Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

23-СӨ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

Исемең изге тип танылһын

Исемең изге тип танылһын

«Эй Йәһүә, исемең мәңге булыр» (ЗӘБ. 135:13).

10-СЫ ЙЫР Йәһүә Алланы данла!

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. Ниндәй һорауҙар Йәһүә шаһиттары өсөн бик мөһим?

БӨГӨНГӨ ваҡытта беҙҙең өсөн иң мөһим һорауҙар — Йәһүәнең хакимлығын аҡлау һәм уның исемен изгеләндереү. Йәһүә шаһиттары булараҡ, беҙ был темалар менән бик ныҡ ҡыҙыҡһынабыҙ. Әммә, Йәһүәнең хакимлығын аҡлау һәм уның исемен изгеләндереү — бер-береһе менән бәйле булмаған ике төрлө һорау, тип уйлау дөрөҫ булмаҫ ине.

2 Белеүебеҙсә, Алланың исеменә тап төшөрөлгән, шуға күрә уны сафландырырға кәрәк. Беҙ шулай уҡ Йәһүәнең хакимлығы, йәғни уның идара итеү рәүеше иң яҡшы икәнен раҫларға кәрәклеген аңлайбыҙ. Был ике мөһим һорау ҙур иғтибарға лайыҡ.

3. Йәһүәнең исеме үҙ эсенә нимәне ала?

3 Алла исеме үҙ эсенә Йәһүә менән бәйле бөтә нәмәне, шул иҫәптән уның идара итеү рәүешен дә ала, сөнки ул Иң юғары хаким. Эйе, Алла исеме уның идара итеү рәүеше менән тығыҙ бәйле. Шулай итеп, был ике һорау — Йәһүәнең исемен изгеләндереү ҙә, уның идара итеү рәүеше иң яҡшы икәнен раҫлау ҙа бик мөһим. (« Бәхәсле һорауҙың яҡтары» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

4. Зәбур 135:13-тә Алла исеме тураһында нимә әйтелә, һәм был мәҡәләлә беҙ ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ?

4 Йәһүәнең исеме уникаль. (Зәбур 135:13-тө * уҡығыҙ.) Ни өсөн Алла исеме шул тиклем әһәмиәтле? Был исемгә беренсе тапҡыр нисек тап төшөрөлгән? Йәһүә үҙенең исемен нисек изгеләндерә? Һәм беҙ Алла исемен нисек яҡлай алабыҙ? Әйҙәгеҙ, был һорауҙарға яуап алайыҡ.

АЛЛА ИСЕМЕНЕҢ ӘҺӘМИӘТЕ

5. Алла исемен изгеләндереү тураһында әйткәндә, ниндәй һорау тыуырға мөмкин?

5 «Исемең мөҡәддәс тип танылһын» (Матф. 6:9). Ғайса Мәсихтең был һүҙҙәренән күренеүенсә, Йәһүә исеменең изгеләндерелеүе хаҡында үтенес доғаларыбыҙҙа беренсе урындарҙа торорға тейеш. Ә Алла исемен изгеләндереү нимәне аңлата? Изгеләндереү — нимәнелер саф, таҙа һәм изге итеү. Әммә ҡайһы берәүҙәр: «Йәһүәнең исеме былай ҙа саф һәм изге түгелме ни?» — тип аптырарға мөмкин. Был һорауға яуап табыр өсөн, исемдең үҙ эсенә нимә алғанын аңларға кәрәк.

6. Нимә исемде әһәмиәтле итә?

6 Исем ҡағыҙҙа яҙылған хәрефтәр йә әйтелгән һүҙ генә түгел. Изге Яҙмала: «Яҡшы исем ҙур байлыҡтан да өҫтөнөрәк», — тиелгән (Ғиб. һүҙ. 22:1; Вәғ. 7:1). Ни өсөн исем шундай ҙур әһәмиәткә эйә? Сөнки исем кешенең абруйын, йәғни башҡаларҙың шул исемде йөрөткән кеше тураһында нимә уйлағанын үҙ эсенә ала. Шуға күрә исемдең нисек әйтелгәне йә яҙылғаны иң мөһиме түгел. Был исемде кем йөрөткәне һәм башҡаларҙың, уны ишеткәндә, ниндәй уйҙар тыуғаны — бына нимә мөһим.

7. Кешеләр Алланың исеменә нисек тап төшөрә?

7 Кешеләр, Йәһүә тураһында ялған һөйләп, уның абруйына һөжүм итә, йәғни уның исеменә тап төшөрә. Алланың исеменә һәм абруйына беренсе һөжүм кешелек тарихының башында яһалған булған. Әйҙәгеҙ, шул осраҡтан нимәгә өйрәнеп булғанын ҡарап сығайыҡ.

БЕРЕНСЕ ЯЛА ЯҒЫУ

8. Әҙәм менән Һауа нимәне белгән, һәм быға бәйле ниндәй һорауҙар тыуа?

8 Әҙәм менән Һауа Алланың исемен генә түгел, ә шулай уҡ уның тураһында күп мөһим хәҡиҡәттәр ҙә белгән. Мәҫәлән, улар Алланың, Барлыҡҡа килтереүсе булараҡ, үҙҙәренә ғүмер, матур йәшәү урыны һәм камил тормош иптәше биргәнен белгән (Баш. 1:26—28; 2:18). Әммә улар, камил аҡылдарын ҡулланып, Йәһүәнең бүләктәре тураһында уйланғанмы? Был исемде йөрөткән Шәхескә ҡарата яратыу һәм рәхмәт хисен тәрәнәйткәнме? Алланың дошманы улар менән һөйләшә башлағас, барыһы асыҡланған.

9. Башланмыш 2:16, 17 һәм 3:1—5 буйынса, Йәһүә беренсе парға нимә тигән, һәм Шайтан нисек хәҡиҡәтте боҙоп күрһәткән?

9 Башланмыш 2:16, 17; 3:1—5-те уҡығыҙ. Шайтан йылан аша Һауаға бындай һорау биргән: «Был йәннәт баҡсаһында Алланың һеҙгә бер ағастың да емешен ашарға рөхсәт итмәүе ысынмы?» Шайтандың һорауында Алла тураһында ялған йәшерелгән булған, был ялған Һауаның аҡылын ағыулай алған. Ысынында, Алла уларға тик бер генә ағастың емешен ашарға рөхсәт итмәгән. Әҙәм менән Һауа күп төрлө-төрлө ағастарҙың емештәрен ашай алған (Баш. 2:9). Эйе, Йәһүә бик йомарт Алла. Әммә Шайтан үҙенең һорауы менән хәҡиҡәтте боҙоп күрһәткән. Ул Алланың йомартлығын шик аҫтына ҡуйған. Һөҙөмтәлә Һауаның: «Бәлки, Алла беҙҙән яҡшы бер нәмәне йәшерәлер?» — тигән уйҙары тыуа алған.

10. Шайтан нисек Алланың исеменә тап төшөргән, һәм был нимәгә килтергән?

10 Шайтан Һауаға һорау биргәндә, Һауа әле Йәһүәгә тыңлаусан булған. Ул Шайтанға Алланың аныҡ күрһәтмәһен әйтеп биргән. Һауа, ағасҡа хатта тейергә лә ярамай, тип өҫтәгән. Ул Алланы тыңламау үлемгә килтерәсәген белгән. Әммә Шайтан: «Юҡ, үлмәйһегеҙ», — тигән (Баш. 3:2—4). Был һүҙҙәрҙе әйтеп, Шайтан шиктәр генә тыуҙырмаған, ә асыҡтан-асыҡ Йәһүәне ялған һөйләүҙә ғәйепләгән һәм шуның менән уның исеменә тап төшөргән. Шулай итеп, ул Иблис, йәғни Яла яғыусы булып киткән. Һауа, Шайтанға ышанып, алданған (1 Тим. 2:14). Ул, Йәһүәгә ҡарағанда, Шайтанға нығыраҡ ышанған. Һөҙөмтәлә Һауа бик аҡылһыҙ ҡарар ҡабул иткән. Ул Йәһүәгә буйһонмаған һәм тыйылған емеште ашаған. Ахыр сиктә, ул емеште Әҙәмгә лә биргән (Баш. 3:6).

11. Әҙәм менән Һауа нисек эш итә алыр ине, әммә улар нимә эшләгән?

11 Әйҙәгеҙ, уйлап алайыҡ, Һауа Шайтанға нимә әйтергә тейеш булған? Мәҫәлән, бындайыраҡ һүҙҙәр: «Мин һинең кем икәнеңде белмәйем, әммә Атайым Йәһүәне беләм. Мин уны яратам һәм уға ышанам. Ул Әҙәмгә һәм миңә барыһын бирҙе. Уны яманларға һинең ни хаҡың бар? Кит бынан!» Ҡыҙының шундай яуап ҡайтарғаны Йәһүәгә ниндәй ҙур шатлыҡ килтерер ине! (Ғиб. һүҙ. 27:11). Әммә Һауаның да, Әҙәмдең дә Йәһүәгә ҡарата тоғро яратыуы булмаған. Шундай яратыу етмәгәнгә, улар Йәһүәнең исемен хурланыуҙан яҡламаған.

12. Шайтан Һауаның аҡылына ниндәй шик һалған, һәм Әҙәм менән Һауа нимә эшләмәгән?

12 Күреүебеҙсә, Шайтан Һауаның аҡылында Йәһүәнең яҡшы Атай булғанына шиктәр сәскән. Бының менән ул Алланың абруйына һөжүм иткән. Әҙәм менән Һауа Йәһүәнең исемен һәм абруйын яҡламаған. Улар Шайтандың тәьҫиренә еңел бирелгән һәм күктәге Аталарына ҡаршы фетнә күтәргән. Бөгөн Шайтан, Йәһүәнең исеменә тап төшөрөр өсөн, шундай уҡ алымдар ҡуллана. Шайтандың ялғанына ышанған кешеләр, уның йоғонтоһона еңел генә бирелеп, Йәһүәнең ғәҙел хакимлығын кире ҡаға.

ЙӘҺҮӘ ҮҘ ИСЕМЕН ИЗГЕЛӘНДЕРӘ

13. Йәзәкил 36:23-тәге һүҙҙәр нисек Изге Яҙманың төп хәбәренә иғтибар итә?

13 Йәһүә шундай яла яғыуға битараф ҡаламы? Һис тә юҡ! Бөтә Изге Яҙма китабы Йәһүәнең үҙ исемен сафландырыр өсөн нимә эшләгәненә иғтибар итә (Баш. 3:15, ЯДТ). Изге Яҙманың төп хәбәрен бер һөйләм менән әйтеп бирергә була: Батшалыҡ ярҙамында Йәһүә үҙ исемен изгеләндерәсәк һәм ерҙә ғәҙеллек менән тыныслыҡ урынлаштырасаҡ. Изге Яҙмала Йәһүәнең быны нисек эшләйәсәге аңлатыла. (Йәзәкил 36:23-тө * уҡығыҙ.)

14. Эден баҡсаһында фетнә күтәрелгәс, Йәһүәнең эш итеүе уның исемен нисек изгеләндергән?

14 Йәһүә үҙ ихтыярын үтәй алмаһын өсөн, Шайтан бар көсөн һалып тырыша. Ләкин бер нисек тә маҡсатына өлгәшә алмай. Изге Яҙмала Йәһүәнең нисек эш иткәне тасуирлана, һәм бынан уға тиң бер кем дә юҡ икәне күренә. Әлбиттә, Шайтандың һәм уның яғына торғандарҙың фетнәһе Йәһүәнең күңелен бик әрнеткән (Зәб. 78:40). Әммә Йәһүә, был һорауҙы сискәндә, зирәклек, түҙемлек һәм ғәҙеллек сағылдыра. Ул шулай уҡ бик күп тапҡыр үҙенең сикһеҙ көсөн күрһәткән. Бынан тыш, уның бөтә эштәрендә яратыу сағыла (1 Яхъя 4:8). Эйе, Йәһүә үҙ исемен изгеләндереүҙән туҡтамай.

Шайтан Һауаға Йәһүә тураһында ялған һөйләгән һәм быуаттар буйына Аллаға яла яғыуын дауам иткән (9, 10, 15-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

15. Бөгөн Шайтан нисек Алланың исеменә тап төшөрә, һәм был нимәгә килтерә?

15 Шайтан бөгөн дә Алланың исеменә тап төшөрә. Шайтандың ялғаны арҡаһында кешеләр Алланың көслө, ғәҙел, зирәк һәм ҡайғыртыусан булғанына шикләнә. Мәҫәлән, Иблис кешеләрҙе, Барлыҡҡа килтереүсе юҡ, тип ышандырырға тырыша. Ә Аллаға ышанған кешеләргә, Алланың нормалары сиктән тыш ҡәтғи һәм ғәҙелһеҙ, тигән ҡараш таға. Иблис хатта, Йәһүә мәрхәмәтһеҙ һәм кешеләрҙе утлы тамуҡта яндыра, тигән ялған тарата. Был ҡот осҡос ялғанға ышанған кешеләр Йәһүәнең ғәҙел хакимлығын кире ҡағырға мөмкин. Юҡ ителеүенә тиклем Шайтан Аллаға яла яғыуын дауам итәсәк һәм һеҙҙе Йәһүәнән ситкә алып китергә тырышасаҡ. Ул маҡсатына ирешерме?

ҺЕҘ БӘХӘСЛЕ ҺОРАУҘА НИСЕК ҠАТНАШАҺЫҒЫҘ?

16. Беҙ нисек Әҙәм менән Һауа булдыра алмағанды эшләй алабыҙ?

16 Йәһүә гонаһлы кешеләргә үҙ исемен изгеләндереүҙә ҡатнашырға мөмкинлек бирә. Һеҙ Әҙәм менән Һауа булдыра алмағанды эшләй алаһығыҙ. Был донъяла кешеләр Йәһүәнең исеменә тап төшөрһә лә һәм уны хурлаһа ла, һеҙ Алла исемен яҡлай алаһығыҙ. Һеҙ кешеләргә Йәһүәнең изге, ғәҙел, яҡшы һәм ҡайғыртыусан икәне хаҡында һөйләй алаһығыҙ (Ишағ. 29:23). Шулай итеп һеҙ уның идараһы яғында торғанығыҙҙы күрһәтәһегеҙ. Кешеләргә шуны аңларға ярҙам итегеҙ: Йәһүәнең идараһы иң яҡшы, һәм тик ул ғына кешелеккә тыныслыҡ һәм бәхет килтерәсәк (Зәб. 37:9, 37; 146:5, 6, 10).

17. Ғайса кешеләргә Атаһының исемен нисек асҡан?

17 Йәһүәнең исемен яҡлап, беҙ Ғайса Мәсихтән үрнәк алабыҙ (Яхъя 17:26). Ул, Йәһүәнең исемен ҡулланыуҙан тыш, шулай уҡ кешеләргә Атаһының ниндәй шәхес икәнен аңлатҡан. Мәҫәлән, ул фарисейҙарҙың тәғлимәттәрен фаш иткән, сөнки улар Йәһүәне тупаҫ, талапсан, мәрхәмәтһеҙ һәм кешеләрҙән алыҫ булған Алла итеп күрһәткәндәр. Ғайса иһә Атаһының сабыр, аңлаусан, ҡайғыртыусан һәм кисереүсән икәне хаҡында һөйләгән. Ул шулай уҡ, көндәлек тормошта Йәһүәнең сифаттарын камил рәүештә сағылдырып, кешеләргә Атаһын «күрергә» ярҙам иткән (Яхъя 14:9).

18. Беҙ нисек Йәһүә тураһындағы ялғанды юҡҡа сығара алабыҙ?

18 Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә, Ғайса кеүек, Йәһүә тураһында белгәндәребеҙҙе башҡаларға һөйләйек, уларға Алланың ҡайғыртыусан һәм игелекле икәнен аңлатайыҡ. Шулай эшләп, беҙ Йәһүә тураһындағы ялғанды юҡҡа сығарабыҙ. Кешеләргә Йәһүәнең исемен изге тип һанарға ярҙам итеп, беҙ уның исемен изгеләндерәбеҙ. Беҙ шулай уҡ, камил булмаһаҡ та, Йәһүәнең сифаттарын сағылдыра алабыҙ (Ефес. 5:1, 2). Шулай итеп беҙ һүҙҙәребеҙ һәм эштәребеҙ менән кешеләргә Йәһүәнең ниндәй шәхес икәнен күрһәтәбеҙ һәм шуның менән дә уның исемен изгеләндерәбеҙ. Кешеләргә Алла тураһындағы хаталы ҡараштарҙан арынырға ярҙам итеп, беҙ Йәһүәнең исемен аҡлайбыҙ *. Бынан тыш, беҙ эштәребеҙ менән камил булмаған кешеләрҙең Алла алдында саф булып ҡала алғанын иҫбатлайбыҙ (Әйүп 27:5).

Беҙ өйрәнеүселәргә Йәһүәнең игелекле һәм яратыусан икәнен аңларға ярҙам итергә теләйбеҙ (18, 19-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

19. Ишағыя 63:7-нән күренеүенсә, кешеләрҙе өйрәткәндә, төп маҡсатыбыҙ ниндәй булырға тейеш?

19 Тағы бер яҡты ҡарап сығайыҡ. Башҡаларҙы хәҡиҡәткә өйрәткәндә, беҙ йыш ҡына Алланың хакимлығына иғтибар итәбеҙ, уның Ғаләм менән идара итергә хоҡуғы барлығын аңлатабыҙ. Әлбиттә, Алланың ҡанундарына иғтибар итеү мөһим, әммә беҙҙең төп маҡсат — кешеләргә Атабыҙ Йәһүәгә ҡарата яратыу үҫтерергә һәм уға тоғролоҡ һаҡларға ярҙам итеү. Бының өсөн Алланың күркәм сифаттарына иғтибар итергә һәм Йәһүә исемен ниндәй Шәхес йөрөткәнен аңлатырға кәрәк. (Ишағыя 63:7-не * уҡығыҙ.) Шулай эшләп, беҙ кешеләргә Йәһүәне яратырға, уға тыңлаусан һәм тоғро булырға ярҙам итербеҙ.

20. Киләһе мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

20 Тәртибебеҙ һәм кешеләрҙе нисек өйрәтеүебеҙ Йәһүәнең исемен данларға һәм кешеләрҙе уға йәлеп итергә тейеш. Быға нисек ирешергә? Киләһе мәҡәләлә был һорауға яуап бирелер.

2-СЕ ЙЫР Һинең исемең Йәһүә

^ 5 абз. Ниндәй мөһим һорау бөтә кешеләргә һәм фәрештәләргә ҡағыла? Ни өсөн был һорау шул тиклем мөһим, һәм ул беҙҙең менән нисек бәйле? Был һәм быға бәйле башҡа һорауҙарға яуап алыу беҙҙең Йәһүә менән мөнәсәбәттәрҙе нығытыр.

^ 4 абз. Зәбур 135:13: «Эй Йәһүә, исемең мәңге булыр. Эй Йәһүә, даның быуындан-быуынға йәшәр».

^ 13 абз. Йәзәкил 36:23: «Халыҡтар араһында нәжесләнгән исемемде — һеҙ улар араһында нәжесләгән бөйөк исемемде — мин, һис шикһеҙ, изге итермен. Мин халыҡтарҙың күҙ алдында һеҙҙең арағыҙҙа изге ителгәс, улар минең Йәһүә икәнемде белер, — тип әйтә Аллаһы Тәғәлә Йәһүә».

^ 18 абз. Элек баҫмаларыбыҙҙа бындай фекер яҙылған ине: Йәһүәнең исемен аҡларға кәрәкмәй, сөнки бер кем дә уның был исемде йөрөтөргә хоҡуғын шик аҫтына ҡуймаған. Әммә 2017 йылда үткән йыллыҡ осрашыуҙа был һорауға үҙгәреш индерелде. Программа рәйесе былай тине: «Ябай итеп әйткәндә, Йәһүә исеменең аҡланыуы тураһында доға ҡылыу хата түгел, сөнки уның абруйы, ысынлап та, аҡланған булырға тейеш». (Татар телендәге jw.org® сайтында 2018 йылдың ғинуар сығарылышын ҡарағыҙ. КИТАПХАНА > JW телевидениеһы тигән һылтанма буйынса табып була.)

^ 19 абз. Ишағыя 63:7: «Йәһүәнең үҙенең мәрхәмәте һәм бөйөк тоғро мөхәббәте буйынса беҙҙең хаҡҡа башҡарған бөтә эштәре өсөн, Израиль йорто хаҡына эшләгән күп яҡшы нәмәләр өсөн, мин Йәһүәнең тоғро мөхәббәттән сығып ҡылған эштәрен, Йәһүәнең маҡтауға лайыҡ эштәрен телгә алырмын».

^ 65 абз. РӘСЕМДӘ: Һауа менән һөйләшкән саҡта Иблис, Алланы ялған һөйләүҙә ғәйепләп, уға яла яҡҡан. Быуаттар дауамында Шайтан Йәһүә хаҡында төрлө ялған таратҡан, мәҫәлән, Алла мәрхәмәтһеҙ йә кешеләрҙе ул барлыҡҡа килтермәгән, тигән ҡараштар сәскән.

^ 67 абз. РӘСЕМДӘ: кеше менән өйрәнеү үткәргәндә, ағай-ҡәрҙәш Алланың сифаттарына иғтибар итә.