Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

2-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

«Ғайсаның яратҡан шәкертенән» нимәгә өйрәнеп була?

«Ғайсаның яратҡан шәкертенән» нимәгә өйрәнеп була?

«Бер-беребеҙҙе яратайыҡ, сөнки мөхәббәт Алланан килә» (1 ЯХЪЯ 4:7).

105-СЕ ЙЫР «Алла — мөхәббәт ул»

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Йәһүәнең яратыуы һеҙҙә ниндәй хистәр тыуҙыра?

ИЛСЕ Яхъя: «Алла — мөхәббәт ул», — тип яҙған (1 Яхъя 4:8). Ябай ғына булып күренгән был һүҙҙәр беҙгә бер төп хәҡиҡәтте иҫебеҙгә төшөрә: Йәһүә — йәшәү сығанағы ғына түгел, ә шулай уҡ яратыу сығанағы. Йәһүә беҙҙе бик ярата! Уның яратыуы беҙгә шатлыҡ менән ҡәнәғәтлек килтерә һәм үҙебеҙҙе яҡлаулы итеп тойорға ярҙам итә.

2. Матфей 22:37—40 буйынса, беҙ ниндәй ике иң мөһим әмерҙе үтәргә тейеш, һәм ни өсөн икенсе әмер ҡайһы саҡ беҙгә ауыр бирелә?

2 Мәсихселәр өсөн яратыу күрһәтеү шәхси һорау түгел, был — талап. Алланың был талабы ике төп әмерҙән күренә. (Матфей 22:37—40-ты уҡығыҙ.) Йәһүәне яҡшы белгәс, беҙгә беренсе әмерҙе үтәүе ауыр түгел, сөнки Йәһүә камил. Ул беҙгә ҡарата ҡайғыртыусан һәм наҙлы. Ә бына икенсе әмергә ҡайһы саҡ буйһоноуы ауыр. Сөнки ҡәрҙәштәребеҙ — беҙҙең яҡындарыбыҙ камил түгел. Ҡайһы ваҡыт улар үҙҙәрен туң тота йә һүҙҙәре һәм эштәре менән беҙҙе рәнйетә. Йәһүә беҙҙең шундай ауырлыҡ менән осрашасағыбыҙҙы белгән. Шуға күрә үҙенең ҡайһы бер хеҙмәтселәрен, мәҫәлән, илсе Яхъяны яратыу хаҡында яҙырға дәртләндергән. Шул хеҙмәтселәрҙең хаттарынан беҙ ни өсөн бер-беребеҙҙе яратыу мөһим икәнен һәм быны нисек эшләп булғанын белә алабыҙ (1 Яхъя 3:11, 12).

3. Яхъя мөхәббәт тураһында нимә яҙған?

3 Яхъя мәсихселәр өсөн яратыу ни тиклем мөһим икәне тураһында күп яҙған. Башҡа өс «Һөйөнөслө Хәбәр» китаптарын бергә алғанда ла, Яхъя китабында «мөхәббәт» һәм «яратыу» тигән һүҙҙәр күпкә йышыраҡ ҡулланыла. Яхъя үҙенең «Һөйөнөслө Хәбәр» китабын һәм өс хатын яҙғанда, уға яҡынса 100 йәш булған. Ул яҙған китаптарҙан күренеүенсә, яратыу мәсихсенең бөтә эштәрендә сағылырға тейеш (1 Яхъя 4:10, 11). Әммә Яхъяның үҙенә быны аңлар өсөн ваҡыт кәрәк булған.

4. Яхъя һәр осраҡта ла яратыу сағылдырғанмы?

4 Йәш сағында Яхъя ҡайһы саҡ яратыу сағылдырмаған. Бер ваҡыт Ғайса һәм уның шәкерттәре, Иерусалимға барғанда, Самария аша үткән. Самарияның бер ауылында йәшәгән кешеләр уларға ҡунаҡсыллыҡ күрһәтмәгән. Был хәлдә Яхъя үҙен нисек тотҡан? Ул Ғайсаға былай тигән: «Хужабыҙ! Күктән ут төшөп, уларҙы юҡҡа сығарһын, тип бойороуыбыҙҙы теләйһеңме?» (Лука 9:52—56). Ә икенсе осраҡта Яхъя башҡа илселәргә яратыу сағылдырмаған. Күрәһең, Яхъя менән Яҡуб, үҙ әсәләрен Ғайса янына ебәреп, уның аша Батшалыҡта юғары урындар һораған. Башҡа илселәр, Яхъя менән Яҡубтың был үтенесе тураһында белгәс, бик асыуланған (Матф. 20:20, 21, 24). Шулай ҙа Яхъяның бөтә етешһеҙлектәренә ҡарамаҫтан, Ғайса уны бик яратҡан (Яхъя 21:7).

5. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

5 Был мәҡәләлә беҙ Яхъяның миҫалын һәм уның яратыу тураһында яҙған ҡайһы бер фекерҙәрен ҡарап сығырбыҙ. Был беҙгә ҡәрҙәштәргә ҡарата нисек яратыу сағылдырып булғанын аңларға ярҙам итер. Беҙ шулай уҡ ғаилә башлыҡтарының үҙ ғаиләләренә ҡарата нисек яратыу күрһәтә алғанын белербеҙ.

ЯРАТЫУ ЭШТӘРҘӘН КҮРЕНӘ

Йәһүә беҙҙе ярата. Ул быны Улын беҙҙең хаҡҡа үлергә ебәреп күрһәткән (6, 7-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

6. Йәһүә беҙгә үҙенең яратыуын нисек күрһәткән?

6 Беҙ йыш ҡына, яратыу — ул игелекле һүҙҙәрҙә сағылған йылы хис, тип уйлайбыҙ. Әммә ысын яратыу эштәрҙән дә күренә. (Яҡуб 2:17, 26 менән сағыштырығыҙ.) Мәҫәлән, Йәһүә беҙҙе ярата (1 Яхъя 4:19). Һәм ул беҙгә үҙенең яратыуын Изге Яҙмала яҙылған матур һүҙҙәр аша белдерә (Зәб. 25:10; Рим. 8:38, 39). Әммә Алланың һүҙҙәре генә түгел, ә уның эштәре лә беҙҙе уның яратыуына ышандыра. Яхъя былай тип яҙған: «Алла беҙгә мөхәббәтен бына нисек күрһәтте: Ул Үҙенең берҙән-бер Улын, Уның аша беҙгә тормош булһын өсөн, донъяға ебәрҙе» (1 Яхъя 4:9). Йәһүә үҙенең яратҡан Улын беҙҙең хаҡҡа ғазап сигергә һәм үлергә ебәргән (Яхъя 3:16). Шулай булғас, Йәһүәнең беҙҙе яратыуына ниндәй ҙә булһа шиктәр була аламы ни?

7. Ғайса беҙгә үҙенең яратыуын нисек күрһәткән?

7 Ғайса үҙенең шәкерттәрен яратыуына ышандырған (Яхъя 13:1; 15:15). Ғайсаның көслө яратыуы уның һүҙҙәренән генә түгел, ә шулай уҡ эштәренән дә күренгән. Ул былай тигән: «Дуҫтары өсөн үҙенең йәнен фиҙа ҡылған кешенең яратыуынан да бөйөк яратыу юҡ» (Яхъя 15:13). Эйе, Йәһүә һәм Ғайса беҙҙең өсөн күп яҡшы эштәр башҡарған. Был беҙгә нисек тәьҫир итергә тейеш?

8. 1 Яхъя 3:18 буйынса, беҙ нимә эшләргә тейеш?

8 Беҙ Йәһүәне һәм Ғайсаны яратыуыбыҙҙы уларға буйһоноуыбыҙ менән күрһәтәбеҙ (Яхъя 14:15; 1 Яхъя 5:3). Ә Ғайса беҙгә бер-беребеҙҙе яратырға ҡушҡан (Яхъя 13:34, 35). Беҙ ҡәрҙәштәргә ҡарата яратыуыбыҙҙы һүҙҙәр менән генә түгел, ә эштәр менән дә күрһәтергә тейеш. (1 Яхъя 3:18-ҙе уҡығыҙ.) Быны нисек эшләп була?

ҠӘРҘӘШТӘРҘЕ ЯРАТЫҒЫҘ

9. Яратыу Яхъяны нимәгә дәртләндергән?

9 Яхъя, үҙенең атаһы менән ҡалып, ғаилә эшен — балыҡ тотоу эшен дауам итеп аҡса эшләй алыр ине. Әммә бының урынына, ул тиҫтәләгән йылдар буйы башҡаларға Йәһүә һәм Ғайса тураһында белергә ярҙам иткән. Ул һайлаған тормош юлын еңел тип әйтеп булмай. Ул эҙәрләүҙәргә дусар булған һәм беренсе быуаттың аҙаҡтарында оло йәшендә һөргөнгә ебәрелгән (Ғәм. 3:1; 4:1—3; 5:18; Асыл. 1:9). Әммә Ғайса Мәсих тураһында вәғәзләгәне өсөн төрмәлә ултырғанда ла, Яхъя башҡалар тураһында уйлаған. Мәҫәлән, Патмос утрауында һөргөндә булғанда, ул Асылыш китабын яҙған һәм уны ҡәрҙәштәргә «ниҙәр булырға тейешлеген» белдерер өсөн ебәргән (Асыл. 1:1). Ә Ғайсаның тормошо һәм хеҙмәте тураһында «Һөйөнөслө Хәбәр» китабын ул, күрәһең, һөргөндән ҡайтҡас яҙған. Яхъя шулай уҡ ҡәрҙәштәрҙе нығытыр һәм рухландырыр өсөн өс хат яҙған. Уның фиҙаҡәр тормошо беҙҙе нимәгә өйрәтә?

10. Беҙ кешеләрҙе яратыуыбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ?

10 Беҙҙең кешеләргә ҡарата яратыуыбыҙ тормошобоҙҙо нимәгә бағышлауыбыҙҙан күренә. Шайтан донъяһы беҙҙе, бөтә ваҡытыбыҙҙы һәм көсөбөҙҙө үҙебеҙгә сарыф итеп, күберәк аҡса эшләргә йә күренекле булып китергә дәртләндерә. Әммә бөтә донъя буйынса Батшалыҡтың фиҙаҡәр вәғәзселәре ваҡыттарын йәлләмәйенсә һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләй һәм кешеләргә Йәһүәгә яҡынлашырға ярҙам итә. Уларҙың ҡайһы берҙәре хатта тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнаша.

Беҙ үҙ ғаиләбеҙгә һәм ҡәрҙәштәргә ҡарата яратыуыбыҙҙы эштәр менән күрһәтәбеҙ (11, 17-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

11. Күп мәсихселәр Йәһүәгә һәм ҡәрҙәштәргә ҡарата нисек яратыу күрһәтә?

11 Күп тоғро мәсихселәргә үҙҙәрен һәм ғаиләләрен тәьмин итер өсөн көнө буйы эшләргә тура килә. Улар Йәһүәнең ойошмаһына булышлыҡ итер өсөн бар көсөн һала. Мәҫәлән, ҡайһы бер ҡәрҙәштәр тәбиғәт афәттәренән зыян күргәндәргә ярҙам итә, ә кемдер төҙөлөш проекттарында ҡатнаша. Улар быны Алланы һәм яҡындарын яратҡанға эшләй. Бынан тыш, һәр мәсихсенең бөтә донъя буйынса алып барылған вәғәз эшенә матди булышлыҡ күрһәтергә мөмкинлеге бар. Шулай уҡ, ҡайһы саҡ арыған булһаҡ та, беҙ аҙна һайын йыйылыштарға килеп һәм уларҙа ҡатнашып ҡәрҙәштәргә яратыу сағылдырабыҙ. Һәм осрашыуҙа фекер алышыу ваҡытында, оялһаҡ та, комментарий бирергә тырышабыҙ. Үҙебеҙҙең ауырлыҡтарыбыҙ булһа ла, беҙ осрашыу алдынан һәм унан һуң башҡаларҙы рухландырабыҙ (Евр. 10:24, 25). Беҙ ҡәрҙәштәргә тырышлыҡтары өсөн бик рәхмәтлебеҙ!

12. Яхъяның ҡәрҙәштәргә ҡарата яратыуы тағы нимәлә сағылған?

12 Яхъяның ҡәрҙәштәргә ҡарата яратыуы уның маҡтау һүҙҙәрендә генә түгел, ә шулай уҡ уларға кәңәш биреүендә лә сағылған. Мәҫәлән, үҙенең хатында Яхъя ҡәрҙәштәрен яҡшы эштәре һәм иман күрһәткәндәре өсөн маҡтаған, әммә ул шулай уҡ уларға гонаһҡа дөрөҫ ҡарарға кәрәклеге тураһында ла яҙған (1 Яхъя 1:8—2:1, 13, 14). Шуның шикелле, беҙ ҙә ҡәрҙәштәрҙе маҡтарға тейеш. Әммә әгәр берәйһе насар рух йә дөрөҫ булмаған ғәҙәт үҫтерһә, беҙгә уға ипле генә итеп кәңәш бирергә кәрәк. Шулай эшләп, беҙ уға яратыу күрһәтербеҙ. Дуҫҡа кәңәш бирер өсөн ҡыйыулыҡ кәрәк, әммә, Изге Яҙмала әйтелгәнсә, ысын дуҫтар бер-береһен ҡайрай, йәғни төҙәтә (Ғиб. һүҙ. 27:17).

13. Беҙ нимә эшләргә тейеш түгел?

13 Ҡайһы саҡ ҡәрҙәштәрҙе яратыуыбыҙ нимәнелер эшләмәүебеҙҙән күренә. Мәҫәлән, беҙ уларҙың һүҙҙәренә үпкәләп бармайбыҙ. Ғайсаның ерҙәге хеҙмәте ваҡытында булған бер осраҡты иҫкә төшөрәйек. Ул үҙ шәкерттәренә былай тигән: «Әҙәм Улының тәнен ашамаһағыҙ һәм Уның ҡанын эсмәһәгеҙ, һеҙҙә йәшәү булмаясаҡ» (Яхъя 6:53—57). Был һүҙҙәр күп шәкерттәрҙе шаҡ ҡатырған, һәм улар Ғайса Мәсихте ҡалдырып киткән. Әммә Ғайсаның тоғро дуҫтары, шул иҫәптән Яхъя ла уның менән ҡалған. Улар ҙа Ғайсаны аңламаған һәм, күрәһең, уның һүҙҙәре уларға сәйер булып күренгән. Шулай ҙа улар, Ғайса яңылыша һәм беҙҙе рәнйетергә теләй, тигән һығымта яһамаған. Киреһенсә, улар уға ышанған, сөнки уның хәҡиҡәткә өйрәткәнен белгән (Яхъя 6:60, 66—69). Әгәр дуҫыбыҙ беҙгә ауыр һүҙ әйтһә, үпкәләү урынына уға барыһын да аңлатырға мөмкинлек бирәйек (Ғиб. һүҙ. 18:13; Вәғ. 7:9).

14. Ни өсөн ҡәрҙәштәрҙе нәфрәт итергә ярамай?

14 Яхъя шулай уҡ, ҡәрҙәштәрҙе нәфрәт итергә ярамай, тип яҙған. Был кәңәшкә ҡолаҡ һалмаһаҡ, Шайтандың йоғонтоһо аҫтына эләгеүебеҙ ихтимал (1 Яхъя 2:11; 3:15). Беренсе быуаттың аҙағында ҡайһы бер мәсихселәр менән тап шулай булған да. Шайтан, бөтә көсөн һалып, Алла халҡында нәфрәт һәм бүленештәр тыуҙырырға тырышҡан. Яхъя үҙенең хатын яҙған ваҡытҡа Шайтанға хас рух сағылдырған кешеләр мәсихселәр йыйылышына үтеп ингән. Мәҫәлән, Диотреф бер йыйылышта бүленештәр тыуҙырған. Диотреф етәксе кәңәшмә ебәргән ағай-ҡәрҙәштәргә ҡарата ихтирамһыҙ булған. Ул хатта үҙенә оҡшамаған кешеләргә ҡунаҡсыллыҡ күрһәткәндәрҙе йыйылыштан ҡыуырға тырышҡан (3 Яхъя 9, 10). Ниндәй оятһыҙлыҡ! Шайтан һаман да Алла халҡын бүлер өсөн күп көс һала. Әйҙәгеҙ, нәфрәт хисенә арабыҙға үтеп инергә бирмәйек!

ҒАИЛӘГЕҘҘЕ ЯРАТЫҒЫҘ

Ғайса Яхъянан үҙ әсәһенең физик һәм рухи ихтыяждарын ҡайғыртыуын һораған. Ағай-ҡәрҙәштәр ҙә үҙ ғаиләһенең ихтыяждарын хәстәрләргә тейеш (15, 16-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

15. Ғаилә башлыҡтары нимәне иҫтә тоторға тейеш?

15 Ғаилә башлығы үҙ ғаиләһен яратҡанын нисек күрһәтә ала? Әлбиттә, уға уларҙың матди ихтыяждары хаҡында ҡайғыртырға кәрәк (1 Тим. 5:8). Әммә ул шуны иҫтә тоторға тейеш: аҡса һәм әйберҙәр ғаиләнең рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерә алмай (Матф. 5:3). Әйҙәгеҙ, Ғайса Мәсихтең ғаилә башлыҡтарына ниндәй үрнәк ҡалдырғанын ҡарап сығайыҡ. Яхъя яҙған «Һөйөнөслө Хәбәр» китабынан күренеүенсә, Ғайса яфаланыу бағанаһында булғанда ла үҙенең ғаиләһе тураһында уйлаған. Шул ваҡытта Яхъя Ғайсаның әсәһе Мәрйәм менән бергә торған. Үлем алдынан кисергән ғазаптарға ҡарамаҫтан, Ғайса Яхъянан Мәрйәм тураһында ҡайғыртыуын һораған (Яхъя 19:26, 27). Әлбиттә, Ғайсаның ҡустылары һәм һеңлеләре әсәләрен ҡалдырмаҫ ине. Әммә ул ваҡытта улар, күрәһең, әле Ғайсаның шәкерттәре булмаған. Шуға күрә Ғайса Мәрйәм янында уның физик ихтыяждарын ғына түгел, ә рухи ихтыяждарын да хәстәрләй алған кеше булыуын теләгән.

16. Яхъяның ниндәй вазифалары булған?

16 Яхъяның елкәһендә ҙур яуаплылыҡ ятҡан. Илселәрҙең береһе булараҡ, ул вәғәз эше менән етәкселек иткән. Бынан тыш, ул, күрәһең, никахта булған. Шунлыҡтан уға ғаиләһенең матди ихтыяждарын да, рухи ихтыяждарын да ҡәнәғәтләндерергә кәрәк булған (1 Кор. 9:5). Ғаилә башлыҡтары бынан нимәгә өйрәнә ала?

17. Ғаилә башлығы үҙ ғаиләһен яратҡанын нисек күрһәтә ала?

17 Ғаиләле ағай-ҡәрҙәштең күп вазифалары булырға мөмкин. Мәҫәлән, ул донъяуи эшендә тырыш булырға һәм тәртибе менән Йәһүәне данларға тейеш (Ефес. 6:5, 6; Тит. 2:9, 10). Бынан тыш, уның йыйылышта ҡәрҙәштәрҙе рухландырыу һәм вәғәз эшендә етәкселек алыу кеүек вазифалары булырға мөмкин. Әммә шул уҡ ваҡытта уға үҙенең ҡатыны һәм балалары менән Изге Яҙманы даими өйрәнеү бик мөһим. Улар уға үҙҙәренең физик, эмоциональ һәм рухи һаулыҡтарын ҡайғыртҡаны өсөн бик рәхмәтле булыр (Ефес. 5:28, 29; 6:4).

«МИНЕҢ МӨХӘББӘТЕМДӘ ЙӘШӘГЕҘ»

18. Яхъя нимәгә шикләнмәгән?

18 Яхъяның оҙон ғүмере төрлө ваҡиғаларға бай булған. Ул иманын ҡаҡшата алған күп ауырлыҡтар менән осрашҡан. Әммә ул Ғайсаның әмерҙәрен үтәр өсөн, шул иҫәптән ҡәрҙәштәрен яратыр өсөн бар көсөн һалған. Шуға күрә Яхъя Йәһүә менән Ғайса Мәсихтең яратыуына шикләнмәгән. Ул шуны белгән: Йәһүә менән Ғайса уға бөтә һынауҙарҙы йырып сығыр өсөн көс бирәсәк (Яхъя 14:15—17; 15:9, 10; 1 Яхъя 4:16). Шайтан да, уның донъяһы ла Яхъяның ҡәрҙәштәргә ҡарата яратыуын һүрелдермәгән һәм уны үҙ яратыуын эштәре һәм һүҙҙәре менән белдереүҙән туҡтатмаған.

19. 1 Яхъя 4:7-ләге һүҙҙәр беҙҙе нимәгә дәртләндерә, һәм ни өсөн был кәңәш буйынса эш итеү мөһим?

19 Яхъя һымаҡ, беҙ ҙә яуыз һәм нәфрәтле Шайтандың донъяһында йәшәйбеҙ (1 Яхъя 3:1, 10). Шайтан Иблис беҙҙең ҡәрҙәштәргә ҡарата яратыуыбыҙҙың һүрелеүен теләй, әммә әгәр беҙ уға рөхсәт итмәһәк, уның бер нәмә лә килеп сыҡмаҫ. Әйҙәгеҙ, ҡәрҙәштәребеҙҙе яратайыҡ һәм яратыуыбыҙҙы һүҙҙәрҙә лә, эштәрҙә лә сағылдырайыҡ. Шул саҡта беҙ үҙебеҙҙе Йәһүә ғаиләһенең өлөшө итеп тойорбоҙ, һәм тормошобоҙ шатлыҡ менән тулы булыр. (1 Яхъя 4:7-не уҡығыҙ.)

88-СЕ ЙЫР Миңә үҙ юлдарыңды күрһәт

^ 5 абз. Изге Яҙмала «Ғайсаның яратҡан шәкерте» телгә алына (Яхъя 21:7). Был, күрәһең, илсе Яхъя булған. Моғайын, йәш сағында ла Яхъяның күп матур сифаттары булғандыр. Йылдар үтеү менән Йәһүә уны «Һөйөнөслө Хәбәр» китабын һәм бер нисә хат яҙырға дәртләндергән. Был хаттарҙа Яхъя яратыу хаҡында күп яҙған. Был мәҡәләлә беҙ шул хаттарҙың бер нисә өҙөгөн ҡарап сығырбыҙ һәм Яхъянан нимәгә өйрәнә алғаныбыҙҙы күрербеҙ.

^ 59 абз. РӘСЕМДӘ: ғаилә башлығы тәбиғәт афәтенән зыян күргән кешеләргә ярҙам итә, бөтә донъя эшмәкәрлегебеҙ өсөн иғәнә яһай һәм башҡа ҡәрҙәштәрҙе ғаилә өйрәнеүенә саҡыра.