Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

4-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Бер-берегеҙгә йылы хистәр үҫтерегеҙ

Бер-берегеҙгә йылы хистәр үҫтерегеҙ

«Бер-берегеҙҙе туғандарса эскерһеҙ яратығыҙ» (РИМ. 12:10).

109-СЫ ЙЫР Бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Ғаиләләрҙә яратыу һүрелә барғаны нимәнән күренә?

ИЗГЕ ЯҘМАЛА, һуңғы көндәрҙә кешеләр яҡындарын яратмаҫ, тип пәйғәмбәрлек ителгән (2 Тим. 3:1, 3). Был һүҙҙәрҙең үтәлеүен беҙ үҙ күҙҙәребеҙ менән күрәбеҙ. Мәҫәлән, миллионлаған парҙар айырылыша, ир менән ҡатын дошмандар булып ҡала, ә балалар үҙҙәрен бәхетһеҙ итеп тоя. Хатта бер өйҙә йәшәгән ғаилә ағзалары ла бер-береһенә ят булып китергә мөмкин. Бер ғаилә консультанты былай ти: «Ата-әсәләр һәм балалар, бер-береһенән ситләшеп, компьютерҙарға, планшеттарға, смартфондарға һәм видеоуйындарға текәлеп ултыра. Бер өйҙә йәшәһәләр ҙә, улар бер-береһен белмәй тиерлек».

2, 3. а) Римдарға 12:10 буйынса, беҙ кемгә ҡарата наҙлы хистәр сағылдырырға тейеш? б) Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

2 Беҙ, был донъялағы күп кешеләр кеүек, битараф һәм туң булып китергә теләмәйбеҙ (Рим. 12:2). Киреһенсә, беҙгә үҙ ғаиләбеҙгә генә түгел, ә шулай уҡ имандаштарыбыҙға ҡарата ла наҙлы хистәр үҫтерергә кәрәк. (Римдарға 12:10-ды уҡығыҙ.) «Эскерһеҙ яратыу» тигән һүҙбәйләнеш яҡын туғандар араһында булған йылы дуҫлыҡты тасуирлай. Беҙ рухи ғаиләбеҙгә, йәғни ҡәрҙәштәргә ҡарата тап шундай яратыу үҫтерергә тейеш тә. Наҙлы хистәр сағылдырып, беҙ арабыҙҙа берҙәмлек һаҡларға ярҙам итәбеҙ, ә берҙәмлек хаҡ ғибәҙәттең мөһим өлөшө булып тора (Миҡ. 2:12).

3 Әммә ундай йылы хистәрҙе нисек үҫтереп һәм сағылдырып була? Әйҙәгеҙ, Изге Яҙманан бер нисә миҫал ҡарап сығайыҡ.

ЙӘҺҮӘ БИК НАҘЛЫ

4. Зәбур 103:8, 11-ҙәге һүҙҙәр беҙгә нисек Алла яратыуының тәрәнлеген аңларға ярҙам итә?

4 Изге Яҙманан беҙ Йәһүәнең иҫ киткес сифаттары тураһында беләбеҙ. Мәҫәлән, унда «Алла — мөхәббәт ул» тиелә (1 Яхъя 4:8). Быны ғына белеү ҙә беҙҙе Йәһүә менән дуҫлашырға дәртләндерә. Бынан тыш, Изге Яҙмала, Йәһүә «тоғро мөхәббәткә бай», тип әйтелә. (Зәбур 103:8, 11-ҙе * уҡығыҙ.) Был һүҙҙәр уның беҙгә ниндәй йылы хистәр тойғанын күрһәтә!

5. Йәһүә нисек шәфҡәтлек сағылдыра, һәм беҙ унан нисек үрнәк ала алабыҙ?

5 Иғтибар итегеҙ, Зәбур 103:8, 11-ҙә, Йәһүәнең яратыуҙан тыш, шулай уҡ уның шәфҡәтлеге телгә алына (Сығ. 34:6). Мәҫәлән, Йәһүә беҙҙең хаталарыбыҙҙы кисереп шәфҡәтлек күрһәтә (Зәб. 51:1). Әммә, Изге Яҙманан күренеүенсә, шәфҡәтлек ғәфү итеүҙән тыш үҙ эсенә күберәкте ала. Был көслө тәрән хис бәләгә эләккән кешегә ярҙам ҡулы һуҙырға дәртләндерә. Йәһүә әйтеүенсә, уның беҙгә ярҙам итергә ҙур теләге хатта әсәнең үҙ балаһына ҡарата хистәренән дә көслөрәк (Ишағ. 49:15). Беҙ ауырлыҡтар менән осрашҡанда, шәфҡәтлек Йәһүәне беҙгә ярҙам итергә дәртләндерә (Зәб. 37:39; 1 Кор. 10:13). Ә беҙгә шәфҡәтлек ҡәрҙәштәрҙе ғәфү итергә һәм уларға асыу тотмаҫҡа ярҙам итә (Ефес. 4:32). Әммә шәфҡәтлек сағылдырыр өсөн төп ысул — ауырлыҡтар менән осрашҡан ҡәрҙәштәргә ярҙам ҡулы һуҙыу. Башҡаларға ҡарата шәфҡәтле булып, беҙ Йәһүәнән үрнәк алабыҙ, сөнки ул — яратыу менән шәфҡәтлектең өлгөһө (Ефес. 5:1).

ЙОНАФАН ҺӘМ УНЫҢ «ЙӘН ДУҪЫ» ДАУЫТ

6. Йонафан менән Дауыттың дуҫлығы ниндәй булған?

6 Изге Яҙманан күренеүенсә, камил булмаған кешеләр ныҡлы дуҫлыҡ үҫтерә ала. Әйҙәгеҙ, Йонафан менән Дауыттың миҫалын ҡарап сығайыҡ. Изге Яҙмала былай тиелгән: «Йонафан Дауыттың йән дуҫы булып китте һәм уны үҙ йәнен яратҡандай ярата башланы» (1 Сам. 18:1). Дауыт Шаул урынына батша итеп майланған булған. Күпмелер ваҡыт үткәс, Шаул уны нәфрәт итә башлаған һәм хатта үлтерергә тырышҡан. Әммә Шаулдың улы Йонафан Дауытҡа башҡаса ҡараған. Йонафан менән Дауыт бер-береһенә мәңге дуҫ булырға ант биргән (1 Сам. 20:42).

Йонафан менән Дауыт, төрлө йәштә булһалар ҙа, бер-береһен туғандарса яратҡан (6—9-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

7. Йонафан менән Дауытҡа дуҫлашырға нимә ҡамасаулай алған?

7 Йонафан менән Дауытҡа дуҫлашырға ҡамасаулай алған ҡайһы бер нәмәләргә иғтибар итһәк, уларҙың дуҫлығы беҙҙе тағы ла нығыраҡ һоҡландырыр. Мәҫәлән, Йонафан Дауыттан яҡынса 30 йәшкә олораҡ булған. Шуға ҡарамаҫтан, Йонафан тәжрибәһе әҙерәк булған йәш Дауыт менән уртаҡ яҡтары юҡ тип уйламаған. Киреһенсә, ул уны бик хөрмәт иткән.

8. Һеҙҙеңсә, ни өсөн Йонафан Дауытҡа яҡшы дуҫ булған?

8 Йонафан Дауыттан көнләшә алыр ине, сөнки ул, Шаул батшаның улы булараҡ, киләһе батша булып китергә тейеш булған (1 Сам. 20:31). Әммә Йонафан баҫалҡы һәм Йәһүәгә тоғро кеше булған. Шуға күрә ул Йәһүәнең Дауытты батша итергә ҡарары менән тулыһынса риза булған. Дауыт менән дуҫлығы атаһының асыуын сығарһа ла, Йонафан Дауытҡа тоғро булып ҡалған (1 Сам. 20:32—34).

9. Йонафан Дауытты ярышташ тип һанағанмы? Аңлатығыҙ.

9 Йонафан Дауытты бик яратҡан, шуға күрә уны ярышташ тип һанамаған. Йонафан оҫта йәйәсе һәм батыр һуғышсы булған. Ул һәм уның атаһы Шаул тураһында кешеләр: «Бөркөттән дә тиҙерәк, арыҫландан да көслөрәк ине улар», — тип әйткән (2 Сам. 1:22, 23). Шуға күрә Йонафан батырлығы менән маҡтана алыр ине, әммә ул Дауыттан көнләшмәгән һәм унан яҡшыраҡ булып китергә тырышмаған. Киреһенсә, ул Дауыттың ҡыйыулығы һәм көслө иманы менән һоҡланған. Шуныһы ҡыҙыҡ: Дауыттың Ғәлиәфте еңгәнен күргәс, Йонафан уны үҙен яратҡандай ярата башлаған. Ә беҙ нисек ҡәрҙәштәргә ҡарата шундай йылы хистәр сағылдыра алабыҙ?

НАҘЛЫ ХИСТӘРҘЕ НИСЕК САҒЫЛДЫРЫП БУЛА?

10. «Бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ» тигән һүҙҙәр нимәне аңлата?

10 Изге Яҙма беҙҙе: «Бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ!» — тип дәртләндерә (1 Пет. 1:22). Йәһүә беҙгә был йәһәттән үрнәк күрһәтә. Ул үҙенең тоғро хеҙмәтселәрен шул тиклем ярата, хатта уның яратыуы бер ваҡытта ла һүрелмәйәсәк (Рим. 8:38, 39). «Ысын күңелдән» тип тәржемә ителгән грек һүҙе «нимәнелер тартып сығарыу» йә «күп тырышлыҡ һалыу» тигәнде аңлата. Эйе, ҡайһы ваҡыт беҙгә ҡәрҙәштәргә наҙлы хистәр сағылдырыр өсөн көс һалырға тура килә. Берәйһе беҙҙе күңелһеҙләндергәндә, беҙгә: «Бер-берегеҙҙе мөхәббәт менән кисерегеҙ. Рух биргән берҙәмлекте именлек бәйләнештәре менән нығытып һаҡларға тырышығыҙ», — тигән кәңәш буйынса эш итергә кәрәк (Ефес. 4:1—3). Берҙәмлек һаҡларға теләһәк, беҙ ҡәрҙәштәрҙең етешһеҙлектәренә һәм хаталарына иғтибар итмәҫбеҙ, ә уларға Йәһүә кеүек ҡарарға тырышырбыҙ (1 Сам. 16:7; Зәб. 130:3).

Павел Еводия менән Синтихияға татыу йәшәргә кәңәш иткән. Ҡайһы саҡта ҡәрҙәштәр менән яҡшы мөнәсәбәттәр һаҡлауы еңел түгел (11-се абзацты ҡарағыҙ.)

11. Ни өсөн ҡайһы саҡта ҡәрҙәштәргә наҙлы хистәр сағылдырыуы ауыр?

11 Ҡайһы саҡта, бигерәк тә ҡәрҙәштәрҙең етешһеҙлектәре сағылған осраҡтарҙа, уларға наҙлы хистәр күрһәтеүе еңел түгел. Беренсе быуатта йәшәгән ҡайһы бер мәсихселәр менән дә шулай булған. Күрәһең, Еводия менән Синтихия илсе Павел менән шатланып хеҙмәттәшлек иткән. Әммә ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында был ике апай-ҡәрҙәш бер-береһе менән һыйыша алмаған. Шуға күрә Павел уларҙы бер фекерҙә булырға өндәгән (Флп. 4:2, 3).

Йәш һәм оло өлкәндәр дуҫтар булып китә ала (12-се абзацты ҡарағыҙ.)

12. Ҡәрҙәштәргә ҡарата йылы хистәр үҫтерергә беҙгә нимә ярҙам итер?

12 Ҡәрҙәштәрҙе туғандарса яратырға беҙгә нимә ярҙам итер? Уларҙы яҡшыраҡ аңлар өсөн һәм уларға ҡарата йылы хистәр үҫтерер өсөн, беҙгә уларҙы яҡшыраҡ белергә кәрәк. Йәш айырмаһы йә сығышыбыҙ быға ҡамасауларға тейеш түгел. Йонафан да бит Дауыттан 30 йәшкә олораҡ булған. Шулай ҙа улар яҡын дуҫтар булып киткән. Ә һеҙ йыйылышта үҙегеҙҙән олораҡ йә йәшерәк булған берәй ҡәрҙәш менән дуҫлаша алаһығыҙмы? Шулай эшләп, һеҙ «имандаштарығыҙҙы яратығыҙ» тигән кәңәш буйынса эш итерһегеҙ (1 Пет. 2:17).

(12-се абзацты ҡарағыҙ.) *

13. Ни өсөн йыйылыштағы бөтә ҡәрҙәштәр ҙә яҡын дуҫтарыбыҙ була алмай?

13 Ҡәрҙәштәргә ҡарата наҙлы хистәр тойоу йыйылыштағы һәр кеше менән яҡын дуҫ булыуҙы аңлатмай. Был мөмкин түгел дә. Бер үк нәмәләр менән ҡыҙыҡһынғанға, беҙ ниндәйҙер ҡәрҙәштәр менән теләберәк аралашабыҙ, һәм бының бер ниндәй ҙә насарлығы юҡ. Ғайса үҙенең бөтә илселәрен дә «дуҫтарым» тип атаған, әммә Яхъяны айырыуса яҡын күргән (Яхъя 13:23; 15:15; 20:2). Шулай ҙа Ғайса башҡаларға ҡарағанда Яхъя менән яҡшыраҡ мөғәмәлә итмәгән. Мәҫәлән, бер туғандар Яхъя менән Яҡуб Алла Батшалығында юғары дәрәжә һорағас, Ғайса уларға былай тигән: «Уң яғыма йәки һул яғыма ултыртыу Минән тормай» (Марк 10:35—40). Ғайса кеүек, беҙ ҙә башҡаларға ҡарағанда дуҫтарыбыҙға айырыуса яҡшы мөғәмәлә күрһәтергә тейеш түгел (Яҡ. 2:3, 4). Шулай эшләһәк, беҙ йыйылыштың берҙәмлегенә ҙур зыян килтерер инек (Йәһ. 17—19).

14. Филиптарға 2:3 буйынса, ярышыу рухына бирелмәҫкә беҙгә нимә ярҙам итер?

14 Бер-беребеҙгә наҙлы хистәр сағылдырғанда, беҙ йыйылышты ярышыу рухынан һаҡлайбыҙ. Иҫкә төшөрәйек: Йонафан Дауыт менән ярышмаған һәм тәхет өсөн көрәшмәгән. Беҙ ҙә, унан үрнәк алып, ҡәрҙәштәрҙең һәләттәренән көнләшмәйбеҙ һәм улар менән ярышмайбыҙ. Киреһенсә, «күндәм булып, башҡаларҙы өҫтөн» күрергә теләйбеҙ. (Филиптарға 2:3-тө уҡығыҙ.) Шуны онотмайыҡ: һәр беребеҙ йыйылышта үҙ өлөшөн индерә. Баҫалҡылыҡ беҙгә ҡәрҙәштәрҙең яҡшы яҡтарын күрергә һәм уларҙан өйрәнергә ярҙам итер (1 Кор. 12:21—25).

15. Таня ҡәрҙәш менән булған осраҡтан нимәгә өйрәнеп була?

15 Беҙ көтөлмәгән һынауҙар менән осрашҡанда, Йәһүә беҙҙе ҡәрҙәштәрҙең туғандарса яратыуы һәм ғәмәли ярҙамы аша йыуата. Таня исемле апай-ҡәрҙәштең осрағын ҡарап сығайыҡ. 2019 йылда ул өс балаһы менән Ҡушма Штаттарҙа үткән «Мөхәббәт бер ваҡытта ла һүрелмәҫ!» тигән халыҡ-ара конгреста булған. Шәмбе көнө кис улар машинала ҡунаҡханаға ҡайтып барған. Таня былай тип һөйләй: «Ҡапыл бер машина, ҡаршыбыҙға сығып, беҙгә килеп бәрелде. Беребеҙ ҙә зыян күрмәне, әммә беҙ бик ҡурҡтыҡ. Машинанан сығып, юлда торғанда, кемдеңдер ҡул болғағанын күреп ҡалдыҡ. Үҙенең машинаһына саҡырып ултырған был кеше шул уҡ конгрестан ҡайтып барған ағай-ҡәрҙәш булған икән. Был ағай-ҡәрҙәштән башҡа, Швециянан булған тағы биш ҡәрҙәш беҙгә ярҙам итер өсөн туҡтаны. Апай-ҡәрҙәштәр мине һәм ҡыҙымды ҡосаҡлап алды, беҙ быға бик мохтаж инек. Мин ҡәрҙәштәргә, беҙҙең менән барыһы ла яҡшы булыр, тинем. Әммә улар бер үҙебеҙҙе ҡалдырырға теләмәне. Улар ашығыс медик ярҙам килгәс тә яныбыҙҙа булды. Шул ауыр ваҡытта беҙ Йәһүәнең яратыуын тойҙоҡ. Был осраҡ беҙҙең ҡәрҙәштәргә һәм Йәһүәгә ҡарата яратыуыбыҙҙы тағы ла нығыраҡ тәрәнәйтте». Ә һеҙ ауыр ваҡытта ҡәрҙәштәрҙең үҙегеҙгә эскерһеҙ ярҙам иткән саҡтарҙы иҫегеҙгә төшөрә алаһығыҙмы?

16. Ҡәрҙәштәргә туғандарса яратыу күрһәтер өсөн ниндәй сәбәптәр бар?

16 Бер-беребеҙҙе туғандарса яратыу һәм наҙлы хистәр сағылдырыу күп файҙа килтерә. Мәҫәлән, ҡәрҙәштәребеҙгә ауыр булғанда, беҙ уларҙы йыуатабыҙ. Шулай уҡ Алла халҡы араһында булған берҙәмлекте нығытабыҙ. Бынан тыш, кешеләр, беҙҙең ысын мәсихселәр икәнебеҙҙе күреп, хәҡиҡәткә килә. Әммә иң мөһиме, беҙ «һәр яҡлап йыуатыусы... һәм шәфҡәтлелек күрһәтеүсе» Аллабыҙ Йәһүәгә дан килтерәбеҙ (2 Кор. 1:3). Шуға күрә, әйҙәгеҙ, артабан да ҡәрҙәштәребеҙгә наҙлы хистәр үҫтерәйек һәм уларҙы туғандарса яратайыҡ!

130-СЫ ЙЫР Кисерергә әҙер булайыҡ

^ 5 абз. Ғайса Мәсих, шәкерттәремде араларындағы яратыу буйынса танырҙар, тип әйткән. Һәм беҙ бөтәбеҙ ҙә бер-беребеҙҙе яратырға тырышабыҙ. Арабыҙҙағы яратыуҙы нығытыр өсөн беҙгә ҡәрҙәштәргә ҡарата яҡын туғандар араһында була торған наҙлы хистәр үҫтерергә кәрәк. Был мәҡәлә беҙгә ҡәрҙәштәргә ҡарата шундай йылы хистәр үҫтерергә һәм был хистәрҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итер.

^ 4 абз. Зәбур 103:8, 11: «Йәһүә шәфҡәтле һәм ҡыҙғаныусан, ярһырға ашыҡмай һәм тоғро мөхәббәткә бай. Сөнки күктәр ерҙән ни тиклем бейек булһа, үҙен тәрән хөрмәт итеүселәргә уның тоғро мөхәббәте шул тиклем бөйөк».

^ 56 абз. РӘСЕМДӘ: өлкәндәр кәңәшмәһенең осрашыуында олораҡ өлкән йәшерәк өлкәнгә тәжрибә тупларға ярҙам итә. Ул уны ҡунаҡҡа саҡырған, һәм улар ҡатындары менән бергә шатланып аралаша.