Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

29-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Үҙ уңыштарығыҙға шатланығыҙ!

Үҙ уңыштарығыҙға шатланығыҙ!

«Һәр кем... үҙен башҡалар менән сағыштырмайынса үҙ хеҙмәте менән ғорурлана алыр» (ГАЛ. 6:4).

34-СЕ ЙЫР Сафлыҡ юлында йөрөү

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Ни өсөн Йәһүә беҙҙе бер кем менән дә сағыштырмай?

ЙӘҺҮӘ төрлөлөктө ярата. Үҫемлектәрҙең, йәнлектәрҙең һәм кешеләрҙең төрлө булыуы быны бик яҡшы раҫлай. Беҙҙең һәр беребеҙ уникаль, шуға күрә Йәһүә беҙҙе бер кем менән дә сағыштырмай. Ул беҙҙе ниндәй икәнебеҙҙе белә һәм йөрәгебеҙҙе күрә (1 Сам. 16:7). Ул беҙҙең йомшаҡ һәм көслө яҡтарыбыҙҙы, ә шулай уҡ ниндәй шарттарҙа үҫкәнебеҙҙе иҫәпкә ала. Ул көсөбөҙҙән килмәгәнде талап итмәй. Үҙебеҙгә Йәһүәнең күҙҙәре менән ҡарарға өйрәнергә кәрәк. Шул саҡта беҙ үҙебеҙгә дөрөҫ ҡарарбыҙ: булдыҡһыҙ тип тә һанамаҫбыҙ, кәрәгенән артыҡ та уйламаҫбыҙ (Рим. 12:3).

2. Ни өсөн үҙебеҙҙе башҡалар менән сағыштырырға ярамай?

2 Әлбиттә, яҡшы вәғәзләгән ҡәрҙәштәрҙән күп нәмәгә өйрәнеп була (Евр. 13:7). Мәҫәлән, беҙ, уларҙан үрнәк алып, үҙ хеҙмәтебеҙҙе яҡшырта алабыҙ (Флп. 3:17). Әммә ҡәрҙәштәрҙән үрнәк алыу — бер хәл, ә үҙебеҙҙе уларға ҡарап баһалау — бөтөнләй башҡа хәл. Ундай сағыштырыу арҡаһында беҙ көнсөл булып китергә, бойоғорға йә үҙебеҙ тураһында, мин уңмағанмын, тип уйларға мөмкин. Үткән мәҡәләлә әйтелгәнсә, көнләшеү беҙгә рухи яҡтан зыян килтерә. Бына ни өсөн Йәһүә яратыу менән беҙҙе былай тип өндәй: «Һәр кем үҙ эшен һынап ҡараһын, шул саҡта үҙен башҡалар менән сағыштырмайынса үҙ хеҙмәте менән ғорурлана алыр» (Гал. 6:4).

3. Ниндәй рухи уңыштарығыҙ һеҙгә шатлыҡ килтерҙе?

3 Йәһүә үҙ уңыштарыбыҙға шатланыуыбыҙҙы теләй. Мәҫәлән, һыуға сумдырылған булһағыҙ, был маҡсатҡа ирешкәнегеҙгә шатлана алаһығыҙ. Был ҡарарҙы һеҙ үҙегеҙ ҡабул иттегеҙ, һәм быны эшләргә һеҙҙе Йәһүәгә ҡарата яратыуығыҙ дәртләндерҙе. Шул көндән алып тормошоғоҙҙа ниндәй яҡшы үҙгәрештәр булғаны хаҡында уйланығыҙ. Бәлки, Изге Яҙманы уҡырға ярата башлағанһығыҙҙыр һәм һеҙгә шәхси өйрәнеү үткәрергә тағы ла нығыраҡ оҡшайҙыр, ә доғаларығыҙ эстәлекле һәм эскерһеҙ булып киткәндер (Зәб. 141:2). Шулай уҡ һеҙ вәғәздә теләберәк ҡатнашаһығыҙҙыр һәм хеҙмәт өсөн ҡоралдарҙы уңышлыраҡ ҡулланаһығыҙҙыр. Ә, бәлки, Йәһүә һеҙгә яҡшы ир һәм яҡшы ҡатын йәки яҡшы атай-әсәй булып китергә ярҙам иткәндер. Ошо һәм башҡа уңыштарығыҙ тураһында уйланыу һеҙгә бәхет һәм ҡәнәғәтлек килтерә ала.

4. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

4 Беҙ ҡәрҙәштәргә үҙ уңыштарынан шатлыҡ табырға һәм үҙҙәрен башҡалар менән сағыштырмаҫҡа ярҙам итә алабыҙ. Был мәҡәләлә ата-әсәләр үҙ балаларына, тормош иптәштәре бер-береһенә, ә өлкәндәр һәм башҡа ҡәрҙәштәр үҙ имандаштарына нисек ярҙам итә алғаны ҡаралыр. Өҫтәүенә, беҙ өлгәшә алырлыҡ рухи маҡсаттар ҡуйырға ярҙам иткән Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡарап сығырбыҙ.

АТАЙ-ӘСӘЙҘӘР ҺӘМ ИРЛЕ-ҠАТЫНЛЫЛАР

Атай-әсәйҙәр, һәр балағыҙҙы уның тырышлыҡтарын күргәнегеҙгә һәм ҡәҙерләгәнегеҙгә ышандырығыҙ (5, 6-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

5. Ефестарға 6:4 буйынса, атай-әсәйҙәргә нимәнән һаҡланырға кәрәк?

5 Атай-әсәйҙәргә бер баланы икенсеһе менән сағыштырырға һәм унан сиктән тыш күпте талап итергә ярамай, сөнки был баланы рәнйетергә мөмкин. (Ефестарға 6:4-те уҡығыҙ.) Са́чико * исемле апай-ҡәрҙәш бына нимә тип һөйләй: «Уҡытыусыларым минән класта иң яҡшы уҡыусы булыуымды көттө. Әсәйем дә минең бишкә генә уҡыуымды талап итте, сөнки был хәҡиҡәттә булмаған атайыма һәм уҡытыусыларыма яҡшы шаһитлыҡ булыр тип уйлай ине. Ул имтихандарҙы бер хатаһыҙ биреүемде теләне, ә был минең хәлемдән килмәй ине. Мәктәпте тамамлағанға инде күп йылдар үтһә лә һәм бар көсөмдө һалып хеҙмәт итһәм дә, һаман да Йәһүәнең хуплауына шикләнәм».

6. Атай-әсәйҙәр Зәбур 131:1, 2-нән нимәгә өйрәнә ала?

6 Зәбур 131:1, 2-лә * (уҡығыҙ) атай-әсәйҙәр өсөн яҡшы кәңәш бар. Дауыт батша: «Ғәйәт бөйөк нәмәләргә лә, ирешә алмаҫлыҡ нәмәләргә лә ынтылмайым мин», — тип әйткән. Дауыттың тыйнаҡлығы уны тынысландырған һәм йыуатҡан. Атай-әсәйҙәр уның миҫалынан нимәгә өйрәнә ала? Баҫалҡылыҡ һәм тыйнаҡлыҡ уларға үҙҙәренә ҡарата ғына түгел, ә балаларына ҡарата ла сиктән тыш талапсан булмаҫҡа ярҙам итер. Баланың көслө һәм көсһөҙ яҡтарын иҫәпкә алып, уға өлгәшә алырлыҡ маҡсаттар ҡуйырға ярҙам итегеҙ. Был балағыҙға һеҙҙең яратыуығыҙҙы тойорға ярҙам итер. Марина исемле апай-ҡәрҙәш былай ти: «Әсәйем мине бер ваҡытта ла ағайым менән дә, ике ҡустым менән дә, башҡа балалар менән дә сағыштырманы. Ул, һәр бер кешенең үҙ һәләттәре бар, һәм Йәһүә һәр беребеҙҙе ярата, тип әйтә торғайны. Шуға күрә мин үҙемде башҡалар менән сағыштырмайым».

7, 8. Ир кеше үҙ ҡатынына нисек хөрмәт күрһәтә ала?

7 Ағай-ҡәрҙәштәр үҙ ҡатындарын хөрмәт итергә тейеш (1 Петр 3:7). Ҡатынын хөрмәт иткән ир уны юғары баһалай һәм бик ҡәҙерләй. Ул ҡатынынан көсөнән килмәгәнде талап итмәҫ һәм уны башҡа ҡатындар менән сағыштырмаҫ. Ни өсөн сағыштырыу дөрөҫ түгел? Ире хәҡиҡәттә булмаған Роза исемле апай-ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. Розаның ире уны башҡа ҡатындар менән йыш сағыштыра. Иренең йән әрнеткес һүҙҙәре Розаның үҙ көсөнә ышанысын ҡаҡшатҡан. Роза былай тип бүлешә: «Хәҙер мин башҡаларҙың, Йәһүә һине ярата, тигән ышандырыуына мохтаж». Ағай-ҡәрҙәштәр иһә үҙ ҡатындары менән бөтөнләй башҡа мөғәмәлә итә. Улар шуны таный: улар ҡатындарын хөрмәт итеп, ғаилә бәхетенә өлөш индерә һәм Йәһүә менән дә үҙ мөнәсәбәттәрен нығыта *.

8 Үҙ ҡатынын хөрмәт иткән ир уны үҙенең яратыуына ышандыра, маҡтай һәм кешеләр алдында уның тураһында яҡшыһын ғына һөйләй (Ғиб. һүҙ. 31:28). Үткән мәҡәләлә иҫкә алынған Катеринаның ире шулай эшләй ҙә. Был уға үҙен түбән баһаламаҫҡа ярҙам итә. Бала сағында әсәһе уны кәмһеткән һәм йыш ҡына башҡа ҡыҙҙар менән, шул иҫәптән уның әхирәттәре менән сағыштырған. Һөҙөмтәлә үҙен башҡалар менән сағыштырыу Катеринаның ғәҙәтенә ингән. Хатта Йәһүә шаһиты булып киткәс тә, ул был ғәҙәтенән арына алмаған. Әммә уның ире уға үҙенә дөрөҫ ҡарарға ярҙам иткән. Катерина былай тип һөйләй: «Ул мине ярата, маҡтай һәм минең хаҡта доға ҡыла. Ул шулай уҡ миңә Йәһүәнең күркәм сифаттарын иҫемә төшөрә, һәм был миңә үҙемә ҡарата артыҡ талапсан булмаҫҡа ярҙам итә».

ӨЛКӘНДӘР ҺӘМ БАШҠА ҠӘРҘӘШТӘР

9, 10. Өлкәндәр бер апай-ҡәрҙәшкә үҙен башҡалар менән сағыштырмаҫҡа нисек ярҙам иткән?

9 Өлкәндәр үҙен башҡалар менән сағыштырған ҡәрҙәшкә нисек ярҙам итә ала? Әйҙәгеҙ, Хануни исемле апай-ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. Бала саҡта уны һирәк маҡтағандар. Ул былай тип иҫенә төшөрә: «Мин оялсан бала булдым һәм үҙемде башҡаларҙан насарыраҡ тип һанай инем. Күпме үҙемде хәтерләйем, һәр ваҡыт үҙемде башҡалар менән сағыштырҙым». Һыуға сумдырылғас та һәм хатта пионер булып киткәс тә, Хануни һаман да үҙен башҡалар менән сағыштырған. Шуға күрә ул үҙен йыйылыштың ҡәҙерле ағзаһы тип һанамаған. Шулай ҙа ул үҙенең ҡарашын үҙгәртә алған һәм хәҙер шатланып пионер хеҙмәтен дауам итә. Хануниға нимә ярҙам иткән?

10 Уның һүҙҙәре буйынса, уға ҡайғыртыусан өлкәндәр ныҡ ярҙам иткән. Улар уның йыйылыш өсөн ҡәҙерле булғанына ышандырған һәм тоғро хеҙмәте өсөн маҡтаған. Ул былай тип яҙа: «Өлкәндәр мине бер нисә тапҡыр йәш апай-ҡәрҙәштәргә ярҙам итергә һораны. Был йөкләмәләр миңә үҙемде кәрәкле итеп хис итергә ярҙам итте. Ҡәрҙәштәр мине бының өсөн маҡтаны һәм миңә 1 Фессалоникаларға 1:2, 3-тә яҙылған һүҙҙәрҙе уҡыны. Был һүҙҙәр күңелемде йылытты. Игелекле көтөүселәр ярҙамында мин йыйылышта ниндәй роль уйнағанымды аңланым һәм уны бик ҡәҙерләйем».

11. Беҙ бойоҡҡандарға һәм төшөнкөлөккә бирелгәндәргә нисек ярҙам итә алабыҙ? (Ишағыя 57:15).

11 Ишағыя 57:15-те * уҡығыҙ. Йәһүә бойоҡҡандар һәм төшөнкөлөккә бирелгәндәр хаҡында наҙлы итеп ҡайғырта. Шундай ҡәрҙәштәрҙе нығытыр өсөн өлкәндәр генә түгел, ә һәр беребеҙ ҙә яуаплы. Мәҫәлән, улар менән эскерһеҙ ҡыҙыҡһынырға кәрәк. Йәһүә үҙенең ҡәҙерле һарыҡтарына яратыуын беҙҙең аша күрһәтергә теләй (Ғиб. һүҙ. 19:17). Үҙҙәренә кәмһетеп ҡараған ҡәрҙәштәргә ярҙам иткәндә, баҫалҡылыҡ һәм тыйнаҡлыҡ сағылдырырға кәрәк. Әгәр кеше үҙенә сиктән тыш күп иғтибар йәлеп итһә, был башҡаларҙа көнләшеү рухын үҫтерә ала. Ә беҙ иһә үҙ һәләттәребеҙҙе һәм белемдәребеҙҙе ҡәрҙәштәрҙе нығытыр өсөн ҡулланырға теләйбеҙ (1 Пет. 4:10, 11).

Шәкерттәр Ғайса янында булырға яратҡан, сөнки ул бер ваҡытта ла үҙен өҫтөн ҡуймаған. Ғайса үҙе лә дуҫтары менән ваҡыт үткәрергә яратҡан (12-се абзацты ҡарағыҙ.)

12. Ни өсөн ябай кешеләр Ғайсаға тартылған? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)

12 Ғайсаның үҙ шәкерттәре менән нисек мөғәмәлә иткәненән күп һабаҡтар алып була. Ерҙә йәшәгән кешеләрҙең иң бөйөгө булһа ла, ул «йыуаш, баҫалҡы» булып ҡалған (Матф. 11:28—30). Ғайса тәрән белеме һәм аҡылы менән маҡтанмаған. Ул кешеләрҙе ябай тел һәм аңлайышлы миҫалдар ҡулланып өйрәткән (Лука 10:21). Ғорур дин әһелдәренән айырмалы булараҡ, ул кешеләрҙе Алла өсөн мөһим булыуҙарына ышандырған (Яхъя 6:37). Ул ябай кешеләрҙе тәрән хөрмәт иткән.

13. Ғайса үҙенең шәкерттәренә нисек итеп игелек һәм яратыу күрһәткән?

13 Ғайсаның игелеге һәм яратыуы үҙ шәкерттәре менән нисек мөғәмәлә итеүенән күренгән. Ул уларҙың һәләттәре һәм мөмкинлектәре төрлө булғанын белгән, шуға күрә улар бер үк вазифаларҙы үтәй алмағанын һәм бер үк уңыштарға өлгәшә алмағанын яҡшы аңлаған. Әммә Ғайса уларҙың хеҙмәттә ысын күңелдән һалған тырышлыҡтарын ҡәҙерләгән. Быны ул таланттар тураһындағы ҡиссаһында күрһәткән. Был ҡиссала хужа, үҙ ҡолдарының «һәр ҡайһыһының һәләтенә ҡарап», эш биргән. Ҡолдарҙың икеһе тырыш булған, әммә уларҙың береһе хужаһы өсөн күберәк аҡса килтергән. Шулай ҙа хужа уларҙың икеһен дә бер төрлө һүҙҙәр менән маҡтап: «Яҡшы иткәнһең, һин — һәйбәт һәм ышаныслы хеҙмәтсе», — тигән (Матф. 25:14—23).

14. Башҡалар менән мөғәмәлә итеүҙә беҙ Ғайсанан ниндәй үрнәк ала алабыҙ?

14 Ғайсаның яратыуы һәм игелеге беҙҙең менән нисек мөғәмәлә иткәненән дә күренә. Ул һәләттәребеҙҙе һәм үҙгәреп торған шарттарыбыҙҙы яҡшы белә. Беҙ хәлебеҙҙән килгәнде эшләгәндә, ул шатлана. Беҙгә Ғайсанан был өлкәлә үрнәк алырға кәрәк. Беҙ ҡәрҙәшебеҙҙә, ул башҡаларға ҡарағанда әҙерәк хеҙмәт иткәнгә ғәйеп хисе тыуҙырырға теләмәйбеҙ. Шуға күрә уны бер кем менән дә сағыштырмайбыҙ. Бының урынына, әйҙәгеҙ, ҡәрҙәштәребеҙҙе Йәһүәгә тырышып хеҙмәт иткәндәре өсөн маҡтайыҡ.

ӨЛГӘШӘ АЛЫРЛЫҠ МАҠСАТТАР ҠУЙЫҒЫҘ

Өлгәшә алырлыҡ маҡсаттар ҡуйығыҙ һәм уларға өлгәшеүҙән шатлыҡ табығыҙ (15, 16-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

15, 16. Өлгәшә алырлыҡ маҡсаттар ҡуйыу бер апай-ҡәрҙәшкә нисек ярҙам иткән?

15 Рухи маҡсаттар тормошобоҙға йүнәлеш бирә һәм уны мәғәнәле итә. Ә иң мөһиме, беҙгә, үҙебеҙҙе башҡалар менән сағыштырмайынса, һәләттәребеҙгә һәм мөмкинлектәребеҙгә ҡарап, маҡсаттар ҡуйырға кәрәк. Юғиһә, төшөнкөлөккә бирелеүебеҙ бар (Лука 14:28). Әйҙәгеҙ, пионер булып хеҙмәт иткән Мидори исемле апай-ҡәрҙәштең миҫалын ҡарап сығайыҡ.

16 Уның атаһы Йәһүә шаһиты түгел. Ул Мидориҙы, ҡустыһы, һеңлеһе һәм синыфташтары менән сағыштырып, һәр ваҡыт кәмһеткән. «Мин үҙемде булдыҡһыҙ итеп хис иттем», — тип һөйләй Мидори. Әммә ҙурайғас, уның үҙенә ышанысы үҫкән. Ул былай тип дауам итә: «Мин йән тыныслығына эйә булыр өсөн һәм Йәһүәнең яратыуын тойор өсөн көн һайын Изге Яҙма уҡыйым». Бынан тыш, ул үҙенә өлгәшә алырлыҡ маҡсаттар ҡуя һәм, Йәһүәгә доға ҡылып, уларҙы тормошҡа ашырыр өсөн ярҙам һорай. Хәҙер Мидори үҙенең рухи үҫешенә шатлана ала.

ЙӘҺҮӘГӘ ҮҘЕГЕҘ БИРӘ АЛҒАНДЫ БИРЕГЕҘ

17. Беҙ нисек фекер рәүешебеҙҙе артабан да яңырта алабыҙ?

17 Үҙегеҙгә ҡарата кире фекер йөрөтөүҙән арыныр өсөн ваҡыт талап ителә. Шуға күрә Йәһүә беҙҙе артабан да «фекер рәүешебеҙҙе» яңыртырға дәртләндерә (Ефес. 4:23, 24). Бының өсөн доға ҡылырға, Алла Һүҙен өйрәнергә һәм уҡығандарыбыҙ хаҡында уйланырға кәрәк. Был рухи эштәр тормошомдоң айырылғыһыҙ өлөшө булып китһен, тип Йәһүәгә доға ҡылығыҙ. Шул саҡта Алланың изге рухы һеҙгә үҙегеҙҙе башҡалар менән бүтән сағыштырмаҫҡа ярҙам итер. Бынан тыш, Йәһүә һеҙгә йөрәгегеҙҙә көнсөллөк һәм ғорурлыҡ кеүек насар һыҙаттарҙы күрергә һәм уларҙан арынырға көс бирер.

18. 2 Йылъяҙма 6:29, 30-ҙағы һүҙҙәр һеҙҙе нисек йыуата?

18 2 Йылъяҙма 6:29, 30-ҙы * уҡығыҙ. Йәһүә күңелебеҙҙә нимә булғанын яҡшы белә. Ул шулай уҡ беҙгә етешһеҙлектәребеҙ һәм был донъя менән көрәш алып барырға еңел түгел икәнен күрә. Беҙҙең көрәшкәнебеҙҙе күреп, Йәһүә беҙҙе тағы ла нығыраҡ ярата.

19. Йәһүә үҙенең беҙгә ҡарата хистәрен нисек һүрәтләй?

19 Йәһүә үҙенең беҙгә ҡарата наҙлы хистәрен күрһәтер өсөн әсәй менән бала араһындағы мөнәсәбәттәрҙе һүрәтләгән миҫалды ҡуллана (Ишағ. 49:15). Бына нимә тип һөйләй Рэйчел исемле апай-ҡәрҙәш: «Ҡыҙым Стефани етлекмәй тыуған бала ине. Уны беренсе тапҡыр күргәндә, ул бигерәк бәләкәй һәм ярҙамға мохтаж ине. Ул тормошоноң беренсе айын дауаханала инкубаторҙа үткәрҙе. Шулай ҙа табиптар көн һайын миңә уны ҡулыма алырға рөхсәт итә ине. Шул наҙлы мәлдәр беҙҙең арабыҙҙа тығыҙ бәйләнештәр булдырҙы. Хәҙер Стефаниға алты йәш һәм буйға ул үҙенең йәштәштәренән бәләкәйерәк. Әммә мин уны көндән-көн нығыраҡ яратам, ул бит йәшәр өсөн ныҡ көрәште һәм миңә күп бәхет килтерҙе!» Йәһүә, беҙҙең уға тоғро ҡалыр өсөн һалған тырышлыҡтарыбыҙҙы күреп, шундай уҡ наҙлы яратыу тоя. Быны белеү беҙҙе йыуата!

20. Йәһүәнең бағышланған хеҙмәтсеһе булараҡ, һинең шатланыр өсөн ниндәй сәбәптәрең бар?

20 Йәһүәнең хеҙмәтсеһе булараҡ, һин Йәһүә ғаиләһенең ҡәҙерле ағзаһы, һәм һиңә оҡшаш бер кем дә юҡ. Йәһүә һине башҡаларҙан яҡшыраҡ булғанға түгел, ә йөрәгең йыуаш һәм өйрәнергә әҙер булғанға үҙенә йәлеп итте (Зәб. 25:9). Хеҙмәттә көсөңдән килгәндең барыһын эшләгәндә, Йәһүәнең тырышлыҡтарыңды ҡәҙерләгәненә шикләнмә. Сыҙамлығың һәм тоғролоғоң йөрәгеңдең «ихлас һәм саф» икәнен күрһәтә (Лука 8:15). Шуға күрә артабан да Йәһүәгә үҙең бирә алғанды бир. Шул саҡта һинең үҙ хеҙмәтең менән ғорурланырға сәбәбең булыр.

38-СЕ ЙЫР Алла һиңә ҡеүәт бирер

^ 5 абз. Йәһүә беҙҙе бер кем менән дә сағыштырмай, әммә беҙ ҡайһы ваҡыт сағыштырабыҙ һәм шул арҡала үҙебеҙ тураһында насар уйлай башлайбыҙ. Был мәҡәләлә үҙебеҙҙе башҡалар менән сағыштырыу ни өсөн зыянлы икәнен ҡарап сығырбыҙ. Беҙ шулай уҡ өйҙәгеләргә һәм йыйылыштағыларға нисек үҙҙәренә Йәһүәнең күҙҙәре менән ҡарарға ярҙам итеп булғанын белербеҙ.

^ 5 абз. Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

^ 6 абз. Зәбур 131:1, 2: «Эй Йәһүә, йөрәгем ғорур түгел минең, күҙҙәрем дә тәкәббер түгел. Ғәйәт бөйөк нәмәләргә лә, ирешә алмаҫлыҡ нәмәләргә лә ынтылмайым мин. Юҡ, киреһенсә, мин йәнемде йыуатам, тынысландырам, әсәй кеше имсәктән айырылған сабыйын ҡосағына алып йыуатҡан төҫлө. Йәнем имсәктән айырылған сабый бала кеүек ҡәнәғәт».

^ 7 абз. Бында һүҙ ирҙәр тураһында барһа ла, был принциптар ҡатындарға ла ҡағыла.

^ 11 абз. Ишағыя 57:15: «Мәңге йәшәүсе һәм исеме изге Алла, Юғары һәм Мөһабәт Алла былай ти: „Мин бейеклектә һәм изге урында йәшәйем, ләкин баҫалҡыларҙың рухын күтәрер өсөн, иҙелгәндәрҙең йөрәген йәнләндерер өсөн, шундайҙар менән дә йәшәйем“».

^ 18 абз. 2 Йылъяҙма 6:29, 30: «Берәй кеше йәки бөтөн халҡың Израиль был йортҡа табан ҡулдарын һуҙып доға ҡылғанда һәм мәрхәмәт күрһәтеүеңде үтенгәндә (сөнки һәр кем үҙ ғазабын һәм үҙ әрнеүен үҙе белә), 30 һин уларҙы күктәрҙән, үҙеңдең йәшәү урыныңдан ишет һәм кисер. Һәр кемгә йөрөгән юлына ҡарап бир, сөнки һин һәр кемдең йөрәген беләһең, фәҡәт һин генә кеше йөрәген ысын-ысынлап беләһең».

^ 61 абз. РӘСЕМДӘ: ғаилә өйрәнеүендә атай менән әсәй һәр балаһын Нух кәмәһенең макетын төҙөүҙә өлөш индергәндәре өсөн маҡтай.

^ 65 абз. РӘСЕМДӘ: әле мәктәпкә йөрөмәгән балаһын бер үҙе тәрбиәләгән апай-ҡәрҙәш ярҙамсы пионер булып хеҙмәт итергә маҡсат ҡуя. Ул үҙенең пландарын тормошҡа ашыра алғанына шатлана.