЫР «Улым, зирәк бул»

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Фарсы батшаһы менән һөйләшеп алырға теләгән кеше нимә эшләргә тейеш булған?

КҮҘ алдына килтерегеҙ: һеҙ 2 500 йыл самаһы элек Фарсы батшалығында йәшәйһегеҙ, ти. Һеҙ батша менән бер һорау буйынса һөйләшергә теләйһегеҙ, шуға күрә батша йәшәгән Шушан ҡалаһына бараһығыҙ. Әммә уға мөрәжәғәт итер алдынан, һеҙгә уның рөхсәтен алырға кәрәк. Юғиһә, һеҙ ғүмерегеҙҙе юғалтырға мөмкин! (Әсф. 4:11).

2. Ни өсөн Йәһүәгә мөрәжәғәт итеү ауыр түгел?

2 Йәһүәнең Фарсы батшаһы кеүек булмағанына беҙ шундай шат! Йәһүә бөтә идарасыларға ҡарағанда ла күпкә ҡеүәтлерәк һәм бөйөгөрәк, шулай ҙа ул беҙҙең теләһә ниндәй ваҡытта үҙенә иркен рәүештә мөрәжәғәт итеүебеҙҙе теләй. Мәҫәлән, Барлыҡҡа килтереүсе, Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе һәм Аллаһы Тәғәлә кеүек юғары титулдар йөрөтһә лә, Йәһүә беҙҙе үҙенә «Атабыҙ» тип мөрәжәғәт итергә саҡыра (Матф. 6:9). Уның беҙҙең менән шундай яҡын мөнәсәбәттәр үҫтерергә теләүен белеү күңелебеҙҙе йылыта!

3. Ни өсөн беҙ Йәһүәгә «Атабыҙ» тип мөрәжәғәт итә алабыҙ, һәм был мәҡәләлә ниндәй һорауҙар ҡаралыр?

3 Йәһүә — Тормош сығанағы, шуға күрә беҙ уны хаҡлы рәүештә «Атабыҙ» тип атайбыҙ (Зәб. 36:9). Шулай булғас, беҙ уға буйһонорға тейеш. Ул ҡушҡанды үтәгәндә, беҙ иҫ киткес фатихалар алабыҙ (Евр. 12:9). Күктә йә ерҙә мәңге йәшәү өмөтө — шул фатихаларҙың береһе. Әммә бөгөн дә беҙ күп фатихаларға кинәнәбеҙ. Был мәҡәләнән беҙ бындай һорауҙарға яуап белербеҙ: хәҙерге ваҡытта Йәһүә, ҡайғыртыусан Атай булараҡ, нимә эшләй? Ни өсөн уның киләсәктә беҙҙе ҡалдырмаясағына һис тә шикләнмәҫкә була? Әммә тәүҙә, әйҙәгеҙ, ни өсөн күктәге Атабыҙҙың беҙҙе яратҡанына һәм беҙҙең хаҡта наҙлы итеп ҡайғыртҡанына тулыһынса ышанып булғанын ҡарап сығайыҡ.

ЙӘҺҮӘ — НАҘЛЫ ҺӘМ ҠАЙҒЫРТЫУСАН АТАЙ

Ҡайғыртыусан атай балалары менән яҡын мөнәсәбәттәрҙә булырға теләгән кеүек, Йәһүә беҙҙең үҙенә яҡынлашыуыбыҙҙы теләй (4-се абзацты ҡарағыҙ.)

4. Ни өсөн ҡайһы берәүҙәргә Йәһүәгә атайға ҡарағандай ҡарауы ауыр?

4 Һеҙгә Йәһүәгә атайға ҡарағандай ҡарауы еңелме? Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәрен Йәһүә менән сағыштырғанда бик бәләкәй һәм әһәмиәтһеҙ тип һанай. Улар Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһенең үҙҙәре хаҡында ҡайғыртҡанына шикләнә. Әммә Атабыҙ беҙҙең ундай хистәргә бирелеүебеҙҙе теләмәй. Ул беҙгә тормош биргән һәм беҙҙең менән дуҫлашырға теләй. Афина халҡына быны аңлатырға тырышып, илсе Павел былай тигән: «Ул беҙҙең беребеҙҙән дә йыраҡ түгел» (Ғәм. 17:24—29). Бала үҙенең ҡайғыртыусан атаһына ҡыйынһынмайынса мөрәжәғәт иткән кеүек, Йәһүә һәр беребеҙҙең үҙенә тап шулай мөрәжәғәт итеүен теләй.

5. Бер апай-ҡәрҙәштең миҫалынан ниндәй һабаҡ алып була?

5 Ҡайһы берәүҙәргә Йәһүәне Атай итеп ҡабул итеүе ауыр, сөнки уларҙың үҙ аталары яратыу һәм наҙлы хистәр сағылдырмаған. Бер апай-ҡәрҙәштең һүҙҙәренә иғтибар итәйек. Ул былай ти: «Атайым мине бик кәмһетә торғайны. Шуға күрә, Изге Яҙманы өйрәнә башлағас, миңә күктәге Атама яҡынлашыуы ауыр булды. Әммә Йәһүәне яҡшыраҡ белгәс, барыһы ла үҙгәрҙе». Һеҙ ҙә шундай хистәр кисерһәгеҙ, һис тә шикләнмәгеҙ: ваҡыт уҙыу менән һеҙ Йәһүәнең иң яҡшы Атай икәнен күрерһегеҙ.

6. Матфей 11:27-нән күренеүенсә, Йәһүә, беҙгә үҙен ҡайғыртыусан Атай итеп ҡабул итергә ярҙам итер өсөн, нимә эшләгән?

6 Йәһүә беҙгә үҙен ҡайғыртыусан Атай итеп ҡабул итергә ярҙам итә. Мәҫәлән, ул Ғайсаның эштәрен һәм һүҙҙәрен Изге Яҙмаға яҙҙыртҡан. (Матфей 11:27-не уҡығыҙ.) Ғайса Атаһының шәхесен шул тиклем теүәл сағылдырған, хатта: «Мине күргән кеше Атаны ла күргән», — тип әйтә алған (Яхъя 14:9). Ул йыш ҡына Йәһүәне Атай итеп һүрәтләгән. Дүрт «Һөйөнөслө Хәбәр» китабында ғына Ғайса «Атай» тигән һүҙҙе Йәһүәгә ҡарата яҡынса 200 тапҡыр ҡулланған. Ни өсөн Ғайса шул тиклем йыш Йәһүәне Атай тип атаған? Сәбәптәрҙең береһе: ул кешеләрҙе Йәһүәнең ҡайғыртыусан Атай икәненә инандырырға теләгән (Яхъя 17:25, 26).

7. Йәһүәнең үҙ Улы менән нисек мөғәмәлә иткәненән уның хаҡында нимә белеп була?

7 Әйҙәгеҙ, Йәһүәнең үҙ Улы Ғайса Мәсих менән нисек мөғәмәлә иткәнен ҡарап сығайыҡ. Ул Ғайсаның доғаларын һәр ваҡыт тыңлаған. Йәһүә шулай уҡ уның доғаларына яуап биргән (Яхъя 11:41, 42). Ниндәй генә ауырлыҡтар кисерһә лә, Ғайса Атаһының яратыуын һәм ярҙам итеүен тойған (Лука 22:42, 43).

8. Йәһүә Ғайсаға ниндәй яҡтарҙан ярҙам итеп торған?

8 Ғайса Атаһының Тормош сығанағы икәнен һәм үҙе хаҡында ҡайғыртҡанын белгән, шунлыҡтан: «Мин Уның арҡаһында йәшәйем», — тип әйткән (Яхъя 6:57). Ул Атаһына тулыһынса таянған, һәм Йәһүә уның физик ихтыяждарын ҡәнәғәтләндергән. Ә иң мөһиме, Йәһүә Ғайса хаҡында рухи яҡтан ҡайғыртҡан (Матф. 4:4).

9. Йәһүә Ғайса өсөн ҡайғыртыусан Атай булғанын нисек күрһәткән?

9 Ҡайғыртыусан Атай булараҡ, Йәһүә Ғайсаны һәр ваҡыт ярҙам итеп торасағына ышандырған (Матф. 26:53; Яхъя 8:16). Ғайсаны һәр ҡайһы зыяндан һаҡламаһа ла, Йәһүә уға һынауҙарҙы кисереп сығырға көс биргән. Ғайса үҙенең бөтә ғазаптарының ваҡытлыса ғына булғанын белгән (Евр. 12:2). Йәһүә уны яратҡанын асыҡ итеп күрһәткән: ул уны иғтибар менән тыңлаған, бөтә кәрәкле нәмә менән тәьмин иткән, өйрәткән һәм уға ярҙам итеп торған (Яхъя 5:20; 8:28). Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, күктәге Атабыҙҙың беҙҙең хаҡта нисек ҡайғыртҡанын ҡарап сығайыҡ.

КҮКТӘГЕ АТАБЫҘ БЕҘҘЕҢ ХАҠТА НИСЕК ҠАЙҒЫРТА?

Ҡайғыртыусан атай үҙенең балаларын 1) тыңлай, 2) уларҙың ихтыяждарын ҡайғырта, 3) өйрәтә һәм 4) нығыта. Күктәге Атабыҙ беҙҙең хаҡта шулай уҡ ҡайғырта (10—15-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

10. Зәбур 66:19, 20 буйынса, Йәһүә беҙҙе яратҡанын нисек күрһәтә?

10 Йәһүә доғаларыбыҙҙы тыңлай. (Зәбур 66:19, 20-не * уҡығыҙ.) Атабыҙ доғаларыбыҙҙың оҙонлоғон сикләмәй, шулай уҡ нисә тапҡыр һәм нимә тураһында доға ҡылырға кәрәклеген дә билдәләмәй. Ул беҙҙе мөмкин тиклем йышыраҡ доға ҡылырға саҡыра (1 Фес. 5:17). Ҡайҙа ғына булһаҡ та, беҙ уға теләһә ниндәй ваҡытта ихтирам менән мөрәжәғәт итә алабыҙ. Эштәре бик күп булһа ла, Йәһүә һәр ваҡыт беҙҙе тыңларға әҙер. Йәһүәнең доғаларыбыҙҙы тыңлауын белеү беҙҙе уға тағы ла нығыраҡ яҡынлаштыра. Мәҙхиә йырлаусы: «Мин Йәһүәне яратам, сөнки ул минең ауазымды... ишетә», — тип әйткән (Зәб. 116:1).

11. Йәһүә доғаларыбыҙға нисек яуап бирә?

11 Атабыҙ доғаларыбыҙҙы тыңлап ҡына ҡалмай, ул шулай уҡ беҙгә яуап бирә. Илсе Яхъя беҙҙе былай тип ышандыра: «Беҙ Алланың ихтыяры буйынса ниҙер һорайбыҙ икән, Ул беҙҙе ишетә» (1 Яхъя 5:14, 15). Әлбиттә, Йәһүә доғабыҙға беҙ көткәнсә яуап бирмәҫкә лә мөмкин. Ул беҙҙең өсөн нимә яҡшыраҡ икәнен белә, шуға күрә ҡайһы ваҡыт доғабыҙға «юҡ» тип яуап бирә йәки доғаға яуапты бер аҙ көтөүебеҙҙе теләй (2 Кор. 12:7—9).

12, 13. Йәһүә беҙҙең хаҡта нисек ҡайғырта?

12 Йәһүә беҙҙе бөтә кәрәкле нәмә менән тәьмин итә. Ул атайҙарға ҡуйған талапты үҙе лә үтәй (1 Тим. 5:8). Алла үҙ балаларының матди ихтыяждарын ҡайғырта. Ул беҙҙең ризыҡ, кейем йә йәшәү урыны тураһында борсолоуыбыҙҙы теләмәй (Матф. 6:32, 33; 7:11). Ҡайғыртыусан атай булараҡ, Йәһүә хатта киләсәгебеҙҙең яҡты булыуын да хәстәрләгән.

13 Ә иң мөһиме, Йәһүә беҙҙең рухи ихтыяждарыбыҙҙы ҡәнәғәтләндерә. Изге Яҙма аша ул беҙгә үҙе һәм үҙенең ниәттәре тураһында хәҡиҡәтте асты, шулай уҡ тормошобоҙҙоң маҡсатын аңлатты һәм беҙҙе ниндәй киләсәк көткәнен белгертте. Йәһүә ата-әсәбеҙ йә башҡа мәсихсе аша беҙҙе хәҡиҡәт менән таныштырҙы һәм шулай итеп беҙгә шәхси иғтибар күрһәтте. Ул әле лә беҙгә йыйылыш өлкәндәре һәм рухи яҡтан етлеккән башҡа ҡәрҙәштәр аша ярҙам итеп тора. Бынан тыш, йыйылыш осрашыуҙарында беҙ рухи ғаиләбеҙ менән бергә Йәһүәнән өйрәнәбеҙ. Был һәм башҡа ысулдар ярҙамында Йәһүә беҙҙең барыбыҙға ла атайҙарса яратыуын күрһәтә (Зәб. 32:8).

14. Ни өсөн Йәһүә беҙҙе өйрәтә, һәм ул быны нисек эшләй?

14 Йәһүә беҙҙе өйрәтә. Ғайса Мәсихтән айырмалы булараҡ, беҙ камил түгел. Шуға күрә Атабыҙ, беҙҙе өйрәткәндә, кәрәк саҡта төҙәтеп тә ебәрә. Алла Һүҙендә: «Раббы Үҙе яратҡан кешеләрҙе тәрбиәләй», — тиелгән (Евр. 12:6, 7). Йәһүә беҙҙе төрлөсә төҙәтә. Мәҫәлән, Изге Яҙманы уҡығанда йә йыйылыш осрашыуында ултырғанда, беҙ үҙебеҙҙә ниндәй үҙгәрештәр яһарға кәрәклеген аңларға мөмкин. Бынан тыш, Йәһүә беҙҙе өлкәндәр аша төҙәтә ала. Атабыҙ ниндәй генә ысул ҡулланһа ла, ул быны яратыуҙан сығып эшләй (Ирем. 30:11).

15. Йәһүә беҙҙе нисек нығыта?

15 Һынауҙар ваҡытында Йәһүә беҙҙе нығыта. Атай кеше ауырлыҡтар кисергән балаһына ярҙам иткән кеүек, күктәге Атабыҙ беҙгә һынауҙарҙы кисереп сығырға көс бирә. Үҙенең изге рухы ярҙамында ул беҙҙе рухи зыяндан һаҡлай (Лука 11:13). Ул шулай уҡ эмоциональ яҡтан да беҙҙе нығыта. Мәҫәлән, ул беҙгә иҫ киткес өмөт бирә. Яҡты киләсәккә өмөт ауыр ваҡыттарҙа беҙгә көс өҫтәй. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: ниндәй генә бәләгә осраһаҡ та, Йәһүә беҙ кисергән теләһә ниндәй зыянды тулыһынса бөтөрә ала. Һынауҙар — ваҡытлыса ғына, ә Йәһүәнең фатихалары — мәңгелек! (2 Кор. 4:16—18).

АТАБЫҘ БЕҘҘЕ БЕР ҠАСАН ДА ҠАЛДЫРМАЯСАҠ

16. Әҙәм үҙенең Атаһына ҡаршы сыҡҡас, нимә булған?

16 Ерҙәге ғаиләһендә ауырлыҡтар тыуғас, Йәһүәнең нисек эш иткәненән уның беҙҙе яратҡанын күреп була. Күктәге Атаһына буйһонмағас, Әҙәм бүтән Йәһүәнең бәхетле ғаиләһендә ҡала алмаған һәм тоҡомдарын да был мөмкинлектән мәхрүм иткән (Рим. 5:12; 7:14). Ләкин Йәһүә кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙған.

17. Әҙәм фетнә күтәргәс, Йәһүә шунда уҡ нимә эшләгән?

17 Йәһүә Әҙәмгә тейешле яза биргән, әммә уның тоҡомдарын өмөтһөҙ ҡалдырмаған. Ул шунда уҡ тыңлаусан кешеләрҙе үҙенең ғаиләһенә ҡайтарырға вәғәҙә иткән (Баш. 3:15, ЯДТ; Рим. 8:20, 21). Йәһүә быны Ғайса Мәсихтең йоломо нигеҙендә эшләй алған. Беҙҙең хаҡҡа ҡәҙерле Улын биреп, Алла беҙҙе ни тиклем ныҡ яратҡанын күрһәткән (Яхъя 3:16).

Алланан ситләшһәк, әммә тәүбә итһәк, күктәге Атабыҙ беҙҙе шатланып ҡабул итер (18-се абзацты ҡарағыҙ.)

18. Ни өсөн, ҡайһы саҡ Йәһүәнән ситләшһәк тә, уның беҙҙе үҙ ғаиләһендә күрергә теләгәненә һис тә шикләнмәҫкә була?

18 Камил булмаһаҡ та, Йәһүә беҙҙең үҙ ғаиләһендә булыуыбыҙҙы теләй, ул беҙҙе йөк тип һанамай. Ҡайһы ваҡыт беҙ уның өмөттәрен аҡламаҫҡа йә унан ситләшергә мөмкин, әммә ундай саҡтарҙа Йәһүә һәр ваҡыт беҙҙең кире ҡайтырыбыҙға өмөтләнә. Юлдан яҙған ул тураһында ҡисса һөйләп, Ғайса Йәһүәнең атайҙарса яратыуының ни тиклем тәрән икәнен күрһәткән (Лука 15:11—32). Был ҡиссала һүрәтләнгән атай улының кире ҡайтырына өмөтөн бер ҡасан да юғалтмаған. Улы кире ҡайтҡас, атаһы уны шатланып ҡаршы алған. Йәһүәнән ситләшһәк, әммә тәүбә итһәк, күктәге Атабыҙҙың беҙҙе шатланып ҡабул итеренә һис тә шикләнмәҫкә була.

19. Йәһүә Әҙәм килтергән зыянды нисек бөтөрәсәк?

19 Күктәге Атабыҙ Әҙәм килтергән зыянды тулыһынса юҡ итәсәк. Әҙәм фетнә күтәргәндән һуң, Йәһүә 144 000 кешене күккә саҡырырға ниәтләгән. Улар уның Улы менән бергә батшалар һәм руханиҙар булып хеҙмәт итергә тейеш булған. Яңы донъяла Ғайса һәм уның хакимдаштары тыңлаусан кешеләргә камиллыҡҡа өлгәшергә ярҙам итер. Ә һуңғы һынауҙан һуң, Алла кешеләрҙе мәңгелек тормош менән бүләкләр. Ул саҡта ер шары Йәһүәнең камил улдары һәм ҡыҙҙары менән тулы булыр. Быны күреү Атабыҙға күп шатлыҡ килтерер. Ниндәй иҫ киткес ваҡыт беҙҙе көтә!

20. Йәһүә беҙҙе бик ныҡ яратҡанын нисек күрһәтә, һәм киләһе мәҡәләлә беҙ нимә тураһында белербеҙ?

20 Йәһүә беҙҙе бик ныҡ ярата. Ул — иң яҡшы Атай. Ул доғаларыбыҙҙы тыңлай һәм беҙҙе бөтә кәрәкле нәмәләр менән тәьмин итә, шулай уҡ матди һәм рухи ихтыяждарыбыҙҙы ҡайғырта. Ул беҙҙе өйрәтә һәм беҙгә гел ярҙам итеп тора. Бынан тыш, Атабыҙ беҙҙең өсөн күп иҫ киткес бүләктәр әҙерләп ҡуйған. Йәһүәнең беҙҙе яратҡанын һәм беҙҙең хаҡта ҡайғыртҡанын белеү күңелебеҙҙе бик йылыта! Киләһе мәҡәләлә беҙ, Алла балалары булараҡ, нисек уға яратыу күрһәтә алғаныбыҙҙы ҡарап сығырбыҙ.

108-СЕ ЙЫР Алланың тоғро мөхәббәте

^ 5 абз. Йәһүә Барлыҡҡа килтереүсе һәм Ғаләмдең хакимы ғына түгел, ә шулай уҡ наҙлы һәм ҡайғыртыусан Атабыҙ. Ни өсөн улай тип әйтеп була? Һәм ни өсөн Йәһүәнең беҙҙе бер ҡасан да ҡалдырмаясағына һис тә шикләнмәҫкә була? Был мәҡәләлә ошо һорауҙарға яуап бирелер.

^ 10 абз. Зәбур 66:19, 20: «Алла ишетте, доғама иғтибар итте. Доғамды кире ҡаҡмаған, мине үҙенең тоғро мөхәббәтенән айырмаған Алланы маҡтағыҙ».

^ 60 абз. РӘСЕМДӘРҘӘ: дүрт рәсемдең һәр береһендә атай кеше балаһы менән төшөрөлгән: атай улын иғтибар менән тыңлай, атай ҡыҙын ашата, атай улын өйрәтә, атай улын йыуата. Дүрт рәсемдең артында төшөрөлгән ҡул Йәһүәнең беҙҙең хаҡта шундай уҡ ысулдар ярҙамында ҡайғыртҡанын күрһәтә.