БИОГРАФИЯ
Беҙ Йәһүәгә бер ваҡытта ла «юҡ» тип әйтмәҫкә өйрәндек
ТАЙФУНДАН һуң йылға батҡаҡ һәм таштар ағымына әйләнде. Беҙгә икенсе ярға барып етергә кәрәк ине, әммә шаулап аҡҡан һыуҙар күперҙе ағыҙып алып киткән ине. Мин, ирем Харви һәм ами телендә һөйләшкән тәржемәсебеҙ ҡурҡҡан инек һәм үҙебеҙҙе көсһөҙ итеп тойған инек. Шулай ҙа беҙ йылға аша үтергә булдыҡ. Икенсе ярҙа торған ҡәрҙәштәр борсолоп беҙҙе күҙәтте. Беҙ бәләкәй генә машинабыҙҙы унан саҡ ҡына ҙурыраҡ булған йөк машинаһының кузовына кереттек. Машинабыҙ кузовта бер ниндәй бау йә арҡан менән беркетелмәгән ине, һәм йөк машинаһы яйлап ҡына көслө ағым аша үтә башланы. Йылғаны үткәндә, беҙ бер туҡтамай Йәһүәнән ярҙам һораныҡ. Шул ваҡыт беҙгә мәңгелек булып күренде. Шулай ҙа беҙ иҫән-һау барып еттек. Был хәлдәр 1971 йылда булды. Ул ваҡытта беҙ тыуған яҡтарыбыҙҙан меңәрләгән саҡрым алыҫта, Тайвань иленең көнсығыш ярында хеҙмәт итә инек. Әйҙәгеҙ, мин һеҙгә Харви менән үткән тормош юлыбыҙҙы һөйләп бирәм.
ЙӘҺҮӘНЕ ЯРАТЫРҒА ӨЙРӘНӘБЕҘ
Харви дүрт малайҙың иң өлкәне булған. Уның ғаиләһе хәҡиҡәтте Мидленд-Джанкшен ҡалаһында (Көнбайыш Австралия) 1930-сы йылдарҙа көслө иҡтисади кризис ваҡытында белгән. Харви Йәһүәгә ҡарата яратыу үҫтергән һәм 14 йәшендә һыуға сумдырылған. Күп тә үтмәҫтән, ул ойошмала бирелгән вазифаларҙан баш тартмаҫҡа өйрәнгән. Бер тапҡыр уны «Күҙәтеү манараһы» өйрәнеүендә уҡырға һорағандар. Әммә ул, үҙ көсөнә ышанмағанға, ризалашмаған. Шул саҡта ағай-ҡәрҙәш уға былай тигән: «Йәһүәнең ойошмаһында һинә берәйһе ниндәйҙер йөкләмә бирә икән, тимәк, ул һинең быны эшләй аласағыңа шикләнмәй!» (2 Кор. 3:5).
Беҙ әсәйем һәм өлкән апайым менән хәҡиҡәтте Англияла белдек. Атайым беҙгә күп йылдар үткәс кенә ҡушылды, әммә тәүҙә ул беҙгә ҡаршы килә ине. Мин атайымдың ихтыярына ҡаршы туғыҙ йәшемдә һыуға сумдырылдым. Мин пионер булып хеҙмәт итергә, ә шунан миссионер хеҙмәтен башларға маҡсат ҡуйҙым. Әммә атайым, миңә 21 йәш тулмайынса, быны рөхсәт итмәҫ ине. Мин шул тиклем оҙаҡ көтөргә йыйынмай ине, шуға күрә, атайымдан рөхсәт алып, 16 ғына йәшемдә Австралияға күсеп
киттем. Миңә тиклем унда өлкән апайым күсенгән ине, һәм мин уның менән бергә йәшәй башланым. Ә 18 йәшемдә мин пионер булып киттем.Австралияла мин Харви менән таныштым. Ул да, минең һымаҡ, миссионер булып хеҙмәт итергә теләй ине. 1951 йылда беҙ өйләнештек. Ике йыл пионер булып хеҙмәт иткәндән һуң, беҙгә район хеҙмәтендә ҡатнашырға тәҡдим иттеләр. Районыбыҙ үҙ эсенә Көнбайыш Австралияның ҙур өлөшөн алғанға, беҙгә йыш ҡына эҫелә ҙур аралар үтергә тура килә ине.
ХЫЯЛЫБЫҘ ТОРМОШҠА АША
1954 йылда беҙҙе Гилеад мәктәбенең 25-се синыфына саҡырҙылар. Миссионер булырға хыялыбыҙ тормошҡа аша башланы! Нью-Йоркка килгәс, беҙ тырышып Изге Яҙманы өйрәнә башланыҡ. Гилеад мәктәбендә беҙ шулай уҡ испан телен өйрәнергә тейеш инек. Харвиға испан теле ауыр бирелә ине, сөнки ул һуҙып әйтелгән «р» хәрефен әйтә алмай ине.
Беҙ мәктәптә уҡығанда, уҡытыусыларыбыҙ, Японияла хеҙмәт итергә теләгәндәр япон теленең курстарына яҙыла ала, тип иғлан иттеләр. Беҙҙе ҡайҙа ебәрергә икәнен Йәһүәнең ойошмаһы үҙе ҡарар итһен тиеп, яҙылмаҫҡа булдыҡ. Гилеад мәктәбенең бер уҡытыусыһы, Альберт Шрёдер, беҙ яҙылмағанды белеп ҡалғас, былай тине: «Был хаҡта тағы бер аҙ уйлап алығыҙ». Әммә беҙ барыбер шикләнә инек. Шуға күрә ул: «Беҙ башҡа уҡытыусылар менән һеҙҙе яҙып ҡуйҙыҡ инде. Ҡарарбыҙ, бәлки, япон теле һеҙгә еңелерәк бирелер», — тине. Испан теленә ҡарағанда, япон теле Харви өсөн ысынлап та еңелерәк булды.
1955 йылда беҙ Японияға килгәндә, унда 500 генә вәғәзсе бар ине. Ул ваҡытта Харвиға — 26, ә миңә 24 йәш ине. Беҙҙе Кобе ҡалаһына билдәләнеләр, һәм беҙ унда дүрт йыл хеҙмәт иттек. Унан һуң беҙгә яңынан район хеҙмәтендә ҡатнашырға тәҡдим иттеләр, һәм беҙ быға бик шат булдыҡ. Беҙ Нагоя ҡалаһы янында хеҙмәт иттек. Унда беҙгә барыһы ла оҡшай ине: ҡәрҙәштәр, урындағы ашамлыҡтар һәм тәбиғәт. Әммә күп тә үтмәҫтән, беҙгә яңы йөкләмә бирҙеләр, һәм беҙ был осраҡта ла Йәһүәгә «юҡ» тип әйтмәнек.
ЯҢЫ БИЛДӘЛӘНЕҮ ҺӘМ ЯҢЫ АУЫРЛЫҠТАР
Беҙ район хеҙмәтендә өс йыл үткәргәндән һуң, Япон филиалы беҙҙән, Тайвань иленә күсенеп, унда йәшәгән ами халҡына вәғәзләүебеҙҙе һораны. Ами халҡынан ҡайһы бер ҡәрҙәштәр мөртәттәр булып киткән. Һәм Тайвандәге филиалға мөртәтлекте *. Беҙгә Японияла хеҙмәт итеү бик оҡшай ине, шуға күрә ундай ҡарар ҡабул итеүе бик ауыр булды. Әммә Харви бер ниндәй йөкләмәнән дә баш тартмаҫҡа кәрәклеген аңлай ине, шуға күрә беҙ ризалаштыҡ.
туҡтатыр өсөн япон телендә иркен һөйләшә алған ағай-ҡәрҙәш кәрәк инеБеҙ Тайвангә 1962 йылдың ноябрендә килгәндә, унда 2 271 вәғәзсе ине, һәм уларҙың күбеһе ами халҡынан ине. Иң тәүҙә беҙгә ҡытай телен өйрәнергә кәрәк булды. Әммә беҙҙең шул телде өйрәнер өсөн бер генә китап бар ине, һәм уҡытыусыбыҙ инглиз телендә һөйләшмәй ине. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ ҡытай телен өйрәнә алдыҡ.
Беҙ Тайвангә килгәндән һуң күп тә үтмәҫтән, Харви филиал хеҙмәтсеһе итеп билдәләнде. Филиал бәләкәй ине, шуға күрә Харви, офиста бөтә эштәрен бөтөрөп, ҡайһы саҡ айына өс аҙна ами халҡынан булған ҡәрҙәштәр менән хеҙмәт итеп өлгөрә ине. Ваҡыт-ваҡыт ул шулай уҡ өлкә күҙәтеүсеһе булып хеҙмәт итте һәм конгрестарҙа телмәр менән сығыштар яһаны. Харви телмәрҙәрҙе япон телендә һөйләһә лә, ҡәрҙәштәр уны аңлар ине. Әммә хөкүмәт дини осрашыуҙарҙы ҡытай телендә генә үткәрергә рөхсәт иткәнгә, Харви, ауыр булһа ла, телмәрҙәрҙе ҡытай телендә һөйләй ине, ә бер ҡәрҙәш уны ами теленә тәржемә итә ине.
Ул ваҡытта Тайвандә хәрби хәл ине. Шуға күрә ағай-ҡәрҙәштәргә конгрестар үткәрер өсөн рөхсәт алырға кәрәк була торғайны. Рөхсәт алыуы еңел түгел ине, һәм йыш ҡына полиция был эште һуҙа торғайны. Конгресс үткәрелгән аҙнаның башында рөхсәт бирелмәгән булһа, Харви, полиция участкаһына барып, рөхсәт биргәндәрен көтөп ултыра торғайны. Сит ил кешеһенең көтөп ултырыуы полицейскийҙарҙы уңайһыҙ хәлгә ҡуйғанға, Харвиҙың тактикаһы уңышлы булды.
ТАУҒА БЕРЕНСЕ МЕНЕҮЕМ
Ҡәрҙәштәр менән вәғәзләп үткәргән аҙналарҙа беҙгә тауҙарға менергә, йылғаларҙы кисеп сығырға тура килә ине һәм, ғәҙәттә, бер сәғәт йә күберәк ваҡыт йәйәү йөрөй торғайныҡ. Беренсе тапҡыр тауға менгән көнөм һаман иҫемдә. Иртән беҙ тиҙ генә ашап алдыҡ та алтынсы яртыла, автобусҡа ултырып, йыраҡ урынлашҡан ауылға юлландыҡ. Шунан беҙ киң йылғаны кисеп сыҡтыҡ та тауға менә башланыҡ. Ул тау шул тиклем текә ине, хатта алдан барған ағай-ҡәрҙәштең үксәһе күҙ алдымда ине.
Ул көндө иртүк, Харви урындағы ҡәрҙәштәр менән хеҙмәт иткәнсе, мин бер үҙем япондар ауылында вәғәзләнем. Төшкө сәғәт бергә мин бик хәлһеҙләндем, сөнки бер нисә сәғәт ашамаған инем. Ниһайәт, беҙ Харви менән осраштыҡ. Ул журналдарға алмаштырып алған өс сей йомортҡа килтергән ине. Ул, йомортҡаның ике осонан тишек эшләп, нисек уны һурып алып булғанын күрһәтте. Миңә был оҡшамаһа ла, ашап ҡарарға булдым. Әммә, нисек уйлайһығыҙ, өсөнсө йомортҡа кемгә эләкте? Әгәр мин астан иҫемде юғалтһам, Харви мине тауҙан төшөрә алмаҫ ине, шуға күрә өсөнсө йомортҡаны мин ашап ҡуйҙым.
СӘЙЕР «ВАННА»
Бер район конгресында минең менән көлкөлө хәл булды. Беҙ туҡталған ағай-ҡәрҙәштең өйө Батшалыҡ залының эргәһендә генә ине. Ами халҡында
таҙалыҡҡа ҙур әһәмиәт бирелә, һәм район күҙәтеүсеһенең ҡатыны беҙҙең өсөн «ванна» әҙерләне. Харви бушамай ине, шуға тәүҙә миңә йыуынырға тәҡдим итте. Апай-ҡәрҙәш өс һауыттан торған «ванна» әҙерләгән ине: бер биҙрәлә һыуыҡ һыу, икенсеһендә эҫе һыу һәм бер буш табаҡ. Шуныһы ғәжәп: апай-ҡәрҙәш уларҙы өйҙөң тыш яғында, Батшалыҡ залының ҡаршыһында ҡуйған ине, ә Батшалыҡ залында ағай-ҡәрҙәштәр конгресҡа әҙерләнеү эштәре менән шөғөлләнә ине. Мин унан шаршау кеүек әйбер һораным, ә ул үтә күренмәле плёнка килтерҙе. Әлбиттә, мин өй артына йәшенә ала инем, әммә унда ҡаҙҙар йөрөй ине. Улар, баштарын ҡойманан сығарып, яҡын килгән һәр кешене суҡырға әҙер ине. Мин былай тип уйланым: «Ағай-ҡәрҙәштәр эштәр менән мәшғүл, улар мине күрмәҫ. Ә бына әгәр йыуынмаһам, хужалар үпкәләр. Ни булһа ла булыр, йыуынайым!»АМИ ТЕЛЕНДӘ БАҪМАЛАР
Харви ами телендә һөйләшкән ҡәрҙәштәргә рухи яҡтан үҫеүе ауыр икәнен аңлай ине, сөнки уларҙың күбеһе уҡый белмәй ине, һәм уларҙың телендә баҫмаларыбыҙ юҡ ине. Ваҡыт үтеү менән латин алфавиты нигеҙендә ами теленең яҙыуы уйлап сығарылды. Шуға күрә ағай-ҡәрҙәштәр урындағы Йәһүә шаһиттарын үҙ телдәрендә уҡырға өйрәтергә булды. Был еңел булманы, әммә, ниһайәт, ами телендә һөйләшкән ҡәрҙәштәр Изге Яҙманы үҙҙәре өйрәнә алды. 1966 йылда ами телендә Изге Яҙмаға нигеҙләнгән беренсе баҫма сығарылды, ә 1968 йылдан алып «Күҙәтеү манараһы» баҫтырыла башланы.
Хөкүмәт ҡытай телендә генә булған баҫмаларҙы баҫтырырға рөхсәт итә ине. Шуға күрә ами телендәге «Күҙәтеү манараһын» ғәҙәти булмаған төрлө форматтарҙа сығарырға тура килде. Мәҫәлән, бер ни тиклем ваҡыт беҙ ике телдә (ҡытай һәм ами телендә) яҙылған «Күҙәтеү манараһын» ҡулландыҡ. Был журнал берәйһенә барып эләкһә, ул беҙҙең хаҡта, урындағы халыҡты ҡытай теленә өйрәтәләр, тип уйлар ине. Шул ваҡыттан алып Йәһүә ойошмаһы, ами телендә күп әҙәбиәт сығарып, кешеләргә Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте белергә ярҙам итә (Ғәм. 10:34, 35).
ТАҘАРТЫЛЫУ ОСОРО
1960—70-се йылдарҙа ами халҡынан булған күп ҡәрҙәштәр Алла нормалары буйынса йәшәмәй ине. Изге Яҙмалағы принциптарҙы аңлап етмәгәнгә,
улар әхлаҡһыҙ тормош алып барыуҙа, иҫергәнсе эсеүҙә, тәмәке тартыуҙа һәм бетель сәйнәүҙә бер ниндәй ҙә насарлыҡ күрмәй ине. Харви, ҡәрҙәштәргә Йәһүәнең был һорауҙарға ҡарашын аңларға ярҙам итер өсөн, күп йыйылыштарҙы йөрөп сыҡты. Йыйылыштарҙың береһенә китеп барғанда, биографиямдың башында телгә алынған осраҡ беҙҙең менән булды ла.Баҫалҡы ҡәрҙәштәр кәрәкле үҙәгрештәр яһаны, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр үҙгәрергә теләмәне. Тайвань вәғәзселәренең һаны бик ныҡ кәмене: тәүҙә улар 2 450-нән ашыу ине, әммә 20 йылдан һуң яҡынса 900 генә ҡалды. Был бик күңелһеҙ ине, әммә беҙ шуны аңлай инек: Йәһүә үҙ ойошмаһында әшәкелекте түҙеп тормаясаҡ (2 Кор. 7:1). Ахыр сиктә Йәһүә йыйылыштарҙы таҙартты, һәм хәҙер Тайвандә 11 000-дән ашыу вәғәзсе хеҙмәт итә.
1980-се йылдарҙа ами йыйылыштары рухи яҡтан нығынды, һәм Харви ҡытай йыйылыштарына күберәк ваҡыт бүлә алды. Уның ярҙамы менән бер нисә апай-ҡәрҙәштең ирҙәре хәҡиҡәткә килде, һәм Харви быға бик шат булды. Шул ирҙәрҙең береһе беренсе тапҡыр доға ҡылғанда, Харвиҙың ни тиклем бәхетле булғаны һаман хәтеремдә. Мин дә күп ҡатындарға Йәһүәгә яҡынлашырға ярҙам итә алғаныма бик шатмын. Мин хатта Тайвандәге филиалда бер өйрәнеүсемдең улы һәм ҡыҙы менән бергә хеҙмәт иттем.
АУЫР ЮҒАЛТЫУ
Хәҙер Харви янымда инде юҡ. Беҙ уның менән бергә яҡынса 59 йыл ғүмер иттек, әммә 2010 йылдың 1 ғинуарында ҡәҙерле тормош иптәшем рактан үлеп китте. Ул тулы ваҡытлы хеҙмәттә 60 йыл самаһы ҡатнашты! Мин уны бик ныҡ һағынам. Әммә мин уның менән бергә Японияла һәм Тайвандә хеҙмәт итергә бик шат булдым! Беҙ уның менән Азияның ике ҡатмарлы телен үҙләштерҙек, ә Харви хатта шул телдәрҙә яҙырға ла өйрәнде.
Мин олоғайғанға, Етәксе кәңәшмә миңә кире Австралияға ҡайтыу яҡшыраҡ булыр тип ҡарар итте. Тәүҙә минең Тайвандән киткем килмәй ине, әммә Харви мине бер ваҡытта ла Йәһүә ойошмаһына «юҡ» тип әйтмәҫкә өйрәтте, шуға күрә мин күсенергә ризалаштым. Ваҡыт үтеү менән был ҡарарҙың бик аҡыллы булғанын аңланым.
Хәҙер мин Австралазия филиалында хеҙмәт итәм һәм ял көндәрендә урындағы бер йыйылыш менән вәғәзләйем. Япон һәм ҡытай телдәрен белгәнгә, мин Вефилдә шул телдәрҙә экскурсиялар үткәрә алам һәм быға бик шатланам. Йәһүәнең үлгәндәрҙе терелтергә вәғәҙәһе күңелемде йылыта. Мин беләм: Йәһүә уның ойошмаһына «юҡ» тип әйтмәҫкә өйрәнгән Харвиҙы хәтерендә һаҡлай (Яхъя 5:28, 29).
^ 14 абз. Хәҙерге ваҡытта Тайвандә ҡытай теле рәсми тел булып һаналһа ла, элек унда тиҫтәләгән йылдар буйы япон теле рәсми тел ине. Шуға күрә Тайвәндең күп кенә этник төркөмдәре япон телендә лә һөйләшә ине.