Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БИОГРАФИЯ

«Мин башҡаларҙан күпкә өйрәндем»

«Мин башҡаларҙан күпкә өйрәндем»

БЕҘҘЕҢ полк урынлашҡан тауҙарға ҡуйы төнгө ҡараңғылыҡ төштө. Мин хеҙмәт иткән ваҡытта Алжирҙа ҡаты һуғыш бара ине. Мин, ҡулыма пулемет тотоп, ҡом тултырылған тоҡтар менән нығытылған һаҡта тора инем. Ҡапыл төнгө тынлыҡта яҡынлашып килгән аяҡ тауыштары ишетелде. Мин ҡурҡышымдан ҡатып ҡалдым. Миңә саҡ 20 йәш тулған ине, һәм мин бер кемде лә үлтерергә һәм үҙем дә үлергә теләмәй инем. Ҡурҡҡанға мин: «Аллам, ярҙам ит!» — тип ҡысҡырып ебәрҙем.

Был осраҡ минең тормошомдо ныҡ үҙгәртте. Шул ваҡыттан алып, мин Алланы эҙләй башланым. Артабан нимә булғанын һөйләр алдынан, бала саҡтағы иҫтәлектәрем менән бүлешкем килә. Шулай уҡ ҡарашыма нимә тәьҫир иткәне һәм Алла менән танышырға мине нимә этәргәне тураһында һөйләгем килә.

АТАЙЫМДАН ӨЙРӘНӘМ

Мин 1937 йылда Францияның төняғында Генен тигән шахтерҙар ҡалаһында тыуғанмын. Атайым шахтер булып эшләне, һәм ул мине эш яратырға өйрәтте. Шулай уҡ мин ғәҙелһеҙлеккә атайымдың ҡарашын үҙләштерҙем. Атайым ауыр шарттарҙа эшләгән шахтерҙарҙың хоҡуҡтарын яҡланы. Уларҙың тормошон яҡшыртырға тырышып, ул профсоюз эштәрендә һәм забастовкаларҙа ҡатнашты. Уны, шулай уҡ урындағы руханиҙарҙың ике йөҙлөлөгө борсой ине. Уларҙың күптәре, бай булһа ла, осто осҡа саҡ ялғап йәшәгән шахтерҙарҙың ризыҡтарын һәм аҡсаларын һорап ала торғайны. Атайым руханиҙарҙың тәртибен оятһыҙ тип һананы, шуға күрә ул минең менән дин тураһында ла, Алла тураһында ла бер ҙә һөйләшмәне.

Үҫкәс, мин дә ғәҙелһеҙлекте нәфрәт итә башланым, ә ғәҙелһеҙлек тормошта бик күп ине. Мәҫәлән, күптәр Францияла йәшәгән сит ил кешеләрен яратманы, ә миңә иһә иммигранттарҙың балалары менән ваҡыт үткәреү һәм футбол уйнау оҡшай торғайны. Өҫтәүенә, әсәйем Польшанан булды. Мин милләтселектең бөтөүен һәм кешеләрҙең бергә татыу йәшәүен бик теләнем.

ТОРМОШТОҢ МӘҒӘНӘҺЕ ТУРАҺЫНДА УЙЛАНАМ

Мин армияла хеҙмәт иткәндә

1957 йылда мине армияға алдылар. Хеҙмәт иткән ерҙә, Алжир тауҙарында, юғарыла иҫкә алынған осраҡ минең менән булды ла. «Аллам, ярҙам ит!» — тип ҡысҡырғандан һуң, мин алдымда дошман һалдатын түгел, ә ҡырағай ишәк баҫып торғанын күрҙем. Мин быға шул тиклем ҡыуандым! Шул төн дә, барған һуғыш та мине тормоштоң мәғәнәһе тураһында уйланырға этәрҙе. Минең шундай һорауҙарым тыуҙы: ни өсөн беҙ йәшәйбеҙ? Алла беҙҙең хаҡта ҡайғыртамы? ерҙә берәй ҡасан тыныслыҡ булырмы?

Һуңыраҡ, атай-әсәйемдә отпускыла булғанда, мин Йәһүә шаһиттарының береһе менән таныштым. Ул миңә Изге Яҙма бирҙе, һәм мин уны Алжирҙа уҡый башланым. Миңә айырыуса Асылыш 21:3, 4-тәге һүҙҙәр оҡшаны. Унда былай тиелә: «Бына, Алланың кешеләр менән бергә йәшәү урыны. [...] ...Алла Үҙе улар менән буласаҡ. Алла уларҙың күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк. Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ». Был һүҙҙәр мине таң ҡалдырҙы! Шулай була аламы икән, тип уйлап ҡуйҙым. Ул ваҡытта мин Алла һәм Изге Яҙма тураһында бер нәмә лә белмәй инем.

Армиянан һуң, 1959 йылда, мин Франсуа исемле Йәһүә шаһиты менән таныштым. Ул миңә Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәрҙе аңларға ярҙам итте. Мәҫәлән, ул Изге Яҙманан Алланың исеме Йәһүә икәнен күрһәтте (Зәб. 83:18). Франсуа шулай уҡ Йәһүәнең ғәҙеллек урынлаштырасағы, ерҙе ожмахҡа әйләндерәсәге һәм Асылыш 21:3, 4-тә яҙылған вәғәҙәһен үтәйәсәге тураһында һөйләне.

Был тәғлимәттәр шул тиклем аңлайышлы ине, улар минең йөрәгемә барып етте. Әммә шул уҡ ваҡытта минең руханиҙарға асыуым сыҡты. Улар бит Изге Яҙма буйынса өйрәтмәй. Мин уларҙы шул тиклем фаш итергә теләй инем, хатта үҙемде саҡ тотоп алып ҡалдым! Күрәһең, атайымдың тәрбиәһе миңә һаман дә тәьҫир иткән булған.

Франсуа һәм башҡа ҡәрҙәштәр ярҙамында мин хистәремде йүгәнләргә өйрәндем. Улар миңә, беҙҙең маҡсатыбыҙ — кешеләрҙе хөкөм итеү түгел, ә уларға Батшалыҡ тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләү, тип аңлатты. Был Ғайса Мәсихтең төп эше булған, һәм уны ул үҙ шәкерттәренә лә тапшырған (Матф. 24:14; Лука 4:43). Шулай уҡ миңә төрлө ҡарашта торған кешеләр менән йомшаҡ итеп, хөрмәт күрһәтеп һөйләшергә өйрәнергә кәрәк ине. Изге Яҙмала былай тип яҙылған бит: «Раббыға хеҙмәт итеүсе талашырға тейеш түгел. Ул бөтәһенә ҡарата ла яғымлы... булырға... тейеш» (2 Тим. 2:24, 25).

Мин, тормошомда кәрәкле үҙгәрештәр яһаным һәм 1959 йылда район конгресында һыуға сумдырылып, Йәһүә шаһиты булып киттем. Шул уҡ конгреста мин Анжель исемле бер йәш апай-ҡәрҙәш менән таныштым һәм уны бик оҡшаттым. Мин уның йыйылышына барып йөрөнөм, һәм 1960 йылда беҙ өйләнештек. Анжель минең өсөн иҫ киткес ҡатын, ышаныслы ярҙамсы һәм Йәһүәнең ҡиммәтле бүләге (Ғиб. һүҙ. 19:14).

Беҙҙең туй көнөндә

ЗИРӘК ҺӘМ ТӘЖРИБӘЛЕ ҠӘРҘӘШТӘРҘӘН ӨЙРӘНӘМ

Үткән йылдар дауамында мин зирәк һәм тәжрибәле ағай-ҡәрҙәштәрҙән күп нәмәгә өйрәндем. Мәҫәлән, мин бындай мөһим фекерҙе аңланым: ниндәйҙер эште башҡарғанда уңышлы булыр өсөн баҫалҡы булырға кәрәк. Шулай уҡ Ғибрәтле һүҙҙәр 15:22-лә яҙылған кәңәш буйынса эш итеү мөһим. Унда былай тиелгән: «Кәңәшселәр күп булғанда — [ниәттәр] тормошҡа аша».

Район хеҙмәтендә (Франция. 1965)

1964 йылда мин был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә тағы ла нығыраҡ инандым. Шул йылда мине район күҙәтеүсеһе итеп билдәләнеләр, һәм мин ҡәрҙәштәрҙе рухи яҡтан дәртләндерер өсөн йыйылыштарға килеп китә башланым. Ул ваҡытта миңә 27 генә йәш ине. Әлбиттә, мин хаталар яһаным, әммә уларҙан һабаҡтар алырға тырыштым. Ә иң мөһиме, миңә тәжрибәле ҡәрҙәштәрҙең файҙалы кәңәштәре ярҙам итте.

Район хеҙмәтемдең иң башында булған бер осраҡ иҫемә төшә. Мин Париж ҡалаһындағы йыйылышҡа килгән инем. Килеп китеүҙең аҙаҡҡы көнөндә рухи яҡтан етлеккән бер ағай-ҡәрҙәш минән: «Икәүҙән-икәү һөйләшә алабыҙмы?» — тип һораны. «Әлбиттә», — тинем мин. Ул минән: «Луи, берәй йортҡа табип килһә, ул кемде күрергә теләй?» — тип һораны. «Ауырыу кешене», — тип яуап бирҙем мин. «Эйе, шулай, — тине ағай-ҡәрҙәш. — Ә мин шуға иғтибар иттем: һин ваҡытыңдың күп өлөшөн рухи яҡтан һау булған ҡәрҙәштәр менән үткәрәһең, мәҫәлән, йыйылыш күҙәтеүсеһе менән, ә бит беҙҙең йыйылышта төшөнкөлөккә бирелгән, оялсан йә Йәһүәгә яңы ғына хеҙмәт итә башлаған ҡәрҙәштәр ҙә әҙ түгел. Һин уларға ваҡыт бүлһәң, йә уларға төшкө ашҡа барһаң, улар бик шат булыр ине».

Был ҡәҙерле ағай-ҡәрҙәштең зирәк кәңәшенә мин шул хәтлем рәхмәтле булдым! Уның Йәһүә һарыҡтарына ҡарата яратыуы миңә тәьҫир итте. Шуға күрә мин, ғорурлығымды еңеп, уның кәңәшен шунда уҡ ҡуллана башланым. Мин Йәһүәгә ундай ҡәрҙәштәр өсөн бик рәхмәтлемен.

1969 һәм 1973 йылдарҙа мин халыҡ-ара конгрестарҙың делегаттарына ризыҡ әҙерләү өсөн яуаплы инем. Был конгрестар Париж ҡалаһының ситендә, Коломбта үтте. 1973 йылда беҙгә биш көн эсендә яҡынса 60 000 кешене ашатырға кәрәк ине. Ниндәй хистәр кисергәнемде әйтерлек тә түгел! Әммә миңә Ғибрәтле һүҙҙәр 15:22-ләге һүҙҙәр ҡабат ярҙам итте. Мин аҙыҡ-түлек яғынан тәжрибәле һәм рухи яҡтан етлеккән ҡәрҙәштәргә кәңәш һорап мөрәжәғәт иттем. Улар араһында ит һатҡан, йәшелсә үҫтергән, аш бешергән һәм сауҙа эшен алып барған ҡәрҙәштәр бар ине. Бергәләп беҙ был күтәрә алмаҫлыҡ булып күренгән мәсьәләне хәл иттек.

1973 йылда мине ҡатыным менән Франциялағы Вефилгә хеҙмәт итергә саҡырҙылар. Беренсе йөкләмәм еңелдән түгел ине: Африкалағы Камерун иленә баҫмаларыбыҙҙың ебәрелеүен ойошторорға кәрәк ине. Был илдә 1970 йылдан алып 1993 йылға тиклем эшмәкәрлегебеҙ тыйылған ине. Был осраҡта ла мин эшкә ҡайһы яҡтан тотонорға икәнен дә белмәй инем. Филиал күҙәтеүсеһе, күрәһең, быға иғтибар иткән. Ул мине дәртләндерер өсөн былай тине: «Камерундағы ҡәрҙәштәр рухи аҙыҡҡа бик мохтаж. Әйҙә, уларҙы ашатайыҡ!» Беҙ шулай эшләнек тә.

Камерундан килгән ҡәрҙәштәр менән махсус осрашыуҙа (Нигерия. 1973)

Камерундағы өлкәндәр менән осрашыр өсөн, мин бер нисә тапҡыр Камерун янындағы илдәргә барып ҡайттым. Был ҡыйыу һәм зирәк ағай-ҡәрҙәштәр миңә Камерунға рухи аҙыҡты регуляр рәүештә еткереп торорға ярҙам иттеләр. Йәһүә беҙҙең тырышлыҡтарыбыҙҙы фатихаланы: 20 йыл дауамында Камерундағы ҡәрҙәштәр «Күҙәтеү манараһының» һәм «Беҙҙең изге хеҙмәтебеҙҙең» һәр сығарылышын алып торҙо.

Беҙ Анжель менән һәм Камерундан килгән район күҙәтеүселәре үҙ ҡатындары менән (Нигерия. 1977)

ҺӨЙӨКЛӨ ҠАТЫНЫМДАН ӨЙРӘНӘМ

Анжель менән осраша башлағас, мин уның Йәһүәне бөтә йөрәге менән яратҡанын күрҙем, ә өйләнешкәс, мин быға тағы ла нығыраҡ инандым. Анжель беҙҙең бергәләп Аллаға мөмкин тиклем күберәк хеҙмәт итеүебеҙҙе теләй ине. Шуға күрә туйҙан һуң кис ул Йәһүәгә бының тураһында доға ҡылыуымды һораны. Йәһүә был теләгебеҙҙе фатихаланы.

Анжель ярҙамында мин Йәһүәгә тағы ла күберәк таянырға өйрәндем. Бер миҫал килтергем килә. 1973 йылда беҙҙе Вефилгә саҡырғас, мин ҡарар ҡабул итергә ашыҡманым, сөнки район күҙәтеүсеһенең хеҙмәте миңә бик оҡшай ине. Әммә Анжель беҙ тормошобоҙҙо Йәһүәгә бағышлағаныбыҙҙы иҫемә төшөрҙө. «Улай булғас, беҙ Алла ойошмаһы ҡушҡанды башҡарырға тейеш түгелме ни һуң?» — тип һораны ул (Евр. 13:17). Мин быға ҡаршы төшә алманым. Шулай итеп, беҙ Вефилгә хеҙмәт итергә килдек. Минең ҡатыным зирәк һәм аҡыллы, ул Йәһүәне бөтә йөрәктән ярата. Бергә йәшәү дәүерендә уның иҫ киткес сифаттары никахыбыҙҙы нығытып торҙо һәм дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итте.

Беҙ Анжель менән Франциялағы Вефилдең баҡсаһында

Олоғайған сағыбыҙҙа ла Анжель минең ярҙамсым булып тора. Мәҫәлән, ҡайһы бер теократик мәктәптәрҙә уҡыр өсөн инглиз телен белергә кәрәк, шуға күрә беҙ Анжель менән был телде яҡшыраҡ өйрәнергә ҡарар иттек. Бының өсөн беҙ инглиз йыйылышына күсергә булдыҡ. Беҙ ул ваҡытта 70-тән уҙған инек. Инглиз телен өйрәнеү еңел бирелмәне, сөнки ул ваҡытта мин Франциялағы филиал комитетында хеҙмәт итә инем һәм вазифаларым бик күп ине, әммә беҙ Анжель менән бер-беребеҙгә ярҙам итеп торҙоҡ. Хәҙер беҙ, 80 йәштән ашһаҡ та, йыйылыш осрашыуҙарына һаман да инглиз телендә лә, француз телендә лә әҙерләнәбеҙ. Беҙ шулай уҡ осрашыуҙарҙа йышыраҡ ҡатнашырға һәм йыйылыштағы ҡәрҙәштәр менән вәғәзләргә тырышабыҙ. Йәһүә беҙҙең инглиз телен өйрәнер өсөн һалған тырышлыҡтарыбыҙҙы фатихаланы.

Мәҫәлән, 2017 йылда беҙ Йәһүәнән иҫ киткес бүләк алдыҡ. Беҙҙе Анжель менән Филиал комитеты ағзалары һәм уларҙың ҡатындары өсөн мәктәпкә саҡырҙылар. Был мәктәп Паттерсондағы (Нью-Йорк штаты, АҠШ) Күҙәтеү манараһының өйрәтеү үҙәгендә үткәрелә.

Йәһүә — беҙҙең Бөйөк нәсихәтсебеҙ, шуға күрә уның ойошмаһында йәштәр ҙә, ололар ҙа иң яҡшы өйрәтеү ала (Ишағ. 30:20; Ҡан. 4:5—8). Мин шуға иғтибар иттем: Йәһүәне һәм тәжрибәле ҡәрҙәштәрҙе тыңлаған йәштәр рухи яҡтан үҫә һәм Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итә. Ғибрәтле һүҙҙәр 9:9-ҙа бик дөрөҫ әйтелгән: «Зирәккә нәсихәт бирһәң, ул тағы ла зирәгерәк булыр, тәҡүә кешене өйрәтһәң, ул белемен арттырыр».

Ҡайһы ваҡыт мин 60 йыл элек Алжир тауҙарындағы теге ҡурҡыныс төндө иҫемә төшөрәм. Алда көткән фатихаларҙы мин хатта күҙ алдына ла килтермәй инем. Мин башҡаларҙан күп нәмәләргә өйрәндем. Йәһүә беҙгә ҡәнәғәтлек килтергән һәм фатихаларға мул булған тормош бүләк итте, шуға күрә беҙ күктәге Атабыҙҙан һәм уны яратҡан зирәк, тәжрибәле ҡәрҙәштәрҙән артабан да өйрәнергә теләйбеҙ.