Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БИОГРАФИЯ

«Бына беҙ! Беҙҙе ебәрегеҙ!»

«Бына беҙ! Беҙҙе ебәрегеҙ!»

ВӘҒӘЗСЕЛӘРГӘ ихтыяж булған ергә күсергә теләйһегеҙме? Бәлки, һеҙ, хеҙмәтегеҙҙе киңәйтер өсөн, икенсе илгә күсенеү тураһында уйлайһығыҙҙыр. Улайһа, Бергамдар ғаиләһенең биографияһы һеҙҙең өсөн айырыуса ҡыҙыҡлы булыр.

Джек менән Мари-Лина 1988 йылдан алып бергә тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнаша. Яңы шарттарға тиҙ эйәләшергә өйрәнгәнгә, улар Гваделупала һәм Француз Гвианаһында күп төрлө теократик йөкләмәләр үтәй алған (хәҙер был илдәр — Франция филиалының ҡарамағында). Әйҙәгеҙ, Джек менән Мари-Линаға бер нисә һорау бирәйек.

Тулы ваҡытлы хеҙмәт башларға һеҙҙе нимә дәртләндерҙе?

Мари-Лина: Минең бала сағым Гваделупала үтте. Мин хеҙмәт менән янып торған әсәйем менән йыш ҡына көнө буйы вәғәзләй торғайным. Кешеләрҙе яратҡанға, мин 1985 йылда, мәктәпте тамамлағандан һуң, даими пионер хеҙмәтен башланым.

Джек: Үҫмер сағымда мин вәғәзләргә яратҡан тулы ваҡытлы хеҙмәтселәр менән йыш аралаштым. Мәктәптә уҡығанда, каникулдар ваҡытында ярҙамсы пионер булып хеҙмәт итә торғайным. Ҡайһы бер ял көндәрендә беҙ, автобусҡа ултырып, пионерҙар менән вәғәзләргә бара инек. Көнө буйы вәғәзләгәндән һуң, кискеһен пляжға барып һыу инә торғайныҡ. Ул ваҡыттар бик күңелле булды!

1988 йылда өйләнешкәндән һуң күп тә үтмәҫтән, мин былай тип уйланым: «Өҫтөбөҙҙә бер ниндәй ҙә йөк юҡ, ниңә хеҙмәтебеҙҙе киңәйтмәҫкә?» Мин дә, Мари-Лина кеүек, даими пионер хеҙмәтен башланым. Бер йылдан һуң, Пионерҙар мәктәбендә уҡып сыҡҡас, беҙ махсус пионерҙар итеп билдәләндек. Тәүҙә беҙ Гваделупала бер нисә йыйылышта хеҙмәт иттек, ә һуңынан беҙгә Француз Гвианаһына күсергә тәҡдим иттеләр.

Йылдар буйына һеҙ төрлө ерҙәргә билдәләндегеҙ. Яңы шарттарға эйәләшергә һеҙгә нимә ярҙам итте?

Мари-Лина: Француз Гвианаһындағы филиалда ҡәрҙәштәр беҙҙең иң яратҡан аятыбыҙ Ишағыя 6:8 икәнен белә ине. Шуға күрә, беҙгә шылтыратҡанда, улар шаяртып былай ти торғайны: «Иң яратҡан аятығыҙҙы хәтерләйһегеҙме?» Был һорауҙы ишетеү менән беҙ, билдәләнеүебеҙҙең үҙгәрәсәген аңлап: «Бына беҙ! Беҙҙе ебәрегеҙ!» — тип яуап бирә инек.

Беҙ яңы территориябыҙҙы элекке билдәләнеүҙәр менән сағыштырмаҫҡа тырыштыҡ, сөнки был беҙгә үҙ фатихаларыбыҙҙы ҡәҙерләргә ҡамасаулар ине. Беҙ шулай уҡ яңы урында ҡәрҙәштәр менән танышыр өсөн беренсе булып аҙымдар яһаныҡ.

Джек: Ҡайһы бер дуҫтарыбыҙ, яҡшы ниәттәрҙән сығып, беҙҙе күсенмәҫкә күндерергә тырышты, сөнки беҙҙең үҙҙәре янында ҡалыуыбыҙҙы теләне. Әммә, беҙ Гваделупанан киткәндә, бер ағай-ҡәрҙәш Ғайса Мәсихтең, баҫыу — донъя ул, тигән һүҙҙәрен иҫебеҙгә төшөрҙө (Матф. 13:38). Шунлыҡтан билдәләнеүебеҙ үҙгәргән саҡтарҙа беҙ, ҡайҙа булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, бер үк баҫыуҙа хеҙмәт итеүебеҙҙе иҫтә тоторға тырыштыҡ. Иң мөһиме — хеҙмәт итеү урыны түгел, ә кешеләр!

Яңы урынға күсенгәс, беҙ шул территорияла бәхетле йәшәү мөмкин икәнен күрәбеҙ һәм урындағы кешеләр йәшәгән һымаҡ йәшәргә тырышабыҙ. Ундағы ризыҡ беҙ өйрәнгәндән ныҡ айырылып торһа ла, улар ашағанды ашайбыҙ һәм улар эскәнде эсәбеҙ, шул уҡ ваҡытта һаулыҡ һаҡлау сараларын онотмайбыҙ. Беҙ һәр билдәләнеүебеҙҙең ыңғай яҡтары тураһында һөйләргә тырышабыҙ.

Мари-Лина: Бынан тыш, беҙ урындағы ҡәрҙәштәрҙән күп нәмәгә өйрәнәбеҙ. Хәтеремдә, Француз Гвианаһына беренсе тапҡыр килгәндә, бер ҡыҙыҡ осраҡ булды. Ҡойма ямғыр яуып тора ине, шуға күрә, вәғәзгә сығыр алдынан, ямғыр туҡтағансы көтөргә кәрәк булыр, тип уйланыҡ. Әммә бер апай-ҡәрҙәш минән: «Вәғәзгә киттекме?» — тип һораны. Мин, аптырап: «Нисек барабыҙ һуң, ҡойоп яуа бит?» — тинем. Ә ул: «Зонтиктар алабыҙ ҙа велосипед менән барабыҙ», — тип яуапланы. Шулай итеп, мин зонтик тотоп велосипедта йөрөргә өйрәндем. Быға өйрәнмәһәм, мин ямғырҙар осоронда бер нисек тә вәғәзләй алмаҫ инем!

Һеҙ яҡынса 15 тапҡыр күсендегеҙ. Күсенеү тураһында уйлаған кешеләргә кәңәштәр бирә алыр инегеҙме?

Мари-Лина: Башҡа ергә күсеү бик ауыр булырға мөмкин. Шунлыҡтан, үҙеңде өйҙә кеүек хис итер өсөн һәм вәғәздән һуң ҡайтып ял итер өсөн, тыныс урын булдырырға кәрәк.

Джек: Яңы урынға күсенгәс, мин, ғәҙәттә, стеналарҙы икенсе төҫкә буяйым. Филиалдағы ҡәрҙәштәр, ниндәйҙер ерҙә оҙаҡҡа ҡалмаясағыбыҙҙы белеп: «Джек, был юлы стена буяп торма инде!» — тип шаярта.

Мари-Лина әйбер йыйыуҙа бик оҫта! Ул, барыһын ҡаптарға тултырып, уларға «ванна», «йоҡо бүлмәһе», «кухня» тип яҙып ҡуя. Шуға күрә, яңы йортҡа килгәс, беҙ ҡаптарҙы кәрәкле бүлмәләргә урынлаштыра алабыҙ. Ул шулай уҡ һәр ҡапта ятҡан әйберҙәрҙең исемлеген төҙөй, шунлыҡтан кәрәкле әйберҙәрҙе еңел генә табабыҙ.

Мари-Лина: Йыйнаҡ булырға өйрәнгәнгә, беҙ шунда уҡ хеҙмәткә тотона алабыҙ.

Хеҙмәтегеҙҙе һәр яҡлап үтәр өсөн, ваҡытығыҙҙы нисек планлаштыраһығыҙ? (2 Тим. 4:5).

Мари-Лина: Дүшәмбе көнө беҙ ял итәбеҙ һәм осрашыуҙарға әҙерләнәбеҙ. Ә шишәмбенән башлап вәғәзләйбеҙ.

Джек: Сәғәттәр нормаһын үтәргә кәрәк булһа ла, иғтибарыбыҙҙы быға тупламайбыҙ. Хеҙмәт — тормошобоҙҙағы иң мөһим нәмә. Өйҙән сығып китеп ҡайтҡанға тиклем, беҙ осраған һәр кеше менән һөйләшергә тырышабыҙ.

Мари-Лина: Мәҫәлән, пикникка барғанда, мин һәр ваҡыт үҙем менән буклеттар алам. Үҙебеҙҙең Йәһүә шаһиттары икәнебеҙҙе әйтмәһәк тә, ҡайһы бер кешеләр, яныбыҙға килеп, берәй баҫма һорай. Шуға күрә кейемебеҙ һәм тәртибебеҙ менән яҡшы шаһитлыҡ бирергә тырышабыҙ, кешеләр ундай нәмәләргә бик иғтибарлы.

Джек: Бынан тыш, беҙ, игелекле эштәр ҡылып, күршеләргә шаһитлыҡ бирәбеҙ. Мин үҙебеҙҙең урамда ҡағыҙҙар йыям, сүп-сар багын бушатам һәм өйөбөҙ янында ҡойолған япраҡтарҙы йыям. Быны күреп, күршеләр ҡайһы саҡта: «Һеҙ миңә Изге Яҙма китабы бирә алмаҫһығыҙмы?» — тип һорай.

Һеҙ йыш ҡына алыҫта урынлашҡан территорияларҙа вәғәзләйһегеҙ. Берәй ҡыҙыҡлы осраҡ һөйләп бирмәҫһегеҙме?

Джек: Гвианала ҡайһы бер территорияларға барып етеү бик ауыр. Йыш ҡына беҙгә бер аҙна эсендә насар юлдар буйлап 600 саҡрым юл үтергә тура килә. Амазонка урмандарында урынлашҡан Сент-Эли ауылына тотҡан юлыбыҙ хәтеремдә уйылып ҡалды. Унда барып етер өсөн, бер нисә сәғәт кәрәк булды. Тәүҙә беҙ — моторлы кәмәлә, ә шунан внедорожникта барҙыҡ. Унда йәшәгән күпселек кеше алтын эҙләп көн күрә ине. Баҫмаларыбыҙ өсөн рәхмәт белдерергә теләп, улар иғәнә итеп бәләкәй алтын киҫәктәре бирҙе! Кискеһен беҙ ойошмабыҙ сығарған бер фильмды күрһәттек, һәм күп кенә кеше уны ҡарарға килде.

Мари-Лина: Бер нисә йыл элек иремдән Камопи ауылында Иҫкә алыу кисәһендә телмәр менән сығыш яһауын һоранылар. Унда барып етер өсөн, беҙ дүрт сәғәт Ояпок йылғаһы буйлап моторлы кәмәлә барҙыҡ. Был онотолмаҫлыҡ сәйәхәт булды.

Джек: Йылғаның һыу кимәле түбәнәйгән урындарҙа йөҙөү айырыуса ҡурҡыныс ине. Ысын әйтәм, унда һерәйеп торған ҙур таштарҙы күргән булһағыҙ, ҡотоғоҙ осор ине! Кәмә йөрөтөүсе оҫта булмаһа, нимә эшләр инек?! Шулай ҙа был иҫ киткес сәйәхәт булды. Унда 6 ғына ҡәрҙәш булһа ла, Кисәгә яҡынса 50 кеше, шул иҫәптән бер нисә индеец килде!

Мари-Лина: Эйе, Йәһүә өсөн күберәк эшләргә теләгән йәш ҡәрҙәштәрҙе күп ҡыҙыҡлы осраҡтар көтә. Ундай осраҡтарҙа Йәһүәгә таянған кеше үҙ иманын нығытыр! Беҙ Йәһүәнең ярҙам ҡулын йыш күрәбеҙ.

Һеҙ бер нисә тел өйрәндегеҙ. Әллә сит телдәрҙе үҙләштереү һеҙгә еңел биреләме?

Джек: Һис тә юҡ! Ихтыяж булғанға ғына, уларҙы өйрәндем. Сранан-тонго * телен өйрәнә башлағас, йыйылышта хатта «Изге Яҙманы уҡыу» тигән пункт менән сығыш яһағаным булмаһа ла, миңә «Күҙәтеү манараһы»н өйрәнеү осрашыуын үткәрергә ҡуштылар! Бер ағай-ҡәрҙәштән, минең килеп сыҡтымы, тип һорағас, ул былай тине: «Ҡайһы бер һүҙҙәреңде аңламаһаҡ та, былай яҡшы үткәрҙең». Был йәһәттән балалар миңә ҙур ярҙам күрһәтте. Мин хаталар яһағанда, ҡәрҙәштәр бер ҡасан да миңә был хаҡта әйтмәй торғайны, ә балалар әйтергә оялмай ине. Уларҙың ярҙамында мин күп нәмә белдем.

Мари-Лина: Бер территорияла мин француз, португал һәм сранан-тонго телдәрендә өйрәнеүҙәр үткәрҙем. Ҡайһы саҡта төрлө телдәрҙә үткән өйрәнеүҙәрҙе бер көндө үткәрергә тура килә ине. Бер апай-ҡәрҙәш миңә хеҙмәтте иң ауыр телдә үткән өйрәнеүҙән башларға, ә үҙем яҡшыраҡ белгән телдә үткән өйрәнеүҙәрҙе аҙаҡҡа ҡалдырырға кәңәш итте. Тиҙҙән мин был кәңәштең ни тиклем аҡыллы икәнен аңланым.

Бер көндө мин тәүҙә — үҙем яҡшыраҡ белгән сранан-тонго телендә, ә шунан португал телендә өйрәнеү үткәрҙем. Икенсе өйрәнеүҙе башлағас, хеҙмәттәшем миңә: «Мари-Лина, ул һине аңламай, шикелле», — тине. Мин бразил ҡатыны менән португал телендә түгел, ә сранан-тонго телендә һөйләшкәнмен!

Һеҙҙең менән хеҙмәттәшлек иткән ҡәрҙәштәр һеҙҙе бик ярата. Улар менән дуҫлашырға һеҙгә нимә ярҙам итте?

Джек: Ғибрәтле һүҙҙәр 11:25-тә былай тиелә: «Йомарт кеше муллыҡҡа ирешер». Беҙ башҡаларға ваҡытыбыҙҙы һәм көсөбөҙҙө йәлләмәйбеҙ. Батшалыҡ залын хеҙмәтләндерергә кәрәк булғанда, ҡайһы бер ағай-ҡәрҙәштәр миңә: «Вәғәзселәр быны эшләр», — тип әйтә. Әммә мин былай тип яуаплайым: «Мин дә бит вәғәзсе. Шуға күрә ниндәйҙер эште башҡарырға кәрәк икән, мин ярҙам итергә теләйем». Эйе, үҙебеҙ өсөн ваҡыт бүлергә кәрәк, әммә был беҙгә башҡаларға игелек ҡылырға ҡамасауларға тейеш түгел.

Мари-Лина: Беҙ ҡәрҙәштәргә шәхси ҡыҙыҡһыныу күрһәтергә тырышабыҙ. Шулай эшләп, беҙ уларға ҡасан балаларын ҡарашырға йә мәктәптән барып алырға кәрәк икәнен беләбеҙ. Уларға ярҙам итер өсөн, беҙ пландарыбыҙҙы үҙгәртәбеҙ. Кәрәк саҡта ярҙам күрһәтеп, беҙ ҡәрҙәштәр менән дуҫлашып китәбеҙ.

Вәғәзселәргә ихтыяж булған ерҙәрҙә хеҙмәт итеү һеҙгә ниндәй фатихалар килтерҙе?

Джек: Тулы ваҡытлы хеҙмәт тормошобоҙҙо байытты. Беҙ йыш ҡына тәбиғәттә булабыҙ һәм Йәһүәнең ижади эштәре менән һоҡланабыҙ. Ауырлыҡтар менән осрашһаҡ та, беҙ күңел тыныслығын һаҡлайбыҙ, сөнки беләбеҙ: ҡайҙа ғына булһаҡ та, Алла халҡы беҙҙе ҡалдырмаҫ.

Йәш сағымда мин Француз Гвианаһында хәрби хеҙмәттән баш тартҡаным өсөн төрмәлә ултырҙым. Бер көндө был илгә миссионер булараҡ ҡайтырымды һәм төрмәләрҙә вәғәзләремде күҙ алдыма ла килтермәгән инем! Эйе, Йәһүә беҙҙе мул итеп фатихаланы!

Мари-Лина: Башҡаларға ярҙам итеү — минең өсөн ҙур шатлыҡ. Йәһүәгә хеҙмәт итеү беҙҙе бәхетле итә. Был шулай уҡ Джек менән никах бәйләнештәребеҙҙе нығыта. Ҡайһы саҡ Джек, рухландырыуға мохтаж булған берәй парҙы ҡунаҡҡа саҡырмайыҡмы, тип һорағанда, ғәҙәттә: «Мин дә шул хаҡта уйлағайным!» — тип яуаплайым. Беҙҙең уйҙар йыш ҡына оҡшаш була.

Джек: Күптән түгел минең простатамда рак таптылар. Мари-Линаға үлем тураһында һөйләшеү оҡшамаһа ла, мин уға былай тим: «Ҡәҙерлем, мин әле ҡарт түгел, әммә иртәгә үлеп китһәм дә, тормоштан ҡәнәғәт булып үлер инем, сөнки иң мөһим эштәр башҡарып — Йәһүәгә хеҙмәт итеп һәм башҡаларға шатлыҡ килтереп йәшәгәнемде беләм» (Баш. 25:8).

Мари-Лина: Йәһүә алдыбыҙҙа көтөлмәгән ишектәр асты һәм беҙгә күҙ алдына ла килтереп булмаған эштәр башҡарырға мөмкинлек бирҙе. Тормошобоҙ ысын мәғәнәлә яҡшы нәмәләргә бай. Беҙ Йәһүәгә тулыһынса таянабыҙ, шунлыҡтан уның ойошмаһында һәр ҡайһы йөкләмә үтәргә һәм ярҙамға мохтаж булған теләһә ниндәй ергә барырға әҙербеҙ!

^ 32 абз. Сранан-тонго теле инглиз, нидерланд, португал һәм африкан телдәре нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Тәүҙә был телдә ҡолдар һөйләшкән.