Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

9-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәштәр, һеҙ башҡаларҙың ышанысын нисек яулай алаһығыҙ?

Йәштәр, һеҙ башҡаларҙың ышанысын нисек яулай алаһығыҙ?

«Һинең таң тыуҙырған ысыҡ бөртөктәрендәй ғәйәт күп йәштәрең бар» (ЗӘБ. 110:3).

39-СЫ ЙЫР Алла алдында яҡшы исемгә эйә булайыҡ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Йәш ағай-ҡәрҙәштәр тураһында нимә әйтеп була?

ЙӘШ ағай-ҡәрҙәштәр, һеҙ йыйылыш өсөн бик файҙалы була алаһығыҙ. Һеҙҙең көсөгөҙ һәм дәртегеҙ күп (Ғиб. һүҙ. 20:29). Һеҙ ҡәрҙәштәргә күп яҡтан ярҙам итә алаһығыҙ. Моғайын, хеҙмәт ярҙамсыһы булып китер ваҡытты һеҙ түҙемһеҙлек менән көтәһегеҙҙер. Әммә һеҙ шулайыраҡ уйларға мөмкин: «Башҡалар мине бигерәк йәш һәм яуаплы вазифалар үтәр өсөн тәжрибәһеҙ тип һанай». Йәш булһағыҙ ҙа һеҙ, ҡәрҙәштәрҙең ышанысын һәм хөрмәтен яулар өсөн, инде хәҙер күп нәмә эшләй алаһығыҙ.

2. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

2 Был мәҡәләлә беҙ Дауыт батшаның тормошонда булған ваҡиғаларҙы ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ Йәһүҙәлә идара иткән ике батшаның, Аса һәм Иосафаттың миҫалдарына ҡыҫҡа ғына иғтибар итербеҙ. Беҙ был өс ирҙең ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡанын һәм уларҙы нисек хәл иткәнен күрербеҙ, шулай уҡ йәш ағай-ҡәрҙәштәр уларҙан нимәгә өйрәнә алғанын белербеҙ.

ДАУЫТ БАТШАНАН ӨЙРӘНЕГЕҘ

3. Йәш ҡәрҙәштәр башҡаларға нисек ярҙам итә ала?

3 Әлбиттә, Дауыт үҫмер сағынан рухи кеше булған. Әммә ул шулай уҡ файҙалы оҫталыҡтар ҙа үҫтергән. Мәҫәлән, ул арфала яҡшы уйнарға өйрәнгән һәм Алла билдәләгән батшаға Шаулға файҙа килтерер өсөн был һәләтте ҡулланған (1 Сам. 16:16, 23). Йәштәр, ә һеҙҙең башҡаларға файҙа килтерерлек оҫталыҡтарығыҙ бармы? Моғайын, барҙыр. Мәҫәлән, йәштәр ҡәрҙәштәргә, айырыуса оло йәштәгеләргә шәхси өйрәнеүҙә һәм йыйылыш осрашыуҙарында планшеттарҙы һәм электрон яйланмаларҙы яҡшыраҡ ҡулланырға ярҙам итә ала. Һеҙ бит заманса технологияларҙы бик яҡшы беләһегеҙ.

Атаһының көтөүҙәрен көткәндә, Дауыт яуаплы һәм ышаныслы булған. Ул хатта һарыҡтарҙы айыуҙан яҡлаған (4-се абзацты ҡарағыҙ.)

4. Йәш ағай-ҡәрҙәштәр Дауыттың ниндәй сифаттарынан өлгө ала ала? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)

4 Көндәлек тормошта Дауыт бик яуаплы һәм ышаныслы кеше булған. Мәҫәлән, үҫмер сағында ул атаһының һарыҡтарын яҡшы көткән. Ә был бит ҡурҡыныс эш булған. Һуңыраҡ, Дауыт Шаул батшаға былай тигән: «Хужам, мин атайымдың һарыҡтарын көткән саҡтарҙа арыҫлан йә айыу килеп, көтөүҙән һарыҡты алып китә ине. Шул саҡ мин уның артынан барып, уға һөжүм итә инем дә һарыҡты ауыҙынан тартып ала инем» (1 Сам. 17:34, 35). Дауыт һарыҡтар өсөн яуаплы булғанын аңлаған, шуға күрә уларҙы яҡларға теләп, ҡыйыулыҡ менән йыртҡыс хайуандарға ҡаршы көрәшкән. Дауыттан үрнәк алып, йәш ағай-ҡәрҙәштәр үҙҙәренә бирелгән һәр йөкләмәне тырышып үтәй ала.

5. Зәбур 25:14-тә әйтелгәнсә, йәш ағай-ҡәрҙәштәр өсөн нимә иң мөһиме булырға тейеш?

5 Йәш Дауыт Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәр үҫтергән, һәм был мөнәсәбәттәр уның ҡыйыулығына йәки арфала уйнай белеүенә ҡарағанда мөһимерәк булған. Йәһүә Дауыт өсөн Алла ғына булмаған, ул уның өсөн Дуҫ — яҡын Дуҫ булған. (Зәбур 25:14-те * уҡығыҙ.) Йәш ағай-ҡәрҙәштәр, Йәһүә менән мөнәсәбәттәр нығытыу һеҙҙең өсөн иң мөһим нәмә! Әгәр һеҙ шулай эшләһәгеҙ, һеҙгә лә йыйылышта хөрмәтле вазифалар тапшырырҙар.

6. Ҡайһы берәүҙәр Дауытҡа нисек ҡараған?

6 Ҡайһы берәүҙәр Дауытҡа ҡарата тиҫкәре ҡарашта торған. Мәҫәлән, ул Ғәлиәфкә ҡаршы көрәшергә йыйынғанда, Шаул батша уны туҡтатырға теләп: «Һин бит малай ғына», — тип әйткән (1 Сам. 17:31—33). Бынан алдараҡ Дауыттың бер туған ағаһы уны яуапһыҙлыҡта ғәйепләгән (1 Сам. 17:26—30). Әммә Йәһүә Дауытты бик йәш һәм ышанысһыҙ тип һанамаған. Ул был йәш егетте яҡшы белгән. Һәм Дауыт, үҙенең дуҫы Йәһүәгә таянып, Ғәлиәфте еңә алған (1 Сам. 17:45, 48—51).

7. Дауыттың үрнәге һеҙҙе нимәгә өйрәтә?

7 Дауыттың өлгөһө һеҙҙе нимәгә өйрәтә? Беренсенән, түҙемле булығыҙ. Һеҙҙе бала саҡтан белгән кешеләргә һеҙҙең инде етлеккән булыуығыҙҙы күрер өсөн ваҡыт кәрәк булырға мөмкин. Бер ҙә шикләнмәгеҙ: Йәһүә һеҙҙең йәшегеҙҙе һәм тышҡы ҡиәфәтегеҙҙе генә түгел, ә шулай уҡ эске булмышығыҙҙы күрә һәм нимә эшләй алыуығыҙҙы белә (1 Сам. 16:7). Икенсенән, Алла менән мөнәсәбәттәрегеҙҙе нығытығыҙ. Дауытҡа был йәһәттән Йәһүәнең ижади эштәре хаҡында тәрән уйланыу ярҙам иткән. Бының ярҙамында Дауыт Барлыҡҡа килтереүсе тураһында күп нәмә белгән (Зәб. 8:3, 4; 139:14; Рим. 1:20). Өсөнсөнән, Йәһүәнән кәрәкле көс һорағыҙ. Әгәр синыфташтарығыҙ һеҙ Йәһүә Шаһиты булғанға, мыҫҡыллап көлһәләр, нимә эшләргә? Шундай саҡтарҙа Йәһүәнән ярҙам һорап доға ҡылығыҙ. Изге Яҙмала, баҫмаларыбыҙҙа, интернет-мәҡәләләрҙә һәм видеояҙмаларҙа килтерелгән кәңәштәрҙе ҡулланығыҙ. Алланың ауырлыҡтарығыҙҙы йырып сығырға ярҙам иткәнен күргән һайын, һеҙҙең уға ҡарата ышанысығыҙ нығый барыр. Йәһүәгә таянһағыҙ, быны башҡалар ҙа күрер, һәм һеҙ уларҙың ышанысын яуларһығыҙ.

Йәш ағай-ҡәрҙәштәрҙең башҡаларға ярҙам итер өсөн күп мөмкинлектәре бар (8, 9-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

8, 9. Дауытҡа батша булып китер ваҡытты сабырлыҡ менән көтәргә нимә ярҙам иткән, һәм йәш ағай-ҡәрҙәштәр унан нимәгә өйрәнә ала?

8 Дауыт дусар булған тағы бер ауырлыҡты ҡарап сығайыҡ. Ул батшалыҡҡа майланған булған, әммә рәсми рәүештә батша булып китер алдынан уға күп йылдар көтөргә тура килгән (1 Сам. 16:13; 2 Сам. 2:3, 4). Дауытҡа сабырлыҡ менән көтөргә нимә ярҙам иткән? Ул төшөнкөлөккә бирелмәгән, ә көсөнән килгәндең барыһын эшләгән. Мәҫәлән, Дауыт пелештиҙәр ерендә ҡасҡын булып йәшәһә лә, ул Израилдең дошмандары менән һуғыш алып барған. Шулай итеп, ул Йәһүҙә еренең сиктәрен яҡлаған (1 Сам. 27:1—12).

9 Йәш ағай-ҡәрҙәштәр, һеҙ Дауыттың миҫалынан нимәгә өйрәнә алаһығыҙ? Йәһүәгә һәм ҡәрҙәштәргә хеҙмәт итер өсөн һәр мөмкинлекте ҡулланығыҙ. Әйҙәгеҙ, Рикардо * исемле ағай-ҡәрҙәштең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Ун йәштәр тирәһендә ул даими пионер булып хеҙмәт итергә теләгән. Әммә өлкәндәр, ул әле быға әҙер түгел, тип уйлаған. Үпкәләп төшөнкөлөккә бирелер урынына, Рикардо күберәк вәғәзләргә ҡарар иткән. Ул былай ти: «Хәҙер мин шуны аңлайым: ул ваҡытта миңә күберәк тәжрибә йыйырға кәрәк булған. Мин әҙ генә ҡыҙыҡһыныу күрһәткән кешеләргә лә ҡабат килергә тырыштым һәм шул һөйләшеүҙәргә яҡшы итеп әҙерләнә инем. Мин хатта Изге Яҙма өйрәнеүе башланым. Тәжрибәм үҫә барған һайын, үҙ-үҙемә ышанысым да үҫә барҙы». Хәҙер Рикардо оҫта даими пионер һәм хеҙмәт ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә.

10. Мөһим ҡарар ҡабул итер алдынан Дауыт нимә эшләгән?

10 Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, Дауыт һәм уның кешеләре Шаулдан ҡасып йөрөгән осорҙа улар менән булған бер осраҡҡа иғтибар итәйек. Бер ваҡыт улар, үҙ ғаиләләрен ҡалдырып, һуғышҡа киткән. Шул арала дошмандар һөжүм итеп, уларҙың ғаиләләрен әсирлеккә алып киткән. Дауыт тәжрибәле һуғышсы булғанға, мин уларҙы ҡотҡарыр өсөн үҙем яҡшы план ҡора алам, тип уйлай алған. Бының урынына, ул Йәһүәнән кәңәш һораған. Дауыт Авиафар исемле рухани аша Йәһүәнән: «Миңә шул юлбаҫарҙар өйөрө артынан ҡыуа сығырғамы?» — тип һораған. Йәһүә уға былай тип яуаплаған: «Эйе, ҡыуа сыҡ, һин уларҙы ҡыуып етәсәкһең һәм барыһын ҡотҡарасаҡһың» (1 Сам. 30:7—10). Йәштәр был осраҡтан нимәгә өйрәнә ала?

Йәш ағай-ҡәрҙәштәргә өлкәндәрҙән кәңәш һорарға кәрәк (11-се абзацты ҡарағыҙ.)

11. Ҡарар ҡабул итер алдынан нимә эшләргә кәрәк?

11 Ниндәйҙер ҡарар ҡабул итер алдынан башҡалар менән кәңәшләшеп алығыҙ. Атай-әсәйегеҙҙең фекерен белегеҙ. Тәжрибәле өлкәндәргә мөрәжәғәт итегеҙ. Йәһүә был билдәләнгән ағай-ҡәрҙәштәргә ышана. Һеҙ ҙә ышана алаһығыҙ. Йәһүә был өлкәндәрҙе йыйылыштар өсөн «бүләк» тип һанай (Ефес. 4:8). Әгәр уларҙың имандарынан өлгө алһағыҙ һәм кәңәштәренә ҡолаҡ һалһағыҙ, һеҙ аҡыллы ҡарар ҡабул итә алырһығыҙ. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, Аса батшаның миҫалына иғтибар итәйек.

АСА БАТШАНАН ҮРНӘК АЛЫҒЫҘ

12. Аса батша булып киткәс, ниндәй сифаттар сағылдырған?

12 Йәш сағынан Аса батша баҫалҡы һәм ҡыйыу булған. Мәҫәлән, ул атаһы Авиянан һуң тәхеткә ултырғас, боттарға табыныуға ҡаршы көрәш башлаған. Ул шулай уҡ йәһүдтәрҙе ата-бабаларының Аллаһы Йәһүәгә хеҙмәт итеп «уның Ҡанунын һәм әмерҙәрен үтәргә» өндәгән (2 Йыл. 14:1—7). Хәбәштәрҙең батшаһы Зирәх Йәһүҙәгә үҙенең 1 000 000 һуғышсыһы менән ҡаршы сыҡҡас, Аса батша зирәклек сағылдырған һәм Йәһүәнән былай тип һораған: «Эй Йәһүә, һин ярҙам иткән кешеләр күп һанлымы, көсһөҙмө — һинең өсөн бер ниндәй айырма юҡ. Эй Аллабыҙ Йәһүә, беҙгә ярҙам ит, беҙ бит һиңә таянабыҙ!» Был матур һүҙҙәр Асаның Йәһүәнең ҡотҡарыу көсөнә ни тиклем ныҡ ышанғанын күрһәтә. Аса үҙенең күктәге Атаһына таянған, һәм Йәһүә хәбәштәрҙе тар-мар иткән (2 Йыл. 14:8—12).

13. Аса менән нимә булған һәм ни өсөн?

13 Әлбиттә, 1 000 000 һуғышсының ҡаршы сығыуы Аса өсөн бик етди ауырлыҡ булған. Әммә ул, Йәһүәгә таянып, еңеү яулаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡа осраҡта Асаға бәләкәйерәк ғәскәр янағанда, ул Йәһүәгә таянмаған. Израилдең яуыз батшаһы Баша янаған саҡта Аса Сүриә батшаһынан ярҙам һораған. Был ҡарар аяныс эҙемтәләргә килтергән. Шул ваҡыттан башлап Асаға ҡаршы һәр ваҡыт һуғыштар булып торған. Ханани пәйғәмбәр аша Йәһүә Асаға бының сәбәбен былай тип аңлатҡан: «Аллаң Йәһүәгә түгел, ә Сүриә батшаһына таянғаның өсөн, Сүриә батшаһының ғәскәре һинең ҡулыңдан ҡотолдо» (2 Йыл. 16:7, 9; 1 Бат. 15:32). Бынан нимәгә өйрәнеп була?

14. Йәһүәгә таяныуығыҙ нимәнән күренер, һәм был 1 Тимофейға 4:12 буйынса нимәгә килтерер?

14 Артабан да баҫалҡы булығыҙ һәм Йәһүәгә таянығыҙ. Һыуға сумдырылғанда, һеҙ Аллаға көслө иманығыҙҙы һәм таяныуығыҙҙы күрһәттегеҙ. Һәм ул һеҙҙе үҙ ғаиләһенә шатлыҡ менән ҡабул итте. Әммә артабан да Йәһүәгә таяныуҙы күрһәтеү бик мөһим. Беҙҙең тормошобоҙға ҙур йоғонто яһаған ҡарарҙар ҡабул иткәндә, беҙ, ғәҙәттә, Йәһүәгә таянабыҙ. Ә башҡа осраҡтар тураһында нимә әйтеп була? Күңел асыуҙарға, эшкә һәм тормоштағы маҡсаттарға ҡағылышлы ҡарарҙар ҡабул иткәндә лә, Йәһүәгә таяныу бик мөһим. Үҙ аҡылығыҙға таянмағыҙ. Бының урынына, Изге Яҙманан һеҙҙең шарттарҙа ҡулланырлыҡ принциптарҙы эҙләгеҙ һәм улар буйынса эш итегеҙ (Ғиб. һүҙ. 3:5, 6). Шулай эшләп, һеҙ Йәһүәне һөйөндөрөрһөгөҙ һәм ҡәрҙәштәрҙең хөрмәтен яуларһығыҙ. (1 Тимофейға 4:12-не уҡығыҙ.)

ИОСАФАТ БАТШАНАН ҮРНӘК АЛЫҒЫҘ

15. 2 Йылъяҙма 18:1—3; 19:2-нән күренеүенсә, Иосафат батша ниндәй хаталар эшләгән?

15 Беҙ барыбыҙ ҙа, шул иҫәптән, йәштәр, һеҙ ҙә камил түгел. Шуға күрә ваҡыт-ваҡыт һеҙ хаталар яһарһығыҙ. Әммә был һеҙгә Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә көсөгөҙҙән килгәндең барыһын эшләргә ҡамасауларға тейеш түгел. Әйҙәгеҙ, Иосафат батшаның миҫалын ҡарап сығайыҡ. Уның күп яҡшы сифаттары булған. Идара итә башлағандан уҡ «ул атаһы хеҙмәт иткән Алланы эҙлә[гән], уның әмерҙәре буйынса йәшә[гән]». Бынан тыш, ул кешеләргә Йәһүә тураһында һөйләр өсөн Йәһүҙә ҡалаларына кенәздәрҙе ебәргән (2 Йыл. 17:4, 7). Шулай ҙа ҡайһы саҡта Иосафат хаталы ҡарарҙар ҡабул иткән. Шундай ҡарарҙарҙың береһе арҡаһында Иосафатты Йәһүәнең вәкиле хөкөм иткән. (2 Йылъяҙма 18:1—3 *; 19:2-не * уҡығыҙ.) Был миҫал һеҙҙе нимәгә өйрәтә ала?

Эшсән һәм ышаныслы йәштәр йыйылыштың хөрмәтен яулай (16-сы абзацты ҡарағыҙ.)

16. Радживтың миҫалы һеҙҙе нимәгә өйрәтә?

16 Һеҙгә бирелгән кәңәштәрҙе ҡабул итегеҙ һәм уларҙы ҡулланығыҙ. Күпселек йәштәргә һымаҡ, моғайын, һеҙгә лә Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙе тормошта беренсе урынға ҡуйыу еңел түгелдер. Бирешмәгеҙ! Әйҙәгеҙ, Раджив исемле йәш ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. Уның үҫмер сағында тормошта билдәле маҡсаттары булмаған. Ул былай ти: «Күп кенә йәштәштәрем һымаҡ, мин дә күберәк йыйылыш осрашыуҙары һәм хеҙмәт менән түгел, ә күңел асыуҙар һәм спорт менән ҡыҙыҡһына инем». Бәхеткә ҡаршы, бер өлкән, быны күреп, игелекле итеп уның менән һөйләшеп алған. Раджив былай тип иҫенә төшөрә: «Ул миңә 1 Тимофейға 4:8-ҙә яҙылған принцип хаҡында уйланып алырға ярҙам итте». Раджив, баҫалҡылыҡ сағылдырып, өлкәндең кәңәшенә ҡолаҡ һалған һәм тормошонда нимә мөһим икәне хаҡында уйланған. Ул былай тип аңлата: «Мин рухи маҡсаттарҙы тормошомда беренсе урынға ҡуйырға ҡарар иттем». Бының һөҙөмтәһе ниндәй булған? «Өлкән менән һөйләшеүҙән һуң бер нисә йыл үткәс, мине хеҙмәт ярҙамсыһы итеп билдәләнеләр» — тип әйтә Раджив.

КҮКТӘГЕ АТАҒЫҘ ҺЕҘҘЕҢ МЕНӘН ҒОРУРЛАНҺЫН

17. Йыйылыштағы ҡәрҙәштәр Йәһүәгә хеҙмәт иткән йәштәргә нисек ҡарай?

17 Йәштәр, йыйылыштағы ҡәрҙәштәр һеҙҙе бик ҡәҙерләй, сөнки һеҙ Йәһүәгә улар менән бергә иңгә-иң терәп хеҙмәт итәһегеҙ (Саф. 3:9). Һеҙгә ышанып тапшырылған йөкләмәне ашҡынып башҡарыуығыҙ уларға бик оҡшай. Һеҙ уларҙың ҡарашында бик ҡәҙерле (1 Яхъя 2:14).

18. Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11-ҙән күренеүенсә, Йәһүә үҙенә хеҙмәт иткән йәштәргә нисек ҡарай?

18 Йәш ағай-ҡәрҙәштәр, бер ваҡытта ла шуны онотмағыҙ: Йәһүә һеҙҙе ярата һәм һеҙгә ышана. Йәһүә, һуңғы көндәрҙә фиҙаҡәрлек менән хеҙмәт иткән йәштәр ғәскәрҙәй күп буласаҡ, тип алдан пәйғәмбәрлек иткән (Зәб. 110:1—3). Йәһүә һеҙҙең яратыуығыҙҙы һәм уға бар көсөгөҙҙө һалып хеҙмәт итергә теләгәнегеҙҙе яҡшы белә. Башҡаларға ҡарата сабыр булығыҙ һәм үҙегеҙгә лә сиктән тыш талапсан булмағыҙ. Хата яһағанда, кәңәштәрҙе, төҙәтеүҙе ҡабул итегеҙ һәм үҙгәрергә тырышығыҙ. Был кәңәштәр Йәһүәнән килгәнен онотмағыҙ (Евр. 12:6). Үҙегеҙгә бирелгән һәр йөкләмәне еренә еткереп башҡарығыҙ. Ә иң мөһиме: нимә генә эшләһәгеҙ ҙә күктәге Атағыҙҙы һөйөндөрөгөҙ. (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11-ҙе * уҡығыҙ.)

135-СЕ ЙЫР «Улым, зирәк бул»

^ 5 абз. Рухи яҡтан үҫкән һайын, йәштәр Йәһүәгә тағы ла күберәк хеҙмәт итергә теләй. Хеҙмәт ярҙамсыһы булыр өсөн, уларға йыйылыштағы ҡәрҙәштәрҙең хөрмәтен яуларға кәрәк. Был маҡсатҡа ирешер өсөн, йәштәр ниндәй аҙымдар яһай ала?

^ 5 абз. Зәбур 25:14: «Йәһүәне тәрән хөрмәт итеүселәр уның менән яҡын дуҫлыҡҡа эйә, һәм ул уларға килешеүен белдерә».

^ 9 абз. Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

^ 15 абз. 2 Йылъяҙма 18:1—3: «Иосафат батша бик бай булып китте һәм ҙур данға иреште, шулай ҙа ул Ахаб менән туғанлашты. Бер нисә йыл үткәс, ул Самарияға Ахаб янына китте. Ахаб батша Иосафат һәм уның менән килгән кешеләр хаҡына ҡорбанға күп-күп һарыҡ һәм эре мал салды. Ул Иосафатты үҙе менән Рамут-Гилеадҡа ҡаршы яу менән барырға өндәне. Израиль батшаһы Ахаб Йәһүҙә батшаһы Иосафатҡа: „Минең менән Рамут-Гилеадҡа ҡаршы бараһыңмы?“ — тип һораны. Тегеһе уға: „Һин нисек булһаң, мин дә шулай. Минең халҡым — һинең халҡың. Беҙ һуғышҡа һинең менән барабыҙ“, — тине».

^ 15 абз. 2 Йылъяҙма 19:2: «Илаһи күренештәр тапшырыусы Хананиҙың улы Яхый, батша ҡаршыһына сығып, былай тине: „Һин ямандарға ярҙам итергә һәм Йәһүәне күрә алмаусыларҙы яратырға тейеш инеңме һуң? Шуға күрә Йәһүәнең һиңә асыуы ҡабарҙы“».

^ 18 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11: «Улым, аҡыллы бул һәм йөрәгемде һөйөндөр; шул саҡ мин мыҫҡыллаусыма яуап ҡайтара алырмын».