Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Ғибрәтле һүҙҙәр 24:16-ла былай тиелгән: «Тәҡүә кеше, ете тапҡыр йығылһа ла, яңынан торор». Был һүҙҙәр, ҡат-ҡат гонаһ ҡылған кеше Алланың кисереүенә өмөтләнә ала, тигәнде аңлатамы?

Ысынында, был аятта һүҙ башҡа нәмә тураһында бара. Бында кешенең йығылыуы — ауырлыҡтар менән осрашыуын, ә яңынан тороуы ауырлыҡтарҙы йырып сығыуын аңлата.

Был аяттың контексына иғтибар итәйек. Унда былай тиелгән: «Яуыз кеше кеүек, тәҡүәнең йорто янында йәшенеп ятма, уның йәшәгән урынын харап итмә. Тәҡүә кеше, ете тапҡыр йығылһа ла, яңынан торор, ә яуыздар, бәлә килгәндә, абыныр. Дошманың йығылғанда, шатланма, ул абынғанда, йөрәгең ҡыуанмаһын» (Ғиб. һүҙ. 24:15—17).

Ҡайһы берәүҙәр, 16-сы аят гонаһ ҡылған, әммә тәүбә иткән һәм Алла менән дуҫлығын ҡайтарған кешегә ҡағыла, тип уйлай. Мәҫәлән, Англиянан булған ике рухани: «Элекке ваҡытта ла, беҙҙең көндәрҙә лә дин етәкселәре был аятты йыш ҡына шулай аңлатҡан һәм аңлата», — тип яҙған. Улар шулай уҡ, ундай ҡараш буйынса «яҡшы кеше етди гонаһ ҡылһа, әммә Алланы артабан да яратһа, ул Алланың хуплауын юғалтмай, сөнки ул тәүбә итә», тип өҫтәгән. Шундай ҡараш гонаһ менән көрәшергә теләмәгән кешегә бик оҡшарға мөмкин. Ундай кешенең, күпме генә гонаһ ҡылһам да, Алла мине һәр ваҡыт ғәфү итәсәк, тип уйлауы ихтимал.

Әммә 16-сы аят ундай мәғәнә йөрөтмәй.

16-сы һәм 17-се аяттарҙа «йығылыу» тип тәржемә ителгән еврей һүҙен төрлөсә ҡулланып була. Ул букваль йығылыуҙы аңлатырға мөмкин. Мәҫәлән, үгеҙ юлда йығыла йә кемдер ҡыйыҡ башынан йығылып төшә (Ҡан. 22:4, 8). Был һүҙ күсмә мәғәнәлә лә ҡулланыла, мәҫәлән, ошо аятта: «Йәһүәгә кешенең юлы хуш килгәндә, ул уның аҙымдарын йүнәлтә. Ул, йығылһа ла, йөҙ түбән йығылмаҫ, сөнки Йәһүә уны ҡулынан тотоп тора» (Зәб. 37:23, 24; Ғиб. һүҙ. 11:5; 13:17; 17:20).

Әммә Эдвард Пламптре исемле профессорҙың нимә әйткәненә иғтибар итегеҙ: «„Йығылыу“ тип тәржемә ителгән еврей һүҙе бер ваҡытта ла гонаһ ҡылыуҙы тасуирлар өсөн ҡулланылмай». Ә башҡа бер белгес 16-сы аят тураһында бындай һығымта яһай: «Алла халҡына зыян килтерергә тырышыу — мәғәнәһеҙ эш, сөнки тәҡүәләр ҡотолор, ә яуыздар юҡ ителер».

Эйе, Ғибрәтле һүҙҙәр 24:16-ла «йығылыу» тигән һүҙ әхлаҡи яҡтан йығылыуҙы түгел, ә тормоштағы ауырлыҡтарҙы аңлата. Ундай ауырлыҡтар күп булырға мөмкин. Был яуыз донъяла тәҡүә кеше ауырыуҙар йә башҡа проблемалар менән осраша ала. Ул хатта хөкүмәт ойошторған эҙәрләүҙәрҙең ҡорбаны булырға мөмкин. Шулай ҙа ул Алланың үҙен ҡалдырмаясағына һәм барыһын да кисереп сығырға ярҙам итәсәгенә ышана ала. Бәлки, һеҙ иғтибар иткәнегеҙ барҙыр: Алла хеҙмәтселәре өсөн барыһы ла яҡшы итеп тамамлана, сөнки «Йәһүә — йығылырға торғандарҙың һәммәһе өсөн таяныс, ул бөгөлөп төшкәндәрҙе торғоҙа» (Зәб. 41:1—3; 145:14—19).

Тәҡүә кеше башҡаларҙың ауырлыҡтарына ҡыуанмай. Киреһенсә, «Алланы тәрән хөрмәт иткән кешеләр игелек күрәсәк» икәнен белеү уны нығыта (Вәғ. 8:11—13; Әйүп 31:3—6; Зәб. 27:5, 6).