Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

36-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәш ҡәрҙәштәрҙе ҡәҙерләгеҙ

Йәш ҡәрҙәштәрҙе ҡәҙерләгеҙ

«Йәштәрҙең даны — уларҙың көс-ҡөҙрәте» (ҒИБ. ҺҮҘ. 20:29).

88-СЕ ЙЫР Миңә үҙ юлдарыңды күрһәт

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Оло йәштәге ҡәрҙәштәр ниндәй маҡсат ҡуя ала?

ЙЫШ ҡына оло йәштәге ҡәрҙәштәр Йәһүәгә инде күп хеҙмәт итә алмағандары арҡаһында борсола. Әлбиттә, элеккегә ҡарағанда уларҙың көстәре әҙерәк. Әммә йәштәргә яңы вазифалар алырға һәм хеҙмәттәрен тулы рәүештә башҡарырға ярҙам итер өсөн, оло йәштәге ҡәрҙәштәрҙең йылдар дауамында туплаған тәжрибәһе һәм зирәклеге бар. Күп йылдар өлкән булып хеҙмәт иткән бер ағай-ҡәрҙәш бына нимә ти: «Ҡартлыҡ һиҙелә, әммә бәхеткә ҡаршы, эште дауам итә алған йәш ағай-ҡәрҙәштәр бар, һәм мин уларға рәхмәтлемен».

2. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

2 Үткән мәҡәләлә беҙ оло йәштәге ҡәрҙәштәр менән дуҫлашыу йәштәргә ниндәй фатихалар килтергәнен белдек. Ә был мәҡәләлә баҫалҡы, тыйнаҡ, рәхмәтле һәм йомарт булыу оло йәштәгеләргә йәштәр менән хеҙмәттәшлек итергә нисек ярҙам иткәнен һәм бының йыйылышҡа ниндәй файҙа килтергәнен ҡарап сығырбыҙ.

БАҪАЛҠЫ БУЛЫҒЫҘ

3. Филиптарға 2:3, 4 буйынса, баҫалҡылыҡ нимәлә сағыла, һәм ни өсөн мәсихселәргә был сифат кәрәк?

3 Йәштәргә ярҙам итергә теләгән оло йәштәге ҡәрҙәштәргә баҫалҡылыҡ кәрәк булыр. Баҫалҡы кеше башҡаларҙы үҙенән өҫтөнөрәк күрә. (Филиптарға 2:3, 4-те уҡығыҙ.) Был сифатты сағылдырған оло йәштәге ҡәрҙәш бер үк йөкләмәне төрлө ысулдар менән башҡарып булғанын һәм бының Изге Яҙмаға ҡаршы килмәгәнен таный. Шуға күрә баҫалҡы ҡәрҙәштәр ниндәйҙер йөкләмәне элеккесә, үҙҙәре өйрәнгәнсә, эшләргә кәрәк тип уйламай (Вәғ. 7:10). Эйе, оло йәштәге ҡәрҙәштәрҙең йәштәргә тапшыра алған ҙур тормош тәжрибәһе бар. Шулай ҙа улар был донъяның сәхнәһе үҙгәрә барғанын һәм уларҙың үҙҙәренә лә яңы нәмәләргә өйрәнергә кәрәклеген таный (1 Кор. 7:31).

Оло йәштәгеләр үҙ тәжрибәһе менән теләп бүлешә (4, 5-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

4. Район күҙәтеүселәре ниндәй мәғәнәлә левиттарға оҡшаш?

4 Баҫалҡылыҡ оло йәштәге ҡәрҙәштәргә йәш саҡтағы һымаҡ күп эшләй алмағандарын аңларға ярҙам итә. Мәҫәлән, район күҙәтеүселәренең миҫалына иғтибар итәйек. 70 йәш тулғас, уларға район хеҙмәтен ҡалдырырға тура килә. Эйе, был еңел булмаҫҡа мөмкин, сөнки улар йыйылыштар һәм ҡәрҙәштәр хаҡында ҡайғыртырға өйрәнгән. Улар әле лә был эштә янып тора, әммә район хеҙмәтен башҡарырға йәш һәм көслө ағай-ҡәрҙәштәр кәрәк икәнен аңлай. Был яҡтан район күҙәтеүселәре боронғо Израилдә изге сатырҙа хеҙмәт иткән левиттарға оҡшаш. Левиттар, 50 йәштәре тулғас, үҙ хеҙмәттәрен ҡалдырған. Уларҙың шатлығы берәй билдәле йөкләмәгә бәйле булмаған. Улар һәр эште башҡара алғандарына һәм йәшерәк левиттарға ярҙам итә алғандарына шат булған (Һан. 8:25, 26). Шулай уҡ район күҙәтеүсеһе булып хеҙмәт иткән ағай-ҡәрҙәштәр ҙә инде бер нисә йыйылыш тураһында түгел, ә бер генә — үҙҙәре хеҙмәт иткән йыйылыш хаҡында ғына ҡайғырта.

5. Дэн менән Кэтиҙың миҫалы һеҙҙе нимәгә өйрәтә?

5 23 йыл район хеҙмәтендә ҡатнашҡан Дэн исемле ағай-ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. Уға 70 йәш тулғас, уларҙы ҡатыны Кэти менән махсус пионер итеп билдәләгәндәр. Был үҙгәреш уларға еңел бирелгәнме? Дэн әйтеүенсә, уның быға тиклем бер ваҡытта ла шул тиклем күп эше булмаған. Мәҫәлән, йыйылыштағы вазифаларҙан тыш, ул ағай-ҡәрҙәштәргә хеҙмәт ярҙамсыһы булырға ярҙам итә, вәғәзселәрҙе йәмәғәт урындарында һәм төрмәләрҙә вәғәзләргә өйрәтә. Ҡәҙерле оло йәштәге ҡәрҙәштәребеҙ, тулы ваҡытлы хеҙмәттәме һеҙ, юҡмы, һеҙҙең башҡаларға ярҙам итер өсөн мөмкинлектәрегеҙ күп. Был мөмкинлектәрҙе нисек яҡшыраҡ ҡулланырға? Үҙгәрә барған шарттарға күнегергә тырышығыҙ. Яңы маҡсаттар ҡуйығыҙ һәм иғтибарығыҙҙы эшләй алмаған нәмәләргә түгел, ә хәлегеҙҙән килгән эштәргә туплағыҙ.

ТЫЙНАҠ БУЛЫҒЫҘ

6. Ни өсөн тыйнаҡ булырға кәрәк? Миҫал килтерегеҙ.

6 Тыйнаҡ кеше үҙенең мөмкинлектәре сикле булғанын аңлай (Ғиб. һүҙ. 11:2). Тыйнаҡлыҡ уға үҙен дөрөҫ баһаларға, сиктән тыш талапсан булмаҫҡа ярҙам итә. Һөҙөмтәлә ул бәхетле булыр һәм тырышып хеҙмәт итер. Тыйнаҡ кешене текә тауға машинала менеп барған водитель менән сағыштырып була. Машинаһы туҡтап ҡалмаһын өсөн, ул передачаһын кәметә. Эйе, машина яйыраҡ барыр, әммә туҡтамаҫ. Шуның шикелле, тыйнаҡ кеше лә хеҙмәттә туҡтап ҡалмаҫ өсөн тиҙлеген ҡасан кәметергә кәрәк икәнен белә (Флп. 4:5).

7. Барзилай нисек тыйнаҡлыҡ сағылдырған?

7 Барзилайҙың миҫалын иҫкә төшөрәйек. Уға 80 йәш булғанда, Дауыт батша уны үҙенең кәңәшсеһе итеп хеҙмәт итергә саҡырған. Әммә Барзилай, тыйнаҡлыҡ сағылдырып, был тәҡдимдән баш тартҡан. Ул үҙенең инде йәш түгеллеген һәм көсө лә әҙерәк икәнен аңлаған. Шуға күрә ул Дауытҡа үҙенең урынына Кимғәмде тәҡдим иткән (2 Сам. 19:35—37). Барзилай һымаҡ, оло йәштәге ағай-ҡәрҙәштәр ҙә йәштәргә вазифаларын тапшырырға әҙер.

Йәһүә ғибәҙәтхананы төҙөргә Сөләймәнде билдәләгәс, Дауыт батша был ҡарарҙы ҡабул иткән (8-се абзацты ҡарағыҙ.)

8. Дауыт нисек тыйнаҡлыҡ сағылдырған?

8 Дауыт батша ла тыйнаҡ булыуҙа яҡшы өлгө күрһәткән. Ул Йәһүәгә ғибәҙәтхана төҙөргә бик теләгән. Әммә Йәһүәнең был эште Сөләймәнгә тапшырғанын белгәс, ул был ҡарар менән ризалашҡан һәм төҙөлөш өсөн бик күп материалдар әҙерләп ҡуйған (1 Йыл. 17:4; 22:5). Сөләймән «йәш һәм тәжрибәһеҙ» булғанға, Дауыт, мин был эш өсөн яҡшыраҡ тура киләм, тип уйламаған (1 Йыл. 29:1). Дауыт был эштең уңышлы булыуы үҙ өҫтөнә етәкселек алғандарҙың йәшенән йә тәжрибәһенән түгел, ә Йәһүәнең фатихаһынан торғанын белгән. Дауыттан өлгө алып, бөгөн дә оло йәштәге мәсихселәр, йөкләмәләре үҙгәрһә лә, Йәһүәгә артабан да ашҡынып хеҙмәт итә. Улар шуны белә: Йәһүә, уларҙы был йөкләмәләрҙе үтәгән ваҡытта ҡайғыртҡан кеүек, йәштәргә лә был йөкләмәләрҙе үтәргә ярҙам итер.

9. Филиал комитетында хеҙмәт иткән бер ағай-ҡәрҙәш нисек тыйнаҡлыҡ сағылдырған?

9 Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, беҙҙең көндәрҙә тыйнаҡлыҡ сағылдырған Сигэо исемле ағай-ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. 1976 йылда уны 30 йәшендә филиал комитетында хеҙмәт итергә билдәләгәндәр, ә 2004 йылда ул филиал комитетының координаторы булып хеҙмәт итә башлаған. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, ул, олоғайғанға күрә, ҡайһы бер вазифалар ауырыраҡ бирелгәнен аңлаған. Сигэо ҡәрҙәш борсолоуҙары тураһында Йәһүәгә һөйләгән һәм, координаторҙың вазифаларын йәшерәк ағай-ҡәрҙәш үтәһә, яҡшыраҡ булыр, тигән һөҙөмтәгә килгән. Хәҙер ҡәрҙәшебеҙ филиал комитетының координаторы түгел, әммә ул әле лә филиал комитетында хеҙмәт итә. Барзилайҙың, Дауыт батшаның һәм Сигэоның миҫалдарынан күренеүенсә, баҫалҡы һәм тыйнаҡ кеше иғтибарын йәштәрҙең тәжрибәһеҙлегенә түгел, ә уларҙың көслө яҡтарына туплай. Ул уларҙы ярышташтар тип түгел, ә хеҙмәттәштәр тип һанай (Ғиб. һүҙ. 20:29).

РӘХМӘТЛЕ БУЛЫҒЫҘ

10. Оло йәштәге мәсихселәр йәштәргә нисек ҡарай?

10 Оло йәштәге мәсихселәр Йәһүәгә йәштәр өсөн бик рәхмәтле һәм уларға унан бирелгән бүләккә ҡараған һымаҡ ҡарай. Оло йәштәге мәсихселәрҙең көстәре кәмей бара, шуға күрә улар йәштәрҙе йыйылышта һәм хеҙмәттә күберәк вазифалар алғандары өсөн бик ҡәҙерләй.

11. Нәғмиәнең осрағынан күренеүенсә, оло йәштәге ҡәрҙәштәргә йәштәрҙең ярҙамын ҡабул итеү ниндәй файҙа килтерә? (Руф 4:13—16).

11 Изге Яҙмала йәштәрҙең ярҙамын ҡабул иткән оло йәштәге хеҙмәтселәрҙең береһе — Нәғмиә тураһында һөйләнелә. Тәүҙә Нәғмиә тол ҡалған киленен, Руфты, үҙенең халҡына кире ҡайтырға өндәгән, әммә Руф Нәғмиәне ҡалдырырға теләмәгән һәм уның менән Вифлеемға барырға ҡарар иткән. Нәғмиә быға ҡаршы булмаған һәм Руфҡа уның тоғролоғо өсөн рәхмәтле булған (Руф 1:7, 8, 18). Был уларҙың икеһенә лә фатихалар килтергән. (Руф 4:13—16-ны * уҡығыҙ.) Баҫалҡылыҡ оло йәштәге мәсихселәрҙе Нәғмиәнән үрнәк алырға дәртләндерер.

12. Павел рәхмәтле булғанын нисек күрһәткән?

12 Илсе Павел да ҡәрҙәштәргә ярҙам күрһәткәндәре өсөн бик рәхмәтле булған. Мәҫәлән, Филипп ҡалаһында йәшәгән мәсихселәргә хат яҙғанда, ул уларға матди яҡтан ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәтен белдергән (Флп. 4:16). Ул шулай уҡ Тимофейҙың ярҙамын да бик ҡәҙерләгән (Флп. 2:19—22). Һаҡсылар Павелды Римға алып барғанда, ҡайһы бер мәсихселәр уны дәртләндерергә килгән, һәм Павел бының өсөн Йәһүәгә бик рәхмәтле булған (Ғәм. 28:15). Хеҙмәттә ашҡынып торғанға, Павел вәғәзләр өсөн һәм йыйылыштарҙы нығытыр өсөн меңәрләгән саҡрым юл үткән. Шул уҡ ваҡытта ул баҫалҡы булған, шуға күрә ҡәрҙәштәрҙең ярҙамынан баш тартмаған.

13. Оло йәштәгеләр Йәһүәгә йәштәр өсөн рәхмәттәрен нисек белдерә ала?

13 Оло йәштәге ҡәрҙәштәр, һеҙ йәштәр өсөн Йәһүәгә рәхмәтегеҙҙе төрлөсә белдерә алаһығыҙ. Улар һеҙҙе машина менән берәй ҡайҙа алып барырға, нимәлер һатып алырға йә тағы берәй ярҙам тәҡдим итһә, рәхмәтле булығыҙ һәм ярҙамдарын кире ҡаҡмағыҙ. Быларҙың барыһына ла Йәһүәнең яратыуына ҡараған һымаҡ ҡарағыҙ. Бынан тыш, йәш ҡәрҙәштәр һеҙгә яҡын дуҫ булып китә ала. Уларҙың рухи үҫеше менән ҡыҙыҡһынығыҙ, йыйылышта һәм хеҙмәттә күрһәткән тырышлыҡтары өсөн маҡтағыҙ. Улар менән аралашыуға ваҡытығыҙҙы йәлләмәгеҙ һәм тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашығыҙ. Шулай эшләп, һеҙ Йәһүәгә йыйылыштағы йәштәр өсөн рәхмәтегеҙҙе күрһәтерһегеҙ (Кол. 3:15; Яхъя 6:44; 1 Фес. 5:18).

ЙОМАРТ БУЛЫҒЫҘ

14. Дауыт батша нисек йомартлыҡ күрһәткән?

14 Оло йәштәге ҡәрҙәштәр Дауыттан тағы бер мөһим сифатҡа — йомартлыҡҡа өйрәнә ала. Ул ғибәҙәтхана төҙөүгә үҙ байлығының бик ҙур өлөшөн бүлеп биргән (1 Йыл. 22:11—16; 29:3, 4). Кешеләр төҙөләсәк ғибәҙәтхананы Сөләймәндеке тип атаһа ла, был Дауытты туҡтатмаған. Әгәр ҙә теократик төҙөлөштәрҙә ҡатнашырға көсөгөҙ булмаһа, һеҙ, мөмкинлектәргә ҡарап, иғәнә биреп ярҙам итә алаһығыҙ. Шулай уҡ һеҙ йылдар буйы туплаған тәжрибәгеҙҙе йәштәргә бирә алаһығыҙ.

15. Павел Тимофейға ҡарата нисек йомартлыҡ сағылдырған?

15 Илсе Павел да йомарт кеше булған. Ул Тимофейға үҙе менән миссионер сәйәхәттәрендә ҡатнашырға тәҡдим иткән. Павел был йәш мәсихсене вәғәзләү һәм өйрәтеү ысулдарына өйрәтер өсөн ваҡытын йәлләмәгән (Ғәм. 16:1—3). Шуның ярҙамында Тимофей оҫта вәғәзсе булып киткән (1 Кор. 4:17). Ә һуңыраҡ Тимофей үҙе лә белгәндәрен башҡаларға еткергән.

16. Ни өсөн Сигэо ҡәрҙәш башҡаларҙы өйрәткән?

16 Бөгөн дә оло йәштәге ҡәрҙәштәр йәштәрҙе үҙҙәре элек башҡарған вазифаларҙы үтәргә өйрәтә. Улар, бының арҡаһында үҙ вазифаларымды юғалтырмын һәм кәрәкһеҙ булып китермен, тип ҡурҡмай. Мәҫәлән, юғарыла иҫкә алынған Сигэо ҡәрҙәш күп йылдар дауамында филиал комитетында хеҙмәт иткән йәшерәк ағай-ҡәрҙәштәрҙе өйрәткән. Ни өсөн ул быны эшләгән? Сөнки ул Батшалыҡ эшенең артабан да алға барыуын теләгән. Һөҙөмтәлә ул үҙ ваҡытында филиал комитетының координаторы вазифаларын яҡшы өйрәтелгән йәшерәк ағай-ҡәрҙәшкә тапшыра алған. Сигэо ағай-ҡәрҙәш инде 45 йылдан ашыу филиал комитетында хеҙмәт итә һәм артабан да үҙ тәжрибәһен йәшерәк ағай-ҡәрҙәштәр менән бүлешә. Алла халҡы араһында шундай ҡәрҙәштәрҙең булыуы — ҙур фатиха!

17. Лука 6:38 буйынса, оло йәштәге ҡәрҙәштәр нисек эш итә ала?

17 Ҡәҙерле оло йәштәге ҡәрҙәштәр, Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итеүҙән яҡшыраҡ бер нәмә лә юҡ икәнен һеҙ үҙ тормошоғоҙ менән күрһәтәһегеҙ. Изге Яҙмалағы принциптарҙы өйрәнеү һәм ҡулланыу ҙур файҙа килтергәнен һеҙҙең өлгөгөҙ раҫлай. Һеҙ ойошмала эштәр нисек алып барылғанын беләһегеҙ һәм ойошманан артта ҡалмаҫ өсөн яңы нәмәләргә өйрәнергә әҙер. Күптән түгел генә һыуға сумдырылған булһағыҙ ҙа, Йәһүә менән танышыу һеҙгә күпме шатлыҡ килтергәне тураһында йәштәргә һөйләй алаһығыҙ. Үткәндәрҙән ниндәй һабаҡтар алғанығыҙ тураһында белеү уларға файҙалы булыр. Бай тәжрибәгеҙ менән бүлешһәгеҙ, Йәһүә һеҙҙе мул итеп фатихалар. (Лука 6:38-ҙе уҡығыҙ.)

18. Оло йәштәгеләр һәм йәштәр бер-береһенә ниндәй файҙа килтерә ала?

18 Оло йәштәге ҡәрҙәштәр йәш ҡәрҙәштәр менән аралашһа, был тегеләренә лә, быларына ла файҙа килтерер (Рим. 1:12). Уларҙың һәр береһенең көслө яҡтары бар. Мәҫәлән, оло йәштәгеләр ваҡыт дауамында тупланған зирәклеккә һәм тәжрибәгә эйә, ә йәштәрҙең көсө һәм дәрте күп. Улар бергә дуҫтарса хеҙмәттәшлек иткәндә күктәге Атабыҙ Йәһүәне данлай һәм йыйылыш өсөн фатиха булып тора.

90-СЫ ЙЫР Бер-беребеҙҙе дәртләндерәйек

^ 5 абз. Йыйылыштарҙа йәш мәсихселәрҙең ашҡынып хеҙмәт иткәнен күреү бик күңелле! Мәҙәниәттәренә һәм сығыштарына ҡарамаҫтан, оло йәштәге ҡәрҙәштәр йәштәргә хеҙмәтте тулы рәүештә башҡарырға ярҙам итә ала.

^ 11 абз. Руф 4:13—16: «Шулай итеп, Вооз Руфты ҡатынлыҡҡа алды һәм уның менән яҡынлыҡ ҡылды. Йәһүәнең рәхмәте менән Руф ауырға ҡалды һәм ир бала тапты. 14 Ҡатын-ҡыҙҙар Нәғмиәгә былай тине: „Бөгөн һине йолоп алыусыһыҙ ҡалдырмаған Йәһүә маҡталһын. Уның исеме Израилдә данланһын! 15 Был бала тормошоңа йән өрҙө, һәм ҡартлығыңда ул һинең ярҙамсың булыр, сөнки уны ете улдан да яҡшыраҡ булған һәм һине яратҡан киленең тыуҙырҙы“. 16 Нәғмиә баланы алып күкрәгенә ҡыҫты һәм уны ҡайғыртты».

^ 56 абз. РӘСЕМДӘ: район күҙәтеүсеһенә 70 йәш тулғас, ул ҡатыны менән яңы билдәләнеү алған. Хәҙер улар, ҙур тәжрибә йыйғанға, йыйылыштағы ҡәрҙәштәрҙе күп нәмәгә өйрәтә ала.