Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ 48

«Изге булығыҙ»

«Изге булығыҙ»

«Бар ғәмәлдәрегеҙҙә изге булығыҙ» (1 ПЕТ. 1:15).

34-СЕ ЙЫР Сафлыҡ юлында йөрөү

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Илсе Петр үҙ имандаштарына ниндәй кәңәш биргән һәм ни өсөн уның кәңәше ҡуллана алмаҫлыҡ булып күренергә мөмкин?

 БЕҘ майланған мәсихселәрме йә ерҙә йәшәргә өмөтләнәбеҙме, беҙгә илсе Петрҙың майланғандарға биргән кәңәшенә ҡолаҡ һалырға кәрәк. Ул былай тип яҙған: «Һеҙҙе саҡырған Алла изге булған кеүек, һеҙ ҙә бар ғәмәлдәрегеҙҙә изге булығыҙ. Изге Яҙмала: „Изге булығыҙ, сөнки Мин изге“, — тип әйтелгән» (1 Пет. 1:15, 16). Был һүҙҙәрҙән күренеүенсә, Йәһүә изге булыуҙа иң яҡшы үрнәк күрһәтә һәм беҙҙе үҙенән өлгө алырға дәртләндерә. Беҙ һәр эшебеҙҙә изге була алабыҙ һәм изге булырға тейешбеҙ. Беҙ камил түгел, шуға күрә был булдыра алмаҫлыҡ булып күренергә мөмкин. Петр үҙе лә хаталар яһаған, шулай ҙа уның миҫалынан күренеүенсә, кешеләр изге була ала.

2. Был мәҡәләлә ниндәй һорауҙар ҡаралыр?

2 Был мәҡәләлә беҙ ошондай һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ: 1) Изге булыу нимәне аңлата? 2) Беҙ Изге Яҙманан Йәһүәнең изгелеге тураһында нимә белә алабыҙ? 3) Тәртибебеҙ изге булыуыбыҙҙы нисек күрһәтә? 4) Изге булыуыбыҙ һәм Йәһүә менән дуҫлығыбыҙ араһында ниндәй бәйләнеш бар?

ИЗГЕ БУЛЫУ НИМӘНЕ АҢЛАТА?

3. Изге булыуға күп кешеләрҙең ҡарашы ниндәй һәм быға ҡағылышлы дөрөҫ мәғлүмәтте ҡайҙан табып була?

3 Изге кеше тураһында һүҙ барғанда, күптәр ғәҙәттә күңелһеҙ, дини кейем кейгән һәм етди йөҙлө кешене күҙ алдына килтерә. Изге Яҙмала изге Йәһүә «бәхетле Алла» итеп һүрәтләнә (1 Тим. 1:11, ЯДТ). Унда шулай уҡ: «Аллаһы Йәһүә булған халыҡ бәхетле!» — тип әйтелә (Зәб. 144:15). Бынан тыш, кейемдәре менән айырылып торған һәм үҙҙәрен башҡаларҙан өҫтөн ҡуйған кешеләрҙе Ғайса хөкөм иткән (Матф. 6:1; Марк 12:38, 39). Мәсихселәр булараҡ, беҙ изге булыуға ҡарашыбыҙҙы Изге Яҙмаға нигеҙләйбеҙ. Изге һәм ҡайғыртыусан Аллабыҙ беҙ үтәй алмаған күрһәтмәләр бер ваҡытта ла бирмәйәсәк. Беҙ быға бер ҙә шикләнмәйбеҙ. Шуға күрә Йәһүә беҙгә «изге булығыҙ» тип әйткәндә, был мөмкин икәненә ышанабыҙ. Әлбиттә, изге булыр өсөн тәүҙә был үҙ эсенә нимә алғанын аңларға кәрәк.

4. «Изге» һәм «изге булыу» тигән һүҙҙәр нимәне аңлата?

4 Изге булыу нимәне аңлата? Алла Һүҙендә «изге» йә «изге булыу» тигән һүҙҙәр, ғәҙәттә, әхлаҡи һәм дини таҙалыҡты йә сафлыҡты аңлата. Был һүҙҙәр шулай уҡ Аллаға хеҙмәт итер өсөн айырып ҡуйылған тигән мәғәнә йөрөтә. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, әхлаҡи яҡтан таҙа булһаҡ, Йәһүәгә яраҡлы итеп табынһаҡ һәм уның менән яҡын мөнәсәбәттә булһаҡ, беҙ изге булып һаналырбыҙ. Шуныһы ғәжәп: беҙ камил булмаһаҡ та, изге Йәһүә менән дуҫ була алабыҙ.

«ЙӘҺҮӘ ИЗГЕ, ИЗГЕ, ИЗГЕ»

5. Тоғро фәрештәләр Йәһүә тураһында нимәне асыҡлай?

5 Йәһүә бар яҡтан да саф һәм таҙа. Бының хаҡында Йәһүәнең тәхете янында хеҙмәт иткән серафимдарҙың һүҙҙәренән беләбеҙ. Улар: «Ғәскәрҙәр Эйәһе Йәһүә изге, изге, изге!» — тип әйтә (Ишағ. 6:3). Һис шикһеҙ, изге Аллаға яҡын булыр өсөн улар үҙҙәре лә изге булырға тейеш. Бына ни өсөн фәрештәләр ерҙә булған саҡта, торған урындары изге булып киткән. Мәҫәлән, Муса янып торған ҡыуаҡ янына килгәндә, тап шулай булған да (Сығ. 3:2—5; Еш. 5:15).

Баш руханиҙың салмаһына «Йәһүә изге ул» тип уйылып яҙылған алтын таҫма беркетелгән булған. (6, 7-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

6, 7. а) Сығыш 15:1, 11 буйынса, Муса Йәһүәнең изгелегенә нисек баҫым яһаған? б) Һәр Израиль кешеһе Йәһүәнең изге икәнен нисек белә алған? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)

6 Израилдәрҙе Ҡыҙыл диңгеҙ аша алып сыҡҡас, Муса пәйғәмбәр Алланың изгелегенә баҫым яһаған. (Сығыш 15:1, 11-ҙе * уҡығыҙ.) Мысыр илаһтарына табыныусыларҙың эштәрен, һис шикһеҙ, изге тип атап булмай. Ҡынаан илаһтарына табынған кешеләрҙең дә эштәре шундай уҡ булған. Уларҙың табыныуы балаларҙы ҡорбанға килтереүҙе һәм әхлаҡһыҙлыҡты үҙ эсенә алған (Лев. 18:3, 4, 21—24; Ҡан. 18:9, 10). Йәһүә ялған илаһтарҙан ныҡ айырылып торған. Ул үҙ халҡының нәжес эштәрҙә ҡатнашыуын бер ҡасан да һорамаҫ ине. Йәһүә изге булыуҙа иң яҡшы өлгө. Израилдәр быны онотмаһын өсөн, баш руханиҙың салмаһына «Йәһүә изге ул» тип уйылып яҙылған алтын таҫма беркетелгән булған (Сығ. 28:36—38).

7 Был таҫмала яҙылған һүҙҙәр уны күргән һәр кешегә Йәһүәнең изге икәнлеген иҫенә төшөргән. Ә баш рухани янына килә алмаған һәм был таҫманы күрмәгән кеше тураһында нимә әйтеп була? Ул был мөһим хәҡиҡәттән мәхрүм булғанмы? Юҡ. Сөнки Муса ҡануны ир-аттар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар алдында ҡысҡырып уҡылған (Ҡан. 31:9—12). Израиль кешеһе ошондай һүҙҙәрҙе ишетә алған: «Мин Йәһүә, һеҙҙең Аллағыҙ. Һеҙ... изге булырға тейеш, сөнки мин изге». «Һеҙ минең өсөн изге булырға тейеш, сөнки мин, Йәһүә, изге» (Лев. 11:44, 45; 20:7, 26).

8. Ни өсөн Левиттар 19:2-лә һәм 1 Петр 1:14—16-ла яҙылған һүҙҙәр беҙҙең өсөн мөһим?

8 Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, израилдәр алдында уҡылған бер күрһәтмәгә иғтибар итәйек. Ул Левиттар 19:2-лә яҙылған: «Израилдәрҙең бөтөн йәмғиәтенә әйт: „Изге булығыҙ, сөнки мин — һеҙҙең Аллағыҙ Йәһүә — изге“». Илсе Петр мәсихселәрҙе изге булырға дәртләндергәндә, моғайын, тап шул аяттағы һүҙҙәргә иғтибар иткәндер. (1 Петр 1:14—16-ны уҡығыҙ.) Әлбиттә, мәсихселәр Муса ҡануны буйынса йәшәмәй. Әммә Петр был һүҙҙәрҙе яҙғас, тимәк, улар мәсихселәргә лә ҡағыла. Эйе, Йәһүә изге, һәм уны яратҡандар шулай уҡ изге булырға ынтылырға тейеш. Өмөтөбөҙ ниндәй генә булмаһын — күктә йәшәргәме йә ерҙәге ожмахтамы — был һүҙҙәр һәр хеҙмәтсегә ҡағыла (1 Пет. 1:4; 2 Пет. 3:13).

«БАР ҒӘМӘЛДӘРЕГЕҘҘӘ ИЗГЕ БУЛЫҒЫҘ»

9. Ни өсөн беҙгә Левиттар китабының 19-сы бүлеген ҡарап сығыу файҙалы булыр?

9 Беҙ изге Аллабыҙҙың хуплауын алырға теләйбеҙ, шуға күрә нисек изге була алыуыбыҙ тураһында белергә кәрәк. Йәһүә беҙгә быны яҡшы итеп аңлата. Күп кәңәштәрҙе Левиттар китабының 19-сы бүлегендә табып була. Был бүлек тураһында Йозеф Герц исемле раввин бына нимә яҙған: «Был бүлек Левиттар китабында һәм бөтә Тәүратта төп урындарҙың береһен биләй. Тәүраттың аҡыл эйәләре әйтеүенсә, был бүлек „ҡанундың нигеҙе“ һәм күпселек ҡанундар уның сағылышы булып тора» *. Әйҙәгеҙ, был бүлектең ҡайһы бер аяттарына иғтибар итәйек һәм үҙебеҙгә һабаҡтар алайыҡ. Шуны онотмайыҡ: был бүлектә яҙылған ҡанундар «изге булығыҙ» тигән һүҙҙәр менән башлана.

Левиттар 19:3-тәге «һәр берегеҙ үҙ әсәһен һәм атаһын хөрмәт итһен» тигән әмерҙе иҫәпкә алып, мәсихселәр нимә тураһында уйланырға тейеш? (10—12-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

10, 11. Левиттар 19:3 буйынса, беҙгә нимә эшләргә кәрәк һәм ни өсөн был мөһим?

10 Йәһүә израилдәргә «изге булығыҙ» тип әйткәндән һуң: «Һәр берегеҙ үҙ әсәһен һәм атаһын хөрмәт итһен... Мин — һеҙҙең Аллағыҙ Йәһүә», — тип дауам иткән (Лев. 19:2, 3).

11 Беҙ Алланың «әсәйеңде һәм атайыңды хөрмәт ит» тигән әмеренә етди ҡарарға тейеш. Иҫегеҙҙәме, бер йәш егет Ғайсанан: «Мәңгелек тормошҡа эйә булыр өсөн, миңә ниндәй изгелек эшләргә кәрәк», — тип һораған. Ғайса уға яуап биргәндә, «атай-әсәйеңә хөрмәт күрһәт» тигән әмерҙе лә иҫенә төшөргән (Матф. 19:16—19). Өҫтәүенә, Ғайса фарисейҙарҙы һәм ҡанун белгестәрен ата-әсәләре хаҡында ҡайғыртыу вазифаһын үтәмәгәндәре өсөн хөкөм иткән. Ғайсаның әйтеүе буйынса, шулай эшләп, улар «Алла һүҙен юҡҡа» сығарған (Матф. 15:3—6). Ә Алла Һүҙе үҙ эсенә Левиттар 19:3-тә яҙылған ҡанунды һәм Ун ҡанундың бишенсеһен алған (Сығ. 20:12). Әйҙәгеҙ, онотмайыҡ: «әсәйеңде һәм атайыңды хөрмәт ит» тигән әмер «изге булығыҙ, сөнки мин — һеҙҙең Аллағыҙ Йәһүә — изге» тигән һүҙҙәрҙән һуң беренсе булып тора.

12. Беҙ Левиттар 19:3-тә яҙылған әмерҙе нисек үтәй алабыҙ?

12 Беҙ үҙебеҙҙән, мин атай-әсәйемде хөрмәт итәмме, тип һорай алабыҙ. Моғайын, һеҙ уларға ҡайсаҡ тейешенсә хөрмәт күрһәтмәгәнегеҙҙе аңлайһығыҙҙыр. Әлбиттә, үткәндәрҙе үҙгәртеп булмай, әммә бөгөнгөнән алып, хаталарҙы ҡабатламаҫ өсөн маҡсат ҡуйып була. Бындай һорауҙар өҫтөндә уйланып алығыҙ: һеҙ атай-әсәйегеҙ менән күберәк ваҡыт үткәрә алаһығыҙмы? Уларға өй эштәрендә ярҙам кәрәкме? Һеҙ уларҙы рухи һәм эмоциональ яҡтан нығытып тораһығыҙмы? Шундай тикшереү һеҙгә Левиттар 19:3-тә яҙылған әмерҙе теүәлерәк үтәргә ярҙам итер.

13. а) Левиттар 19:3-тә тағы ниндәй әмер яҙылған? б) Лука 4:16—19 буйынса, Ғайса нимә эшләгән һәм беҙ унан нисек өлгө ала алабыҙ?

13 Израилдәргә изге булыр өсөн нимә талап ителгәне тураһында Йәһүә Левиттар 19:3-тә былай тип әйткән: «Шәмбеләремде тотоғоҙ». Мәсихселәр Муса ҡануны буйынса йәшәмәй, шуға күрә беҙ Шәмбе көнөн тотмайбыҙ. Шулай ҙа, был ҡанунды ентекләберәк ҡарап сығып, израилдәргә ниндәй файҙа килтергәнен белһәк, беҙ үҙебеҙ ҙә күп нәмәгә өйрәнербеҙ. Шәмбе көнө Израиль халҡы эштән ял иткән һәм рухи нәмәләргә күберәк ваҡыт бүлә алған *. Бына ни өсөн тап шәмбе көнө Ғайса тыуған ҡалаһында синагогаға барған һәм унда булған кешеләргә Алла Һүҙен уҡыған (Сығ. 31:12—15; Лука 4:16—19-ҙы уҡығыҙ). Алланың «Шәмбеләремде тотоғоҙ» тигән әмере өҫтөндә уйланыу беҙҙе нимәгә дәртләндерә? Графигыбыҙ бик тығыҙ булһа ла, Аллаға ғибәҙәт ҡылыр өсөн көн һайын ваҡыт бүлергә кәрәк. Һеҙҙең шулай килеп сығамы йә, бәлки, берәй нәмәне яҡшыртырға кәрәкме? Әгәр һеҙ көн һайын рухи эштәргә ваҡыт бүлһәгеҙ, Йәһүә менән яҡын дуҫлыҡ үҫтерә алырһығыҙ, ә был изге булыр өсөн бик мөһим.

ЙӘҺҮӘ МЕНӘН МӨНӘСӘБӘТЕГЕҘҘЕ НЫҒЫТЫҒЫҘ

14. Левиттар китабының 19-сы бүлегендә ниндәй төп хәҡиҡәт ҡабатлана?

14 Изге булыр өсөн беҙгә Левиттар китабының 19-сы бүлегендә күп тапҡыр ҡабатланған төп хәҡиҡәтте ҡабул итергә кәрәк. Шул бүлектең 4-се аяты бындай һүҙҙәр менән тамамлана: «Мин — һеҙҙең Аллағыҙ Йәһүә». Ошо һүҙбәйләнеш һәм уға оҡшаған һүҙҙәр был бүлектә 16 тапҡыр осрай. Ул беҙгә Ун ҡанундың беренсе әмерен иҫебеҙгә төшөрә: «Мин Йәһүә... Аллағыҙ. Минән башҡа бер ниндәй илаһтарығыҙ булмаһын» (Сығ. 20:2, 3). Изге булырға теләгән мәсихсе бер кемгә лә, бер нәмәгә лә Йәһүә менән дуҫлығынан өҫтөн булырға рөхсәт итмәҫ. Беҙ Йәһүә шаһиттары тип аталабыҙ, шуға күрә Алланың изге исеменә тап төшөргән бер ниндәй эш ҡылмаҫбыҙ (Лев. 19:12; Ишағ. 57:15).

15. Левиттар китабының 19-сы бүлегендә яҙылған ҡорбан килтереү тураһындағы күрһәтмәләр беҙҙе нимәгә дәртләндерә?

15 Йәһүәне үҙ Аллаһы итеп танығандарын күрһәтер өсөн израилдәргә күп төрлө ҡанундарҙы үтәргә кәрәк булған. Левиттар 18:4-тә былай тип әйтелгән: «Минең хөкөмдәремде үтәгеҙ һәм ҡағиҙәләремде тотоп, улар буйынса йәшәгеҙ. Мин һеҙҙең Аллағыҙ Йәһүә». Был күрһәтмәләрҙең ҡайһы берҙәре 19-сы бүлектә килтерелә. Мәҫәлән, 5—8, 21-се һәм 22-се аяттарҙа ҡорбан килтереү тураһында әйтелә. Әгәр Израиль кешеһе был күрһәтмәләрҙе боҙһа, ул «Йәһүә өсөн изге нәмәне [нәжесләгән]» булып һаналған. Ә был аяттар мәсихселәрҙе нимәгә дәртләндерә? Еврейҙарға 13:15-тә яҙылғанса, Йәһүәгә яраҡлы «данлау ҡорбаны» килтерергә, сөнки был уны бик һөйөндөрә.

16. Левиттар китабының 19-сы бүлегендә яҙылған ниндәй принцип Алла хеҙмәтселәре башҡаларҙан айырылып торорға тейеш икәнен күрһәтә?

16 Изге булырға теләһәк, беҙҙең был донъя кешеләренән айырылып торорға теләгебеҙ булырға тейеш. Әммә был еңел түгел. Ҡайһы ваҡыт башҡалар, мәҫәлән, синыфташтар, хеҙмәттәштәр йә Йәһүә шаһиты булмаған туғандар беҙгә Йәһүәгә хеҙмәт итергә ҡамасаулай. Шул саҡта беҙгә етди һайлау яһарға кәрәк. Беҙгә дөрөҫ эш итергә нимә ярҙам итер? Левиттар 19:19-ҙа яҙылған принципҡа иғтибар итәйек: «Ике төрлө ептән туҡылған кейем кеймә». Был ҡанунды үтәп, израилдәр башҡа халыҡтарҙан айырылып торған. Әлбиттә, мәсихселәр төрлө туҡыманан, мәҫәлән, мамыҡ менән синтетиканан тегелгән кейемгә ҡаршы түгел. Әммә беҙ ҡараштары һәм эштәре Изге Яҙмаға ҡаршы килгән кешеләргә оҡшарға теләмәйбеҙ, хатта улар беҙҙең синыфташтарыбыҙ, хеҙмәттәштәребеҙ йә туғандарыбыҙ булһа ла. Әлбиттә, беҙ туғандарыбыҙҙы һәм яҡындарыбыҙҙы яратабыҙ. Шулай ҙа етди һорауҙарҙа беҙ, Йәһүәнең хеҙмәтселәре булараҡ, башҡаларҙан айырылып торорға теләйбеҙ. Был бик мөһим, сөнки өҫтә әйтеп кителгәнсә, изге булыу Йәһүәгә хеҙмәт итеү өсөн айырылып ҡуйылғанды аңлата (2 Кор. 6:14—16; 1 Пет. 4:3, 4).

Левиттар 19:23—25-тә яҙылған ҡанун израилдәргә нимәне иҫкә төшөргән һәм был аяттарҙа беҙҙең өсөн ниндәй һабаҡтар бар? (17, 18-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

17, 18. Левиттар 19:23—25-тә яҙылған ҡанунда ниндәй мөһим һабаҡтар бар?

17 «Мин Йәһүә, һеҙҙең Аллағыҙ» тигән һүҙбәйләнеш Израиль халҡына уларҙың Йәһүә менән мөнәсәбәттәре беренсе урында булырға тейеш икәнен иҫтәренә төшөргән. Был фекер Левиттар 19:23—25-тә * (уҡығыҙ) аңлатыла. Был һүҙҙәр Вәғәҙә ителгән ергә кергән израилдәр өсөн нимә аңлатҡаны тураһында уйланайыҡ. Әгәр кеше емеш ағасы ултыртһа, ул уның емештәрен өс йыл буйы ашамаҫҡа тейеш булған. Ә дүртенсе йыл уға йыйған емеште Йәһүәнең ғибәҙәтханаһына килтерергә кәрәк булған. Тик бишенсе йылды ғына ул ағастың емештәрен ашай алған. Был ҡанун Алла хеҙмәтселәренә үҙҙәрен түгел, ә Йәһүәгә табыныуҙы беренсе урынға ҡуйырға кәрәк икәнен иҫтәренә төшөргән. Шулай уҡ ошо ҡанун уларға шуны онотмаҫҡа ярҙам иткән: Алла улар хаҡында ҡайғыртасаҡ һәм был уның өсөн ауыр түгел. Бынан тыш, Алла израилдәрҙе ғибәҙәтханаға йомарт иғәнәләр килтерергә дәртләндергән.

18 Левиттар 19:23—25-тә яҙылған ҡанун Ғайсаның тауҙағы вәғәздә әйткән һүҙҙәренә оҡшаш. Ул былай тигән: «Йәшәү өсөн нимә ашарға һәм нимә эсергә тип... борсолмағыҙ». Шунан Ғайса былай тип дауам иткән: «Күктәге Атағыҙ һеҙҙең быларҙың барыһына ла мохтаж икәнлегегеҙҙе белә». Ҡоштар хаҡында ҡайғыртҡан Алла беҙҙең хаҡта бигерәк тә ҡайғыртасаҡ (Матф. 6:25, 26, 32). Беҙ быға тулыһынса ышанабыҙ. Шулай уҡ беҙ мохтаж булғандарға ярҙам итәбеҙ. Бынан тыш, йыйылышыбыҙҙың сығымдарын ҡаплар өсөн үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ. Игелекле эштәр ҡылғаныбыҙ тураһында ҡысҡырып йөрөмәһәк тә, Йәһүә йомартлығыбыҙҙы күрә һәм, һис шикһеҙ, беҙҙе бүләкләйәсәк (Матф. 6:2—4). Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыуға матди яҡтан булышлыҡ иткәндә, беҙ Левиттар 19:23—25-тә яҙылған принцип буйынса йәшәгәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ.

19. Был мәҡәләнән һеҙ ниндәй мөһим һабаҡтар алдығыҙ?

19 Беҙ Левиттар китабының 19-сы бүлегенән бер нисә аятын ғына ҡарап сыҡтыҡ һәм изге Аллабыҙҙан нисек өлгө алып булғанын белдек. Тик шулай эшләп кенә, беҙ һәр эштәребеҙҙә изге була алабыҙ (1 Пет. 1:15). Аллаға табынмаған кешеләр беҙҙең яҡшы тәртибебеҙҙе күрә, ә был ҡайһы берәүҙәрҙе Алланы данларға дәртләндерә (1 Пет. 2:12). Әммә Левиттар китабының 19-сы бүлегендә башҡа күп ҡиммәтле фекерҙәр ҙә бар. Беҙ уларҙы киләһе мәҡәләлә ҡарап сығырбыҙ һәм илсе Петрҙың «изге булығыҙ» тигән саҡырыуын тормошобоҙҙоң башҡа өлкәләрендә нисек ҡулланып булғанын белербеҙ.

80-СЕ ЙЫР «Йәһүәнең игелеген татығыҙ һәм күрегеҙ»

^ 5 абз. Беҙ Йәһүәне бик яратабыҙ һәм уны ҡыуандырырға теләйбеҙ. Йәһүә изге һәм ул үҙенең хеҙмәтселәренең дә изге булыуҙарын теләй. Әммә камил булмаған кешеләр өсөн был мөмкинме? Эйе, мөмкин. Илсе Петрҙың үҙ имандаштарына биргән кәңәшен һәм Йәһүәнең боронғо Израиль халҡына биргән ҡанундарын тикшереп, беҙ нисек бар эштәрҙә изге була алғаныбыҙҙы белербеҙ.

^ 6 абз. Сығыш 15:1, 11: «Ул ваҡытта Муса һәм израилдәр Йәһүәне маҡтап йыр йырланы: „Мин Йәһүәне маҡтап йырлармын, сөнки ул үҙен данлыҡлы итте, ат менән һыбайлыны диңгеҙгә ташланы. 11 Илаһтарҙың ҡайһыһы һиңә тиң, эй Йәһүә?! Кем изгелекте һиндәй белдерә?! Һин тәрән хөрмәткә һәм маҡтауға лайыҡ, һин — мөғжизәләр ҡылыусы“».

^ 9 абз. Герц Й. Пятикнижие и ѓафтарот. М. — Иерусалим, 1999. С. 682.

^ 13 абз. Шәмбе көнөн тотоу ҡануны «Күҙәтеү манараһының» 2019 йылдың декабрь сығарылышында «Эштең дә, ялдың да „үҙ ваҡыты бар“» тигән мәҡәләлә ентекләберәк ҡарала.

^ 17 абз. Левиттар 19:23—25: «Мин һеҙгә бирәсәк ергә килеп, берәй емеш ағасы ултыртһаң, уның емештәрен нәжес һәм тыйылған итеп һана. Өс йыл буйына улар һинең өсөн тыйылған булыр. Уларҙы ашарға ярамай. 24 Ә дүртенсе йылды уның бар емештәре изге булыр, һәм был Йәһүә алдында һөйөнөү ваҡыты булыр. 25 Бишенсе йылды иһә уның емештәрен ашай алаһың, һәм ул һиңә мул уңыш бирер. Мин — һеҙҙең Аллағыҙ Йәһүә».

^ 60 абз. РӘСЕМДӘ: үҫеп еткән ул ата-әсәһе менән ваҡыт үткәрә, ҡатыны һәм ҡыҙы менән уларға ҡунаҡҡа барып йөрөй һәм йыш шылтыратып тора.

^ 62 абз. РӘСЕМДӘ: Израиль кешеһе үҙе ултыртҡан емеш ағастарын ҡарап йөрөй.