Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БИОГРАФИЯ

Ысын мәғәнәле тормош эҙләйем

Ысын мәғәнәле тормош эҙләйем

БЫЛ хәл Урта диңгеҙҙә булды. Ярҙан йыраҡ булғанда, мин иҫке генә яхтама һыу керә башлағанын күреп ҡалдым. Ҡапыл дауыл күтәрелде. Мин шул тиклем ҡурҡтым, хатта бала сағымдан бирле беренсе тапҡыр доға ҡылдым. Минең ундай хәлгә нисек эләккәнемде, моғайын, белергә теләйһегеҙҙер? Барыһын да иң баштан һөйләп бирергә рөхсәт итегеҙсе.

Бында миңә ете йәш, ул ваҡытта беҙ Бразилияла йәшәй инек

Мин 1948 йылда Нидерланд илендә тыуғанмын. Киләһе йылда беҙҙең ғаиләбеҙ Бразилияға Сан-Паулу ҡалаһына күсенде. Минең атай-әсәйем бик дини кешеләр ине, һәм беҙ йыш ҡына киске аштан һуң бергәләп Изге Яҙма уҡый торғайныҡ. 1959 йылда беҙ тағы күсендек. Был юлы Америкала Массачусетс штатында төпләндек.

Алты баланан торған ғаиләбеҙ хаҡында ҡайғыртыр өсөн атайыма күп эшләргә тура килде. Ул кем генә булманы: һатыусы ла, юл эшсеһе лә, хатта бер халыҡ-ара авиакомпанияһында сауҙа вәкиле булып та эшләне. Уның һуңғы эш урыны беҙгә айырыуса оҡшаны, сөнки беҙҙең төрлө илдәрҙә булырға мөмкинлек асылды.

Мәктәптә уҡыған саҡта, ҙурайғас мин кем булырмын, тип уйлана торғайным. Дуҫтарымдың ҡайһы берҙәре юғары белем алырға, икенселәре армияла хеҙмәт итергә ҡарар итте. Хәрби хеҙмәт минең өсөн түгел ине. Һуғышырға түгел, хатта бәхәсләшергә лә яратмайым, шундай кеше мин! Шуға күрә армияға бармаҫ өсөн мин университетҡа керҙем. Әммә ысынында кешеләргә файҙа килтергән нәмәләр менән шөғөлләнгем килде. Мин тормоштоң мәғәнәһе шунда тип уйлай инем.

УҠЫУ ЙЫЛДАРЫ

Күп йылдар мин тормош мәғәнәһен эҙләнем

Мин тормоштоң барлыҡҡа килеүе тураһында уйландым, шуға күрә университетта уҡыған саҡта антропология фәне менән ҡыҙыҡһындым. Беҙҙе эволюция теорияһына ысын хәҡиҡәткә ҡарағандай ҡарарға өйрәттеләр. Әммә был теорияның ҡайһы бер яҡтары, минең уйлауымса, логикаға нигеҙләнмәгән ине һәм һуҡырҙарса ышаныуҙы талап итә ине. Ә бындай ҡарашты фәнни тип атап булмай.

Студенттарҙы әхлаҡи принциптарға өйрәтеү тураһында һүҙ ҙә юҡ ине. Уҡытыусылар беҙҙе, бер нигә ҡарамайынса, теләгәнгә өлгәшергә өйрәтте. Мин дуҫтарым менән кисәләрҙә ваҡыт үткәргәндә һәм төрлө наркотиктар ҡулланып ҡарағанда, үҙемде бәхетле хис иттем, әммә был оҙаҡҡа түгел ине. Мин: «Ошо тормошто мәғәнәле тип атап буламы инде?» — тип уйланым.

Артабан мин Бостон ҡалаһына күсендем һәм урындағы университеттарҙың береһендә уҡый башланым. Уҡыуға түләр өсөн мин йәйен эшкә урынлаштым, унда мин беренсе тапҡыр Йәһүә шаһиттары менән осраштым. Бергә эшләгән хеҙмәттәшем миңә Данил китабының 4-се бүлегендә яҙылған «ете ваҡыт» тураһындағы пәйғәмбәрлекте күрһәтте һәм һуңғы көндәрҙә йәшәгәнебеҙҙе аңлатты (Дан. 4:13—17). Мин шуны аңланым: әгәр уның менән аралашыуымды дауам итһәм, миңә тормошомдо үҙгәртергә кәрәк булыр. Шуға күрә мин унан йырағыраҡ йөрөргә тырыштым.

Көньяҡ Америкаға күсеп, унда гуманитар ярҙам күрһәтер өсөн, мин университетта курстар үтергә булдым. Был эш миңә мәғәнәле булып күренде. Әммә өмөтөм тормошҡа ашманы. Күңелем һүрелде, һәм мин уҡыуымды ташларға булдым.

ТОРМОШ МӘҒӘНӘҺЕН ЭҘЛӘҮЕМДЕ ДАУАМ ИТӘМ

1970 йылдың май айында мин Амстердам ҡалаһына күсендем һәм атайым эшләгән авиакомпанияға эшкә урынлаштым. Мин донъяның яртыһын гиҙеп сыҡтым: Азияла, Африкала, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала, шулай уҡ Европала булдым. Мин шуға иғтибар иттем: бөтә илдәрҙә лә кешеләр оҡшаш ауырлыҡтар менән осраша, ә уларҙы нисек хәл итергә икәнен бер кем дә белмәй. Минең яңынан ысын мәғәнәле эш башҡарырға теләгем тыуҙы. Шуға күрә мин Бостонға кире ҡайттым да, ҡабат шул уҡ университетҡа уҡырға керҙем.

Әммә был миңә ярҙам итмәне. Тормоштоң мәғәнәһе тураһындағы һорауҙарыма мин һаман да яуаптар таба алмай инем. Нимә эшләргә лә белмәгәнгә, мин антропология фәненең уҡытыусыһынан кәңәш һораным. Уның: «Улай булғас, ни өсөн уҡыуыңды дауам итергә? Ташларға кәрәк», — тигән һүҙҙәре мине аптыратты. Мин шулай эш иттем дә.

Тормош мәғәнәһен эҙләп, мин хиппиҙарҙың философияһы менән ҡыҙыҡһына башланым. Дуҫтарыбыҙ менән беҙ, Америка һәм Мексика аша үтеп, Акапулькоға тиклем автостоп менән барып еттек. Беҙ хиппиҙар йәшәгән коммуналарҙа туҡтала инек. Тәү ҡарашҡа улар бер мәшәҡәтһеҙ йәшәй ине. Әммә тиҙҙән мин уларҙың бәхетле түгел икәнен аңланым. Улар араһында намыҫлылыҡ һәм тоғролоҡ тигән нәмәләрҙең эҙе лә юҡ ине.

ЕЛКӘНЛЕ КӘМӘЛӘ ДИҢГЕҘГӘ СЫҒАМ

Дуҫым менән ожмахҡа оҡшаш утрауҙы эҙләргә диңгеҙгә сығабыҙ

Шул уҡ ваҡытта мин бала сағымдағы хыялымды — диңгеҙгә сығыу теләгемде — ғәмәлгә ашырырға булдым. Әммә матрос булып түгел, ә капитан булып. Мин ожмахҡа оҡшаған бер тыныс ҡына утрау табырға хыялландым, унда өҫтөмдән бер кем дә идара итмәҫ ине. Бының өсөн мин ер шарын урап сығырға әҙер инем. Минең дуҫым Томдың да оҡшаш хыялы бар ине. Әммә диңгеҙгә сығыр өсөн беҙгә яхта кәрәк булды.

Беҙ Том менән Ареньс-де-Мар тигән ҡалаға киттек. Ул ҡала Барселонанан йыраҡ түгел ине. Беҙ унда «Лигра» исемле яхта һатып алдыҡ. Уның оҙонлоғо 9 метрҙан да артыҡ ине. Тик ул яхтала йөҙөр өсөн уны бер аҙ йүнәтергә кәрәк ине. Ваҡыт күп булғанға, беҙ ашыҡмайынса яхтаның моторын сығарҙыҡ та, уның урынына эсә торған һыу урынлаштырҙыҡ. Бәләкәй гавандәр янында туҡталырға уңайлыраҡ булһын өсөн, беҙ яхтабыҙға 5 метрлы ике ишкәк беркетеп ҡуйҙыҡ. Ниһайәт, беҙ елкәндәрҙе күтәрҙек һәм Һинд океанында урынлашҡан Сейшел утрауҙарына юлландыҡ. Беҙ, Африканың көнбайыш яры буйлап, «Доброй Надежды» тигән мысты урап үтергә булдыҡ. Асыҡ диңгеҙҙә беҙ йондоҙҙар, секстант, йондоҙҙар картаһы һәм астрономик календары ярҙамында юл таба инек. Диңгеҙҙә яхтабыҙ булған урынды шул тиклем теүәл таба алғаныбыҙға мин һоҡланып бөтә алмай инем!

Әммә оҙаҡламай беҙҙең иҫке кәмәбеҙ был сәйәхәткә түҙмәйәсәген аңланыҡ. «Лигра» тишек булғанға, уның эсендә бер сәғәттә яҡынса 20 литр һыу йыйыла ине! Өҫтөбөҙгә дауыл ябырылғанда, минең ни тиклем ҡурҡҡанымды һеҙ инде беләһегеҙ. Ҡурҡышымдан доға ҡыла башланым. Мин Аллаға, әгәр тере ҡалһам һинең турала белергә тырышырмын, тип вәғәҙә иттем. Диңгеҙ тынысланды, һәм мин биргән вәғәҙәмде үтәнем.

Диңгеҙҙә булған саҡта уҡ мин Изге Яҙманы уҡый башланым. Күҙ алдына килтерегеҙ: тирә яҡта диңгеҙ, дельфиндар, ҡанатлы балыҡтар, сикһеҙ офоҡ, ә киске күктә Ҡош Юлы галактикаһы асыҡ күренә! Был иҫ киткес матурлыҡ кешеләр хаҡында ҡайғыртҡан Алланың барлығына мине тағы ла нығыраҡ инандырҙы.

Бер нисә аҙнанан һуң беҙ Аликанте тигән испан ҡалаһының портында туҡталдыҡ. Беҙ яҡшыраҡ кәмә һатып алыр өсөн «Лиграны» һатып ебәрергә булдыҡ. Әммә моторы булмаған иҫке тишек яхтаны һатып алырға теләүселәр юҡ ине, шуға күрә беҙгә бер нисә көн көтөргә тура килде. Хәҙер минең Изге Яҙманы уҡырға ваҡытым күп ине.

Уны күберәк уҡыған һайын, мин шуны яҡшыраҡ аңланым: был китапта нисек бәхетле булырға икәне тураһында яҙылған. Әхлаҡи тормош алып барыу үҙ эсенә нимә алғаны Изге Яҙмала ап-асыҡ яҙылған. Был мине таң ҡалдырҙы. Шуныһы ғәжәпләндерә ине: ни өсөн шул тиклем күп кеше, шул иҫәптән мин дә, үҙҙәрен христиан тип атаһа ла, Изге Яҙмала яҙылғандарҙы иҫәпкә алмай?

Бер нигә ҡарамаҫтан, мин тормошомдо үҙгәртергә булдым, шуға күрә наркотиктарҙан баш тарттым. Мин, Изге Яҙманың юғары нормалары буйынса йәшәгән кешеләр, моғайын, барҙыр, тип уйлап ҡуйҙым. Аллаға икенсе тапҡыр доға ҡылдым һәм шундай кешеләрҙе табырға ярҙам итеүен һораным.

ХАҠ ДИНДЕ ЭҘЛӘЙЕМ

Хаҡ динде табыр өсөн иң дөрөҫө, бөтә сиркәүҙәрҙең исемлеген яҙып алырға ла, тура килмәгәндәрен һыҙып ташларға кәрәк, тип уйланым. Аликанте ҡалаһының урамдарында йөрөгәндә, мин күп ғибәҙәт ҡылыу биналарын күрҙем, әммә бөтәһендә лә тиерлек һүрәттәр бар ине. Шуға күрә мин икеләнмәйенсә ул диндәрҙе исемлектән һыҙып ташланым.

Бер көндө, был йәкшәмбе көн ине, мин диңгеҙгә ҡараған тау битендә Изге Яҙма уҡып ултырғанда, Яҡуб 2:1—5-тә яҙылған һүҙҙәргә иғтибар иттем. Унда, байҙарға айырыуса хөрмәт күрһәтергә ярамай, тиелгән ине. Кире яхтама ҡайтып барғанда, бер бина янынан үттем. Ул миңә дини осрашыуҙар урыны һымаҡ күренде. Бинаның ишек башында «Йәһүә шаһиттарының Батшалыҡ залы» тип яҙылған ине.

Мин, был кешеләрҙе һынап ҡарарға кәрәк, улар мине нисек ҡаршы алыр икән, тип уйлап ҡуйҙым. Һәм бына мин Батшалыҡ залына керҙем — ялан аяҡ, һаҡаллы, йыртыҡ джинсыла. Әммә ойоштороусыны минең өҫ-башым ғәжәпләндермәне. Ул миңә бер оло ғына йәштәге апай янына ултырырға тәҡдим итте. Был апай миңә телмәрҙә килтерелгән бөтә аяттарҙы табырға ярҙам итте. Осрашыу бөткәс, күптәр, танышырға теләп, минең яныма килде. Шул тиклем йылы итеп ҡабул итеүҙәре мине хайран ҡалдырҙы! Бер ир кеше мине үҙ өйөнә Изге Яҙма тураһында һөйләшергә саҡырҙы, әммә мин Изге Яҙманы әле уҡып бөтмәгән инем, шуға күрә: «Әҙер булғас, хәбәр итермен», — тинем. Шулай ҙа мин бөтә осрашыуҙарға йөрөй башланым.

Бер нисә аҙнанан һуң мин теге ир кешегә ҡунаҡҡа килдем, һәм ул минең Изге Яҙма тураһындағы бар һорауҙарыма яуап бирҙе. Ә тағы бер аҙнанан һуң ул миңә сумка тулы кейем бүләк итте. Асыҡланыуынса, ул кейемдәрҙең хужаһы төрмәлә ултыра ине. Әммә енәйәтселек өсөн түгел, ә ҡәрҙәштәрен яратҡанға һәм һуғышырға теләмәгәнгә (Ишағ. 2:4; Яхъя 13:34, 35). Шул ваҡыт мин эҙләгәнде тапҡанымды аңланым. Бына тап ошо кешеләр Изге Яҙмалағы әхлаҡи нормалар буйынса йәшәй. Бүтән ожмах эҙләп йөрөмәйәсәкмен! Мин Изге Яҙманы тәрәнерәк өйрәнергә булдым һәм Нидерландҡа кире ҡайттым.

ЭШ ЭҘЛӘЙЕМ

Дүрт көн эсендә мин автостоп менән Гронингенға барып еттем. Миңә үҙемде тәьмин итер өсөн эш табырға кәрәк ине. Мин бер оҫтаханаға урынлашып ҡараным. Унда минән анкета тултырыуымды һоранылар. Пункттарҙың береһендә ниндәй диндә булыуымды яҙырға кәрәк ине. Мин «Йәһүә шаһиттары» тип яҙҙым. Анкетаны уҡығанда, шул пунктҡа барып еткәс, оҫтахана хужаһының йөҙө үҙгәреп китте, һәм ул миңә: «Мин һеҙгә шылтыратырмын», — тине. Ләкин шылтыратманы.

Мин башҡа бер оҫтаханала бәхетемде һынап ҡарарға булдым. Уның хужаһы минән, берәй дипломдарың йә рекомендация хаттарың бармы, тип һораны. Мин үҙемдең яхтамды йүнәткәнем тураһында ғына әйтә алдым. Уның яуабы мине ғәжәпләндерҙе. Ул миңә: «Яҡшы, төштән һуң эшләй башлаһаң була. Тик бер шарт бар: оҫтаханала берәй насар эш ҡылыуыңды теләмәйем, был минең өсөн мөһим, сөнки мин Йәһүә шаһиты һәм Изге Яҙма принциптары буйынса йәшәйем», — тине. Ишеткәнемә аптырап: «Мин дә Йәһүә шаһиты!» — тинем. Ул, әлбиттә, минең оҙон сәстәремде һәм һаҡалымды күреп, барыһын да аңлағандыр. Шуға күрә миңә: «Улай булғас, әйҙә, Изге Яҙманы өйрәнә башлайыҡ», — тип тәҡдим итте. Мин шатланып ризалаштым. Шулай итеп Йәһүә минең күңел теләктәремде үтәне (Зәб. 37:4). Беренсе оҫтахананың хужаһы ни өсөн шылтыратмағаны хәҙер аңлашылды. Мин ағай-ҡәрҙәштең оҫтаханаһында бер йыл эшләнем, һәм ул минең менән Изге Яҙма өйрәнеүе үткәрҙе. Һәм мин 1974 йылдың ғинуар айында һыуға сумдырылдым.

БЫНА УЛ — ЫСЫН МӘҒӘНӘЛЕ ТОРМОШ!

Бер айҙан һуң мин пионер булып хеҙмәт итә башланым. Эйе, был ысынлап та әһәмиәтле эш! Тағы бер айҙан мин яңы ғына ойошторолған испан телендәге төркөмдә хеҙмәт итер өсөн Амстердамға күсендем. Испан һәм португал телдәрендә Изге Яҙма өйрәнеүҙәрен үткәрергә миңә шул тиклем оҡшай ине! 1975 йылдың май айында мине махсус пионер итеп билдәләнеләр.

Бер тапҡыр төркөмөбөҙҙөң осрашыуына махсус пионер булып хеҙмәт иткән Инеке исемле апай ҡәрҙәш килде. Ул Боливиянан булған бер өйрәнеүсеһен үҙе менән алып килгән ине. Беҙ Инеке менән яҡынданыраҡ танышырға булдыҡ һәм хат яҙыша башланыҡ. Ваҡыт үтеү менән беҙҙең тормош маҡсаттарыбыҙ оҡшаш икәнен аңланыҡ. 1976 йылда беҙ өйләнештек һәм 1982 йылға тиклем махсус пионерҙар булып хеҙмәт иттек. Аҙаҡ беҙҙе Гилеад мәктәбенең 73-сө синыфына уҡырға саҡырҙылар. Уҡыу бөткәндән һуң, беҙҙе Көньяҡ Африкала хеҙмәт итергә билдәләнеләр. Был көтөлмәгән һәм тулҡынландырғыс яңылыҡ булды. Биш йыл беҙ Кенияның Момбаса тигән ҡалаһында йәшәнек. Ә 1987 йылда Танзанияла вәғәз эшенә тыйыу алынғас, беҙҙе унда күсенергә һоранылар. Танзанияла беҙ 26 йыл хеҙмәт иттек, ә унан һуң кире Кенияға ҡайттыҡ.

Беҙгә ҡатыным менән Көньяҡ Африкала Изге Яҙма өйрәнеүҙәрен үткәрергә бик оҡшай

Баҫалҡы кешеләрҙе Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт менән таныштырыу тормошобоҙҙо ысынлап та мәғәнәле итә. Мәҫәлән, Момбасала үткәргән беренсе Изге Яҙма өйрәнеүем тураһында әйтеп киткем килә. Вәғәздә мин бер ир кешене осраттым һәм уға ике журнал тәҡдим иттем. Ә ул: «Уларҙы уҡып сыҡҡас, артабан нимә эшләргә?» — тип һораны. Ә инде бер аҙнанан һуң беҙ суахили телендә күптән түгел генә сыҡҡан «Һин ерҙәге ожмахта мәңге йәшәй алаһың» тигән китап буйынса Изге Яҙманы өйрәнә инек. Бер йылдан һуң теге ир кеше һыуға сумдырылды һәм даими пионер хеҙмәтен башланы. Ул үҙ ҡатынына һәм тағы яҡынса 100 кешегә Йәһүә шаһиты булып китергә ярҙам итте.

Беҙ Инеке менән Йәһүәгә хеҙмәт итеп йәшәү — ысын мәғәнәле тормош икәненә инандыҡ

Мин тормош мәғәнәһе нимәлә икәнен аңлағас, үҙемде сәйәхәт иткән сауҙагәр һымаҡ тойҙом. Ул бик ҡиммәтле ынйы тапҡан һәм уны бер нәмәгә лә алмаштырырға теләмәгән (Матф.13:45, 46). Мин һәр ваҡыт кешеләргә, ни өсөн йәшәйбеҙ икәнен аңлатырға теләнем. Беҙ ҡәҙерле ҡатыным менән ысын мәғәнәле тормош — Йәһүәгә хеҙмәт итеп йәшәү икәнен үҙ тәжрибәбеҙҙә татыныҡ!