Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

40-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

«Үҙеңә ышанып тапшырылғанды һаҡла»

«Үҙеңә ышанып тапшырылғанды һаҡла»

«Тимофей! Үҙеңә ышанып тапшырылғанды һаҡла» (1 ТИМ. 6:20).

29-СЫ ЙЫР Исемебеҙгә лайыҡ булып йәшәйбеҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. 1 Тимофейға 6:20-нән күренеүенсә, Павел Тимофейға нимәне иҫенә төшөргән?

ЙЫШ ҡына ҡиммәтле нәмәләрҙе һаҡлап ҡалыр өсөн беҙ уларҙы берәйһенә ышанып тапшырабыҙ. Мәҫәлән, аҡсабыҙҙы банкка һалабыҙ һәм, ул унда һаҡланып ҡалыр, тип өмөтләнәбеҙ. Берәйһенә үҙебеҙ өсөн бик ҡәҙерле булған нәмәне бирһәк, тимәк, беҙ ул кешегә ышанабыҙ.

2 1 Тимофейға 6:20-не уҡығыҙ. Илсе Павел Тимофейға шуны иҫенә төшөргән: Тимофейға бик ҡиммәтле нәмәләр — Алланың ниәте хаҡында теүәл белем һәм һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләү эше тапшырылған (2 Тим. 4:2, 5). Павел Тимофейҙы үҙенә ышанып тапшырылғанды һаҡларға өндәгән. Тимофейға һымаҡ, беҙгә лә Йәһүә ҡиммәтле нәмәләр тапшырған. Нимә тураһында һүҙ бара? Һәм ни өсөн беҙгә уларҙы ҡәҙерләргә кәрәк?

БЕҘГӘ ХӘҠИҠӘТ ТАПШЫРЫЛҒАН

3, 4. Ни өсөн Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәр шундай ҡиммәтле?

3 Йәһүә беҙгә үҙенең Һүҙе — Изге Яҙма аша ҡиммәтле хәҡиҡәттәрҙе асҡан. Был белемдәр ҡиммәтле, сөнки улар беҙгә Йәһүәнең дуҫы булырға ярҙам итә һәм нисек бәхетле булырға икәнен аңлата. Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәрҙе ҡабул итһәк һәм улар буйынса йәшәһәк, беҙ ялған тәғлимәттәргә ышанмаҫбыҙ һәм әхлаҡһыҙ эштәр ҡылмаҫбыҙ (1 Кор. 6:9—11).

4 Тағы ни өсөн Алла Һүҙендәге хәҡиҡәттәр ҡиммәтле? Сөнки Йәһүә шул белемдәрҙе хәҡиҡәтте эҙләгән баҫалҡы кешеләргә генә аса (Евр. 11:6). Ундай кешеләр «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсенең» өйрәткәндәренә ышана (Матф. 11:25; 24:45). Улар шуны таный: башҡалар ярҙам итмәһә, ул тәғлимәттәрҙе аңлап булмай һәм уларҙан ҡәҙерлерәк бер нәмә лә юҡ (Ғиб. һүҙ. 3:13, 15).

5. Йәһүә беҙгә тағы нимә тапшырған?

5 Йәһүә беҙгә тағы бер хөрмәтле вазифа тапшырған: беҙ кешеләрҙе Йәһүә һәм уның ниәттәре тураһында өйрәтәбеҙ (Матф. 24:14). Беҙ таратҡан хәбәр ҡиммәтле, сөнки ул кешеләргә Алла ғаиләһенең ағзаһы булырға һәм киләсәктә мәңге йәшәргә мөмкинлек бирә (1 Тим. 4:16). Вәғәз эшенә индергән өлөшөбөҙ ҙур йә бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, бөгөн был эштән мөһимерәк эш юҡ (1 Тим. 2:3, 4). Алланың хеҙмәттәштәре булыу — шундай ҙур хөрмәт! (1 Кор. 3:9).

ҺЕҘГӘ ТАПШЫРЫЛҒАНДЫ ҺАҠЛАҒЫҘ!

Ҡайһы берәүҙәр хәҡиҡәтте ҡалдырған, әммә Тимофей ныҡ булып ҡалған (6-сы абзацты ҡарағыҙ.)

6. Алланың хеҙмәттәштәре булыу хөрмәтен ҡәҙерләмәгән мәсихселәр менән нимә булған?

6 Тимофейҙың көндәрендә ҡайһы бер мәсихселәр Алланың хеҙмәттәштәре булыу хөрмәтен ҡәҙерләмәй башлаған. Мәҫәлән, Димас, был донъя төҙөлөшөн ярата башлағанға, үҙенең хеҙмәттәшен Павелды ташлап киткән (2 Тим. 4:10). Фигелл һәм Ермоген, күрәһең, эҙәрләүҙәрҙән ҡурҡып, хеҙмәт итмәй башлаған; улар Павел һымаҡ ғазап сигергә теләмәгән (2 Тим. 1:15). Именей, Искәндәр һәм Филит, хәҡиҡәтте ҡалдырып, мөртәттәр булып киткән (1 Тим. 1:19, 20; 2 Тим. 2:16—18). Моғайын, улар элек рухи яҡтан көслө булған, ләкин үҙҙәренә тапшырылғанды ҡәҙерләмәй башлаған.

7. Шайтан беҙгә ҡаршы ниндәй алымдар ҡуллана?

7 Шайтан нисек беҙҙе Йәһүәнең ышанып тапшырғандарын ҡәҙерләмәҫкә этәрә? Бының өсөн ул бер нисә алым ҡуллана. Мәҫәлән, беҙҙе Йәһүәнән һәм хәҡиҡәттән ситләштерер өсөн Шайтан үҙ ҡараштарын телевизор, интернет, фильмдар, гәзиттәр, журналдар һәм китаптар аша таға. Йәштәштәрҙең йә ҡаршы килеүселәрҙең баҫымы аша ул беҙҙе ҡурҡытырға һәм вәғәз эшендә ҡатнашыуҙан туҡтатырға тырыша. Шулай уҡ Шайтан, мөртәттәрҙең «буш һүҙҙәре» менән алдап, беҙҙе хәҡиҡәттән алып китергә тырыша (1 Тим. 6:20, 21).

8. Дэниел исемле ағай-ҡәрҙәштең миҫалынан һеҙ нимәгә өйрәнә алаһығыҙ?

8 Һаҡ булмаһаҡ, хәҡиҡәтте ҡәҙерләмәй башлауыбыҙ ихтимал. Әйҙәгеҙ, видеоуйындар уйнарға яратҡан Дэниел * исемле ағай-ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. Ул былай тип бүлешә: «Видеоуйындар менән мин 10 йәштәр тирәһендә мауығып киттем. Тәүҙә улар зыянһыҙ ине. Ләкин яйлап ҡына мин йәбер-золом һәм сихырсылыҡ менән бәйле булған уйындарға күстем». Һөҙөмтәлә Дэниел көн һайын яҡынса 15 сәғәт уйнаған. Ул былай ти: «Дөрөҫөн генә әйткәндә, минең уйнаған уйындарым һәм уларға күпме ваҡыт сарыф иткәнем Йәһүә менән дуҫлығымды емерә икәнен аңлай инем. Әммә йөрәгем ҡатып киткәнгә, мин үҙемде Изге Яҙмалағы принциптарҙы боҙмағаныма ышандырҙым». Күңел асыуҙарҙы дөрөҫ һайламаһаҡ, беҙ үҙебеҙ ҙә һиҙмәйенсә хәҡиҡәтте ҡәҙерләмәй башларға һәм Йәһүә беҙгә ышанып тапшырғанды юғалтырға мөмкин.

БЕҘГӘ ТАПШЫРЫЛҒАНДЫ НИСЕК ҺАҠЛАП ҠАЛЫРҒА?

9. 1 Тимофейға 1:18, 19-ҙан күренеүенсә, Павел Тимофейҙы нимә эшләргә дәртләндергән?

9 1 Тимофейға 1:18, 19-ҙы уҡығыҙ. Павел Тимофейҙы «яҡшы көрәш» алып барырға өндәгән. Ул тура мәғәнәле көрәш тураһында түгел, ә рухи көрәш тураһында әйткән. Мәсихселәр ниндәй мәғәнәлә һуғышсыға оҡшаш? Мәсихтең һуғышсыһы булараҡ, беҙгә ниндәй сифаттар үҫтерергә кәрәк? Әйҙәгеҙ, Павел килтергән миҫалдан ниндәй биш һабаҡ алып булғанын беләйек. Шул һабаҡтар беҙгә үҙебеҙгә тапшырылғандарҙы ҡәҙерләргә ярҙам итер.

10. Ни өсөн Аллаға йән-тән менән бирелгән булыу мөһим?

10 Аллаға йән-тән менән бирелгән булығыҙ. Яҡшы һуғышсы тоғролоҡ менән айырылып тора. Яратҡан кешеләрен йә ҡәҙерләгән нәмәләрен яҡлар өсөн ул бар көсөн һалып көрәшә. Павел Тимофейҙы Аллаға ихлас табынырға, йәғни йән-тән менән бирелгән булырға дәртләндергән (1 Тим. 4:7). Йәһүәгә ҡарата тоғролоғобоҙ һәм яратыуыбыҙ көслөрәк булған һайын, беҙ хәҡиҡәтте нығыраҡ ҡәҙерләрбеҙ һәм уны һаҡлап ҡалырбыҙ (1 Тим. 4:8—10; 6:6).

Көн аҙағында бик арығанға, йыйылыш осрашыуҙарына барыуы еңел түгел. Әммә һалған тырышлыҡтарыбыҙ күп шатлыҡ килтерә! (11-се абзацты ҡарағыҙ.)

11. Ни өсөн беҙгә тотанаҡлыҡ кәрәк?

11 Тотанаҡлыҡ үҫтерегеҙ. Һуғышҡа әҙер булыр өсөн һуғышсы тотанаҡлы булырға тейеш. Тимофей рухи яҡтан көслө булған, сөнки ул, Павелдың кәңәшенә ҡолаҡ һалып, насар теләктәр менән көрәшкән, Аллаға яраҡлы сифаттар үҫтергән һәм имандаштары менән аралашҡан (2 Тим. 2:22). Шулай эш итер өсөн уға тотанаҡлыҡ кәрәк булған. Гонаһлы теләктәрҙе еңер өсөн беҙ ҙә тотанаҡлы булырға тейеш (Рим. 7:21—25). Был сифат, элекке йәшәү рәүешенән баш тартып, артабан да «яңы кешегә» әйләнергә ярҙам итә (Ефес. 4:22, 24). Көн аҙағында беҙ бик арыйбыҙ, шуға күрә йыйылыш осрашыуҙарына барыуы еңел түгел, шундай саҡтарҙа ла беҙгә тотанаҡлыҡ кәрәк (Евр. 10:24, 25).

12. Изге Яҙманы оҫтараҡ ҡулланырға нимә ярҙам итер?

12 Һуғышсыға оҫтарыр өсөн ҡоралдарҙы ҡулланып күнегеүҙәр яһарға кәрәк. Шуның шикелле, беҙгә лә Алла Һүҙен оҫта ҡулланырға өйрәнергә кәрәк (2 Тим. 2:15). Был йәһәттән беҙгә йыйылыш осрашыуҙары ярҙам итә. Әммә беҙ башҡаларҙы Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәрҙең ҡиммәтле икәненә инандырырға теләһәк, үҙебеҙгә лә Изге Яҙманы шәхси рәүештә өйрәнергә кәрәк. Алла Һүҙе иманыбыҙҙы нығыта ала. Бының өсөн Изге Яҙманы уҡыу ғына әҙ. Беҙгә Яҙмаларҙы дөрөҫ аңлар өсөн һәм аңлата белер өсөн уҡығандарыбыҙ өҫтөндә уйланырға һәм баҫмаларыбыҙ ярҙамында тикшереүҙәр үткәрергә кәрәк (1 Тим. 4:13—15). Шул саҡта беҙ, Алла Һүҙен ҡулланып, башҡаларҙы өйрәтә алырбыҙ. Изге Яҙмалағы өҙөктәрҙе уҡып китеүҙән тыш, уларҙы кешеләргә аңлатыу һәм файҙаһына иғтибар итеү мөһим. Тимәк, Изге Яҙманы тырышып өйрәнһәк, башҡаларҙы өйрәткәндә, беҙ Алла Һүҙен оҫтараҡ ҡуллана алырбыҙ (2 Тим. 3:16, 17).

13. Ғибрәтле һүҙҙәр 22:3-тән күренеүенсә, ни өсөн беҙгә үтә күреүсән булырға кәрәк?

13 Үтә күреүсән булығыҙ. Һуғышсы ҡурҡыныс хәлдәрҙе алдан күрә белергә һәм уларға эләкмәҫкә тырышырға тейеш. Беҙгә лә, зыян килтерә алған осраҡтарҙы алдан абайлап, уларҙан ҡасырға кәрәк (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:3-тө * уҡығыҙ; Евр. 5:14). Мәҫәлән, беҙ ял итеүҙе һәм күңел асыуҙарҙы дөрөҫ һайлай белергә тейеш. Телетапшырыуҙарҙа һәм фильмдарҙа йыш ҡына әхлаҡһыҙ тәртип күрһәтелә. Кешеләрҙең шундай тәртибе Алланы хурлай һәм уларҙың үҙҙәренә лә, башҡаларға ла зыян килтерә. Шуға күрә беҙ ундай күңел асыуҙарҙан баш тартабыҙ, сөнки улар Йәһүәгә ҡарата мөхәббәтебеҙҙе яйлап ҡына ҡаҡшата ала (Ефес. 5:5, 6).

14. Үтә күреүсәнлек Дэниелға нисек ярҙам иткән?

14 Юғарыла иҫкә алынған Дэниел йәбер-золом һәм сихырсылыҡ менән бәйле уйындарҙың үҙенә ҙур зыян килтергәнен аңлай башлаған. Ул был проблеманы еңеп сығыр өсөн «Күҙәтеү манараһының электрон китапханаһы»нда үҙенә кәрәкле мәғлүмәт тапҡан. Был уға нисек тәьҫир иткән? Ул насар видеоуйындарҙы бүтән уйнамаған. Бынан тыш, ул онлайн-уйындарға яҙылыуҙарынан баш тартҡан һәм башҡа уйынсылар менән бәйләнештәрен өҙгән. Даниэл былай ти: «Видеоуйындар уйнап ултырыу урынына, мин ваҡытты күберәк тышта йөрөп һәм йыйылыштағы дуҫтарым менән аралашып үткәрә башланым». Хәҙер Дэниел пионер һәм өлкән булып хеҙмәт итә.

15. Ни өсөн мөртәттәрҙең ялғаны ҡурҡыныс?

15 Тимофей һымаҡ, беҙ ҙә мөрттәтәр таратҡан ялған мәғлүмәттең ҡурҡыныс икәнен аңларға тейеш (1 Тим. 4:1, 7; 2 Тим. 2:16). Мәҫәлән, улар ҡәрҙәштәребеҙ тураһында ялған таратырға йә Йәһүәнең ойошмаһына ҡарата шиктәр тыуҙырырға тырыша. Мөртәттәрҙең пропагандаһы иманыбыҙҙы ҡаҡшатырға мөмкин. Беҙ уларҙың пропагандаһынан һаҡланырға тейеш. Ни өсөн? Сөнки шундай ялғанды «хәҡиҡәттән ситләшкән, ...аҡылдарына зыян килгән кешеләр» тарата. Уларҙың маҡсаты — «бәхәсләшеү һәм һүҙ көрәштереү» (1 Тим. 6:4, 5). Улар ялғанға ышаныуыбыҙҙы һәм ҡәрҙәштәргә шикләнеп ҡарай башлауыбыҙҙы теләй.

16. Беҙгә иғтибарҙы нимәгә тупларға кәрәк?

16 Иғтибарығыҙҙы ситкә йүнәлтмәгеҙ. «Ғайса Мәсихтең тоғро көрәшсеһе» булараҡ, Тимофейға үҙ иғтибарын был донъялағы матди йә башҡа нәмәләргә түгел, ә хеҙмәткә тупларға кәрәк булған (2 Тим. 2:3, 4). Тимофей һымаҡ, беҙ ҙә иғтибарыбыҙҙы матди нәмәләргә тупларға тейеш түгел. «Байлыҡҡа ҡыҙығыу» арҡаһында Йәһүәгә ҡарата яратыуыбыҙ, Алла Һүҙе өсөн рәхмәтле булыуыбыҙ һәм башҡаларға вәғәзләргә теләгебеҙ һүрелергә мөмкин (Матф. 13:22). Беҙгә ябай тормош алып барырға һәм көсөбөҙ менән ваҡытыбыҙҙы Батшалыҡ эшенә бағышларға кәрәк (Матф. 6:22—25, 33).

17, 18. Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы һаҡлар өсөн нимә эшләргә кәрәк?

17 Тотҡарланмайынса эш итергә әҙер булығыҙ. Һуғышсы һөжүм ваҡытында нимә эшләйәсәген алдан уйлап ҡуйырға тейеш. Йәһүә беҙгә ышанып тапшырғанды юғалтырға теләмәһәк, берәй ҡурҡыныс тыуғанда, шунда уҡ эш итергә кәрәк. Шундай саҡтарҙа нимә ярҙам итер? Беҙгә нисек эш итеребеҙҙе алдан уйлап ҡуйырға кәрәк.

18 Бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Самолет күккә күтәрелер алдынан, пассажирҙарға сығыу урындарының ҡайҙа урынлашҡаны күрһәтелә. Ни өсөн? Сөнки берәй фажиғәле хәл булһа, пассажирҙар самолеттан тиҙ генә сығырға тейеш. Мәҫәлән, интернетта ултырғанда йә телевизор ҡарағанда, көс ҡулланыу, әхлаҡһыҙлыҡ йә мөртәттәрҙең мәғлүмәттәре осраһа, беҙ нимә эшләрбеҙ? Беҙгә «сығыу урынын» алдан уйлап ҡуйырға кәрәк. Әгәр шундай хәлдәргә әҙер булһаҡ, беҙ, тиҙ эш итеп, Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы һаҡларбыҙ һәм уның алдында саф булып ҡалырбыҙ (Зәб. 101:3; 1 Тим. 4:12).

19. Йәһүә беҙгә ышанып тапшырғанды ҡәҙерләһәк, беҙҙе ниндәй фатихалар көтә?

19 Йәһүә беҙгә ҡиммәтле нәмәләрҙе — Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәрҙе һәм кешеләрҙе өйрәтеү вазифаһын ышанып тапшырған, һәм беҙгә уларҙы ҡәҙерләргә кәрәк. Шул саҡта выжданыбыҙ саф, ә тормошобоҙ мәғәнәле булыр, һәм, башҡаларға Йәһүә менән танышырға ярҙам иткәнгә, күңелебеҙ шатлыҡ менән тулыр. Эйе, Йәһүәнең ярҙамы менән беҙ үҙебеҙгә ышанып тапшырылғанды һаҡлап ҡала алырбыҙ (1 Тим. 6:12, 19).

127-СЕ ЙЫР Йәһүәгә яраҡлы булырға теләйем

^ 5 абз. Хәҡиҡәтте белеү һәм башҡаларҙы уға өйрәтеү — Йәһүәнән бирелгән ҡиммәтле бүләк. Был мәҡәлә беҙгә шул бүләкте ҡәҙерләргә һәм уны юғалтмаҫҡа ярҙам итер.

^ 8 абз. Исем үҙгәртелгән.

^ 13 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 22:3: «Алдын-артын уйлаусы, хәүеф-хәтәрҙе күреп, ҡасып китә, ә тәжрибәһеҙҙәр, туп-тура барып, яфа сигә».