Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Был донъя ахырына яҡынлашамы?

Был донъя ахырына яҡынлашамы?

Бәлки, һеҙ Изге Яҙмала был донъяның ахыры тураһында әйтелгәнен беләһегеҙҙер (1 Яхъя 2:17). Был, кешелек юҡҡа сығыр, тигәнде аңлатамы? Беҙҙең планета кеше йәшәмәй торған урынға әйләнерме йәки бөтөнләй юҡ ителерме?

ИЗГЕ ЯҘМА БЫЛ ҺОРАУҘАРҒА «ЮҠ» ТИП ЯУАП БИРӘ!

Нимә юҡҡа сыҡмаҫ?

КЕШЕЛЕК

Изге Яҙмала нимә әйтелә? Алла ерҙе «юҡҡа ғына түгел, ә кешеләр йәшәһен өсөн булдырған» (ИШАҒЫЯ 45:18).

ЕР ПЛАНЕТАҺЫ

Изге Яҙмала нимә әйтелә? «Бер быуын китә лә, икенсеһе килә, ә ер мәңге тора» (ВӘҒӘЗСЕ 1:4).

БЫЛ НИМӘНЕ АҢЛАТА? Изге Яҙманан күренеүенсә, беҙҙең планета бер ҡасан да юҡ ителмәйәсәк һәм унда һәр ваҡыт кешеләр йәшәйәсәк. Улайһа, донъяның ахыры тигәндә, нимә күҙ уңында тотола?

ИҒТИБАР ИТЕГЕҘ. Изге Яҙма был донъяның ахырын Нух ваҡытындағы ваҡиғалар менән сағыштыра. Ул ваҡытта ер яуызлыҡ менән тулған булған (Башланмыш 6:13). Нух иһә тәҡүә, яҡшы кеше булған. Шуға күрә Алла Нухты һәм уның ғаиләһен ҡотҡарған, ә бөтә яуыз кешеләрҙе туфанда юҡ иткән. Шул ваҡиғаны Инжил ошолай һүрәтләй: «Элекке донъя... туфан һыуына батырылып һәләк ителгән» (2 Петр 3:6). Ә ул ваҡытта нимә юҡ ителгән? Ер планетаһы түгел, ә ерҙә йәшәгән яуыз кешеләр. Шуға күрә, Изге Яҙмала донъяның ахыры тураһында әйтелгәндә, планетаның юҡ ителеүе күҙ уңында тотолмай. Ә унда йәшәгән яуыз кешеләрҙең һәм улар барлыҡҡа килтергән идара системаларының юҡ ителеүе тураһында һүҙ бара.

Нимә юҡҡа сығыр?

ПРОБЛЕМАЛАР ҺӘМ ҠАНУНҺЫҘЛЫҠ

Изге Яҙмала нимә әйтелә? «Тағы бер аҙҙан яуыздар инде юҡ буласаҡ, торған урындарына ҡарарһың, ә улар унда булмаҫ. Ә йыуаштар ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм сикһеҙ тыныслыҡтан ҙур рәхәтлек табасаҡ» (ЗӘБУР 37:10, 11).

БЫЛ НИМӘНЕ АҢЛАТА? Нух көндәрендәге Туфан яуызлыҡты мәңгегә юҡ итмәгән. Туфандан һуң йәнә — яуыз кешеләр, ә улар менән бергә проблемалар һәм ҡанунһыҙлыҡ килеп сыҡҡан. Ләкин оҙаҡламай Алла яуызлыҡты мәңгегә юҡ итәсәк. Зәбур китабында: «Яуыздар инде юҡ буласаҡ», — тиелә. Алла быны үҙенең Батшалығы ярҙамында эшләйәсәк. Алла Батшалығы — күктән ер менән идара итәсәк бөтә донъя хөкүмәте. Ерҙә Аллаға тыңлаусан кешеләр йәшәйәсәк.

ИҒТИБАР ИТЕГЕҘ. Донъя башлыҡтары үҙ власын Алла Батшалығына бирергә теләрме? Изге Яҙмала «юҡ» тип әйтелә. Аҡылһыҙлыҡ күрһәтеп, улар хатта Алла Батшалығына ҡаршы күтәреләсәк (Зәбур 2:2). Һөҙөмтәһе ниндәй булыр? Алла Батшалығы бөтә кеше хөкүмәттәрен алмаштырасаҡ, ә «үҙе мәңге торасаҡ» (Данил 2:44). Ләкин ни өсөн кеше хөкүмәттәрен алмаштырырға кәрәк?

ТИҘ АРАЛА ТАЛАП ИТЕЛӘ: кеше хөкүмәттәрен алмаштырыу

Изге Яҙмала нимә әйтелә? «Барыусы хатта үҙ аҙымдарына ла йүнәлеш бирә алмай» (ИРЕМИЯ 10:23).

БЫЛ НИМӘНЕ АҢЛАТА? Кешеләр башҡа кешеләр менән идара итер өсөн яратылмаған. Шуға күрә улар быны булдыра алмай һәм донъя проблемаларын хәл итә алмай.

ИҒТИБАР ИТЕГЕҘ. «Британия энциклопедияһында» әйтелгәнсә, «айырым хөкүмәттәрҙең ярлылыҡ, аслыҡ, ауырыуҙар, тәбиғәт афәттәре, һуғыштар һәм бүтән йәбер-золом һымаҡ глобаль проблемаларҙы хәл итә алыуы икеле». Унда шулай уҡ былай тиелә: «Ҡайһы берәүҙәр, бөтә донъя хөкүмәтен булдырып ҡына был проблемаларҙы хәл итеүҙә алға китеп була, тип иҫәпләй» («Britannica Academic»). Ләкин хатта бөтә кеше хөкүмәттәре бергә берләшһәләр ҙә, был яңы хөкүмәт барыбер өҫтә һанап кителгән проблемаларҙы хәл итә алмаған, камил булмаған кешеләрҙән торасаҡ. Алла Батшалығы — бөтә глобаль проблемаларҙы мәңгегә юҡ итергә көсө еткән берҙән-бер хөкүмәт.

Бына ни өсөн, Изге Яҙма буйынса, яҡшы кешеләргә донъя ахырынан ҡурҡырға кәрәкмәй. Киреһенсә, быны түҙемһеҙлек менән көтөргә кәрәк, сөнки был яуыз донъя Алланың иҫ киткес яңы донъяһы менән алмаштырыласаҡ!

Был ҡасан буласаҡ? Яуапты киләһе мәҡәләнән белә алаһығыҙ.