Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Вазифаларығыҙҙы ысын күңелдән башҡарығыҙ!

Вазифаларығыҙҙы ысын күңелдән башҡарығыҙ!

ЯҠЫН дуҫығыҙҙың ысын күңелдән яҙған рухландырғыс хатын уҡығанда, һеҙҙә ниндәй хистәр тыуа? Тимофей исемле мәсихсе илсе Павелдан шундай хат алған. Изге Яҙманың өлөшө булып киткән был хат Тимофейға яҙылған икенсе хат булараҡ билдәле. Моғайын, Тимофей ҡәҙерле дуҫының хатын уҡыр өсөн тыныс ҡына урын табырға теләгәндер. Бәлки, ул былай тип уйлағандыр: «Павел миңә нимә тураһында яҙған? Уның хәлдәре нисек икән? Вазифаларыма ҡағылышлы берәй кәңәш биргәнме? Был хат миңә вәғәздә һәм башҡаларҙы өйрәтеүҙә ярҙам итә аламы?» Беҙ Тимофейҙың был һорауҙарға яуап тапҡанын күрербеҙ. Әйҙәгеҙ, хаттағы бер нисә файҙалы кәңәшкә иғтибар итәйек.

«БАРЫҺЫНА ЛА ТҮҘӘМ»

Хаттың беренсе һүҙҙәрен уҡыу менән Тимофей Павелдың ҡайғыртыуын тойған. Павел уны йылы итеп «ҡәҙерле улым» тип атаған (2 Тим. 1:2). Тимофей был хатты беҙҙең эраның яҡынса 65 йылында алған. Ул ваҡытта Тимофей 30-ҙан уҙған тәжрибәле өлкән булған. Ул Павел менән 10 йылдан ашыу яҡын аралашҡан һәм унан күп нәмәгә өйрәнгән.

Павелдың һынауҙар ваҡытында тоғро булып ҡалыуы хаҡында уҡығас, Тимофей, һис шикһеҙ, рухланған. Павел Римда төрмәлә ултырған, һәм уны үлем язаһы көткән (2 Тим. 1:15, 16; 4:6—8). «Барыһына ла түҙәм» тигән һүҙҙәренән Павелдың ҡыйыулығы күренгән (2 Тим. 2:8—13). Уның сыҙамлығы Тимофейҙы бик нығытҡан. Был беҙҙе лә нығыта ала.

«БИРЕЛГӘН РУХИ БҮЛӘКТЕ ҮҪТЕР»

Павел Тимофейҙы Алланан бирелгән эште бик ҡәҙерләргә өндәгән. Ул уға былай тип яҙған: «Алла тарафынан бирелгән рухи бүләкте үҫтер» (2 Тим. 1:6). Бында Павел «бүләк» тип тәржемә ителгән ха́рисма тигән грек һүҙен ҡулланған. Был һүҙ ниндәйҙер эштәр йә ҡаҙаныштар өсөн бирелгән бүләкте аңлатмай. Киреһенсә, ул биреүсенең киң күңелле булғанын һәм йомарт игелеген күрһәтә. Тимофей был бүләкте йыйылышта махсус вазифалар үтәр өсөн билдәләнгәндә алған (1 Тим. 4:14).

Тимофейға был бүләк менән нимә эшләргә кәрәк булған? Павел уға: «Рухи бүләкте үҫтер», — тигән. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, Павел уға вазифаларын ысын күңелдән башҡарырға кәңәш иткән. Мейестә ут һүнмәһен өсөн утын өҫтәп торорға кәрәк булған һымаҡ, Тимофейға ла хеҙмәттә ашҡыныуын һүрелдермәҫкә кәрәк булған. Беҙгә лә, был кәңәшкә ҡолаҡ һалып, хеҙмәт менән янып торорға кәрәк.

«ҺИҢӘ ЫШАНЫП ТАПШЫРЫЛҒАН ЯҠШЫЛЫҠТЫ... ҺАҠЛА»

Үҙенең хатында Павел Тимофейға тағы бер яҡшы кәңәш биргән. Ул былай тигән: «Һиңә ышанып тапшырылған яҡшылыҡты күңелдәребеҙҙә йәшәгән Изге Рух ярҙамы менән һаҡла» (2 Тим. 1:14). Тимофейға нимә ышанып тапшырылған булған? Үткән аятта Павел «хаҡ тәғлимәт», йәғни Яҙмаларҙағы хәҡиҡәт тураһында әйткән (2 Тим. 1:13). Алла хеҙмәтсеһе булараҡ, Тимофей был хәҡиҡәтте йыйылыштағы ҡәрҙәштәргә лә, башҡа кешеләргә лә һөйләргә тейеш булған (2 Тим. 4:1—5). Ул шулай уҡ Алла көтөүен көтөр өсөн өлкән итеп билдәләнгән булған (1 Пет. 5:2). Үҙенә «ышанып тапшырылған яҡшылыҡты», йәғни хәҡиҡәтте һаҡлар өсөн Тимофейға Йәһүәнең изге рухына һәм уның Һүҙенә таянырға кәрәк булған (2 Тим. 3:14—17).

Беҙгә лә хәҡиҡәт ышанып тапшырылған, һәм беҙ уға башҡаларҙы өйрәтергә тейеш (Матф. 28:19, 20). Беҙгә был бүләктең ни тиклем ҡәҙерле булғанын иҫтә тоторға кәрәк. Был йәһәттән беҙгә һәр ваҡыт доға ҡылыу һәм Алла Һүҙен даими өйрәнеү кеүек яҡшы ғәҙәттәр ярҙам итер (Рим. 12:11, 12; 1 Тим. 4:13, 15, 16). Беҙ шулай уҡ өлкән йә тулы ваҡытлы хеҙмәтсе итеп билдәләнергә мөмкин. Ундай хөрмәтле вазифалар беҙҙе баҫалҡы булырға һәм Алланың ярҙамына таянырға дәртләндерергә тейеш. Шулай итеп, үҙебеҙгә тапшырылғанды һаҡлар өсөн, беҙгә уны ҡәҙерләргә һәм, Йәһүәнең ярҙамынан тыш, уны башҡарып булмай икәнен иҫтә тоторға кәрәк.

«ИШЕТКӘНДӘРЕҢДЕ... ЫШАНЫСЛЫ КЕШЕЛӘРГӘ ЫШАНЫП ТАПШЫР»

Тимофей башҡалар менән тәжрибәһен уртаҡлашырға тейеш булған. Шуға күрә Павел уға былай тигән: «Минән... ишеткәндәреңде башҡаларҙы ла өйрәтерлек ышаныслы кешеләргә ышанып тапшыр» (2 Тим. 2:2). Павел Тимофейға белемдәрен башҡа ағай-ҡәрҙәштәргә еткерергә кәрәклеген иҫенә төшөргән. Хәҙер ҙә өлкәндәргә был кәңәш буйынса эш итеү бик мөһим. Яҡшы өлкән белемдәрен үҙендә һаҡлап тотмаясаҡ. Киреһенсә, башҡа ҡәрҙәштәр ҙә вазифаларҙы яҡшы башҡарһын өсөн, улар менән үҙ тәжрибәһен уртаҡлашыр. Ул, башҡалар унан әһәмиәтлерәк булып китер йә эште яҡшыраҡ башҡарыр, тип ҡурҡмай. Өлкәндең маҡсаты — эштең төп яҡтарына ғына өйрәтеү түгел, ә эштең асылына төшөнөргә һәм уны еренә еткереп башҡарырға өйрәтеү. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, ул ҡәрҙәштәрҙе рухи яҡтан етлеккән булырға өйрәтә. Һөҙөмтәлә шундай өйрәтеү үткән «ышаныслы кешеләр» йыйылыш өсөн ысын фатиха булып китә.

Һис шикһеҙ, Тимофей Павелдың хатын бик ҡәҙерләгән. Моғайын, ул, уны ҡат-ҡат уҡып, ундағы кәңәштәрҙе мөмкин тиклем яҡшыраҡ ҡулланырға тырышҡандыр.

Беҙ ҙә Павелдың кәңәштәренә ҡолаҡ һалырға теләйбеҙ. Бының өсөн беҙгә хеҙмәт менән янып торорға, үҙебеҙгә «ышанып тапшырылғанды» һаҡларға һәм белемдәребеҙҙе башҡалар менән уртаҡлашырға кәрәк. Шулай эшләп, беҙ Павелдың «хеҙмәтеңде камил рәүештә [«һәр яҡлап», ЯДТ] башҡар» тигән кәңәшен ҡуллана алырбыҙ (2 Тим. 4:5).