Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Яҡшы эштәр хәүефһеҙ киләсәккә гарантия бирәме?

Яҡшы эштәр хәүефһеҙ киләсәккә гарантия бирәме?

Быуаттар буйы күп кешеләр, яҡшы кеше булһаң, киләсәгең дә яҡшы булыр, тип ышанған. Мәҫәлән, Көнсығышта философ һәм уҡытыусы Конфуцийҙың (б. э. т. 551—478 йй.) «үҙеңә теләмәгәнде, башҡаларға эшләмә» тигән һүҙҙәре бик популяр *.

КҮПТӘРҘЕҢ ПОЗИЦИЯҺЫ

Күптәр һаман да, дөрөҫ тәртип — хәүефһеҙ киләсәктең асҡысы, тип ышана. Улар ихтирамлы булырға, үҙҙәрен яҡшы тоторға тырыша, йәмғиәттә үҙ урынын белә һәм выжданын саф килеш һаҡлай. «Мин һәр ваҡыт, намыҫлы һәм эскерһеҙ булһам, — ти Вьетнамда йәшәгән Лин исемле ҡатын, — миңә яҡшылыҡ менән ҡайтарылыр, тип ышандым».

Ҡайһы берәүҙәрҙе яҡшылыҡ эшләргә уларҙың дини ышаныуҙары этәрә. Тайвандән Шу-Юнь былай ти: «Кешенең эштәре уның мәңге рәхәтләнеп йә ғазапланып йәшәрме икәнен билдәләй, тип өйрәттеләр мине».

БЫЛ УҢЫШҠА КИЛТЕРӘМЕ?

Әлбиттә, яҡшы эштәр эшләү кешенең үҙенә күп файҙа килтерә. Ләкин башҡаларға ихластан изгелекле булырға тырышҡан күп кешеләр ҡай саҡта үҙҙәренә яҡшылыҡ менән ҡайтарылмағанын күрә. «Изгелек уны эшләгәндәргә ҡай ваҡыт кире ҡайтмағанын үҙ тәжрибәмдән беләм, — ти Гонконгта йәшәгән Ши Пин исемле ҡатын. — Мин бар көсөмдө һалып ғаиләм тураһында ҡайғыртырға һәм изгелек эшләргә тырыштым. Ләкин никахым тарҡалды, ирем мине һәм улымды ташлап китте».

Күптәр диндең ҡайһы саҡта кешеләрҙе яҡшыраҡ итмәгәнен күргән. Японияла йәшәгән Эцуко исемле ҡатын былай ти: «Мин бер дини ойошмаға индем һәм йәштәр өсөн төрлө саралар үткәрә башланым. Аҙғынлыҡ, власть өсөн көрәш һәм сиркәүемдә аҡсаны намыҫһыҙ ҡулланғандарын күреп, шаҡ ҡаттым».

«Мин бар көсөмдө һалып ғаиләм тураһында ҡайғыртырға һәм изгелек эшләргә тырыштым. Ләкин никахым тарҡалды, ирем мине һәм улымды ташлап китте» (ШИ ПИН, ГОНКОНГ).

Ҡайһы бер кешеләрҙең, яҡшы эштәре бәлә-ҡазанан ҡотҡармағанын күреп, күңеле ҡайта. Вьетнамда йәшәгән Вэн исемле ҡатын шундай хистәр кисергән. Ул былай ти: «Мин, көн һайын емеш-еләк, сәскәләр һәм аҙыҡ-түлек һатып алып, үлгән ата-бабаларымдың алтаренә һалдым. Был миңә киләсәктә ҡайтарылыр, тип өмөтләндем. Яҡшы эштәр эшләүемә һәм күп йылдар буйы дини йолалар тотоуыма ҡарамаҫтан, ирем ҡаты ауырып китте. Ә сит илдә уҡып йөрөгән ҡыҙым йәшләй үлеп китте».

Әгәр яҡшы кеше булырға тырышыу хәүефһеҙ киләсәккә гарантия бирмәй икән, ундай гарантияны нимә бирә һуң? Яуапты яҡшы киләсәккә юл күрһәтә алған ышаныслы сығанаҡтан эҙләргә кәрәк. Ниндәй сығанаҡ ул?

^ 2 абз. Конфуцийҙың тәғлимәттәре тураһында күберәк мәғлүмәтте «Кешелек Алланы эҙләй» тигән китаптың (урыҫ) 7-се бүлек, 31—35-се абзацтарында табып була. Йәһүә шаһиттары тарафынан баҫтырылған, www.pr418.com сайтында бар.