Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

37-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

«Мин бөтә халыҡтарҙы һелкетермен»

«Мин бөтә халыҡтарҙы һелкетермен»

«Мин бөтә халыҡтарҙы һелкетермен, һәм был йортҡа бар халыҡтарҙан ҡиммәтле булғандары килер» (АГГ. 2:7).

24-СЕ ЙЫР Йәһүә тауына килегеҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1, 2. Аггей пәйғәмбәр беҙҙең көндәрҙә булған ниндәй символик ер тетрәүе тураһында пәйғәмбәрлек иткән?

«БЕР нисә минут эсендә магазиндар һәм иҫке йорттар емерелде», «Кешеләр араһында паника башланды... Күптәрҙең әйтеүенсә, ер тетрәү бер нисә минут ҡына булды, ә миңә ул мәңгегә һуҙылғандай тойолдо». Был — 2015 йылда Непалда ер тетрәү ваҡытында иҫән ҡалған кешеләрҙең һүҙҙәре. Әгәр һеҙ шундай ғазаптар кисергән булһағыҙ, был хәтерегеҙҙә оҙаҡҡа уйылып ҡалыр ине.

2 Әммә беҙҙең көндәрҙә башҡа төрлө ер тетрәүе бара, һәм ул ниндәйҙер ҡала йә ил менән генә сикләнмәгән. Ул инде тиҫтәләгән йылдар элек башланған һәм бөтә халыҡтарға ла ҡағыла. Был турала Аггей пәйғәмбәр былай тип яҙған: «Былай тип әйтә ғәскәрҙәр Эйәһе Йәһүә: „Тиҙҙән мин тағы бер тапҡыр күктәрҙе һәм ерҙе, диңгеҙҙе һәм ҡоро ерҙе һелкетермен“» (Агг. 2:6).

3. Аггей телгә алған тетрәү букваль ер тетрәүҙән нимә менән айырылып тора?

3 Аггей пәйғәмбәр телгә алған тетрәү зыян килтергән тәбиғәт афәтенә оҡшамаған. Ул яҡшы емештәр килтерә. Йәһүә үҙе былай ти: «Мин бөтә халыҡтарҙы һелкетермен, һәм был йортҡа бар халыҡтарҙан ҡиммәтле булғандары килер. Шунда мин уны дан менән тултырырмын» (Агг. 2:7). Аггей көндәрендә йәшәгән йәһүдтәр был пәйғәмбәрлекте нисек аңларға тейеш булған? Был беҙҙең өсөн нимәне аңлата? Әйҙәгеҙ, ошо һорауҙарға яуап алайыҡ һәм халыҡтарҙы һелкеткән эштә нисек ҡатнаша алғаныбыҙҙы беләйек.

АГГЕЙ КӨНДӘРЕНДӘГЕ РУХЛАНДЫРҒЫС ХӘБӘР

4. Ни өсөн Йәһүә үҙ халҡына Аггей пәйғәмбәрҙе ебәргән?

4 Йәһүә Аггей пәйғәмбәргә мөһим йөкләмә биргән. Бынан алдараҡ нимә булғанын иҫкә төшөрәйек. Б. э. т. 537 йылда Вавилон әсирлегенән Иерусалимға ҡайтҡан кешеләр араһында, күрәһең, Аггей ҙа булған. Күп тә үтмәҫтән, Йәһүәнең тоғро хеҙмәтселәре ғибәҙәтхананы торғоҙа башлаған һәм уның нигеҙен һалған (Езра 3:8, 10). Әммә уларҙың дәрте оҙаҡҡа етмәгән. Тирә-яҡтағы халыҡтарҙың ҡаршы килеүҙәре менән осрашҡас, улар төҙөлөш эштәрен туҡтатҡан (Езра 4:4; Агг. 1:1, 2). Шуға күрә б. э. т. 520 йылда Йәһүә израилдәрҙе башлаған эштәрен тамамларға дәртләндерер өсөн Аггейҙы ебәргән (Езра 6:14, 15) *.

5. Ни өсөн Аггейҙың хәбәре Алла халҡын рухландырырға тейеш булған?

5 Аггейҙың хәбәре израилдәрҙең Йәһүәгә ҡарата иманын нығытырға тейеш булған. Пәйғәмбәр бойоҡҡан йәһүдтәргә ҡыйыулыҡ менән былай тигән: «„Был ерҙең бөтә халҡы, ныҡ булығыҙ, — тип әйтә Йәһүә, — һәм эште башҡарығыҙ“. „Мин бит һеҙҙең менән“, — тип әйтә ғәскәрҙәр Эйәһе Йәһүә» (Агг. 2:4). Иғтибар итегеҙ: бында Йәһүә үҙен «ғәскәрҙәр Эйәһе» тип атай. Ни өсөн? Сөнки ул йәһүдтәргә фәрештәләр ғәскәре менән етәкселек иткәнен иҫтәренә төшөрөргә теләгән. Тимәк, Алланың ихтыярын уңышлы итеп үтәргә теләгән йәһүдтәргә Йәһүәгә тулыһынса ышанырға кәрәк булған.

6. Йәһүәнең «бөтә халыҡтарҙы һелкетермен» тигән ниәте нимәгә килтерергә тейеш булған?

6 Йәһүә Аггей аша: «Мин бөтә халыҡтарҙы һелкетермен», — тип әйткән. Был һүҙҙәр менән ул төшөнкөлөккә бирелгән йәһүдтәргә, Фарсы империяһын һелкетәм, тип вәғәҙә иткән. Ул ваҡытта уның территорияһында күп төрлө халыҡтар йәшәгән. Был «һелкетеү» нимәгә килтергән? Башта Алла хеҙмәтселәре ғибәҙәтхананың төҙөлөшөн тамамлай. Ә шунан был ғибәҙәтханала Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыр өсөн йәһүд булмаған кешеләр ҙә ҡушыла. Аггейҙың хәбәре Алла халҡы өсөн бик рухландырғыс булғандыр! (Зәк. 8:9).

ЙӘҺҮӘ БЕҘҘЕҢ КӨНДӘРҘӘ ЕРҘЕ ҺЕЛКЕТӘ

Бөгөн ерҙе «һелкеткән» вәғәз эшендә һеҙ тулыһынса ҡатнашаһығыҙмы? (7, 8-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

7. Беҙ бөтә халыҡтарҙы һелкеткән ниндәй эштә ҡатнашабыҙ? Аңлатығыҙ.

7 Аггейҙың пәйғәмбәрлеге беҙҙең көндәрҙә нисек үтәлә? Йәһүә яңынан бөтә халыҡтарҙы һелкетә, һәм беҙ уға был эштә ярҙам итәбеҙ. Нисек итеп? Әйҙәгеҙ, уйланып алайыҡ. 1914 йылда Йәһүә Ғайса Мәсихте үҙенең күктәге Батшалығында батша итеп ҡуйған (Зәб. 2:6). Ерҙәге етәкселәр өсөн был насар хәбәр, сөнки «халыҡтарға билдәләнгән ваҡыт» тамамланған. Шул ваҡыт дауамында Йәһүә тарафынан ҡуйылған батшалар идара итмәгән (Лука 21:24, ЯДТ). Йәһүәнең хеҙмәтселәре быны яҡшы аңлаған һәм, Алла Батшалығы кешелек өсөн берҙән-бер өмөт, тип бөтә ерҙә иғлан итә башлаған. 1919 йылдан алып улар Алла Батшалығы хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе ашҡынып вәғәзләй, һәм был хәбәр бөтә донъяны «һелкетә» (Матф. 24:14).

8. Зәбур 2:1—3 буйынса, Батшалыҡ тураһындағы хәбәр күпселек кешеләрҙә ниндәй хистәр тыуҙыра?

8 Был хәбәр кешеләргә нисек тәьҫир итә? Күпселек осраҡта кире хистәр тыуҙыра. (Зәбур 2:1—3-тө * уҡығыҙ.) Халыҡтар, образлы итеп әйткәндә, шаулай һәм Йәһүәнең майланған Батшаһын ҡабул итергә теләмәй. Һәм беҙ вәғәзләгән хәбәр улар өсөн һөйөнөслө түгел. Ҡайһы бер хөкүмәттәр вәғәз эшен тыя. Был хөкүмәт кешеләре, Аллаға ышанабыҙ, тип әйтһәләр ҙә, үҙ хакимлыҡтарын Ғайсаға бирергә теләмәй. Беренсе быуаттағы һымаҡ, бөгөн дә етәкселәр Ғайсаның шәкерттәрен эҙәрләй, һәм шулай эшләп улар ысынында Йәһүәнең майланғанына ҡаршы сыға (Ғәм. 4:25—28).

9. Кешеләрҙең Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәргә ҡаршы килеүен күреп, Йәһүә нимә эшләй?

9 Кешеләрҙең Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәргә ҡаршы килеүен күреп, Йәһүә нимә эшләй? Был турала Зәбур 2:10—12-лә яҙылған: «Шуға күрә хәҙер, эй, батшалар, төшөнөгөҙ; ер хакимдары, төҙәтеүҙе ҡабул итегеҙ. Йәһүәгә ҡурҡыу-хөрмәт менән хеҙмәт итегеҙ һәм ҡурҡыу ҡатыш ихтирам күрһәтеп һөйөнөгөҙ. Улды ололағыҙ, юғиһә Алланың асыуы килер, һәм һеҙ юлығыҙҙа һәләк булырһығыҙ, сөнки уның ярһыуы тиҙ ҡабыныр. Уны үҙенең һыйыныр урыны иткән һәр кеше бәхетле». Йәһүә, үҙ дошмандарына мәрхәмәт күрһәтеп, уларға уйланырға һәм Батшалыҡ яғына баҫырға мөмкинлек бирә. Әммә ваҡыт бик аҙ ҡалды. Беҙ был донъяның һуңғы көндәрендә йәшәйбеҙ (2 Тим. 3:1; Ишағ. 61:2). Кешеләргә хәҡиҡәтте белергә һәм дөрөҫ һайлау яһарға кәрәк. Быны оҙаҡҡа һуҙырға ярамай.

ҺӨЙӨНӨСЛӨ ХӘБӘРГӘ ЫҢҒАЙ ҠАРАШ

10. Аггей 2:7—9-ҙан күренеүенсә, халыҡтарҙы һелкеткән хәбәр ҡайһы бер кешеләргә нисек тәьҫир итә?

10 Аггей пәйғәмбәрлек иткән «һелкетеү» ҡайһы бер кешеләрҙә ыңғай хистәр тыуҙыра. Пәйғәмбәр был «һелкетеүҙең» һөҙөмтәләре тураһында былай тип яҙған: «Был йортҡа [Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыр өсөн] бар халыҡтарҙан ҡиммәтле булғандары [эскерһеҙ кешеләр] килер» *. (Аггей 2:7—9-ҙы * уҡығыҙ.) Был ваҡиғаның «һуңғы көндәрҙә» буласағы тураһында Ишағыя менән Миҡай пәйғәмбәрҙәр ҙә яҙған булған (Ишағ. 2:2—4; Миҡ. 4:1, 2).

11. Батшалыҡ тураһындағы яҡшы хәбәрҙе беренсе тапҡыр ишеткәс, Кен ағай-ҡәрҙәш нисек эш иткән?

11 Халыҡтарҙы һелкеткән хәбәр баш идаралығыбыҙҙа хеҙмәт иткән Кен исемле ағай-ҡәрҙәшкә нисек тәьҫир иткәнен ҡарап сығайыҡ. 40 йыл элек беренсе тапҡыр Батшалыҡ тураһындағы хәбәрҙе ишеткәнен ул һаман да яҡшы иҫләй. Кен ҡәрҙәш былай тип бүлешә: «Был донъяның һуңғы көндәрендә йәшәгәнебеҙҙе белгәс, мин бик шатландым. Алланың хуплауына һәм мәңгелек тормошҡа эйә булыр өсөн был ышанысһыҙ донъяға түгел, ә Йәһүәгә таянырға кәрәк икәнен аңланым. Шуға күрә мин шунда уҡ эш итергә кәрәк икәненә төшөндөм һәм был турала Йәһүәгә доғала һөйләнем. Мин, был донъяны ҡалдырып, бер нәмә ҡаҡшата алмаған Алла Батшалығы яғына баҫтым».

12. Нисек итеп һуңғы көндәрҙә Йәһүәнең рухи ғибәҙәтханаһы дан менән тула?

12 Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәренә ярҙам иткәне асыҡ күренә. Һуңғы көндәрҙә уларҙың һаны бик артты. 1914 йылда бер нисә мең генә вәғәзсе булған, ә бөгөн Йәһүәгә 8 миллиондан ашыу эскерһеҙ кеше хеҙмәт итә. Бынан тыш, миллионлаған кеше йыл һайын Иҫкә алыу кисәһенә килә. Шулай итеп бөйөк рухи ғибәҙәтхананың ерҙәге ихатаһына «бар халыҡтарҙан ҡиммәтле булғандары» килә. Ә был рухи ғибәҙәтхана Йәһүә урынлаштырған саф табыныу тәртибен символлаштыра. Өҫтәүенә, Йәһүәгә табына башлаған кешеләр, элекке йәшәү рәүешенән баш тартып, «яңы кешегә» әйләнә. Был да Йәһүәнең исеменә дан килтерә (Ефес. 4:22—24).

Алла халҡы бөтә ер шарында шатланып вәғәзләй (13-сө абзацты ҡарағыҙ.)

13. Аггейҙан башҡа Йәһүә халҡының үҫеше тураһында тағы кем пәйғәмбәрлек иткән? (Тышлыҡтағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)

13 Алла халҡының үҫеүе тураһында Аггейҙан тыш башҡа пәйғәмбәрҙәр ҙә яҙған булған. Мәҫәлән, Ишағыя 60-сы бүлектә 22-се аятта былай тиелгән: «Кескенәнән мең сығыр, әһәмиәтһеҙҙән көслө халыҡ барлыҡҡа килер. Мин, Йәһүә, быны үҙ ваҡытында тиҙләтермен». Шуныһы ғәжәп: «бар халыҡтарҙан ҡиммәтле булғандары» Алла халҡына ҡушыла һәм үҙҙәренең оҫталыҡтары менән һәләттәрен Батшалыҡ эшендә ҡуллана. Шулай итеп Алла халҡы, Ишағыя әйткәнсә, «халыҡтарҙың һөтө» менән туҡлана (Ишағ. 60:5, 16). Был ҡәҙерле ҡәрҙәштәрҙең ярҙамы менән бөтә донъяла вәғәз эше 240 илдә һәм территорияла башҡарыла, ә баҫмаларыбыҙ 1 000-дән ашыу телдә сығарыла.

ҺАЙЛАУ ЯҺАРҒА КӘРӘК

14. Һәр кеше бөгөн ниндәй һайлау яһарға тейеш?

14 Хәҙерге ваҡытта халыҡтарҙы һелкеткән вәғәз эше кешеләрҙе һайлау алдына баҫтыра. Алла Батшалығы яғына торорғамы йәки был донъя хөкүмәттәрен һайларғамы — һәр кеше үҙе ҡарар итергә тейеш. Әлбиттә, Йәһүәнең хеҙмәтселәре хөкүмәт закондарына буйһона, әммә сәйәси эштәрҙә улар нейтралитет һаҡлай (Рим. 13:1—7). Улар Алла Батшалығы ғына кешелектең проблемаларын хәл итәсәген яҡшы белә, ә Алла Батшалығының был донъя менән бер ниндәй уртаҡлығы юҡ (Яхъя 18:36, 37).

15. Асылыш китабы буйынса, Алла хеҙмәтселәренең тоғролоғо нисек һыналасаҡ?

15 Асылыш китабы буйынса, һуңғы көндәрҙә Алла хеҙмәтселәренең тоғролоғо һыналасаҡ. Эҙәрләүҙәр һәм ҡаршылыҡтар өҫтөбөҙгә тағы ла нығыраҡ ябырыласаҡ. Был донъяның хөкүмәттәре беҙҙең үҙҙәренә тулыһынса тоғро булыуыбыҙҙы талап итәсәк, ә баш тартҡандарҙы улар ҡаты эҙәрләүҙәргә дусар итәсәк (Асыл. 13:12, 15). Улар «ябай халыҡтың һәм бөйөктәрҙең, байҙарҙың һәм фәҡирҙәрҙең, иреклеләрҙең һәм ҡолдарҙың уң ҡулдарына йәки маңлайҙарына тамға» һалырға мәжбүр итәсәк (Асыл. 13:16). Боронғо ваҡытта ҡолдоң тамғаһы уның кемдеке икәнен күрһәткән. Шуның шикелле, бөгөн дә бөтә кешеләрҙең ҡулдарына һәм маңлайҙарына символик тамға ҡуйыла. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, улар фекерҙәре һәм эштәре менән ниндәй сәйәси системаны хуплағанын күрһәтә.

16. Ни өсөн бөгөн Йәһүәгә тоғролоғобоҙҙо нығытыу мөһим?

16 Һеҙ был тамғаны үҙегеҙгә ҡуйырға рөхсәт итерһегеҙме? Был тамғанан баш тартҡан кеше ауырлыҡтарға һәм ҡурҡыныстарға әҙер булырға тейеш. «Ошо тамғаһы... булмаған бер кем дә бер нәмә лә һатып та ала алманы, һата ла алманы», — тип әйтелә Изге Яҙмала (Асыл. 13:17). Был тамғаны ҡабул иткән кешеләргә Алла ниндәй хөкөм сығарасағын беләбеҙ. Шуға күрә беҙ, Алла хеҙмәтселәре булараҡ, был тамғаны ҡабул итмәйбеҙ, ә символик мәғәнәлә ҡулыбыҙға «Йәһүәнеке» тип яҙабыҙ (Ишағ. 44:5). Хәҙер үҙебеҙгә: «Мин тулыһынса Йәһүәгә тоғромо?» — тигән һорау бирергә ваҡыт етте. Шул саҡта Йәһүә беҙҙе үҙенең хеҙмәтсеһе тип атар.

ҺУҢҒЫ «ҺЕЛКЕТЕҮ»

17. Йәһүәнең түҙемлеге тураһында әйткәндә, беҙгә нимәне иҫтә тоторға кәрәк?

17 Был яуыз донъяның һуңғы көндәрендә Йәһүә иҫ киткес түҙемлек күрһәтә, сөнки «бер кемдең дә һәләк булыуын теләмәй» (2 Пет. 3:9). Алла бар кешеләргә лә тәүбәгә килергә һәм дөрөҫ һайлау яһарға мөмкинлек бирә, әммә уның түҙемлеге сикһеҙ түгел. Алла Батшалығы яғына баҫырға теләмәгәндәрҙе фирғәүен менән булған хәл көтә. Йәһүә Муса аша уға былай тип әйткән: «Мин, инде күптән ҡулымды һуҙып, һиңә һәм халҡыңа ҡот осҡос киҙеү ебәрә алыр инем, һәм һин ер йөҙөнән юҡҡа сығыр инең. Әммә һиңә үҙ ҡөҙрәтемде күрһәтер өсөн һәм исемем бөтә ер буйлап иғлан ителһен өсөн, мин һине иҫән ҡалдырҙым да» (Сығ. 9:15, 16). Ахыр сиктә бөтә халыҡтарға Йәһүәнең берҙән-бер хаҡ Алла икәнен танырға тура килер (Йәз. 38:23). Был нисек мөмкин булыр?

18. а) Аггей 2:6, 20—22-лә ниндәй «һелкетеү» тураһында һүҙ бара? б) Аггей пәйғәмбәр әйткән һүҙҙәрҙең киләсәктә үтәләсәге нимәнән күренә?

18 Аггей 2:6, 20—22-не * уҡығыҙ. Быуаттар үткәс, илсе Павел, Алла тарафынан рухландырылып, был пәйғәмбәрлектең киләсәктә үтәлергә тейеш булғанын аңлатҡан. Павел былай тип яҙған: «Ул хәҙер: „Мин тағы бер тапҡыр ерҙе генә түгел, күкте лә тетрәтәсәкмен“, — тип вәғәҙә бирә. „Тағы бер тапҡыр“ — тигән һүҙҙәр быны аңлата: ҡаҡшамаҫ нәмәләр генә ҡалһын өсөн, ҡаҡшай торған, йәғни бар ителгән һәр нәмә урынынан күсерелер» (Евр. 12:26, 27). Был «һелкетеү» Аггей 2:7-лә яҙылған һелкетеүҙән айырылып тора. Йәһүә күк менән ерҙе «һелкеткәндә», уны үҙ хакимы итеп танымаған кешеләр, фирғәүен кеүек, мәңгегә юҡ ителәсәк.

19. Йәһүә күк менән ерҙе «һелкеткәндә», нимә ҡаҡшамаҫ килеш ҡалыр, һәм беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ?

19 Павел «ҡаҡшамаҫ нәмәләр генә ҡалһын» тип яҙғанда, нимәне күҙ уңында тотҡан? Ул былай тип дауам итә: «Беҙгә ҡаҡшамаҫ батшалыҡ бирелә, шуға күрә рәхмәтле булайыҡ һәм ихтирам һәм ҡурҡыу менән Аллаға яраҡлы итеп башыбыҙҙы эйәйек һәм Уға хеҙмәт итәйек» (Евр. 12:28). Йәһүә күк менән ерҙе һелкеткәс, был донъяның туҙаны ғына ҡаласаҡ, ә Алла Батшалығы ҡаҡшамаҫ килеш үҙ урынында мәңге торасаҡ (Зәб. 110:5, 6; Дан. 2:44).

20. Кешеләргә ниндәй ҡарар ҡабул итергә кәрәк, һәм беҙ уларға нисек ярҙам итә алабыҙ?

20 Ваҡыт тамамланып бара! Кешеләргә мөһим ҡарар ҡабул итергә кәрәк: был донъяның принциптары буйынса йәшәргәме йә Алла ихтыярын үтәргәме? Был юлдарҙың береһе — үлемгә, ә икенсеһе мәңгелек тормошҡа алып бара (Евр. 12:25). Вәғәз эшендә ҡатнашып, беҙ кешеләргә һайлау яһарға ярҙам итә алабыҙ. Алла Батшалығы яғына торорға теләгән эскерһеҙ кешеләр әле күп. Әйҙәгеҙ, уларҙы эҙләйек һәм Ғайса Мәсихтең бындай һүҙҙәре тураһында онотмайыҡ: «Барса халыҡтар Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетһен өсөн, ул бөтә донъяла иғлан ителер. Ана шунан һуң аҙағы килер» (Матф. 24:14).

40-СЫ ЙЫР Кемгә бағышландың?

^ 5 абз. Аггей 2:7-лә яҙылған пәйғәмбәрлектең мәғәнәһен аңлау бер аҙ үҙгәрҙе, һәм был мәҡәләлә беҙ был яңы аңлауҙы ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ был мәҡәләлә халыҡтарҙы һелкеткән эштә нисек ҡатнаша алғаныбыҙҙы белербеҙ. Өҫтәүенә, беҙ был иҫ киткес эш ни өсөн кешеләрҙә ыңғай һәм кире хистәр тыуҙырғанын күрербеҙ.

^ 4 абз. Күрәһең, Аггей үҙенә бирелгән йөкләмәне уңышлы итеп үтәгән, сөнки б. э. т. 515 йылда ғибәҙәтхананың төҙөлөшө тамамланған.

^ 8 абз. Зәбур 2:1—3: «Ни өсөн милләттәр шаулаша, халыҡтар буш нәмәләр тураһында бышылдаша? Ерҙәге батшалар Йәһүәгә һәм уның майланғанына ҡаршы күтәрелә, һәм идарасылар, берҙәй булып, уларға ҡаршы йыйыла. „Әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙән уларҙың бығауҙарын һалып ташлайыҡ һәм уларҙың бауҙарын өҙәйек!“ — ти улар».

^ 10 абз. Был яңы аңлау. Элек беҙ, халыҡтарҙы «һелкетеү» эскерһеҙ кешеләрҙе Йәһүәгә килергә дәртләндерә, тип уйламай инек. «Күҙәтеү манараһының» 2006 йыл 15 май сығарылышындағы «Уҡыусыларҙың һорауҙары» тигән мәҡәләне (урыҫ) ҡарағыҙ.

^ 10 абз. Аггей 2:7—9: «„Мин бөтә халыҡтарҙы һелкетермен, һәм был йортҡа бар халыҡтарҙан ҡиммәтле булғандары килер. Шунда мин уны дан менән тултырырмын“, — ти Ғәскәрҙәр эйәһе Йәһүә. „Көмөш тә минеке, алтын да минеке“, — тип әйтә Ғәскәрҙәр эйәһе Йәһүә. „Был йорттоң даны элекке йорттоң данынан ҙурыраҡ буласаҡ“, — ти Ғәскәрҙәр эйәһе Йәһүә. „Был урынға мин тыныслыҡ бүләк итермен“, — тип әйтә Ғәскәрҙәр эйәһе Йәһүә».

^ 18 абз. Аггей 2:6, 20—22: «Сөнки былай тип әйтә ғәскәрҙәр Эйәһе Йәһүә: „Тиҙҙән мин тағы бер тапҡыр күктәрҙе һәм ерҙе, диңгеҙҙе һәм ҡоро ерҙе һелкетермен“. 20 Был айҙың 24-се көнөндә Йәһүә үҙ һүҙен Аггейға икенсе тапҡыр еткерҙе: 21 „Йәһүҙә еренең идарасыһы Зоровавелгә былай тип әйт: „Мин күктәрҙе һәм ерҙе һелкетермен. 22 Мин батшалыҡтарҙың тәхеттәрен бәреп төшөрөрмөн һәм халыҡтарҙың батшалыҡтары эйә булған көс-ҡеүәтте юҡҡа сығарырмын, һуғыш арбаларын һәм уларҙа ултырыусыларҙы ауҙарырмын. Аттар ҙа, һыбайлылар ҙа һәләк булыр; кешеләр бер-береһен ҡылыс менән үлтерер“».

^ 66 абз. РӘСЕМДӘРҘӘ: Аггей Алла халҡын ғибәҙәтхана төҙөүҙә тырышып ҡатнашырға дәртләндерә; бөгөн дә Алла халҡы ашҡынып Батшалыҡ хаҡындағы хәбәрҙе иғлан итә. Ирле-ҡатынлы пар Йәһүәнең оҙаҡламай ерҙе һәм күкте «һелкетәсәге» хаҡында кешеләргә һөйләй.