Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Йәһүә менән дуҫлығыңды ҡайтар

Йәһүә менән дуҫлығыңды ҡайтар

ЙЫЛ һайын ойошмабыҙға күп кенә мәсихселәр кире ҡайта. Йәһүәнең ҡәҙерле һарыҡтары уға ҡайтҡанда, күктә ниндәй шатлыҡ булғанын күҙ алдына ғына килтер (Лука 15:7, 10). Әгәр һин дә йыйылышҡа кире ҡайтҡан булһаң, Ғайсаның, фәрештәләрҙең һәм Йәһүәнең һине бик һағынып көткәненә шикләнмә. Шулай ҙа Йәһүә менән яңынан дуҫлыҡ булдырыуы еңел булмаҫҡа мөмкин. Һиңә ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға тура килер һәм уларҙы нисек еңеп сығырға?

НИНДӘЙ АУЫРЛЫҠТАР БУЛЫРҒА МӨМКИН?

Йыйылышҡа кире ҡайтҡандарҙың күбеһе бойоға. Был ғәжәп түгел. Мәҫәлән, Дауыт батша Йәһүәнән кисереү алһа ла, былай тип әйткән: «Гонаһтарым баштан ашты» (Зәб. 65:3; 40:12). Бәлки, һиңә уның хистәре таныштыр. Ҡайһы бер ҡәрҙәштәр йыйылышҡа ҡайтҡандан һуң да күп йылдар буйы үҙҙәрен ғәйепләй йә оялыу хисе менән көрәшә. Мәҫәлән, Изабелдең * миҫалына иғтибар итәйек. Ул йыйылыштан сығарылғас, 20 йылдан һуң ғына кире ҡайтҡан. Изабель былай ти: «Йәһүә мине кисерә алғанына ышаныуы бик ауыр булды». Әммә һин төшөнкөлөккә бирелһәң, киренән рухи көсөңдө юғалтырһың (Ғиб. һүҙ. 24:10). Быға юл ҡуйма!

Ҡайһы берәүҙәрҙе бындай ауырлыҡ ҡурҡыта: Йәһүә менән яңынан яҡын мөнәсәбәттәр төҙөр өсөн күп тырышлыҡтар һалырға кәрәк. Йыйылышҡа ҡайтҡан Антуан былай тигән: «Мин күп нәмәне оноттом һәм йыйылыштан сығарылғанға тиклем булған һәләттәремде юғалттым». Шундай хистәр ҡайһы берәүҙәргә йыйылыш эштәрендә ашҡынып ҡатнашырға ҡамасаулай.

Өйө дауылдан емерелгән кешене күҙ алдына килтерегеҙ. Өйҙө яңынан йүнәтер өсөн күпме ваҡыт һәм көс түгергә кәрәк икәне тураһында уйлауҙан ғына төшөнкөлөккә бирелеп була. Бәлки, һин дә шундай хистәр кисерәһеңдер. Етди гонаһ арҡаһында һинең Йәһүә менән мөнәсәбәттәрең емерелгән. Ул мөнәсәбәттәрҙе «йүнәтер» өсөн бик күп көс кәрәк һымаҡ тойолорға мөмкин. Әммә һиңә был эште бер үҙеңә генә башҡарырға тура килмәҫ.

Йәһүә һиңә бына ниндәй һүҙҙәр менән өндәшә: «Килегеҙ, арабыҙҙағы мөнәсәбәттәрҙе асыҡлайыҡ» (Ишағ. 1:18). Йәһүә менән татыулашыр өсөн һин инде күпте эшләнең, һәм ул быны бик ҡәҙерләй. Уйлап ҡына ҡара: Йәһүә, һинең яҡшы тәртибеңә таянып, Шайтандың ғәйепләүҙәренә яуап ҡайтара ала! (Ғиб. һүҙ. 27:11).

Йәһүәгә кире ҡайтып, һин уға яҡынлаштың, тип әйтеп була, һәм ул да һиңә яҡынлашырға вәғәҙә бирә (Яҡ. 4:8) Әлбиттә, ҡәрҙәштәр ҡайтыуыңа бик шат. Әммә һинең өсөн иң мөһиме нимә булырға тейеш? Һиңә артабан да Йәһүәгә — Атайыңа һәм Дуҫыңа яратыу үҫтерергә кәрәк. Әйҙә, бының өсөн нимә эшләп булғанын ҡарап сығайыҡ.

ӨЛГӘШӘ АЛЫРЛЫҠ МАҠСАТТАР ҠУЙ

Хәҙер ниндәй маҡсаттар ҡуя алғаның тураһында уйлан. Моғайын, һин Йәһүә Алла һәм уның вәғәҙәләре тураһында онотмағанһыңдыр. Ләкин хәҙер һиңә рухи ғәҙәттәр үҫтерергә кәрәк. Был үҙ эсенә — вәғәзләү, йыйылыш осрашыуҙарына йөрөү һәм ҡәрҙәштәр менән аралашыуҙы ала. Һин ҡуя алған ҡайһы бер маҡсаттарға иғтибар итәйек.

Йәһүәгә йыш доға ҡыл. Ғәйеп хисе арҡаһында һиңә ҡайһы ваҡыт Йәһүәгә доға ҡылыу ауырҙыр. Шикләнмә, күктәге Атаң быны аңлай (Рим. 8:26). Шулай ҙа Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «арымай-талмай доға» ҡыл (Рим. 12:12). Аллаға, мин һинең дуҫың булырға бик теләйем, тип әйт. Андрей исемле ҡәрҙәш былай тип иҫенә төшөрә: «Миңә ғәйеп хисе тынғы бирмәне, әммә доға ҡылған һайын, мин еңеллек һәм күңел тыныслығы тойҙом». Әгәр һин нимә тураһында доға ҡылырға белмәһәң, 51-се һәм 65-се мәҙхиәләрҙе уҡып сыҡ. Унда тәүбә иткән Дауыт батшаның доғалары яҙылған.

Изге Яҙманы даими рәүештә ентекләп өйрән. Был һине рухи яҡтан нығытыр һәм Йәһүәгә ҡарата яратыу үҫтерергә ярҙам итер (Зәб. 19:7—11). Филипп исемле ҡәрҙәшебеҙ былай тип һөйләй: «Изге Яҙманы даими уҡымағанға һәм өйрәнмәгәнгә, мин рухи яҡтан көсһөҙләндем һәм Йәһүәне күңелһеҙләндерҙем. Минең икенсе тапҡыр шундай хата яһағым килмәне, шуға күрә шәхси өйрәнеүҙе ғәҙәтемә индерҙем». Һин дә шулай эшләй алаһың. Әгәр ҙә һиңә өйрәнеү өсөн яраҡлы темалар һайлау ауыр булһа, етлеккән дуҫыңдан ярҙам һора.

Ҡәрҙәштәрең менән яңынан дуҫлаш. Йыйылышҡа ҡайтҡан ҡайһы бер ҡәрҙәштәр, имандаштарым мине хөкөм итер, тип борсола. Мәҫәлән, Лариса исемле апай-ҡәрҙәш былай ти: «Миңә бик оят ине, мин үҙемде хыянатсы итеп хис иттем. Был хистәр мине оҙаҡ яфаланы». Һин дә шундай уҡ хистәр тойһаң, шикләнмә: өлкәндәр һәм башҡа етлеккән мәсихселәр һиңә Йәһүә менән дуҫлығыңды ҡайтарырға ярҙам итергә теләй. ( «Өлкәндәр нисек ярҙам итә ала?» тигән рамканы ҡара.) Улар йыйылышҡа ҡайтыуыңа бик шат һәм һиңә иң яҡшыһын теләй (Ғиб. һүҙ. 17:17).

Ҡәрҙәштәр менән дуҫлығыңды нисек нығытып була? Йыйылыш осрашыуҙарын ҡалдырма һәм ҡәрҙәштәр менән даими вәғәзлә. Ни өсөн был мөһим? Феликс ҡәрҙәш былай ти: «Бөтә йыйылыш минең ҡайтыуымды көттө. Мине йылы итеп ҡаршы алдылар. Улар миңә үҙемде ғаилә ағзаһы итеп тойорға, Йәһүәнең ғәфү иткәненә ышанырға һәм бер нигә ҡарамаҫтан алға атларға ярҙам итте». ( «Һин нимә эшләй алаһың?» тигән рамканы ҡара.)

БИРЕШМӘ!

Шайтан һинең Йәһүә менән мөнәсәбәттәр нығытыуыңды ҡарап ултырырға теләмәҫ (Лука 4:13). Ул һине хәлдән тайҙырыр өсөн артабан да яңы «дауылдар» ебәрер. Һин төҙөгән рухи өйөң емерелмәһен өсөн хәҙерҙән үк тырышлыҡтар һал.

Йәһүә үҙ һарыҡтары тураһында былай тип әйткән: «Мин юғалғанын эҙләрмен, ситкә киткәнен кире ҡайтарырмын, йәрәхәтләнгәненең яраһын бәйләрмен, хәлһеҙен нығытырмын» (Йәз. 34:16). Алла рухилығы емерелгән күп ҡәрҙәштәргә инде ярҙам иткән. Бер ҙә шикләнмә: Йәһүә һиңә лә үҙе менән ҡаҡшамаҫ дуҫлыҡ үҫтерергә ярҙам итергә теләй.

^ 4 абз. Был мәҡәләлә исемдәр үҙгәртелгән.