Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

17-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәһүә һине бик ҡәҙерләй!

Йәһүә һине бик ҡәҙерләй!

«Һин [Йәһүә]... үҙеңә бөтә йөрәктәре менән хеҙмәт иткән хеҙмәтселәреңә ҡарата тоғро мөхәббәтеңде күрһәтеп тораһың» (1 БАТ. 8:23).

108-СЕ ЙЫР Алланың тоғро мөхәббәте

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

Күктәге Атабыҙ һәр беребеҙҙе ҡәҙерләй (1-се абзацты ҡарағыҙ.)

1. Йәһүә үҙенең хеҙмәтселәрендә нимә күрә?

ЙӘҺҮӘ үҙ хеҙмәтселәренә тоғро мөхәббәт күрһәтә (1 Бат. 8:23). Был һүҙҙәр күңелебеҙҙе йылыта. Йәһүә беҙҙең яҡшы сифаттарыбыҙҙы күрә һәм беҙҙең нимә эшләй алырыбыҙҙы белә. Ул беҙгә уның менән дуҫлашып китергә ярҙам итә. Әгәр уға тоғро булһаҡ, ул беҙҙең яныбыҙҙа мәңге буласаҡ (Яхъя 6:44).

2. Ни өсөн ҡайһы берәүҙәргә Йәһүәнең яратыуына ышаныуы ауыр?

2 Ҡайһы берәүҙәр былай тип уйларға мөмкин: «Йәһүә үҙ халҡын ярата икәнен мин беләм. Ә мине ул ҡәҙерләй микән? Мин быға ышана аламмы?» Ни өсөн ҡайһы берәүҙәрҙең шундай һорауҙары тыуа? Бала саҡта күп ғазаптар кисергән Оксананың * һүҙҙәренә иғтибар итәйек. Ул былай ти: «Һыуға сумдырылып пионер булып хеҙмәт итә башлағас, мин бәхетле инем. Әммә 15 йыл үткәс, бала сағымдағы хәтирәләр мине ғазаплай башланы. Мин Йәһүәнең хуплауын юғалттым һәм уның яратыуына бүтән лайыҡ түгелмен, тип уйлай башланым». Пионер булып хеҙмәт иткән Ю́а исемле апай-ҡәрҙәштең дә бала сағы бик яҡшынан булмаған. Ул былай тип һөйләй: «Мин, үҙ тормошомдо Йәһүәгә бағышлап, уны шатландырырға теләнем, әммә ул мине бер ҡасан да яратмаясаҡ, тип уйлай инем».

3. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

3 Моғайын, был тоғро апай-ҡәрҙәштәр һымаҡ, һеҙ ҙә Йәһүәне бар йөрәктән яратаһығыҙҙыр, әммә үҙегеҙ уның яратыуына шикләнәһегеҙҙер. Ни өсөн Йәһүә һеҙҙе ҡәҙерләй икәненә инанырға кәрәк? Йәһүә һеҙҙе яратмай тигән фекерҙәр тыуғанда, нимә эшләргә? Әйҙәгеҙ, был һорауҙарҙы ҡарап сығайыҡ.

ЙӘҺҮӘНЕҢ ЯРАТЫУЫНА ШИКЛӘНЕҮ ҠУРҠЫНЫС

4. Ни өсөн Йәһүәнең яратыуына шикләнеү ҡурҡыныс?

4 Яратыу бик ҙур көскә эйә. Ул кешене бөйөк эштәргә этәрә. Әгәр Йәһүәнең яратыуына һәм хуплауына инанған булһаҡ, беҙ, тормоштағы ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, уға бөтә күңелдән хеҙмәт итербеҙ. Икенсе яҡтан, Йәһүәнең беҙҙе ҡәҙерләүенә шикләнһәк, көс-ҡеүәтебеҙ әҙ булыр (Ғиб. һүҙ. 24:10). Эйе, әгәр төшөнкөлөккә бирелеп, Йәһүәнең яратыуына ышанысыбыҙ һүрелһә, беҙ Шайтандың һөжүменә ҡаршы тора алмаҫбыҙ (Ефес. 6:16).

5. Йәһүәнең яратыуына шикләнеү ҡайһы берәүҙәргә нисек тәьҫир итә?

5 Йәһүәнең ҡайһы бер тоғро хеҙмәтселәре шикләнеү арҡаһында рухи яҡтан көсһөҙләнгән. Джеймс исемле өлкән былай ти: «Вефилдә хеҙмәт итһәм дә һәм сит тел йыйылышында хеҙмәт итеү миңә ҙур шатлыҡ килтерһә лә, минең эштәрем Йәһүәгә ҡыуаныс килтергәненә шикләнә инем. Бер ваҡыт мин хатта, Йәһүә доғаларымды ишетә микән, тип уйлай башланым». Ә Вефилдә хеҙмәт иткән Ева исемле апай-ҡәрҙәш былай ти: «Мин шуны аңланым: Йәһүәнең яратыуына шикләнеү ҡурҡыныс, сөнки был хеҙмәттә башҡарған бөтә эштәргә тәьҫир итә. Рухи эштәр менән шөғөлләнергә теләк һүрелә, ә Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән килгән шатлыҡ кәмей». Ә пионер һәм өлкән булып хеҙмәт иткән Майкл: «Йәһүәнең һине ҡәҙерләгәненә ышанмаһаң, һин унан йыраҡлашырһың», — тип әйтә.

6. Беҙ Йәһүәнең яратыуына шикләнһәк, нимә эшләргә?

6 Был миҫалдарҙан күренеүенсә, кире уйҙар беҙгә рухи зыян килтерә ала. Әгәр йөрәгебеҙҙә Алланың яратыуына шиктәр тыуһа, нимә эшләргә? Беҙгә уларҙы шунда уҡ кире ҡағырға кәрәк. Борсоған уйҙарҙан арыныр өсөн доғала «һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеге» һорағыҙ (Зәб. 139:23; Флп. 4:6, 7). Һеҙ бер үҙегеҙ түгел икәнен онотмағыҙ, башҡа ҡәрҙәштәр ҙә тиҫкәре хистәр менән көрәшә. Йәһүәнең боронғо хеҙмәтселәре лә шундай уҡ ауырлыҡтар менән осрашҡан. Уларҙың береһе — илсе Павел. Әйҙәгеҙ, уның миҫалы беҙҙе нимәгә өйрәтә икәнен ҡарап сығайыҡ.

ИЛСЕ ПАВЕЛДЫҢ МИҪАЛЫ БЕҘҘЕ НИМӘГӘ ӨЙРӘТӘ?

7. Павел ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡан?

7 Өҫтөгөҙҙә ятҡан вазифаларығыҙ күтәрә алмаҫлыҡ булып тойоламы? Шул саҡта һеҙгә Павелдың хистәре таныш булыр. Уның борсолоуҙары бер йыйылыш менән генә түгел, ә барлыҡ йыйылыштар менән бәйле булған (2 Кор. 11:23—28). Ә, бәлки, насар һаулыҡ һеҙҙең шатлығығыҙҙы урлайҙыр? Павелдың да күп борсолоуҙар тыуҙырған ауырлығы булған. Ул был хаҡта «тәнемә „сәнскәк“ ҡаҙалды» тип әйткән. Бәлки, был һаулыҡ менән бәйле булған ауырлыҡтыр, һәм ул бынан ҡотолорға бик теләгән (2 Кор. 12:7—10). Ә, бәлки, һеҙ етешһеҙлектәрегеҙ арҡаһында бойоғаһығыҙҙыр? Павел да ҡайһы ваҡыт шундай хистәр кисергән. Ул үҙе тураһында: «Бәхетһеҙ кешемен мин!» — тигән, сөнки уға һәр ваҡыт үҙенең етешһеҙлектәре менән көрәш алып барырға тура килгән (Рим. 7:21—24).

8. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Павелға Йәһүәгә тоғро булып ҡалырға нимә ярҙам иткән?

8 Бөтә ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Павел Йәһүәгә артабан да хеҙмәт иткән. Нимә уға көс өҫтәгән? Үҙенең етешһеҙлектәрен яҡшы белһә лә, Павел йоломға ныҡ ышанған. Ул Ғайсаның, Алла Улына инанған һәр кем мәңгелек тормошҡа эйә булыр, тигән вәғәҙәһен яҡшы белгән (Яхъя 3:16; Рим. 6:23). Эйе, Павелдың йоломға иманы ҡаҡшамаҫ булған. Ул шуға инанған: Йәһүә хатта етди гонаһ ҡылған, әммә тәүбә иткән кешеләрҙе кисерергә бик теләй (Зәб. 86:5).

9. Павелдың Галаттарға 2:20-лә яҙылған һүҙҙәре беҙҙе нимәгә өйрәтә?

9 Павел шулай уҡ Алланың Ғайса аша күрһәткән яратыуына ышанған. (Галаттарға 2:20-не уҡығыҙ.) Павелдың дәртләндергес һүҙҙәренә иғтибар итегеҙ. Ул былай тип әйткән: «[Алла Улы] мине яратҡан һәм минең өсөн Үҙен ҡорбан иткән». Павел, Йәһүә ҡәрҙәштәрҙе ярата, ә мин уның яратыуына лайыҡ түгел, тип уйламаған һәм Алланың яратыуына сиктәр ҡуймаған. Ул Римда йәшәгән мәсихселәргә шуны иҫтәренә төшөргән: «Мәсих, гонаһлы булған сағыбыҙҙа уҡ, беҙҙең өсөн үлде» (Рим. 5:8). Эйе, Йәһүә үҙенең хеҙмәтселәренең барыһын да ярата.

10. Римдарға 8:38, 39-ҙағы һүҙҙәрҙән беҙ нимәгә өйрәнәбеҙ?

10 Римдарға 8:38, 39-ҙы уҡығыҙ. Павел Йәһүәнең яратыуы ни тиклем ныҡ булғанын яҡшы белгән. Ул: «Бер нәмә лә ...Алла мөхәббәтенән беҙҙе айыра алмаяса[ҡ]», — тип яҙған. Павел Йәһүәнең израилдәр менән түҙемле мөғәмәлә иткәнен һәм үҙе менән мәрхәмәтле булғанын белгән. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, Павел былай тигән: «Әгәр Йәһүә үҙ Улын минең өсөн ебәргән икән, ни өсөн мин Йәһүәнең яратыуына шикләнергә тейешмен?» (Рим. 8:32).

Алла өсөн үткәндә ҡылған хаталарыбыҙ түгел, ә бөгөн һәм киләсәктә нимә эшләйәсәгебеҙ мөһим (11-се абзацты ҡарағыҙ.) *

11. Ни өсөн 1 Тимофейға 1:12—15-тә иҫкә алынған хаталарына ҡарамаҫтан, Павел Алланың яратыуына ышанған?

11 1 Тимофейға 1:12—15-те уҡығыҙ. Павелды ваҡыт-ваҡыт хәтирәләр ғазаплағандыр. Ул үҙе тураһында: «Гонаһлылар араһында мин иң гонаһлыһымын», — тигән. Был ғәжәп түгел, сөнки мәсихсе булып китер алдынан, Павел төрлө ҡалаларҙа Мәсихтең шәкерттәрен ҡаты эҙәрләгән. Ул ҡайһы берәүҙәрен төрмәгә ташлатҡан, ә икенселәрен үлтерергә ризалыҡ биргән (Ғәм. 26:10, 11). Күҙ алдына килтерегеҙ: Павел ата-әсәһен юғалтҡан йәш мәсихсене осрата, ә бит был егеттең ата-әсәһе Павелдың рөхсәте менән үлтерелгән булған. Әлбиттә, Павел ҡылған эштәренә бик үкенгән, әммә үткәндәрҙе үҙгәртеп булмай икәнен яҡшы аңлаған. Ул Ғайса уның өсөн үлгән икәненә ышанған, шуға күрә былай тип яҙған: «Алла мәрхәмәте менән мин илсе булдым» (1 Кор. 15:3, 10). Был һеҙҙе нимәгә өйрәтә ала? Һеҙгә Ғайса һеҙҙең өсөн үлгән икәненә һәм Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәр үҫтерергә мөмкинлек биргәненә инанырға кәрәк (Ғәм. 3:19). Йәһүә өсөн үткәндәге гонаһтарыбыҙ йә мәсихсе булып киткәс ҡылған хаталарыбыҙ түгел, ә бөгөн һәм киләсәктә нимә эшләйәсәгебеҙ мөһим (Ишағ. 1:18).

12. Үҙебеҙҙе кәрәкһеҙ һәм яратыуға лайыҡ түгел тип һанаһаҡ, 1 Яхъя 3:19, 20-ләге һүҙҙәр беҙгә нисек ярҙам итә ала?

12 Бәлки, һеҙ былай тип уйлайһығыҙҙыр: «Беләм, Мәсих минең өсөн үлгән, әммә мин быға лайыҡ түгел». Ни өсөн шундай уйҙар тыуырға мөмкин? Камил булмаған йөрәгебеҙ, беҙ бер кемгә лә кәрәк түгел һәм яратыуға лайыҡһыҙ тип ышандырып, беҙҙе алдай ала. (1 Яхъя 3:19, 20-не уҡығыҙ.) Шундай уйҙар тыуғанда, беҙгә Йәһүә «беҙҙең йөрәгебеҙҙән ҙурыраҡ» икәнен иҫтә тоторға кәрәк. Үҙебеҙҙе шуға инандырып тороу мөһим: Күктәге Атабыҙ беҙҙе бик ярата һәм кисерергә теләй. Йәһүәнең беҙгә нисек ҡарағанын аңлар өсөн, Изге Яҙманы һәр ваҡыт өйрәнергә, йыш доға ҡылырға һәм уның халҡы менән аралашырға кәрәк.

ИЗГЕ ЯҘМА, ДОҒА ҺӘМ ТОҒРО ДУҪТАР БЕҘГӘ НИСЕК ЯРҘАМ ИТӘ АЛА?

13. Изге Яҙманы өйрәнеү беҙгә нисек ярҙам итә? (Шулай уҡ « Алла Һүҙе уларға нисек ярҙам итә?» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

13 Изге Яҙманы көн һайын өйрәнегеҙ, был һеҙгә Йәһүәнең иҫ киткес сифаттарын яҡшыраҡ белергә ярҙам итер. Ул һеҙҙе ни тиклем ныҡ ярата икәнен аңларһығыҙ. Алла Һүҙен көн һайын уҡыу һәм уның өҫтөндә уйланыу һеҙгә дөрөҫ фекер йөрөтөргә ярҙам итер. Сөнки тиҫкәре уйҙар һәм хистәр тыуғанда, ул һеҙҙе төҙәтә ала (2 Тим. 3:16). Үҙенә кәмһетеп ҡараған Кевин исемле өлкән былай ти: «Мин 103-сө мәҙхиәне уҡып уйландым, был миңә үҙемә башҡаса ҡарарға һәм Йәһүәнең ҡарашын аңларға ярҙам итте». Ә юғарыла иҫкә алынған Ева былай тип бүлешә: «Һәр көндөң аҙағында мин Йәһүә өсөн нимә мөһим икәне тураһында уйланам. Был миңә йән тыныслығы бирә һәм иманымды нығыта».

14. Доға беҙгә нисек ярҙам итә?

14 Йыш доға ҡылығыҙ (1 Фес. 5:17). Берәй кеше менән дуҫлашырға теләһәк, беҙгә уның менән йыш аралашырға һәм үҙ хистәребеҙ менән бүлешергә кәрәк. Йәһүә менән дуҫлығыбыҙ тураһында ла шуны уҡ әйтеп була. Йәһүәгә доғала үҙ хистәребеҙ, уйҙарыбыҙ һәм борсолоуҙарыбыҙ тураһында һөйләһәк, беҙ уға ышанғаныбыҙҙы һәм уның яратыуына шикләнмәгәнебеҙҙе күрһәтербеҙ (Зәб. 94:17—19; 1 Яхъя 5:14, 15). Юғарыла иҫкә алынған Юа былай ти: «Доға ҡылғанда мин Йәһүәгә көн дауамында булған нәмәләрҙе генә түгел, ә үҙ хистәремде лә асыҡ итеп һөйләп бирәм. Ваҡыт үтеү менән мин Йәһүәне ниндәйҙер ҙур компанияның директоры итеп түгел, ә үҙ балаларын ныҡ яратҡан Атай итеп күрә башланым». (« Һеҙ был китапты уҡығанығыҙ бармы?» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

15. Йәһүә беҙгә үҙенең яратыуын нисек күрһәтә?

15 Дуҫтарығыҙ менән аралашығыҙ. Улар Йәһүәнән бирелгән бүләк (Яҡ. 1:17). Йәһүә, ҡайғыртыусан рухи ғаилә бүләк итеп, беҙ уның өсөн мөһим икәнен күрһәткән (Ғиб. һүҙ. 17:17). Павел колосстарға яҙған хатында үҙенә ярҙам иткән мәсихселәр тураһында: «Улар миңә күңел йыуанысы [булды]», — тип әйткән (Кол. 4:10, 11). Хатта Ғайса Мәсих тә дуҫтарға мохтаж булған. Ул кешеләрҙән һәм фәрештәләрҙән алған ярҙамды бик ҡәҙерләгән (Лука 22:28, 43).

16. Тоғро дуҫтар беҙгә Йәһүәгә яҡынлашырға нисек ярҙам итә?

16 Һеҙ йыйылыштағы дуҫтарығыҙҙан ярҙам һорайһығыҙмы һәм уны ҡабул итәһегеҙме? Борсолоуҙарыбыҙ тураһында етлеккән дуҫыбыҙға һөйләү иманыбыҙ әҙ тигәнде аңлатмай, ундай аралашыу беҙҙе яҡлай. Юғарыла иҫкә алынған Джеймс былай ти: «Рухи кешеләр менән яҡын дуҫлыҡ — минең өсөн ҙур фатиха. Тиҫкәре уйҙар мине солғап алғанда, ҡәҙерле дуҫтарым мине түҙемлек менән тыңлай һәм үҙ яратыуҙарына ышандыра. Уларҙың ярҙамында мин Йәһүәнең яратыуын тоям һәм минең хаҡта ҡайғыртҡанын күрәм». Эйе, ҡәрҙәштәр менән дуҫлыҡ үҫтереү бик мөһим!

ЙӘҺҮӘНЕҢ МӨХӘББӘТЕНДӘ ЙӘШӘГЕҘ

17, 18. Беҙ кемде тыңларға тейеш һәм ни өсөн?

17 Шайтан беҙҙең дөрөҫ юлдан тайпылыуыбыҙҙы теләй. Ул, Йәһүә һине яратмай һәм һин ҡотолоуға лайыҡ түгел, тип ышандырырға тырыша. Ысынында был — алдаҡ.

18 Йәһүә һеҙҙе ярата, һеҙ уның өсөн бик ҡәҙерле! Әгәр уға тыңлаусан булһағыҙ, һеҙ, Ғайса кеүек, уның мөхәббәтендә мәңге йәшәрһегеҙ (Яхъя 15:10). Шуға күрә Шайтанды ла, үҙегеҙҙе хөкөм иткән йөрәгегеҙҙе лә тыңламағыҙ. Һәр беребеҙҙә яҡшыны ғына күргән Йәһүәне тыңлағыҙ һәм бер ҙә шикләнмәгеҙ: Йәһүә һеҙҙе бик ҡәҙерләй!

141-СЕ ЙЫР Тормош — ғәжәп бүләк

^ 5 абз. Ҡайһы бер ҡәрҙәштәргә Йәһүәнең үҙҙәрен яратҡанына ышаныуы ауыр. Йәһүә һәр беребеҙҙе ярата. Ни өсөн беҙ быға ышана алабыҙ? Әгәр беҙ Йәһүәнең яратыуында шикләнһәк, нимә эшләп була? Был һорауҙарға яуаптар был мәҡәләлә ҡаралыр.

^ 2 абз. Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

^ 67 абз. РӘСЕМДӘРҘӘ: элек Павел мәсихселәрҙе төрмәгә ултыртҡан булған. Павел, Ғайсаның уның өсөн нимә эшләгәнен аңлағас, үҙгәргән һәм ҡәрҙәштәрҙе дәртләндергән. Уларҙың ҡайһы берҙәре ул эҙәрләгән мәсихселәрҙең туғандары булғандыр.