Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

33-СӨ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәһүә өсөн эшләй алғанығыҙға шатланығыҙ

Йәһүә өсөн эшләй алғанығыҙға шатланығыҙ

«Күҙ күргән нәмәләргә ҡыуаныу хыялдарға бирелеүҙән яҡшыраҡ» (ВӘҒ. 6:9).

111-СЕ ЙЫР Шатланыр өсөн сәбәптәр

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Күп ҡәрҙәштәрҙең ниндәй теләге бар?

 БЫЛ донъяның ахыры яҡынлашҡанға күрә, беҙҙең эшебеҙ күбәйгәндән-күбәйә бара (Матф. 24:14; Лука 10:2; 1 Пет. 5:2). Беҙ барыбыҙ ҙа Йәһүәгә күберәк хеҙмәт итергә теләйбеҙ. Күп ҡәрҙәштәр үҙ хеҙмәттәрен киңәйтергә ҡарар иткән. Берәүҙәре — пионер, икенселәре вефилсе булып хеҙмәт итергә, ә кемдер беҙҙең ойошманың төҙөлөш проекттарында ҡатнашырға маҡсат ҡуйған. Ағай-ҡәрҙәштәрҙең күбеһе хеҙмәт ярҙамсыһы һәм өлкән булып хеҙмәт итергә ынтыла (1 Тим. 3:1, 8). Үҙ халҡының шундай рух сағылдырғанын күреү Йәһүәгә шатлыҡ килтерә (Зәб. 110:3; Ишағ. 6:8).

2. Ҡуйылған маҡсаттарыбыҙға өлгәшә алмаһаҡ, беҙ нимә хис итергә мөмкин?

2 Ҡайһы саҡта ҡәрҙәштәр оҙаҡ ваҡыт дауамында ҡуйған рухи маҡсаттарына өлгәшә алмай, һәм был уларҙы бик күңелһеҙләндерә. Ә кемдер теләгән вазифаларҙы оло йәштә булғанға йә башҡа ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ала алмай (Ғиб. һүҙ. 13:12). Мәҫәлән, Мелисса * исемле апай-ҡәрҙәш Вефилдә хеҙмәт итергә йәки Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбендә уҡып сығырға теләгән. Әммә, оло йәштә булғанға күрә, уның өсөн был мөмкин түгел. Ул былай тип бүлешә: «Маҡсаттарым хыял ғына булып ҡаласаҡ, һәм ҡайһы ваҡыт мин бының арҡаһында бик бойоғам».

3. Өҫтәмә вазифалар алырға теләгән ҡәрҙәштәргә нимә эшләргә кәрәк?

3 Ҡайһы бер йәш ағай- һәм апай-ҡәрҙәштәр хеҙмәттә һәм йыйылышта күберәкте башҡара алһын өсөн, рухи яҡтан нығынырға һәм ҡайһы бер сифаттар үҫтерергә тейеш. Бер яҡтан улар етеҙ, ҡыйыу һәм ашҡыныусан була ала. Шул уҡ ваҡытта уларға түҙемле, иғтибарлы, әҙәпле булырға кәрәк. Әгәр кәрәкле сифаттар үҫтерергә тырышһағыҙ, өлкәндәр һеҙгә көтмәгәндә яуаплы вазифалар тапшырырға мөмкин. Николас исемле ағай-ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. 20 йәшендә ул, өлкәндәр уны хеҙмәт ярҙамсыһы итеп билдәләмәгәне өсөн, бик борсолған. Ул былай тип иҫенә төшөрә: «Нимәне дөрөҫ эшләмәйем икәнен аңламай инем». Шулай ҙа Николас бирешмәгән. Ул ашҡынып вәғәзләгән һәм үҙенә бирелгән һәр йөкләмәне тырышып үтәгән. Бөгөн Николас филиалдың комитетында хеҙмәт итә.

4. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

4 Һеҙ ҡайһы бер рухи маҡсаттарығыҙға өлгәшә алмағанығыҙға күңелһеҙләнәһегеҙме? Ул саҡта Йәһүәгә хистәрегеҙҙе һөйләп бирегеҙ (Зәб. 37:5—7). Бынан тыш, тәжрибәле ҡәрҙәштәр менән кәңәшләшегеҙ, үҙегеҙгә ҡайһы яҡтан яҡшырырға кәрәк икәнен һорағыҙ һәм уларҙың кәңәштәрен ҡулланырға тырышығыҙ. Шулай эшләһәгеҙ, һеҙгә, моғайын, күберәк вазифалар бирелер, һәм һеҙ үҙ маҡсаттарығыҙға өлгәшә алырһығыҙ. Әгәр инде ҡайһы бер маҡсаттар Мелиссаныҡы һымаҡ өлгәшә алмаҫлыҡ булһа, шул саҡта шатлыҡ юғалтмаҫҡа нимә ярҙам итер? Был һорауға яуап алыр өсөн, әйҙәгеҙ, өс яҡҡа иғтибар итәйек: 1) шатлыҡ нимәгә бәйле, 2) нисек шатлыҡлыраҡ булырға, 3) ниндәй маҡсаттар беҙҙе шатлыҡлы итә ала?

ШАТЛЫҠ НИМӘГӘ БӘЙЛЕ?

5. Шатлыҡтың сере нимәлә? (Вәғәзсе 6:9).

5 Шатлыҡ нимәгә бәйле икәне Вәғәзсе 6:9-ҙа * (уҡығыҙ) яҡшы аңлатыла. Күҙе күргән нәмәләргә ҡыуанған кеше булғанын ҡәҙерләй һәм бөгөнгө шарттарына ҡәнәғәт. Ә хыялдарға бирелгән кеше, киреһенсә, ала алмаған нәмәләрҙе теләп йәшәй. Был ҡурҡыныс. Бынан ниндәй һабаҡ алып була? Шатлыҡ табыр өсөн, булғандарҙы ҡәҙерләргә һәм өлгәшә алырлыҡ маҡсаттар ҡуйырға кәрәк.

6. Беҙ Ғайсаның ниндәй ҡиссаһын ҡарап сығырбыҙ һәм тағы нимәгә иғтибар итербеҙ?

6 Кешегә алға барыу һәм яңы нәмәләргә ынтылыу тәбиғи. Улайһа, үҙебеҙҙә булған нәмәләр менән ҡәнәғәт булыу һәм хатта быға шатланыу мөмкинме? Эйе, мөмкин. Беҙгә нимә ярҙам итер? Быны аңлар өсөн, әйҙәгеҙ, Ғайса Мәсихтең Матфей 25:14—30-ҙа яҙылған таланттар тураһындағы ҡиссаһын ҡарап сығайыҡ. Был ҡиссала беҙ үҙ шарттарыбыҙҙа нисек шатлыҡлы булырға һәм шатлыҡты нисек күбәйтергә икәненә иғтибар итербеҙ.

НИСЕК ИТЕП ШАТЛЫҠЛЫРАҠ БУЛЫРҒА?

7. Ғайсаның ҡиссаһын һүрәтләп бирегеҙ.

7 Был ҡиссала әйтелгәнсә, бер кеше йыраҡ илгә сәфәргә сығырға була. Ул, китер алдынан хеҙмәтселәрен саҡырып, уларға үҙ милкен ышанып тапшырған *. Хеҙмәтселәренең һәләттәрен иҫәпкә алып, беренсеһенә — биш, икенсеһенә — ике, ә өсөнсөһөнә бер «талант күләмендә аҡса биргән». Беренсе ике хеҙмәтсеһе яуаплылыҡ менән эш иткән һәм хужалары тапшырған аҡсаны арттырған, ә өсөнсө хеҙмәтсеһе аҡсаларҙы әйләнешкә индермәгән. Шулай итеп ул үҙ хужаһының ышанысын юғалтҡан.

8. Беренсе хеҙмәтсенең шатланыр өсөн ниндәй сәбәбе булған?

8 Хужа беренсе хеҙмәтсеһенә, биш талант аҡса биреп, үҙ хөрмәтен һәм ышанысын күрһәткән, сөнки был иҫ киткес күп аҡса булған. Ә икенсе хеҙмәтсе тураһында нимә әйтеп була? Ул, беренсе хеҙмәтсегә ҡарағанда әҙерәк аҡса алғанға, күңелһеҙләнә алған, әммә ул быға нисек ҡараған?

Ғайсаның ҡиссаһындағы икенсе хеҙмәтсе ниндәй өлгө күрһәткән? 1. Ул хужаһынан ике талант аҡса алғанына шат булған. 2. Ул хужаһына табыш килтерер өсөн тырышып эшләгән. 3. Ул хужаһының аҡсаһын ике тапҡырға арттырған. (9—11-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

9. Икенсе хеҙмәтсе нимә эшләмәгән? (Матфей 25:22, 23).

9 Матфей 25:22, 23-тө уҡығыҙ. Ҡиссалағы икенсе хеҙмәтсе ике генә талант аҡса алғанға борсолған йәки үпкәләгән, тип әйтелмәй. Шулай уҡ Ғайса ла был хеҙмәтсене зарланған кеше итеп һүрәтләмәй. Ул хеҙмәтсе былай тип әйтмәгән: «Миңә бирелгән аҡса ошо ғынамы инде? Мин дә бит биш талант алған хеҙмәтсе һымаҡ һәләтле, мин унан кәм түгел. Әгәр мине хужам ҡәҙерләмәй икән, мин барам да был аҡсаны күмеп ҡуям һәм үҙ эшем менән булышам».

10. Икенсе хеҙмәтсе үҙенә бирелгән таланттар менән нимә эшләгән?

10 Беренсе хеҙмәтсе һымаҡ, икенсеһе лә үҙенә бирелгән йөкләмәгә бик яуаплы ҡараған һәм хужаһы тапшырған эште еренә еткереп эшләгән. Һөҙөмтәлә ул үҙенә бирелгән аҡсаны ике тапҡырға арттырған. Тырыш һәм һәләтле булғаны өсөн был хеҙмәтсе мул итеп бүләкләнгән. Маҡтауҙан тыш, хужаһы уға тағы ла күберәк вазифалар тапшырған.

11. Беҙгә күберәк шатлыҡ кисерергә нимә ярҙам итер?

11 Үҙегеҙгә бирелгән йөкләмәләрҙе күңел һалып башҡарһағыҙ, һеҙ Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән күберәк шатлыҡ алырһығыҙ. Шуға күрә ашҡынып вәғәзләгеҙ һәм йыйылыш эштәрендә әүҙем ҡатнашығыҙ (Ғәм. 18:5; Евр. 10:24, 25). Ҡәрҙәштәрҙе комментарийҙар менән рухландырыр өсөн һәр осрашыуға әҙерләнеп килегеҙ. Аҙна уртаһындағы осрашыуҙарҙа бирелгән йөкләмәләрҙе яҡшылап әҙерләгеҙ. Йыйылышта ағай-ҡәрҙәштәр һеҙгә берәй эш бирһә, уны үҙ ваҡытында һәм еренә еткереп башҡарығыҙ. Үҙегеҙгә бирелгән йөкләмәләрҙе үтәү — бушҡа ваҡыт үткәреү, тип бер ҡасан да һанамағыҙ, һәләттәрегеҙҙе үҫтерергә тырышығыҙ (Ғиб. һүҙ. 22:29). Йәһүәгә күберәк хеҙмәт иткән һайын, һеҙҙең уның менән мөнәсәбәттәрегеҙ нығый барыр, һәм һеҙ күберәк шатлыҡ кисерерһегеҙ (Гал. 6:4). Ә шулай уҡ, үҙегеҙ теләгән вазифаларҙы башҡалар алғанда, улар менән бергә шатлана алырһығыҙ (Рим. 12:15; Гал. 5:26).

12. Мелисса менән Николасҡа шатлыҡ юғалтмаҫҡа нимә ярҙам иткән?

12 Мелиссаның миҫалына ҡайтайыҡ. Ул Вефилдә хеҙмәт итә алмағанын да, Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбендә уҡый алмағанын да аңлай. Әммә ул былай ти: «Мин пионер булып хеҙмәт итәм һәм быны тулы рәүештә башҡарырға тырышам. Шулай уҡ хеҙмәттең төрлө төрҙәрендә ҡатнашам. Был миңә ҙур шатлыҡ килтерә». Ә хеҙмәт ярҙамсыһы итеп билдәләнмәгән Николасҡа нимә ярҙам иткән? Ул былай тип бүлешә: «Мин иғтибарымды хәлемдән килгән эштәргә тупланым, мәҫәлән, күберәк вәғәзләргә һәм ҡәрҙәштәрҙе комментарийҙарым менән рухландырырға тырыштым. Мин шулай уҡ Вефиль хеҙмәтенә ғариза тултырҙым һәм инде киләһе йылға мине саҡырҙылар ҙа».

13. Беҙгә бирелгән йөкләмәләрҙе тырышып үтәгәндә, беҙ нимә хис итәбеҙ? (Вәғәзсе 2:24).

13 Әгәр һеҙ бөгөн алған йөкләмәләрегеҙҙе тырышып башҡарһағыҙ, моғайын, һеҙгә лә, Николас осрағындағы кеүек, яңы вазифалар бирелер. Әммә бирелмәһә лә, һеҙ, Мелисса апай-ҡәрҙәш һымаҡ, тырышып эшләгән эшегеҙҙән ҙур ҡәнәғәтлек һәм шатлыҡ алырһығыҙ. (Вәғәзсе 2:24-те * уҡығыҙ.) Бынан тыш, тырышып башҡарған хеҙмәтебеҙ Хужабыҙ Ғайса Мәсихте һөйөндөрә, һәм быны белеү беҙҙе бәхетле итә.

НИНДӘЙ МАҠСАТТАР БЕҘҘЕ ШАТЛЫҠЛЫ ИТӘ АЛА?

14. Рухи маҡсаттар тураһында әйткәндә, нимәне иҫтә тоторға кәрәк?

14 Үҙебеҙгә бирелгән вазифалар менән ҡәнәғәт булһаҡ та, беҙ хеҙмәтебеҙҙе киңәйтер өсөн мөмкинселектәр эҙләйбеҙ. Хеҙмәтебеҙҙә уңышлы булыр өсөн һәм ҡәрҙәштәребеҙгә файҙа килтерер өсөн беҙгә рухи маҡсаттар ҡуйырға кәрәк. Ә рухи маҡсаттарға ирешер өсөн аҡыллы һәм тыйнаҡ булырға, шулай уҡ башҡаларҙың ихтыяждарын үҙебеҙҙекенән өҫтөнөрәк ҡуйырға кәрәк (Ғиб. һүҙ. 11:2; Ғәм. 20:35)

15. Ниндәй маҡсаттарға өлгәшеү һеҙгә күберәк шатлыҡ килтерер?

15 Ниндәй маҡсаттар ҡуйырға була? Йәһүәнән үҙ шарттарығыҙға дөрөҫ ҡарарға һәм өлгәшә алырлыҡ маҡсаттар ҡуйырға ярҙам итеүен һорағыҙ (Ғиб. һүҙ. 16:3; Яҡ. 1:5). Һеҙ  беренсе абзацта иҫкә алынған маҡсаттарға, мәҫәлән, ярҙамсы йә даими пионер булыу, Вефилдә йәки теократик төҙөлөштәрҙә хеҙмәт итеү кеүек маҡсаттарға өлгәшә алаһығыҙмы? Ә, бәлки, һеҙ һөйөнөслө хәбәрҙе күберәк кешеләргә еткерер өсөн икенсе телде өйрәнергә йә башҡа территорияға күсенергә теләрһегеҙ. Хеҙмәттә нисек күберәк ҡатнашып булғаны тураһында «Йәһүә ихтыярын үтәр өсөн ойошторолғандар» тигән китаптың (тат.) 10-сы бүлегенән белеп була. Шулай уҡ бының тураһында өлкәндәр менән дә кәңәшләшеү файҙалы булыр *. Маҡсаттарығыҙға яҡынлаша барған һайын, һеҙҙең уңыштарығыҙ башҡаларға ла күренер, ә шатлығығыҙ арта барыр.

16. Берәй маҡсатҡа өлгәшергә мөмкинлек булмаһа, нимә эшләргә?

16 Әгәр шарттарығыҙ арҡаһында һеҙ иҫкә алынған маҡсаттарға ирешә алмаһағыҙ, нимә эшләргә? Ул саҡта һеҙгә өлгәшә алырлыҡ маҡсаттар ҡуйырға кәрәк. Әйҙәгеҙ, уларҙың ҡайһы берҙәрен ҡарап сығайыҡ.

Һеҙ ниндәй өлгәшә алырлыҡ маҡсат ҡуя алаһығыҙ? (17-се абзацты ҡарағыҙ.) *

17. 1 Тимофейға 4:13, 15 буйынса, ағай-ҡәрҙәшкә өйрәтеү оҫталығын яҡшыртырға нимә ярҙам итә ала?

17 1 Тимофейға 4:13, 15-те уҡығыҙ. Һыуға сумдырылған ағай-ҡәрҙәш булһаң, һөйләү һәм өйрәтеү һәләттәрен үҫтерергә тырыш һәм бының менән «мәшғүл бул». Шулай эшләһәң, һинең уҡығаның, һөйләгәнең һәм өйрәткәнең тыңлаусыларыңдың йөрәктәренә тәьҫир итер. «Уҡыу һәм өйрәтеү оҫталығын яҡшырт» тигән брошюраны тикшереп сығырға маҡсат ҡуй. Әммә бөтә дәрестәргә бер юлы тотонма. Һәр береһен айырым ҡулланырға тырыш. Шунан сығыштарыңды әҙерләгәндә, брошюралағы кәңәштәрҙе ҡуллан һәм яҡшылап репетиция яһа. Һөйләүҙә һәм өйрәтеүҙә тырышып эшләгән өлкәндәрҙән йә кәңәштәр бирергә билдәләнгән ағай-ҡәрҙәштән ярҙам һора * (1 Тим. 5:17). Оҫталығыңды үҫтерергә генә тырышма, ә шулай уҡ тыңлаусыларыңдың иманын нығыт һәм уларҙы белгәндәрен ҡулланырға дәртләндер. Был һинең үҙеңә лә, тыңлаусыларыңа ла күберәк шатлыҡ килтерер.

Һеҙ ниндәй өлгәшә алырлыҡ маҡсат ҡуя алаһығыҙ? (18-се абзацты ҡарағыҙ.) *

18. Беҙгә оҫта вәғәзсе һәм өйрәтеүсе булырға нимә ярҙам итер?

18 Беҙҙең һәр беребеҙгә мөһим йөкләмә — вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эше тапшырылған (Матф. 28:19, 20; Рим. 10:14). Һеҙ был эштә оҫтарырға теләр инегеҙме? Был осраҡта ла «Уҡыу һәм өйрәтеү оҫталығын яҡшырт» тигән брошюра ярҙам итер. Брошюраның берәй дәресен өйрәнгәндә, ундағы кәңәштәрҙе ҡулланыр өсөн конкрет маҡсаттар ҡуйырға була. Шулай уҡ күп яҡшы кәңәштәрҙе «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте» тигән эш дәфтәренән табып була. Аҙна уртаһында үтә торған осрашыуҙарҙа вәғәз өсөн тәғәйенләнгән видеояҙмаларҙан да күп файҙалы ысулдар табып була. Хеҙмәттә төрлө ысулдарҙы ҡулланып ҡарағыҙ, шул саҡта ниндәйҙәре иң уңышлы икәнен белерһегеҙ. Ул кәңәштәрҙе ҡулланып, һеҙ оҫта өйрәтеүсе булырһығыҙ һәм ҙур шатлыҡ кисерерһегеҙ (2 Тим. 4:5).

Һеҙ ниндәй өлгәшә алырлыҡ маҡсат ҡуя алаһығыҙ? (19-сы абзацты ҡарағыҙ.) *

19. Мәсихселәргә хас сифаттарҙы нисек үҫтереп була?

19 Маҡсаттар тураһында уйланғанда, мәсихселәргә хас сифаттар үҫтереү — иң мөһим маҡсат икәне тураһында онотмағыҙ (Гал. 5:22, 23; Кол. 3:12; 2 Пет. 1:5—8). Был маҡсатҡа нисек өлгәшеп була? Әйтәйек, һеҙ иманығыҙҙы нығытырға теләйһегеҙ, ти. Шул саҡта баҫмаларыбыҙҙан иманды нығыта алған кәңәштәрҙе эҙләгеҙ. Шулай уҡ төрлө һынауҙарҙа иман күрһәткән ҡәрҙәштәрҙең миҫалдары тураһында телевидениебыҙҙа килтерелгән видеояҙмаларҙан ҡарап була. Уларҙан ниндәй үрнәк алып булғаны тураһында уйланығыҙ. Ундай миҫалдар менән танышыу файҙалы булыр.

20. Нисек шатлыҡты үҫтерергә, ә бойоғоуҙы кәметеп була?

20 Һис шикһеҙ, һәр беребеҙ Йәһүәгә хеҙмәт иткәндә бөгөнгөнән күберәкте эшләргә теләй. Яңы донъяла был теләк тулыһынса үтәлер. Был көн еткәнсе, әйҙәгеҙ, Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә эшләй алғаныбыҙға ҡәнәғәт булайыҡ. Шул саҡта беҙ бойоҡмаҫбыҙ, күберәк шатлыҡ кисерербеҙ, ә иң мөһиме, хеҙмәтебеҙ менән бәхетле Аллабыҙҙы данларбыҙ (1 Тим. 1:11). Әйҙәгеҙ, Йәһүә өсөн эшләй алғаныбыҙға шатланайыҡ!

82-СЕ ЙЫР Яҡтылығығыҙ балҡыһын

^ 5 абз. Беҙ Йәһүәне бик яратабыҙ һәм уға мөмкин тиклем күберәк хеҙмәт итергә теләйбеҙ. Шуға күрә беҙ хеҙмәтте киңәйтергә һәм йыйылышта вазифалар алырға тырышабыҙ. Әммә, бар тырышлыҡтарыбыҙға ҡарамаҫтан, маҡсаттарыбыҙға өлгәшә алмаһаҡ, нимә эшләргә? Нисек артабан да хеҙмәт итергә һәм шатлыҡ юғалтмаҫҡа? Ғайса Мәсихтең таланттар тураһындағы ҡиссаһы был һорауҙарға яуап бирер.

^ 2 абз. Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

^ 5 абз. Вәғәзсе 6:9: «Күҙ күргән нәмәләргә ҡыуаныу хыялдарға бирелеүҙән яҡшыраҡ. Был да буш нәмә һәм ел ҡыуыу ғына».

^ 7 абз. АҢЛАТМА. Ул ваҡытта кешегә бер талант аҡса эшләп алыр өсөн, яҡынса 20 йыл эшләргә кәрәк булған.

^ 13 абз. Вәғәзсе 2:24: «Кеше өсөн ашап-эсеүҙән һәм тырыш хеҙмәте менән йәненә рәхәтлек килтереүҙән яҡшыраҡ нәмә юҡ. Мин шуны аңланым: быны ла Алла бирә».

^ 15 абз. Изге Яҙма һыуға сумдырылған ағай-ҡәрҙәштәрҙе хеҙмәт ярҙамсылары һәм өлкәндәр булырға дәртләндерә. «Йәһүә ихтыярын үтәр өсөн ойошторолғандар» тигән китаптың (тат.) 5, 6-сы бүлектәрендә был вазифаларҙы үтәргә теләгән ҡәрҙәштәр ниндәй талаптарға тура килергә тейеш икәнлеге аңлатыла.

^ 17 абз. АҢЛАТМА. Кәңәштәр бирергә билдәләнгән ағай-ҡәрҙәш — йөкләмәләр менән сығыш яһаған өлкәндәргә һәм хеҙмәт ярҙамсыларына кәңәш биреү өсөн яуаплы өлкән. Уның маҡсаты — билдәләнгән ағай-ҡәрҙәштәргә уҡыу һәм өйрәтеү һәләттәрен яҡшыртырға ярҙам итеү. Ундай ҡәрҙәш кәңәштәрҙе кәрәк саҡта ғына һәм икәүҙән-икәү булғанда бирә.

^ 66 абз. РӘСЕМДӘ: оҫта өйрәтеүсе булыр өсөн, ағай-ҡәрҙәш баҫмаларыбыҙҙы өйрәнә.

^ 68 абз. РӘСЕМДӘ: осраҡлы вәғәздә күберәк ҡатнашырға маҡсат ҡуйған апай-ҡәрҙәш официанткаға jw.org визит карточкаһын тәҡдим итә.

^ 70 абз. РӘСЕМДӘ: йомартыраҡ булырға теләгән апай-ҡәрҙәшебеҙ имандашына көтөлмәгән бүләк эшләй.