Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

31-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Һеҙ «нигеҙе ныҡлы ҡаланы» көтәһегеҙме?

Һеҙ «нигеҙе ныҡлы ҡаланы» көтәһегеҙме?

«Ибраһим рәссамы һәм төҙөүсеһе Алла булған нигеҙе ныҡлы ҡаланы көткәне өсөн шулай эшләне» (ЕВР. 11:10).

22-СЕ ЙЫР Алла Батшалығы килһен!

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Күп ҡәрҙәштәр ниндәй ҡорбандарға бара, һәм ни өсөн улар быны эшләй?

БӨГӨН Алланың миллионлаған хеҙмәтсеһе фиҙаҡәр тормош алып бара. Күп ҡәрҙәштәр ғаилә ҡормаҫҡа ҡарар иткән. Никахта булған ҡайһы бер парҙар әлегә бала тапмай торорға булған. Ә балалы ғаиләләр ябай тормош алып барырға тырыша. Улар, Йәһүәгә мөмкин тиклем күберәк хеҙмәт итергә теләп, шундай ҡарарҙар ҡабул итә. Ҡәрҙәштәребеҙ булғаны менән ҡәнәғәт һәм Йәһүәнең үҙҙәренә кәрәк булған бар нәмәне бирәсәгенә ышана. Улар шундай ҡорбандарға барғанға үкенмәҫме? Әлбиттә, юҡ! Ни өсөн беҙ шулай тип әйтә алабыҙ? Сөнки боронғо ваҡытта Йәһүә үҙенең хеҙмәтселәренә бар кәрәклеһен биреп торған. Мәҫәлән, Йәһүә һәр иман итеүсенең атаһын Ибраһимды фатихалаған (Рим. 4:11).

2. а) Еврейҙарға 11:8—10, 16-нан күренеүенсә, ни өсөн Ибраһим икеләнмәйенсә Ур ҡалаһын ҡалдырған? б) Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

2 Ибраһим Ур ҡалаһындағы уңайлы тормошто икеләнмәйенсә ҡалдырған. Ни өсөн? Сөнки ул «нигеҙе ныҡлы ҡаланы көткән». (Еврейҙарға 11:8—10, 16-ны уҡығыҙ.) Ниндәй ҡала тураһында һүҙ бара? Шул ҡаланың төҙөлгәнен көткәндә, Ибраһим ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡан? Шулай уҡ беҙ Ибраһимдан һәм бөгөнгө көндә уның үрнәгенә эйәргән ҡәрҙәштәрҙән нимәгә өйрәнә алабыҙ?

«НИГЕҘЕ НЫҠЛЫ ҠАЛА» НИМӘ УЛ?

3. Ибраһим ниндәй «ҡаланы» көткән?

3 Ибраһим көткән «ҡала» — Алла Батшалығы. Был Батшалыҡ Ғайса Мәсихтән һәм 144 000 майланған мәсихселәрҙән тора. Павел был Батшалыҡты «тере Алла ҡалаһы — күктәге Иерусалим» тип атаған (Евр. 12:22; Асыл. 5:8—10; 14:1). Ғайса үҙ шәкерттәрен был Батшалыҡ тураһында, Алланың ихтыяры күктә үтәлгән кеүек ерҙә лә үтәлһен, тип доға ҡылырға өйрәткән (Матф. 6:10).

4. Башланмыш 17:1, 2, 6 буйынса, Ибраһим Алла вәғәҙә иткән «ҡала», йәғни Батшалыҡ тураһында ни тиклем күп белгән?

4 Ибраһим Алла Батшалығына бәйле нескәлектәрҙе белгәнме? Юҡ. Күп быуаттар дауамында был нескәлектәр сер булып ҡалған (Ефес. 1:8—10; Кол. 1:26, 27). Әммә Ибраһим үҙ тоҡомдарының ҡайһы берҙәре батша буласағын белгән, сөнки Йәһүә уға бының хаҡында вәғәзә иткән. (Башланмыш 17:1, 2, 6-ны уҡығыҙ.) Ибраһимдың Алла вәғәҙәләренә иманы шул тиклем көслө булған, ул хатта Алла Батшалығында идара итәсәк Майланған затты, йәғни Мәсихте күргәндәй булған. Бына ни өсөн Ғайса йәһүдтәргә былай тип әйтә алған: «Атағыҙ Ибраһим Мин килгән көндө күрәсәгенә шатланды һәм уны күреп ҡыуанды» (Яхъя 8:56). Һис шикһеҙ, Ибраһим үҙ тоҡомдарының ҡайһы берҙәре Йәһүә урынлаштырған Батшалыҡта идара итәсәген белгән. Һәм ул Йәһүә үҙенең был вәғәҙәһен үтәгәнсе көтөргә әҙер булған.

Ибраһим Йәһүәнең вәғәҙәләренә ышаныуын нисек күрһәткән? (5-се абзацты ҡарағыҙ.)

5. Ибраһимдың Алла урынлаштырған «ҡаланы» көткәне нимәнән күренә?

5 Ибраһим Алла урынлаштырған «ҡаланы», йәғни Батшалыҡты көткәнен нисек күрһәткән? Беренсенән, ул ерҙәге бер батшалыҡҡа ла ҡушылмаған. Ул бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөгән, бер ҡайҙа ла төпләнмәгән һәм берәй батшаның яғына баҫмаған. Бынан тыш, Ибраһим үҙенең батшалығын урынлаштырырға ынтылмаған. Бының урынына ул Йәһүәне тыңлаған һәм Алла вәғәҙәһенең үтәлеүен көткән. Шулай эшләп, ул Йәһүәгә ҡарата ғәжәп иманын күрһәткән. Әйҙәгеҙ, ул кисергән ҡайһы бер ауырлыҡтарға иғтибар итәйек һәм унан нимәгә өйрәнеп булғанын ҡарап сығайыҡ.

ИБРАҺИМ НИНДӘЙ АУЫРЛЫҠТАР МЕНӘН ОСРАШҠАН?

6. Ур ҡалаһын һүрәтләп бирегеҙ.

6 Ибраһим яҡшы яҡланған, уңайлы һәм бай ҡаланы ҡалдырған. Был ҡала бейек нығытмалар һәм өс яҡтан һыу тулы тәрән соҡор менән уратып алынған булған. Ундағы кешеләр уҡымышлы булған һәм, археологтар тапҡан документтарҙан күренеүенсә, сауҙа эштәре менән шөғөлләнгән. Улар йорттарын кирбестән төҙөгән, стеналарын тигеҙләп һылаған һәм ағартҡан. Йорттарҙың ҡайһы берҙәре 13 йәки 14 бүлмәнән торған, ә уртала таштан һалынған ишек алды булған.

7. Ни өсөн Ибраһимға Йәһүәнең яҡлауына ышанырға кәрәк булған?

7 Ибраһим Йәһүәнең яҡлауына ышанырға тейеш булған. Улар бит, Сара менән ҡурҡынысһыҙ һәм уңайлы йорттарын ҡалдырып, асыҡ яландағы сатырҙарҙа йәшәргә ризалашҡан. Ҡалын стеналар һәм тәрән соҡорҙар Ибраһимды һәм уның ғаиләһен бүтән яҡламаған. Хәҙер дошмандар уларға еңел генә һөжүм итә алған.

8. Ибраһим ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡан?

8 Ибраһим, Йәһүәнең ихтыярын үтәп йәшәһә лә, ауырлыҡтар менән осрашҡан. Бер ваҡыт Йәһүә Ибраһимды ебәргән ерҙә ҡаты аслыҡ башланған. Был аслыҡ шул тиклем көслө булған, хатта уға ваҡытлыса Мысырға күсергә тура килгән. Ә Мысырҙа булған саҡта фирғәүен уның ҡатынын үҙенә алған. Йәһүә фирғәүенгә Сараны иренә кире ҡайтарырға ҡушҡан. Ҡатынын көткән арала Ибраһимдың борсолоуҙарын күҙ алдына ғына килтереп ҡарағыҙ (Баш. 12:10—19).

9. Ибраһимдың ғаиләһендә ниндәй ауырлыҡтар булған?

9 Ибраһимдың ғаиләһендә лә ауырлыҡтар булған. Уның яратҡан ҡатыны Сара бала таба алмаған. Шул арҡала улар тиҫтәләгән йылдар буйы ныҡ әсенгән. Ахыр сиктә, бала табыу теләге менән янып, Сара үҙенең Хәжәр исемле хеҙмәтсеһен Ибраһимға тәҡдим иткән. Әммә Хәжәр, Исмәғилгә ауырға ҡалғас, үҙенең хужабикәһен һанға һуҡмай башлаған. Был хәл шул тиклем ауырлашҡан, хатта Сара Хәжәрҙе ҡыуып ебәргән (Баш. 16:1—6).

10. Ниндәй ауырлыҡтар Ибраһимдың Йәһүәгә ҡарата ышанысын һынаған?

10 Ниһайәт, Сара ауырға ҡалып Ибраһимға малай табып биргән. Ибраһим улына Исхаҡ тип исем ҡушҡан. Ул ике улын да, Исмәғил менән Исхаҡты бик ныҡ яратҡан. Әммә Исмәғил Исхаҡтан мыҫҡыллап көлгәнгә күрә, Ибраһимға Исмәғил менән Хәжәрҙе сығарып ебәрергә тура килгән (Баш. 21:9—14). Һуңыраҡ Йәһүә Ибраһимға улы Исхаҡты ҡорбанға килтереүен һораған (Баш. 22:1, 2; Евр. 11:17—19). Был ике осраҡта ла Ибраһим Йәһүәнең Исмәғил менән Исхаҡҡа ярҙам итәсәгенә ышанырға тейеш булған.

11. Ни өсөн Ибраһимға Йәһүәне түҙемлек менән көтөргә кәрәк булған?

11 Тиҫтәләгән йылдар буйы Ибраһим Йәһүәне түҙемлек менән көткән. Ур ҡалаһынан сығып киткәндә, уға, бәлки, 70-тән күберәк йәш булғандыр (Баш. 11:31—12:4). Йөҙ йылға яҡын ул Ҡынаан ерҙәрендә сатырҙарҙа йәшәп йөрөгән. Ибраһим 175 йәшендә үлгән (Баш. 25:7). Йәһүә Ибраһимға, һинең тоҡомдарың һин йөрөгән ерҙе аласаҡ, тип вәғәҙә иткән. Әммә Ибраһим был вәғәҙәнең үтәлеүен күрмәгән. Ул шулай уҡ вәғәҙә ителгән ҡаланың, йәғни Алла Батшалығының урынлаштырылғанын да күрмәгән. Шуға ҡарамаҫтан, Ибраһим тураһында «тормошонан ҡәнәғәт булды һәм оло йәштә үлеп, үҙ халҡына ҡушылды» тип әйтелә (Баш. 25:8, ЯДТ). Ауырлыҡтары күп булһа ла, ул иманын көслө килеш һаҡлаған һәм Йәһүәне көткәндә ҡәнәғәтлек тойған. Уға барыһын кисереп сығырға нимә ярҙам иткән? Ғүмере буйына Йәһүә уны яҡлаған һәм уның менән дуҫтарса мөғәмәлә иткән (Баш. 15:1; Ишағ. 41:8; Яҡ. 2:22, 23).

Ибраһим менән Сара һымаҡ, Алланың хеҙмәтселәре нисек иман һәм сабырлыҡ күрһәтә? (12-се абзацты ҡарағыҙ.) *

12. Беҙ нимәне зарығып көтәбеҙ һәм нимәне ҡарап сығырбыҙ?

12 Беҙ, Ибраһим һымаҡ, «нигеҙе ныҡлы ҡаланы» көтөп йәшәйбеҙ. Беҙгә уның төҙөлөүен көтөргә кәрәкмәй, сөнки Алла Батшалығы инде урынлашҡан һәм 1914 йылдан алып күктә идара итә (Асыл. 12:7—10). Әммә беҙ уның бөтә ер өҫтөнән идара итеүен зарығып көтәбеҙ. Батшалыҡтың эш итеүен көткән арала беҙгә Ибраһим менән Сараныҡына оҡшаш ауырлыҡтар менән осрашырға тура килә. Бөгөнгө ваҡыттарҙа Алланың хеҙмәтселәре уларҙан өлгө ала. «Күҙәтеү манараһы»нда баҫтырылған биографияларҙан күренеүенсә, күптәр, Ибраһим менән Сара һымаҡ, көслө иман һәм сабырлыҡ күрһәтә. Әйҙәгеҙ, бер нисә ҡәрҙәштең биографияһын ҡарап сығайыҡ, һәм уларҙан нимәгә өйрәнеп булғанын беләйек.

ИБРАҺИМДАН ӨЛГӨ АЛҒАН КЕШЕЛӘР

Билл Уолден ҡәрҙәш әҙерлек менән ҡорбандарға барған, һәм Йәһүә уны фатихалаған

13. Һеҙ Билл Уолдендың миҫалынан ниндәй һабаҡтар алдығыҙ?

13 Ҡорбандарға барырға әҙер булығыҙ. Алланың ҡалаһын, йәғни Батшалығын тормошобоҙҙа беренсе урынға ҡуйырға теләһәк, беҙ, Ибраһим һымаҡ, ҡорбандарға барырға әҙер булырға тейеш (Матф. 6:33; Марк 10:28—30). Билл Уолден * исемле ағай-ҡәрҙәштең миҫалын ҡарап сығайыҡ. 1942 йылда ул Йәһүә шаһиттары менән өйрәнә башлаған һәм шул уҡ йылда, университетты тамамлап, архитектор булып китергә тейеш булған. Биллды уҡытҡан бер профессор уның өсөн яҡшы эш табып ҡуйған, әммә Билл унан баш тартҡан. Ул көсөн аҡсалы эшкә түгел, ә Аллаға күберәк хеҙмәт итеүгә сарыф итергә теләгән. Күп тә үтмәҫтән, уны хәрби хеҙмәткә саҡырғандар. Ул ихтирамлы итеп үҙенең ҡарашын аңлатҡан һәм армияға барыуҙан баш тартҡан. Бының өсөн унан 10 000 доллар штраф түләткәндәр һәм биш йылға төрмәгә ултыртҡандар. Өс йыл үткәндән һуң, Биллды төрмәнән сығарғандар. Һуңыраҡ, Гилеад мәктәбен тамамлағас, ул миссионер булып Африкала хеҙмәт иткән. Бер аҙ ваҡыт үткәс, Билл Ева исемле апай-ҡәрҙәшкә өйләнгән һәм, күп ҡорбандарға барырға тура килһә лә, улар бергәләшеп миссионер хеҙмәтен дауам иткән. Бер нисә йылдан һуң улар, Биллдың әсәһен ҡарар өсөн, кире Ҡушма Штаттарға ҡайтҡан. Билл, үҙенең тормошона һығымта яһап, былай тигән: «Йәһүәнең, мине 70 йыл дауамында ҡулланып, миңә ифрат ҙур хөрмәт күрһәткәне тураһында уйланһам, күҙҙәрем йәш менән тула. Ул миңә хеҙмәтте тормошомдоң төп эше итергә ярҙам итте. Мин йыш ҡына уға бының өсөн рәхмәт әйтәм». Ә һеҙ тормошоғоҙҙо тулы ваҡытлы хеҙмәткә бағышлай алаһығыҙмы?

Элени менән Аристотелис Апостолидистар Йәһүәнең нығытыуын тойған

14, 15. Аристотелис менән Элени ҡәрҙәштәрҙең тормошонан нимәгә өйрәнеп була?

14 Ауырлыҡтар һеҙҙе урап үтер, тип уйламағыҙ. Ибраһимдың тормошонан күренеүенсә, Йәһүәгә ғүмер буйы тоғро булған хеҙмәтселәр ҙә ауырлыҡтар менән осраша (Яҡ. 1:2; 1 Пет. 5:9). Аристотелис Апостолидис * исемле ағай-ҡәрҙәштең миҫалы быны раҫлай. 1946 йылда ул Грецияла һыуға сумдырылған, ә 1952 йылда Элени исемле апай-ҡәрҙәш менән өйләнешергә вәғәҙәләшкән. Улар икеһе лә Йәһүәгә тулы рәүештә хеҙмәт итергә теләгән. Ләкин Элени ҡаты ауырып киткән: табиптар уның баш мейеһендә шеш тапҡандар. Уға операция яһап, шеште алғандар, әммә туйҙан һуң бер нисә йыл үткәс, шеш яңынан үҫкән. Икенсе операциянан һуң Элени ҡәрҙәште өлөшләтә паралич һуҡҡан һәм уның һөйләшеү һәләте насарланған. Әммә ауырыуҙарына һәм хөкүмәт ойошторған эҙәрләүҙәргә ҡарамаҫтан, Элени ҡәрҙәш ашҡынып хеҙмәт иткән.

15 30 йыл буйы Аристотелис ҡәрҙәш ҡатыны тураһында ҡайғыртҡан. Ошо йылдарҙа ул өлкән вазифаларын үтәгән, конгрестарҙың төрлө комитеттарында хеҙмәт иткән һәм Конгресс залдарын төҙөүҙә ҡатнашҡан. 1987 йылда вәғәзләгән саҡта Элени ҡәрҙәш фажиғәле хәлгә осраған. Ул комала өс йыл ятҡан һәм ахыр сиктә үлеп киткән. Үткән тормошона ҡарап, Аристотелис ҡәрҙәш былай ти: «Миңә ауыр шарттар, ҡыйынлыҡтар һәм көтөлмәгән һынауҙар кисерергә тура килде. Мин сыҙам булып ҡалырға һәм бойоҡмаҫҡа тырыштым. Йәһүә миңә һәр ваҡыт барыһын да еңеп сығыр өсөн кәрәкле көс биреп торҙо» (Зәб. 94:18, 19). Бер нигә ҡарамаҫтан, үҙенә ысын күңелдән хеҙмәт иткән мәсихселәрҙе Йәһүә бик ярата!

Одри Хайд киләсәктәге бүләкте иҫтә тотоп ыңғай ҡараш һаҡлаған

16. Норр ҡәрҙәш ҡатынына ниндәй кәңәш биргән?

16 Киләсәктәге бүләкте иҫтә тотоғоҙ. Ибраһим Йәһүә вәғәҙә иткән бүләкте иҫтә тотҡан, һәм был уға ауырлыҡтарҙы кисереп сығырға көс өҫтәгән. Одри Хайд * исемле апай-ҡәрҙәш тә ҡарашын киләсәктәге фатихаларға төбәргә тырышҡан. Уның беренсе ире, Нейтан Норр, рактан үлеп киткән, ә икенсеһе, Гленн Хайд, Альцгеймер ауырыуынан интеккән. Үлер алдынан бер нисә аҙна элек Норр ҡәрҙәш ҡатынына яҡшы кәңәш биргән. Уның һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп, Одри былай тигән: «Нейтан миңә былай тип әйтте: „Үлем менән барыһы ла бөтмәй. Беҙҙең ныҡлы өмөт бар. Киләсәктә беҙ инде ғазапланмаҫбыҙ“. Шунан ул мине бындай һүҙҙәр менән рухландырҙы: „Алдағы бүләгеңә ҡара“ [...] Ул шулай уҡ: „Игелекле эштәр менән мәшғүл бул. Был һиңә тормоштан шатлыҡ табырға ярҙам итер“». Был һүҙҙәр Одри ҡәрҙәшкә ыңғай ҡараш һаҡларға ярҙам иткән. Ысынлап та, ниндәй яҡшы кәңәш! Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә башҡаларға игелек ҡылайыҡ һәм өмөткә ҡыуанып йәшәйек (Рим. 12:12).

17. а) Киләсәккә ышаныс менән ҡарарға ниндәй сәбәптәр бар? б) Миҡай 7:7-ләге һүҙҙәр Йәһүәнең бүләгенә эйә булырға нисек ярҙам итер?

17 Киләсәктәге бүләкте иҫтә тотоп йәшәү бөгөн айырыуса мөһим. Сөнки донъялағы ваҡиғалар ахырызамандың һуңғы көндәрендә йәшәүебеҙҙе күрһәтә. Тиҙҙән беҙгә «нигеҙе ныҡлы ҡаланың» ер өҫтөнән идара итеүен көтөргә кәрәк булмаҫ. Беҙҙе шатлыҡлы ваҡиғалар көтә. Мәҫәлән, ғәзиз кешеләребеҙ үленән тереләсәк. Шул ваҡытта Ибраһим да иманы һәм сабырлығы өсөн үҙ бүләген аласаҡ. Йәһүә уны һәм уның ғаиләһен ерҙә мәңгелек тормош менән фатихалаясаҡ. Һеҙ уларҙы күрерһегеҙме? Әлбиттә, күрерһегеҙ! Тик бының өсөн һеҙгә, Ибраһим һымаҡ, Алла Батшалығы хаҡына ҡорбандарға барырға, ауыр саҡтарҙа иманды ныҡлы килеш һаҡларға һәм сабырлыҡ менән Йәһүәне көтөргә кәрәк. (Миҡай 7:7-не * уҡығыҙ.)

74-СЕ ЙЫР Батшалыҡ йырына ҡушылығыҙ!

^ 5 абз. Алла вәғәҙәләренең үтәлеүен көткәндә, беҙ түҙемһеҙ булып китергә йә хатта иманыбыҙҙы юғалтырға мөмкин. Был мәҡәләлә беҙ Ибраһимдың һәм беҙҙең ваҡытта йәшәгән ҡайһы бер Алла хеҙмәтселәренең миҫалдарын ҡарап сығырбыҙ. Был миҫалдар беҙгә Йәһүә вәғәҙәләренең үтәлеүен сабырлыҡ менән көтөргә ярҙам итер.

^ 17 абз. Миҡай 7:7: «Мин иһә, Йәһүәне көтөп, күҙәтеп торам, ҡотҡарыусы Алламды сабырлыҡ менән көтәм. Аллам мине ишетер».

^ 57 абз. РӘСЕМДӘ: оло йәштәге пар, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Йәһүәгә тоғро хеҙмәтен дауам итә. Иманды ныҡлы килеш һаҡлар өсөн, улар киләсәктәге бүләк тураһында уйлана.