Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

7-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

Беҙ күктәге Атабыҙҙы бик ныҡ яратабыҙ

Беҙ күктәге Атабыҙҙы бик ныҡ яратабыҙ

«Беҙ яратабыҙ, сөнки беренсе булып беҙҙе Алла яратты» (1 ЯХЪЯ 4:19).

3-СӨ ЙЫР Ҡаябыҙ, ышыҡ урыныбыҙ, таянысыбыҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. Ни өсөн һәм нисек Йәһүә беҙгә үҙ ғаиләһенә ҡушылырға мөмкинлек биргән?

ЙӘҺҮӘ беҙҙе үҙ ғаиләһенә ҡушылырға саҡыра. Ниндәй иҫ киткес саҡырыу! Алла ғаиләһенең бөтә ағзалары ла уға бағышланған һәм Ғайса Мәсихтең йолом ҡорбанына иман итә. Эйе, беҙҙең ғаиләбеҙ бик бәхетле! Беҙ инде хәҙер мәғәнәле тормош алып барабыҙ һәм күктә йә ерҙәге ожмахта мәңге йәшәү өмөтөнә сикһеҙ шатланабыҙ.

2 Йәһүә беҙҙе бик ныҡ ярата, шунлыҡтан, беҙҙе үҙ ғаиләһенә ҡабул итер өсөн, ҙур хаҡ түләгән (Яхъя 3:16). Беҙ «ҡиммәт хаҡҡа» һатып алынғанбыҙ (1 Кор. 6:20). Йолом нигеҙендә беҙ Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәр үҫтерә алабыҙ. Ғаләмдәге иң бөйөк Шәхесте Атай тип йөрөтөү — беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт! Ә үткән мәҡәләлә аңлатылғанса, Йәһүә — иң яҡшы Атай.

3. Беҙҙең ниндәй һорауҙар тыуырға мөмкин? (« Йәһүә минең менән ҡыҙыҡһынамы?» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)

3 Изге Яҙманы яҙыуҙа ҡатнашҡан бер хеҙмәтсе кеүек, беҙ, бәлки: «Миңә ҡылған бар яҡшылығы өсөн Йәһүәгә нимә ҡайтарайым?» — тип һорайбыҙҙыр (Зәб. 116:12). Әлбиттә, беҙ Йәһүәгә бөтә игелеге өсөн тулыһынса ҡайтара алмайбыҙ. Шулай ҙа беҙ уның яратыуына яратыу менән ҡайтара алабыҙ. Илсе Яхъя: «Беҙ яратабыҙ, сөнки беренсе булып беҙҙе Алла яратты», — тип яҙған (1 Яхъя 4:19). Беҙ күктәге Атабыҙға ҡарата яратыуыбыҙҙы нисек сағылдыра алабыҙ?

ЙӘҺҮӘ МЕНӘН ЯҠЫН МӨНӘСӘБӘТТӘР ҺАҠЛАҒЫҘ

Йәһүә менән доға аша һөйләшеп, уға буйһоноп һәм башҡаларға уны яратырға ярҙам итеп, беҙ күктәге Атабыҙҙы ни тиклем ныҡ яратҡаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ (4—14-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.

4. а) Яҡуб 4:8-ҙән күренеүенсә, ни өсөн, Йәһүәгә яҡынлашырға теләһәк, тырышлыҡтар һалырға кәрәк? б) Йәһүәгә нисек яҡынлашып була?

4 Йәһүә беҙҙең үҙенә яҡынлашыуыбыҙҙы һәм үҙе менән аралашыуыбыҙҙы теләй. (Яҡуб 4:8-ҙе уҡығыҙ.) Атабыҙ беҙҙе «арымай-талмай доға» ҡылырға өндәй, һәм ул доғаларыбыҙҙы һәр ваҡыт тыңларға әҙер (Рим. 12:12). Йәһүә беҙгә бер ҡасан да: «Һеҙҙе тыңларға ваҡытым һәм көсөм юҡ», — тип әйтмәҫ. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, Изге Яҙманы һәм уны аңларға ярҙам иткән баҫмаларҙы уҡып, Алланы тыңлай алабыҙ. Беҙ шулай уҡ, йыйылыш осрашыуҙарында иғтибарлы булып, Атабыҙҙы тыңлайбыҙ. Тығыҙ аралашыу балаларға ата-әсәләре менән яҡын мөнәсәбәттәр һаҡларға ярҙам иткән кеүек, Йәһүә менән даими аралашыу беҙгә унан ситләшмәҫкә ярҙам итә.

5-се абзацты ҡарағыҙ

5. Доғаларыбыҙҙың сифатын нисек яҡшыртып була?

5 Доғаларығыҙҙың сифаты тураһында уйланығыҙ. Йәһүә доғала күңелебеҙҙе бушатыуыбыҙҙы теләй (Зәб. 62:8). Бындай һорау өҫтөндә уйлап алырға була: «Минең доғаларым нимәгә оҡшаш: бер үк һүҙҙәр баҫтырылған открыткаларғамы, әллә ҡулдан яҙылған һәм эскерһеҙ хистәрҙе белдергән хаттарғамы?» Һис шикһеҙ, һеҙ Йәһүәне бик яратаһығыҙ һәм уның менән йылы мөнәсәбәттәрҙә булырға теләйһегеҙ. Бының өсөн һеҙгә уның менән даими аралашырға кәрәк. Уға серҙәрегеҙҙе асығыҙ, шатлыҡтарығыҙ һәм ҡайғыларығыҙ менән бүлешегеҙ. Унан теләһә ниндәй ваҡытта ярҙам һорап булғанына бер ҙә шикләнмәгеҙ.

6. Күктәге Атабыҙ менән яҡын мөнәсәбәттәр һаҡлар өсөн, нимә эшләргә кәрәк?

6 Күктәге Атабыҙ менән яҡын мөнәсәбәттәр һаҡлар өсөн, уға һәр ваҡыт рәхмәтле булырға кәрәк. Беҙ мәҙхиә йырлаусының бындай һүҙҙәре менән килешәбеҙ: «Ни тиклем күп ғәжәйеп эштәр башҡарҙың һин, эй Йәһүә Аллам, беҙгә ҡарата уй-ниәттәрең шундай күп! Бер кем дә һиңә тиңләшә алмай. Уларҙы һөйләп бирергә тырышҡан булһам да, улар һанап бөтөргөһөҙ күп булыр ине!» (Зәб. 40:5). Беҙ Йәһүәгә ҡарата рәхмәт хисен тойоп ҡына ҡалмайбыҙ, ә рәхмәтебеҙҙе һүҙҙәр һәм эштәр менән белдерергә лә тырышабыҙ. Бының менән беҙ башҡа кешеләрҙән айырылып торабыҙ, сөнки был донъя кешеләре Алланың игелекле эштәре өсөн рәхмәтле түгел. Ысынында, кешеләрҙең рәхмәтһеҙ булыуы — «ахырызаман» ваҡытында йәшәүебеҙҙе күрһәтеп торған бер билдә (2 Тим. 3:1, 2). Ундай рухты һис ҡасан үҙләштермәйек!

7. Йәһүә беҙҙән нимә көтә һәм ни өсөн?

7 Ата-әсәләр балаларының бәхәсләшеп түгел, ә дуҫ булып йәшәүен теләй. Шуның шикелле, Йәһүә лә бөтә балаларының үҙ-ара татыу булыуын теләй. Арабыҙҙағы яратыу беҙҙең ысын мәсихселәр икәнебеҙҙе иҫбатлай (Яхъя 13:35). Беҙ мәҙхиә йырлаусының бындай һүҙҙәренә ҡушылабыҙ: «Ҡәрҙәштәрҙең берҙәмлектә йәшәүе шундай яҡшы һәм шундай күңелле!» (Зәб. 133:1). Ҡәрҙәштәргә яратыу сағылдырып, беҙ Йәһүәне яратыуыбыҙҙы иҫбатлайбыҙ (1 Яхъя 4:20). Бер-береһенә ҡарата «изгелекле, шәфҡәтле» булған ҡәрҙәштәр араһында булыу шундай рәхәт! (Ефес. 4:32).

ЯРАТЫУЫҒЫҘҘЫ ТЫҢЛАУСАНЛЫҠ АША КҮРҺӘТЕГЕҘ

8-се абзацты ҡарағыҙ

8. 1 Яхъя 5:3 буйынса, беҙ, иң беренсе сиратта, ни өсөн Йәһүәгә буйһонабыҙ?

8 Балалар ата-әсәләрен тыңларға тейеш булған кеүек, күктәге Атабыҙ беҙҙән тыңлаусан булыуҙы көтә (Ефес. 6:1). Йәһүә буйһоноуға лайыҡ, сөнки ул — Барлыҡҡа килтереүсе, Тормош сығанағы һәм иң зирәк Атай. Әммә, иң беренсе сиратта, беҙ, Йәһүәне яратҡанға, уға буйһонабыҙ. (1 Яхъя 5:3-тө уҡығыҙ.) Алланы тыңлар өсөн сәбәптәр күп булһа ла, ул беҙҙе быға мәжбүр итмәй. Йәһүә беҙгә һайлау ирке бүләк иткән, шуға күрә, беҙ уға яратыуҙан сығып буйһонғанда, был уны бик шатландыра.

9, 10. Ни өсөн Йәһүәнең нормаларын белеү һәм улар буйынса йәшәү мөһим?

9 Ата-әсәләр балаларының имен-һау булыуын теләй. Шуға күрә, балаларын төрлө ҡурҡыныстарҙан яҡлар өсөн, улар тәртипкә ҡағылышлы ҡағиҙәләр урынлаштыра. Был ҡағиҙәләргә буйһоноп, балалар ата-әсәләренә ышанғанын һәм уларҙы хөрмәт иткәнен күрһәтә. Әммә күктәге Атабыҙҙың нормаларын белеү һәм улар буйынса йәшәү күпкә мөһимерәк. Шулай эшләп, беҙ уны яратҡаныбыҙҙы һәм хөрмәт иткәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Бынан тыш, был үҙебеҙгә файҙа килтерә (Ишағ. 48:17, 18). Ә Йәһүәне һәм уның нормаларын кире ҡаҡҡан кешеләр күп зыян күрә (Гал. 6:7, 8).

10 Йәһүәне ҡыуандырырлыҡ итеп йәшәү беҙҙе физик, эмоциональ һәм рухи зыяндан һаҡлай. Йәһүә беҙҙең өсөн нимә яҡшыраҡ икәнен белә. Ҡушма Штаттарҙан Аврора исемле апай-ҡәрҙәш бына нимә ти: «Йәһүәгә буйһоноп, беҙ иң яҡшы тормош алып барабыҙ». Эйе, был ысынлап та шулай. Уйлап ҡарағыҙ, Йәһүәгә буйһоноу һеҙгә күпме файҙа килтерә!

11. Доға беҙгә нисек ярҙам итә?

11 Доға беҙгә, хатта ауыр булғанда ла, Аллаға буйһонорға ярҙам итә. Ҡайһы ваҡыт Йәһүәгә тыңлаусан булыу еңел түгел, әммә беҙ гонаһ ҡылыу теләге менән һәр ваҡыт көрәшергә тейеш. Мәҙхиә йырлаусы Аллаға: «Һиңә күндәм булыу теләге уят миндә», — тип ялбарған (Зәб. 51:12). Даими пионер булып хеҙмәт иткән Дениз исемле апай-ҡәрҙәш былай ти: «Йәһүәнең берәй әмеренә буйһоноуы ауыр булғанда, мин доға ҡылып дөрөҫ эш итергә көс һорайым». Һис тә шикләнмәгеҙ: Йәһүә ундай доғаларға һәр ваҡыт яуап бирә (Лука 11:9—13).

БАШҠАЛАРҒА АТАБЫҘҒА ҠАРАТА ЯРАТЫУ ҮҪТЕРЕРГӘ ЯРҘАМ ИТЕГЕҘ

12. Ефестарға 5:1 буйынса, беҙгә нимә эшләргә кәрәк?

12 Ефестарға 5:1-ҙе уҡығыҙ. «Алланың ҡәҙерле балалары булараҡ», беҙ унан өлгө алыр өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ. Шуға күрә беҙ башҡаларҙы яратырға, ғәфү итергә һәм уларға ҡарата игелекле булырға тырышабыҙ. Яҡшы тәртибебеҙ Алланы белмәгән кешеләрҙе уның тураһында белем ала башларға дәртләндерергә мөмкин (1 Пет. 2:12). Йәһүә кешеләр менән нисек мөғәмәлә итә, ата-әсәләр ҙә балалары менән шулай мөғәмәлә итергә тейеш. Шул саҡта балалар, моғайын, ҡайғыртыусан Атабыҙ менән дуҫлыҡ үҫтерергә теләр.

13-сө абзацты ҡарағыҙ

13. Ҡыйыу булырға беҙгә нимә ярҙам итер?

13 Ғәҙәттә, бала үҙ атаһы менән ғорурлана һәм уның тураһында һөйләргә ярата. Шуның шикелле, беҙ ҙә күктәге Атабыҙ менән ғорурланабыҙ һәм башҡаларҙың да уны белеүен теләйбеҙ. Дауыт батшаның: «Мин Йәһүә менән маҡтанырмын», — тигән һүҙҙәре күңелебеҙгә бик яҡын (Зәб. 34:2). Әммә оялсан булһаҡ, нимә эшләргә? Ҡайҙан ҡыйыулыҡ табырға? Шул хаҡта уйланыу мөһим: башҡаларға Атабыҙ тураһында һөйләп, беҙ уны шатландырабыҙ һәм кешеләргә ҙур файҙа килтерәбеҙ. Йәһүә беҙгә батырлыҡ бирер. Ул беренсе быуатта йәшәгән мәсихселәргә ҡыйыу булырға ярҙам иткән һәм беҙгә лә ярҙам итер (1 Фес. 2:2).

14. Ни өсөн вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эше бик мөһим?

14 Йәһүә кешеләрҙе айырмай. Беҙ ҙә сығышы буйынса төрлө кешеләргә ҡарата яратыу сағылдырғанда, ул бик ҡыуана (Ғәм. 10:34, 35). Һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләү — кешеләргә яратыу сағылдырыр өсөн иң яҡшы ысулдарҙың береһе (Матф. 28:19, 20). Был эш ниндәй файҙа килтерә? Беҙҙе тыңлаған кешеләр, инде хәҙер тормоштарын яҡшыртып, мәңге йәшәү өмөтөнә эйә була ала (1 Тим. 4:16).

КҮКТӘГЕ АТАБЫҘҘЫ ЯРАТЫҒЫҘ ҺӘМ БӘХЕТЛЕ БУЛЫҒЫҘ

15, 16. Бәхетле булыр өсөн ниндәй сәбәптәр бар?

15 Ҡайғыртыусан Атай булараҡ, Йәһүә үҙ ғаиләһенең бәхетле булыуын теләй (Ишағ. 65:14). Төрлө ауырлыҡтар кисерһәк тә, беҙҙең бәхетле булыр өсөн сәбәптәр бик күп. Мәҫәлән, беҙ күктәге Атабыҙҙың үҙебеҙҙе яратҡанына һис тә шикләнмәйбеҙ. Беҙҙең шулай уҡ Алла Һүҙенән хаҡ белемдәребеҙ бар (Ирем. 15:16). Бынан тыш, беҙ — иҫ киткес ғаиләнең ағзалары. Был ғаиләлә барыһы ла Йәһүәне ярата, уның нормалары буйынса йәшәй һәм бер-береһен ҡәҙерләй (Зәб. 106:4, 5).

16 Бәхетле булыр өсөн тағы бер сәбәп: беҙ киләсәктә тормош күпкә яҡшыраҡ буласағын беләбеҙ. Тиҙҙән Йәһүә бөтә яуызлыҡты юҡ итәсәк һәм үҙенең Батшалығы ярҙамында ерҙе ожмахҡа әйләндерәсәк. Үлгән кешеләр тереләсәк һәм ҡабат яҡындары менән бергә йәшәйәсәк (Яхъя 5:28, 29). Эйе, ул ваҡыт иҫ киткес шатлыҡлы буласаҡ! Ә иң мөһиме, беҙҙе шул шатландыра: оҙаҡламай күктә һәм ерҙә йәшәгән бөтә тере заттар Йәһүәне данлаясаҡ һәм уға тоғролоҡ һаҡлаясаҡ, сөнки ул быға лайыҡлы.

10-СЫ ЙЫР Йәһүә Алланы данла!

^ 5 абз. Йәһүә беҙҙе бик ныҡ ярата һәм үҙ ғаиләһенә ҡабул итә. Был беҙҙе яуап итеп уны яратырға дәртләндерә. Был мәҡәләлә беҙ күктәге Атабыҙға ҡарата яратыуыбыҙҙы нисек сағылдырып булғанын ҡарап сығырбыҙ.