Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

34-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәһүәнең игелеген нисек татып була?

Йәһүәнең игелеген нисек татып була?

«Йәһүәнең игелеген татығыҙ һәм күрегеҙ, уға һыйыныусы кеше бәхетле» (ЗӘБ. 34:8).

117-СЕ ЙЫР Игелек сифаты

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. Зәбур 34:8 буйынса, Йәһүәнең игелеген күрер өсөн нимә эшләргә кәрәк?

КҮҘ алдына килтерегеҙ: һеҙҙе бер ваҡытта ла ашап ҡарамаған ризыҡ менән һыйлайҙар, ти. Һеҙ, был ризыҡҡа ҡарап, уны еҫкәп, рецебын һорап йә уны ашап ҡараған кешеләрҙән һорап, күпте белә алаһығыҙ. Ләкин үҙегеҙ ашап ҡарағас ҡына, ул һеҙгә оҡшаймы, юҡмы икәнен белә алырһығыҙ.

2 Беҙ, Изге Яҙманы һәм баҫмаларыбыҙҙы уҡып, ә шулай уҡ ҡәрҙәштәрҙең Йәһүәнән ниндәй фатихалар алғаны тураһында ишетеп, Йәһүәнең игелеге тураһында бер аҙ белә алабыҙ. Әммә Йәһүәнең ни тиклем игелекле икәнен тулыһынса күрер өсөн, беҙгә үҙ тормошобоҙҙа татып ҡарарға кәрәк. (Зәбур 34:8-ҙе * уҡығыҙ.) Бындай осраҡты күҙ алдына килтерәйек: һеҙ даими пионер булып хеҙмәт итергә теләйһегеҙ, ти, ә бының өсөн тормошто ябайлаштырырға кәрәк. Ғайса әйткәнсә, Йәһүә Батшалыҡ эштәрен беренсе урынға ҡуйғандарҙы кәрәк булғандың барыһы менән тәьмин итәсәк. Һеҙ бының тураһында күп тапҡыр уҡығанһығыҙҙыр, әммә был һүҙҙәрҙең үтәлеүен үҙ тормошоғоҙҙа татып ҡарамағанһығыҙҙыр (Матф. 6:33). Шулай ҙа һеҙ, Ғайсаның вәғәҙәһенә ышанып, сығымдарығыҙҙы кәметәһегеҙ, эш графигын үҙгәртәһегеҙ һәм күберәк хеҙмәт итә башлайһығыҙ. Һөҙөмтәлә һеҙ үҙ күҙҙәрегеҙ менән Йәһүәнең ҡайғыртыуын күрәһегеҙ. Башҡа һүҙҙәр менән әйткәндә, һеҙ Йәһүәнең игелеген татыйһығыҙ һәм күрәһегеҙ.

3. Зәбур 16:1, 2 буйынса, кем Йәһүәнең игелеген күрә?

3 Йәһүә һәр кемгә, шул иҫәптән үҙен белмәгән кешеләргә ҡарата ла игелекле (Зәб. 145:9; Матф. 5:45). Әммә үҙен яратҡандарҙы һәм үҙенә ысын күңелдән хеҙмәт иткәндәрҙе ул айырыуса мул итеп фатихалай. (Зәбур 16:1, 2-не * уҡығыҙ.) Әйҙәгеҙ, уның ҡайһы бер фатихаларын ҡарап сығайыҡ.

4. Йәһүә үҙенә яҡынлаша башлаған кешеләргә игелеген нисек күрһәтә?

4 Алланың кәңәштәрен ҡулланған һайын, беҙ тормошобоҙҙоң яҡшы яҡҡа үҙгәргәнен күрәбеҙ. Алла тураһында белем алғас, беҙ уны ярата башланыҡ, һәм ул беҙгә унан ситләштергән уйҙарҙан һәм ғәҙәттәрҙән арынырға ярҙам итте (Кол. 1:21). Ә ғүмеребеҙҙе Йәһүәгә бағышлап һыуға сумдырылғас, беҙ уның игелеген тағы ла нығыраҡ тойҙоҡ. Ул бит беҙгә таҙа выждан бирҙе һәм уның яҡын дуҫтары булырға рөхсәт итте (1 Пет. 3:21).

5. Беҙ вәғәзләгәндә, Йәһүә нисек игелек күрһәтә?

5 Вәғәздә ҡатнашҡанда ла, беҙ Йәһүәнең игелеген тоябыҙ. Һеҙ оялсан кешеме? Йәһүә шаһиттары араһында ундайҙар күп. Бәлки, һыуға сумдырылғансы, һеҙ, таныш булмаған кешеләрҙең ишектәренә шаҡып, уларға күптәр оҡшатмаған хәбәрҙе вәғәзләрһегеҙ, тип бер ҙә уйламағанһығыҙҙыр. Ә бөгөн был тормошоғоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Бынан тыш, Йәһүә һеҙгә хатта был эште ярата башларға ярҙам итте. Әммә уның ярҙамы бының менән генә сикләнмәй. Мәҫәлән, хеҙмәттә берәйһе үҙен беҙҙең менән тупаҫ тотһа, Йәһүә беҙгә тыныс булып ҡалырға көс бирә. Ә берәйһе ҡыҙыҡһыныу күрһәтһә, Йәһүә беҙгә кәрәкле аятты иҫкә төшөрөргә ярҙам итә. Алланың ярҙамы менән беҙ, кешеләрҙең хәҡиҡәткә битараф булғанына ҡарамаҫтан, артабан да вәғәзләйбеҙ (Ирем. 20:7—9).

6. Ни өсөн Йәһүә биргән өйрәтеү уның игелеген иҫбатлай?

6 Йәһүә беҙҙе вәғәзләргә өйрәтеп тә үҙ игелеген күрһәтә (Яхъя 6:45). Аҙна уртаһында үткән осрашыуҙарҙа вәғәз өсөн тәғәйенләнгән видеояҙмаларҙы ҡарайбыҙ һәм унан алған белемдәрҙе хеҙмәттә ҡуллана алабыҙ. Башта беҙгә өйрәнелмәгән ысулдарҙы ҡулланыу ҡурҡыныс булырға мөмкин. Әммә ҡуллана башлағас, беҙ кешеләрҙең теләберәк тыңлағанын күрәбеҙ. Йыйылыш осрашыуҙарында һәм конгрестарҙа беҙҙе хеҙмәттең башҡа төрҙәрендә лә ҡатнашырға дәртләндерәләр. Әлбиттә, уларҙы үҙләштерер өсөн беҙгә уңайлы шарттарҙы ҡалдырырға тура килер. Тырышлыҡтар һалғанда ғына, беҙ Йәһүәгә үҙебеҙҙе фатихаларға мөмкинлек бирәбеҙ. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, шарттарға ҡарамаҫтан, Йәһүәгә иң яҡшыһын бирергә әҙер булғандарҙы ниндәй фатихалар көткәнен ҡарап сығайыҡ. Шулай уҡ нисек рухи маҡсаттарға өлгәшеп булғанын беләйек.

ЙӘҺҮӘ ҮҘЕНӘ ТАЯНҒАНДАРҘЫ ФАТИХАЛАЙ

7. Күберәк хеҙмәт итергә теләгән хеҙмәтселәрен Йәһүә нисек фатихалай?

7 Беҙ Йәһүәгә тағы ла яҡыныраҡ булып китәбеҙ. Колумбиянан Самуэль * исемле өлкәндең миҫалына иғтибар итәйек. Уға ҡатыны менән үҙ йыйылышында пионер булып хеҙмәт итергә оҡшаған. Әммә улар Йәһүәгә күберәк хеҙмәт итергә һәм вәғәзселәргә ихтыяж булған ергә күсенергә теләгән. Был маҡсатҡа ирешер өсөн уларға ҡорбандарға барырға тура килгән. Самуэль былай тип һөйләй: «Беҙ, Матфей 6:33 буйынса эш итеп, кәрәкмәгән әйберҙәрҙе һатып алмаҫҡа булдыҡ, әммә фатирыбыҙҙы ҡалдырыу беҙҙең өсөн иң ауыры ине. Ул беҙ теләгәнсә төҙөлгән ине һәм беҙҙең уға бәйле бер ниндәй бурыстарыбыҙ булманы». Яңы урында Самуэль һәм уның ҡатыны шуны аңлаған: хәҙер уларға йәшәр өсөн элек эшләгән аҡсаның алтынан бер өлөшө лә етә. Ул былай тип дауам итә: «Беҙ Йәһүәнең аҙымдарыбыҙға йүнәлеш биргәнен һәм доғаларыбыҙға яуаплағанын күрҙек. Беҙ Йәһүәнең бығаса булмағандай яратыуын һәм хуплауын татыныҡ». Ә һеҙ күберәк хеҙмәт итер өсөн тормошоғоҙҙо үҙгәртә алаһығыҙмы? Хеҙмәтте киңәйтеү һеҙгә Йәһүәгә яҡынлашырға һәм уның ҡайғыртыуын күберәк тойорға ярҙам итер (Зәб. 18:25).

8. Иван менән Викторияның миҫалы һеҙҙе нимәгә өйрәтә?

8 Хеҙмәттән күберәк шатлыҡ табыу. Ҡырғыҙстанда пионер булыр хеҙмәт иткән Иван менән Викторияның һүҙҙәренә иғтибар итегеҙ. Улар төрлө проекттарҙа, мәҫәлән, теократик төҙөлөштә ҡатнашырға мөмкинлектәре булһын өсөн, ябай тормош алып барған. Иван былай тип бүлешә: «Һәр яңы йөкләмәгә беҙ башыбыҙ менән сумып китә торғайныҡ. Әлбиттә, көн аҙағына беҙ арый инек, ләкин Йәһүәгә бөтә көсөбөҙҙө биреп хеҙмәт итеү беҙгә ҙур шатлыҡ килтерҙе. Шулай уҡ беҙ күп дуҫтар таптыҡ һәм хеҙмәтебеҙ менән бәйле йылы хәтирәләргә эйә булдыҡ» (Марк 10:29, 30).

9. Бер апай-ҡәрҙәш, ауыр шарттарына ҡарамаҫтан, нисек итеп вәғәзләй, һәм ул ниндәй уңыштарға өлгәшкән?

9 Хатта ауыр шарттарҙа ла Йәһүәгә хеҙмәт итеү күп шатлыҡ килтерә ала. Быны Мирей исемле оло йәштәге тол апай-ҡәрҙәштең миҫалы раҫлай. Ул Көнбайыш Африкала йәшәй һәм элек табип булып эшләгән. Пенсияға сыҡҡас, ул пионер хеҙмәтен башлаған. Мирейға артрит арҡаһында йөрөүе ауыр. Өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләгәндә, ул бер сәғәттән артыҡ хеҙмәт итә алмай. Ә күсмә стенд менән ул оҙағыраҡ вәғәзләй ала. Уның күп ҡабат килеүҙәре һәм Изге Яҙма өйрәнеүҙәре бар. Ҡайһы бер өйрәнеүҙәрен ул телефон аша үткәрә. Мирей ҡәрҙәште вәғәздә шулай ашҡынып ҡатнашырға нимә дәртләндерә? Ул былай тип бүлешә: «Минең йөрәгем Йәһүәгә һәм Ғайса Мәсихкә яратыу менән ташып тора. Шулай уҡ мин Йәһүәгә: „Һиңә күберәк хеҙмәт итергә ярҙам ит“, — тип гел доға ҡылам» (Матф. 22:36, 37).

10. 1 Петр 5:10-дан күренеүенсә, күберәк хеҙмәт итергә теләгәндәрҙе нимә көтә?

10 Йәһүә беҙгә өҫтәмә өйрәтеү бирә. Был өйрәтеү Маврикийҙа пионер булып хеҙмәт иткән Кенни өсөн ысын бүләк булған. Ул, хәҡиҡәтте белгәс, университетты ҡалдырып, һыуға сумдырылған һәм тулы ваҡытлы хеҙмәт башлаған. Ул былай ти: «Мин Ишағыя пәйғәмбәрҙең: „Бына мин! Мине ебәр!“ — тигән һүҙҙәре буйынса йәшәргә тырышам» (Ишағ. 6:8). Кенни бер нисә төҙөлөш проектында ҡатнашҡан, ә шулай уҡ Изге Яҙмаға нигеҙләнгән әҙәбиәтте үҙенең туған теленә тәржемә итеүҙә ярҙам иткән. Ул былай тип бүлешә: «Ағай-ҡәрҙәштәр мине өйрәттеләр, шуға күрә үҙ йөкләмәләремде яҡшы итеп үтәй алдым». Әммә Кенни эш менән бәйле белемдәр генә алмаған. Ул былай тип дауам итә: «Мин мөмкинлектәремдең ниндәй яҡтан сикле булыуын һәм Йәһүәне һөйөндөрөр өсөн ниндәй сифаттар өҫтөндә эшләргә кәрәк икәнен аңланым». (1 Петр 5:10-ды уҡығыҙ.) Ни өсөн һеҙгә лә үҙ шарттарығыҙҙы тикшермәҫкә? Бәлки, тормошоғоҙҙа ниндәйҙер үҙгәрештәр яһап, һеҙ ҙә Йәһүәнән өҫтәмә өйрәтеү алырһығыҙ.

Бер пар вәғәзселәргә ихтыяж булған территорияла хеҙмәт итә; йәш апай-ҡәрҙәш Батшалыҡ залын төҙөүҙә ярҙам итә; оло йәштәге пар телефон аша вәғәзләй. Улар бөтәһе лә хеҙмәттән күп шатлыҡ ала (11-се абзацты ҡарағыҙ.)

11. Өс апай-ҡәрҙәшебеҙгә хеҙмәттәрен киңәйтергә нимә ярҙам иткән, һәм был ниндәй уңыштар килтергән? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)

11 Хатта оҫта вәғәзселәргә лә хеҙмәттең яңы төрҙәрендә ҡатнашыр өсөн өйрәтеү кәрәк. Көньяҡ Кореялағы өлкәндәр йыйылыштары COVID-19 пандемияһы ваҡытында ниндәй уңыштарға өлгәшкәне хаҡында былай тип бүлешә: «Һаулыҡтары арҡаһында өйҙән-өйгә вәғәзләй алмаған ҡәрҙәштәр хәҙер видео-элемтә аша хеҙмәт итә. 80-дән уҙған өс апай-ҡәрҙәшебеҙ компьютерҙы ҡулланырға өйрәнгән һәм хәҙер көн һайын тиерлек хеҙмәт итә» (Зәб. 92:14, 15). Һеҙ ҙә хеҙмәттә күберәк ҡатнашырға һәм Йәһүәнең игелекле икәненә нығыраҡ инанырға теләр инегеҙме? Әйҙәгеҙ, был маҡсатҡа өлгәшер өсөн нимә эшләргә кәрәк икәнен беләйек.

РУХИ МАҠСАТТАРҒА НИСЕК ӨЛГӘШЕРГӘ?

12. Йәһүә үҙенә таянғандарға нимә вәғәҙә итә?

12 Йәһүәгә таянырға өйрәнегеҙ. Әгәр беҙ Аллаға таянһаҡ һәм уға иң яҡшыһын бирһәк, ул беҙгә фатихалар яуҙырырға вәғәҙә итә (Мал. 3:10). Колумбияла йәшәгән Фабиола исемле апай-ҡәрҙәш был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә үҙе инанған. Һыуға сумдырылғандан һуң ул даими пионер булып хеҙмәт итергә теләгән. Өс балаһын тәьмин итер өсөн, ул иренә ярҙам иткән, шуға күрә пионер булып хеҙмәт итә алмаған. Пенсияға сығырға ваҡыт еткәс, ул Йәһүәгә ҡайнар доға ҡыла башлаған. Фабиола ҡәрҙәшебеҙ былай тип иҫенә төшөрә: «Ғәҙәттә, пенсияны юлларға күп ваҡыт китә, әммә миңә бер генә ай йөрөргә тура килде. Был ысын мөғжизә!» Ике айҙан һуң уның хыялы тормошҡа ашҡан. Хәҙер ул 70-тән уҙған һәм инде 20 йылдан артыҡ пионер булып хеҙмәт итә. Был ваҡыт эсендә ул 8 ҡатынға хәҡиҡәткә килергә ярҙам иткән. Фабиола апай-ҡәрҙәш былай тип дауам итә: «Ваҡыт-ваҡыт мин үҙемде көсһөҙ хис итәм, әммә Йәһүә миңә көн һайын график буйынса хеҙмәт итергә ярҙам итә».

Ибраһим менән Сара, Яҡуб һәм Иордан йылғаһын кисеп сыҡҡан руханиҙар Йәһүәгә таянғандарын нисек күрһәткән? (13-сө абзацты ҡарағыҙ.)

13, 14. Ниндәй миҫалдар һеҙгә Йәһүәгә таянырға һәм яңы рухи маҡсаттарға өлгәшергә ярҙам итер.

13 Йәһүәгә таянған хеҙмәтселәрҙән өлгө алығыҙ. Изге Яҙмала Йәһүә өсөн тырышып хеҙмәт иткән кешеләрҙең миҫалдары бик күп. Йыш ҡына уларға Йәһүәнән фатиха алыр алдынан, тәүҙә үҙҙәренә нимәлер эшләргә кәрәк булған. Мәҫәлән, Ибраһим ҡайҙа барғанын белмәһә лә, үҙ өйөн ҡалдырғас ҡына, Йәһүәнең фатихаһын алған (Евр. 11:8). Яҡуб та фәрештә менән төнө буйы көрәшкәндән һуң ғына махсус фатихалар алған (Баш. 32:24—30). Руханиҙар урғып ағып ятҡан йылғаға кергәс кенә, израилдәр, Иордан йылғаһы аша сығып, вәғәҙә ителгән ергә барып етә алған (Еш. 3:14—16).

14 Хәҙерге ваҡытта Йәһүәгә таянған һәм рухи маҡсаттар ҡуйған мәсихселәр һеҙҙең өсөн яҡшы үрнәк була ала. Мәҫәлән, ундай ҡәрҙәштәр тураһында «Улар үҙҙәрен хеҙмәткә теләп бағышлаған» * тигән мәҡәләләрҙән белеп була. Был мәҡәләләрҙе уҡырға яратҡан Пейтон һәм уның ҡатыны Дайана былай тип бүлешә: «Ҡәрҙәштәрҙең хеҙмәттәре тураһында уҡыу тәмле ризыҡ ашап ултырған кешегә ҡарап ултырыуға тиң. Оҙаҡ ҡарап ултырған һайын, үҙеңдең дә ауыҙ иткең килә башлай. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, Йәһүәнең игелеген татып ҡарарға теләк тыуа». Ваҡыт үтеү менән Пейтон һәм Дайана вәғәзселәргә ихтыяж булған ергә күсенгән. Ә һеҙ шул рубрикалағы мәҡәләләрҙе уҡынығыҙмы? Шулай уҡ jw.org сайтында «Йыраҡ ерҙәрҙә вәғәзләү. Австралия» һәм «Йыраҡ ерҙәрҙә вәғәзләү. Ирландия» тигән видеояҙмаларҙы ҡарап була. Был материалдар һеҙгә хеҙмәтегеҙҙе киңәйтергә ярҙам итер.

15. Ни өсөн дуҫтарҙы аҡыллы һайларға кәрәк?

15 Дуҫтарҙы дөрөҫ һайлағыҙ. Һеҙгә таныш булмаған ризыҡты шул ризыҡты яратҡан кешеләр менән бергә булғанда ауыҙ итеү күпкә тәмлерәк. Шуның шикелле, хеҙмәтте беренсе урынға ҡуйған ҡәрҙәштәр менән дуҫлашһаҡ, беҙ ҙә Йәһүәгә күберәк хеҙмәт итергә теләрбеҙ. Кент менән Вероника бының менән килешә. Улар былай тип һөйләй: «Дуҫтарыбыҙ һәм туғандарыбыҙ беҙҙе хеҙмәттең яңы төрҙәрендә ҡатнашырға дәртләндерҙе. Беҙ шуны аңланыҡ: Алла Батшалығын беренсе урынға ҡуйған ҡәрҙәштәр менән аралашһаҡ, яңы нәмәләрҙе башларға ҡурҡыныс түгел». Хәҙер Кент менән Вероника Сербияла махсус пионерҙар булып хеҙмәт итә.

16. Лука 12:16—21 буйынса, ни өсөн беҙгә ҡорбандарға барырға әҙер булырға кәрәк?

16 Йәһүә өсөн ҡорбандарға барырға әҙер булығыҙ. Йәһүәгә яраҡлы булыр өсөн тормош рәхәттәренән баш тартып йәшәргә кәрәк тигәнде аңлатмай (Вәғ. 5:19, 20). Ҡайһы бер кешеләр күберәк хеҙмәт итергә мөмкинлектәре булһа ла, ҡорбандарға барырға әҙер түгел. Ғайсаның ҡиссаһындағы кеше тап шундай хата эшләгән. Ул үҙ ихтыяждарын Алланан өҫтөн ҡуйған. (Лука 12:16—21-ҙе уҡығыҙ.) Францияла йәшәгән Кристьян исемле ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Мин Йәһүәгә һәм ғаиләмә етерлек иғтибар бирмәнем». Әммә быны аңлағас, ул ҡатыны менән пионер хеҙмәтен башларға булған. Был маҡсатҡа өлгәшер өсөн уларға эштәрен ҡалдырырға кәрәк булған. Үҙҙәрен тәьмин итер өсөн улар бәләкәй генә бизнес асҡан һәм әҙ нәмәләргә ҡәнәғәт булырға өйрәнгән. Ундай ҡорбандарға барыу ниндәй фатихаларға килтергән? Кристьян былай тип дауам итә: «Беҙ бер ҡасан да хеҙмәттән шул тиклем шатлыҡ кисермәнек. Беҙҙең хәҙер күп ҡабат килеп китеүҙәребеҙ бар, һәм өйрәнеүселәребеҙ рухи яҡтан үҫә. Был беҙҙе бик ҡыуандыра».

17. Хеҙмәттең яңы төрҙәрендә ҡатнашырға беҙгә нимә ҡамасаулай ала?

17 Хеҙмәттең яңы төрҙәрендә ҡатнашығыҙ. (Ғәм. 17:16, 17; 20:20, 21) Ҡушма Штаттарҙа йәшәгән һәм пионер булып хеҙмәт иткән Шерон исемле апай-ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. Уға COVID-19 пандемияһы ваҡытында хеҙмәттең яңы төрҙәренә өйрәнергә еңел булмаған. Тәүҙә ул телефон аша вәғәзләргә ҡыймаған, әммә һуңыраҡ, район күҙәтеүсеһе быны нисек эшләп булғанын күрһәткәс, ул да телефон аша йыш вәғәзләй башлаған. Шерон былай тип һөйләй: «Башта мин ҡурҡа инем, әммә хәҙер мин был хеҙмәттән ҙур ҡәнәғәтлек кисерәм. Мин телефон аша өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләүгә ҡарағанда күберәк кеше менән һөйләшәм».

18. Ауыр шарттарға ҡарамаҫтан, ниндәй кәңәш беҙгә күберәк вәғәзләргә ярҙам итер?

18 План төҙөгөҙ һәм эш итегеҙ. Ауыр саҡта беҙ Йәһүәнән ярҙам һорап доға ҡылабыҙ һәм, нисек эш итергә икән, тип ентекләп уйланабыҙ (Ғиб. һүҙ. 3:21). Европала сиған төркөмөндә пионер булып хеҙмәт иткән Соня исемле апай-ҡәрҙәш былай ти: «Ғәҙәттә, мин үҙ пландарымды ҡағыҙға яҙам да, күренгән ергә һалып ҡуям. Шулай уҡ өҫтәлемдә юл саты төшөрөлгән рәсем бар. Ниндәйҙер ҡарар ҡабул итер алдынан, мин ул рәсемгә ҡарайым һәм, был ҡарарым мине нимәгә килтерер икән, тип уйланам». Тормошонда барыһы ла шыма ғына бармаһа ла, Соня ыңғай ҡараш һаҡларға тырыша. «Үҙгәреп торған шарттарға мин юлымда торған кәртәгә йәки юлымды дауам итергә ярҙам иткән күпергә һымаҡ ҡарай алам. Барыһы ла минең ҡарашымдан тора», — ти Соня.

19. Был мәҡәлә һеҙҙе нимәгә дәртләндерҙе?

19 Йәһүә беҙҙе төрлө яҡтан фатихалай. Әйҙәгеҙ, уның исемен данлар өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләйек (Евр. 13:15). Шулай итеп беҙ уға рәхмәтебеҙҙе белдерербеҙ. Хеҙмәттең яңы төрҙәрендә ҡатнашырға тырышығыҙ. Шул саҡта Йәһүә һеҙҙе күберәк фатихалаясаҡ. Йәһүәнең игелеген көн һайын татыр өсөн мөмкинлектәр эҙләгеҙ. Шул саҡта һеҙ, Ғайса Мәсих кеүек: «Минең ризығым — Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәү һәм Уның эшен теүәлләү», — тип әйтә алырһығыҙ (Яхъя 4:34).

80-СЕ ЙЫР «Йәһүәнең игелеген татығыҙ һәм күрегеҙ»

^ 5 абз. Йәһүә — игелектең сығанағы. Ул бөтә кешеләргә, хатта яуыздарға ла яҡшылыҡ эшләй. Әммә уға күберәк үҙенең тоғро хеҙмәтселәренә игелек күрһәтергә оҡшай. Был мәҡәләлә беҙ Йәһүәнең быны нисек эшләгәнен һәм хеҙмәттәрен киңәйтергә теләгәндәргә ниндәй бүләктәр биргәнен ҡарап сығырбыҙ.

^ 2 абз. Зәбур 34:8: «Йәһүәнең игелеген татығыҙ һәм күрегеҙ, уға һыйыныусы кеше бәхетле».

^ 3 абз. Зәбур 16:1, 2: «Яҡла мине, Аллам, сөнки мин һиндә һыйыныу таптым. Мин Йәһүәгә: „Һин — Йәһүә, минең игелек шишмәһе“, — тинем».

^ 7 абз. Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

^ 14 абз. Был рубрикалағы мәҡәләләр элек «Күҙәтеү манараһы» журналында баҫтырылған ине. Хәҙер уларҙы jw.org сайтында табып була (БЕҘҘЕҢ ТУРАЛА > ЙӘҺҮӘ ШАҺИТТАРЫНЫҢ БИОГРАФИЯЛАРЫ > РУХИ МАҠСАТТАР).