Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Һеҙ инде хәҙер бына-бына буласаҡ яңы донъяла йәшәргә әҙерләнә алаһығыҙ

Яңы донъя инде яҡын!

Яңы донъя инде яҡын!

Алла ерҙе, унда тәҡүә кешеләр мәңге йәшәһен, тип яһаған (Зәбур 37:29). Ул тәүге кешеләрҙе — Әҙәм менән Һауаны бик матур Эден баҡсаһына урынлаштырған да уларға һәм тоҡомдарына ерҙе эшкәртергә һәм ҡарарға ҡушҡан (Башланмыш 1:28; 2:15).

Ләкин бөгөнгө донъя Алла баштан ниәтләгән ожмахты һис тә хәтерләтмәй. Шулай ҙа Алла үҙ ниәтенән баш тартмаған. Ул уны нисек тормошҡа ашырыр? Алдағы мәҡәләләрҙә, Алла беҙҙең планетаны юҡ итмәйәсәк, тип әйтелгәйне. Киреһенсә, ул тоғро кешеләргә унда йәшәргә мөмкинлек бирәсәк. Аллаһы Тәғәлә үҙ вәғәҙәләрен үтәгәс, ерҙә шарттар ниндәй буласаҡ?

Бөтә донъя хөкүмәте

Оҙаҡламай Алланың яңы хөкүмәте күктән бөтә кешелек менән идара итәсәк. Ер ул ваҡытта кешеләр бер-береһе менән гармонияла йәшәгән һәм эштән ҡәнәғәтлек тапҡан күркәм урынға әйләнер. Алла Ғайса Мәсихте бөтә ер өҫтөнән идара итергә билдәләгән. Хәҙерге күп идарасыларҙан айырмалы булараҡ, Ғайса һәр ваҡыт үҙ граждандарының мәнфәғәтен ҡайғыртасаҡ. Уның идараһы яратыуға нигеҙләнер. Ул изгелекле, мәрхәмәтле һәм ғәҙел Батша булыр (Ишағыя 11:4).

Халыҡ-ара берҙәмлек

Яңы кешелек йәмғиәтендә милли һәм этник билдә буйынса бүленеш булмаясаҡ. Бөтә кешелек бер халыҡ булыр (Асылыш 7:9, 10). Ерҙә йәшәгән бөтә кешеләр Алланы һәм бер-береһен яратыр, һәм улар бергәләп Алла биргән йөкләмәне үтәр: үҙҙәренең уртаҡ йорто Ер тураһында ҡайғыртыр (Зәбур 115:16).

Тәбиғәт менән гармония

Алла Батшалығы ер менән идара иткән саҡта Ижад итеүсе бөтә тәбиғи көстәрҙе тулыһынса үҙ контроленә алыр һәм климатты тотороҡло хәлгә килтерер (Зәбур 24:1, 2). Бер мәл Ғайса Мәсих күп көс һалмай ғына бик көслө дауылды баҫҡан. Шулай эшләп ул Алланың үҙенә ниндәй ҡеүәтле көс биргәнен күрһәткән (Марк 4:39, 41). Мәсих идараһы аҫтында бер кемдең дә тәбиғәт афәттәренән ҡурҡырға сәбәбе булмаҫ. Алла Батшалығы шулай уҡ кеше һәм тәбиғәт араһындағы тәүге гармонияны тергеҙер (Осия 2:18).

Камил һаулыҡ һәм мул ризыҡ

Һәр кемдең һаулығы камил буласаҡ. Берәү ҙә бүтән ауырымаҫ, ҡартаймаҫ һәм үлмәҫ (Ишағыя 35:5, 6). Кешеләр Әҙәм менән Һауа йәшәгән Эден баҡсаһы кеүек матур таҙа донъяла йәшәйәсәк. Яңы донъяла, Эден баҡсаһындағы һымаҡ, ер бик уңдырышлы булыр һәм ерҙә йәшәгәндәрҙең барыһының да ризығы мул булыр (Башланмыш 2:9). Элек Алланың халҡы булған боронғо израилдәр кеүек, ожмахта бөтә кешеләр ҙә туйғансы икмәк ашар (Левиттар 26:4, 5).

Ысын тыныслыҡ һәм именлек

Ер менән Алланың бөтә донъя хөкүмәте идара иткән ваҡытта бар кешеләр ҙә дуҫ йәшәйәсәк, бер-береһенә ғәҙел һәм йылы мөғәмәлә күрһәтәсәк. Бүтән һуғыштар булмаҫ, берәү ҙә власты урынһыҙ файҙаланмаҫ, төп ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндерер өсөн көрәшергә кәрәк булмаҫ. Изге Яҙма былай тип вәғәҙә итә: «Уларҙың һәр береһе үҙ йөҙөм ағасы һәм үҙ инжир ағасы аҫтында ултырыр, уларҙы бер кем дә ҡурҡытмаҫ» (Миҡай 4:3, 4).

Матур йорттар һәм ҡәнәғәтләнерлек эш

Һәр ғаиләнең үҙ йорто буласаҡ һәм улар уны юғалтыуҙан ҡурмаясаҡ. Эш бөтәһенә лә ҡәнәғәтлек килтерер. Изге Яҙмала, Алланың яңы донъяһында йәшәгән кешеләрҙең «тырышып эшләгәндәре юҡҡа булмаҫ», тип әйтелә (Ишағыя 65:21—23).

Иң яҡшы белем

Изге Яҙма: «Ер йөҙө, һис шикһеҙ, Йәһүә тураһындағы белем менән тулыр», — тип вәғәҙә итә (Ишағыя 11:9). Яңы йәмғиәттең ағзалары бөткөһөҙ зирәклеге булған Йәһүә Алланан өйрәнәсәк. Улар шулай уҡ ул барлыҡҡа килтергән нәмәләр — үҙҙәрен уратып алған донъя тураһында белем аласаҡ. Үҙ белемдәрен улар ҡорал яһар өсөн йәки башҡаларға зыян килтерер өсөн ҡулланмаҫ (Ишағыя 2:4). Киреһенсә, улар бер-береһе менән тыныс йәшәргә һәм планетабыҙ Ер тураһында ҡайғыртырға өйрәнер (Зәбур 37:11).

Тормош мәңге дауам итәсәк

Алла, һәр йәшәгән көнөбөҙ шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек килтерһен өсөн, беҙҙең планетаны яһағанда шул тиклем күп көс һәм яратыу һалған. Ул кешеләрҙең ерҙә мәңге йәшәүен теләй (Зәбур 37:29; Ишағыя 45:18). Был мөмкин булһын өсөн, Алла «үлемде мәңгегә юҡ итер» (Ишағыя 25:8). Изге Яҙмала: «Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ», — тип әйтелә (Асылыш 21:4). Алла бөтә кешегә — был донъяның ахырын кисереп сыҡҡандарға ла, иҫәпһеҙ-һанһыҙ терелтелгән кешеләргә лә мәңге йәшәү мөмкинлеге бирәсәк (Яхъя 5:28, 29; Ғәмәлдәр 24:15).

Инде бөгөн үк бөтә донъя буйынса миллионлаған кеше Алла Батшалығының идараһы аҫтында йәшәргә әҙерләнә. Улар, камил булмаһалар ҙа, Алла уларҙы үҙенең яңы донъяһында ниндәй итеп күрергә теләй, шундай булырға тырыша. Бының өсөн улар Йәһүә Алла һәм ул ебәргән Ғайса Мәсих тураһында белем ала (Яхъя 17:3).

Был донъяның ахырында нисек иҫән ҡалырға һәм инде бик яҡын булған яңы донъяла йәшәр өсөн нимә эшләргә икәнлеге тураһында күберәк белегеҙ. Йәһүә шаһиттарынан үҙегеҙ менән «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китап буйынса бушлай Изге Яҙманы өйрәнеү курсын үткәреүҙәре тураһында һорағыҙ.