Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

35-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәһүәнең йыйылышында һәр кем хөрмәткә лайыҡ

Йәһүәнең йыйылышында һәр кем хөрмәткә лайыҡ

«Күҙ ҡулға: „Һин миңә кәрәк түгел“, — тип, йәки баш аяҡтарға: „Һеҙ миңә кәрәк түгел“, — тип әйтә алмай» (1 КОР. 12:21).

124-СЕ ЙЫР Һәр ваҡыт тоғролоҡ күрһәтәбеҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Йәһүә һәр беребеҙгә нимә биргән?

ҠАЙҒЫРТЫУСАН Атабыҙ Йәһүә һәр беребеҙгә үҙ йыйылышында урын бүлеп ҡуйған. Ролдәребеҙ төрлө булһа ла, барыбыҙ ҙа ҡәҙерле һәм бер-беребеҙгә мохтаж. Илсе Павел беҙгә был мөһим һабаҡты аңларға ярҙам итә. Әйҙәгеҙ, ул яҙған ҡайһы бер фекерҙәрҙе ҡарап сығайыҡ.

2. Ефестарға 4:16 буйынса, ни өсөн беҙгә ҡәрҙәштәрҙе ҡәҙерләргә һәм улар менән берҙәмлектә хеҙмәттәшлек итергә кәрәк?

2 Мәҡәләнең төп аятында яҙылғанса, беребеҙ ҙә Йәһүәнең башҡа хеҙмәтселәренә «һеҙ миңә кәрәк түгел» тип әйтергә тейеш түгел (1 Кор. 12:21). Йыйылышыбыҙҙа тыныслыҡ булһын өсөн, ҡәрҙәштәрҙе ҡәҙерләргә һәм улар менән берҙәмлектә хеҙмәттәшлек итергә кәрәк. (Ефестарға 4:16-ны уҡығыҙ.) Шул саҡта йыйылышыбыҙҙа мөхәббәт сәскә атыр.

3. Был мәҡәләлә нимә ҡарала?

3 Ниндәй өлкәләрҙә ҡәрҙәштәргә хөрмәт күрһәтеп була? Был мәҡәләлә беҙ өлкәндәрҙең бер-береһенә нисек хөрмәт күрһәтә алғанын, шулай уҡ никахта тормаған ҡәрҙәштәрҙе ҡәҙерләүебеҙҙе нисек күрһәтеп булғанын һәм беҙҙең телдә насар һөйләшкән ҡәрҙәштәргә нисек ихтирам менән ҡарай алғаныбыҙҙы белербеҙ.

ӨЛКӘНДӘР, БЕР-БЕРЕГЕҘҘЕ ХӨРМӘТ ИТЕГЕҘ

4. Өлкәндәргә Павелдың ниндәй кәңәше буйынса эш итергә кәрәк?

4 Йыйылышта бөтә өлкәндәр ҙә Йәһүәнең изге рухы менән билдәләнә. Шулай булһа ла, уларҙың шарттары һәм һәләттәре төрлө (1 Кор. 12:17, 18). Ҡайһы берәүҙәр күптән түгел генә билдәләнгән, шуға күрә уларҙың тәжрибәһе әҙерәк. Ә башҡаларҙың оло йәш йә насар һаулыҡ арҡаһында мөмкинлектәре сикләнгән. Әммә һәр өлкәндең роле бик мөһим. Шуға күрә улар бер-береһенә «һеҙ миңә кәрәк түгел» тип әйтергә тейеш түгел. Киреһенсә, уларға Павелдың Римдарға 12:10-да (уҡығыҙ) яҙылған кәңәше буйынса эш итергә кәрәк.

Иғтибар менән тыңлап, өлкәндәр бер-береһенә хөрмәт күрһәтә (5, 6-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

5. Өлкәндәр бер-береһенә нисек хөрмәт күрһәтә ала, һәм ни өсөн был мөһим?

5 Иғтибар менән тыңлап, өлкәндәр бер-береһенә хөрмәт күрһәтә. Өлкәндәр кәңәшмәһе етди һорауҙарҙы сисер өсөн бергә йыйылғанда, был айырыуса мөһим. Ни өсөн? 1988 йылдың 1 октябрендә сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы» журналында (ингл.) былай тип әйтелгән: «Өлкәндәр шуны танырға тейеш: өлкәндәр кәңәшмәһе ҡатмарлы хәлдәрҙе сисергә һәм мөһим ҡарарҙар ҡабул итергә йыйылғанда, Мәсих уларҙың һәр береһен ҡулланырға һәм изге рух ярҙамында кәрәкле принциптарға йүнәлтергә мөмкин (Ғәм. 15:6—15). Өлкәндәрҙең береһе лә, изге рух минең аша ғына эш итә, тип әйтә алмай».

6. Өлкәндәргә берҙәмлектә хеҙмәттәшлек итергә нимә ярҙам итә, һәм был йыйылышҡа ниндәй файҙа килтерә?

6 Өлкәндәр кәңәшмәһе йыйылғанда, башҡаларҙы хөрмәт иткән өлкән һәр һорау буйынса беренсе булып һөйләргә тырышмай. Фекер алышҡанда, ул башҡаларҙан күберәк һөйләмәй һәм уның ғына фекере дөрөҫ тип уйламай. Бының урынына, ул үҙ ҡарашын баҫалҡылыҡ менән әйтә һәм, башҡалар һөйләгәндә, иғтибар менән тыңлай. Ә иң мөһиме, ул Изге Яҙмалағы принциптарға иғтибар итә һәм «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсенең» күрһәтмәләренә ҡолаҡ һала (Матф. 24:45—47). Әгәр өлкәндәр фекер алышҡанда хөрмәт һәм яратыу күрһәтһә, изге рух уларға тәьҫир итер һәм йыйылышты нығыта алған ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итер (Яҡ. 3:17, 18).

НИКАХТА БУЛМАҒАНДАРҘЫ ХӨРМӘТ ИТЕГЕҘ

7. Ғайса никахта тормағандарға нисек ҡараған?

7 Беҙҙең йыйылыштарҙа ирле-ҡатынлылар ҙа, никахта тормағандар ҙа бар. Беҙ никахта булмағандар менән нисек мөғәмәлә итергә тейеш? Әйҙәгеҙ, Ғайса Мәсихтең никахта тормағандарға нисек ҡарағанын беләйек. Ерҙә хеҙмәт иткәндә, ул өйләнмәгән һәм бар ваҡытын һәм иғтибарын Алла биргән йөкләмәгә бағышлаған. Ғайса, никахҡа кереү йә кермәү — мәсихселәр өсөн талап, тип бер ваҡытта ла өйрәтмәгән. Шулай ҙа ул, ҡайһы бер мәсихселәр никахҡа кермәҫкә ҡарар ҡабул итер, тип әйткән (Матф. 19:11, 12). Ғайса никахта тормағандарға ихтирам менән ҡараған. Ул уларҙы башҡаларҙан насарыраҡ тип һанамаған йәки, улар тормоштарында нимәнәндер мәхрүм, тип уйламаған.

8. 1 Коринфтарға 7:7—9 буйынса, Павел мәсихселәрҙе нимә тураһында уйланырға дәртләндергән?

8 Ғайса һымаҡ, илсе Павел да өйләнмәгән. Павел бер ваҡытта ла, никахҡа инеү дөрөҫ түгел, тип өйрәтмәгән. Ул шуны таныған: был һорауҙы кеше үҙе хәл итергә тейеш. Шулай ҙа Павел мәсихселәрҙе, никахҡа инмәйенсә Йәһүәгә хеҙмәт итә аламмы, юҡмы, тип үҙ-үҙен тикшерергә дәртләндергән. (1 Коринфтарға 7:7—9-ҙы уҡығыҙ.) Һис шикһеҙ, Павел никахта тормаған ҡәрҙәштәргә кәмһетеп ҡарамаған. Мәҫәлән, ул өйләнмәгән Тимофейға яуаплы вазифалар тапшырған (Флп. 2:19—22) *. Шуға күрә ағай-ҡәрҙәштең яуаплы вазифалар үтәргә әҙерме, юҡмы икәнен уның өйләнгән булыу-булмауына ҡарап билдәләү дөрөҫ булмаҫ ине (1 Кор. 7:32—35, 38, ЯДТ).

9. Никахта булыу һәм булмау тураһында нимә әйтеп була?

9 Ғайса ла, Павел да, мәсихсе өйләнергә йә өйләнмәҫкә тейеш, тип өйрәтмәгән. Улайһа, өйләнеү һәм яңғыҙ ҡалыу тураһында нимә әйтеп була? 2012 йыл 1 октябрь һанында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы» журналында (урыҫ) был һорауға яҡшы яуап бирелгән ине: «Никахта булыу ҙа, булмау ҙа — Алланың бүләге. [...] Йәһүә ҡарашында никахҡа кермәү оялыр өсөн һәм борсолор өсөн сәбәп түгел». Быны иҫтә тотоп, беҙгә никахта тормаған ҡәрҙәштәрҙе хөрмәт итергә кәрәк.

Никахта тормаған ҡәрҙәштәрҙең хистәрен ихтирам итһәк, беҙ нимә эшләмәҫбеҙ? (10-сы абзацты ҡарағыҙ.)

10. Никахта тормаған ҡәрҙәштәргә хөрмәтебеҙҙе нисек күрһәтеп була?

10 Беҙ никахта тормаған ҡәрҙәштәргә хөрмәтебеҙҙе нисек күрһәтә алабыҙ? Шуны онотмаҫҡа кәрәк: ҡайһы бер ҡәрҙәштәр үҙҙәре никахҡа инмәҫкә ҡарар иткән. Башҡалар иһә никахҡа инергә теләй, әммә әлегә оҡшатҡан кешеһен осратмаған. Ә кемдер, үҙенең тормош иптәшен юғалтып, тол ҡалған. Нисек кенә булһа ла, ундай ҡәрҙәштәрҙән, ни өсөн никахта түгелһең, тип һорау йәки уларҙы димләү дөрөҫ булмаҫ ине. Әлбиттә, никахта тормаған ҡайһы бер ҡәрҙәштәр башҡаларҙан был өлкәлә ярҙам һорарға мөмкин. Әммә, әгәр беҙҙән ундай ярҙам һорамаһалар, ә беҙ уларҙы димләргә тырышһаҡ, улар үҙҙәрен нисек хис итер? (1 Фес. 4:11; 1 Тим. 5:13). Әйҙәгеҙ, никахта тормаған ҡайһы бер тоғро ҡәрҙәштәрҙең һүҙҙәренә иғтибар итәйек.

11, 12. Беҙ никахта тормаған ҡәрҙәштәрҙе нисек уңайһыҙ хәлгә ҡалдырырға мөмкин?

11 Үҙ вазифаларын уңышлы башҡарған бер район күҙәтеүсеһе өйләнмәүҙең күп ыңғай яҡтарын күрә. Шулай ҙа ҡайһы бер ҡәрҙәштәр, яҡшы ниәттәрҙән сығып, «ни өсөн өйләнмәйһең» тигән һорау биреп, уны күңелһеҙләндерә. Вефилдә хеҙмәт иткән бер ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Ҡайһы ваҡыт ҡәрҙәштәр, никахҡа инмәгәндәрҙе йәлләргә кәрәк, тип уйлай. Ә бит бының арҡаһында ҡәрҙәш яңғыҙ булыуҙы фатиха түгел, ә йөк тип һанарға мөмкин».

12 Вефилдә хеҙмәт иткән бер апай-ҡәрҙәш былай тип һөйләй: «Ҡайһы берәүҙәр яңғыҙ ҡәрҙәштәр тураһында, улар үҙҙәренә һәр ваҡыт пар эҙләй һәм дуҫтар осрашыуҙарында берәйһе менән танышырға маташа, тип уйлай. Бер саҡ Вефилдәге хеҙмәтем буйынса илдең башҡа ҡалаһына барҙым. Шул көндө кис йыйылыш осрашыуы булды. Мине ҡунаҡ иткән апай-ҡәрҙәш, беҙҙең йыйылышта һинең йәштәге ике ағай-ҡәрҙәш бар, тип әйтте. Шул уҡ ваҡытта ул мине, димләү тураһында һүҙ бармай, тип ышандырырға тырышты. Әммә Батшалыҡ залына кереү менән ул мине теге ике ағай-ҡәрҙәш янына алып барҙы. Беҙ был ағай-ҡәрҙәштәр менән үҙебеҙҙе нисек хис иткәнебеҙҙе әйтеп тораһы ла юҡ, оятыбыҙҙан ҡайҙа ҡасырға белмәнек».

13. Никахта тормаған бер апай-ҡәрҙәште кемдең үрнәге рухландыра?

13 Вефилдә хеҙмәт иткән башҡа бер апай-ҡәрҙәш былай тип бүлешә: «Мин никахҡа инмәгән һәм күп йылдар дауамында пионер булып хеҙмәт иткән ҡәрҙәштәрҙе беләм. Улар маҡсатлы, фиҙаҡәр һәм һәр нәмәлә сама белгән мәсихселәр. Улар хеҙмәттәре менән ҡәнәғәт һәм йыйылыш өсөн күпте эшләй. Шундай ҡәрҙәштәр үҙенең яңғыҙ булыуына дөрөҫ ҡараш һаҡлай: улар башҡаларға өҫтән ҡарамай һәм үҙҙәрен нимәнәндер мәхрүм ҡалған кеүек тоймай». Бына ни өсөн бер-береһен хөрмәт иткән һәм ҡәҙерләгән ҡәрҙәштәр араһында булыу шул тиклем күңелле. Ундай йыйылышта көнләшмәйҙәр һәм кәмһетмәйҙәр, иғтибарһыҙ ҡалдырмайҙар һәм артыҡ ҙурламайҙар. Унда һәр кем үҙен кәрәкле итеп тоя.

14. Никахта тормаған ҡәрҙәштәрҙе хөрмәт иткәнебеҙҙе нисек күрһәтә алабыҙ?

14 Никахта тормаған ҡәрҙәштәрҙе уларҙың тормош иптәше булыу-булмауына ҡарап түгел, ә күркәм сифаттарына ҡарап баһалаһаҡ, улар бик рәхмәтле булыр. Уларҙы йәлләү урынына, әйҙәгеҙ, уларҙың тоғролоғон ҡәҙерләйек. Шул саҡта беҙ улар өсөн «һеҙ миңә кәрәк түгел» тип әйткән кеше һымаҡ булмаҫбыҙ (1 Кор. 12:21). Киреһенсә, улар йыйылышта үҙҙәренең хөрмәтле һәм ҡәҙерле булыуҙарын тойор.

ҺЕҘҘЕҢ ТЕЛДӘ НАСАР ҺӨЙЛӘШКӘН ҠӘРҘӘШТӘРГӘ ХӨРМӘТ КҮРҺӘТЕГЕҘ

15. Ҡайһы бер ҡәрҙәштәр, хеҙмәттәрен киңәйтер өсөн, ниндәй үҙгәрештәр яһаған?

15 Һуңғы йылдарҙа күп кенә вәғәзселәр, үҙҙәренең хеҙмәтен киңәйтер өсөн, башҡа телде өйрәнергә маҡсат ҡуйған. Бының өсөн уларға тормоштарын үҙгәртергә тура килгән. Улар башҡа телдә һөйләшкән һәм вәғәзселәргә ихтыяж булған йыйылыштарға күскән (Ғәм. 16:9). Улар был ҡарарҙы Йәһүәгә күберәк хеҙмәт итергә теләп ҡабул иткән. Яңы телде өйрәнгәнсе күп йылдар үтһә лә, улар йыйылышҡа күп яҡтан ярҙам итә. Был ҡәрҙәштәр, матур сифаттар сағылдырып һәм тәжрибәләре менән бүлешеп, имандаштарын нығыта. Беҙ шундай фиҙаҡәр ҡәрҙәштәрҙе ҡәҙерләйбеҙ!

16. Өлкәндәр ағай-ҡәрҙәштең өлкән йә хеҙмәт ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә аламы, юҡмы икәнен нимәгә ҡарап баһалай?

16 Ағай-ҡәрҙәш йыйылыштың телендә насар һөйләшһә, был уның өлкән йә хеҙмәт ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә алмағанын аңлатмай әле. Өлкәндәр кәңәшмәһе уның телде ни тиклем яҡшы белгәненә ҡарап түгел, ә Изге Яҙмала яуаплы ағай-ҡәрҙәштәр өсөн килтерелгән талаптарға ҡарап баһалар (1 Тим. 3:1—10, 12, 13; Тит. 1:5—9).

17. Сит илгә күсеп киткән ғаиләләргә ниндәй һорауҙарҙы хәл итергә кәрәк?

17 Ҡайһы бер ғаиләләр сит илгә эш эҙләп йә һыйыныу урыны табырға теләп күсеп китә. Әгәр уларҙың балалары мәктәпкә йөрөһә, моғайын, уларға урындағы телдә уҡырға тура киләлер. Ата-әсәләргә лә, эш табыр өсөн, яңы телде өйрәнергә кәрәк булырға мөмкин. Ә улар йәшәгән ерҙә туған телдәрендә һөйләшкән төркөм йә йыйылыш булһа, уларға нимә эшләргә: урындағы телдә һөйләшкән йә үҙҙәренең туған телендә һөйләшкән йыйылышҡа йөрөргәме?

18. Галаттарға 6:5-тәге принципты иҫәпкә алып, беҙ ҡәрҙәшебеҙҙең ҡарарын хөрмәт иткәнебеҙҙе нисек күрһәтә алабыҙ?

18 Ғаилә башлығына ниндәй йыйылышҡа йөрөргә икәнен ҡарар итергә кәрәк. Йыйылышты һайлағанда, ул ғаиләһенең ихтыяждарын иҫәпкә алырға тейеш. (Галаттарға 6:5-те уҡығыҙ.) Был шәхси һорау, шуға күрә йыйылыштағы ҡәрҙәштәргә уның ҡарарын хөрмәт итергә кәрәк. Ул ниндәй генә ҡарар ҡабул итһә лә, әйҙәгеҙ, уның ғаиләһен йыйылышта йылы итеп ҡабул итәйек (Рим. 15:7).

19. Ғаилә башлығы нимә хаҡында доға ҡылып уйланырға тейеш?

19 Ҡайһы бер ғаиләләрҙә балалар ата-әсәләренең туған телендә үткәрелгән йыйылышҡа йөрөй. Әммә улар был телде насар аңларға мөмкин. Әгәр ундай ғаиләләр урындағы телдә һөйләшкән кешеләр араһында йәшәһә, балаларға осрашыуҙарҙың программаһын аңларға һәм рухи яҡтан үҫергә ауыр булырға мөмкин. Ни өсөн? Сөнки балалар мәктәптә ата-әсәһенең телендә түгел, ә урындағы телдә уҡый. Шундай осраҡтарҙа ғаилә башлығы, үҙ балаларына Йәһүә менән уның халҡына яҡынлашырға ярҙам итер өсөн, нимә эшләргә кәрәклеге тураһында тәрән уйланыр һәм зирәклек һорап доға ҡылыр. Ата-әсәләр үҙ балаларын туған телгә яҡшыраҡ өйрәтер йәки балалары яҡшы белгән телдә һөйләшкән йыйылышҡа күсергә ҡарар итер. Ғаилә башлығы ниндәй генә йыйылышты һайлаһа ла, йыйылыш уларҙы хөрмәт итергә һәм ҡәҙерләргә тейеш.

Яңы телде өйрәнгән ҡәрҙәштәрҙе ҡәҙерләгәнебеҙҙе нисек күрһәтеп була? (20-се абзацты ҡарағыҙ.)

20. Яңы телде өйрәнгән ҡәрҙәштәргә нисек хөрмәт күрһәтеп була?

20 Юғарыла иҫкә алынған сәбәптәр арҡаһында күп кенә йыйылыштарҙа яңы телде өйрәнгән ҡәрҙәштәр бар. Уларға үҙ фекерҙәрен белдереүе ауыр булырға мөмкин. Уларҙың яңы телдә әллә ни яҡшы һөйләшә алмағандарына иғтибар итмәһәк, беҙ уларҙың Йәһүәгә ҡарата яратыуҙарын һәм эскерһеҙ хеҙмәт итергә теләгәндәрен күрербеҙ. Уларҙың шундай матур сифаттарын күреп, беҙ уларҙы ҡәҙерләрбеҙ һәм тәрән хөрмәт итербеҙ. Һәм улар беҙҙең телде насар белгәнгә генә, уларға «һеҙ миңә кәрәк түгел» тип әйтмәҫбеҙ.

ЙӘҺҮӘ БЕҘҘЕ БИК ҠӘҘЕРЛӘЙ

21, 22. Беҙ Йәһүәгә нимә өсөн рәхмәтле?

21 Беҙ Йәһүәгә үҙ йыйылышында ҡиммәтле хеҙмәт ышанып тапшырғаны өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Ирме беҙ йә ҡатынмы, никахтамы, юҡмы, йәшме йә оломо, берәй телде яҡшы йә насар беләбеҙме, быларҙың барыһына ла ҡарамаҫтан, беҙ Йәһүә һәм бер-беребеҙ өсөн бик ҡәҙерле (Рим. 12:4, 5; Кол. 3:10, 11).

22 Әйҙәгеҙ, илсе Павелдың кеше тәне тураһындағы миҫалын иҫтә тотайыҡ һәм был мәҡәләнән белгәнебеҙҙе тормошта ҡулланайыҡ. Был беҙгә ҡәрҙәштәребеҙҙе рухландырырға, уларҙы һәр ваҡыт яратырға һәм хөрмәт итергә ярҙам итер.

90-СЫ ЙЫР Бер-беребеҙҙе дәртләндерәйек

^ 5 абз. Йәһүәнең халҡы төрлө кешеләрҙән тора, һәм уларҙың һәр береһе йыйылышта төрлө роль уйнай. Был мәҡәләнән беҙ ни өсөн һәр ҡәрҙәшкә ҡарата ихтирамлы булырға кәрәклеген белербеҙ.

^ 8 абз. Тимофей ҡасан да булһа өйләнгәнме, юҡмы икәне билдәле түгел.