Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

29-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

«Мин көсһөҙ саҡта ҡеүәтлемен»

«Мин көсһөҙ саҡта ҡеүәтлемен»

«Мәсих хаҡына тип түҙгән көсһөҙлөккә лә, кәмһетеүҙәргә, мохтажлыҡҡа, эҙәрлекләүҙәргә, ҡыйынлыҡтарға ла ризамын» (2 КОР. 12:10).

38-СЕ ЙЫР Алла һиңә ҡеүәт бирер

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Илсе Павел нимәне таныған?

ИЛСЕ Павел ваҡыт-ваҡыт үҙенең көсһөҙ булғанын таныған. Ул үҙенең хәлһеҙләнгәне, дөрөҫ эш итер өсөн көрәшергә тура килгәне һәм ҡайһы саҡта доғаларына үҙе көткәнсә яуап алмағаны тураһында яҙған (2 Кор. 4:16; 12:7—9; Рим. 7:21—23). Павел дошмандарының үҙен көсһөҙ * тип һанағандарын таныған. Әммә ул үҙенең көсһөҙлөктәре һәм кешеләрҙең тиҫкәре ҡараштары арҡаһында үҙен булдыҡһыҙ тип һанамаған (2 Кор. 10:10—12, 17, 18).

2. 2 Коринфтарға 12:9, 10-дан күренеүенсә, Павел ниндәй мөһим хәҡиҡәтте аңлаған?

2 Павел бер мөһим хәҡиҡәтте аңлаған: кеше үҙен көсһөҙ итеп тойғанда ла көслө була ала. (2 Коринфтарға 12:9, 10-ды уҡығыҙ.) Йәһүә Павелға: «Һин көсһөҙ булған һайын, Минең ҡөҙрәтем көслөрәк тәьҫир итә», — тип әйткән. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, Йәһүә Павелға етерлек көс бирергә әҙер булған. Тәүҙә, әйҙәгеҙ, ҡаршы килеүселәр беҙҙе мыҫҡыллағанда, ни өсөн бойоғорға кәрәкмәгәнен беләйек.

БАШҠАЛАР БЕҘҘЕ КӘМҺЕТКӘНДӘ

3. Кәмһетеүҙәр беҙгә нисек шатлыҡ килтерә ала?

3 Беребеҙ ҙә кәмһетелгән булырға теләмәй. Әммә дошмандарҙың беҙҙең хаҡта насар әйткәндәре тураһында борсолһаҡ, төшөнкөлөккә бирелеүебеҙ ихтимал (Ғиб. һүҙ. 24:10). Был мыҫҡыллауҙарға нисек ҡарарға? Павел осрағындағы һымаҡ, «кәмһетеүҙәр» беҙҙе лә шатландырырға мөмкин (2 Кор. 12:10). Нисек итеп? Кешеләр беҙҙе мыҫҡыллаһалар һәм эҙәрләһәләр, был беҙҙең ысын мәсихселәр булыуыбыҙҙы күрһәтә (1 Пет. 4:14). Ғайса Мәсих, минең шәкерттәрем эҙәрләнер, тип әйткән (Яхъя 15:18—20). Беренсе быуатта тап шулай булған да. Ул ваҡытта грек мәҙәниәтенең йоғонтоһо аҫтында булған кешеләр мәсихселәрҙе наҙан һәм меҫкен тип һанаған. Йәһүдтәр ҙә шундайыраҡ ҡарашта торған. Мәҫәлән, улар Петр менән Яхъяны «белемдәре аҙ... ябай» кешеләр тип атаған (Ғәм. 4:13). Күптәргә мәсихселәр көсһөҙ һәм яҡлауһыҙ булып күренгән. Улар сәйәсәттә ҡатнашмаған, шуға күрә хөкүмәткә бер нисек тә тәьҫир итә алмаған. Йәмғиәт уларҙы ситләткән.

4. Мәсихселәр ҡаршы килеүселәрҙең нәфрәт итеүенә нисек ҡараған?

4 Дошмандарҙың тиҫкәре ҡараштары мәсихселәрҙе туҡтата алғанмы? Юҡ. Мәҫәлән, Петр менән Яхъя, башҡа мәсихселәр кеүек, Ғайса исеме хаҡына кәмһетелеүҙе хөрмәт тип һанаған (Ғәм. 4:18—21; 5:27—29, 40—42). Беренсе быуаттағы мәсихселәрҙең оялырға сәбәптәре булмаған. Ахыр сиктә, Алланың шул баҫалҡы хеҙмәтселәре ҡаршы килеүселәргә ҡарағанда кешеләр өсөн күпкә күберәк файҙа килтергән. Мәҫәлән, ҡайһы бер был мәсихселәр Изге Яҙманы яҙыуҙа ҡатнашҡан, ә был китап миллионлаған кешеләргә әле лә ярҙам итә һәм өмөт бирә. Улар вәғәзләгән Алла Батшалығы хәҙер күктә идара итә, ә тиҙҙән бөтә ер өҫтөнән хакимлыҡ итәсәк (Матф. 24:14). Уйлап ҡына ҡарағыҙ: мәсихселәрҙе эҙәрләгән ҡеүәтле империя селпәрәмә килгән, ә Мәсихтең тоғро шәкерттәре хәҙер күктә идара итә. Уларҙың ҡаршы килеүселәре инде үле. Әгәр Алла уларҙы терелтһә лә, улар мәсихселәр вәғәзләгән Батшалыҡтың граждандары буласаҡ (Асыл. 5:10).

5. Яхъя 15:19-ҙағы һүҙҙәр буйынса, ни өсөн был донъя кешеләре Йәһүә шаһиттарына түбәнһетеп ҡарай?

5 Бөгөн дә ҡайһы бер кешеләр Йәһүә шаһиттарына түбәнһетеп ҡарай, уларҙы көлкөгә ҡалдырып, наҙан һәм көсһөҙ, тип һанай. Ни өсөн? Сөнки беҙ был йәмғиәттең ҡараштарын үҙләштермәйбеҙ. Беҙ баҫалҡы, тыйнаҡ һәм тыңлаусан булырға тырышабыҙ. Ә был донъя иһә ғорурлыҡ, тәкәбберлек һәм фетнәселекте данлай. Бынан тыш, ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, беҙ сәйәсәттә ҡатнашмайбыҙ һәм армияла хеҙмәт итмәйбеҙ. Беҙ «донъяның йәшәү рәүешенә яраҡлашма[йбыҙ]», шуға күрә улар беҙгә кәмһетеп ҡарай (Яхъя 15:19-ҙы уҡығыҙ; Рим. 12:2).

6. Йәһүә, үҙенең халҡын ҡулланып, ниндәй ғәжәп эштәр башҡара?

6 Был донъя беҙҙең хаҡта насар фекерҙә булһа ла, Йәһүә, беҙҙе ҡулланып, бөйөк эштәр башҡара. Ул тарихта бығаса булмаған ғәжәп ҙур вәғәз кампанияһын алып бара. Уның хеҙмәтселәре иң күп телгә тәржемә ителгән һәм иң ҙур тираж менән баҫтырылған журналдар сығара. Йәһүә шаһиттары, Изге Яҙманы ҡулланып, миллионлаған кешегә тормоштарын яҡшыртырға ярҙам итә. Был донъя ҡарашынан әһәмиәтһеҙ тип һаналған кешеләр шундай иҫ киткес уңыштарға Йәһүәнең ярҙамы менән генә өлгәшә ала. Ә һәр беребеҙ тураһында нимә әйтеп була? Йәһүә беҙгә көслө булырға ярҙам итә аламы? Ярҙам итә алһа, беҙгә нимә эшләргә кәрәк? Әйҙәгеҙ, илсе Павелдың үрнәгенән алып булған өс һабаҡҡа иғтибар итәйек.

ҮҘЕГЕҘҘЕҢ КӨСӨГӨҘГӘ ТАЯНМАҒЫҘ

7. Павелдың миҫалынан нимәгә өйрәнеп була?

7 Беренсенән, илсе Павелдың миҫалынан күренеүенсә, Йәһүәгә хеҙмәт иткәндә, беҙ үҙ көсөбөҙгә һәм һәләттәребеҙгә таянырға тейеш түгел. Кеше ҡарашынан Павелдың ғорур булырға һәм үҙенә генә таянырға күп сәбәптәре булған. Ул Римдағы Киликия провинцияһының Тарс тип аталған баш ҡалаһында тыуып үҫкән. Тарс — белем алыу үҙәге һәм сәскә атҡан ҡала булған. Павел яҡшы белем алған: ул йәһүдтәрҙең иң хөрмәтле уҡытыусыларының береһе Гамалиилдың уҡыусыһы булған (Ғәм. 5:34; 22:3). Үҙ ваҡытында Павел йәһүдтәр араһында бик абруйлы кеше тип һаналған. Ул үҙе тураһында былай тигән: «Үҙ халҡым араһында йәһүд динен тотҡан байтаҡ йәштәштәремә ҡарағанда күпкә алдараҡ булдым» (Гал. 1:13, 14; Ғәм. 26:4). Шулай ҙа Павел үҙенә таянмаған.

Мәсихтең шәкерте булыу хөрмәте менән сағыштырғанда, Павел донъялағы нәмәләрҙе «сүп-сар» тип һанаған (8-се абзацты ҡарағыҙ.) *

8. Филиптарға 3:8-ҙән күренеүенсә, Павел донъяла ҡалдырған нәмәләргә нисек ҡараған, һәм ни өсөн ул «көсһөҙлөгөнә» шатланған?

8 Павел был донъяла уны абруйлы иткән нәмәләрҙән икеләнмәйенсә баш тартҡан. Ул быларҙың барыһы тик «сүп-сар» икәнен аңлаған. (Филиптарға 3:8-ҙе * уҡығыҙ, ЯДТ.) Павел Ғайсаның шәкерте булыр өсөн ҙур хаҡ түләгән. Мәҫәлән, милләттәштәре уны күрә алмаған (Ғәм. 23:12—14). Римдар, Павелдың ватандаштары, уны туҡмаған һәм төрмәгә ултыртҡан (Ғәм. 16:19—24, 37). Бынан тыш, ул үҙенең етешһеҙлектәре арҡаһында бик көйөнгән (Рим. 7:21—25). Ләкин Павел дошмандарҙың ҡаршы килеүенә һәм үҙенең ғәйеп хисенә ҡарамаҫтан, артабан да Ғайса артынан эйәргән. Ул үҙенең «көсһөҙлөгөнә» шатланған. Ни өсөн? Сөнки шул саҡта ул Алланың ҡеүәтен тойған (2 Кор. 4:7; 12:10).

9. Беҙҙе көсһөҙ һымаҡ итеп күрһәткән нәмәләргә нисек ҡарарға?

9 Йәһүәнән көс алырға теләһәк, беҙ шуны аңларға тейеш: Йәһүә беҙҙе физик көсөбөҙгә, алған белемебеҙгә, милләтебеҙгә һәм байлығыбыҙға ҡарап баһаламай. Алла хеҙмәтселәре араһында «әҙәмсә фекер йөрөткән аҡыллылар ҙа, ҡөҙрәтлеләр ҙә, затлы нәҫелдән булғандар ҙа күп түгел». Эйе, Йәһүә «донъя самаһы буйынса ...көсһөҙ тип һаналғандарҙы» һайлаған (1 Кор. 1:26, 27). Шуға күрә һеҙҙә өҫтөнлөк булып күренгән нәмәләр булмаһа ла, һеҙ Йәһүәгә хеҙмәт итә алаһығыҙ. Киреһенсә, был Йәһүәнең көсөн күрер өсөн яҡшы мөмкинлек. Мәҫәлән, ҡараштарығыҙҙы шик аҫтына ҡуйған кешеләрҙән ҡурҡһағыҙ, иманығыҙҙы яҡлар өсөн Йәһүәнән ҡыйыулыҡ һорап доға ҡылығыҙ (Ефес. 6:19, 20). Әгәр һеҙ оҙаҡҡа һуҙылған ауырыуҙан интекһәгеҙ, хеҙмәттә көсөгөҙҙән килгәнсә ҡатнашыр өсөн, Йәһүәнән көс һорағыҙ. Йәһүәнең ярҙамын күргән һайын, һеҙҙең иманығыҙ нығына һәм көслөрәк булып китә.

БОРОНҒО ХЕҘМӘТСЕЛӘРҘӘН ҺАБАҠ АЛЫҒЫҘ

10. Ни өсөн беҙгә боронғо тоғро хеҙмәтселәрҙән, шул иҫәптән Еврейҙарға 11:32—34-тә иҫкә алынғандарҙан өйрәнергә кәрәк?

10 Павел Яҙмаларҙы тырышып өйрәнгән. Ул Алла Һүҙендә иҫкә алынған тоғро хеҙмәтселәрҙән күп һабаҡтар алған. Еврейҙарға яҙған хатында Павел мәсихселәрҙе шул миҫалдар хаҡында уйланырға дәртләндергән. (Еврейҙарға 11:32—34-те уҡығыҙ.) Уларҙың береһе — Дауыт батша. Ул дошмандарының ғына түгел, ә хатта элек дуҫтар тип аталғандарҙың ҡаршы килеүҙәре менән осрашҡан. Дауыттың миҫалы тураһында уйланыу Павелды нисек нығытҡан? Әйҙәгеҙ, быны беләйек һәм Павелдан нисек өлгө алып булғанын ҡарап сығайыҡ.

Дауыт, йәшенә һәм көсһөҙ булып күренеүенә ҡарамаҫтан, Ғәлиәфкә ҡаршы сығырға ҡурҡмаған. Ул Йәһүәгә тулыһынса таянған, сөнки уның Ғәлиәфте еңергә көс бирәсәген белгән. (11-се абзацты ҡарағыҙ.)

11. Ни өсөн Дауыт көсһөҙ булып күренгән? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)

11 Ғәйрәтле һуғышсы Ғәлиәф Дауытты көсһөҙ тип һанаған. Ул Дауытҡа түбәнһетеп ҡараған. Һәм был һис тә ғәжәп түгел, сөнки Ғәлиәф бейек буйлы, ныҡ ҡоралланған һәм һуғышырға өйрәтелгән булған. Ә Дауыт иһә тәжрибәһеҙ, ҡоралһыҙ һуғышсы булып күренгән. Әммә ысынында Дауыт күпкә көслөрәк булған, сөнки Йәһүәгә таянған, һәм Алла уға еңеү биргән (1 Сам. 17:41—45, 50).

12. Дауыттың тағы ниндәй ауырлығы булған?

12 Дауыт тағы бер ауырлыҡ арҡаһында үҙен көсһөҙ итеп тоя алған. Ул Йәһүә билдәләгән Израиль батшаһына Шаулға тоғро хеҙмәт иткән. Тәүҙә Шаул Дауытты хөрмәт итһә лә, һуңыраҡ ғорурлығы арҡаһында Дауыттан көнләшә башлаған. Шаул уның менән насар мөғәмәлә иткән һәм хатта уны үлтерергә маташҡан (1 Сам. 18:6—9, 29; 19:9—11).

13. Дауыт Шаулдың ғәҙелһеҙ мөғәмәләһенә нисек ҡараған?

13 Шаулдың ғәҙелһеҙ мөғәмәләһенә ҡарамаҫтан, Дауыт уны хөрмәт иткән, сөнки Шаул Йәһүәнең майланғаны булған (1 Сам. 24:6). Дауыт Шаулдың яуыз эштәре өсөн Йәһүәне ғәйепләмәгән. Киреһенсә, Дауыт Йәһүәгә таянған: был ауыр һынауҙы кисереп сығыр өсөн, ул Йәһүәнең кәрәкле көс бирәсәгенә ышанған (Зәб. 18, башланғыс һүҙ; 18:1).

14. Павелдың хәле нимә менән Дауыттың хәленә оҡшаш булған?

14 Илсе Павел да шуға оҡшаш хәлдә булған. Павелдың дошмандары унан күпкә көслөрәк булған. Ул ваҡыттағы дини һәм сәйәси етәкселәр уны күрә алмаған. Йыш ҡына улар уны туҡмаған һәм төрмәгә ташлаған. Ҡайһы берәүҙәр Павелға терәк булыр урынына, уға ҡаршылыҡ күрһәткән. Дауыт һымаҡ, Павел да уларҙың насар мөғәмәләрен түҙгән. Хатта ҡайһы бер мәсихселәр ҙә уға ҡаршы килгән (2 Кор. 12:11; Флп. 3:18). Әммә Павел бөтә ҡаршы килеүселәрҙе еңгән. Нисек итеп? Ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, ул артабан да вәғәзләгән. Ҡәрҙәштәр уны рәнйетһә лә, ул уларға тоғро булып ҡалған. Әммә иң мөһиме, Павел ғүмеренең аҙағына тиклем Йәһүәгә тоғролоҡ һаҡлаған (2 Тим. 4:8). Ул үҙенең көсөнә түгел, ә Йәһүәгә таянғанға ҙур ауырлыҡтарҙы кисереп сыҡҡан.

Ҡараштарыңды ҡабул итмәгән кешеләр менән үҙеңде ихтирамлы һәм игелекле итеп тот (15-се абзацты ҡарағыҙ.) *

15. Маҡсатыбыҙ ниндәй һәм нисек уға ирешеп була?

15 Һеҙгә лә синыфташтарҙың, эштәге хеҙмәттәштәрҙең, Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән туғандарҙың мыҫҡыллауы йә кәмһетеүе менән осрашырға тура киләме? Ә ҡәрҙәштәрҙең һеҙҙең менән насар мөғәмәлә иткәне булдымы? Шундай саҡтарҙа, Дауыттың һәм Павелдың миҫалдарын иҫтә тотоғоҙ. Һеҙ һәр осраҡта «яманлыҡты яҡшылыҡ менән» еңә алаһығыҙ (Рим. 12:21). Кешеләр һеҙгә ҡаршылыҡ күрһәткәндә күҙҙән ошо маҡсатты ысҡындырмағыҙ: Дауыт Ғәлиәф менән көрәшкәндәй көрәшмәгеҙ, ә яманлыҡты яҡшылыҡ менән еңегеҙ. Нисек итеп? Уларға Йәһүә һәм Изге Яҙма тураһында белем алырға ярҙам итегеҙ. Әгәр һеҙ кешеләрҙең һорауҙарына Изге Яҙманы ҡулланып яуап бирһәгеҙ, һеҙҙең менән насар мөғәмәлә иткәндәргә ихтирамлы булһағыҙ, һәм барыһына ла, шул иҫәптән дошмандарығыҙға ла изгелек ҡылһағыҙ, һеҙ маҡсатығыҙға ирешерһегеҙ (Матф. 5:44; 1 Пет. 3:15—17).

БАШҠАЛАРҘЫҢ ЯРҘАМЫН ҠАБУЛ ИТЕГЕҘ

16, 17. Павел ниндәй һабаҡты бер ҡасан да онотмаған?

16 Мәсихсе булып китер алдынан, илсе Павел ғорур кеше булған һәм Ғайсаның шәкерттәрен эҙәрләгән (Ғәм. 7:58; 1 Тим. 1:13). Павел (ул ваҡытта ул Савл булараҡ билдәле булған) мәсихселәрҙе артабан да эҙәрләмәһен өсөн, Ғайса үҙе уны туҡтатҡан. Ул Павелға күктән мөрәжәғәт иткән һәм уны һуҡырайтҡан. Күреү һәләтен ҡайтарыр өсөн, Павелға үҙе эҙәрләгән кешеләрҙән ярҙам һорарға тура килгән. Ул Анания исемле мәсихсенең ярҙамын баҫалҡылыҡ менән ҡабул иткән һәм яңынан күрә башлаған (Ғәм. 9:3—9, 17, 18).

17 Ваҡыт үтеү менән Павел мәсихселәр араһында мөһим роль уйнай башлаған, әммә ул Дамаскыға юл тотҡанда Ғайсанан алған һабаҡты бер ҡасан да онотмаған. Павел баҫалҡы булып ҡалған һәм ҡәрҙәштәрҙең ярҙамын шатланып ҡабул иткән. Ул ҡәрҙәштәре тураһында, «улар миңә күңел йыуанысы» булып китте, тигән (Кол. 4:10, 11).

18. Ни өсөн башҡаларҙың ярҙамын ҡабул итеүе ауыр булырға мөмкин?

18 Беҙ Павелдан нимәгә өйрәнә алабыҙ? Йәһүәнең хеҙмәтселәре менән аралаша башлағас, беҙ, моғайын, уларҙың ярҙамын шатланып ҡабул иткәнбеҙҙер, сөнки үҙебеҙҙең рухи яҡтан сабый тип иҫәпләгәнбеҙ һәм күп нәмәгә өйрәнергә кәрәклеген танығанбыҙ (1 Кор. 3:1, 2). Ә хәҙер беҙҙең турала нимә әйтеп була? Йәһүәгә инде күп йылдар хеҙмәт итеп ҙур тәжрибә туплаған булһаҡ, беҙ башҡаларҙың, бигерәк тә хәҡиҡәткә беҙҙән һуң килгәндәрҙең ярҙамын ул хәтлем теләп ҡабул итмәҫкә мөмкин. Ләкин шуны онотмайыҡ: Йәһүә беҙҙе йыш ҡына ҡәрҙәштәр аша нығыта (Рим. 1:11, 12). Шуға күрә Йәһүәнән көс алырға теләһәк, беҙгә ҡәрҙәштәрҙең ярҙамын ҡабул итергә кәрәк.

19. Ни өсөн Павел уңышлы булған?

19 Мәсихсе булып киткәндән һуң, Павел күп иҫ киткес эштәр башҡарған. Нимә ярҙамында? Ул шуны аңлаған: кешенең уңышлы булыуы көсөнә, алған белеменә, һаулығына, байлығына йә сығышына түгел, ә баҫалҡы булыуына һәм Йәһүәгә таяныуына бәйле. Әйҙәгеҙ, Павелдан үрнәк алып: 1) Йәһүәгә таянайыҡ, 2) боронғо хеҙмәтселәрҙән өйрәнәйек һәм 3) ҡәрҙәштәрҙең ярҙамын ҡабул итәйек. Шул саҡта үҙебеҙҙе ни тиклем көсһөҙ итеп тойһаҡ та, Йәһүә беҙҙе көслө итәсәк!

71-СЕ ЙЫР Беҙ — Йәһүә ғәскәре!

^ 5 абз. Был мәҡәләлә беҙ илсе Павелдың миҫалын ҡарап сығырбыҙ. Шуға иғтибар итербеҙ: әгәр баҫалҡы булһаҡ, Йәһүә беҙгә мыҫҡыллауҙарҙы кисереп сығырға ярҙам итер һәм үҙебеҙҙе көсһөҙ итеп тойғанда кәрәкле көс бирер.

^ 1 абз. АҢЛАТМА. Камилһыҙлыҡ, ярлылыҡ, насар һаулыҡ, белемебеҙ әҙ булыуы йә дошмандарҙың һөжүме һәм мыҫҡыллауы арҡаһында беҙ үҙебеҙҙе көсһөҙ тип һанарға мөмкин.

^ 8 абз. Филиптарға 3:8, ЯДТ: «Улай ғына ла түгел, мин ысындан да Хужам Мәсих Ғайса тураһындағы иң ҡәҙерле белем хаҡына бар нәмәне файҙаһыҙ тип һанайым. Уның хаҡына мин һәр нәмәнән мәхрүм булдым һәм һәр нәмәне сүп-сар тип һанайым».

^ 58 абз. РӘСЕМДӘ: Павел Мәсих тураһында вәғәзләй башлағас, фарисей булған саҡта ҡулланған нәмәләрҙе үҙе менән алмаған. Улар араһында донъяуи яҙмалар һәм маңлайға бәйләнгән ҡаптар (уларҙың эсенә Яҙмаларҙың өҙөктәре һалынған) була алған.

^ 62 абз. РӘСЕМДӘ: ағай-ҡәрҙәшебеҙҙе хеҙмәттәштәре бер эшсенең тыуған көнөн үткәрергә ныҡышып саҡыра.