Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

27-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәһүәнең сыҙамлығын өлгө итеп алығыҙ

Йәһүәнең сыҙамлығын өлгө итеп алығыҙ

«Сыҙамлығығыҙ менән ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалырһығыҙ» (ЛУКА 21:19).

114-СЕ ЙЫР «Сабыр булығыҙ»

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. Ишағыя 65:16, 17-лә яҙылған һүҙҙәр беҙҙе нисек нығыта ала?

«БИРЕШМӘГЕҘ!». 2017 йылда үткән региональ конгресс тап шулай аталған ине. Был конгрестың программаһы беҙгә көс өҫтәне һәм ауырлыҡтарыбыҙҙы нисек еңеп булғанын күрһәтте. Инде дүрт йыл үтте, ә беҙ һаман да был яуыз донъяла йәшәйбеҙ.

2 Һуңғы йылдар һеҙгә ниндәй ауырлыҡтар килтерҙе? Бәлки, һеҙ туғанығыҙҙы йә дуҫығыҙҙы юғалтҡанһығыҙҙыр. Ә, бәлки, һеҙгә ҡурҡыныс диагноз ҡуйғандарҙыр. Йәки һеҙ оло йәшкә бәйле ауырлыҡтар кисерәһегеҙҙер. Йәки тәбиғәт афәте, енәйәтселек һәм эҙәрләүҙәрҙән интегәһегеҙҙер. Коронавирус пандемияһы ла һеҙгә ауырлыҡтар өҫтәгәндер. Беҙ был бар ауырлыҡтар үтеп китер көндө зарығып көтәбеҙ. Киләсәктә бәлә-ҡазалар ҙа, улар менән бәйле ауыр хәтирәләр ҙә юҡ буласаҡ. (Ишағыя 65:16, 17-не * уҡығыҙ.)

3. Беҙ нимә эшләргә тейеш һәм ни өсөн?

3 Был донъя беҙҙе йәлләмәй, ә киләсәктә беҙ тағы ла ҙурыраҡ һынауҙар менән осрашырға мөмкин (Матф. 24:21). Шуға күрә беҙгә сыҙамлығыбыҙҙы артабан да нығытырға кәрәк. Ни өсөн был мөһим икәнен Ғайса Мәсих былай тип аңлатҡан: «Сыҙамлығығыҙ менән ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалырһығыҙ» (Лука 21:19). Беҙҙекенә оҡшаш ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан хеҙмәтселәрҙең миҫалдары тураһында уйланһаҡ, сыҙамлығыбыҙҙы нығытырбыҙ.

4. Ни өсөн Йәһүә сыҙамлыҡ сағылдырыуҙа иң яҡшы үрнәк күрһәтә тип әйтеп була?

4 Сыҙамлыҡ сағылдырыуҙа кем иң яҡшы үрнәк күрһәтә? Бәлки, һеҙ ғәжәпләнерһегеҙ, әммә был — Йәһүә Алла. Шуның тураһында уйлап ҡарағыҙ: Шайтандың идараһы арҡаһында бөтөн донъя проблемаларға батҡан. Йәһүә бар проблемаларҙы хәҙер үк хәл итә ала, әммә үҙе билдәләгән көндө көтә (Рим. 9:22). Ә билдәләнгән ваҡыт килеп еткәнсе, Алла сыҙамлыҡ сағылдыра. Әйҙәгеҙ, Йәһүә түҙгән туғыҙ проблемаға иғтибар итәйек.

ЙӘҺҮӘНЕҢ СЫҘАМЛЫҒЫН НИМӘ ҺЫНАЙ?

5. Алланың исеменә нисек тап төшөрөлгән, һәм был һеҙҙә ниндәй хистәр тыуҙыра?

5 Исеменең хурланыуы. Йәһүә үҙ исемен бик ярата һәм бөтә кешеләрҙең үҙенең исеменә ҡарата ихтирамлы булыуҙарын теләй (Ишағ. 42:8). Әммә инде 6 000 йыл дауамында Йәһүәнең исеменә яла яғалар (Зәб. 74:10, 18, 23). Барыһы ла Эден баҡсаһында башланған. Унда Иблис (был һүҙ «яла яғыусы» тигәнде аңлата) Йәһүәне Әҙәм менән Һауаға бәхетле булыр өсөн кәрәклеһен бирмәүҙә ғәйепләгән (Баш. 3:1—5). Шундай уҡ нигеҙһеҙ ғәйепләүҙәрҙе Йәһүәгә һаман да тағалар. Кешеләрҙең Алла исеменә ҡарата ихтирамһыҙ булыуы Ғайсаны бик күңелһеҙләндергән. Шуға күрә ул үҙенең шәкерттәрен былай тип доға ҡылырға өйрәткән: «Күктәге Атабыҙ! Исемең мөҡәддәс тип танылһын» (Матф. 6:9).

6. Йәһүәнең идара итергә хоҡуғы бармы, юҡмы икәнен билдәләр өсөн, ни өсөн күп ваҡыт кәрәк булған?

6 Уның хакимлығына ҡаршы күтәрелгән фетнә. Күк менән ер өҫтөнән идара итергә Йәһүә генә хоҡуҡлы һәм уның идараһы иң яҡшы (Асыл. 4:11). Ләкин Шайтан Иблис, фәрештәләрҙе һәм кешеләрҙе алдап, Алланың ундай хоҡуғы юҡ, тип ышандырырға маташа. Йәһүәнең идара итергә хоҡуғы бармы, юҡмы тигән һорауҙы сисер өсөн күп ваҡыт кәрәк булған. Алла, зирәклек сағылдырып, кешеләргә етерлек ваҡыт биргән. Шулай итеп, кешеләрҙең Аллаһыҙ уңышлы була алмағаны асыҡ күренгән (Ирем. 10:23). Алланың түҙемлеге ярҙамында был һорау бер тапҡыр һәм мәңгегә хәл ителәсәк. Йәһүәнең иң яҡшы идарасы икәненә һәм уның Батшалығы ергә ысын тыныслыҡ килтерәсәгенә инде бер кемдең дә шиктәре ҡалмаҫ.

7. Йәһүәгә ҡаршы кем фетнә күтәргән, һәм Йәһүә улар менән нимә эшләйәсәк?

7 Балаларының фетнәһе. Йәһүә үҙенең балаларын — фәрештәләрҙе лә, кешеләрҙе лә — камил итеп барлыҡҡа килтергән. Әммә һуңыраҡ бер фәрештә, фетнә күтәреп, Шайтан булып киткән (был һүҙ «дошман» тигәнде аңлата). Ул беренсе камил кешеләрҙе лә, Әҙәм менән Һауаны, Йәһүәгә ҡаршы фетнә күтәрергә ҡотортҡан. Ваҡыт үтеү менән был фетнәгә башҡа фәрештәләр һәм кешеләр ҡушылған (Йәһ. 6). Хатта Алланың һайлап алынған халҡы, израилдәр ҙә, унан ваз кисеп, ялған илаһтарға табына башлаған (Ишағ. 63:8, 10). Әлбиттә, уларҙың хыянат итеүе Йәһүәгә әрнеү килтергән. Әммә Йәһүә бирешмәгән, ул фетнәселәрҙе юҡ итеү өсөн билдәләнгән көнгә тиклем түҙемлек сағылдырасаҡ. Алланың ошо яуыз донъяла интегеп йәшәгән хеҙмәтселәре өсөн был бәхетле көн буласаҡ!

8, 9. Йәһүә хаҡында ниндәй ялған таратыла, һәм беҙ шул ғәйепләүҙәрҙең нигеҙһеҙ икәнен нисек иҫбатлай алабыҙ?

8 Шайтандың бөтмәҫ ялғаны. Шайтан тәҡүә Әйүпте, Аллаға үҙ файҙаһын эҙләп кенә хеҙмәт итә, тип ғәйепләгәндә, асылда, Йәһүәнең бөтә хеҙмәтселәрен күҙ уңында тотҡан (Әйүп 1:8—11; 2:3—5). Шайтан һаман да Алланың хеҙмәтселәрен ғәйепләй (Асыл. 12:10). Әммә беҙ, тормошобоҙҙа булған ауырлыҡтарға һәм һынауҙарға ҡарамаҫтан, Йәһүәне яратһаҡ һәм уға тоғро булһаҡ, Шайтандың ялғансы булғанын раҫларбыҙ. Шул саҡта Алла, Әйүпте сыҙамлығы өсөн фатихалаған һымаҡ, беҙҙе лә фатихалаясаҡ (Яҡ. 5:11).

9 Шайтан, дин етәкселәрен ҡулланып, Алла аяуһыҙ һәм кешеләрҙе ғазаплай тигән ялған фекер тарата. Мәҫәлән, балалар үлгәндә, ҡайһы бер руханиҙар, Аллаға күктә күберәк фәрештәләр кәрәк булғанға, ул балаларҙы үҙенә ала, тип өйрәтә. Ниндәй ҡот осҡос яла яғыу! Әлдә беҙ дөрөҫөн беләбеҙ. Әгәр ҡаты ауырып китһәк йә яҡыныбыҙҙы юғалтһаҡ, беҙ бер ҡасан да Алланы ғәйепләмәҫбеҙ. Беҙ Йәһүәнең ауырыған кешеләрҙе һауыҡтырасағына һәм үлгән кешеләрҙе терелтәсәгенә һис тә шикләнмәйбеҙ. Һәм беҙ бөтә кешеләрҙең дә Йәһүәнең ниндәй ҡайғыртыусан Алла икәнен белеүҙәрен теләйбеҙ. Кешеләргә бының тураһында һөйләп, беҙ Йәһүәгә Шайтандың ғәйепләүҙәренә яуап ҡайтарырға мөмкинлек бирәбеҙ (Ғиб. һүҙ. 27:11).

10. Зәбур 22:23, 24-тәге һүҙҙәр Йәһүә тураһында нимәне асыҡлай?

10 Ҡәҙерле хеҙмәтселәренең яфа сигеүе. Йәһүә беҙҙе бик ҡыҙғана. Ул эҙәрләүҙәр, ауырыуҙар һәм етешһеҙлектәребеҙ арҡаһында нисек интеккәнебеҙҙе белә. (Зәбур 22:23, 24-те * уҡығыҙ.) Йәһүә әрнеүебеҙҙе тоя, ул уны бөтөрөргә теләй һәм, һис шикһеҙ, быны эшләйәсәк. (Сығыш 3:7, 8; Ишағыя 63:9 менән сағыштырығыҙ.) Йәһүә киләсәк тураһында бындай вәғәҙә бирә: «Алла уларҙың күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк. Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ» (Асыл. 21:4).

11. Йәһүә үҙенең үлгән хеҙмәтселәренә нисек ҡарай?

11 Яҡын дуҫтарын юҡһыныу. Йәһүә үҙенең үлгән тоғро хеҙмәтселәрен бик һағына һәм улар менән яңынан осрашырға теләй (Әйүп 14:15). Йәһүәнең үҙ дуҫы Ибраһимды ни тиклем ныҡ һағынғанын күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы? (Яҡ. 2:23). «Йөҙгә-йөҙ ҡарап» һөйләшкән Мусаны ла ул бик юҡһына (Сығ. 33:11). Йәһүә шулай уҡ Дауытты һәм үҙ хистәрен матур мәҙхиәләрҙә яҙған башҡа хеҙмәтселәрен дә күрергә бик теләй (Зәб. 104:33). Уларҙың үлгәненә инде күп йылдар үтһә лә, Йәһүә һаман да уларҙы онотмай (Ишағ. 49:15). Ул уларҙың һәр нескәлектәрен хәтерләй. Хатта Изге Яҙмала, улар «Алла өсөн бөтөнөһө лә тере», тип әйтелгән (Лука 20:38). Тиҙҙән Йәһүә уларҙы терелтәсәк. Үленән терелгәс, улар яңынан Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыр, һәм Йәһүә уларҙың эскерһеҙ доғаларын тыңлар. Үлем беҙҙең яҡыныбыҙҙы алып киткән булһа, Йәһүәнең хистәре тураһында белеү беҙҙе бик йыуата.

12. Был һуңғы көндәрҙә Йәһүәне айырыуса нимә күңелһеҙләндерә?

12 Донъяла хөкөм һөргән яуызлыҡ. Йәһүә Эден баҡсаһында күтәрелгән фетнә күп ғазаптар килтерәсәген һәм, барыһы ла яйға һалынғансы, оҙаҡ ваҡыт үтәсәген белгән. Йәһүә донъяла киң таралған яуызлыҡты, ғәҙелһеҙлекте һәм көс ҡулланыуҙы күрә алмай. Кешеләр етемдәрҙе, тол ҡатындарҙы йә көсһөҙҙәрҙе йәберләгәндә, Йәһүәнең йөрәге һыҡрана (Зәк. 7:9, 10). Ә уның тоғро хеҙмәтселәрен кәмһетһәләр һәм төрмәгә ултыртһалар, ул бигерәк тә ныҡ борсола. Шикләнмәгеҙ, Йәһүә үҙе менән бергә ауырлыҡтарҙа сыҙамлыҡ сағылдырған хеҙмәтселәрен бик ярата!

13. Кешелек ни тиклем ныҡ аҙған, һәм Йәһүә нимә эшләйәсәк?

13 Әхлаҡ нормаларының түбәнәйеүе. Аллаға оҡшатып барлыҡҡа килтерелгән кешеләрҙе юлдан яҙҙырыу Шайтан Иблискә бик оҡшай. Нух көндәрендә «ер йөҙөндә кешеләр бик ныҡ аҙған... Раббы ерҙә кешене яратыуына үкенде һәм йөрәге әрнене», — тип әйтелә Изге Яҙмала (Баш. 6:5, 6, 11). Шул көндәрҙән алып хәл яҡшырғанмы? Әлбиттә, юҡ. Донъя әхлаҡһыҙлыҡҡа батҡан. Кешеләр, Шайтанды һөйөндөрөп, никахҡа тиклем яҡынлыҡ ҡыла, тормош иптәштәренә хыянат итә һәм гомосексуаль мөнөсәбәттәргә керә (Ефес. 4:18, 19). Ә инде Йәһүәнең хеҙмәтсеһен етди гонаһҡа этәрһә, Шайтан бигерәк тә ҡыуана. Йәһүә билдәләнгән көндө аҙғынлыҡҡа батҡан һәм үҙгәрергә теләмәгән кешеләрҙе юҡ итәсәк. Шулай итеп ул әхлаҡһыҙлыҡты ни тиклем нәфрәт иткәнен күрһәтер.

14. Кешеләр тәбиғәткә һәм хайуандарға ниндәй зыян килтерә?

14 Кешеләрҙең ерҙе һәләк итеүе. «Кешенең башҡа кеше өҫтөнән хакимлыҡ итеүе зыян ғына» килтерә, әммә кешеләр бының менән генә сикләнмәй (Вәғ. 8:9). Улар шулай уҡ ерҙе һәм тәбиғәтте һәләк итә. Ә бит Йәһүә кешеләргә ер тураһында ҡайғыртырға әмер биргән (Баш. 1:28). Ғалимдар хафаға төшә, сөнки уларҙың иҫәпләүенсә, кешеләрҙең эшмәкәрлеге арҡаһында бер нисә йылдан һуң бер миллиондан ашыу хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең төрҙәре юҡҡа сығырға мөмкин. Бәхеткә ҡаршы, «ерҙе һәләк итеүселәрҙең үҙҙәрен һәләк итеү ваҡыты» бик яҡын. Эйе, тиҙҙән Йәһүә ерҙә ожмах урынлаштырасаҡ (Асыл. 11:18; Ишағ. 35:1).

ЙӘҺҮӘНЕҢ СЫҘАМЛЫҒЫНАН НИМӘГӘ ӨЙРӘНЕП БУЛА?

15, 16. Йәһүә кеүек сыҙам булырға беҙгә нимә ярҙам итер? Миҫал килтерегеҙ.

15 Меңәрләгән йылдар дауамында Йәһүәгә күпме ауыртыу кисерергә тура килгәне хаҡында уйлап ҡына ҡарағыҙ. (« Йәһүәнең сыҙамлығын нимә һынай?» тигән рамканы ҡарағыҙ.) Йәһүә был яуыз донъяны инде күптән юҡ итә алыр ине, әммә ул был донъяға әле йәшәргә мөмкинлек бирә, һәм беҙ уға түҙемлеге өсөн рәхмәтлебеҙ. Әйҙәгеҙ, бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Ир менән ҡатын бала тыуыуын көтә. Әммә улар баланың ауырыу булып тыуасағын һәм оҙаҡ йәшәмәйәсәген белеп ҡала. Был күп ауырлыҡтар менән бәйле булһа ла, атай менән әсәй баланың тыуыуына шатлана. Баланы ныҡ яратҡанға, улар барыһына ла түҙергә әҙер һәм уға иң яҡшыһын бирергә теләй.

16 Шуның шикелле Әҙәм менән Һауаның тоҡомдары ла камил түгел. Шулай ҙа Йәһүә уларҙы ярата һәм улар хаҡында ҡайғырта (1 Яхъя 4:19). Әммә был миҫалда килтерелгән атай-әсәйҙән айырмалы булараҡ, Йәһүә тыуған хәлде төҙәтә ала. Ул кешеләрҙең ғазаптарын бөтөрөр көндө һәм сәғәтте билдәләп ҡуйған (Матф. 24:36). Йәһүәнең яратыуы тураһында уйланыу беҙгә, был көн килеп еткәнсе, бирешмәҫкә ярҙам итә.

17. Еврейҙарға 12:2, 3-тә яҙылған һүҙҙәр беҙгә нисек көс өҫтәй ала?

17 Сыҙам булыуҙа Йәһүә иң яҡшы үрнәк күрһәтә. Ғайса Мәсих тә, Йәһүәнән өлгө алып, был сифатты камил рәүештә сағылдыра. Ерҙә хеҙмәт иткәндә, Ғайса хурлыҡ менән кәмһетелеүҙәргә дусар булған һәм беҙҙең хаҡҡа яфаланыу бағанаһында үлгән. (Еврейҙарға 12:2, 3-тө * уҡығыҙ, ЯДТ.) Һис шикһеҙ, Йәһүәнең сыҙам булыуы Ғайсаға барыһына ла түҙергә көс биргән. Йәһүәнең үрнәге беҙҙе лә нығыта ала.

18. 2 Петр 3:9 буйынса, Йәһүәнең түҙемлеге ярҙамында нимә мөмкин?

18 2 Петр 3:9-ҙы уҡығыҙ. Йәһүә был яуыз донъяны ҡасан юҡ итергә икәнлеген яҡшы белә, ә әлегә Йәһүәнең түҙемлеге миллионлаған кешегә уға табынырға һәм уны данларға мөмкинлек бирә. Уларҙың һәр береһе Йәһүәгә ваҡыт биргәне өсөн рәхмәтле, сөнки бының ярҙамында улар донъяға килде, хәҡиҡәтте белеп Йәһүәне яратты һәм уға үҙ тормоштарын бағышланы. Бихисап күп халыҡ был яуыз донъяны кисереп сыҡҡас, Йәһүәнең түҙемлеге бушҡа булмағаны ап-асыҡ күренәсәк!

19. Беҙ тәүәккәллек менән нимә эшләргә теләйбеҙ, һәм беҙҙе ниндәй бүләк көтә?

19 Йәһүәнең үрнәге беҙҙе ҡайғыларҙы шатлыҡ менән йырып сығырға өйрәтә. Шайтандың фетнәһе күп ҡайғы килтерһә лә, Йәһүә бәхетле Алла булып ҡала (1 Тим. 1:11). Йәһүә үҙ исемен изгеләндерәсәк, хакимлығын аҡлаясаҡ, яуызлыҡты бөтөрәсәк һәм бар проблемаларыбыҙҙы хәл итәсәк. Был ваҡытты сабырлыҡ менән көткәндә, беҙ шатлыҡлы булып ҡалабыҙ. Йәһүәнең сыҙам булыуына рәхмәтле булыр өсөн беҙҙең күп сәбәптәр бар! Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә сыҙам булып ҡалайыҡ! Шул саҡта һәр беребеҙ тураһында былай тип әйтеп булыр: «Һынау аша уҙған кеше бәхетле, сөнки ул, һыналғандан һуң, Алла Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткән тормош тажын аласаҡ» (Яҡуб 1:12).

139-СЫ ЙЫР Ожмахты күҙ алдына килтер

^ 5 абз. Һәр беребеҙҙең тормошонда үҙ ауырлыҡтары бар. Уларҙың ҡайһы берҙәрен бөгөн хәл итеп булмай, тик түҙергә генә ҡала. Әммә сыҙамлыҡты беҙгә генә түгел, ә Йәһүәгә лә сағылдырырға тура килә. Был мәҡәләлә беҙ Йәһүәнең сыҙамлығын һынаған туғыҙ проблеманы ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ Йәһүәнең сыҙамлығы нимәгә килтергәнен һәм беҙ унан нимәгә өйрәнә алғаныбыҙҙы белербеҙ.

^ 2 абз. Ишағыя 65:16, 17: «Ер йөҙөндә үҙенә фатиха һораған һәр кемде Хәҡиҡәт Аллаһы фатихалар, ер йөҙөндә ант биреүсе һәр кем Хәҡиҡәт Аллаһы менән ант итер. Сөнки элекке ҡайғы-хәсрәттәр онотолор һәм күҙ алдымдан алып ҡуйылыр. 17 Бына, мин яңы күктәр һәм яңы ер барлыҡҡа килтерәм, элекке нәмәләр инде иҫкә төшмәҫ һәм күңелгә лә килмәҫ».

^ 10 абз. Зәбур 22:23, 24: «Йәһүәне тәрән хөрмәт итеүселәр, уны маҡтағыҙ! Яҡуптың бөтөн нәҫеле, уны данлағыҙ! Израилдең бөтөн нәҫеле, уға ҡарата тәрән ихтирамлы булығыҙ. 24 Сөнки ул йәбер күреүсенең ғазабына түбәнһетеп, ерәнеп ҡараманы. Ул уларҙан йөҙөн борманы. Ярҙам һорап ауаз һалған сағында уны ишетте».

^ 17 абз. Еврейҙарға 12:2, 3: «Баш Етәксебеҙ — иманыбыҙҙы Камиллаштырыусы Ғайсаны күҙҙән ысҡындырмайынса, үҙебеҙгә билдәләнгән ярыш юлынан сыҙамлыҡ менән йүгерәйек. Ул үҙен киләсәктә көткән шатлыҡ хаҡына, хурлыҡҡа иғтибар итмәйенсә, яфаланыу бағанаһында үлем кисереп, Алла тәхетенең уң яғына ултырған. Гонаһлыларҙың, үҙҙәренә зыян килтереп, дошмандарса әйткән һүҙҙәренә ҡарамаҫтан ныҡ ҡалған Ғайса тураһында төптән уйлағыҙ. Был һеҙгә арымаҫҡа һәм күңелегеҙҙе төшөрмәҫкә ярҙам итәсәк».