Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

33-СӨ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Терелтеүҙә Алланың яратыуы, зирәклеге һәм түҙемлеге сағыла

Терелтеүҙә Алланың яратыуы, зирәклеге һәм түҙемлеге сағыла

«Тәҡүә кешеләр ҙә, тәҡүә булмағандар ҙа үленән тереләсәк» (ҒӘМ. 24:15).

151-СЕ ЙЫР Ул яңынан йәшәү бирәсәк

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Ни өсөн Йәһүә бөтә нәмәне барлыҡҡа килтерә башлаған?

ҠАСАНДЫР Йәһүә бер үҙе генә булған. Әммә ул үҙен яңғыҙ итеп тоймаған һәм бәхетле булыр өсөн бер кемгә лә мохтаж булмаған. Шулай ҙа Йәһүә башҡаларҙың йәшәүен һәм бәхетле булыуын теләгән. Яратыуҙан сығып, ул бөтә нәмәне барлыҡҡа килтерә башлаған (Зәб. 36:9; 1 Яхъя 4:19).

2. Йәһүәнең ижади эштәре Ғайса менән фәрештәләрҙә ниндәй хистәр тыуҙырған?

2 Иң тәүҙә Йәһүә үҙенең Улын Ғайсаны барлыҡҡа килтергән. Шунан Алла уның аша бар нәмәне, шул иҫәптән миллионлаған аҡыллы рухи заттарҙы яратҡан (Яхъя 1:3). Ғайса, оҫта һөнәрсе булараҡ, үҙенең Атаһы менән бергә эшләргә бик шат булған (Ғиб. һүҙ. 8:30). Фәрештәләрҙең дә шатланыр өсөн сәбәптәре булған. Мәҫәлән, улар Йәһүә менән Ғайсаның күкте һәм ерҙе барлыҡҡа килтергәнен күҙәткән. Фәрештәләр үҙ хистәрен нисек белдергән? Ер барлыҡҡа килтерелгәс, улар «ҡыуанып ҡысҡырған». Һис шикһеҙ, фәрештәләр Йәһүәнең һәр ижади эшенә, бигерәк тә һуңғыһына — кешеләрҙе барлыҡҡа килтергәненә бик шатланған (Әйүп 38:7; Ғиб. һүҙ. 8:31). Был эштәрҙең һәр береһендә Йәһүәнең яратыуы һәм зирәклеге сағылған (Зәб. 104:24; Рим. 1:20).

3. 1 Коринфтарға 15:21, 22-нән күренеүенсә, Ғайса Мәсихтең йолом ҡорбаны ярҙамында нимә мөмкин булған?

3 Йәһүәнең ниәте буйынса, кешеләр ерҙә матур шарттарҙа мәңге бәхетле йәшәргә тейеш булған. Әҙәм менән Һауа фетнә күтәреп ҡайғыртыусан Аталарына ҡаршы сыҡҡас, бөтә кешелекте ҡара болот һымаҡ гонаһ һәм үлем ҡаплап алған (Рим. 5:12). Йәһүә шул осраҡта нимә эшләгән? Ул шунда уҡ кешелекте ҡотҡарырға вәғәҙә иткән һәм быны нисек эшләйәсәген аңлатҡан (Баш. 3:15). Йәһүә, Әҙәм менән Һауаның тоҡомдарын гонаһ менән үлемдән азат итер өсөн, йолом бирергә ниәтләгән. Шулай эшләп, ул һәр кешегә үҙенә хеҙмәт итергә һәм мәңге йәшәргә мөмкинлек асҡан (Яхъя 3:16; Рим. 6:23; 1 Коринфтарға 15:21, 22-не уҡығыҙ).

4. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

4 Алланың үлгәндәрҙе терелтеү хаҡындағы вәғәҙәһе төрлө һорауҙар тыуҙыра. Мәҫәлән, терелтеү нисек үтәсәк? Беҙ үленән терелгән яҡындарыбыҙҙы таный алырбыҙмы? Терелтеү беҙҙә ниндәй хистәр уятыр? Терелтеү тураһында уйланыу беҙгә нисек Йәһүәнең яратыуын, зирәклеген һәм түҙемлеген ҡәҙерләргә ярҙам итә? Әйҙәгеҙ, был һорауҙарға яуап алайыҡ.

ТЕРЕЛТЕҮ НИСЕК ҮТӘСӘК?

5. Ни өсөн, бөтә кешеләр бер үк ваҡытта терелтелмәҫ, тигән һығымтаға килергә була?

5 Йәһүә үҙенең Улы аша миллионлаған кешеләрҙе терелткәндә, күрәһең, быны бер үк ваҡытта эшләмәйәсәк. Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Сөнки ер шарында кеше һаны ҡапыл артһа, был тәртипһеҙлеккә килтереүе ихтимал. Әммә Йәһүә быға юл ҡуймаясаҡ. Ул шуны белә: кешеләр тыныс йәшәй алһын өсөн, барыһы ла тәртипле булырға тейеш (1 Кор. 14:33). Йәһүә Ғайса менән бергә, кешеләр өсөн Ерҙе әкренләп әҙерләгәндә, зирәклек һәм түҙемлек сағылдырған. Меңйыллыҡ идара ваҡытында ла Ғайса шундай уҡ сифаттар сағылдырыр. Армагеддонда иҫән ҡалған кешеләр менән бергә ул терелтеләсәк кешеләр өсөн Ерҙе әкренләп әҙерләр.

Армагеддонда иҫән ҡалғандар терелгән кешеләрҙе Алла Батшалығы тураһындағы хәҡиҡәткә һәм Йәһүәнең әмерҙәренә өйрәтәсәк (6-сы абзацты ҡарағыҙ.) *

6. Ғәмәлдәр 24:15 буйынса, терелтелгән кешеләр араһында кемдәр буласаҡ?

6 Әммә иң мөһиме: Армагеддонда иҫән ҡалған кешеләргә терелгәндәрҙе хәҡиҡәткә һәм Йәһүәнең әмерҙәренә өйрәтергә кәрәк булыр. Ни өсөн? Сөнки терелгәндәрҙең күбеһе «тәҡүә булмағандарҙың» һанынан буласаҡ. (Ғәмәлдәр 24:15-те уҡығыҙ.) Мәсихтең йолом ҡорбанынан файҙа күрер өсөн, уларға күп яҡтарҙан үҙгәрергә кәрәк булыр. Уйлап ҡына ҡарағыҙ, Йәһүә тураһында бер нәмә лә белмәгән миллионлаған кешеләрҙе хәҡиҡәткә өйрәтер өсөн күпме көс талап ителер. Бөгөн һәр кеше менән айырым өйрәнеү үткәрелгән һымаҡ, ул ваҡытта ла өйрәнеүҙәр шулай уҡ үткәрелерме? Улар йыйылыштарға билдәләнерме һәм үҙҙәренән һуңыраҡ терелтелгән кешеләрҙе өйрәтеүҙә ҡатнашырмы? Ваҡыты еткәс, күрербеҙ. Әммә шуныһы теүәл билдәле: Мәсихтең Меңйыллыҡ идараһының аҙағында «ер йөҙө, һис шикһеҙ, Йәһүә тураһындағы белем менән тулыр» (Ишағ. 11:9). Киләсәктә беҙҙе күп шатлыҡлы эштәр көтә!

7. Ни өсөн Алла хеҙмәтселәренә, терелтелгәндәрҙе өйрәткәндә, аңлаусан булырға кәрәк булыр?

7 Мәсихтең Меңйыллыҡ идараһы ваҡытында Йәһүәнең ерҙәге бөтә балалары, күктәге Атаһын шатландырыр өсөн, үҙ холҡон яҡшыртырға тырышыр. Шуға күрә, терелтелгәндәргә гонаһлы теләктәр менән көрәшергә һәм Йәһүәнең нормалары буйынса йәшәргә ярҙам иткәндә, беҙгә уларға ҡарата аңлаусан булырға кәрәк буласаҡ (1 Пет. 3:8). Терелтелгән кешеләр беҙҙең, баҫалҡылыҡ сағылдырып, «ҡотолоу хаҡына» артабан да тырышлыҡтар һалғаныбыҙҙы күреп, хаҡ ғибәҙәттә беҙгә ҡушылырға теләр (Флп. 2:12).

БЕҘ ТЕРЕЛГӘНДӘРҘЕ ТАНЫЙ АЛЫРБЫҘМЫ?

8. Ни өсөн, беҙ терелгән кешеләрҙе таный алырбыҙ, тигән һығымта яһарға була?

8 Күрәһең, беҙ Йәһүә терелткән кешеләрҙе таный алырбыҙ. Быға бер нисә сәбәп бар. Элек булған терелтеү осраҡтарынан күренеүенсә, Йәһүә кешене үлгәнгә тиклем булған тышҡы ҡиәфәте, һөйләшеүе һәм фекер йөрөтөүе менән үленән торғоҙған. Ғайса үлемде — йоҡо менән, ә терелеүҙе йоҡонан уяныу менән сағыштырған (Матф. 9:18, 24; Яхъя 11:11—13). Йоҡонан уянғанда, кешенең тышҡы ҡиәфәте, тауышы һәм хәтере йоҡларға ятҡандағы һымаҡ булып ҡала. Лазарҙың осрағын иҫкә төшөрәйек. Ул дүрт көн үле булған, хатта уның тәне серей башлаған. Әммә Ғайса Лазарҙы терелткәс, Мәрйәм менән Марфа шунда уҡ уны таныған, һәм Лазарь ҙа уларҙы онотмаған (Яхъя 11:38—44; 12:1, 2).

9. Ни өсөн кешеләр камил аҡыл һәм тән менән терелмәйәсәк?

9 Йәһүә вәғәҙә иткәнсә, Ғайсаның идара итеүе ваҡытында бер кем дә «мин ауырыйым» тип әйтмәҫ (Ишағ. 33:24; Рим. 6:7). Тимәк, барыһы ла һау булып тереләсәк. Әммә был, улар шунда уҡ камил булып китер, тигәнде аңлатмай, юғиһә беҙ уларҙы таный алмаҫ инек. Күрәһең, улар Мәсихтең Меңйыллыҡ идараһы ваҡытында яйлап камиллыҡҡа киләсәк. Меңйыллыҡ идараның аҙағында Ғайса Батшалыҡты Атаһына тапшырыр. Был ваҡытҡа Батшалыҡ, бар эштәрен тамамлап, шул иҫәптән кешеләргә камил булып китергә ярҙам итеп, үҙ ролен тулыһынса үтәйәсәк (1 Кор. 15:24—28; Асыл. 20:1—3).

ТЕРЕЛТЕҮ БЕҘҘӘ НИНДӘЙ ХИСТӘР УЯТЫР?

10. Терелгән яҡын кешегеҙҙе ҡаршы алғанда, һеҙ нимә хис итерһегеҙ?

10 Терелгән ғәзиз кешеләребеҙҙе ҡаршы алғанда, ниндәй хистәр кисерәсәгебеҙҙе күҙ алдына килтерәйек. Моғайын, һеҙ шатлыҡтан көлөрһөгөҙ йә иларһығыҙ. Ә, бәлки, Йәһүәне данлап йыр йырлай башларһығыҙ. Шуныһы ап-асыҡ: ҡайғыртыусан Йәһүәгә һәм фиҙаҡәр Ғайсаға үлгәндәрҙе терелткәндәре өсөн күңелегеҙ рәхмәт хисе менән тулыр.

11. Яхъя 5:28, 29-ҙа әйтелгәнсә, Алланың нормалары буйынса йәшәгән кешеләр нимә хис итер?

11 Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, терелгән кешеләрҙең ниндәй хистәр кисерәсәген күҙ алдына килтереп ҡарайыҡ. Уларға, Алланың нормалары буйынса йәшәр өсөн, яҡшы яҡҡа үҙгәреү ҙур шатлыҡ килтерер. Ундай кешеләрҙе Йәһүә ерҙә мәңгелек тормош менән бүләкләр. Ә Йәһүәгә ҡаршы фетнә күтәргәндәргә ундай мөмкинлек бирелмәйәсәк. Йәһүә уларға ожмахтағы тыныслыҡты емерергә рөхсәт итмәйәсәк (Ишағ. 65:20; Яхъя 5:28, 29-ҙы уҡығыҙ).

12. Йәһүә ерҙә йәшәгәндәрҙе нисек фатихалаясаҡ?

12 Батшалыҡ аҫтында йәшәгән Алла хеҙмәтселәре «Йәһүәнең фатихаһы кешене байыта, ул фатихаһына ҡайғы-хәсрәт өҫтәмәй» тигән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә тулыһынса инаныр (Ғиб. һүҙ. 10:22). Изге рух ярҙамында Йәһүәнең хеҙмәтселәре рухи яҡтан байыр, икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, улар Ғайсаның үрнәгенә тағы ла яҡшыраҡ эйәрер һәм камиллыҡҡа яҡынайыр (Яхъя 13:15—17; Ефес. 4:23, 24). Уларҙың һаулыҡтары — көндән-көн көсәйә, ә сифаттары яҡшыра барыр. Ниндәй иҫ киткес тормош булыр! (Әйүп 33:25). Терелтеү тураһында уйланыу инде хәҙер беҙгә нисек ярҙам итә ала?

ЙӘҺҮӘНЕҢ ЯРАТЫУЫН ҠӘҘЕРЛӘГЕҘ

13. Зәбур 139:1—4 буйынса, Йәһүә беҙҙе ни тиклем яҡшы белә, һәм терелтеү быны нисек раҫлай?

13 Өҫтә әйтеп кителгәнсә, кешеләрҙе терелткәндә, Йәһүә уларҙың иҫтәлектәрен һәм шәхси үҙенсәлектәрен ҡайтарасаҡ. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: Йәһүә һеҙҙе шул тиклем ярата, хатта һеҙҙең бөтә уйҙарығыҙҙы, хистәрегеҙ, һүҙҙәрегеҙ һәм эштәрегеҙҙе хәтерендә һаҡлай. Шуға күрә Йәһүә һеҙҙе терелтергә йыйынһа, ул хәтерегеҙҙе, уйлау рәүешегеҙҙе һәм холҡоғоҙҙоң нескәлектәрен еңел генә ҡайтара алыр. Дауыт батша Йәһүәнең һәр беребеҙ менән тәрән ҡыҙыҡһынғаны тураһында белгән. (Зәбур 139:1—4-те * уҡығыҙ.) Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәрен шулай яҡшы белеүе беҙҙә ниндәй хистәр уята?

14. Йәһүәнең беҙҙең турала барыһын белгәненә нисек ҡарарға кәрәк?

14 Йәһүә беҙҙең турала барыһын да белә, әммә был беҙҙе борсорға тейеш түгел. Ни өсөн? Сөнки Йәһүә беҙҙе бик ныҡ ярата һәм һәр беребеҙҙең үҙенсәлектәрен ҡәҙерләй. Ул үҙ хәтерендә беҙҙең холҡобоҙға йоғонто яһаған бөтә ваҡиғаларҙы һаҡлай. Был беҙҙе бик йыуата! Тормоштоң һәр мәлендә Йәһүә беҙҙең эргәлә һәм ярҙамға килергә әҙер (2 Йыл. 16:9). Шуға күрә үҙегеҙҙе бер ҡасан да яңғыҙ итеп тоймағыҙ!

ЙӘҺҮӘНЕҢ ЗИРӘКЛЕГЕН ҠӘҘЕРЛӘГЕҘ

15. Терелтеү нисек Йәһүәнең зирәклеген сағылдыра?

15 Үлемдән ҡурҡыу — көслө ҡорал. Шайтан йоғонтоһона бирелгән кешеләр, был ҡоралды ҡулланып, башҡаларҙы дуҫтарын һатырға йә ҡараштарынан баш тартырға мәжбүр итә. Әммә беҙҙе был ҡорал менән еңеп булмай. Дошмандар ғүмеребеҙҙе өҙһә лә, Йәһүә уны беҙгә кире ҡайтарасаҡ (Асыл. 2:10). Бер кем дә һәм бер нәмә лә Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы емерә алмай (Рим. 8:35—39). Йәһүә, беҙгә терелтеүгә өмөт биреп, сағыштырғыһыҙ зирәклек күрһәткән! Шулай эшләп, ул Шайтанды ҡоралһыҙ итә, ә беҙҙе ҡаҡшамаҫ ҡыйыулыҡ менән ҡоралландыра.

Йәһүәнең матди яҡтан ҡайғыртырға вәғәҙә иткәненә ышаныуыбыҙ ҡарарҙарыбыҙҙан күренәме? (16-сы абзацты ҡарағыҙ.) *

16. Үҙебеҙгә ниндәй һорауҙар бирергә кәрәк, һәм уларға яуаптар Йәһүәгә ни тиклем таянғаныбыҙҙы нисек күрһәтә?

16 Дошмандар үлем менән янаһа, һеҙ ғүмерегеҙҙе күктәге Атағыҙға ышанып тапшырырһығыҙмы? Һеҙ ундай һынауға әҙерме, юҡмы икәнен нисек белә алаһығыҙ? Үҙ-үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ: «Көндәлек тормошта ҡабул иткән ҡарарҙарым минең Йәһүәгә таянғанымды күрһәтәме? (Лука 16:10). Йәһүәнең Батшалыҡты беренсе урынға ҡуйған хеҙмәтселәрҙең ихтыяждарын ҡайғыртыуына ышанаммы? Һәм йәшәү рәүешем быны күрһәтәме? (Матф. 6:31—33)». Әгәр был һорауҙарға «эйе» тип яуап бирһәгеҙ, тимәк, һеҙ Йәһүәгә таянаһығыҙ һәм һәр төрлө һынауҙарға әҙер булғанығыҙҙы күрһәтәһегеҙ (Ғиб. һүҙ. 3:5, 6).

ЙӘҺҮӘНЕҢ ТҮҘЕМЛЕГЕН ҠӘҘЕРЛӘГЕҘ

17. а) Терелтеүҙә Алланың түҙемлеге нисек сағыла? б) Беҙ нисек Йәһүәнең түҙемлеге өсөн рәхмәтле булғаныбыҙҙы күрһәтә алабыҙ?

17 Йәһүә Шайтандың яуыз донъяһын юҡ итәсәк көндө һәм сәғәтте билдәләп ҡуйған (Матф. 24:36). Был ваҡытҡа тиклем ул түҙемлек күрһәтә. Әлбиттә, ул үлгәндәрҙе терелтергә бик теләй, әммә ул быны билдәләнгән ваҡытынан алда эшләмәҫ (Әйүп 14:14, 15). Ул уларҙы терелтер өсөн уңайлы ваҡытты көтә (Яхъя 5:28). Йәһүәнең түҙемлеген ҡәҙерләргә сәбәптәребеҙ бик күп. Уның был сифаты ярҙамында күп кешеләргә, шул иҫәптән беҙгә лә тәүбәгә килергә мөмкинлек асылған (2 Пет. 3:9). Йәһүә мөмкин тиклем күберәк кешеләрҙең мәңгелек тормошҡа эйә булыуҙарын теләй. Әйҙәгеҙ, Йәһүәнең түҙемлеген ҡәҙерләйек. Быны нисек эшләп була? Бының өсөн «хәҡиҡәтте ҡабул итергә әҙер булған бар кеше[ләрҙе]» тырышып эҙләргә һәм уларға Йәһүәнең дуҫы булып китергә ярҙам итергә кәрәк (Ғәм. 13:48, ЯДТ). Шул саҡта улар, беҙҙең һымаҡ, Йәһүәнең түҙемлегенән файҙа күрер.

18. Ни өсөн беҙ башҡаларға түҙемле булырға тейеш?

18 Мәсихтең Меңйыллыҡ идараһы тамамланғансы, Йәһүә беҙҙең камил булып китеүебеҙҙе түҙемлек менән көтөр. Ә шул ваҡытҡа тиклем, ул беҙҙең гонаһтарҙы ғәфү итергә әҙер. Әйҙәгеҙ, Йәһүәнән үрнәк алып, башҡаларҙың яҡшы сифаттарына иғтибар итәйек һәм уларға түҙемле булайыҡ. Бер апай-ҡәрҙәштең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Уның ире, көслө борсолоуҙан интеккәнгә, йыйылыш осрашыуҙарына йөрөмәй башлаған. Апай-ҡәрҙәшебеҙ былай ти: «Был миңә көслө әрнеү килтерҙе. Пландарыбыҙ селпәрәмә килде». Шуға ҡарамаҫтан, ҡәрҙәшебеҙ иренә ҡарата түҙемле һәм игелекле булған. Ул Йәһүәгә таянған һәм бирешмәгән. Апай-ҡәрҙәшебеҙ, Йәһүәнән өлгө алып, иғтибарын проблемаға түгел, ә иренең яҡшы яҡтарына туплаған. Ул артабан былай тип бүлешә: «Иремдең яҡшы сифаттары бик күп. Ул, яйлап ҡына булһа ла, борсолоуын еңергә тырыша». Ауырлыҡтар кисергән туғандарыбыҙға һәм ҡәрҙәштәребеҙгә түҙемле булыу бик мөһим!

19. Беҙ тәүәккәллек менән нимә эшләргә теләйбеҙ?

19 Ер барлыҡҡа килтерелгәс, Ғайса һәм фәрештәләр бик шатланған. Әммә ер шары Йәһүәне яратҡан һәм уға хеҙмәт иткән камил кешеләр менән тулғас, улар тағы ла нығыраҡ шатланасаҡ. Ә Мәсихтең ерҙән алынған хакимдаштары үҙҙәренең тырышлыҡтары кешелеккә ниндәй фатихалар килтергәнен күреп бик ҡыуанасаҡ (Асыл. 4:4, 9—11; 5:9, 10). Күҙ алдына ғына килтерегеҙ: ҡайғылар шатлыҡ менән алмашынғас, ә ауырыуҙар һәм үлем юҡҡа сыҡҡас, тормош ни тиклем бәхетле буласаҡ (Асыл. 21:4). Ә әлегә, әйҙәгеҙ, яратыу, зирәклек һәм түҙемлек сағылдырған Атабыҙҙан үрнәк алып йәшәйек. Шул саҡта, һынауҙарыбыҙ ниндәй генә булһа ла, шатлығыбыҙҙы юғалтмаҫбыҙ (Яҡ. 1:2—4). Беҙ Йәһүәгә «тәҡүә кешеләр ҙә, тәҡүә булмағандар ҙа үленән тереләсәк» тигән вәғәҙәһе өсөн шул тиклем рәхмәтлебеҙ! (Ғәм. 24:15).

141-СЕ ЙЫР Тормош — ғәжәп бүләк

^ 5 абз. Йәһүә — ҡайғыртыусан, зирәк һәм түҙемле Атабыҙ. Уның был сифаттары ижади эштәрендә һәм үлгәндәрҙе терелтергә вәғәҙә итеүендә күренә. Был мәҡәләлә беҙ терелтеүгә ҡағылышлы ҡайһы бер һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ беҙ Йәһүәгә уның яратыуы, зирәклеге һәм түҙемлеге өсөн рәхмәтле булыуыбыҙҙы нисек күрһәтеп булғанын белербеҙ.

^ 13 абз. Зәбур 139:1—4: «Эй Йәһүә, һин мине һынаның, һин мине беләһең. Һин минең ҡасан ултырғанымды ла, ҡасан торғанымды ла беләһең, уйҙарымды йыраҡтан уҡ белеп алаһың. Йөрөйөммө мин, ятаммы, һин мине күҙәтеп тораһың, һиңә минең бөтә юлдарым билдәле. Һүҙем әле тел осона ла килмәгән, ә һин, Йәһүә, уны инде яҡшы беләһең».

^ 60 абз. РӘСЕМДӘ: йөҙәрләгән йыл элек үлгән кеше Мәсихтең Меңйыллыҡ идараһы ваҡытында терелгән. Армагеддонда иҫән ҡалған бер ағай-ҡәрҙәш уға, Мәсихтең йолом ҡорбанынан файҙа күрер өсөн, нимә эшләргә кәрәклеген аңлата.

^ 62 абз. РӘСЕМДӘ: ағай-ҡәрҙәш үҙенең эш биреүсеһенә аҙнала бер нисә көн эштән һуң ҡалып эшләй алмаясағы тураһында әйтә. Ул шул кистәрҙе Йәһүәгә хеҙмәт итеү менән бәйле эштәргә бағышлағанын аңлата. Әммә башҡа көндәрҙә ул кәрәк булғанда күберәк эшләргә әҙер.