Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

9-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

Йәһүә һеҙгә тыныслыҡ бирһен

Йәһүә һеҙгә тыныслыҡ бирһен

«Борсолоуҙар мине биләп алғанда, һин миңә йыуаныс һәм тыныслыҡ бирҙең» (ЗӘБ. 94:19).

44-СЕ ЙЫР Бойоҡҡан кешенең доғаһы

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Беҙ нимә арҡаһында борсолорға мөмкин, һәм был беҙгә нисек тәьҫир итә ала?

ҺЕҘҘЕҢ нимәлер арҡаһында ныҡ борсолған саҡтарығыҙ булдымы? * Бәлки, әлеге ваҡытта һеҙ берәй кешенең һүҙҙәренә йә эштәренә рәнйеп көйәләнәһегеҙҙер. Йә үҙегеҙ берәйһен рәнйеткәнгә борсолаһығыҙҙыр. Ә, бәлки, һеҙ хата яһағанһығыҙҙыр һәм хәҙер, Йәһүә мине бер ҡасан да ғәфү итмәҫ, тип уйлайһығыҙҙыр. Борсолоуға бирелгәндә, беҙҙең бындай уйҙар тыуырға мөмкин: «Мин шул тиклем борсолам, күрәһең, миңә иман етмәй, тимәк, мин насар кеше». Әммә шулай тип уйлау дөрөҫмө?

2. Борсолоу иман етмәүен аңлатмай әле. Изге Яҙманан ниндәй миҫалдар быны раҫлай?

2 Изге Яҙманан бер нисә миҫал ҡарап сығайыҡ. Самуил пәйғәмбәрҙең әсәһе Һанна көслө иманлы кеше булған. Шулай ҙа, үҙ ғаиләһендә насар мөғәмәлә менән осрашҡас, ул тәрән борсолоуға бирелгән (1 Сам. 1:7). Илсе Павелдың да иманы бик көслө булған, әммә ул бөтә йыйылыштар хаҡында борсолоп йәшәгән (2 Кор. 11:28). Дауыт батша Йәһүәгә шул тиклем ныҡ иман иткән, хатта Йәһүә уны айырыуса наҙлы итеп яратҡан (Ғәм. 13:22). Ләкин Дауыт, хаталар яһап, шул арҡала ныҡ ҡайғырған (Зәб. 38:4). Йәһүә был хеҙмәтселәрҙең һәр береһен йыуатҡан һәм тынысландырған. Әйҙәгеҙ, уларҙың миҫалдарынан нимәгә өйрәнеп булғанын ҡарап сығайыҡ.

ТОҒРО ҺАННАНАН ӨЙРӘНӘБЕҘ

3. Ни өсөн тупаҫ һүҙҙәр беҙҙе рәнйетә ала?

3 Кемдер беҙҙең менән насар мөғәмәлә итһә йә беҙгә тупаҫ һүҙҙәр әйтһә, беҙ йән тыныслығын юғалтырға мөмкин. Ә әгәр ул кеше яҡын дуҫыбыҙ йә туғаныбыҙ булһа, беҙгә айырыуса ауыр. Беҙ шул кеше менән мөнәсәбәттәребеҙ боҙолғанға борсолорға мөмкин. Ҡайһы берәүҙәр, уйламайынса һөйләп, күңелебеҙҙе «ҡылыстай» яралай (Ғиб. һүҙ. 12:18). Ә кемдер, күңелебеҙҙе әрнетергә теләп, белә тороп шундай һүҙҙәр һайлай. Бер йәш апай-ҡәрҙәш шуға оҡшаш хәлгә осраған. Ул былай тип һөйләй: «Бер нисә йыл элек мин яҡшы дуҫ тип иҫәпләгән ҡыҙыҡай социаль селтәрҙәрҙә минең хаҡта ғәйбәт тарата башланы. Мин бик рәнйенем һәм борсолдом. Уның ни өсөн күңелемде яраларға теләгәнен аңлай алмай инем». Дуҫығыҙ йә туғанығыҙ һеҙҙең менән шулай эш итһә, Һаннаның миҫалы һеҙгә күп файҙа килтерер.

4. Һанна ниндәй ауыр хәлдә булған?

4 Һанна етди ауырлыҡтар менән осрашҡан. Ул күп йылдар бала таба алмаған (1 Сам. 1:2). Израилдә түлһеҙ ҡатындар ҡәһәрләнгән тип һаналған. Шул арҡала Һанна үҙен кәмһетелгән итеп тойған (Баш. 30:1, 2). Етмәһә, иренең икенсе ҡатыны Фәнинә күп бала тапҡан. Фәнинә ирен Һаннанан көнләшкән һәм уны «бер туҡтауһыҙ» мыҫҡыллап торған (1 Сам. 1:6). Тәүҙә Һанна бик ныҡ ҡайғырған. Ул шул тиклем рәнйегән, хатта илаған һәм ашамаған (1 Сам. 1:7, 10). Һанна ҡайҙан йыуаныс тапҡан?

5. Доға Һаннаға нисек ярҙам иткән?

5 Һанна доғала Йәһүәгә күңелен бушатҡан. Доға ҡылғандан һуң, ул баш рухани Илийға ла үҙенең хәлен һөйләп биргән. Илий уға: «Иҫән-имен йөрө. Израиль Аллаһы һинең үтенесеңде үтәһен», — тип әйткән. Шунан Һанна китеп барған, ул тамағына ашай башлаған, һәм «уның йөҙө бүтән моңһоу» булмаған (1 Сам. 1:17, 18). Эйе, доға Һаннаның күңелен тынысландырған.

Бөгөн беҙ нисек, Һанна кеүек, йән тыныслығыбыҙҙы ҡайтара алабыҙ? (6—10-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

6. Доға тураһында әйткәндә, Һаннаның миҫалы һәм Филиптарға 4:6, 7-ләге кәңәш беҙҙе нимәгә өйрәтә?

6 Йыш доға ҡылыу күңел тыныслығын ҡайтарырға ярҙам итә. Һанна күктәге Атаһы менән оҙаҡ һөйләшкән (1 Сам. 1:12). Беҙ ҙә доғала Йәһүәгә борсолоуҙарыбыҙ, ҡурҡыуҙарыбыҙ һәм етешһеҙлектәребеҙ тураһында оҙаҡ һөйләй алабыҙ. Алла, доғаларыбыҙ шиғри йә шыма булыр, тип көтмәй. Ҡайһы ваҡыт, доғала күңел әрнеүебеҙҙе белдергәндә, беҙ хатта ҡаты һүҙҙәр әйтеп ебәрергә мөмкин. Шундай саҡтарҙа ла Йәһүә беҙҙе тыңлауҙан арымай. Ауырлыҡтарыбыҙ тураһында доға ҡылыуҙан тыш, беҙгә шулай уҡ Филиптарға 4:6, 7-лә (уҡығыҙ) яҙылған кәңәште иҫтә тоторға кәрәк. Унда Павел доғала рәхмәттәр белдерергә кәрәклегенә баҫым яһаған. Йәһүәгә рәхмәтле булыр өсөн сәбәптәр бик күп. Мәҫәлән, беҙ Аллаға тоғро мөхәббәте, тормош бүләге, барлыҡҡа килтерелгән нәмәләр һәм иҫ киткес өмөт өсөн рәхмәт әйтә алабыҙ. Һаннаның миҫалынан тағы нимәгә өйрәнеп була?

7. Һанна ире менән бергә даими рәүештә нимә эшләгән?

7 Ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, Һанна ире менән бергә Шилолағы ғибәҙәт ҡылыу урынына даими йөрөгән (1 Сам. 1:1—5). Тап изге сатыр янында баш рухани Илий, Йәһүә үтенесеңде үтәһен, тиеп Һаннаның күңелен күтәргән (1 Сам. 1:9, 17).

8. Йыйылыш осрашыуҙары беҙгә нисек тәьҫир итә ала? Аңлатығыҙ.

8 Артабан да йыйылыш осрашыуҙарына йөрөһәк, йән тыныслығыбыҙҙы ҡайтара алырбыҙ. Осрашыу алдынан әйтелгән доғала ағай-ҡәрҙәш йыш ҡына Алланан изге рух һорай. Ә тыныслыҡ — изге рух емешенең бер өлөшө (Гал. 5:22). Стресс кисергән саҡтарҙа ла йыйылыш осрашыуҙарына йөрөүебеҙҙе дауам итһәк, Йәһүә һәм ҡәрҙәштәр беҙҙе рухландыра алыр һәм беҙгә йән тыныслығын ҡайтарырға ярҙам итер. Доға һәм осрашыуҙар — Йәһүәнең беҙҙе тынысландырыр өсөн ҡулланған төп ысулдары (Евр. 10:24, 25). Һаннаның миҫалынан тағы ниндәй һабаҡ алып була?

9. Һаннаның тормошо шунда уҡ үҙгәргәнме, һәм уға нимә ярҙам иткән?

9 Һаннаның ауырлыҡтары шунда уҡ хәл ителмәгән. Изге сатырҙан ҡайтҡас, ул һаман да Фәнинә менән бер йортта йәшәргә мәжбүр булған. Изге Яҙмала, Фәнинә үҙен башҡаса тота башлаған, тип бер ҡайҙа ла әйтелмәй. Шунлыҡтан Һаннаға, күрәһең, артабан да уның әсе һүҙҙәренә түҙергә тура килгән. Ләкин Һанна бүтән моңһоу булмаған. Ул барыһын Йәһүә ҡулына тапшырған, һәм бөтә хафалар артта ҡалған. Һанна Йәһүәгә үҙен йыуатырға һәм тынысландырырға мөмкинлек биргән. Ә ваҡыт үтеү менән Йәһүә уны фатихалаған: ул әсә бәхетен татыған! (1 Сам. 1:19, 20; 2:21).

10. Һаннаның миҫалынан нимәгә өйрәнеп була?

10 Ауырлыҡтар сиселмәһә лә, беҙ йән тыныслығыбыҙҙы ҡайтара алабыҙ. Йыш доға ҡылһаҡ та һәм осрашыуҙарға даими йөрөһәк тә, ҡайһы бер ауырлыҡтар сиселмәй ҡалырға мөмкин. Әммә Һаннаның миҫалынан күренеүенсә, Йәһүәгә әрнегән күңелебеҙҙе тынысландырырға бер нәмә лә ҡамасаулай алмай. Ул беҙҙе бер ҡасан да онотмаясаҡ. Иртәме-һуңмы, ул беҙҙе тоғролоҡ өсөн фатихалар (Евр. 11:6).

ИЛСЕ ПАВЕЛДАН ӨЙРӘНӘБЕҘ

11. Павел нимә арҡаһында борсолған?

11 Илсе Павелдың борсолор өсөн күп сәбәптәре булған. Мәҫәлән, имандаштарын бик ныҡ яратҡанға, Павел уларҙың ауырлыҡтары арҡаһында борсолған (2 Кор. 2:4; 11:28). Бынан тыш, ҡаршы килеүселәр йыш ҡына уны туҡмаған һәм төрмәгә япҡан. Ул шулай уҡ ярлылыҡтың нимә икәнен яҡшы белгән һәм башҡа бәләләргә лә эләккән. Әлбиттә, быларҙың барыһы уны борсоуға һалған (Флп. 4:12). Өҫтәүенә, кәм тигәндә өс тапҡыр карап һәләкәтенә эләккәс, уның диңгеҙ сәйәхәттәрендә нимә хис иткәнен күҙ алдына ғына килтерегеҙ (2 Кор. 11:23—27). Борсолған саҡтарында Павелға нимә ярҙам иткән?

12. Павелға борсолоуҙарын кәметергә нимә ярҙам иткән?

12 Имандаштары ауырлыҡтар менән осрашҡанда, Павел улар өсөн көйәләнгән, әммә ул уларҙың бөтә ауырлыҡтарын үҙе хәл итергә тырышмаған. Ул тыйнаҡ булған, шунлыҡтан башҡаларҙан йыйылыштар хаҡында ҡайғыртыуҙа ярҙам итеүҙәрен һораған. Мәҫәлән, ул Тимофей һәм Тит кеүек ышанысҡа лайыҡ ирҙәргә күп вазифалар тапшырған. Шул ҡәрҙәштәр башҡарған эштәр, һис шикһеҙ, Павелдың борсолоуҙарын кәметкән (Флп. 2:19, 20; Тит. 1:1, 4, 5).

Илсе Павелдың миҫалы беҙгә нисек борсолоуҙарыбыҙҙы кәметергә ярҙам итә ала? (13—15-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

13. Өлкәндәр Павелдан нисек өлгө ала ала?

13 Башҡаларҙан ярҙам һорағыҙ. Бөгөн күп ҡайғыртыусан өлкәндәр, Павел кеүек, һынауҙарға дусар булған ҡәрҙәштәр хаҡында борсола. Ләкин бер генә өлкән йыйылыштағы бөтә ҡәрҙәштәргә ярҙам итә алмай. Тыйнаҡлыҡ уны билдәле бер вазифаларҙы башҡа ҡәрҙәштәргә тапшырырға һәм, йәш ағай-ҡәрҙәштәр Алла көтөүе хаҡында ҡайғыртырға ярҙам итә алһын өсөн, уларҙы өйрәтергә дәртләндерер (2 Тим. 2:2).

14. Павел нимәнән ҡурҡмаған, һәм беҙ уның миҫалынан нимәгә өйрәнә алабыҙ?

14 Йыуатыуға мохтаж булғанығыҙҙы танығыҙ. Павел баҫалҡы булған, шуға күрә дуҫтарынан йыуаныс һәм ярҙам эҙләгән. Ул, башҡалар мине йыуатһа, хәлһеҙ кеше булып күренермен, тип ҡурҡмаған. Филимонға яҙған хатында ул былай тигән: «Һинең ошо мөхәббәтеңдә, имандашым, мин оло шатлыҡ һәм йыуаныс табам» (Фил. 7). Павел ауыр ваҡыттар кисергән сағында үҙен нығытҡан бер нисә имандашын телгә алған (Кол. 4:7—11). Баҫалҡылыҡ сағылдырып, башҡаларҙың ярҙамына мохтаж булғаныбыҙҙы таныһаҡ, ҡәрҙәштәр шатланып беҙгә кәрәкле ярҙам күрһәтер.

15. Ауыр хәлдәрҙә Павел ҡайҙан йыуаныс тапҡан?

15 Алла Һүҙенә таянығыҙ. Павел Яҙмаларҙа йыуаныс табып булғанын белгән (Рим. 15:4). Яҙмалар шулай уҡ уға теләһә ниндәй һынауҙарҙы кисереп сығыр өсөн зирәклек бирә алған (2 Тим. 3:15, 16). Римда икенсе тапҡыр төрмәгә ябылғанда, ул үҙенең үлеме яҡынлашып килгәнен һиҙгән. Шундай ауыр хәлдә ул нимә эшләгән? Ул Тимофейҙан төргәктәрҙе алып үҙенә тиҙерәк килеүен һораған (2 Тим. 4:6, 7, 9, 13). Ни өсөн? Сөнки шул төргәктәр, күрәһең, Еврей Яҙмаларының өлөшө булған, һәм Павел уларҙы шәхси өйрәнеүендә ҡуллана алған. Павелдан өлгө алып, Алла Һүҙен даими өйрәнһәк, ниндәй генә һынауға дусар булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, Йәһүә үҙенең Һүҙе аша беҙҙе йыуатыр һәм тынысландырыр.

ДАУЫТ БАТШАНАН ӨЙРӘНӘБЕҘ

Дауыт батшаның миҫалынан күренеүенсә, етди хата яһаһаҡ, беҙгә нимә ярҙам итер? (16—19-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

16. Етди хата яһағас, Дауыт үҙен нисек хис иткән?

16 Дауыт батша, етди гонаһ ҡылғанға, выждан ғазабы кисергән. Ул Битсәбиә менән зина ҡылған, уның иренең үлтерелеүен ойошторған һәм күпмелер ваҡыт енәйәттәрен йәшерергә тырышҡан (2 Сам. 12:9). Тәүҙә Дауыт выждан тауышына иғтибар итмәгән. Һөҙөмтәлә ул, Йәһүә менән мөнәсәбәттәрен боҙоуҙан тыш, шулай уҡ тәрән төшөнкөлөккә бирелгән һәм хатта ауырып киткән (Зәб. 32:3, 4). Дауытҡа үҙе тыуҙырған борсолоу тойғоһон кисереп сығырға нимә ярҙам иткән, һәм етди хата яһаһаҡ, беҙгә нимә ярҙам итер?

17. Зәбур 51:1—4-тәге һүҙҙәр нисек Дауыттың эскерһеҙ тәүбә иткәнен күрһәтә?

17 Алланан кисереү һорап доға ҡылығыҙ. Ахыр сиктә, Дауыт Йәһүәгә доға ҡылған. Ул, эскерһеҙ тәүбә итеп, Аллаға бөтә гонаһтарын һөйләп биргән. (Зәбур 51:1—4-те * уҡығыҙ.) Был уға ысын еңеллек килтергән! (Зәб. 32:1, 2, 4, 5). Һеҙ ҙә етди гонаһ ҡылһағыҙ, хатағыҙҙы йәшермәгеҙ. Бының урынына, Йәһүәгә доға ҡылып гонаһығыҙ тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләп бирегеҙ. Шулай эшләһәгеҙ, бер аҙ тынысланырһығыҙ һәм выждан ғазабының кәмеүен һиҙерһегеҙ. Әммә Йәһүә менән дуҫлығығыҙҙы ҡайтарырға теләһәгеҙ, һеҙгә, доға ҡылыуҙан тыш, тағы бер нәмә эшләргә кәрәк булыр.

18. Дауыт төҙәтеүҙе нисек ҡабул иткән?

18 Төҙәтеүҙе ҡабул итегеҙ. Йәһүә Натан пәйғәмбәрҙе Дауытты фаш итергә ебәргәс, Дауыт үҙен аҡламаған һәм гонаһының етдилеген кәметергә тырышмаған. Ул шунда уҡ шуны таныған: ул Битсәбиәнең иренә ҡаршы ғына түгел, ә, иң мөһиме, Йәһүәгә ҡаршы гонаһ ҡылған. Дауыт төҙәтеүҙе ҡабул иткән, һәм Йәһүә уны кисергән (2 Сам. 12:10—14). Етди гонаһ ҡылһаҡ, беҙгә Йәһүә үҙ халҡын ҡайғыртыр өсөн билдәләгән өлкәндәр менән һөйләшергә кәрәк (Яҡ. 5:14, 15). Ундай саҡтарҙа аҡланыу дөрөҫ булмаҫ ине. Ни тиклем тиҙерәк, төҙәтеүҙе ҡабул итеп, өлкәндәрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалһаҡ, шул тиклем тиҙерәк күңел тыныслығыбыҙҙы һәм шатлығыбыҙҙы ҡайтарырбыҙ.

19. Беҙ тәүәккәллек менән нимә эшләргә тейеш?

19 Бер үк хаталарҙы ҡабатламағыҙ. Дауыт батша шуны белгән: бер үк хаталарҙы ҡабатларға теләмәһә, уға Йәһүәнең ярҙамы кәрәк (Зәб. 51:7, 10, 12). Йәһүә Дауытты кисергәс, Дауыт тәүәккәллек менән насар уйҙарҙан һаҡланған. Һөҙөмтәлә ул йән тыныслығына эйә булған.

20. Беҙ Йәһүәнең шәфҡәтлелеген ҡәҙерләүебеҙҙе нисек күрһәтә алабыҙ?

20 Йәһүәнең кисереүен һорап, төҙәтеүҙе ҡабул итеп һәм хаталарыбыҙҙы ҡабатламаҫҡа тырышып, беҙ Йәһүәнең шәфҡәтлелеген ҡәҙерләүебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Был аҙымдар беҙгә йән тыныслығына эйә булырға ярҙам итә. Етди гонаһ ҡылған Джеймс исемле ағай-ҡәрҙәш быны үҙ тәжрибәһендә татыған. Ул былай ти: «Өлкәндәргә гонаһым тураһында һөйләгәс, өҫтөмдән ауыр йөк төшкәндәй булды. Мин ҡабат йән тыныслығы тойҙом». «Йәһүә яралы күңеллеләргә яҡын, рухы һынғандарҙы ул ҡотҡара» икәнен белеү беҙҙе бик йыуата! (Зәб. 34:18).

21. Йәһүә беҙҙе тынысландыра алһын өсөн, нимә эшләргә кәрәк?

21 Был һуңғы көндәр ахырына яҡынлашып килгәндә, борсолор өсөн сәбәптәр, моғайын, тағы ла күбәйер. Борсола башлаһағыҙ, шунда уҡ доға ҡылып Йәһүәнән ярҙам һорағыҙ. Изге Яҙманы тырышып өйрәнегеҙ. Һанна, Павел һәм Дауыт кеүек тоғро хеҙмәтселәрҙән үрнәк алығыҙ. Күктәге Атағыҙҙан ни өсөн борсолғанығыҙҙы аңларға ярҙам итеүен һорағыҙ (Зәб. 139:23). Йөктәрегеҙҙе, бигерәк тә үҙегеҙ контролдә тота алмаған ауырлыҡтарҙы Йәһүәгә йөкмәтегеҙ. Шул саҡта һеҙ ҙә, мәҙхиә йырлаусы кеүек: «Борсолоуҙар мине биләп алғанда, һин миңә йыуаныс һәм тыныслыҡ бирҙең», — тип әйтә алырһығыҙ (Зәб. 94:19).

3-СӨ ЙЫР Ҡаябыҙ, ышыҡ урыныбыҙ, таянысыбыҙ

^ 5 абз. Ваҡыт-ваҡыт беҙ бөтәбеҙ ҙә ауырлыҡтар арҡаһында бойоғоп китәбеҙ. Был мәҡәләлә Йәһүәнең боронғо ваҡытта йәшәгән өс хеҙмәтсеһенең миҫалдары ҡарала. Улар ҙа төрлө ауырлыҡтар арҡаһында борсолған, әммә Йәһүә уларҙы йыуатҡан һәм тынысландырған. Әйҙәгеҙ, уның быны нисек эшләгәнен ҡарап сығайыҡ.

^ 1 абз. АҢЛАТМА. Борсолоу — нимәлер арҡаһында ныҡ көйәләнеү, хафаға төшөү. Был хис матди ауырлыҡтар, насар һаулыҡ, ғаиләләге проблемалар йә шәхси ауырлыҡтар арҡаһында тыуа ала. Беҙ шулай уҡ элекке хаталарыбыҙ йә киләсәктә тыуа алған проблемалар арҡаһында борсолорға мөмкин.

^ 17 абз. Зәбур 51:1—4: «Эй Раббым, тоғро мөхәббәтең буйынса миңә илтифат күрһәт. Бөйөк шәфҡәтең буйынса енәйәттәремде бөтөр. Ғәйебемдән мине йыуып сафландыр, гонаһымдан мине таҙарт. Мин енәйәттәремде яҡшы беләм, гонаһым һәр ваҡыт минең алдымда. Һиңә, иң элек һиңә ҡаршы гонаһ ҡылдым мин, һинең алдыңда яман булғанды эшләнем. Шуға күрә әйткән сағыңда һин ғәҙел, хөкөм иткәндә — хаҡ».