Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

26-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

«Миңә кире ҡайтығыҙ»

«Миңә кире ҡайтығыҙ»

«Миңә кире ҡайтығыҙ, һәм мин һеҙгә ҡайтырмын» (МАЛ. 3:7).

102-СЕ ЙЫР Хәлһеҙҙәргә ярҙам итәйек

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Берәй мәсихсе йыйылышҡа кире ҡайтҡанда, Йәһүә ниндәй хистәр кисерә?

ҮТКӘН мәҡәләнән белеүебеҙсә, Йәһүә үҙен һәр һарығын наҙлап ҡайғыртҡан көтөүсе менән сағыштыра. Һарыҡтарының береһе генә юғалһа ла, Йәһүә уны эҙләй. Йәһүә үҙенән ситләшкән израилдәргә былай тигән: «Миңә кире ҡайтығыҙ, һәм мин һеҙгә ҡайтырмын». Беҙ уның бөгөн дә хеҙмәтселәренә ҡарата шундай уҡ хистәр кисергәнен беләбеҙ, сөнки ул: «Мин үҙгәрмәйем», — тип әйтә (Мал. 3:6, 7). Ғайса Мәсих аңлатҡанса, актив булмаған бер генә мәсихсе йыйылышҡа кире ҡайтҡанда ла, Йәһүә һәм уның фәрештәләре бик шатлана (Лука 15:10, 32).

2. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

2 Йәһүәнән алыҫлашҡан ҡәрҙәштәр ниндәй ярҙамға мохтаж? Быны аңлар өсөн, әйҙәгеҙ, Ғайсаның өс ҡиссаһын ҡарап сығайыҡ. Беҙ шулай уҡ актив булмаған ҡәрҙәштәргә Йәһүәгә ҡайтырға ярҙам итер өсөн ниндәй сифаттар сағылдырырға кәрәклеген белербеҙ. Шулай уҡ был йәһәттән һалған тырышлыҡтарыбыҙ ниндәй ҙур шатлыҡ килтерәсәген күрербеҙ.

ЮҒАЛҒАН ТӘҢКӘНЕ ЭҘЛӘГӘН ҠАТЫН

3, 4. Ни өсөн Лука 15:8—10-да тасуирланған ҡатын юғалған драхмаһын тырышып эҙләй?

3 Беҙгә Йәһүәгә кире ҡайтырға теләгән ҡәрҙәштәрҙе тырышып эҙләргә кәрәк. Лука китабында Ғайса Мәсихтең бер ҡиссаһы килтерелә. Унда драхма тип аталған тәңкәне эҙләгән бер ҡатын тураһында һүҙ бара. Ғайсаның был ҡиссаһы бик мөһим фекергә иғтибар итә: ҡиммәтле нәмәне тырышып эҙләргә кәрәк. (Лука 15:8—10-ды уҡығыҙ.)

4 Ғайса драхмаһын тапҡан ҡатындың хистәрен тасуирлай. Был тәңкә ҡатын өсөн бик ҡиммәтле булған. Ғайса көндәрендә Израилдә ҡайһы бер әсәйҙәр ҡыҙҙарына туй көнөндә ун драхма бүләк иткән. Бәлки, юғалған драхма шул бүләктең өлөшө булғандыр. Ҡатын, драхма иҙәнгә төшөп юғалған, тип уйлай. Ул шәмде яҡтыртып ян-яҡты ҡарап сыға, әммә бер нәмә лә тапмай. Күрәһең, бәләкәй көмөш тәңкәне табыр өсөн, шәм яҡтыһы ғына етмәй. Шуға күрә ул бөтөн өйҙө һепереп сыға. Һәм бына ул туҙан араһында ялтырап ятҡан тәңкәне күреп ҡала. Ниндәй бәхет! Ул, әхирәттәрен һәм күршеләрен саҡырып, шатлығы менән уртаҡлаша.

5. Ни өсөн йыйылыштан йыраҡлашҡан ҡәрҙәштәрҙе табыу еңел булмаҫҡа мөмкин?

5 Был ҡиссанан күренеүенсә, юғалған нәмәне табыр өсөн көс һалырға кәрәк. Шуның шикелле, йыйылыштан йыраҡлашҡан ҡәрҙәштәрҙе табыр өсөн дә, беҙгә, моғайын, күп тырышлыҡтар һалырға кәрәк булыр. Бәлки, улар йыйылыш менән инде күп йылдар аралашмайҙыр. Йәки улар икенсе ергә күсенгәндер, һәм ундағы ҡәрҙәштәр уларҙы белмәйҙер. Әммә, һис шикһеҙ, уларҙың ҡайһы берҙәре Йәһүәгә кире ҡайтырға бик теләй. Уларҙың ҡәрҙәштәр менән бергә Йәһүәгә хеҙмәт иткеһе килә, әммә бының өсөн уларға беҙҙең ярҙамыбыҙ кәрәк.

6. Йыйылыштың бөтә ағзалары ла актив булмаған ҡәрҙәштәрҙе нисек эҙләй ала?

6 Актив булмаған ҡәрҙәштәрҙе кем эҙләй ала? Уларҙың туғандары, өлкәндәр, пионерҙар һәм вәғәзселәр — барыбыҙ ҙа уларҙы эҙләй алабыҙ. Дуҫтарығыҙ йә туғандарығыҙ араһында актив булмаған мәсихселәр бармы? Бәлки, йәмәғәт урындарында вәғәзләгәндә йә өйҙән-өйгә йөрөп хеҙмәт иткәндә шундай ҡәрҙәштәрҙе осратҡанығыҙ булғандыр. Ундай саҡтарҙа актив булмаған ҡәрҙәшкә шуны аңлатығыҙ: әгәр ул өлкәндәрҙең килеүен теләһә, һеҙ уның адресын йә телефонын уларға тапшыра алаһығыҙ.

7. Томас ҡәрҙәштең һүҙҙәренән нимәгә өйрәнеп була?

7 Йәһүәгә ҡайтырға теләгән ҡәрҙәштәрҙе эҙләү өсөн, беренсе сиратта, өлкәндәр яуаплы. Улар быны нисек эшләй ала? Испанияла йәшәгән Томас * исемле өлкәндең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Ул 40-тан ашыу ҡәрҙәшкә йыйылышҡа ҡайтырға ярҙам иткән. Томас былай ти: «Мин төрлө ҡәрҙәштәрҙән, актив булмаған вәғәзселәр хәҙер ҡайҙа йәшәй икәнен белмәйһегеҙме, тип һорайым. Йә, йыйылышҡа йөрөмәй башлаған ҡәрҙәштәрҙе иҫләйһегеҙме, тип һорашам. Күпселек ҡәрҙәштәр шундай мәсихселәрҙе эҙләү эшендә теләп ҡатнаша, сөнки улар ҙа ярҙам итә алғандарын күрә. Һуңыраҡ, йыйылыштан алыҫлашҡан ҡәрҙәштәр менән осрашҡанда, мин уларҙан балаларының һәм туғандарының хәлен белешәм. Актив булмаған ҡайһы бер ҡәрҙәштәр элек осрашыуҙарға балалары менән йөрөгән, һәм был балаларҙың ҡайһы берҙәре вәғәзселәр булып хеҙмәт иткән. Уларға ла, Йәһүәгә ҡайтыр өсөн, беҙҙең ярҙамыбыҙ кәрәк».

ЙӘҺҮӘНЕҢ УЛДАРЫНА ҺӘМ ҠЫҘҘАРЫНА УҒА ҠАЙТЫРҒА ЯРҘАМ ИТЕГЕҘ

8. Лука 15:17—24-тә яҙылған ҡиссала атай кеше тәүбә иткән улы менән нисек мөғәмәлә итә?

8 Йәһүәгә ҡайтырға теләгән ҡәрҙәштәргә ярҙам итер өсөн, беҙгә ниндәй сифаттар кәрәк? Ғайсаның юлдан яҙған ул тураһындағы ҡиссаһынан ниндәй һабаҡтар алып булғанын ҡарап сығайыҡ. (Лука 15:17—24-те уҡығыҙ.) Ҡиссалағы ул ахыр сиктә, хатаһын аңлап, өйгә ҡайтырға була. Атаһы, улын күреп, уға ҡаршы йүгереп сыға ла уны йылы итеп ҡосаҡлай. Бының менән атай кеше улын яратыуына ышандыра. Улы выждан ғазабы кисерә һәм үҙен атаһының улы тип аталырға лайыҡ түгел тип һанай. Улы күңелен бушатҡанда, атаһы уны йәлләп тыңлай. Шунан атаһы улының ҡайтыуына бик шат булғанын эштәре менән күрһәтә. Атаһы уны ялланған эшсе булараҡ түгел, ә ғаиләһенең ҡәҙерле ағзаһы итеп ҡабул итә. Улын яратыуына ышандырыр өсөн, атай мәжлес ойоштора һәм уға иң яҡшы кейемдәр кейҙерә.

9. Актив булмаған ҡәрҙәштәргә Йәһүәгә ҡайтырға ярҙам итер өсөн, ниндәй сифаттар кәрәк? (« Йәһүәгә ҡайтырға теләгән ҡәрҙәштәргә нисек ярҙам итеп була?» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

9 Йәһүә был ҡиссала тасуирланған атай кешегә оҡшаш. Ул йыйылыштан йыраҡлашҡан ҡәрҙәштәрҙе ярата һәм уларҙың үҙенә ҡайтыуын теләй. Йәһүәнән өлгө алып, беҙ уларға ярҙам итә алабыҙ. Бының өсөн беҙгә түҙемлек, кеше хәленә инә белеү һәм яратыу кеүек сифаттарҙы сағылдырырға кәрәк. Ни өсөн тап ошо сифаттар мөһим, һәм уларҙы нисек сағылдырып була?

10. Ни өсөн, ҡәрҙәшкә рухи яҡтан нығынырға ярҙам иткәндә, түҙемле булырға кәрәк?

10 Йыйылыштан алыҫлашҡан ҡәрҙәштәргә рухи яҡтан нығыныр өсөн ваҡыт кәрәк, шуға күрә беҙгә түҙемле булыу мөһим. Элек актив булмаған ҡәрҙәштәрҙең күбеһе өлкәндәрҙең һәм башҡа ҡәрҙәштәрҙең күп тапҡыр килеүенән һуң ғына Йәһүәгә кире ҡайтҡан. Төньяҡ-көнсығыш Азияла йәшәгән Нэнси исемле апай-ҡәрҙәш былай тип яҙа: «Йыйылыштағы бер әхирәтем миңә бик ярҙам итте. Ул мине өлкән апаһын яратҡандай яратты. Ул миңә бергә үткәргән шатлыҡлы ваҡыттарҙы иҫемә төшөрҙө. Мин күңелемде бушатҡанда, ул сабырлыҡ менән мине тыңланы һәм кәрәк саҡта кәңәштәр бирҙе. Ул минең өсөн ысын дуҫ булды һәм һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер торҙо».

11. Ни өсөн әрнегән күңелде һауыҡтырыр өсөн, кеше хәленә инә белергә кәрәк?

11 Кеше хәленә инә белеү сифатын дарыу менән сағыштырып була, ул әрнегән күңелде һауыҡтыра ала. Ҡайһы бер актив булмаған мәсихселәр йылдар буйы үҙҙәрен рәнйеткән ҡәрҙәшкә асыу һаҡлап йәшәй. Был хистәр уларға Йәһүәгә ҡайтырға ҡамасаулай. Ә кемдер, минең менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә иттеләр, тип уйларға мөмкин. Ундай ҡәрҙәштәргә иғтибар менән тыңлай һәм хистәрҙе аңлай белгән дуҫ кәрәк (Яҡ. 1:19). Бер ни тиклем ваҡыт йыйылыш менән аралашмаған Мария исемле апай-ҡәрҙәш былай ти: «Мин дуҫҡа мохтаж инем, миңә тыңларға, йыуатырға, кәңәш бирергә һәм ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булған кеше кәрәк ине».

12. Йәһүәнең яратыуы актив булмаған ҡәрҙәштәргә йыйылышҡа ҡайтырға нисек ярҙам итә? Миҫал килтерегеҙ.

12 Изге Яҙмала Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәренә ҡарата яратыуы бау менән сағыштырыла. Күҙ алдына килтерегеҙ: һеҙ диңгеҙҙә батаһығыҙ, һәм кемдер һеҙгә ҡотҡарыу түңәрәге ырғыта. Әлбиттә, һеҙ ундай ярҙам өсөн бик рәхмәтле булырһығыҙ, сөнки был һеҙгә батмаҫҡа ярҙам итә. Әммә тере ҡалыр өсөн, был ғына етмәй. Кәмәгә менмәһәгеҙ, һеҙ һыуыҡ һыуҙа үләсәкһегеҙ. Берәйһе, һеҙгә бау ташлап, һыуҙан тартып сығарырға тейеш. Йәһүә үҙенән алыҫлашҡан израилдәр тураһында былай тигән: «Мин уларҙы... мөхәббәт бауҙары ярҙамында етәкләп йөрөнөм» (Ос. 11:4). Бөгөн дә Алла үҙенән алыҫлашып ауырлыҡтар һәм борсолоуҙар диңгеҙендә батып барған ҡәрҙәштәргә ҡарата шундай уҡ хистәр кисерә. Йәһүә уларҙы ярата, үҙенә йәлеп итә һәм уларҙың быны белеүҙәрен теләй. Йәһүә уларға үҙенең яратыуын һеҙҙең аша күрһәтә ала.

13. Ҡәрҙәштәрҙең яратыуы ҙур көскә эйә булғанына миҫал килтерегеҙ.

13 Актив булмаған ҡәрҙәштәрҙе Йәһүәнең яратыуына һәм беҙҙең яратыуыбыҙға ышандырыу бик мөһим. Үткән мәҡәләлә иҫкә алынған Пабло исемле ағай-ҡәрҙәш 30 йылдан ашыу йыйылыш менән аралашмаған. Ул былай тип иҫенә төшөрә: «Бер көндө мин, өйҙән сығып барғанда, оло йәштәге яғымлы апай-ҡәрҙәште осраттым. Ул минең менән бик йылы итеп һөйләште, һәм мин, бала һымаҡ, илай башланым. Мин уға, һеҙҙе Йәһүә үҙе ебәргән, тип әйттем. Шул саҡта Йәһүәгә кире ҡайтырға ҡарар иттем».

КӨСҺӨҘҘӘРГӘ ЯРҘАМ ИТЕГЕҘ

14. Лука 15:4, 5-тән күренеүенсә, һарығын тапҡас, көтөүсе нимә эшләй?

14 Актив булмаған ҡәрҙәште тапҡас, беҙгә уға өҙлөкһөҙ ярҙам итергә кәрәк. Ҡиссалағы юлдан яҙған ул осрағындағы кеүек, ундай мәсихсенең күңеле яралы булырға мөмкин. Шайтан донъяһына сумғанға, ул, моғайын, рухи яҡтан көсһөҙләнгәндер. Беҙгә уға иманын нығытырға ярҙам итергә кәрәк. Юғалған һарыҡ тураһындағы ҡиссала көтөүсе, һарыҡты елкәһенә һалып, уны көтөү янына алып бара. Ул һарығын табыр өсөн инде күп ваҡыт һәм көс сарыф иткән. Әммә ул һарығын күтәреп алып бара, сөнки уның көсө юҡ икәнен аңлай. (Лука 15:4, 5-те уҡығыҙ.)

15. Йәһүәгә ҡайтырға теләгән ҡәрҙәштәргә нисек ярҙам итеп була? (« Бик яҡшы ҡорал» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

15 Актив булмаған ҡәрҙәшкә Йәһүәгә ҡайтырға ҡамасаулаған ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итер өсөн, күп көс һәм ваҡыт талап ителергә мөмкин. Әммә Йәһүәнең рухы, уның Һүҙе һәм баҫмаларыбыҙ ярҙамында беҙ уларға яңынан рухи яҡтан нығынып китергә ярҙам итә алабыҙ (Рим. 15:1). Бер тәжрибәле өлкән былай ти: «Йәһүәгә ҡайтырға теләгән ҡәрҙәштәрҙең күбеһе менән ҡабат Изге Яҙма өйрәнеүе үткәрергә кәрәк *. Шундай ҡәрҙәш менән өйрәнеү үткәргән вәғәзсе уның өсөн ышаныслы дуҫ булырға тейеш». Һеҙгә актив булмаған ҡәрҙәш менән өйрәнеү үткәрергә тәҡдим итһәләр, быға нисек ҡарарға? Моғайын, һеҙ быны ҙур хөрмәт итеп ҡабул итерһегеҙ.

КҮКТӘ ҺӘМ ЕРҘӘ ШАТЛЫҠ

16. Беҙ фәрештәләрҙең ярҙамына таяна алғаныбыҙҙы ҡайҙан беләбеҙ?

16 Күп осраҡтарҙан күренеүенсә, фәрештәләр беҙгә Йәһүәгә ҡайтырға теләгән ҡәрҙәштәрҙе табырға ярҙам итә (Асыл. 14:6). Мәҫәлән, Эквадорҙан Сильвио исемле ағай-ҡәрҙәш йыйылышҡа ҡайтырға бик теләгән һәм был хаҡта ҡайнар доға ҡылған. Ул доғаһын тамамлап та өлгөрмәгән, уның ишегенә шылтыратҡандар. Ишек төбөндә уға ярҙам итергә әҙер булған ике өлкән торған.

17. Актив булмаған ҡәрҙәштәргә ярҙам итеү беҙҙә ниндәй хистәр тыуҙыра?

17 Рухи яҡтан көсһөҙләнгән ҡәрҙәштәргә ярҙам итеү күп шатлыҡ килтерә ала. Актив булмаған ҡәрҙәштәргә ярҙам итер өсөн күп көс һалған Сальвадор исемле пионер былай ти: «Ҡайһы ваҡыт мин шатлыҡтан иларҙай булам. Йәһүәнең үҙенең тағы бер һарығын Шайтан донъяһынан ҡотҡарғаны һәм мине бының өсөн ҡулланғаны тураһында уйланыу күңелемде бик йылыта. Был эштә ҡатнашыу минең өсөн ҙур хөрмәт!» (Ғәм. 20:35).

18. Актив булмаған ҡәрҙәштәр нимәгә шикләнмәҫкә тейеш?

18 Һеҙ Алла халҡы менән аралашмай башлағанһығыҙ икән, шикләнмәгеҙ, Йәһүә һеҙҙе әле лә ярата. Ул һеҙҙең үҙенә ҡайтыуығыҙҙы теләй. Әлбиттә, уға ҡайтыр өсөн, һеҙгә билдәле бер аҙымдар яһарға кәрәк булыр. Әммә, Ғайса һөйләгән ҡиссалағы атай кеүек, Йәһүә һеҙҙең ҡайтыуығыҙҙы зарығып көтә һәм һеҙҙе асыҡ йөҙ менән ҡаршы алыр.

103-СӨ ЙЫР Көтөүселәр — бүләк итеп бирелгән кешеләр

^ 5 абз. Йәһүә йыйылыштан йыраҡлашҡан хеҙмәтселәрен: «Миңә кире ҡайтығыҙ», — тип саҡыра. Беҙ, уның саҡырыуын ҡабул итергә теләгән ҡәрҙәштәргә ярҙам итер өсөн, күпте эшләй алабыҙ. Әйҙәгеҙ, улар өсөн нимә эшләп булғанын ҡарап сығайыҡ.

^ 7 абз. Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

^ 15 абз. Ҡайһы бер актив булмаған ҡәрҙәштәргә «Алла һөйөүендә ҡалығыҙ» тигән китаптың билдәле бер бүлектәрен өйрәнеү файҙалы булыр, ә кемгәлер «Йәһүәгә яҡынлаш» тигән китаптан (урыҫ) ҡайһы бер бүлектәрҙе яңынан ҡарап сығыу ярҙам итер. Йыйылыштың хеҙмәт комитеты шундай өйрәнеүҙе ниндәй ҡәрҙәшкә тапшырырға кәрәклеген ҡарар итер.

^ 68 абз. РӘСЕМДӘ: өс ағай-ҡәрҙәш Йәһүәгә ҡайтырға теләгән ҡәрҙәшкә ярҙам итә. Улар уның менән аралаша, яратыуҙарына ышандыра һәм, уның хәлен аңларға тырышып, иғтибар менән тыңлай.