Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Һин яҡшы хеҙмәттәшме?

Һин яҡшы хеҙмәттәшме?

«МИН уның янында оҫта һөнәрсе инем... Уның ҡаршыһында һәр ваҡыт шатланып торҙом» (Ғиб. һүҙ. 8:30). Был аятта Ғайса Мәсихтең ергә килер алдынан иҫәпһеҙ-һанһыҙ быуаттар дауамында үҙ Атаһы менән хеҙмәттәшлек иткәне тасуирлана. Шулай уҡ Ғайсаның был хеҙмәттәшлектән шатлыҡ алғаны күренә.

Үҫтергән сифаттары Ғайсаға ерҙә башҡалар өсөн бик яҡшы хеҙмәттәш булырға ярҙам иткән. Әйҙәгеҙ, уның миҫалынан нимәгә өйрәнеп булғанын ҡарап сығайыҡ һәм беҙгә яҡшы хеҙмәттәш булырға ярҙам иткән өс принципҡа иғтибар итәйек. Шул саҡта ҡәрҙәштәргә беҙҙең менән бергә эшләүе күңелле булыр.

Йәһүә һәм Ғайсанан үрнәк алып, хеҙмәттәштәрең менән тәжрибәң һәм белемдәрең менән уртаҡлаш

1-СЕ ПРИНЦИП: БАШҠАЛАРҘЫ ХӨРМӘТ ИТ

Яҡшы хеҙмәттәшкә баҫалҡылыҡ хас. Ул үҙе менән бергә эшләгән кешеләрҙе ҡәҙерләй һәм үҙен әллә кемгә ҡуймай. Ғайса шундай ҡарашты үҙенең Атаһынан үҙләштергән. Йәһүә генә Барлыҡҡа килтереүсе тип аталырға лайыҡ булһа ла, ул Ғаләмде барлыҡҡа килтереүҙә Улының ниндәй роль уйнағанын башҡаларға белгертергә теләгән. Был уның бындай һүҙҙәренән күренә: «Кешене бар ҡылайыҡ — Үҙебеҙ рәүешле итеп һәм Үҙебеҙгә оҡшатып» (Баш. 1:26). Йәһүәнең был һүҙҙәрен ишеткәндә, Ғайса үҙ Атаһының ни тиклем баҫалҡы икәнен күргән (Зәб. 18:35).

Ерҙә йәшәгәндә Ғайса шундай уҡ баҫалҡылыҡ сағылдырған. Кешеләр уны маҡтағанда, ул һәр ваҡыт данды быға лайыҡ булған Йәһүәгә ҡайтарған (Марк 10:17, 18; Яхъя 7:15, 16). Ғайса үҙ шәкерттәренә ҡолдарға һымаҡ түгел, ә дуҫтарына һымаҡ ҡараған. Шуға күрә уларға уның янында еңел булған (Яхъя 15:15). Шәкерттәрен баҫалҡылыҡҡа өйрәтер өсөн ул хатта уларҙың аяҡтарын йыуған (Яхъя 13:5, 12—14). Беҙ Ғайсанан нисек үрнәк ала алабыҙ? Беҙҙең менән хеҙмәттәшлек иткән кешеләрҙе ҡәҙерләргә һәм үҙ ихтыяждарыбыҙҙы башҡаларҙыҡынан өҫтөн ҡуймаҫҡа кәрәк. Әгәр бер-беребеҙҙе хөрмәт итһәк һәм кемде маҡтарҙар икән тип борсолмаһаҡ, күпкә өлгәшербеҙ (Рим. 12:10).

Баҫалҡы кеше шулай уҡ ниәттәрҙең «кәңәшселәр күп булғанда — тормошҡа аша» икәнен таный (Ғиб. һүҙ. 15:22). Шуны иҫтә тотайыҡ: тәжрибәгә һәм һәләттәргә ҡарамаҫтан, бер кеше лә бөтә нәмәне белә алмай. Хатта Ғайса ла ҡайһы бер нәмәләрҙе белмәгәне тураһында әйткән (Матф. 24:36). Шулай уҡ шәкерттәре камил булмаһа ла, ул уларҙың фекерҙәре менән ҡыҙыҡһынған (Матф. 16:13—16). Һис шикһеҙ, уның менән хеҙмәттәшлек итеүе рәхәт булған. Беҙгә лә белемдәребеҙ сикле икәнен танырға һәм хеҙмәттәштәребеҙҙең идеяларын ҡабул итергә кәрәк. Шул саҡта улар менән мөнәсәбәттәребеҙ яҡшы булыр һәм беҙ бергә уңышҡа өлгәшербеҙ.

Айырыуса өлкәндәр Ғайсаның баҫалҡылығынан өлгө алырға тейеш. Ниндәйҙер һорау ҡаралғанда, изге рух уларҙың һәр ҡайһыһын дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә ярҙам иткән фекер әйтергә дәртләндерә ала. Өлкәндәр кәңәшмәһенең осрашыуында һәр береһе үҙ фекерен асыҡ белдерә алһын өсөн, ҡәрҙәштәргә тыныс мөхит булдырырға кәрәк. Шул саҡта улар бергәләшеп бөтә йыйылышҡа файҙа килтергән ҡарарҙар ҡабул итә алыр.

2-СЕ ПРИНЦИП: АҠЫЛ МЕНӘН ЭШ ИТЕҮЕҢ БАШҠАЛАРҒА БИЛДӘЛЕ БУЛҺЫН

Яҡшы хеҙмәттәш үҙенең аҡыл менән эш итеүе, йәғни килешеүсән һәм юл ҡуйыусан булыуы менән билдәле. Йәһүәнең аҡыл менән эш итеүе һәр эшендә күренә. Әлбиттә, Ғайсаның быға инаныр өсөн күп мөмкинлектәре булған. Мәҫәлән, кешелек үлем хөкөмөнә лайыҡ булһа ла, Йәһүә кешеләрҙе был язанан ҡотҡарыр өсөн үҙ Улын ебәргән (Яхъя 3:16).

Ғайса үҙе лә, кәрәк саҡта һәм шарттарға тура килгәндә, юл ҡуйыусанлыҡ сағылдырған. Ул «Израиль халҡының юғалған һарыҡтарына ғына» ебәрелгән булһа ла, Финикия ҡатынына нисек ярҙам иткәнен иҫебеҙгә төшөрәйек (Матф. 15:22—28). Ғайса үҙ шәкерттәренән сиктән тыш күпте көтмәгән, сөнки уға аҡыл менән эш итеү хас булған. Хатта уның яҡын дуҫы Петр кешеләр алдында унан ваз кисһә лә, ул уны ғәфү иткән. Ә һуңыраҡ Ғайса уға мөһим йөкләмәләр тапшырған (Лука 22:32; Яхъя 21:17; Ғәм. 2:14; 8:14—17; 10:44, 45). Ғайсаның тормошо «яғымлы булыуығыҙ бөтөн кешеләргә лә билдәле булһын» тигән саҡырыу буйынса эш итеүҙең өлгөһө булып тора (Флп. 4:5).

Аҡыл менән эш итеү шулай уҡ беҙгә төрлө кешеләр менән берҙәм һәм татыу хеҙмәттәшлек итергә ярҙам итер. Ғайса башҡалар менән шул тиклем еңел генә уртаҡ тел тапҡан, хатта дошмандары уны былай тип ғәйепләгән: «Ул... һалым йыйыусыларҙың һәм гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы» (Матф. 11:19). Беҙ, Ғайсанан өлгө алып, үҙебеҙҙән айырылып торған ҡәрҙәштәр менән хеҙмәттәшлек итә алабыҙмы? Луис исемле ағай-ҡәрҙәш үҙ тәжрибәһе менән бүлешкән. Ул район хеҙмәтендә һәм Вефилдә төрлө ҡәрҙәштәр менән хеҙмәттәшлек иткән. Ул былай ти: «Мин төркөм менән бергә эшләүгә былай ҡарайым: беҙҙе төрлө ҙурлыҡтағы таштар менән сағыштырып була. Шулай ҙа беҙҙән тигеҙ стена һалып була. Минең маҡсатым башҡа „таштарҙы“ шымартыу түгел, ә уларҙы дөрөҫ урынлаштырып бер-береһенә тура килтереү. Һәм, әлбиттә, эш туҡталмаһын өсөн һәм башҡаларға минең менән еңел булһын өсөн миңә үҙемде шымартырға кәрәк». Ризалашырһығыҙҙыр, бик дөрөҫ ҡараш!

Яҡшы хеҙмәттәш, уны алмаштырғыһыҙ тип һанаһындар өсөн, башҡаларҙан кәрәкле мәғлүмәтте йәшермәҫ

Тағы ниндәй осраҡтарҙа аҡыл менән эш итеү мөһим? Мәҫәлән, вәғәз төркөмө менән хеҙмәттәшлек иткәндә. Беҙ төрлө йәштәге вәғәзселәр, ғаиләле һәм никахта тормаған ҡәрҙәштәр менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Хеҙмәт уларға күберәк шатлыҡ килтерһен өсөн, беҙ үҙ хеҙмәтебеҙҙе уларҙыҡына яраҡлаштыра алабыҙмы?

3-СӨ ПРИНЦИП: ЙОМАРТ БУЛ ҺӘМ «БҮЛЕШЕРГӘ ӘҘЕР» ТОР

Яҡшы хеҙмәттәш «бүлешергә әҙер» (1 Тим. 6:18). Ғайса күктә үҙ Атаһы менән хеҙмәттәшлек иткәндә, Йәһүәнең унан бер нәмә лә йәшермәгәненә иғтибар иткәндер. Йәһүә «күктәрҙе барлыҡҡа килтергәндә», Ғайса уның янында булған һәм унан өйрәнгән (Ғиб. һүҙ. 8:27). Һуңыраҡ Ғайса үҙе лә Атаһынан ишеткәндәрҙе шәкерттәренә теләп еткергән (Яхъя 15:15). Йәһүәнән үрнәк алып, беҙ ҡәрҙәштәребеҙ менән белемдәребеҙ һәм тәжрибәбеҙ менән бүлешә алабыҙ. Ҡайһы саҡта кеше, уны алмаштырғыһыҙ тип һанаһындар өсөн, кәрәкле мәғлүмәтте башҡаларҙан йәшерә. Әлбиттә, яҡшы хеҙмәттәш улай эш итмәҫ. Киреһенсә, улар өсөн файҙалы булған мәғлүмәт менән бүлешергә шат булыр.

Шулай уҡ беҙ рухландырғыс һүҙҙәргә йомарт була алабыҙ. Кемдер, тырышлыҡтарыбыҙҙы күреп, беҙҙе маҡтаһа, был күңелебеҙҙе йылытмаймы ни? Ғайса үҙ хеҙмәттәштәрен яҡшы яҡтары өсөн маҡтаған. (Матфей 25:19—23; Лука 10:17—20 менән сағыштырығыҙ.) Ул үҙ шәкерттәренә, «мин башҡарған эштәрҙе, хатта уларға ҡарағанда ҙурыраҡтарын да» башҡарырһығыҙ, тип әйткән (Яхъя 14:12). Үлеме алдынан кис ул илселәрен бындай һүҙҙәр менән маҡтаған: «Һеҙ Минең бар һынауҙарымда ла Минең менән бергә ҡала бирҙегеҙ» (Лука 22:28). Уйлап ҡына ҡарағыҙ: был һүҙҙәр уларҙы ни тиклем рухландырған һәм көс өҫтәгән! Әгәр беҙ хеҙмәттәштәребеҙҙе маҡтарға тырышһаҡ, улар, һис шикһеҙ, ҡыуаныр һәм эш башҡарырға ашҡынып торор.

ҺИН ЯҠШЫ ХЕҘМӘТТӘШ БУЛА АЛАҺЫҢ

Кайоде исемле ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Яҡшы хеҙмәттәш булыр өсөн камил булырға кәрәкмәй, ә башҡаларҙы дәртләндерергә һәм күңелле мөхит булдырырға кәрәк». Һине шундай хеҙмәттәш тип атап буламы? Һин үҙең менән бергә хеҙмәт иткән ҡәрҙәштәрҙең фекерен һорай алаһың. Ғайсаның шәкерттәренә уның менән еңел булған. Әгәр ҡәрҙәштәребеҙгә беҙҙең менән шулай уҡ еңел булһа, беҙ илсе Павелдың һүҙҙәрен ҡабатлай алырбыҙ. Ул былай тигән: «Беҙ шатланыуығыҙҙы теләп, һеҙҙең менән бергә хеҙмәт итәбеҙ» (2 Кор. 1:24).