Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

47-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Иманығыҙ көслө булырмы?

Иманығыҙ көслө булырмы?

«Борсолмағыҙ! Аллаға ышанаһығыҙ икән, Миңә лә ышанығыҙ!» (ЯХЪЯ 14:1).

119-СЕ ЙЫР Иманыбыҙ ныҡ булһын!

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Беҙ нимә тураһында борсолорға мөмкин?

КИЛӘСӘКТӘГЕ ваҡиғалар, мәҫәлән, ялған диндең юҡ ителеүе, Магог еренән Гогтың һөжүме һәм Армагеддон һуғышы тураһында уйлағанда, һеҙ борсолаһығыҙмы? Һеҙҙе, мин шул хәл иткес ваҡытта Йәһүәгә тоғро булып ҡала алырмынмы, тигән һорау борсоймо? Әгәр борсоһа, был мәҡәлә һеҙгә ярҙам итер. Беҙ Ғайсаның бындай һүҙҙәрен ентекләп ҡарап сығырбыҙ: «Борсолмағыҙ! Аллаға ышанаһығыҙ икән, Миңә лә ышанығыҙ!» (Яхъя 14:1). Көслө иман беҙгә киләсәккә ҡыйыулыҡ менән ҡарарға ярҙам итер.

2. Беҙ нисек иманыбыҙҙы нығыта алабыҙ һәм был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

2 Иманыбыҙҙы нығытыр өсөн һәм киләсәктәге һынауҙарҙа ныҡ ҡалыр өсөн нимә эшләргә? Беҙгә бөгөнгө ауырлыҡтарҙа үҙебеҙҙе нисек тотҡаныбыҙ тураһында уйланырға кәрәк. Бының ярҙамында беҙ ниндәй өлкәләрҙә иманыбыҙҙы нығытырға кәрәк икәнен билдәләй алырбыҙ. Һәр һынауҙы еңеп сыҡҡан һайын, иманыбыҙ нығый бара, һәм был беҙҙе киләсәктәге һынауҙарға әҙерләй. Ошо мәҡәләлә беҙ Ғайса Мәсихтең шәкерттәренә ниндәй дүрт өлкәлә иман етмәгәнен ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ беҙ оҡшаш осраҡтарға нисек әҙер була алғаныбыҙҙы белербеҙ.

АЛЛАНЫҢ ҺЕҘҘЕҢ ИХТЫЯЖДАРЫҒЫҘ ХАҠЫНДА ҠАЙҒЫРТАСАҒЫНА ЫШАНАҺЫҒЫҘМЫ?

Матди яҡтан ауырлыҡтар менән осрашһаҡ та, иман беҙгә Батшалыҡ эшен тормошобоҙҙа беренсе урынға ҡуйырға ярҙам итә ала (3—6-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

3. Ғайсаның Матфей 6:30, 33-тә яҙылған һүҙҙәре буйынса, иманыбыҙ нимәлә сағыла?

3 Һәр ғаилә башлығы үҙ ҡатынын һәм балаларын ризыҡ, кейем һәм йәшәү урыны менән тәьмин итергә теләй. Беҙҙең көндәрҙә был еңел түгел. Ҡайһы бер ҡәрҙәштәр үҙ эштәрен юғалтҡан һәм, нисек кенә тырышһалар ҙа, яңы эш таба алмай. Ә ҡайһы берәүҙәргә мәсихселәргә яраҡлы булмаған эштән китергә тура килгән. Һәр осраҡта ла Йәһүәнең беҙҙең ғаиләбеҙ хаҡында ҡайғыртасағына ныҡ иман кәрәк. Ғайса был фекерҙе тауҙағы вәғәзендә асыҡлаған. (Матфей 6:30, 33-тө уҡығыҙ.) Әгәр Йәһүәнең беҙҙе ҡалдырмаясағына тулыһынса ышанһаҡ, иғтибарыбыҙҙы Батшалыҡ эшенә туплай алырбыҙ. Ә Йәһүәнең матди ихтыяждарыбыҙ тураһында ҡайғыртҡанын күргәндә, беҙ уға тағы ла нығыраҡ яҡынлашабыҙ һәм иманыбыҙ нығый.

4, 5. Бер ғаиләгә матди ауырлыҡтарға бәйле борсолоуҙарҙы еңергә нимә ярҙам иткән?

4 Әйҙәгеҙ, Венесуэланан Мигель Кастроның * ғаиләһенә иғтибар итәйек. Йәһүә уларға матди ауырлыҡтар менән бәйле борсолоуҙарҙы еңеп сығырға ярҙам иткән. Элек аҡса уларға, әҙ генә булһа ла, үҙҙәренең фермаһында эшләүҙән килеп торған. Әммә һуңыраҡ ҡоралланған юлбаҫарҙар бандаһы уларҙы өйҙәренән ҡыуып сығарған һәм ерҙәрен тартып алған. Мигель былай тип һөйләй: «Хәҙер беҙ үҙебеҙҙе ҡуртымға алынған бәләкәй генә ерҙә үҫтергән нәмәләр менән тәьмин итәбеҙ. Һәр көндөң башында мин Йәһүәнән был көнгә кәрәкле ризыҡ биреүен һорайым». Был ғаиләнең тормошо еңелдән түгел. Шулай ҙа улар күктәге Аталарына тулыһынса таяна һәм ихтыяждары хаҡында ҡайғыртасағына шикләнмәй. Был Кастро ғаиләһенә йыйылыш осрашыуҙарын ҡалдырмаҫҡа һәм вәғәздә ҡатнашырға ярҙам итә. Улар Батшалыҡ эштәрен беренсе урынға ҡуя, ә Йәһүә уларға бар кәрәклеһен биреп тора.

5 Ғаиләләре өсөн был ауыр ваҡытта Мигель һәм уның ҡатыны Юрай Йәһүәнең ҡайғыртыуын күрергә тырыша. Ҡайһы саҡта Йәһүә быны ҡәрҙәштәр аша эшләй. Улар булғандары менән бүлешә һәм Мигелгә эш табырға ярҙам итә. Ә ҡайһы бер осраҡтарҙа Йәһүә ойошмабыҙ ебәргән гуманитар ярҙам аша ҡайғырта. Улар Йәһүәнең һәр ваҡыт үҙҙәре янында булыуын тоя, һәм был уларҙың иманын нығыта. Уларҙың өлкән ҡыҙҙары Йоселин, Йәһүә уларға ярҙам иткән бер осраҡты һөйләгәндән һуң, былай тип бүлеште: «Йәһүә беҙҙең хаҡта ҡайғырта. Быны күреү күңелде йылыта! Ул минең дуҫым һәм мин уға тулыһынса таяна алам. Бөтә был ауырлыҡтар ғаиләбеҙҙе киләсәктәге етди һынауҙарға әҙерләне».

6. Матди ауырлыҡтар тыуғанда, һеҙ иманығыҙҙы нисек нығыта алаһығыҙ?

6 Әлбиттә, осон-осҡа ялғап йәшәгән ғаилә борсолоуҙар кисерә. Әммә шарттарығыҙ ни тиклем генә ауыр булһа ла, һеҙ иманығыҙҙы нығыта алаһығыҙ. Ғайсаның Матфей 6:25—34-тә яҙылған һүҙҙәре өҫтөндә доға ҡылып уйланығыҙ. Батшалыҡ эштәрендә тырышып ҡатнашҡан һәм Йәһүәнең ҡайғыртыуын күргән ҡәрҙәштәрҙең миҫалдарын ҡарап сығығыҙ (1 Кор. 15:58). Әгәр Йәһүә уларға һеҙҙекенә оҡшаш шарттарҙа ярҙам иткән икән, ул һеҙгә лә ярҙам итәсәк. Ул һеҙҙең нимәгә мохтаж икәнегеҙҙе һәм нисек һеҙгә ярҙам итеп булғанын белә. Йәһүәнең ярҙамын тойоп, һеҙ иманығыҙҙы нығытырһығыҙ һәм киләсәктәге ауырыраҡ һынауҙарға әҙер булырһығыҙ (Аб. 3:17, 18).

ИМАНЫҒЫҘ «КӨСЛӨ ДАУЫЛ» ВАҠЫТЫНДА СЫҘАРМЫ?

Ныҡ иман беҙгә тәбиғәт афәттәрен, шулай уҡ тормоштоң «көслө дауылдарын» еңеп сығырға көс бирә (7—11-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

7. Көслө дауыл ваҡытында Ғайсаның шәкерттәренә иман етмәгәне нимәнән күренгән? (Матфей 8:23—26).

7 Бер тапҡыр Ғайса үҙ шәкерттәре менән диңгеҙҙә булғанда, көслө дауыл башланған. Ғайса, үҙенең шәкерттәренә ҡайһы яҡтан имандары етмәгәнен күрһәтер өсөн, был осраҡты ҡулланған. (Матфей 8:23—26-ны уҡығыҙ.) Дауыл ҡоторғанда һәм кәмәгә һыу тула башлағанда, Ғайса тыныс ҡына йоҡлап ятҡан. Уның шәкерттәре бик ҡурҡҡан, шуға күрә уны уятып: «Ҡотҡар, батабыҙ бит!» — тип үтенгән. Шул саҡта Ғайса уларҙы йомшаҡ ҡына итеп шелтәләгән: «Ниңә һеҙ шулай ҡурҡаҡһығыҙ, имандары аҙҙар?» Ҡурҡһалар ҙа, шәкерттәр шуны аңларға тейеш булған: Йәһүә Ғайсаны һәм уның менән булған кешеләрҙе һәр зыяндан һаҡлап ҡала ала. Был беҙҙе нимәгә өйрәтә? Көслө иман беҙгә тәбиғәт афәттәре һәм тормош дауылдары ваҡытында бирешмәҫкә ярҙам итер.

8, 9. Анелдең иманы нисек һыналған һәм уға нимә ярҙам иткән?

8 Етди һынау Пуэрто-Риконан кейәүҙә булмаған Анель исемле апай-ҡәрҙәштең иманын нығытҡан. Уның тормошонда тура мәғәнәлә көслө дауыл булған. 2017 йылда «Мария» исемле дауыл Анелдең өйөн емергән. Дауыл арҡаһында ул һуңыраҡ эшен дә юғалтҡан. Анель былай тип һөйләй: «Ауыр ваҡытта мин ныҡ борсолдом, шулай ҙа Йәһүәгә тулыһынса таянырға өйрәндем. Мин бар борсолоуҙарым тураһында Йәһүәгә һөйләнем. Шулай итеп борсолоуҙарға үҙемде ҡаҡшатырға бирмәнем».

9 Анелгә шулай уҡ бөтә һынауҙарҙа сыҙам булып ҡалырға тыңлаусанлыҡ ярҙам иткән. Ул былай тип бүлешә: «Ойошма биргән күрһәтмәләр буйынса эш иткәнгә, мин үҙемде тыныс тойҙом. Мин Йәһүәнең ҡулын ҡәрҙәштәрҙең рухи һәм матди ярҙамы аша күрҙем. Йәһүә миңә һорағанымдан күпкә күберәк бирҙе, һәм был иманымды бик нығытты».

10. «Көслө дауыл» ваҡытында ныҡ булып ҡалыр өсөн нимә эшләргә?

10 Беҙҙең һәр беребеҙҙең тормошонда «көслө дауыл» булырға мөмкин. Бәлки, һеҙ тәбиғәт афәтенән зыян күргәнһегеҙҙер йә һеҙҙе, «көслө дауыл» һымаҡ, һаулыҡ менән бәйле етди проблемалар интектерәлер, һәм һеҙ нимә эшләргә лә белмәйһегеҙҙер. Ваҡыт-ваҡыт борсолоуҙар биләп алһа ла, Йәһүәгә ҡарата ышаныуығыҙ ҡаҡшамаһын! Ҡайнар доға ҡылып, Йәһүәгә яҡынлашығыҙ. Йәһүә һеҙгә ярҙам иткән осраҡтарҙы иҫегеҙгә төшөрөгөҙ (Зәб. 77:11, 12). Был Йәһүәнең һеҙҙе бер ҡасан да ҡалдырмаясағына ышандырыр.

11. Ни өсөн үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алған ҡәрҙәштәргә тыңлаусан булыу мөһим?

11 Беҙгә һынауҙар ваҡытында сыҙам булырға тағы нимә ярҙам итер? Анель әйткәнсә, тыңлаусан булыу. Йәһүә һәм Ғайса Мәсих ышанған кешеләргә ышанырға өйрәнегеҙ. Ҡайһы ваҡыт үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алған ағай-ҡәрҙәштәрҙең ҡарарҙары логикаға нигеҙләнмәгән кеүек күренергә мөмкин. Әммә Йәһүә тыңлаусан кешеләрҙе фатихалай. Изге Яҙмалағы миҫалдарҙан һәм ҡәрҙәштәрҙең тормоштарынан күренеүенсә, тыңлаусан булыу ғүмерҙе һаҡлап ҡала (Сығ. 14:1—4; 2 Йыл. 20:17). Шул миҫалдар хаҡында уйланығыҙ. Улар бөгөн һәм киләсәктә Йәһүә ойошмаһының күрһәтмәләре буйынса йәшәргә теләгегеҙҙе нығытыр (Евр. 13:17). Шул саҡта һеҙ был донъяға ябырыласаҡ көслө дауылдан ҡурҡмаҫһығыҙ (Ғиб. һүҙ. 3:25).

АЛЛАНЫҢ ҒӘҘЕЛЛЕК УРЫНЛАШТЫРЫУЫНА ЫШАНАҺЫҒЫҘМЫ?

Беҙҙең ҡат-ҡат әйткән доғаларыбыҙ иманыбыҙҙы нығыта (12-се абзацты ҡарағыҙ.)

12. Ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда, иман беҙҙе нимәгә дәртләндерер? (Лука 18:1—8).

12 Ғайса үҙ шәкерттәренең ғәҙелһеҙлек менән осрашасағын һәм был уларҙың иманын һынаясағын белгән. Шуға күрә Ғайса уларға тол ҡатын тураһындағы ҡиссаны һөйләгән. Тол ҡатын ғәҙелһеҙ хөкөмдарҙың ғәҙел хөкөм сығарыуын үтенгән. Ул үҙенең ныҡышмалығы ярҙамында ғәҙеллеккә ирешәсәгенә ышанған. Һөҙөмтәлә шулай килеп сыҡҡан да. Беҙ был осраҡтан нимәгә өйрәнә алабыҙ? Йәһүә — ғәҙелһеҙ хөкөмдар түгел. Ғайса былай тип әйткән: «Алла көнө-төнө Үҙен ярҙамға саҡырыусы Үҙе һайлап алған кешеләрен яҡламаҫмы һуң?» (Лука 18:1—8-ҙе уҡығыҙ.) Ә аҙаҡ ул былай тип өҫтәгән: «Әҙәм Улы килгәс, ерҙә иман табырмы икән?» Ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда, сабырлыҡ һәм ныҡышмалыҡ сағылдырып, беҙ, тол ҡатын һымаҡ, иманыбыҙ көслө икәнен күрһәтәбеҙ. Шундай иман Йәһүәнең иртәме, һуңмы беҙҙе яҡлаясағына ышандыра. Шулай уҡ доға ҙур көскә эйә икәненә ышанырға кәрәк. Ҡайһы саҡта Йәһүә беҙҙең доғаларыбыҙға көтөлмәгәнсә яуап бирә.

13. Доға бер ғаиләне нисек ҡотҡарған?

13 Конго Демократик Республикаһында йәшәгән Вероника исемле апай-ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. Вероникаға Йәһүә шаһиты булмаған ире һәм 15 йәшлек ҡыҙы менән граждандар һуғышы арҡаһында ауылдан ҡасырға тура килгән. Блокпосттарҙың береһендә уларҙы боевиктар туҡтатҡан һәм үлтерергә йыйынған. Вероника илай башлағас, ҡыҙы, уны йыуатырға теләп, ҡысҡырып доға ҡыла башлаған. Доғала ул Йәһүәнең исемен бер нисә тапҡыр әйткән. Ул доға ҡылып бөткәс, боевиктарҙың командиры: «Ҡыҙыҡай, һине кем доға ҡылырға өйрәтте?» — тип һораған. Ул: «Әсәйем, — тип яуаплаған. — Мин Ғайсаның өлгөһө буйынса доға ҡылдым. Был турала Матфей 6:9—13-тә яҙылған». Командир уларға: «Һеҙ китә алаһығыҙ. Йәһүә Аллаң һине яҡлаһын», — тип әйткән.

14. Иманыбыҙҙы нимә һынай ала һәм сыҙам булырға нимә ярҙам итер?

14 Ошондай осраҡтар беҙҙе доға ҙур көскә эйә икәненә өйрәтә. Әгәр Йәһүә доғаларығыҙға шунда уҡ һәм асыҡ яуап ҡайтармаһа, нимә эшләргә? Ғайсаның ҡиссаһындағы тол ҡатын һымаҡ, ныҡышмал булығыҙ. Доға ҡылғанда Йәһүә һеҙҙең янығыҙҙа икәненә һәм доғағыҙға ҡасан һәм нисек итеп яуап бирергә белә икәненә бер ҙә шикләнмәгеҙ. Йәһүәнән артабан да изге рух һорағыҙ (1 Кор. 4:7). Шуны онотмағыҙ: тиҙҙән Йәһүә һеҙҙе мул итеп бүләкләйәсәк, һәм бөгөнгө ғәҙелһеҙлек хәтерегеҙгә лә килмәйәсәк. Әгәр ауыр осраҡтарҙа Йәһүәгә таянырға өйрәнһәгеҙ, был һеҙҙе киләсәктәге һынауҙарға әҙерләр (1 Пет. 1:6, 7).

АУЫРЛЫҠТАРҘЫ ЕҢЕП СЫҒА АЛЫУЫҒЫҘҒА ЫШАНАҺЫҒЫҘМЫ?

15. Матфей 17:19, 20-ләге һүҙҙәр буйынса, Ғайсаның шәкерттәре ниндәй ауырлыҡ менән осрашҡан?

15 Ғайса үҙенең шәкерттәренә иман төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә алғаны тураһында әйткән. (Матфей 17:19, 20-не уҡығыҙ.) Элек ендәрҙе күп тапҡыр ҡыуып сығара алһалар ҙа, бер саҡ улар быны эшләй алмаған. Сәбәбе нимәлә булған? Уларға иман етмәгән. Ғайсаның әйтеүенсә, шәкерттәрҙең иманы көслө булһа, улар тауҙарҙы күсерә алыр ине. Тимәк, бер ниндәй ауырлыҡ та хәл ителмәйенсә ҡалмаҫ ине. Беҙ ҙә тауҙай ҙур ауырлыҡтар менән осрашырға мөмкин.

Ҡайғы-хәсрәт ваҡытында көслө иман иғтибарыбыҙҙы рухи эштәргә тупларға ярҙам итә (16-сы абзацты ҡарағыҙ.)

16. Иман Хейди ҡәрҙәшкә ҡайғыһын еңергә нисек ярҙам иткән?

16 Гватемалала йәшәгән Хейди апай-ҡәрҙәш менән булған осраҡҡа иғтибар итәйек. Улар осрашыуҙан ҡайтып барғанда, уның ирен үлтергәндәр. Иман Хейди ҡәрҙәшкә шундай ҙур ҡайғыны еңеп сығырға нисек ярҙам иткән? Ул былай ти: «Доға ярҙамында мин бар ауырлыҡтарҙы Йәһүәгә йөкмәтәм һәм йөрәгемдә тыныслыҡ тоям. Йәһүәнең ҡайғыртыуын мин туғандарым һәм йыйылыштағы дуҫтарымдың ярҙамы аша күрәм. Шулай уҡ мин мөмкин тиклем күберәк хеҙмәт итергә тырышам. Был миңә юғалтыу хисен баҫырға һәм киләһе көн тураһында сиктән тыш борсолмаҫҡа ярҙам итә. Бының барыһы аша үтеп, мин шуға инандым: киләсәктә ниндәй генә һынауҙар менән осрашһам да, Йәһүә, уның ойошмаһы һәм Ғайса ярҙамында мин ныҡ булып ҡала алам».

17. Хәл ителмәҫлек булып күренгән ауырлыҡтар менән осрашҡанда, нимә эшләргә?

17 Юғалтыу ҡайғыһы беҙҙең күптәребеҙгә таныш. Бәлки, һеҙгә лә был ҡайғы менән осрашырға тура килгәндер. Ул саҡта Йәһүәнең үлгәндәрҙе нисек терелткәне тураһында Изге Яҙмалағы өҙөктәрҙе уҡып сығығыҙ. Был һеҙҙең терелтеүгә иманығыҙҙы нығытыр. Ә, бәлки, туғанығыҙҙы йыйылыштан сығарғандар, ти. Ул саҡта, Йәһүәнең төҙәтеү саралары һәр ваҡыт файҙа килтергәненә инаныр өсөн, Изге Яҙманы өйрәнегеҙ. Һәр осраҡтан иманығыҙҙы нығыта алған һабаҡтар алығыҙ. Доғала Йәһүәгә күңелегеҙҙе бушатығыҙ. Ҡәрҙәштәр менән ваҡыт үткәрегеҙ һәм уларҙан ситләшмәгеҙ (Ғиб. һүҙ. 18:1). Ҡайғылы хистәр арҡаһында рухи эштәр менән шөғөлләнеү ауыр булһа ла, уларҙы ҡалдырмағыҙ. Йыйылыш осрашыуҙарына йөрөгөҙ, вәғәзләгеҙ һәм Изге Яҙманы уҡығыҙ (Зәб. 126:5, 6). Был һеҙгә ауыр хистәрҙе еңергә ярҙам итер. Йәһүә һеҙгә ниндәй иҫ киткес киләсәк әҙерләгәне тураһында уйлағыҙ. Йәһүәнең ярҙам ҡулын күргәндә, иманығыҙ нығый барыр.

«ИМАНЫБЫҘҘЫ АРТТЫР»

18. Иманығыҙ көслө түгел икәне асыҡланһа, һеҙ нимә эшләй алаһығыҙ?

18 Ниндәйҙер һынау менән көрәшкәндә иманығыҙ етмәй икәнен күрһәгеҙ, борсолмағыҙ. Һеҙ бит хәҙер нимәне үҙгәртергә кәрәк икәнен беләһегеҙ. Ғайсаның «иманыбыҙҙы арттыр» тип әйткән илселәренән үрнәк алығыҙ (Лука 17:15). Шулай уҡ был мәҡәләлә иҫкә алынған ҡәрҙәштәрҙең миҫалдары тураһында уйланығыҙ. Мигель менән Юрай һымаҡ, Йәһүә һеҙгә ярҙам иткән осраҡтарҙы онотмағыҙ. Верониканың ҡыҙы һәм Анель кеүек, Йәһүәгә ҡайнар доға ҡылығыҙ, айырыуса хәл ҡотолғоһоҙ булып тойолғанда. Һәм Хейди һымаҡ, Йәһүә һеҙҙең хаҡта туғандарығыҙ һәм дуҫтарығыҙ аша ҡайғырта ала икәнен иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Әгәр һеҙ бөгөн Йәһүәгә таянырға өйрәнһәгеҙ, Йәһүәнең ярҙамы менән киләсәктә лә һәр төрлө һынауҙы еңә алыуығыҙға ышанысығыҙ үҫер.

19. Ғайса нимәлә шикләнмәгән һәм беҙ нимәгә ышана алабыҙ?

19 Ғайса Мәсих шәкерттәренә уларҙың имандары ҡайһы яҡтан көсһөҙ икәнен күрергә ярҙам иткән. Шул уҡ ваҡытта ул уларҙың Йәһүә ярҙамы менән һәр ҡайһы һынауҙы еңеп сыға алыуҙарына шикләнмәгән (Яхъя 14:1; 16:33). Ғайса шуға инанған: «бихисап күп халыҡ» көслө иман үҫтерер һәм уның ярҙамында «ҙур афәтте» кисереп сығыр (Асыл. 7:9, 14, ЯДТ). Беҙ ул кешеләр араһында булырбыҙмы? Хәҙер иманығыҙҙы нығытыр өсөн бар көсөгөҙҙө һалһағыҙ, Йәһүәнең ярҙамы менән һеҙ унда булырһығыҙ! (Евр. 10:39).

118-СЕ ЙЫР «Иманыбыҙҙы арттыр»

^ 5 абз. Беҙ барыбыҙ ҙа был яуыз донъяның ахырын көтәбеҙ. Шулай ҙа беҙ борсолоп үҙ-үҙебеҙгә бындай һорау бирергә мөмкин: тоғро булып ҡалыр өсөн иманым етерме? Был мәҡәләлә беҙ тормоштан алынған бер нисә осраҡты ҡарап сығырбыҙ һәм улар иманыбыҙҙы нисек нығыта алғанын белербеҙ.

^ 4 абз. Был мәҡәләлә ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.