Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

45-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

Башҡаларға Ғайсаның ҡушҡандарын үтәргә ярҙам итегеҙ

Башҡаларға Ғайсаның ҡушҡандарын үтәргә ярҙам итегеҙ

«Барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы... ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ» (МАТФ. 28:19, 20).

89-СЫ ЙЫР Нәсихәткә ҡолаҡ һал

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Матфей 28:18—20 буйынса, Ғайса үҙенең шәкерттәренә нимә эшләргә ҡушҡан?

ҮЛЕНӘН терелтелгәндән һуң, Ғайса Галилеяла шәкерттәре менән осрашҡан. Ул уларға мөһим һүҙҙәр әйтергә йыйынған. Уның һүҙҙәре Матфей 28:18—20-лә (уҡығыҙ) яҙылған.

2. Беҙ ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ?

2 Ғайсаның үҙ шәкерттәренә ҡалдырған йөкләмәһе бөгөн йәшәгән бөтә мәсихселәргә лә ҡағыла. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, был йөкләмәгә бәйле өс һорауҙы ҡарап сығайыҡ. Беренсенән, яңы шәкерттәрҙе Алланың талаптарына өйрәтеүҙән тыш, беҙ тағы нимә эшләргә тейеш? Икенсенән, йыйылыштағы бөтә ҡәрҙәштәр ҙә өйрәнеүселәрҙең рухи үҫешенә нисек өлөш индерә ала? Өсөнсөнән, актив булмаған ҡәрҙәштәр яңынан шәкерттәр әҙерләү эшендә ҡатнаша башлаһын өсөн, беҙ нимә эшләй алабыҙ?

ҒАЙСА ҠУШҠАНДАРҘЫ ҮТӘРГӘ ӨЙРӘТЕГЕҘ

3. Ғайса биргән йөкләмәлә ниндәй нескәлек бар?

3 Ғайса беҙгә аныҡ күрһәтмәләр биргән. Беҙгә кешеләрҙе уның әмерҙәренә өйрәтергә кәрәк. Әммә бер мөһим нескәлеккә иғтибар итәйек. Ғайса, ҡушҡандарымдың барыһына өйрәтегеҙ, тип әйтмәгән. Ул: «Ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ», — тигән. Был һүҙҙәр буйынса эш итер өсөн, беҙ өйрәнеүселәргә нимә эшләргә кәрәклеге тураһында ғына түгел, ә шулай уҡ быны нисек эшләргә икәнен дә аңлатырға тейеш (Ғәм. 8:31). Ни өсөн был мөһим?

4. Ғайса ҡушҡандарҙы үтәргә өйрәтеү үҙ эсенә нимәне ала? Миҫал килтерегеҙ.

4 Ғайса ҡушҡандарҙы үтәргә өйрәтеү үҙ эсенә нимә алғанын аңлар өсөн, бер миҫал тураһында уйланайыҡ. Машина йөрөтөргә өйрәткән инструктор уҡыусыларҙы юл ҡағиҙәләрен үтәргә нисек өйрәтә? Тәүҙә ул шул ҡағиҙәләрҙе класта аңлатып бирә. Әммә уларҙы үтәргә өйрәтер өсөн, инструктор тағы бер нәмә эшләргә тейеш. Ул уҡыусылары менән бергә юлға сыға һәм уларға белгәндәрен ҡулланырға ярҙам итә. Был миҫал беҙҙе нимәгә өйрәтә?

5. а) Яхъя 14:15 һәм 1 Яхъя 2:3 буйынса, беҙ өйрәнеүселәрҙе нимәгә өйрәтергә тейеш? б) Өйрәнеүсегә белемдәрен тормошта ҡулланырға ярҙам итер өсөн нимә эшләп була?

5 Изге Яҙма өйрәнеүе үткәргәндә, беҙ кешене Алланың талаптарына өйрәтәбеҙ. Әммә был ғына етмәй. Беҙ өйрәнеүсене белемдәрен тормошта ҡулланырға өйрәтергә тейеш. (Яхъя 14:15; 1 Яхъя 2:3-тө уҡығыҙ.) Үҙ үрнәгебеҙ менән беҙ уға Изге Яҙмалағы принциптарҙы мәктәптә, эштә йә күңел асыу һайлағанда нисек ҡулланып булғанын күрһәтә алабыҙ. Беҙ шулай уҡ уға Алла Һүҙендәге кәңәштәр беҙҙе нисек зыяндан һаҡлап ҡалғаны йә аҡыллы ҡарар ҡабул итергә ярҙам иткәне тураһында һөйләп бирә алабыҙ. Бынан тыш, өйрәнеүсе менән бергә доға ҡылғанда, Йәһүәнән, уны изге рухың менән йүнәлт, тип һорарға була (Яхъя 16:13).

6. Ғайса ҡушҡандарҙы үтәргә өйрәтеү үҙ эсенә нимәне ала?

6 Ғайса ҡушҡандарҙы үтәргә өйрәтеү үҙ эсенә нимәне ала? Беҙ өйрәнеүселәрҙә вәғәзләргә теләк үҫтерергә тейеш. Ҡайһы бер өйрәнеүселәр вәғәзләргә ҡурҡа. Шуға күрә беҙгә, түҙемлек сағылдырып, әкренләп уларҙың Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәрҙе аңлауын тәрәнәйтергә һәм йөрәккә үтеп инерлек итеп өйрәтергә кәрәк. Шул саҡта уларҙың иманы көсәйер, һәм был уларҙы вәғәзләргә дәртләндерер. Өйрәнеүсебеҙгә вәғәзләү теләген үҫтерергә ярҙам итер өсөн беҙ ниндәй аҙымдар яһай алабыҙ?

7. Өйрәнеүсегә вәғәзләү теләген үҫтерергә нисек ярҙам итеп була?

7 Өйрәнеүсегә бындай һорауҙар бирергә була: «Изге Яҙмалағы белемдәр тормошоңдо нисек яҡшыртты? Һинеңсә, башҡаларға был белемдәр тураһында ишетергә кәрәкме? Уларға ярҙам итер өсөн һин нимә эшләй алаһың?» (Ғиб. һүҙ. 3:27; Матф. 9:37, 38). Өйрәнеүсегә өйрәтеү ҡоралдарына кергән буклеттарҙы күрһәтегеҙ. Уға үҙенең туғандарына, дуҫтарына йә хеҙмәттәштәренә ҡыҙыҡ була алған буклеттарҙы һайларға тәҡдим итегеҙ һәм уларҙы уға бирегеҙ. Өйрәнеүсе буклеттарҙы ипле генә тәҡдим итә алһын өсөн, уның менән репетиция яһағыҙ. Әлбиттә, ул һыуға сумдырылмаған вәғәзсе булып киткәс, һеҙгә уның менән бергә вәғәзләргә кәрәк булыр (Вәғ. 4:9, 10; Лука 6:40).

ЙЫЙЫЛЫШ ӨЙРӘНЕҮСЕГӘ НИСЕК ЯРҘАМ ИТӘ АЛА?

8. Ни өсөн өйрәнеүсегә Йәһүәгә һәм кешеләргә ҡарата яратыу үҫтереү мөһим? (« Өйрәнеүсенең Йәһүәгә ҡарата яратыуын нисек тәрәнәйтеп була?» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)

8 Шуны иҫтә тотоғоҙ: Ғайса, ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ, тип әйткән. Һис шикһеҙ, был, Алланы һәм кешеләрҙе ярат, тигән ике иң мөһим әмерҙе лә үҙ эсенә ала. Ә был әмерҙәр вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эше менән тығыҙ бәйле (Матф. 22:37—39). Ниндәй бәйләнеш тураһында һүҙ бара? Беҙҙе вәғәзләргә дәртләндергән төп сәбәп — Аллаға һәм кешеләргә ҡарата яратыу. Ҡайһы бер өйрәнеүселәрҙең вәғәздә ҡатнашырға ҡурҡыуын аңлап була. Әммә беҙ уларҙы шуға ышандырырға теләйбеҙ: Йәһүәнең ярҙамы менән улар әкренләп ҡурҡыу хисен еңә аласаҡ (Зәб. 18:1—3; Ғиб. һүҙ. 29:25). Был мәҡәләлә килтерелгән рамкала өйрәнеүсегә Аллаға ҡарата яратыуын тәрәнәйтергә нисек ярҙам итеп булғаны ҡарала. Ә йыйылыш өйрәнеүсегә яратыу үҫтерергә нисек ярҙам итә ала?

9. Машина йөрөтөргә өйрәнгән кеше нисек тәжрибә йыя?

9 Машина йөрөтөргә өйрәнгән кешенең миҫалына ҡайтайыҡ. Ул, инструкторы менән машиналар ағымында китеп барғанда, нисек өйрәнә? Инструкторҙы тыңлап һәм тәжрибәле водителдәрҙе күҙәтеп. Мәҫәлән, инструктор уҡыусыһының иғтибарын башҡаларға юл биргән водителгә йүнәлтә ала. Йәки башҡаларҙың күҙен сағылдырмаҫ өсөн, фарҙарын икенсе режимға күсергән водителгә иғтибар итә ала. Шундай миҫалдар машина йөрөтөргә өйрәнгән кешегә яҡшы һабаҡтар бирә.

10. Өйрәнеүсегә рухи яҡтан үҫергә нимә ярҙам итер?

10 Шуның шикелле, хәҡиҡәт юлына баҫҡан өйрәнеүсе лә үҙе менән өйрәнеү үткәргән вәғәзсенән генә түгел, ә шулай уҡ Йәһүәнең башҡа тоғро хеҙмәтселәренән дә өйрәнә. Шуға күрә йыйылыш осрашыуҙарына йөрөү өйрәнеүсегә рухи яҡтан үҫергә бик ярҙам итер. Нисек итеп? Йыйылышта бирелгән белемдәр өйрәнеүсенең иманын нығытыр, уға Изге Яҙманы яҡшыраҡ аңларға һәм Аллаға ҡарата яратыу үҫтерергә ярҙам итер (Ғәм. 15:30—32). Бынан тыш, йыйылышта өйрәнеүсене уныҡына оҡшаш ауырлыҡтар кисергән ҡәрҙәштәр менән таныштырып була. Шулай уҡ осрашыуҙарҙа өйрәнеүсе ҡәрҙәштәрҙең нисек яратыу сағылдырғанын күрер. Әйҙәгеҙ, бер нисә ситуацияны күҙ алдына килтерәйек.

11. Өйрәнеүсе йыйылышта ниндәй ҡәрҙәштәр менән танышырға мөмкин, һәм был уға нисек тәьҫир итә ала?

11 Мәҫәлән, балаларын бер үҙе тәрбиәләгән өйрәнеүсе йыйылышта шундай уҡ шарттарҙа булған апай-ҡәрҙәште күрә. Был апай-ҡәрҙәштең бәләкәй балалары менән осрашыуҙарға йөрөр өсөн күп көс һалғаны уны бик һоҡландыра. Йә бындай ситуацияны күҙ алдына килтерәйек: тәмәке тартыуын ташларға тырышҡан өйрәнеүсе был насар ғәҙәттән арына алған ҡәрҙәш менән таныша. Ҡәрҙәш өйрәнеүсегә был ғәҙәттән арынырға уға Йәһүәне яратыу ярҙам иткәне хаҡында әйтә (2 Кор. 7:1; 2 Кор. 4:7). Ул үҙенең нисек тәмәкене ташлағанын һөйләп бирә һәм өйрәнеүсене «һин дә булдыра алырһың» тип ышандыра. Был өйрәнеүсегә көс өҫтәй. Ә бына тағы бер ситуация. Изге Яҙманы өйрәнгән ҡыҙ осрашыуҙа шатлыҡлы йәш апай-ҡәрҙәште күрә. Өйрәнеүсе апай-ҡәрҙәшкә нимә шатлыҡ килтергәнен белергә теләй.

12. Ни өсөн, йыйылыштағы һәр ҡәрҙәш өйрәнеүсегә ярҙам итә ала, тип әйтеп була?

12 Төрлө тоғро ҡәрҙәштәр менән танышып, өйрәнеүсе Ғайсаның ҡушҡандарын үтәү үҙ эсенә нимә алғанын күрә, мәҫәлән, Алланы һәм яҡындарын яратырға өйрәнә (Яхъя 13:35; 1 Тим. 4:12). Юғарыла әйтелгәнсә, өйрәнеүсе үҙенекенә оҡшаш ауырлыҡтар кисергән ҡәрҙәштәрҙән күп нәмәгә өйрәнә ала. Ундай миҫалдар өйрәнеүсегә Мәсихтең шәкерте булыр өсөн кәрәкле үҙгәрештәр яһау көсөнән килә икәнен аңларға ярҙам итер (Ҡан. 30:11). Йыйылыштағы һәр ҡәрҙәш өйрәнеүсенең рухи үҫешенә өлөш индерә ала (Матф. 5:16). Ә һеҙ осрашыуҙарға йөрөгән өйрәнеүселәрҙе рухландырыр өсөн нимә эшләй алаһығыҙ?

АКТИВ БУЛМАҒАН ҠӘРҘӘШТӘРҘЕ НЫҒЫТЫҒЫҘ

13, 14. Ғайса төшөнкөлөккә бирелгән илселәре менән үҙен нисек тотҡан?

13 Беҙ актив булмаған ҡәрҙәштәргә шәкерттәр әҙерләү эшендә яңынан ҡатнаша башларға ярҙам итергә теләйбеҙ. Ғайсаның төшөнкөлөккә бирелгән илселәре менән нисек мөғәмәлә иткәне беҙҙең өсөн үрнәк булып тора.

14 Ғайсаның үлеме алдынан илселәрҙең «барыһы ла Уны ташлап ҡасып» киткән (Марк 14:50; Яхъя 16:32). Ғайса төшөнкөлөккә бирелгән илселәре менән үҙен нисек тотҡан? Терелгәндән һуң күп тә үтмәҫтән, ул ҡайһы бер шәкерттәренә: «Ҡурҡмағыҙ! ...Барығыҙ, туғандарыма [минең терелгәнем тураһында] әйтегеҙ», — тигән (Матф. 28:10). Ғайса үҙенең илселәренә ҡул һелтәмәгән. Улар уны ташлап китһә лә, ул уларҙы «туғандарым» тип атаған. Ғайса Йәһүә һымаҡ мәрхәмәтле һәм кисереүсән булған (2 Бат. 13:23).

15. Беҙ вәғәздә ҡатнашмай башлаған ҡәрҙәштәргә нисек ҡарайбыҙ?

15 Шуның шикелле, беҙ ҙә вәғәздә ҡатнашмай башлаған ҡәрҙәштәр хаҡында борсолабыҙ, сөнки уларҙы бик яратабыҙ. Беҙ уларҙың элек Йәһүә өсөн башҡарған эштәрен онотмайбыҙ. Уларҙың ҡайһы берҙәре тиҫтәләгән йылдар буйы тырышып хеҙмәт иткән (Евр. 6:10). Беҙ уларҙы бик һағынабыҙ! (Лука 15:4—7). Ғайсанан үрнәк алып, улар хаҡында нисек ҡайғыртып була?

16. Актив булмаған ҡәрҙәштәр хаҡында ҡайғыртыуыбыҙҙы нисек күрһәтеп була?

16 Йыйылышҡа йылы итеп саҡырығыҙ. Бойоҡҡан илселәрен нығытыр өсөн Ғайса уларҙы махсус осрашыуға саҡырған (Матф. 28:10б; 1 Кор. 15:6). Шуның шикелле, беҙ ҙә актив булмаған ҡәрҙәштәрҙе осрашыуҙарға саҡыра алабыҙ. Беҙгә уларҙы, бәлки, бер нисә тапҡыр саҡырырға тура килер. Илселәр Ғайсаның саҡырыуын ҡабул иткәс, ул, һис шикһеҙ, бик шатланған, һәм беҙ ҙә шундай шатлыҡ кисерә алабыҙ. (Матфей 28:16 һәм Лука 15:6 менән сағыштырығыҙ.)

17. Актив булмаған ҡәрҙәш Батшалыҡ залына килгәндә, беҙгә үҙебеҙҙе нисек тоторға кәрәк?

17 Ысын күңелдән ҡаршы алығыҙ. Илселәре менән осрашҡанда, Ғайса уларҙы ихлас ҡаршы алған һәм беренсе булып һөйләшә башлаған, сөнки уларҙың уңайһыҙланғанын һиҙгән (Матф. 28:18). Ә беҙ, актив булмаған ҡәрҙәш Батшалыҡ залына килгәндә, үҙебеҙҙе нисек тоторбоҙ? Уны беренсе булып йылы итеп сәләмләйек. Тәүҙә беҙ, уға нимә әйтермен икән, тип борсолорға мөмкин. Был ҡәрҙәште уңайһыҙ хәлгә ҡуймайынса, уны күреүебеҙгә бик шат булғаныбыҙ тураһында әйтергә була.

18. Беҙ актив булмаған вәғәзселәрҙе нисек рухландыра алабыҙ?

18 Уларҙы ихлас рухландырығыҙ. Бәлки, Ғайсаның шәкерттәре, бөтә донъя буйынса вәғәзләй алмаҫбыҙ, тип борсолғандыр. Ғайса уларҙы: «Һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам», — тип рухландырған (Матф. 28:20). Был һүҙҙәр уларҙы нығытҡанмы? Эйе. Күп тә үтмәҫтән, улар һөйөнөслө хәбәрҙе өҙлөкһөҙ вәғәзләгән һәм өйрәткән (Ғәм. 5:42). Актив булмаған ҡәрҙәштәр ҙә нығытыуға мохтаж. Вәғәзләү тураһында уй уларҙы ҡурҡытырға мөмкин. Уларҙы, вәғәздә бер үҙең булмаҫһың, тип ышандырырға була. Актив булмаған ҡәрҙәш әҙер булғас, беҙ уның менән бергә вәғәзгә бара алабыҙ. Һис шикһеҙ, яңынан вәғәзләй башлағас, ул беҙгә бик рәхмәтле булыр. Беҙ актив булмаған вәғәзселәргә ҡәрҙәштәргә ҡарағандай ҡараһаҡ, улар яңынан актив булып китергә мөмкин, ә был бөтә йыйылышҡа шатлыҡ килтерер.

БЕҘ ҒАЙСА ТАПШЫРҒАН ЭШТЕ ТАМАМЛАРҒА ТЕЛӘЙБЕҘ

19. Беҙ тәүәккәллек менән нимә эшләргә теләйбеҙ һәм ни өсөн?

19 Шәкерттәр әҙерләү эше тағы күпме дауам ителер? Был донъя төҙөлөшөнөң ахырына тиклем (Матф. 28:20, ЯДТ; «Изге Яҙмалар терминдары һүҙлеге»ндә (тат.) «Был донъя төҙөлөшөнөң үҙ ахырына яҡынлашыуы» тигән аңлатманы ҡарағыҙ.) Беҙ Ғайса тапшырған эште шул ваҡытҡа тиклем башҡара алырбыҙмы? Һис шикһеҙ! Беҙ «хәҡиҡәтте ҡабул итергә әҙер булған» кешеләрҙе табыр өсөн ваҡытыбыҙҙы, көсөбөҙҙө һәм матди нәмәләрҙе теләп сарыф итәбеҙ (Ғәм. 13:48, ЯДТ). Шулай эшләп, беҙ Ғайсанан өлгө алабыҙ. Ул былай тигән: «Минең ризығым — Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәү һәм Уның эшен теүәлләү» (Яхъя 4:34; 17:4). Беҙ ҙә үҙебеҙгә тапшырылған эште тамамларға теләйбеҙ (Яхъя 20:21). Беҙ шулай уҡ башҡаларҙың да, шул иҫәптән актив булмаған ҡәрҙәштәрҙең дә был эштә беҙҙең менән ҡатнашыуын теләйбеҙ (Матф. 24:13).

20. 2 Коринфтарға 4:7 буйынса, ни өсөн беҙ Ғайса тапшырған эште башҡарып сыға алабыҙ?

20 Эйе, Ғайсаның йөкләмәһен үтәү еңел түгел. Әммә беҙ был эште бер үҙебеҙ башҡармайбыҙ. Ғайса беҙҙең менән булырға вәғәҙә иткән. Шәкерттәр әҙерләгәндә, Йәһүә беҙгә ярҙам итә, беҙ бит «Алланың хеҙмәттәштәре» (1 Кор. 3:9). Шуға күрә беҙ был йөкләмәне үтәй алабыҙ. Был эштә ҡатнашыу һәм башҡаларға ла ҡатнашырға ярҙам итеү — беҙҙең өсөн шатлыҡ һәм хөрмәт! (2 Коринфтарға 4:7-не уҡығыҙ.)

79-СЫ ЙЫР Уларҙы ныҡ булып ҡалырға өйрәтегеҙ

^ 5 абз. Ғайса Мәсих үҙенә эйәргән кешеләргә, шәкерттәр әҙерләгеҙ һәм уларҙы мин ҡушҡандарҙың барыһын үтәргә өйрәтегеҙ, тип әйткән. Был мәҡәләнән беҙ Ғайсаның йөкләмәһен нисек үтәп булғанын белербеҙ.

^ 66 абз. РӘСЕМДӘ: апай-ҡәрҙәш өйрәнеүсеһенә Аллаға ҡарата тағы ла көслөрәк яратыу үҫтерер өсөн нимә эшләргә кәрәклеген аңлата. Һуңыраҡ өйрәнеүсе апай-ҡәрҙәштең өс кәңәшен ҡуллана.