Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Онесим менән Жеральдина

Йәһүә тыуған илдәренә ҡайтҡандарҙы фатихалай

Йәһүә тыуған илдәренә ҡайтҡандарҙы фатихалай

ҠАСАНДЫР ярлы илдәрҙән байыраҡ илдәргә күсенгән күп кенә ҡәрҙәштәр, тыуған илдәрендә вәғәзселәргә ихтыяж булғанға, кире ҡайталар. Уларҙы быға Йәһүәгә һәм кешеләргә ҡарата яратыу дәртләндерә (Матф. 22:37—39). Был ҡәрҙәштәр ниндәй ҡорбандарға барған, һәм Йәһүә уларҙы нисек бүләкләгән? Быны белер өсөн, әйҙәгеҙ, Африкалағы Камерун иленә ҡайтҡан ҡәрҙәштәрҙең миҫалдарын ҡарап сығайыҡ.

«БАЛЫҠ КҮП БУЛҒАН ЕРҘӘ ХЕҘМӘТ ИТӘМ»

1998 йылда Онесим исемле ағай-ҡәрҙәш Камерундан күсеп киткән һәм 14 йыл сит илдә йәшәгән. Бер тапҡыр ул йыйылыш осрашыуында ҡыҙыҡ миҫал ишеткән. Вәғәз эше тураһында һөйләгәндә, докладсы былай тигән: «Балыҡ тоторға килгән ике дуҫты күҙ алдына килтерегеҙ. Улар ҡармаҡтарын төрлө ергә ташлай. Береһе күберәк балыҡ тотһа, икенсеһе, быны күреп, дуҫына яҡыныраҡ күсеп ултырмаҫмы?»

Был миҫал Онесимды Камерунға ҡайтыу тураһында уйланырға дәртләндергән, сөнки унда күп кешеләр Изге Яҙманы өйрәнергә теләгән, һәм урындағы вәғәзселәргә ярҙам кәрәк булған. Әммә Онесим, оҙаҡ ваҡыт сит илдә йәшәгәндән һуң тыуған илдәге тормошҡа күнегеп китә алырмынмы, тип борсолған. Шуға күрә тәүҙә ул Камерунға ярты йылға барып килгән. Ә шунан, 2012 йылда, унда бөтөнләйгә күсенгән.

«Миңә яңынан эҫелеккә һәм башҡа тормош шарттарына эйәләшергә кәрәк булды. Батшалыҡ залында ҡабат ҡаты скамейкаларҙа ултырырға тура килде. Әммә мин иғтибарымды программаға тупларға тырыштым, — ти йылмайып Онесим, — һәм уңайлы кресло тураһындағы уйҙар бүтән миңә ҡамасауламаны».

2013 йылда Онесим Жеральдинаға өйләнгән. Жеральдина, туғыҙ йыл Францияла йәшәп, Камерунға ҡайтҡан. Бергә Йәһүәгә хеҙмәт итеп, был пар һәр ваҡыт Алла ихтыярын тормоштарында беренсе урынға ҡуя. Йәһүә уларҙы нисек бүләкләгән? Онесим былай тип һөйләй: «Беҙ Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбендә уҡып сыҡтыҡ һәм хәҙер Вефилдә хеҙмәт итәбеҙ. Бер генә йыл эсендә беҙҙең йыйылышта 20 кеше һыуға сумдырылды. Эйе, хәҙер мин балыҡ күп булған ерҙә хеҙмәт итәм» (Марк 1:17, 18). Жеральдина былай тип өҫтәй: «Минең фатихаларым шул тиклем күп, хатта мин шулай булыр тип күҙ алдына ла килтермәгән инем».

РУХИ БАЛАЛАР ҮҪТЕРЕҮ ШАТЛЫҒЫ

Жюдит менән Сам-Кастель

Ҡушма Штаттарға күсеп киткән Жюдит күберәк хеҙмәт итергә теләгән. Ул былай тип иҫенә төшөрә: «Камерундағы туғандарыма барған һайын, мин урындағы кешеләр менән бер нисә өйрәнеү башлай торғайным. Уларҙан айырылып кире өйгә ҡайтҡанда, күҙ йәштәремде тыя алмай инем». Әммә Жюдит тыуған иленә бөтөнләйгә ҡайтырға батырсылыҡ итмәгән, сөнки яҡшы эштә эшләгән һәм бының ярҙамында Камерунда йәшәгән атаһының дауаланыуы өсөн түләй алған. Ләкин ул Йәһүәгә тулыһынса таянған да Камерунға күсенгән. Жюдит АҠШ-тағы уңайлы тормошто һағынғанын таный. Әммә ул Йәһүәнән үҙгәрештәргә эйәләшергә ярҙам итеүен һораған, һәм Йәһүә уны ҡәрҙәштәр аша, шул иҫәптән район күҙәтеүсеһе менән уның ҡатыны аша нығытҡан.

Шул ваҡытты иҫенә төшөрөп, Жюдит былай ти: «Өс йыл эсендә дүрт өйрәнеүсем һыуға сумдырылды». Ул ире Сам-Кастель менән махсус пионер булып хеҙмәт иткән, ә хәҙер улар район хеҙмәтендә ҡатнаша. Ә уның атаһы менән нимә булған? Туғандары менән бергә Жюдит сит илдә бер клиника тапҡан, һәм был клиника уның атаһына бушлай операция яһарға ризалашҡан. Бәхеткә күрә, операция уңышлы үткән.

ЙӘҺҮӘНЕҢ ЯРҘАМЫН ТОЙОУ

Каролина менән Виктор

Виктор исемле ағай-ҡәрҙәш Камерундан Канадаға күскән булған. Ул университетта белем алған, әммә «Күҙәтеү манараһы»нда юғары белем алыу тураһында бер мәҡәләне уҡығас, ул, университетты бөтөрмәйенсә, профессия алыу курстарын ғына үтергә булған. Виктор былай ти: «Бының ярҙамында мин тиҙерәк эшләй башланым һәм күптәнге маҡсатыма өлгәштем — пионер булып киттем». Һуңыраҡ ул Каролинаға өйләнгән, һәм бергә улар Камерунға ҡайтып килергә булған. Ундағы филиалға барғанда, ҡәрҙәштәр уларҙы Камерунда хеҙмәт итеү тураһында уйлап ҡарарға дәртләндергән. Виктор былай тип дауам итә: «Беҙ үҙебеҙгә бер нәмә лә ҡамасауламағанын аңланыҡ. Беҙ ябай тормош алып бара инек, шунлыҡтан саҡырыуҙы теләп ҡабул иттек». Каролинаның һаулығы менән ауырлыҡтары булһа ла, улар барыбер Камерунға күсенергә ҡарар иткән.

Камерунда Виктор менән Каролина артабан да пионер булып хеҙмәт иткән һәм күп кешеләргә рухи яҡтан үҫергә ярҙам иткән. Күпмелер ваҡыт улар быға тиклем йыйған аҡсаға йәшәгән, ә шунан, бер нисә айға Канадаға барып, аҡса эшләп килгән. Йәһүә уларҙы нисек фатихалаған? Улар Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбендә уҡып сыҡҡан, махсус пионерҙар булып хеҙмәт иткән, ә хәҙер теократик төҙөлөштәрҙә ҡатнашалар. Виктор былай тип бүлешә: «Беҙ, Йәһүәгә таянып, уңайлы тормошобоҙҙо ҡалдырҙыҡ һәм уның ярҙамын тойҙоҡ».

КЕШЕЛӘРГӘ ҒҮМЕРҘӘРЕН ЙӘҺҮӘГӘ БАҒЫШЛАРҒА ЯРҘАМ ИТЕҮҘӘН КИЛГӘН ШАТЛЫҠ

Стефани менән Ален

2002 йылда Германияла университетта уҡып йөрөгән Ален исемле ағай-ҡәрҙәш «Йәштәр, һеҙ тормошоғоҙҙо нимәгә бағышларһығыҙ?» тигән буклетты уҡыған. Был буклет уны яңы маҡсаттар ҡуйырға дәртләндергән. 2006 йылда ул Хеҙмәтте яҡшыртыу мәктәбендә уҡып сыҡҡан һәм үҙенең тыуған иле Камерунға хеҙмәт итергә билдәләнгән.

Камерунда Ален ярты көнлөк эш тапҡан. Һуңыраҡ ул аҡсалыраҡ эшкә урынлашҡан, әммә, был эш арҡаһында хеҙмәткә әҙерәк ваҡыт ҡалыр, тип борсолған. Шуға күрә, махсус пионер булып хеҙмәт итергә саҡырыу алғас, һис шикләнмәйенсә ризалашҡан. Эш биреүсеһе уға күберәк аҡса түләргә теләһә лә, Ален ҡарарын үҙгәртмәгән. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, ул Стефаниға өйләнгән. Стефани, күп йылдар Францияла йәшәп, Камерунға күсенгән булған. Ул ваҡытта Стефани ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡан?

Ул былай ти: «Минең аллергия башланды һәм һаулыҡ менән башҡа ауырлыҡтар тыуҙы. Әммә мин даими рәүештә дауаланыу курсы үтәм, һәм хәҙер үҙемде яҡшыраҡ хис итәм». Йәһүә был парҙы сыҙамлыҡ өсөн бүләкләгән. Ален былай тип һөйләй: «Бер көндө беҙ алыҫ урынлашҡан Кате ауылына барҙыҡ һәм унда бер нисә өйрәнеү башланыҡ. Һуңынан беҙ был өйрәнеүҙәрҙе телефон аша үткәрҙек. Шул өйрәнеүселәрҙе икеһе һыуға сумдырылды, һәм Катела төркөм ойошторолдо». Стефани былай тип өҫтәй: «Кешеләргә ғүмерҙәрен Йәһүәгә бағышларға ярҙам итеүҙән дә ҙурыраҡ шатлыҡ юҡ. Һәм бында беҙ ундай шатлыҡты бер нисә тапҡыр татыныҡ». Хәҙер Ален менән Стефани район хеҙмәтендә ҡатнаша.

«НИМӘ ЭШЛӘРГӘ ТЕЙЕШ БУЛҒАНБЫҘ, ШУНЫ ЭШЛӘНЕК»

Леонс менән Жизель

Жизель Италияла медицина уҡыу йортонда белем алып йөрөгән сағында һыуға сумдырылған. Уның менән өйрәнеү үткәргән парҙың миҫалы уға ныҡ тәьҫир иткән. Улар пионер булып хеҙмәт иткән һәм ябай тормош алып барған. Жизель да күберәк хеҙмәт итергә теләгән, шуға күрә һуңғы курста пионер хеҙмәтен башлаған.

Жизелдең, Камерунға ҡайтып, унда вәғәзләгеһе килгән, әммә ул борсолған. Жизель былай ти: «Мин, Италиянан китһәм, илдә йәшәргә хоҡуғымды юғалтырмын һәм унда йәшәгән туғандарым менән дуҫтарымдан айырылырмын тип ҡурҡтым». Шулай ҙа 2016 йылдың майында ул Камерунға күсенгән. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң, ул Леонсҡа кейәүгә сыҡҡан, һәм улар, филиал кәңәш иткәнсә, вәғәзселәргә ихтыяж булған Айос ҡалаһына күскән.

Айоста улар нисек йәшәгән? Жизель былай тип иҫенә төшөрә: «Йыш ҡына беҙҙең аҙналар буйы электр тогы булмай торғайны, шул арҡала беҙ кеҫә телефондарыбыҙҙы ҡуллана алмай инек. Күпселек ваҡыт улар эшләмәй ине. Мин утта ризыҡ әҙерләргә өйрәндем, ә һыуға беҙ ҡараңғы төшкәс бара торғайныҡ, сөнки ул ваҡытта шишмә янында кеше әҙерәк ине. Юлды фонарик менән яҡтыртып, һыуҙы арбала алып ҡайта торғайныҡ». Был парға нимә ярҙам иткән? Жизель былай ти: «Беҙгә Йәһүәнең рухы ярҙам итте, ирем менән бер-беребеҙ өсөн таяныс булдыҡ, дуҫтар менән туғандар беҙҙе рухландырып торҙо һәм ҡайһы саҡ аҡса менән ярҙам итте».

Жизель тыуған иленә ҡайтҡанына шатмы? «Эйе, һис шикһеҙ, шатмын! — ти ул. — Әлбиттә, тәүҙә ауырлыҡтар һәм күңелһеҙ хистәр ҙә булды, әммә беҙ барыһын еңеп сыҡтыҡ. Хәҙер беҙ Леонс менән шикләнмәйбеҙ: нимә эшләргә тейеш булғанбыҙ, шуны эшләнек. Беҙ Йәһүәгә ышанабыҙ һәм уның үҙебеҙгә яҡын булғанын тоябыҙ». Леонс менән Жизель Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбендә уҡып сыҡҡан һәм хәҙер ваҡытлыса махсус пионерҙар булып хеҙмәт итә.

Насар һауа торошона ҡарамаҫтан, ҡыйыулыҡ менән диңгеҙгә сыҡҡан балыҡсылар һымаҡ, тыуған илдәренә ҡайтҡан ҡәрҙәштәр Батшалыҡ хәбәрен ишетергә теләгән кешеләргә ярҙам итер өсөн ҡорбандарға бара. Йәһүә үҙ исеменә күрһәтелгән бындай мөхәббәтте бер ваҡытта ла онотмаясаҡ (Ниҡ. 5:19; Евр. 6:10). Әгәр һеҙ сит илдә йәшәһәгеҙ һәм тыуған илегеҙҙә вәғәзселәргә ихтыяж булһа, унда күсенә алыр инегеҙме? Шулай эшләһәгеҙ, һеҙҙе Йәһүәнән йомарт фатихалар көтә (Ғиб. һүҙ. 10:22).