Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

50-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

«Үлеләр нисек терелер?»

«Үлеләр нисек терелер?»

«Үлем, һинең еңеүең ҡайҙа? Үлем, һинең ҡаяуың ҡайҙа?» (1 КОР. 15:55).

141-СЕ ЙЫР Тормош — ғәжәп бүләк

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. Ни өсөн күктәге тормошҡа терелеү бөтә мәсихселәргә лә ҡыҙыҡ булырға тейеш?

ХӘҘЕРГЕ ваҡытта Йәһүәгә хеҙмәт иткән күпселек кешеләр ерҙә мәңге йәшәргә өмөтләнә. Әммә майланған мәсихселәрҙең ерҙә ҡалған өлөшө күктәге тормошҡа терелергә өмөтләнә, һәм улар үҙҙәренең киләсәктәге тормошо менән бик ҡыҙыҡһына. Ә уларҙың өмөтө ерҙә йәшәргә өмөтләнгәндәргә берәй нисек ҡағыламы? Был мәҡәләнән беҙ шуны күрербеҙ: күктәге тормош өсөн терелеү ерҙә йәшәргә өмөтләнгәндәргә лә фатихалар килтерәсәк, шуға күрә был тема барыбыҙ өсөн дә ҡыҙыҡ булырға тейеш.

2 Алла Ғайсаның ҡайһы бер шәкерттәрен күктәге өмөт тураһында яҙырға рухландырған. Илсе Яхъя былай тип аңлатҡан: «Ҡәҙерлеләрем, беҙ хәҙер Алла балалары, әммә ниндәй буласағыбыҙ асылманы әле. Шуны ғына беләбеҙ: Мәсих килгәндә, беҙ Уға оҡшаш булырбыҙ» (1 Яхъя 3:2). Эйе, майланған мәсихселәр күктә терелтелгәндән һуң үҙҙәренең ниндәй буласағын белмәй. Әммә улар тура мәғәнәлә Йәһүәне күрәсәк. Изге Яҙма күктәге тормошҡа терелеү тураһында барыһын асмаһа ла, илсе Павел был хаҡта бер аҙ мәғлүмәт биргән. Мәсих «һәр төрлө етәкселекте, хакимиәтте», шулай уҡ иң һуңғы дошманды, йәғни үлемде юҡҡа сығарғанда, майланғандар уның менән бергә булыр. Ахыр сиктә Ғайса һәм уның хакимдаштары барыһын Йәһүәгә тапшырыр һәм үҙҙәре лә уға буйһонор (1 Кор. 15:24—28). Ниндәй иҫ киткес булыр ул ваҡыт! *

3. 1 Коринфтарға 15:30—32-нән күренеүенсә, терелеүгә өмөт Павелға нисек ярҙам иткән?

3 Терелеүгә өмөт Павелға төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам иткән. (1 Коринфтарға 15:30—32-не уҡығыҙ.) Ул Коринфтағы мәсихселәргә: «Көн һайын туранан-тура үлемдең күҙҙәренә ҡарайым», — тип яҙған. Павел шулай уҡ Ефеста «йыртҡыстар» менән көрәшкәне хаҡында әйткән. Бәлки, ул Ефестағы аренала ысын йыртҡыстар менән көрәшкәнен күҙ уңында тотҡандыр (2 Кор. 1:8; 4:10; 11:23). Йәки үҙҙәрен дошмандарса тотҡан йәһүдтәр һәм башҡа кешеләр тураһында әйткәндер (Ғәм. 19:26—34; 1 Кор. 16:9). Нисек кенә булһа ла, Павел етди ауырлыҡтар менән осрашҡан. Шулай ҙа ул киләсәккә ыңғай ҡараш һаҡлаған (2 Кор. 4:16—18).

Эшмәкәрлегебеҙ сикләнгән илдә йәшәгән бер ғаилә, сыҙамлыҡ сағылдырып, Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыуын дауам итә. Улар Алланан фатихалар аласағына һис тә шикләнмәй. (4-се абзацты ҡарағыҙ.)

4. Терелеүгә өмөт мәсихселәрҙе нисек нығыта? (Тышлыҡтағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)

4 Беҙ шомло ваҡыттарҙа йәшәйбеҙ. Ҡайһы бер ҡәрҙәштәр енәйәтселәрҙән зыян күргән. Башҡалар һуғыш барған ерҙәрҙә йәшәй һәм үҙен хәүефһеҙлектә тоймай. Ә кемдер эшмәкәрлегебеҙ сикләнгән йәки тыйылған территорияла, үҙ ғүмерен һәм азатлығын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, Йәһүәгә хеҙмәт итә. Шуға ҡарамаҫтан, бөтә был ҡәрҙәштәр Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыуын дауам итә һәм беҙҙең өсөн өлгө булып тора. Улар ҡурҡмай, сөнки шуны аңлай: хәҙерге ваҡытта үҙ ғүмерен юғалтһалар ҙа, Йәһүә улар өсөн иҫ киткес киләсәк әҙерләп ҡуйған.

5. Ниндәй ҡурҡыныс ҡараш беҙҙең терелеүгә иманыбыҙҙы ҡаҡшата ала?

5 Павел ҡәрҙәштәрен бындай ҡурҡыныс ҡараштан киҫәткән: «Үлеләр терелтелмәһә... „ашайыҡ та эсәйек, сөнки иртәгә үләбеҙ!“». Павел көндәренә тиклем йәшәгән кешеләр ҙә шундай ҡараш сағылдырған. Павел, күрәһең, Ишағыя 22:13-тәге һүҙҙәрҙе килтергән. Унда израилдәр сағылдырған рух тасуирланған. Аллаға яҡынлашыу урынына, улар үҙ теләктәрен ҡәнәғәтләндереү тураһында ғына уйлаған. Израилдәрҙең «бөгөн барһың, иртәгә юҡһың» тигән ҡарашы хәҙерге ваҡытта йәшәгән кешеләргә лә хас. Әммә Изге Яҙмала израилдәрҙең ундай ҡарашы ниндәй аяныс эҙемтәләргә килтергәне хаҡында әйтелгән (2 Йыл. 36:15—20).

6. Ни өсөн терелеүгә өмөт дуҫтар һайлауыбыҙға тәьҫир итергә тейеш?

6 Йәһүәнең үлгән кешеләрҙе терелтә алғанына ышаныу беҙҙең дуҫтар һайлауыбыҙға тәьҫир итергә тейеш. Коринфтағы мәсихселәргә терелеүҙе кире ҡаҡҡан кешеләр менән аралашыуҙан һаҡланырға кәрәк булған. Беҙ бынан мөһим һабаҡ алабыҙ. Киләсәкте хәстәрләмәгән һәм күңел асыу тураһында ғына уйлаған кешеләр менән күп ваҡыт үткәреү беҙгә насар йоғонто яһай ала. Ундай кешеләр менән аралашыу мәсихсенең яҡшы ғәҙәттәрен боҙа. Унан да бигерәк, был мәсихсене Алла нәфрәт иткән эштәр ҡылырға этәрергә мөмкин. Шуға күрә Павел мәсихселәрҙе, аңға килеп «гонаһ ҡылыуҙан туҡтағыҙ», тип өгөтләгән (1 Кор. 15:33, 34).

ТЕРЕЛТЕЛГӘН МАЙЛАНҒАНДАР НИНДӘЙ ТӘНГӘ ЭЙӘ БУЛА?

7. 1 Коринфтарға 15:35—38 буйынса, ҡайһы берәүҙәр терелеү тураһында ниндәй һорау бирергә мөмкин?

7 1 Коринфтарға 15:35—38-ҙе уҡығыҙ. Терелеүҙе шик аҫтына ҡуйырға теләгән кешеләр: «Үлеләр нисек терелер? Уларҙың тәне ниндәй булыр?» — тип һорағандыр. Павелдың яуабын ҡарап сығыу беҙҙең өсөн файҙалы булыр, сөнки бөгөн күптәр үлгәндән һуң кеше менән нимә булғаны хаҡында төрлө ҡарашта тора. Ә Изге Яҙмала шул хаҡта нимә әйтелә?

Орлоҡ менән үҫемлекте миҫал итеп килтереп, Павел Алланың терелгәндәргә кәрәкле тән бирә алғанын күрһәткән (8-се абзацты ҡарағыҙ.)

8. Ниндәй миҫал күктәге тормошҡа терелеүҙе аңларға ярҙам итә?

8 Кеше үлгәс, уның тәне серей. Әммә Ғаләмде юҡтан бар иткән Алла, уны терелтеп, кәрәкле тән бирә ала (Баш. 1:1; 2:7). Аллаға шул уҡ тәнде терелтергә кәрәкмәй икәнен күрһәтер өсөн, Павел бер миҫал ҡулланған. Ергә сәселгән орлоҡ үҫә башлай һәм яңы үҫемлеккә әйләнә. Был яңы үҫемлек бәләкәй орлоҡтан бөтөнләй айырылып тора. Павел ҡулланған был сағыштырыуҙан күренеүенсә, Барлыҡҡа килтереүсебеҙ «Үҙе теләгән тәнде» бирә ала.

9. 1 Коринфтарға 15:39—41-ҙә нимә хаҡында әйтелә?

9 1 Коринфтарға 15:39—41-ҙе уҡығыҙ. Павел шуға иғтибар иткән: Алла бөтә тәндәрҙе лә оҡшаш итеп барлыҡҡа килтермәгән. Мәҫәлән, малдың, ҡоштарҙың һәм балыҡтарҙың тәндәре төрлө. Павел шулай уҡ, ҡояш менән ай бер-береһенә оҡшамаған, тигән. Ул яҙғанса, «йондоҙҙар ҙа бер-береһенән балҡыуҙары менән айырыла». Ҡайһы саҡта беҙ был айырмаларҙы күрмәһәк тә, ғалимдар әйтеүенсә, йондоҙҙарҙың төрлөһө бар: ҙурҙары, бәләкәйҙәре, ҡыҙылдары, аҡтары һәм һарылары, мәҫәлән, ҡояш. Павел шулай уҡ, күктәге һәм ерҙәге тәндәр бар, тип әйткән. Ул нимәне күҙ уңында тотҡан? Ерҙә кешеләр физик тәнгә, ә күктә, мәҫәлән, фәрештәләр рухи тәнгә эйә.

10. Күктәге тормошҡа терелтелгән кешеләр ниндәй тәнгә эйә була?

10 Иғтибар итегеҙ, артабан Павел нимә әйткән: «Үленән терелеү ҙә шулай буласаҡ: кеше тәне ер эсенә һалынған орлоҡ кеүек. Тәүҙә фани, терелткәс — мәңге үлмәҫлек». Әлбиттә, үлемдән һуң кешенең тәне серей һәм кире тупраҡҡа ҡайта (Баш. 3:19). Улайһа, нисек тән мәңге үлмәҫлек булып терелә ала? Бында Павел ерҙәге тормошҡа терелгән кешеләр, мәҫәлән, Ильяс, Елисей йә Ғайса терелткән кешеләр тураһында яҙмаған. Ул рухи тәндә терелтелгән кешеләр хаҡында әйткән (1 Кор. 15:42—44).

11, 12. Терелгәндән һуң Ғайса Мәсих менән нимә булған, һәм майланған мәсихселәр ҙә ниндәй үҙгәреш кисерә?

11 Ерҙә йәшәгәндә, Ғайса Мәсих физик тәнгә эйә булған. Әммә терелгәс, ул тормош биреүсе рух булып киткән һәм күккә ҡайтҡан. Шуның шикелле, майланған мәсихселәр ҙә рухи тормошҡа тереләсәк. Павел былай тип аңлатҡан: «Беҙ тупраҡтан яратылғанына оҡшаш булған кеүек, күктәгеһенә лә оҡшаш буласаҡбыҙ» (1 Кор. 15:45—49, ЯДТ).

12 Шуны иҫтә тотоу мөһим: Ғайса Мәсих физик тәндә терелмәгән. Терелтеү темаһын тамамлағанда, Павел уның ни өсөн физик тәндә терелмәгәнен аңлатҡан. Ул былай тигән: «Тәндән һәм ҡандан торғандар Алла батшалығына [күктәге батшалыҡҡа] эйә була алмаҫ» (1 Кор. 15:50). Шуға күрә илселәр һәм башҡа майланған мәсихселәр ҙә серей алған тәндә терелмәйәсәк. Ә ҡасан улар тереләсәк? Павел, уларҙың терелеүе киләсәктә булыр, тип яҙған. Беренсе быуатта майланғандар үлгәндән һуң шунда уҡ терелмәгән. Павел коринфтарға беренсе хат яҙғанда, ҡайһы бер шәкерттәр инде үлгән булған, мәҫәлән, илсе Яҡуб (Ғәм. 12:1, 2). Башҡа илселәр һәм майланғандар бер ни тиклем ваҡыт үткәс үлгән (1 Кор. 15:6).

ҮЛЕМДЕ ЕҢЕҮ

13. Мәсихтең килеү осоронда нимә булырға тейеш булған?

13 Ғайса ла, Павел да мөһим осор тураһында пәйғәмбәрлек иткән. Ул Мәсихтең килеү осоро тип атала. Был осор ваҡытында һуғыштар, ер тетрәүҙәр, эпидемиялар һәм башҡа глобаль ваҡиғалар булырға тейеш. Беҙ был пәйғәмбәрлектең 1914 йылдан башлап үтәлгәнен күрәбеҙ. Был пәйғәмбәрлектең тағы бер мөһим өлөшө бар. Ғайса әйткәнсә, Алла Батшалығы хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе бөтә халыҡтар ишетер, ә шунан һуң ахыр килер (Матф. 24:3, 7—14). Павел шуға иғтибар иткән: Мәсихтең килеү осоро шулай уҡ үлгән майланғандар өсөн терелеү ваҡыты булыр (1 Фес. 4:14—16; 1 Кор. 15:23).

14. Мәсихтең килеү осоронда үлгән майланғандар менән нимә була?

14 Бөгөнгө ваҡытта майланған мәсихселәр үлгәндән һуң шунда уҡ күктәге тормошҡа терелтелә. Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ? Илсе Павел 1 Коринфтарға 15:51, 52-лә былай тип яҙған: «Беҙ бөтөнөбөҙ ҙә үлмәйәсәкбеҙ, әммә һәммәбеҙ ҙә үҙгәрәсәк — ҡапыл, күҙ асып йомған арала, һуңғы борғоноң ҡысҡыртыуында». Павелдың был һүҙҙәре хәҙерге ваҡытта үтәлә! Терелгәс, шул ҡәрҙәштәр ҙур шатлыҡ кисерә, сөнки улар һәр ваҡыт Ғайса Мәсих менән бергә буласаҡ (1 Фес. 4:17).

«Күҙ асып йомған арала» үҙгәргәндәр Ғайса Мәсих менән бергә яуыздарҙы юҡ итеүҙә ҡатнашасаҡ (15-се абзацты ҡарағыҙ.)

15. Терелгән майланғандарҙы ниндәй эш көтә?

15 Терелгән майланғандарҙы күктә ниндәй эш көтә? Ғайса Мәсих уларға былай тигән: «Еңеүсегә һәм Минең эштәремде аҙағына тиклем үтәүсегә, Үҙем Атамдан хакимлыҡ алған кеүек, халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ бирермен. Был кеше халыҡтар өҫтөнән тимер таяҡ менән хакимлыҡ итер — уларҙы балсыҡ һауыт ватҡан һымаҡ ватыр» (Асыл. 2:26, 27). Эйе, майланғандар, үҙҙәренең етәксеһенә эйәреп, халыҡтар өҫтөнән тимер таяҡ менән хакимлыҡ итәсәк (Асыл. 19:11—15).

16. Майланғандар һәм башҡа тоғро кешеләр үлемде нисек еңәсәк?

16 Һис шикһеҙ, майланғандар үлемде еңәсәк (1 Кор. 15:54—57). Армагеддон һуғышында улар яуызлыҡты юҡ итеүҙә ҡатнашасаҡ. Миллионлаған башҡа мәсихселәр ҙур афәттә иҫән ҡаласаҡ һәм яңы донъяға керәсәк (Асыл. 7:14). Иҫән ҡалғандар, миллиардлаған үлгәндәрҙең терелеүен күреп, үлемде еңеүгә шаһит булыр. Күҙ алдына килтерегеҙ: был бөйөк ваҡиғалар булғанда, беҙ ни тиклем ныҡ шатланырбыҙ! (Ғәм. 24:15). Йәһүәгә тоғролоҡ һаҡлаған бөтә хеҙмәтселәр Әҙәмдән мираҫ итеп килгән үлемде еңәсәк һәм мәңге йәшәй аласаҡ.

17. 1 Коринфтарға 15:58 буйынса, беҙ бөгөн нимә эшләргә тейеш?

17 Бөгөн йәшәгән һәр мәсихсе Павелдың терелеү тураһында яҙған йыуаныслы һүҙҙәре өсөн рәхмәтле булырға тейеш. Павелдың, Раббы эшен «бар көсөгөҙҙө һалып» башҡарығыҙ, тигән кәңәшенә ҡолаҡ һалыр өсөн беҙҙең бөтә сәбәптәребеҙ бар. (1 Коринфтарға 15:58-ҙе уҡығыҙ.) Әгәр беҙ был эштә әүҙем ҡатнашһаҡ, киләсәктәге тормошто шатланып көтә алырбыҙ. Йәһүә вәғәҙә иткән киләсәк беҙ күҙ алдына килтерә алғандан күпкә яҡшыраҡ буласаҡ. Был Раббы эшендә һалған тырышлыҡтарыбыҙ бушҡа булмағанын иҫбатлаясаҡ.

140-СЫ ЙЫР Ниһайәт, мәңгелек тормош!

^ 5 абз. 1 Коринфтарға 15-се бүлектең икенсе өлөшөндә терелеүгә бәйле, айырыуса майланған мәсихселәрҙең терелеүенә ҡағылышлы нескәлектәр килтерелә. Әммә был мәғлүмәт башҡа һарыҡтар өсөн дә файҙалы. Был мәҡәләнән беҙ бындай һорауҙарға яуап алырбыҙ: терелеүгә өмөт хәҙерге тормошобоҙға ниндәй йоғонто яһарға тейеш? Ул беҙгә нисек киләсәккә ышаныс менән ҡарарға ярҙам итә?

^ 2 абз. Был сығарылыштағы «Уҡыусыларҙың һорауҙары» тигән мәҡәләлә Павелдың 1 Коринфтарға 15:29-ҙа яҙылған һүҙҙәре аңлатыла.