Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

3-СӨ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Бихисап күп халыҡ Алланы һәм Мәсихте данлай

Бихисап күп халыҡ Алланы һәм Мәсихте данлай

«Ҡотолоу тәхеттә ултырған Алланан һәм Бәрәстән килә!» (АСЫЛ. 7:10).

14-СЕ ЙЫР Ерҙең яңы Батшаһын данлағыҙ!

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. 1935 йылда конгреста яңғыраған телмәр бер йәш мәсихсегә нисек тәьҫир иткән?

БЕР йәш мәсихсе 1926 йылда 18 йәшендә һыуға сумдырылған. Уның ата-әсәһе һәм бер туғандары Изге Яҙманы тикшереүселәр булған (шул йылдарҙа Йәһүә шаһиттары шулай аталған). Ул ваҡыттағы Изге Яҙманы тикшереүселәр һымаҡ, был эскерһеҙ егет тә йыл һайын Иҫкә алыу кисәһендә символдарҙан ауыҙ иткән. Әммә 1935 йылда Вашингтонда (АҠШ) үткән конгреста Рутерфорд ҡәрҙәштең «Бихисап күп халыҡ» тигән телмәрен ишеткәс, уның фекер йөрөтөүе үҙгәргән. Был телмәрҙә нимә тураһында һүҙ барған?

2. Рутерфорд ҡәрҙәш үҙенең телмәрендә ниндәй мөһим хәҡиҡәт тураһында әйткән?

2 Үҙенең телмәрендә Рутерфорд ҡәрҙәш Асылыш 7:9-ҙа иҫкә алынған бихисап күп халыҡ кемдән торасағын аңлатҡан. Шул конгресҡа тиклем ҡәрҙәштәр шундай ҡарашта торған: был төркөм, 144 000 кеүек үк тоғро булмаһа ла, күккә барасаҡ. Әммә Рутерфорд ҡәрҙәш Изге Яҙма нигеҙендә шуны аңлатҡан: «бихисап күп халыҡ» — Мәсихтең «бүтән һарыҡтары» *, ҙур афәтте кисереп сығып, ерҙә мәңге йәшәйәсәк (Асыл. 7:14). Ғайса Мәсих былай тигән: «Минең был аҙбарҙа булмаған бүтән һарыҡтарым да бар. Уларҙы ла алып килергә тейешмен. Улар Минең тауышымды тыңлаясаҡ, һәм бер көтөү, бер көтөүсе булыр» (Яхъя 10:16). Бүтән һарыҡтар һанына ингән кешеләр — ерҙәге ожмахта йәшәргә өмөтләнгән тоғро Йәһүә шаһиттары (Матф. 25:31—33, 46). Шул конгреста асылған был иҫ киткес хәҡиҡәт Йәһүәнең күп кенә хеҙмәтселәренең, шул иҫәптән теге йәш ағай-ҡәрҙәштең дә тормошон үҙгәрткән. Ә нисек итеп? Әйҙәгеҙ, был һорауға яуап алайыҡ (Зәб. 97:11; Ғиб. һүҙ. 4:18).

ЯҢЫ АҢЛАУ МЕҢӘРЛӘГӘН КЕШЕНЕҢ ТОРМОШОН ҮҘГӘРТӘ

3, 4. 1935 йылда үткән конгреста меңәрләгән ҡәрҙәштәр нимәне аңлаған?

3 Күҙ алдына килтерегеҙ, Рутерфорд ҡәрҙәш: «Ерҙә йәшәргә өмөтләнгән бөтә мәсихселәр, зинһар, тороп баҫығыҙ», — тип әйткәс, 20 000 кеше ни тиклем тулҡынланғандыр. Быны күргән ҡәрҙәштәрҙең әйтеүенсә, тыңлаусыларҙың яртыһынан күберәге тороп баҫҡан. Рутерфорд ҡәрҙәш: «Бына, бихисап күп халыҡ!» — тигән. Зал шатлыҡлы тауыштар менән яуаплаған. Тороп баҫҡан ҡәрҙәштәр үҙҙәренең күктәге тормошҡа саҡырылмағанын һәм изге рух менән майланмағанын аңлаған. Киләһе көндө конгреста 840 кеше һыуға сумдырылған, һәм уларҙың күбеһе бүтән һарыҡтар һанына ингән булған.

4 Рутерфордтың телмәренән һуң юғарыла телгә алынған егет һәм башҡа меңләгән ҡәрҙәштәр Иҫкә алыу кисәһендә икмәк менән шараптан ауыҙ итмәй башлаған. Бер баҫалҡы ағай-ҡәрҙәш, күп мәсихселәрҙең хистәрен белдереп, былай тигән: «1935 йылда үткән Иҫкә алыу кисәһендә мин һуңғы тапҡыр символдарҙан ауыҙ иттем. Мин Йәһүәнең үҙемде күктәге тормошҡа саҡырмағанын аңланым. Ул миңә ерҙе ожмахҡа әйләндереү һәм унда мәңге йәшәү өмөтө бүләк иткән» (Рим. 8:16, 17; 2 Кор. 1:21, 22). Шул ваҡыттан алып бихисап күп халыҡ артҡандан-арта һәм майланған мәсихселәрҙең ҡалған өлөшө * менән иңгә-иң терәп хеҙмәттәшлек итә.

5. Йәһүә 1935 йылдан һуң Кисәлә символдарҙан ауыҙ итмәй башлағандарға нисек ҡарай?

5 Йәһүә 1935 йылдан һуң Кисәлә символдарҙан ауыҙ итмәй башлаған мәсихселәргә нисек ҡарай? Шулай уҡ беҙҙең көндәрҙә символдарҙан ауыҙ иткән, әммә һуңыраҡ үҙенең майланмағанын аңлаған мәсихселәр тураһында Йәһүә нимә уйлай? (1 Кор. 11:28). Уларҙың ҡайһы берҙәре үҙҙәренә ниндәй өмөт бирелгәнен аңлап етмәгән. Әммә әгәр улар үҙ хатаһын таныһа, символдарҙан бүтән ауыҙ итмәһә һәм артабан да Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итһә, улар бүтән һарыҡтар һанына керәсәгенә тулыһынса ышана ала. Ундай мәсихселәр, бүтән Иҫкә алыу кисәһендә ҡатнашмаһа ла, Кисәгә барыбер килә, сөнки Йәһүәгә һәм Ғайса Мәсихкә бөтә башҡарған эштәре өсөн бик рәхмәтле.

ИҪ КИТКЕС ӨМӨТ

6. Ғайса фәрештәләргә нимә эшләргә ҡушҡан?

6 Оҙаҡламай ҙур афәт башланыр. Шуға күрә Асылыш китабының 7-се бүлегендә майланған мәсихселәр һәм бихисап күп халыҡ тураһында нимә әйтелгәнен ҡарап сығыу беҙҙе бик рухландырыр. Унда әйтелгәнсә, Ғайса фәрештәләргә дүрт һәләкәт елен тотоп торорға ҡушҡан. Бөтә майланған мәсихселәр мисәт алғансы, фәрештәләр һәләкәт елдәрен ергә ебәрергә тейеш түгел. Был мисәт майланғандарҙың Йәһүә алдында тоғро булып ҡалғандарын аңлата. Алла майланғандарҙы тоғро булғандары өсөн бүләкләйәсәк (Асыл. 7:1—4). Улар күктә Ғайса Мәсих менән бергә батшалар һәм руханиҙар булыр (Асыл. 20:6). 144 000 майланғандар үҙ бүләген алғас, Йәһүә, Ғайса һәм фәрештәләр бик шатланыр!

Бихисап күп халыҡ, аҡ кейемдәр кейеп һәм ҡулдарына хөрмә ботаҡтары тотоп, Алла тәхете һәм Бәрәс алдында баҫып тора (7-се абзацты ҡарағыҙ.)

7. Асылыш 7:9, 10 буйынса, Яхъя илаһи күренештә тағы нимә күргән? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)

7 144 000 батша һәм рухани тураһында һөйләп бөткәс, Яхъя ғәжәп бер күренеште тасуирлай. Ул Армагеддонды кисереп сыҡҡан «бихисап күп халыҡты» күрә. Беренсе төркөмдән айырмалы булараҡ, был икенсе төркөм күпкә ҙурыраҡ. Был төркөмдә кешеләр иҫәпһеҙ-һанһыҙ. (Асылыш 7:9, 10-ды уҡығыҙ.) Ул кешеләр «аҡ кейем» кейгән. Аҡ кейем уларҙың Шайтан донъяһының боҙоҡлоғо менән тапланмағанын һәм Алла менән Мәсихкә тоғро булғанын аңлата (Яҡ. 1:27). Улар көслө тауыш менән былай ти: «Ҡотолоу тәхеттә ултырған Алланан һәм Бәрәстән килә!» Улар шулай уҡ ҡулдарына хөрмә ботаҡтары тотҡан. Был уларҙың шатлыҡ менән Ғайсаның Йәһүә тарафынан билдәләнгән Батша итеп танығандарын күрһәтә. (Яхъя 12:12, 13 менән сағыштырығыҙ.)

8. Асылыш 7:11, 12-лә Йәһүәнең ғаиләһе тураһында нимә әйтелә?

8 Асылыш 7:11, 12-не уҡығыҙ. Бихисап күп халыҡтың ҙур афәтте кисереп сыҡҡанын күреп, Йәһүәнең күктәге ғаиләһе ниндәй хистәр тоя? Яхъя яҙғанса, улар бик ҡыуана һәм Йәһүәне данлай. Эйе, улар был күренештең үтәлеүен күрергә бик шат булыр.

9. Асылыш 7:13—15 буйынса, бихисап күп халыҡ бөгөн нимә эшләй?

9 Асылыш 7:13—15-те уҡығыҙ. Яхъя яҙғанса, бихисап күп халыҡ үҙ «кейемдәрен Бәрәстең ҡаны менән йыуып ағартҡан». Был уларҙың саф выжданға эйә һәм Йәһүә алдында тәҡүә булғанын аңлата (Ишағ. 1:18). Аллаға бағышланған һәм һыуға сумдырылған был мәсихселәр Ғайса Мәсихтең йолом ҡорбанына иман итә һәм Йәһүә менән яҡшы мөнәсәбәттәргә эйә (Яхъя 3:36; 1 Пет. 3:21). Шуға күрә Алла уларға үҙенең тәхете алдында торорға һәм көнө-төнө ерҙә изге хеҙмәт башҡарырға рөхсәт итә. Бөгөн улар, Батшалыҡты беренсе урынға ҡуйып, вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эшенә шаҡтай ҙур өлөш индерә (Матф. 6:33; 24:14; 28:19, 20).

Бүтән һарыҡтар һанынан бихисап күп халыҡ шатланып ҙур афәттән сыға (10-сы абзацты ҡарағыҙ.)

10. Бихисап күп халыҡ нимәгә шикләнмәй, һәм улар ниндәй вәғәҙәнең үтәлеүен күрәсәк?

10 Ҙур афәтте кисереп сыҡҡан бихисап күп халыҡ Алланың үҙҙәре хаҡында ҡайғыртасағына һис тә шикләнмәй, сөнки «Тәхеттә Ултырыусы» улар өҫтөндә үҙенең сатырын ҡороп ҡуясаҡ. Шул саҡта бүтән һарыҡтар, ниһайәт, ошо һүҙҙәрҙең үтәлеүен күрәсәк: «Алла уларҙың күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк. Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ» (Асыл. 21:3, 4).

11, 12. а) Асылыш 7:16, 17 буйынса, бихисап күп халыҡты киләсәктә ниндәй фатихалар көтә? б) Ни өсөн бүтән һарыҡтар Иҫкә алыу кисәһенә килә, һәм уларҙы быға нимә дәртләндерә?

11 Асылыш 7:16, 17-не уҡығыҙ. Беҙҙең көндәрҙә Йәһүәнең ҡайһы бер хеҙмәтселәре ауыр иҡтисади хәл, халыҡ араһындағы сыуалыштар йә һуғыштар арҡаһында аслыҡтан интегә. Ә ҡайһы берҙәре иман хаҡына төрмәлә ултыра. Шулай ҙа улар бәхетле булып ҡала, сөнки был яуыз донъяның ахырын кисереп сығып бүтән бер ваҡытта ла физик йә рухи аслыҡтан интекмәйәсәктәрен белә. Илсе Яхъя яҙғанса, эҫелек уларҙы бүтән көйҙөрмәҫ. Тимәк, Йәһүә Шайтандың яуыз донъяһына һәм халыҡтарға үҙ асыуын яуҙырғанда, уның хеҙмәтселәре иҫән ҡаласаҡ. Ҙур афәттә тере ҡалғандарҙы Ғайса мәңгелек тормош биргән шишмәләргә алып барыр. Уйлап ҡына ҡарағыҙ, бихисап күп халыҡты ниндәй матур киләсәк көтә: ерҙә йәшәгән миллиардлаған кешеләрҙән айырмалы булараҡ, уларҙың бер ваҡытта ла үлмәҫкә мөмкинлеге бар! (Яхъя 11:26).

12 Бүтән һарыҡтар Йәһүәгә һәм Ғайса Мәсихкә был иҫ киткес өмөт өсөн бик рәхмәтле! Күктәге тормош өсөн һайланмаһалар ҙа, Йәһүә уларҙы майланғандарҙы кеүек бик ҡәҙерләй һәм ярата. Майланғандар ҙа, бүтән һарыҡтар ҙа Алланы һәм Мәсихте данлай ала. Һәм шундай мөмкинлектәрҙең береһе — Иҫкә алыу кисәһенә килеү.

КИСӘЛӘ АЛЛАНЫ ҺӘМ МӘСИХТЕ БӨТӘ ЙӨРӘКТӘН ДАНЛАҒЫҘ

Кисәлә ҡулдан-ҡулға тапшырылған икмәк менән шарап Ғайсаның беҙҙең хаҡҡа үлгәнен иҫебеҙгә төшөрә (13—15-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

13, 14. Ни өсөн майланғандар ҙа, бүтән һарыҡтар ҙа Иҫкә алыу кисәһенә килергә тейеш?

13 Һуңғы йылдарҙа Иҫкә алыу кисәһенә килеүселәрҙең яҡынса меңдән береһе генә символдарҙан ауыҙ итә. Күпселек йыйылыштарҙа Кисәлә ҡатнашыусылар бөтөнләй юҡ. Кисәгә килеүселәрҙең ифрат ҙур өлөшө ерҙә йәшәргә өмөтләнә. Уларҙың Кисәгә ни өсөн килгәнен бер миҫал аңларға ярҙам итә. Уйлап алайыҡ, ни өсөн кеше дуҫының туйына килә? Бының менән кеше өйләнешкән парға теләктәшлек һәм яратыу күрһәтә. Шуның шикелле, бүтән һарыҡтар һанына кергән кешеләр, Кисәгә килеп, Мәсихкә һәм майланғандарға яратыу күрһәтә. Шулай уҡ бының менән улар Ғайсаның ҡорбаны өсөн рәхмәт белдерә, сөнки был ҡорбан нигеҙендә мәңге йәшәргә өмөтләнә ала.

14 Бүтән һарыҡтарҙың Кисәгә килер өсөн тағы ниндәй етди сәбәбе бар? Шулай эшләп, улар Ғайса Мәсихтең әмерен үтәй. Иҫкә алыу кисәһен ғәмәлгә индергәндә, Ғайса үҙенең тоғро илселәренә былай тигән: «Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ» (1 Кор. 11:23—26). Шуға күрә майланғандар күккә киткәнгә тиклем бүтән һарыҡтар Иҫкә алыу кисәһенә йөрөйәсәк һәм башҡа кешеләрҙе лә саҡырасаҡ.

15. Кисәлә һәр беребеҙ Алланы һәм Мәсихте нисек данлай ала?

15 Кисәлә беҙ доға ҡылып һәм йырлап Алланы һәм Мәсихте маҡтайбыҙ. Быйыл «Алланың һәм Ғайса Мәсихтең һинең өсөн башҡарғанын ҡәҙерлә!» тигән телмәр яңғыраясаҡ. Был телмәр беҙҙең Йәһүәгә һәм Ғайсаға ҡарата рәхмәт хисебеҙҙе тәрәнәйтер. Ғайсаның тәнен һәм ҡанын символлаштырған икмәк менән шарапты ҡулдан-ҡулға тапшырғанда, беҙ уларҙың мәғәнәһе тураһында уйларбыҙ. Беҙ шулай уҡ Йәһүәнең көслө яратыуы тураһында уйланырбыҙ, ул бит, беҙ йәшәй алһын өсөн, үҙенең Улын биргән (Матф. 20:28). Күктәге Атабыҙҙы һәм уның Улын яратҡан һәр кеше Иҫкә алыу кисәһенә килергә тырышасаҡ.

ЙӘҺҮӘГӘ ҮҘЕГЕҘГӘ БҮЛӘК ИТКӘН ӨМӨТ ӨСӨН РӘХМӘТЛЕ БУЛЫҒЫҘ

16. Майланғандар һәм бүтән һарыҡтар ниндәй яҡтарҙан оҡшаш?

16 Майланған мәсихселәр һәм бүтән һарыҡтар күп яҡтарҙан оҡшаш. Йәһүә был ике төркөмдө бер тигеҙ ҡәҙерләй. Бынан тыш, был төркөмдәрҙең икеһе өсөн дә бер үк хаҡ — Алла Улының ғүмере түләнгән. Был төркөмдәр араһында төп айырма: уларҙың өмөттәре төрлө. Әммә ике төркөм дә Аллаға һәм Мәсихкә тоғро булып ҡалырға тейеш (Зәб. 31:23). Һәм шуны онотмағыҙ: Алланың рухы беҙҙең барыбыҙға ла бер үк кимәлдә тәьҫир итә ала. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, Йәһүә изге рухты үҙенең һәр хеҙмәтсеһенә күпме кәрәк, шул тиклем бирә.

17. Майланғандарҙың ерҙә ҡалған өлөшө нимәне зарығып көтә?

17 Майланған мәсихселәр күктә йәшәү өмөтө менән тыумай, уны уларға Алла бирә. Улар үҙ өмөттәре тураһында уйлана, доға ҡыла һәм уның тормошҡа ашыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Улар күктә тәндәре ниндәй буласағын белмәй (Флп. 3:20, 21; 1 Яхъя 3:2). Шулай ҙа улар, Алла Батшалығында үҙ урындарын алып, Йәһүә, Ғайса Мәсих, фәрештәләр һәм башҡа майланғандар менән осрашырға бик теләй.

18. Бүтән һарыҡтар нимәне зарығып көтә?

18 Бүтән һарыҡтар ерҙә мәңге йәшәү өмөтөн бик ҡәҙерләй. Был бөтә кешеләр өсөн дә тәбиғи теләк (Вәғ. 3:11). Бүтән һарыҡтар ерҙе ожмахҡа әйләндереү эшендә ҡатнашырға бик теләй һәм шул ваҡытты зарығып көтә. Уларҙың үҙҙәренең йорттары һәм баҡсалары буласаҡ. Улар үҙҙәре лә, балалары ла бер ҡасан да ауырымаясаҡ (Ишағ. 65:21—23). Бынан тыш, улар, сәйәхәт итеп, тауҙарҙың, урмандарҙың һәм диңгеҙҙәрҙең матурлығын күрәсәк. Улар, Йәһүә барлыҡҡа килтергән бөтә нәмәләрҙе күҙәтеп, барыһы менән һоҡланасаҡ. Әммә иң мөһиме: ожмахта уларҙың Йәһүә менән дуҫлығы көндән-көн нығынасаҡ, һәм быны белеү уларға ҙур шатлыҡ килтерә!

19. Иҫкә алыу кисәһе һәр беребеҙгә ниндәй мөмкинлек бирә, һәм быйыл ул ҡасан үтәсәк?

19 Йәһүә үҙенең һәр хеҙмәтсеһенә матур киләсәккә өмөт бүләк иткән (Ирем. 29:11). Беҙ мәңге йәшәй алһын өсөн, Алла һәм Мәсих күпте эшләгән. Иҫкә алыу кисәһе бының өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерергә мөмкинлек бирә. Һис шикһеҙ, Иҫкә алыу кисәһе — ысын мәсихселәр өсөн иң мөһим осрашыу. 2021 йылда был осрашыу 27 мартта, шәмбе көнө, ҡояш байығандан һуң үтәсәк. Беҙҙең күбебеҙ Кисәне ҡаршылыҡһыҙ үткәрер, башҡалар уны эҙәрләүҙәргә ҡарамаҫтан үткәрер, ә кемдер быны хатта төрмәлә эшләр. Йәһүәнең, Ғайсаның, фәрештәләрҙең һәм терелгән майланғандарҙың иғтибары был ваҡиғаға йүнәлгән буласаҡ. Иҫкә алыу кисәһен үткәрергә беҙгә бер нәмә лә ҡамасауламаһын!

150-СЕ ЙЫР Ҡотолор өсөн, Хоҙайҙы эҙлә

^ 5 абз. 2021 йылдың 27 мартында Ғайса Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһе үтәсәк. Был көн беҙҙең өсөн бик мөһим. Кисәгә килеүселәрҙең күпселеге Ғайса «бүтән һарыҡтар» тип атаған төркөм һанына инә. 1935 йылда был төркөм тураһында ниндәй хәҡиҡәт асылған? Ҙур афәттән һуң бүтән һарыҡтарҙы ниндәй матур киләсәк көтә? Иҫкә алыу кисәһендә һәр беребеҙ Алланы һәм Мәсихте нисек данлай ала?

^ 2 абз. АҢЛАТМА. Бүтән һарыҡтар — Мәсих артынан барған һәм ерҙә йәшәргә өмөтләнгән кешеләр. Уларҙың ҡайһы берҙәре һуңғы көндәр дауамында Йәһүәгә ғибәҙәт ҡыла башлаған. Әммә бихисап күп халыҡ һанына бүтән һарыҡтарҙың барыһы ла кермәй. Был төркөм һанына ингәндәр Мәсих кешелекте хөкөм иткәндә иҫән ҡаласаҡ һәм Армагеддонды кисереп сығасаҡ.

^ 4 абз. АҢЛАТМА. Майланған мәсихселәрҙең ҡалған өлөшө әле ерҙә йәшәгән һәм Иҫкә алыу кисәһендә икмәк менән шараптан ауыҙ иткән майланғандарҙы үҙ эсенә ала.