Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Левиттарға 19:16-лағы «яҡыныңдың ғүмерен өҙөргә ынтылма» тигән әмер нимәне аңлата һәм был әмер мәсихселәр өсөн ҡайһы яҡтан файҙалы?

Йәһүә израилдәрҙән уларҙың изге булыуын талап иткән. Шуға күрә башҡа әмерҙәр менән бергә бындай әмер ҙә биргән: «Халҡыңда ғәйбәт һатып йөрөмә. Яҡыныңдың ғүмерен өҙөргә ынтылма. Мин — Йәһүә» (Лев. 19:2, 16).

«Ғүмерен өҙөргә ынтылма» тигән һүҙбәйләнештең һүҙмә-һүҙ тәржемәһе былайыраҡ яңғырай: «ҡанда тормағыҙ». Был еврей идиомаһының мәғәнәһен аңлауы еңел түгел.

Ҡайһы бер ғалимдар был һүҙбәйләнештең мәғәнәһе ошо бүлектә алдараҡ килтерелгән аят менән бәйле тип һанай. Унда былай тиелә: «Хөкөм иткәндә, ғәҙелһеҙ булма. Ярлыға ярлы булғанға ғына мәрхәмәт күрһәтмә һәм байҙы өҫтөн күрмә. Яҡыныңды ғәҙел хөкөм ит» (Лев. 19:15). Уларҙың уйлауы буйынса, «яҡыныңдың ғүмерен өҙөргә ынтылма» тигән әмер шуны аңлата: Алла хеҙмәтселәре судта, эшкә ҡағылышлы һорауҙарҙа һәм ғаиләлә үҙҙәрен намыҫһыҙ тоторға, ә шулай уҡ үҙ файҙаһы өсөн ғәҙеллекте боҙорға тейеш түгел. Әлбиттә, улай эш итергә ярамай. Әммә шул уҡ ваҡытта Левиттарға 19:16-ла яҙылған һүҙҙәрҙең тағы ла яҡшыраҡ аңлатмаһы бар.

Был аяттың беренсе өлөшөнә иғтибар итәйек. Йәһүә былай ти: «Ғәйбәт һатып йөрөмә». Ғәйбәт һатыу кешенең тормошон боҙа ала (Ғиб. һүҙ. 10:19; Вәғ. 10:12—14; 1 Тим. 5:13—15; Яҡ. 3:6). Ғәйбәтсе, кешене яҡшы исеменән мәхрүм итергә теләп, уның тураһында ялған һөйләй. Ул хатта судта үлем ҡарарына алып барған ялған шаһитлыҡ бирергә лә әҙер. Нәбүтәй менән тап шундай хәл булған да. Яуыз кешеләр уға яла яҡҡан һәм һөҙөмтәлә уны язалап үлтергән (1 Бат. 21:8—13). Күреүебеҙсә, ғәйбәтсе яҡынының ғүмеренә һөжүм итә ала.

Ғәйбәт йыш ҡына нәфрәт хисе арҡаһында тыуа. Ә 1 Яхъя 3:15-тә былай тиелә: «Үҙенең имандашына нәфрәтләнгән һәр кем кеше үлтереүсе ул. Ә кеше үлтереүсенең мәңгелек тормошо булмағанын һеҙ беләһегеҙ». Шуға күрә Левиттар 19:16-нан һуң «күңелеңдә ҡәрҙәшеңә ҡарата нәфрәт һаҡлама» тигән әмерҙең яҙылғаны ғәжәп түгел (Лев. 19:17).

Шулай итеп, «яҡыныңдың ғүмерен өҙөргә ынтылма» тигән һүҙҙәр мәсихселәр өсөн дә актуаль. Беҙгә яҡындарыбыҙ тураһында ғәйбәт һатырға ғына түгел, ә хатта насар уйларға ла ярамай. Ғәйбәтсене башҡалар тураһында насар һөйләргә көнләшеү һәм дошманлыҡ этәрә. Ә был ысынында нәфрәт хисе. Шуға күрә, ғәйбәтсе башҡа кешенең ғүмеренә һөжүм итә, тип әйтеп була. Мәсихселәр өсөн был яраған эш түгел (Матф. 12:36, 37).