Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

43-СӨ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Вәғәз эшендә бирешмәйек!

Вәғәз эшендә бирешмәйек!

«Изгелек ҡылыуҙан арымайыҡ» (ГАЛ. 6:9).

68-СЕ ЙЫР Батшалыҡ орлоҡтарын сәсәбеҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Ни өсөн Йәһүә шаһиты булыу беҙҙең өсөн бәхет һәм ҙур хөрмәт?

ЙӘҺҮӘ шаһиты булыу — ысын бәхет һәм ҙур хөрмәт! Вәғәзләп һәм шәкерттәр әҙерләп, беҙ был исем буйынса йәшәгәнебеҙҙе һәм Йәһүә тураһында шаһитлыҡ биргәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Әгәр «мәңгелек тормошҡа алып барған хәҡиҡәтте ҡабул итергә әҙер булған» кешене табып, уға Алла хеҙмәтсеһе булып китергә ярҙам итһәк, беҙ бик шатланабыҙ (Ғәм. 13:48, ЯДТ). Беҙ үҙебеҙҙе Ғайса Мәсих һымаҡ хис итәбеҙ. Шәкерттәре хеҙмәттә булған ҡыҙыҡлы осраҡтарҙы һөйләгәндә, уның күңеле шатлыҡ менән тулған (Лука 10:1, 17, 21).

2. Хеҙмәтебеҙгә етди ҡарашыбыҙ нимәлә сағыла?

2 Беҙ хеҙмәтебеҙгә бик етди ҡарайбыҙ. Илсе Павел Тимофейға былай тип яҙған: «Үҙеңә ҡарата ла, өйрәтеүҙәреңә лә иғтибарлы бул... Шулай иткәндә, һин үҙеңде лә, һине тыңлаусыларҙы ла ҡотҡарырһың» (1 Тим. 4:16). Тимәк, вәғәз эше кешеләрҙең ғүмерҙәрен ҡотҡара. Шуға күрә беҙгә һәр ваҡыт үҙебеҙҙе күҙәтеп торорға кәрәк. Алла Батшалығының граждандары булараҡ, беҙ тәртибебеҙ менән Йәһүәне данларға һәм вәғәзләгән хәбәребеҙ буйынса йәшәргә теләйбеҙ (Фил. 1:27). Ә өйрәтеүҙәребеҙгә иғтибарлы булыр өсөн беҙ вәғәзгә яҡшы итеп әҙерләнәбеҙ һәм Йәһүәнән ярҙам һорайбыҙ.

3. Кешеләр һөйөнөслө хәбәргә нисек ҡарарға мөмкин? Миҫал килтерегеҙ.

3 Вәғәз эшендә күп тырышлыҡтар һалһаҡ та, беҙ хеҙмәт иткән территорияла кешеләр хәҡиҡәтте ҡабул итмәҫкә мөмкин. Моғайын, һеҙ Георг Линдалдың осрағын хәтерләйһегеҙҙер. Ул 1929 йылдан алып 1947 йылға тиклем Исландияла бер үҙе вәғәзләгән. Ул унар мең китап таратҡан, әммә бер кем дә хәҡиҡәткә килмәгән. Ул былай тигән: «Күрәһең, ҡайһы берәүҙәр хәҡиҡәткә ҡаршы тора, ә күпселек кеше битараф булып ҡала». Унан һуң Исландияға Гилеад мәктәбендә уҡып сыҡҡан миссионерҙар килгән, әммә унда беренсе кешеләр Йәһүәгә бағышланып һыуға сумдырылғансы тағы туғыҙ йыл үткән *.

4. Кешеләр беҙҙе тыңламаһа йә өйрәнеүселәр рухи яҡтан үҫмәһә, беҙ үҙебеҙҙе нисек хис итәбеҙ?

4 Әлбиттә, кешеләр беҙҙе тыңларға теләмәһә, йә өйрәнеүселәр рухи яҡтан үҫмәһә, беҙ борсолабыҙ. Йәһүдтәр Ғайсаны Мәсих итеп ҡабул итмәгәнгә, илсе Павел да ҡайғырған. Ул былай тигән: «Йөрәгем халҡым өсөн оло ҡайғы һәм өҙлөкһөҙ ғазап менән тулы» (Рим. 9:1—3). Әйтәйек, һеҙ берәй кеше менән Изге Яҙманы өйрәнәһегеҙ, ти. Һеҙ дәрестәргә яҡшы әҙерләнәһегеҙ һәм өйрәнеүсегеҙ өсөн доға ҡылаһығыҙ. Әммә ул белгәндәрен ҡулланмай һәм һеҙгә өйрәнеүҙе туҡтатырға тура килә. Йә, әйтәйек, өйрәнеүсегеҙҙең береһе лә һыуға сумдырылмаған, ти. Һеҙ быға ғәйеплеме? Был, Йәһүә һеҙҙең хеҙмәтегеҙҙе хупламай, тигәнде аңлатамы? Ошо мәҡәләлә беҙ ике һорауҙы ҡарап сығырбыҙ: 1) Хеҙмәттәге уңыштар нимәнән күренә? 2) Хеҙмәтебеҙгә дөрөҫ ҡараш һаҡларға нимә ярҙам итә?

ХЕҘМӘТТӘГЕ УҢЫШТАР НИМӘНӘН КҮРЕНӘ?

5. Ни өсөн хеҙмәттә һалған тырышлыҡтарыбыҙ ҡайһы ваҡыт беҙ теләгән уңыштарға килтермәй?

5 Алла ихтыярын үтәгән кеше тураһында Изге Яҙмала «ни генә эшләһә лә, ул уңышҡа ирешер» тип әйтелә (Зәб. 1:3). Әммә был, Йәһүәгә хеҙмәт иткәндә барыһы ла беҙ теләгәнсә уңышлы булыр, тигәнде аңлатмай. Бер кеше лә камил түгел, шуға күрә тормош «ҡайғы-хәсрәт менән тулы» (Әйүп 14:1). Бынан тыш, дошмандарыбыҙҙың ҡаршы килеүҙәре арҡаһында беҙ ҡайһы ваҡыт асыҡ вәғәзләй алмайбыҙ (1 Кор. 16:9; 1 Фес. 2:18). Улайһа, Йәһүә беҙҙең хеҙмәттәге уңыштарыбыҙҙы нисек баһалай? Был һорауға яуап бирер өсөн, әйҙәгеҙ, Изге Яҙмалағы бер нисә принципты ҡарап сығайыҡ.

Өйҙән-өйгә йөрөпме, хаттар йә телефон аша вәғәзләйбеҙме, Йәһүә тырышлыҡтарыбыҙҙы ҡәҙерләй (6-сы абзацты ҡарағыҙ.)

6. Йәһүә ниндәй хеҙмәтте уңышлы тип һанай?

6Йәһүә тырышлыҡтарыбыҙҙы һәм сыҙамлығыбыҙҙы күрә. Кешеләрҙең тыңламауына ҡарамаҫтан, артабан да ашҡынып вәғәзләһәк, Алла ҡарашынан хеҙмәтебеҙ уңышлы булыр. Илсе Павел былай тип яҙған: «Алла ғәҙелһеҙ түгел. Ул һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙе лә, Уның изгеләренә ярҙам ҡылғанығыҙ һәм ярҙам ҡылыуҙы дауам итеүегеҙ аша Уның хаҡына күрһәткән мөхәббәтегеҙҙе лә онотмаясаҡ» (Евр. 6:10). Беҙ вәғәзләгән кешеләрҙең береһе лә хәҡиҡәткә килмәһә лә, Йәһүә беҙҙең һалған тырышлыҡтарыбыҙҙы һәм мөхәббәтебеҙҙе онотмаясаҡ. Бынан тыш, Павел Коринфтағы мәсихселәрҙе былай тип нығытҡан: «Раббы өсөн хеҙмәтегеҙҙең бушҡа булмағанын беләһегеҙ бит» (1 Кор. 15:58). Тырышлыҡтарыбыҙ беҙ көткән уңыштарға килтермәһә лә, Павелдың һүҙҙәре беҙгә лә ҡағыла.

7. Павелдың үҙ хеҙмәтенә ҡарашы беҙҙе нимәгә өйрәтә?

7 Илсе Павел бына тигән миссионер булған. Уның ярҙамы менән күп ҡалаларҙа йыйылыштар ойошторолған. Шулай ҙа ҡайһы берәүҙәр уны тәнҡитләгән һәм уның өйрәтеү һәләттәрен шик аҫтына ҡуйған. Уларҙың тәнҡитләүенә Павелдың нисек яуап ҡайтарғаны иғтибарға лайыҡ. Ул үҙе тураһында: «Күпкә ауырыраҡ эштәр башҡарҙым», — тип яҙған (2 Кор. 11:23). Павел бик күп кешегә мәсихсе булып китергә ярҙам иткән, әммә үҙен яҡлар өсөн ул был хаҡта бер нәмә лә әйтмәгән. Әйҙәгеҙ, Павел һымаҡ, беҙ ҙә шуны иҫтә тотайыҡ: барыһынан да бигерәк Йәһүә беҙҙең тырышлыҡтарыбыҙҙы һәм сыҙамлығыбыҙҙы ҡәҙерләй.

8. Беҙгә нимәне иҫтә тоторға кәрәк?

8Хеҙмәтебеҙ Йәһүәне шатландыра. Бер тапҡыр Ғайса 70 шәкертен Батшалыҡ тураһындағы хәбәрҙе вәғәзләргә ебәргән. Хеҙмәттән һуң улар «ҡыуана-ҡыуана Ғайса янына ҡайтҡан». Ни өсөн улар шул тиклем шатланған? «Һинең исемең менән эш иткәндә, беҙгә хатта ендәр ҙә буйһона!» — тип әйткән улар. Әммә Ғайса уларҙың иғтибарын мөһимерәк нәмәгә йүнәлткән. «Шаҡшы рухтарҙың һеҙгә буйһоноуына түгел, ә исемдәрегеҙҙең күктә яҙылыуына шатланығыҙ», — тигән ул (Лука 10:17—20). Уларҙың хеҙмәттә таң ҡалырлыҡ осраҡтары һәр ваҡыт булмаясағын Ғайса яҡшы аңлаған. Ысын ғына әйткәндә, шәкерттәрҙе тыңлаған күпме кеше мәсихсе булып киткәнен беҙ белмәйбеҙ. Ғайса үҙ шәкерттәрен бындай мөһим хәҡиҡәткә өйрәтергә теләгән: шәкерттәрҙең шатлығы хеҙмәттәге уңыштарға түгел, ә Йәһүәнең хуплауына бәйле булырға тейеш.

9. Бер нигә ҡарамаҫтан вәғәзләүҙе дауам итһәк, беҙ ниндәй бүләк алырбыҙ? (Галаттарға 6:7—9).

9 Галаттарға 6:7—9-ҙы уҡығыҙ. Әгәр беҙ бер нигә ҡарамаҫтан вәғәзләүебеҙҙе дауам итһәк, мәңгелек тормошҡа эйә булырбыҙ. Хәҡиҡәт орлоҡтарын тырышып сәсһәк һәм уларға һыу һипһәк, беҙ, Павел әйткәнсә, рух хаҡына сәсәбеҙ. Башҡа һүҙҙәр менән әйткәндә, беҙ изге рухҡа тормошобоҙға тәьҫир итергә мөмкинлек бирәбеҙ. Ә Йәһүә беҙҙе, бирешмәгән кеше «Рухтан мәңгелек тормош алыр», тип ышандыра. Был кемгәлер һыуға сумдырылырға ярҙам итеүебеҙгә бәйле түгел.

ВӘҒӘЗ ЭШЕНӘ АЙЫҠ ҠАРАШ

10. Кешеләрҙең хәҡиҡәткә ҡарашы нимәгә бәйле?

10Кешенең хәҡиҡәтте ҡабул итерме, юҡмы икәне беренсе сиратта уның йөрәгенән тора. Ғайса был фекерҙе игенсе тураһындағы ҡисса ярҙамында аңлатҡан. Игенсе сәскән орлоҡтар төрлө ергә төшкән һәм яҡшы ергә төшкәндәре генә уңыш килтергән (Лука 8:5—8). Ғайсаның һүҙҙәренән күренеүенсә, ер кешенең йөрәк торошон символлаштыра (Лука 8:11—15). Сәсеүсе үҫемлектең үҫеүенә тәьҫир итә алмаған кеүек, беҙ ҙә кешенең йөрәк торошона тәьҫир итә алмайбыҙ. Беҙҙең маҡсатыбыҙ — артабан да Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙең орлоҡтарын сәсеү. Илсе Павел әйткәнсә, мәсихсе эшенең һөҙөмтәләренә ҡарап түгел, ә «үҙ хеҙмәтенә ҡарап әжерен аласаҡ» (1 Кор. 3:8).

Нух күп йылдар вәғәзләһә лә, уның ғаиләһенән башҡа кәмәгә бер кем дә кермәгән. Шулай ҙа Алла ҡарашынан ул йөкләмәһен уңышлы итеп үтәгән. (11-се абзацты ҡарағыҙ.)

11. Ни өсөн Йәһүә Нухты уңышлы вәғәзсе тип һанаған? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)

11 Тарих дауамында Йәһүәнең хеҙмәтселәрен тыңларға теләмәгән кешеләр һәр ваҡыт булған. Мәҫәлән, тәҡүәлекте вәғәзләүсе Нух яҡынса 40—50 йыл дауамында Йәһүәнең хәбәрен иғлан иткән (2 Петр 2:5). Әлбиттә, ул кешеләр уны тыңлар тип өмөтләнгән, әммә Йәһүә был хаҡта уға бер нәмә лә әйтмәгән. Бынан тыш, Нухҡа кәмә төҙөргә йөкләмә биргәндә, Йәһүә: «Улдарың, ҡатының, килендәрең менән көплө кәмәгә ин», — тип әйткән (Баш. 6:18). Нух, күрәһең, кәмәнең ҙурлығын һәм күпме кеше һыя алғанын күреп, уны күптәр тыңламаясағын аңлағандыр (Баш. 6:15). Белеүебеҙсә, боҙоҡ донъяла йәшәгән кешеләрҙең береһе лә Нухты тыңламаған (Баш. 7:7). Йәһүә Нухты булдыҡһыҙ вәғәзсе тип һанағанмы? Әлбиттә, юҡ! Йәһүә ҡарашынан Нух уңышлы булған, сөнки бирелгән йөкләмәләрҙең барыһын да үтәгән (Баш. 6:22).

12. Кешеләрҙең битараф булыуына һәм ҡаршы килеүенә ҡарамаҫтан, Иремияға хеҙмәттә шатлығын юғалтмаҫҡа нимә ярҙам иткән?

12 Иремия пәйғәмбәр ҙә тиҫтәләгән йылдар дауамында Алланың хәбәренә битараф булған һәм хатта ҡаршы килгән кешеләргә вәғәзләгән. Бер ваҡыт ул ҡаршы килеүселәрҙең хурлауҙары һәм мыҫҡыллауҙары арҡаһында төшөнкөлөккә бирелгән һәм бар нәмәгә ҡул һелтәргә теләгән. Ләкин ул вәғәзләүҙән туҡтамаған! (Ирем. 20:8, 9). Иремияға бирешмәҫкә һәм шатлығын юғалтмаҫҡа нимә ярҙам иткән? Ул иғтибарын ике мөһим хәҡиҡәткә туплаған. Беренсенән, Алла уға иғлан итергә ҡушҡан хәбәр кешеләргә «киләсәк һәм өмөт» биргән (Ирем. 29:11). Икенсенән, уға Йәһүә исеменән һөйләү хөрмәте тейгән (Ирем. 15:16). Шуның шикелле, беҙ ҙә был ҡараңғы донъяла йәшәгән кешеләргә өмөт биргән хәбәрҙе еткерәбеҙ. Шулай уҡ беҙ, Йәһүәнең шаһиттары булараҡ, уның исеменән һөйләйбеҙ. Әгәр был ике хәҡиҡәтте иҫтә тотһаҡ, кешеләр беҙҙе тыңламаһа ла, шатлығыбыҙҙы юғалтмаҫбыҙ.

13. Ғайсаның Марк 4:26—29-ҙа яҙылған ҡиссаһы беҙҙе нимәгә өйрәтә?

13Кеше рухи яҡтан әкренләп үҫә. Был фекер Ғайсаның Марк 4:26—29-ҙа (уҡығыҙ) яҙылған ҡиссаһында асыҡлана. Игенсе сәскән орлоҡ яйлап ҡына үҫә һәм был үҫеште тиҙләтеп булмай. Кеше лә рухи яҡтан яйлап үҫергә мөмкин, ҡайһы саҡта башҡаларға был хатта күренмәй ҙә. Ул беҙ теләгәнсә түгел, ә үҙ яйына үҫә. Шуға күрә борсолмағыҙ. Кешегә үҙгәрер өсөн күберәк ваҡыт кәрәк булырға мөмкин. Игенсегә кеүек, беҙгә лә шәкерттәр әҙерләү эшендә түҙемлек кәрәк (Яҡ. 5:7, 8).

14. Ҡайһы саҡта хеҙмәтебеҙҙең уңыш килтергәнен күп йылдар көтөргә кәрәк булғаны ниндәй миҫалдан күренә?

14 Ҡайһы бер территорияларҙа, берәйһе һыуға сумдырылһын өсөн, күп йылдар вәғәзләргә тура килә. Бер туған апайҙар Глэдис менән Руби Аллендарҙың осрағынан был яҡшы күренә. 1959 йылда уларҙы даими пионерҙар итеп Квебек провинцияһына билдәләгәндәр *. Унда йәшәгән кешеләр, күршеләр нимә әйтер, тип ҡурҡҡан, шуға күрә һөйөнөслө хәбәрҙе тыңларға теләмәгән. Өҫтәүенә, уларға католик сиркәүе көслө йоғонто яһаған. Глэдис былай тип иҫенә төшөрә: «Беҙ ике йыл дауамында көн һайын һигеҙ сәғәт өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләнек, әммә бер кем дә ишек асманы. Кешеләр, ишек янына килеп, жалюзиҙы ғына төшөрөп ҡуя торғайны. Әммә беҙ бирешмәнек». Ваҡыт үтеү менән ундағы кешеләр йомшарған һәм ҡайһы берҙәре Изге Яҙманы өйрәнә башлаған. Хәҙер унда өс йыйылыш бар (Ишағ. 60:22).

15. 1 Коринфтарға 3:6, 7-ләге һүҙҙәр шәкерттәр әҙерләү эше тураһында нимәне асыҡлай?

15Шәкерттәр әҙерләү эше — дөйөм эш. Өйрәнеүсегә һыуға сумдырылырға бөтә йыйылыш ярҙам итә. (1 Коринфтарға 3:6, 7-не уҡығыҙ.) Әйтәйек, бер ағай-ҡәрҙәш кешегә буклет йәки журнал ҡалдырған һәм уға тағы килергә һөйләшкән, ти. Әммә һуңыраҡ уға бара алмағанын аңлай һәм икенсе ағай-ҡәрҙәштең шул кешегә барыуын һорай. Икенсе ағай-ҡәрҙәш был кеше менән Изге Яҙма өйрәнеүен башлай. Ул өйрәнеүгә төрлө ҡәрҙәштәрҙе саҡыра һәм уларҙың һәр береһе өйрәнеүсегә Йәһүәне яҡшыраҡ белергә ярҙам итә. Шулай итеп, улар барыһы ла хәҡиҡәт орлоғона һыу һибә, тип әйтеп була. Ә инде өйрәнеүсе һыуға сумдырылһа, был рухи уңышҡа «сәскән кеше лә, урғаны ла берҙәй ҡыуана» (Яхъя 4:35—38).

16. Насар һаулыҡ йә оло йәш арҡаһында күп хеҙмәт итә алмаһаҡ та, шатлыҡлы булып ҡалырға нимә ярҙам итә ала?

16 Әгәр оло йәшкә йә насар һаулыҡҡа бәйле ауырлыҡтар арҡаһында һеҙ хеҙмәттә элеккесә күп ҡатнаша алмаһағыҙ, нимә эшләргә? Һеҙ уңыш йыйыуҙа өлөш индергәнегеҙгә артабан да шатлана алаһығыҙ. Дауыттың миҫалын иҫкә төшөрәйек. Амалектар, Дауыттың һәм уның менән булған кешеләрҙең ғаиләләренә һөжүм итеп, уларҙы һәм мөлкәттәрен алып киткән. Дауыт үҙенең 600 һуғышсыһы менән амалектар артынан ҡыуа төшкән. Ләкин 200 һуғышсыһы хәлдән тайған һәм артабан бара алмаған. Шулай ҙа, еңеү алып ҡайтҡас, Дауыт табышты бөтә һуғышсыларына бер тигеҙ бүлеп биргән (1 Сам. 30:21—25). Был осраҡ беҙҙең өсөн дә фәһемле. Берәй кеше хәҡиҡәт юлына баҫҡанда, бөтә йыйылыш шатлана, сөнки был бөтәһенең дә ҡаҙанышы. Шәкерттәр әҙерләү эшендә хәлебеҙҙән килгәндең барыһын эшләһәк, беҙ ҙә үҙ өлөшөбөҙҙө индергәнгә шатлана алырбыҙ.

17. Беҙ Йәһүәгә нимә өсөн рәхмәтле була алабыҙ?

17 Беҙ Йәһүәгә хеҙмәтебеҙҙе ҡәҙерләгәне өсөн бик рәхмәтле. Беҙ кешеләрҙе хәҡиҡәтте ҡабул итергә мәжбүр итә алмайбыҙ. Йәһүә быны аңлай. Уның өсөн тырыш булыуыбыҙ һәм этәргес ниәттәребеҙ мөһим. Тап шуның өсөн ул беҙҙе бүләкләй ҙә. Шулай уҡ шәкерттәр әҙерләү эшенә индергән өлөшөбөҙ бәләкәй генә булһа ла, Йәһүә был эштән шатлыҡ табырға өйрәтә (Яхъя 14:12). Эйе, бирешмәһәк, Йәһүәнең беҙҙе хуплағанына шикләнмәҫкә була!

67-СЕ ЙЫР «Алла һүҙен вәғәзлә»

^ 5 абз. Кешеләр Батшалыҡ хаҡындағы хәбәрҙе ҡабул итһә, беҙ шатланабыҙ, ә тыңламаһа — борсолабыҙ. Бәлки, өйрәнеүсебеҙ рухи яҡтан үҫмәйҙер, ә, бәлки, беҙ бер кемгә лә әле һыуға сумдырылырға ярҙам итмәгәнбеҙҙер. Шул саҡта, шәкерттәр әҙерләү эшендә беҙҙән файҙа юҡ, тип әйтеп буламы? Хеҙмәттәге уңыштарыбыҙ нимәнән күренә? Кешеләрҙең тыңламағанына ҡарамаҫтан, шатлыҡлы булып ҡалырға нимә ярҙам итер? Был мәҡәләлә ошо һорауҙарға яуаптар ҡаралыр.

^ 3 абз. Йәһүә шаһиттарының 2005 йылғы «Йыллыҡ баҫмаһының» (урыҫ) 205—211-се биттәрен ҡарағыҙ.

^ 14 абз. Глэдис Аллендың «Мин бер нәмәне лә үҙгәртмәҫ инем!» тигән биографияһын «Күҙәтеү манараһының» (урыҫ) 2002 йылдың 1 сентябрь сығарылышында ҡарағыҙ.