Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

22-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Өйрәнеүсегә һыуға сумдырылырға ярҙам итегеҙ

Өйрәнеүсегә һыуға сумдырылырға ярҙам итегеҙ

«Һәр берегеҙ... һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгеҙ» (ҒӘМ. 2:38).

72-СЕ ЙЫР Батшалыҡ хәбәрен иғлан итәбеҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Илсе Петр Иерусалимда йыйылған кешеләргә нимә тигән?

ИЕРУСАЛИМДА төрлө илдәрҙән килгән һәм төрлө телдәрҙә һөйләшкән кешеләр йыйыла. Шул көндө улар унда бер ғәжәп хәл күрә: ябай һәм белемһеҙ йәһүдтәр уларҙың туған телдәрендә һөйләшә башлай! Был хәл кешеләрҙе ғәжәпләндерһә лә, йәһүдтәрҙең һәм илсе Петрҙың әйткән һүҙҙәре уларға нығыраҡ тәьҫир итә. Петр былай ти: «Ғайса Мәсихкә иман итһәгеҙ, ҡотоласаҡһығыҙ». Был һүҙҙәр кешеләрҙең йөрәктәренә үтеп инә һәм улар: «Беҙгә ни эшләргә һуң?» — тип һорай. Ул уларға: «Һәр берегеҙ... һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгеҙ», — ти (Ғәм. 2:37, 38).

Ағай-ҡәрҙәш һәм уның ҡатыны бер йәш егет менән өйрәнеү үткәрә. Егеттең ҡулында «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китап (2-се абзацты ҡарағыҙ.)

2. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр? (Тышлыҡтағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)

2 Был ваҡиға иҫ киткес емештәр килтергән! Шул көндө яҡынса 3 000 кеше, һыуға сумдырылып, Мәсихтең шәкерте булып киткән. Шулай итеп Ғайса үҙенең шәкерттәренә башҡарырға ҡушҡан эшкә нигеҙ һалынған булған, һәм был эш беҙҙең көндәрҙә лә дауам ителә. Эйе, хәҙерге ваҡытта кеше һыуға сумдырылырға әҙер булһын өсөн, уның менән бер нисә сәғәт кенә һөйләшеү етмәй. Ғәҙәттә, быға бер нисә ай, бер йыл йә хатта күберәк ваҡыт кәрәк булырға мөмкин. Шәкерттәр әҙерләү эше күп тырышлыҡтар талап итә һәм өйрәнеү үткәргән ҡәрҙәштәр быны яҡшы белә. Был мәҡәләлә беҙ кешегә Мәсихтең һыуға сумдырылған шәкерте булып китергә ярҙам итер өсөн нимә эшләргә кәрәк икәнен ҡарап сығырбыҙ.

ӨЙРӘНЕҮСЕГӘ БЕЛГӘНДӘРЕН ҠУЛЛАНЫРҒА ЯРҘАМ ИТЕГЕҘ

3. Матфей 28:19, 20-нән күренеүенсә, өйрәнеүсегә һыуға сумдырылыр өсөн нимә эшләргә кәрәк?

3 Һыуға сумдырылыр алдынан өйрәнеүсе Изге Яҙманан белгәндәрен тормошонда ҡулланырға тейеш. (Матфей 28:19, 20-не уҡығыҙ.) Ғайсаның һүҙҙәре буйынса, тик шул саҡта ғына ул, «ерҙе тәрән итеп ҡаҙып, өйөн таш нигеҙ өҫтөнә һалған» аҡыллы кешегә оҡшаш булыр (Матф. 7:24, 25; Лука 6:47, 48). Ә беҙ өйрәнеүсегә Изге Яҙманан белгәндәрен ҡулланырға нисек ярҙам итә алабыҙ? Әйҙәгеҙ, өс кәңәште ҡарап сығайыҡ.

4. Өйрәнеүсегә һыуға сумдырылыу маҡсатына өлгәшергә нисек ярҙам итеп була? (« Өйрәнеүсегеҙгә рухи маҡсаттар ҡуйырға һәм уларға өлгәшергә ярҙам итегеҙ» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)

4 Өйрәнеүсегә маҡсаттар ҡуйырға ярҙам итегеҙ. Ни өсөн был мөһим? Шундай миҫал ҡарап сығайыҡ. Әйтәйек, һеҙ сәйәхәткә йыйынаһығыҙ, ти. Маршрут төҙөгәндә, һеҙ барып етер урынды ғына түгел, ә шулай уҡ сәйәхәт дауамында буласаҡ ҡыҙыҡлы туҡталыштарҙы ла билдәләйһегеҙ. Бының ярҙамында оҙон юл әллә ни йонсотмай. Шуның шикелле, өйрәнеүсе, бәләкәй маҡсаттар ҡуйып, уларға өлгәшһә, һыуға сумдырылыу маҡсаты ла уға өлгәшә алырлыҡ булып күренер. Бының өсөн «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китапта «Маҡсаттар» тигән рамкалар килтерелгән. Дәресте өйрәнгәндән һуң, рамкала килтерелгән маҡсат өйрәнеүсегеҙгә белгәндәрен ҡулланырға нисек ярҙам итә алғаны тураһында фекер алышығыҙ. Өйрәнеүсегеҙ менән өҫтәмә маҡсаттар ҡуйырға булһағыҙ, ул уларҙы «Башҡалары» тигән юлға яҙып ҡуя ала. Был рамка ярҙамында өйрәнеүсегә ҙур һәм бәләкәйерәк маҡсаттар ҡуйырға һәм уларға өлгәшергә ярҙам итегеҙ.

5. Марк 10:17—22 буйынса, Ғайса бай кешегә нимә әйткән һәм ни өсөн?

5 Өйрәнеүсегә тормошонда кәрәкле үҙгәрештәр яһарға ярҙам итегеҙ. (Марк 10:17—22-не уҡығыҙ.) Мәҫәлән, Ғайса бер бай кешегә мөлкәтен һатып ярлыларға таратырға тәҡдим иткән. Ғайса был кешегә бындай аҙым яһарға еңел булмаҫын аңлаған (Марк 10:23). Шулай ҙа тормошонда етди үҙгәрештәр яһарға кәрәклеге тураһында асыҡ әйткән. Ни өсөн? Сөнки Ғайса ул кешене яратҡан. Ҡайһы саҡта беҙ, өйрәнеүсе үҙгәрергә әҙер түгел, тип уйлайбыҙ, шуға күрә уны етди аҙымдар яһарға дәртләндермәйбеҙ. Әлбиттә, өйрәнеүсе, тамырланған ғәҙәттәренән арынып, «яңы кеше булып» кейенһен өсөн күпмелер ваҡыт талап ителә (Кол. 3:9, 10). Әммә беҙ уның менән бының тураһында мөмкин тиклем иртәрәк һөйләшә башлаһаҡ, ул, моғайын, был үҙгәрештәрҙе тиҙерәк яһар. Шулай эшләп, һеҙ уның тураһында ҡайғыртҡанығыҙҙы күрһәтерһегеҙ (Зәб. 141:5; Ғиб. һүҙ. 27:17).

6. Ни өсөн кешенең ҡарашын белер өсөн һорауҙар бирергә кәрәк?

6 Өйрәнеүсене өйрәнеү ваҡытында үҙенең фекерҙәре менән бүлешергә дәртләндерегеҙ. Уның нимәгә ышанғанын һәм материалды аңлаймы, юҡмы икәнен белер өсөн һорауҙар бирегеҙ. Өйрәнеүсегеҙгә регуляр рәүештә ундай һорауҙар бирһәгеҙ, сетерекле һорауҙы ла ҡарап сығыу күпкә еңелерәк булыр. Кешенең ҡарашын белергә ярҙам иткән һорауҙар «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китапта йыш ҡулланыла. Мәҫәлән, 4-се дәрестә «Һинеңсә, һин Йәһүәнең исемен ҡулланғанда, ул нимә хис итә?», ә 9-сы дәрестә «Һин нимә тураһында доға ҡылырға теләр инең?» тигән һорауҙар килтерелә. Башта өйрәнеүсегә шундай һорауҙарға яуап биреүе еңел булмаҫҡа мөмкин. Шуға күрә килтерелгән аяттар һәм рәсемдәр ҡаралған тема менән нисек бәйле икәне тураһында уйланырға өйрәтегеҙ.

7. Кешене өйрәткәндә, тормоштан алынған миҫалдар нисек ярҙам итә ала?

7 Өйрәнеүсенең үҙгәрештәр яһарға теләге булһын өсөн, тормоштан алынған миҫалдар килтереп була. Мәҫәлән, өйрәнеүсегә йыйылыш осрашыуҙарына регуляр рәүештә йөрөүе ауыр, ти. Шул саҡта уға 14-се дәрестә «Өҫтәмә мәғлүмәт» тигән рамкала килтерелгән «Йәһүә минең турала ҡайғыртып торҙо» тигән видеояҙманы күрһәтергә була. Шундай видеояҙмаларға һылтанмалар китаптың күп дәрестәрендә килтерелә. Һеҙ уларҙы шундай уҡ рамкаларҙа йәки китаптың «Күберәк бел» тигән өлөшөндә таба алаһығыҙ *. Өйрәнеүсегеҙҙе башҡалар менән сағыштырмағыҙ һәм уға, ул эшләй алған икән, һин дә эшләй алаһың, тип әйтмәгеҙ. Өйрәнеүсе ундай фекергә үҙе килһен. Бының өсөн видеояҙмалағы кешегә үҙгәрештәр яһарға нимә ярҙам иткәненә иғтибар итегеҙ. Мәҫәлән, бындай һорауҙар ҡулланып фекер алышығыҙ: уға ниндәй аяттар ярҙам иткән? ул алған белемдәрен үҙ тормошонда нисек ҡулланған? Йәһүә уға нисек ярҙам иткән?

8. Беҙ өйрәнеүсенең йөрәгендә Йәһүәгә ҡарата яратыу нисек үҫтерә алабыҙ?

8 Өйрәнеүсегә Йәһүәне яратырға ярҙам итегеҙ. Бының өсөн Йәһүәнең күркәм сифаттарына иғтибар итер өсөн һәр мөмкинлекте ҡулланығыҙ. Өйрәнеүсегә бындай фекерҙәрҙе аңларға ярҙам итегеҙ: Йәһүә — бәхетле Алла һәм ул үҙенең хеҙмәтселәрен нығыта; Изге Яҙмалағы белемдәрҙе ҡулланыу файҙа килтерә, һәм был Йәһүәнең яратыуын күрһәтә (1 Тим. 1:11; Евр. 11:6; Ишағ. 48:17, 18). Өйрәнеүсе Йәһүәне нығыраҡ яратҡан һайын, кәрәкле үҙгәрештәрҙе теләберәк яһар (1 Яхъя 5:3).

ӨЙРӘНЕҮСЕГЕҘҘЕ ЙЫЙЫЛЫШТАҒЫ ҠӘРҘӘШТӘР МЕНӘН ТАНЫШТЫРЫҒЫҘ

9. Марк 10:29, 30-ҙағы һүҙҙәр һыуға сумдырылырға теләгән өйрәнеүсене нисек нығыта ала?

9 Һыуға сумдырылыр өсөн өйрәнеүсегә ҡайһы бер ҡорбандарға барырға тура килер. Бәлки, өйрәнеүсегеҙ, Ғайса менән һөйләшкән бай кеше һымаҡ, һайлау алдында торалыр. Бәлки, уға ниндәйҙер матди ҡорбандарға барырға, мәҫәлән, Изге Яҙмалағы принциптарға ҡаршы килгән эште алмаштырырға тура килер. Күптәргә Йәһүәне яратмаған дуҫтарын ҡалдырырға кәрәк була. Ә кемдер Йәһүә шаһиттарын күрә алмаған туғандарының ҡаршылыҡтары менән осраша. Ғайса шундай ҡорбандарға барыу еңел булмаясағын таныған. Әммә ул шуны вәғәҙә иткән: уның артынан эйәргәндәр быға бер ваҡытта ла үкенмәйәсәк һәм ҡайғыртыусан рухи ғаиләгә ҡушыласаҡ. (Марк 10:29, 30-ҙы уҡығыҙ.) Һеҙ өйрәнеүсегеҙгә был ғаиләнең өлөшө булып китергә нисек ярҙам итә алаһығыҙ?

10. Мануэлдең осрағы һеҙҙе нимәгә өйрәтә?

10 Өйрәнеүсегеҙ менән дуҫлашығыҙ. Өйрәнеүсегеҙ менән эскерһеҙ ҡыҙыҡһынығыҙ. Мексиканан Мануэль былай ти: «Минең менән Изге Яҙма өйрәнеү үткәргән ағай-ҡәрҙәш һәр өйрәнеү алдынан хәлемде һораша торғайны. Бының ярҙамында мин үҙемде иркен тойҙом һәм уның менән төрлө темаларға һөйләшә алдым. Ул минең хаҡта ҡайғырта икәнен күрә торғайным».

11. Өйрәнеүселәр менән ваҡыт үткәреү уларға ниндәй файҙа килтерер?

11 Ғайса һымаҡ, һеҙ ҙә өйрәнеүселәрегеҙгә ваҡыт бүлегеҙ. Әгәр ул рухи яҡтан үҫә башлаһа, уны сәй эсеп алырға йәки төшкө ашҡа ҡунаҡҡа саҡырырға була (Яхъя 3:22). Шулай уҡ уның менән бергә телевидениебыҙҙағы айлыҡ сығарылышты ҡарай алаһығыҙ. Бигерәк тә донъяуи байрамдар ваҡытында өйрәнеүсе ундай саҡырыуҙы бик ҡәҙерләр, сөнки ул үҙен яңғыҙ итеп хис итергә мөмкин. Угандала йәшәгән Казибве былай тип иҫенә төшөрә: «Мин Йәһүә тураһында өйрәнеү ваҡытында ғына түгел, ә өйрәнеү үткәргән ҡәрҙәш менән аралашҡанда ла бик күп белдем. Мин Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәре тураһында ҡайғыртҡанын һәм уларҙың ни тиклем бәхетле икәнен күрҙем. Тап ошондай тормошто мин эҙләгән инем дә!»

Өйрәнеүгә төрлө ҡәрҙәштәрҙе саҡырһағыҙ, өйрәнеүсегә йыйылыш осрашыуҙарына йөрөүе еңелерәк булыр (12-се абзацты ҡарағыҙ.) *

12. Ни өсөн өйрәнеүгә төрлө ҡәрҙәштәрҙе саҡырырға кәрәк?

12 Өйрәнеүгә төрлө ҡәрҙәштәрҙе саҡырығыҙ. Бер яҡтан өйрәнеүгә үҙең генә йә бер үк ҡәрҙәш менән барыу уңайлы һымаҡ күренергә мөмкин. Әммә өйрәнеүгә төрлө вәғәзселәрҙе саҡырыу өйрәнеүсегә күберәк файҙа килтерер. Молдовала йәшәгән Дмитрий исемле ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Һәр ҡәрҙәш, тема буйынса нәмәлер аңлатҡанда, үҙе өсөн яҡын булған миҫалдар килтерә. Был миңә өйрәнгән материалға киңерәк ҡарарға ярҙам итте. Өҫтәүенә, осрашыуға беренсе тапҡыр килгәндә, мин әллә ни борсолманым, сөнки унда күптәрҙе инде белә инем».

13. Ни өсөн беҙгә өйрәнеүсене йыйылыш осрашыуҙарына йөрөргә дәртләндерергә кәрәк?

13 Өйрәнеүсене йыйылыш осрашыуҙарына йөрөргә дәртләндерегеҙ. Ни өсөн был мөһим? Сөнки Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренең бергә йыйылыуын талап итә. Йыйылыш осрашыуҙары — ғибәҙәт ҡылыуыбыҙҙың айырылғыһыҙ өлөшө (Евр. 10:24, 25). Өҫтәүенә, ҡәрҙәштәребеҙ — беҙҙең рухи ғаиләбеҙ. Осрашыуҙарҙа беҙ үҙебеҙҙе туғандар менән өйҙә өҫтәл артында ултырғандай хис итәбеҙ. Өйрәнеүсене осрашыуҙарға йөрөргә дәртләндереп, һеҙ уға һыуға сумдырылырға алып барған юлда мөһим аҙым яһарға ярҙам итәһегеҙ. Әммә был аҙым барыһына ла еңел бирелмәй. Ундай өйрәнеүселәргә «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китап ҡайһы яҡтан файҙалы булыр?

14. Өйрәнеүселәрҙе йыйылыш осрашыуҙарына йөрөргә нисек дәртләндереп була?

14 Осрашыуҙарға йөрөүҙең мөһимлеге был китаптың 10-сы дәресендә ҡарала. Был китап баҫтырылып сыҡҡанға тиклем, тәжрибәле вәғәзселәрҙе китапта килтерелгән материалды ҡулланып ҡарарға һәм уның ни тиклем уңышлы икәнен баһаларға һорағандар. Ҡәрҙәштәр был дәрестең ысынлап та эффектив булғаны тураһында әйткән. Әлбиттә, кешене осрашыуға саҡырыр өсөн 10-сы дәресте көтөргә кәрәкмәй. Быны иртәрәк тә эшләп була. Өйрәнеүсене осрашыуҙарға, бәлки, бер тапҡыр ғына саҡырыу етмәҫ, уны артабан да саҡырырға кәрәк булыр. Һәр өйрәнеүсенең үҙ ауырлыҡтары тыуырға мөмкин, шуға күрә уға, осрашыуҙарға йөрөргә нимә ҡамасаулағанын иҫәпкә алып, ниндәй ғәмәли ярҙам күрһәтә алғанығыҙ тураһында уйланығыҙ. Ул шунда уҡ осрашыуҙарға йөрөй башламаһа, борсолмағыҙ. Түҙемле булығыҙ һәм бирешмәгеҙ.

ӨЙРӘНЕҮСЕГӘ ҠУРҠЫУҘЫ ЕҢЕРГӘ ЯРҘАМ ИТЕГЕҘ

15. Өйрәнеүсенең ниндәй ҡурҡыуҙары булырға мөмкин?

15 Һеҙ Йәһүә шаһиты булып китергә ҡурҡҡанығыҙҙы хәтерләйһегеҙме? Бәлки, бер ҡасан да вәғәзләй алмаҫмын, тип ҡурҡҡанһығыҙҙыр. Ә, бәлки, туғандарығыҙ һәм дуҫтарығыҙ һеҙҙең һайлауығыҙға ҡаршы булыр тип борсолғанһығыҙҙыр. Әгәр шулай булһа, һеҙ өйрәнеүсегеҙҙең хистәрен яҡшы аңлайһығыҙҙыр. Ғайса кешеләр өсөн ундай ҡурҡыу тәбиғи булғанын таныған. Шулай ҙа ул шәкерттәрен ҡурҡыуға бирелмәҫкә һәм Йәһүәгә хеҙмәт итергә дәртләндергән (Матф. 10:16, 17, 27, 28). Ғайса нисек итеп шәкерттәренә ҡурҡыуҙы еңергә ярҙам иткән? Һәм беҙ унан нисек өлгө ала алабыҙ?

16. Өйрәнеүсене шаһитлыҡ бирергә нисек өйрәтеп була?

16 Өйрәнеүсене башҡаларға иманы тураһында һөйләргә өйрәтегеҙ. Ғайса үҙ шәкерттәрен беренсе тапҡыр вәғәзләргә ебәргәндә, улар бик тулҡынланғандыр. Уларға нимә ярҙам иткән? Ғайса уларға ҡайҙа барырға һәм нимә һөйләргә кәрәклеген аңлатып биргән. Беҙ унан нимәгә өйрәнә алабыҙ? Өйрәнеүсегеҙгә уның кемгә вәғәзләй алғанын аңлатығыҙ. Мәҫәлән, Изге Яҙмалағы берәй хәҡиҡәтте ҡарап сыҡҡас, таныштарыңдың кемеһенә был файҙалы булыр ине, тип һорағыҙ. Унан һуң уға әҙерләнергә ярҙам итегеҙ. Мәҫәлән, һеҙ үҙегеҙ был хәҡиҡәтте нисек ябай итеп аңлатыр инегеҙ? Быны уға күрһәтегеҙ. Өйрәнеүсегеҙ менән бергә репетиция яһағыҙ. Әҙерләнгәндә, «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китаптың «Ҡайһы берәүҙәр былай ти» һәм «Ҡайһы берәүҙәр былай тип һорарға мөмкин» тигән рамкаларын ҡулланығыҙ. Шулай уҡ Изге Яҙманы ҡулланырға һәм әҙәпле булырға өйрәтегеҙ.

17. Беҙ өйрәнеүселәрҙең Йәһүәгә ышанысын нисек нығыта алабыҙ? (Матфей 10:19, 20, 29—31).

17 Өйрәнеүсегеҙҙе Йәһүәгә таянырға өйрәтегеҙ. Ғайса үҙенең шәкерттәрен Йәһүнең яратыуына һәм уларға ярҙам итәсәгенә ышандырған. (Матфей 10:19, 20, 29—31-ҙе уҡығыҙ.) Һеҙ ҙә өйрәнеүсене Йәһүәнең ҡалдырмаясағына ышандырығыҙ. Уның менән бергә доға ҡылғанда, маҡсаттары тураһында әйтегеҙ, шул саҡта уға Йәһүәгә таянырға еңелерәк булыр. Польшала йәшәгән Францишек былай ти: «Минең менән өйрәнеү үткәргән ағай-ҡәрҙәш минең хаҡта, маҡсаттарына ирешә алһын тип, йыш доға ҡылды. Мин Йәһүәнең шул доғаларға яуап биргәнен күрҙем, шуға үҙем дә доға ҡыла башланым. Конгресҡа һәм йыйылыш осрашыуҙарына эштән һорап китергә тура килгәндә, Йәһүәнең ярҙамын тойҙом».

18. Шәкерттәр әҙерләү эше Йәһүәлә ниндәй хистәр уята?

18 Йәһүә Изге Яҙманы өйрәнгән кешеләр хаҡында ҡайғырта. Ул шулай уҡ шул өйрәнеүсегә рухи яҡтан үҫергә ярҙам иткән вәғәзселәрҙең тырышлыҡтарын ҡәҙерләй. Йәһүә ундай фиҙаҡәр уҡытыусыларҙы бик ярата (Ишағ. 52:7). Әгәр беҙ хәҙер өйрәнеү үткәрмәһәк тә, ҡәрҙәштәрҙең өйрәнеүҙәрендә булғанда, был мәҡәләлә килтерелгән кәңәштәрҙе ҡулланып, беҙ өйрәнеүселәргә рухи яҡтан үҫергә һәм һыуға сумдырылырға ярҙам итә алабыҙ.

60-СЫ ЙЫР Яҡшы хәбәр йәшәү бирә

^ 5 абз. Был мәҡәләлә беҙ Ғайсаның нисек итеп кешеләргә үҙенең шәкерттәре булып китергә ярҙам иткәнен һәм беҙгә ниндәй үрнәк ҡалдырғанын белербеҙ. Шулай уҡ «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән яңы китаптың ҡайһы бер нескәлектәрен ҡарап сығырбыҙ. Был китап Изге Яҙманы өйрәнеүселәргә рухи яҡтан үҫергә һәм һыуға сумдырылырға ярҙам итеү маҡсаты менән баҫтырылған.

^ 7 абз. Тормоштан алынған миҫалдарҙы «Йәһүә шаһиттарының баҫмалары буйынса белешмә» тигән баҫмала (тат.), «Изге Яҙма» тигән бүлектә, «Файҙа» тигән өҫтәмә исемдә, «Изге Яҙма тормошто үҙгәртә» («Күҙәтеү манараһының» рубрикаһы) тигән өлөштә табып була, йә JW Library® ҡушымтаһында, «Мультимедия» тигән бүлексәлә, «Интервьюлар һәм осраҡтар» тигән өлөштә табып була.

^ 62 абз. РӘСЕМДӘР: ағай-ҡәрҙәш һәм уның ҡатыны йәш егет менән Изге Яҙма өйрәнеүе үткәрә. Шулай уҡ ул өйрәнеүгә башҡа ағай-ҡәрҙәштәрҙе лә саҡыра.