Алла доғаларығыҙҙы ишетәме?
Доға ҡылған саҡта Алланың доғаларығыҙҙы ысынлап та ишеткәненә ышанаһығыҙмы?
ИЗГЕ ЯҘМАЛА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ?
Алла доғаларҙы тыңлай. «Йәһүә үҙен саҡырыусыларҙың барыһына, хәҡиҡәт буйынса ялбарыусыларҙың һәммәһенә яҡын. ...Ярҙам һорап үтенеүҙәрен ишетеп, уларҙы ҡотҡара», — тип ышандыра беҙҙе Изге Яҙма (Зәбур 145:18, 19).
Алла һеҙҙең үҙенә доға ҡылыуығыҙҙы теләй. Изге Яҙмала ошондай саҡырыу бар: «Доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә, Алла алдында теләктәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ» (Филиптарға 4:6).
Алла һеҙҙең хаҡта ысынлап та ҡайғырта. Алла һеҙҙең бөтә ауырлыҡтарығыҙҙы һәм борсолоуҙарығыҙҙы яҡшы белә һәм ярҙам итергә теләй. «Үҙегеҙҙең бөтә мәшәҡәттәрегеҙҙе Аллаға йөкмәтегеҙ, — тип әйтелә Изге Яҙмала, — сөнки Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта» (1 Петр 5:7).